9. Тәүбә (Тәүбә)

1.

Мөшриктәр менән булған килешеүҙәрегеҙ Аллаһ менән Рәсүлүллаһ тарафынан ҡәтғи
киҫәтелә.

2.

(Әй, мәжүсиләр) Ер йөҙөндә дүрт ай буйы (теләгәне­геҙсә) йөрөп тороғоҙ. Тик аң
булығыҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ ҡалдыра ала торғандарҙан түгел. Хаҡтыр, Аллаһ үҙе
кәферҙәрҙе тар-мар килтерәсәк.

3.

Хаж-и Әкбәр көнөндә Аллаһ менән Рәсүлүлланың кешеләргә белдереүе:

— Аллаһ һәм уның илсеһе мөшриктәр менән араны өҙә. Әгәр тәүбә итһәгеҙ, һеҙҙең
өсөн иң хәйерлеһе булыр. Йөҙ сөйөрһәгеҙ, белеп тороғоҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ
хәлдә ҡалды­ра аласаҡ түгел. (Эй, Мөхәммәд) ул кәферҙәргә биреләсәк яза барлығы
тураһында әйтеп, «һөйөнсө» ал.

4.

Һеҙҙең менән килешеү ҡорған мөшриктәр һеҙгә яманлыҡ ҡылмаһа, һеҙҙең
мәнфәғәттәрегеҙгә ҡаршы ғәмәлдә булмағандар был хөкөмгә кермәй. Килешеүҙе
аҙағынаса боҙмағыҙ. Аллаһ ғәҙелһеҙлек эшләүҙән һаҡланғандарҙы ярата.

5.

Харам айҙар үткәс, (хыянат иткән, ант боҙған һәм һеҙгә өҙлөкһөҙ зыян һалған)
мөшриктәрҙе ҡайҙа күрһәгеҙ, шунда юҡ итегеҙ. Уларҙы әсирлеккә алығыҙ, йәшенеп
тороп, уларҙы һағалап тороғоҙ; тәүбә итһәләр, намаҙҙарын дөрөҫ уҡыһалар, зәкәт
бирһәләр, уларҙы үҙ иректәренә ҡуйығыҙ. Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе.

6.

Берәй мөшрик килеп, һинән һыйыныр урын һораһа — һыйындыр. (Һинең янда, һинең
ауыҙҙан) Аллаһтың һүҙен тыңлаһын. Һуңынан (иман килтермәһә лә) уны ҡурҡыныс
булмаған ергә илтеп ҡуй. Шундай хәбәрһеҙ (наҙан) ҡәүем булғандарына күрә, шулай
эшләү кәрәк.

7.

Мәсжед-и Харам янында һеҙҙең менән килешеү төҙөгән мөшриктәрҙән
башҡа, Аллаһ һәм уның Рәсүле янында ниндәй ант-вәғәҙә бирешеү булһын, ти? Улар
ант боҙмаһа, һеҙ ҙә боҙмағыҙ. Аллаһ (ант боҙоуҙан) һаҡланғандарҙы ярата.

(«Ҡурайш һәм улар менән бергә башҡа мөшриктәр килешеүҙе боҙҙолар. Мосолмандар
һөжүмгә күсте һәм Мәккәне яулап алды. Килешеүҙәрен боҙмаған мөшриктәргә
ҡағылманылар».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

8.

Нисек була инде ул? Улар һеҙҙе еңһә, анттарын да, вәғәҙәләрен
дә үтәмәйҙ
әр.
Ауыҙҙары менән ризалыҡ бел­дерәләр ҙә, күңелдәре менән ҡаршы торалар. Уларҙың
күбеһе юлдан яҙ
ған.

9.

Аллаһтың аяттарын донъя малына һатып, тура юлдан сыҡтылар.
Ысынлап та, уларҙың ҡылғандары
ни ҡ
әҙәр
насар

ғәмәлдер.

10.

Улар мосолмандар менән булған
анттарын да, килеш
еүҙе
лә танымай. Улар сиктәрҙ
е
уҙған

халыҡ.

11.

Бары тик тәүбә итһәләр генә, на­маҙ уҡыр булһалар ғына, улар һеҙҙең дин
ҡәрҙәштәрегеҙ бу­лып китер.


Аңлы ҡәүемгә Беҙ аяттарыбыҙ
ҙы
шулай асыҡлап бирәбеҙ.

12.

Килешеү төҙөгәс, һуңынан анттарын боҙһалар, динегеҙгә һөжүм итһәләр, кәферҙәрҙең
етәкселәренә ҡар­шы һуғышығыҙ.

Сөнки улар — вәғәҙәһеҙ
кешеләр. Бәлки улар хыянаттан тыйылыр!

13.

Вәғәҙәләрен боҙған (мөьминдәргә) Пәйғәмбәрҙе (йортонан) ҡыуып сығарырға теләгән
һәм һеҙҙең менән башлап һуғышыусы бер ҡәүемгә ҡар­шы һуғышмаҫһығыҙмы ни?

Әллә һеҙ уларҙан ҡурҡаһығыҙмы?
Әгәр ысын мосолман икәнһегеҙ, белегеҙ, һеҙ уларҙан ҡурҡыр
ға
тейеш түгелһегеҙ, бәлки Аллаһтың язаһынан ҡурҡыр
ға
тейеш.

14.

Улар менән һуғышығыҙ, һеҙҙең ҡулдарығыҙ менән Аллаһ уларға яза бирер; уларҙы хур
итер, һеҙҙе еңеүсе ҡы­лыр, һеҙ — мөьминдәрҙең күңеленә дауа бирер.

15.

Мөьминдәрҙең күңеленән ризаһыҙлыҡ нәфрәтен йыуар, Аллаһ тәүәккәл кешенең
тәүбәһен ҡабул итер.


Аллаһ — белеүсе һә
м
хикмәт эйәһеҙер.

16.

Юҡһа, Жиһадта ҡатнашҡандарҙы Аллаһ белмәй, тип уйлайһығыҙмы?
Аллаһтан, уның Рәсүленән, хаҡ мөьминдәрҙән башҡаны
серҙәш итмәгәндәрҙе белмәй һәм уларҙы Аллаһ ташлап ҡалдырасаҡ, тип уйлайһы
ғыҙмы?
Һеҙҙең ҡыл
ғандарығыҙ
тураһында Аллаһ хәбәрҙар.

17.

Аллаһтан башҡа тәңре эҙләүселәр үҙҙәренең кәфер булғанлы­ғына үҙҙәре шаһитлыҡ
иткәнгә күрә, Аллаһтың йорто — мәсетте торғоҙорға йөрөүҙәренең файҙаһы теймәҫ.
Уларҙың бөтөн был эштәре заяға
китер, һәм улар мәңгегә ут эсендә ҡаласаҡ.

18.

Аллаһҡа иман килтергәндәр, Әхирәт көнөнә инанған­дар,
намаҙ ҡалдырма
ғандар,
зәкәт биргәндәр һә
м
Аллаһтан

башҡа берәүҙән дә ҡурҡмағандар
ғына
мәсет ҡорҙ
орорға
тейеш. Уларҙың тура юлда буласа
ғына
өмөт бар.

19.

(Әй, мөшриктәр!) һеҙ хажиларға
һыу биреп тор
оуҙы,
Мәсжид-и Харамды төҙ
өткәнегеҙҙе,
Әхирәт көнөнә иман килтереп, Аллаһ юлында Жиһадта һу
ғышҡан
мосолмандар­ҙың ҡыл
ған
ғәмәле
менән тигеҙ, тип уйлайһы
ғыҙмы?
Хаҡтыр, Аллаһ ҡатында улар бер тигеҙ түгел. Аллаһ залим халыҡ
тарҙы
тура юл
ға
күндермәҫ.

20.

Иман килтереп, һижрәт иткәндәр, Аллаһ юлында малдары менән, йәндәре менән
Жиһадта ҡатнашҡандар дәрәжә я
ғынан
Аллаһ ҡаршыһында бик тә өҫтөндәр. Киләсәктә ҡотолоусылар шулар булыр.

21.

Раббы уларҙы рәхмәте, риза­лығы
менән, эсендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ни
ғмәттәр
бул
ған
йәннәте менән ҡ
ыуандырыр.

22.

Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Шик юҡ, Аллаһ ҡатында ҙур бүләктәр бар.

23.

Әй, иманлы кешеләр! Әгәр аталарығыҙ,
ҡ
әрҙәштәре­геҙ
кәферлекте имандан артыҡ күрһәләр, уларҙы дуҫ итмә­геҙ. Уларҙы дуҫ иткән кеше
үҙе залим булыр.

24.

Әйт
һин:

— Әгәр
а
таларығыҙ,
улдары
ғыҙ,
ҡ
әрҙәштәрегеҙ,
ҡатын­дары
ғыҙ,
яҡын ту
ғандарығыҙ,
йый
ған
байлы
ғығыҙ,
туҡ
тап
ҡалыуынан ҡ
урҡҡан
сауҙа
ғыҙ,
ҡ
әнәғәтләндергән
йорттарығыҙ
һеҙгә Аллаһтан һә
м
уның Рәсүленән, Аллаһ юлында
ғы
Жиһадтан дә ҡ
әҙерлерәк
икән, Аллаһтың хөкөмөн көтөгөҙ. Аллаһ боҙ
оҡ
кешелә
р тоҡомон
тура юл
ға
сы
ғармаҫ.

(«Мөхөммәд Рәсүлүллаһ
(с.г.с.) Мәккәне яулап ал
ғандан
һуң, ун ике мең кешелек

ғәскәре
менән Таифтәге Һә
үәзин
һәм Саҡиф ҡ
әбилә­ләренә
ҡаршы китте. Ислам

ғәскәренең,
күплеген күреп, ҡай
һы
бер мосолман һуғышсылары:
был

ғәскәр
бер

ҡ
асан
да еңеләсәк түгел, тинеләр. Һәм тәкәменәннеп киттеләр. Хөнә
йен
үҙәненә еткәс, улар мөшриктәрҙең әҙ һанлы төркө
мө
менән осрашты. Мосолмандар ҡаушап ҡалды. Килаһе аят шул ваҡ
иғаға
ишара яһай».
Садретдин
Ғүмүш тәфсиренән.)

25.

Әйе, Аллаһ байтаҡ урындарҙа һәм Хөнәйен һуғышында ла һеҙгә ярҙам итте. Күп һанлы
ғәскәр булыуығыҙ менән маһайҙығыҙ. Ләкин һеҙҙең күп булыуығыҙ файҙа килтермәне.
Киң ялан һеҙгә тарайҙы (дошмандар ҡаты ҡыҫа башлағас), һеҙ боролоп ҡасырға
мәжбүр булдығыҙ.

26.

Һуңынан Аллаһ Рәсүленә һәм мөьминдәргә тыныс­лыҡ килтерҙе, һеҙҙең күҙгә күренмәй
торған ғәскәрҙәр (фәрештәләр) төшөрҙө лә, кәферҙәрҙе язаланы. Кәферҙәр өсөн бына
шундай ғазап.

27.

Аллаһ тәүбә иткәндәрҙең тәүбәһен ҡабул итә. Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итә
белеүсеҙер.

28.

Әй, иманлы кешеләр! Мөшриктәр — яманлыҡтың
үҙеҙер. Шу
ға
күрә, был йылдан һуң улар Мәсжед-и Харам янына килмәһендәр. Фәҡ
ирлектән
ҡурҡ
һағыҙ,
Аллаһ ихты­яр итһә, һеҙҙе үҙ мәрхәмәте менән байытасаҡ. Шик юҡ, Аллаһтың

ғилеме
сикһеҙ, Ул хикмәт эйәһе.

29.

Аллаһҡа һәм
Әхирәт көнөнә инанма
ған,
Аллаһ һә
м
уның илсеһе харам иткән нәмәләрҙең харам икәнлегенә ышанма
ған,
хаҡ дингә буйһонма
ған
китап әһелдәре рисуай бу­лып, һеҙгә баш эйеп, һалымдарын үҙ ҡулдары менән
килтереп, һеҙгә тапшыр
ғандарына
саҡлы улар менән һу
ғышығыҙ.

30.

Йәһүдтәр:


Ғөзәйер
— Аллаһтың улы, — тинеләр. Христиандар ҙа:


Мәсих (
Ғайса)
— Аллаһтың улы, – тинеләр.

Был уларҙың ауыҙы менән әйтелә торған элеккеге кәферҙәрҙең һүҙенә бик тә
оҡшаған. Аллаһ уларҙы Үҙе ҡәһәрлә­йәсәк. (Ғәжәп!) Нисек итеп, улар паҡтан
нәжескә керәләр?

31.

Улар Аллаһтан баш тартып, үҙҙәренең ғалимдарын, руханиҙарын һәм Мәрйәм улы
Мәсихте (Ғайсаны) Илаһ итеп табына башланылар. Гәрсә, уларға: бары тик бер
Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ, тип әйтелде. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм)
тәңре булырҙай һис бер кем юҡ! Ул Үҙенә тиң һанағандарҙан юғары тора.

32.

Аллаһтың нурын (улар) ауыҙҙары менән (өрөп) һүндерергә булалар. Ләкин,
иманһыҙҙарға был оҡшамаһа ла, Аллаһ нур (Ҡөръән) индереүен туҡтатмаҫ.

33.

(Был эш) мөшриктәргә оҡшамаһа ла, Ул динен бөтөн диндәрҙән өҫтөн ҡуйыр өсөн,
һидәйәт һәм хаҡ дин менән Рәсүлен юлланы.

34.

Әй, иман килтергән әҙәмдәр! (Кәфер) руханиҙары, ғалимдарының
күбеһе әҙәмдәрҙең малдарын хаҡһыҙ юлдар менән ашайҙар һәм уларҙы Аллаһ юлынан
яҙҙыралар. Алтын-көмөш йыйып та, Аллаһ юлында сарыф итмәгәндәр ара­ғыҙҙа юҡмы
ни? Бына, һин шундайҙарҙан «һөйөнсө» ал: улар­ға хәтәр яза биреләсәк.

(Йәһүд равиндары менән христиан руханиҙары Мөҡәтдәс китаптарҙағы: Иңжил,
Тәүрәттәге аяттарҙы дөнъя рәхәте өсөн,

ришвәт алыр өсөн үҙгәрттеләр. Бигрәк тә, хәҙрәти Мөхәммәдтең Пәйғәмбәр булып
киләсәгенә бәйле аяттарҙы боҙҙолар. Юғары­лағы аят бына шуларҙың ерәнгес
эштәренә ишара яһай. Аят­тың икенсе өлөшө иһә алтын-көмөшө, туплаған аҡсаһы,
малы бу­лып та, мохтаждарға, изгелекле ғәмәлдәргә, халыҡ өсөн кәрәкле эштәргә
сарыф итмәгән, йәғни, зәкәт бирмәгәндәрҙең Әхирәттә дәһшәтле яза күрәсәктәре
тураһында хәбәр итә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

35.

(Был алтын-көмөш аҡсалар) йәһәннәм утында ҡыҙҙырылып,
маңғайҙарына, янбаштарына һәм арҡаларына йәбештереләсәк Көндө:

— Бына был (туймаҫ) нәфсегеҙ туплаған әйберҙәрегеҙ. Инде туплағанығыҙға күрә,
тәмен дә татығыҙ, — тип әйтеләсәк.

36.

Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан көндән алып, Аллаһтың хисабына күрә, айҙарҙың һуны ун
ике; уларҙың дүрте­һе (һуғышыу) харам айҙар булып иҫәпләнә, диндең дөрөҫ хисабы
шулдыр. Ул айҙарҙа (харам айҙарҙа) үҙегеҙгә золом итмәгеҙ, мөшриктәр үҙ-ара
берләшеп, һеҙгә ҡаршы һуғыш баш­лаһа, һеҙ ҙә берләшеп уларға ҡаршы һуғышығыҙ.
Белеп тороғоҙ, Аллаһ (яманлыҡ ҡылыуҙан) һаҡланғандар менән бергә.

37.

(Харам айҙарҙың) урындарын күсереү кәферлекте арттырыу, тигән һүҙ. Был ғәмәл
кәферҙәрҙең аҙғынлығын артты­рыр; Аллаһ харам ҡылғанды боҙоу һәм Уның харам
ҡылғанын хәләл ҡылыу өсөн (харам айҙы) улар бер йылды хәләл, икенсе йылды харам
айға һананылар. (Шулай итеп), уларҙың яман эштәре үҙҙәренә яҡшы булып күренде.
Аллаһ кәфер халыҡты тура юлға күндермәҫ.

38.

Әй, иманлы кешеләр, һеҙгә нимә булды? —Аллаһ юлын­да һуғышырға
сығығыҙ, — тип әйтелгәс, ауырайып, ергә һыйынаһығыҙ. Фани донъялағы был тормошто
һеҙ Әхирәттәге мәңге тормошҡа алмаштығыҙмы ни? Ләкин фани донъя тормошо­ның
файҙаһы, Әхирәт донъяһыныҡына ҡарағанда бик тә әҙҙер.

(«Тәбүк һуғышына сығырға әмер килгәс, йәйҙең бик тә эҫе ваҡыты булғанға күрә,
сәхәбәләр һуғышҡа сығырға ҡыйынһындылар».Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)

39.

Әгәр ҙә һеҙ (кәрәк саҡта дин өсөн) һуғышҡа сыҡмаһағыҙ, (Аллаһ) һеҙҙе
һыҙландырыусы ғазапҡа дусар итәсәк һәм һеҙҙең урынға башҡа бер ҡәүемде
килтерәсәк; һеҙ һуғышҡа сыҡманы, тип кенә Аллаһҡа зарар килмәҫ. Аллаһ бар
нәмәнән дә ҡөҙрәтлеҙер.

40.

Һеҙ уға (Рәсүлүллаға) ярҙам итмәһәгеҙ ҙә, уға Аллаһ ярҙам иткән
ине бит инде. Мөшриктәр уны (Мәккәнән) ҡыуып

сығарҙы, ҡыуылғандар икәү ине,
берһе ул (Рәсүлүлла) ине. Бына улар мәмерйәгә кереп ҡасты. Ул юлдашына:

— Ҡайғырма, Аллаһ беҙҙең менән, — тине.

Аллаһ уға Үҙе тарафынан сабырлыҡ һәм күҙгә күрен­мәҫ ғәскәр
индерҙе, кәферҙәрҙең һүҙҙәрен юҡҡа сығарҙы, Аллаһтың һүҙе иһә бөйөктер. Аллаһ
өҫтөндер һәм Ул хикмәт эйәһеҙер.

(«Һижрәт заманаһында мөшриктәрҙең иҙеүенә сыҙай алмайынса, хәҙрәти Әбү Бәкер
менән хәҙрәти Пәйғәмбәребеҙ Сәүер тауында­ғы мәмерйәгә кереп ҡаса. Ҡыуа килеүсе
мөшриктәрҙең аяҡ тауышта­рын ишеткәс, Әбү Бәкер бик ныҡ ҡурҡа. Аллаһ Тәғәлә
мәмерйә ауы­ҙын ҡаплап ҡуя. Ҡыуа килеүселәр бында үлән һырған, күптән кеше
кермәгән ҡыуыш икән, тип, мәмерйә эсенә кермәй

китә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән )

41.

(Әй, мөьминдәр) еңел булһа ла, ауыр булһа ла, малдарығыҙ, йәндәрегеҙ менән Аллаһ
юлында Жиһад итегеҙ. Шулай ғәмәл ҡылһағыҙ, белеп тороғоҙ, һеҙгә бик тә хәйерле
булыр.

42.

Һуғышта табыш алыу форсаты мәғлүм булһа, ба­расаҡ яу юлы яҡын
булһа, һис шикһеҙ, улар һинең менән яуға сығыр ине. Ләкин мәшәҡәтле юл йыраҡ ине
шул. Шуға күрә, улар яуға барманы.

Аллаһ
исеме менән ант итеп улар:


Их, көсөбөҙ булһа, беҙ ҙә һинең менән яу
ға
барыр инек, — тип үҙҙәрен үҙҙәре һәләк итте. Гәрсә, Аллаһ уларҙың ял­
ғансы
икәнен теүәл белә ине.

43.

Аллаһ һине
ғәфү
итте. Тура кешене һынап, уның тура икәнлегенә ышанмайынса, ни өсөн һин улар
ға
һу
ғыштан
ҡалыр
ға
рөхсәт иттең?

44.

Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанғандар малдары, йәндәре менән һуғышыр өсөн һинән
рөхсәт һорамаҫ.

Аллаһ тәҡүә
(ысын) мосолмандарҙы бик тә яҡшы белеп тора.

45.

Бары тик Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанмағандар һуғыштан ҡалырға һинән рөхсәт
һорарҙар һәм уларҙың күңелдәрен шом баҫыр, Улар шуға аптырап йөрөр.

46.

Һуғышта ҡатна­шырға теләгән булһалар, улар, һис шикһеҙ, алдан уҡ
әҙер­ләнгән булыр ине.

Ләкин Аллаһ уларҙың
был ҡыл
ғандарын
(йә
ғни,
ихлас түгеллектәрен)

оҡшатманы,
уларҙың һу
ғышҡа
бар
ыуҙарын
теләмәне. Улар
ға:


Өйөгөҙҙәгеләр менән бергә ҡалы
ғыҙ,
— тине.

47.

Улар һеҙҙең менән бергә һуғышҡа сыҡҡан булһалар ҙа, арағыҙҙы боҙоуҙан һәм фетнә
сығарыуҙан башҡа нәмә эшләмәгән булырҙар ине.

Уларҙың (фетнәүи) һүҙенә ҡолаҡ һалыусылар
ҙа
ара
ғыҙҙа
табылыр ине. Аллаһ гөнаһлыларҙы

ғәйәт
яҡшы белә.

48.

Хаҡтыр, улар элек тә фетнә сығарырға йөрөнөләр һәм һиңә күпме мәкер ҡорҙолар.
Ниһайәт, дөрөҫлөк инде, уларҙың көйөнөсөнә, Аллаһтың әмере еренә еткерелде.

49.

Уларҙың шундайҙары ла бар:


(Һу
ғышҡа
бармаҫҡа) миңә рөхсәт бир, мине фетнәгә (вәсүәсәгә, йә
ғни
мал талау, әсир ҡатындар менән зина ҡылыу
ға)
юлыҡтырма, — тип хәйлә ҡор
ғандары
ла. Белеп торо
ғоҙ,
улар ысынлыҡта үҙҙәре фетнәселәрҙер. Кәферҙәрҙе, һис шикһеҙ, йәһәннәм уты сол
ғаясаҡ.

50.

Һиңә бер изгелек (еңеү, ғәнимәт малы) килһә, улар асыуҙан
ҡайғырыр.

Башыңа берәй бәлә
(еңел
еү,
таланыу) килһә, улар:


Ярай әле, беҙ алдан әмәлен күрҙек (һу
ғышҡа
барманыҡ), — тип, танауҙ
арын
сөйөп, һөйөнә-һөйөнә китәләр.

51.

Әйт
һин:


Аллаһ яҙ
ғандан
башҡа нәмә беҙҙең өҫкә килмәҫ. Ул— беҙҙең ярҙ
амсыбыҙ.
Шу
ға
күрә, һеҙ — мосолмандар, бары тик Аллаһҡа инаны
ғыҙ,
— тип.

52.

Әйт
һин:


Һеҙ: беҙгә ике изгелектең бер
еһе
килер, тип көтәһегеҙме? Беҙ ҙә: һеҙҙең башы
ғыҙға
ике яманлыҡ
тың
бер
еһе
килер, тип көтәбеҙ. Һеҙгә Аллаһтан яза килер йәки Аллаһ һеҙҙе беҙҙең ҡулдар
менән һәләк итер, тип. Һеҙ ҙә көтөгөҙ, беҙ ҙә көтәбеҙ, — тип.

53.

Әйт
һин (монафиҡ
тарға):


Үҙ теләгегеҙ менән биргән сы
ғымдарғыҙ
(саҙаҡа
ғыҙ)
ҙа, ирекһеҙҙән биргәнегеҙ ҙә ҡабул ителмәҫ, сөнки һеҙ юлдан яҙ
ған
тоҡ
ом,
— тип.

54.

Аллаһҡа һәм
уның Рәсүленә ышанмауҙары арҡаһында, намаҙҙы теләр-теләмәҫ уҡы
ғанға
күрә, саҙаҡ
аны
рия менән, (ауыры
һынып)
биргәнгә күрә, уларҙың саҙаҡ
алары
ҡабул булманы.

55.

(Эй,
Мөхәммәд) уларҙың (кәферҙәрҙең) байлы
ғы
һә
м
балаларының күплеге һине ҡыҙыҡтырмаһын, Аллаһ фани донъяла уҡ уларҙың

ғазаптарын
күбәйтеп, уларҙың кәфер булараҡ йән бир
еүҙәрен
теләй.

56.

(Монафиҡтар)
беҙ ҙә һеҙҙең кеүек (мосолманбыҙ), тип Аллаһ исеме менән ант итә. Гәрсә, улар
һеҙҙең кеүек (мосолман) түгел, улар бары тик (һеҙҙең ҡылыстан) ҡурҡҡан бер
ҡәүемдер.

57.

Һыйыныр урын йәки ҡасырлыҡ мәмерйә йәки ке­реп ҡотолорлоҡ бер тишек тапһалар,
улар (һеҙҙән, диндән ҡасып) шул тарафҡа йүнәлерҙ
әр
ине.

58.

Саҙаҡалар
хаҡын­да уларҙың һине

ғәйепләгәндәре
лә бар. Саҙаҡ
аларҙан
улар
ға
ла (бер өлөш) бирелһә, риза булалар, ә инде, улар
ға
саҙа­ҡ
аларҙан
(өлөш) бирелмәһә, асыуланалар.

59.

Әгәр
улар Аллаһ менән Рәсүле биргәндәргә риза булып:


Аллаһ беҙгә етә, оҙаҡламай Аллаһ ни
ғмәтен
бирәсәк, Рәсүлебеҙ ҙә беҙгә изгелекле буласаҡ; беҙ бары тик Аллаһтан

ғына
өмөт итәбеҙ, — тип әйтһәләр, бик яҡшы булыр ине лә һуң.

60.

Саҙаҡа (зәкәт) Аллаһтан бер фарыз булараҡ, бары тик фәҡирҙәргә,
меҫкендәргә, (зәкәт эштәрен башҡар
ыусы)
йомошсолар
ға,
күңелдәре (Ислам
ға)
ятҡандар­
ға,
(иреккә сы
ғыу
өсөн йән атҡан) ҡолдар
ға,
бурысҡа батҡан­дар
ға,
Аллаһ юлында көс сарыф итеп, Жиһадта ҡатнаш­ҡандар
ға,
юлсылар
ға
бирелергә тейеш. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы һәм хикмәттәр эйәһеҙер.

61.

(Монафиҡтар)
араһында Пәй
ғәмбәрҙе
кәмһетеп һөйләүселәр ҙә бар, улар:

— Ул —
ҡолаҡ (йә
ғни
бөтөн нәмәне тыңлап-ишетеп тороусы), — тинеләр.

Һин уларға:

— Ул һеҙҙең өсөн яҡшылыҡтың ҡолағы, — тип әйт.

Ул Аллаһҡа иман килтерә һәм иман килтергән кешеләргә ышана; арағыҙҙан иман
килтергән кешеләргә рәхмәт, Аллаһтың илсеһен рәнйеткәндәргә хәтәр яза булыр, —
тип әйт.

62.

Һеҙҙең ризалығығыҙҙы алыу өсөн, улар Аллаһ исеме менән ант итә. Әгәр улар
ысындан да мосолман булһалар, Аллаһ менән Рәсүлүлланың ризалығын ҡаҙанһындар.

63.

Улар шуны ла белмәйҙәрме икән һуң, кем дә кем Аллаһ менән Рәсүлүллаға ҡаршы
ғәмәл ҡыла, шул йәһәннәм утын­да мәңге ҡаласаҡ.

Бына ошо була инде рисуайға
ҡал
ыу.

64.

Монафиҡтар
күңелдәрендә бул
ған
(мәкерҙе) асып һала тор­
ған
аят индерел
еүенән
ҡурҡ
алар.
Әйт:


Һеҙ көлөгөҙ, Аллаһ эсегеҙҙәге яманлыҡ
ты
асып һаласаҡ, — тип.

65.

Әгәр
уларҙан (мыҫҡыллы көлөүҙәре тураһында) һора­һаң, шик юҡ:

— Беҙ
бары тик шаяртабыҙ

ғына,
— тип әйтәсәктәр. Әйт һин:


Аллаһтан, Уның аяттарынан, Уның Пәй
ғәмбәренән
көлөргә баҙ
нат
итәһегеҙме? — тип.

66.

Аҡланырға
тыры
шмағыҙ,
сөнки

һеҙ
иман килтереп тә һуңынан кәферлеккә күскән затһыҙҙар булды
ғыҙ.
Тәүбә иткәндәрегеҙҙе ярлыҡаһаҡ та, гөнаһтарына күрә, башҡ
аларына
яза бирәсәкбеҙ.

67.

Монафиҡ ирҙәр менән монафиҡ ҡатындарҙың барыһы ла бер
сыбыҡтан үрелгән; улар боҙоҡлоҡҡа
йөҙ тотоусылар, изгелектән баш тарт
ыусылар,
һарандар. Улар Аллаһты онотто. Аллаһ та уларҙы онотто. Сөнки монафиҡ
тар
нәжеслек­тең үҙеҙер.

68.

Аллаһ ике йөҙлө ирҙәрҙе лә, ике йөҙлө ҡатындарҙы ла, кәферҙәрҙе лә йәһәннәм
утында мәңге яндырыр
ға
вә
ғәҙә
итте. Аллаһ улар
ға
етәр, Аллаһ улар
ға
лә
ғнәт
ебәрҙ
е.
Улар
ға
бөтмәҫ-төкәнмәҫ яза әҙерләп ҡуйҙы.

69.

(Әй, монафиҡтар,
кәферҙ
әр)
һеҙҙән элек йәшәгәндәр кеүек, һеҙ ҙә кәферлек ҡылды
ғыҙ.
Һеҙҙең менән са
ғыштырғанда,
улар ҡ
еүәтлерәк
тә, байырак та, балалары ла күберәк ине, рәхәт йәшәйҙ
әр
ине. Элек йәшәгәндәр кеүек, һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙән рәхәт күрҙегеҙ, улар кеүек,
һеҙ ҙә аҙ
ғынлыҡҡа
сумды
ғыҙ.
Б
ыларҙың
ғәмәлдәре
фани донъяла ла, Әхирәттә лә файҙа бирмәҫ. Улар ҙур ю
ғалтыуҙарға
дусар.

70.

Әллә
һуң улар
ға
әүәл йәшәгәндәр(ҙең гөнаһтары) тураһында
ғы
хәбәр барып ирешмәнеме? Нух,

Ғәд
һәм Сәмүд халыҡ
тары,
Ибра­һим ҡәүеме, Мәдйән кешеләре, аҫты өҫкә килгән шәһәрҙәр тураһында хәбәр улар
ға
ишетелмәнеме икән ни? Улар
ға
пәй
ғәмбәрҙәр
асыҡ мә
ғәнәле
аяттар алып килде. Аллаһ улар
ға
йәбер бирмәгән дә булыр ине, ләкин улар үҙҙәренә үҙҙәре яза алды.

(«Пәйғәмбәрҙәр
алып килгән ул аяттарҙ
ы
тегеләр ял
ғанға
сы
ғар­ҙы.
Нух пәй
ғәмбәр
үҙ халҡына күндерелде, үҙ халҡы уны инҡар итте, Аллаһ илсеһе булараҡ таныманы,
Аллаһты бер тип һанаманы. Һәм Нухтың халҡы һыу
ға
батып һәләк булды.

Ғәд
ҡәүеменә иһә Һуд пәй
ғәмбәр
ебәрелгән ине. Гөнаһтары өсөн уларҙы Аллаһ дәһшәтле ел-дауылда һәләк итте.
Хәҙрәти Салихты үҙ халҡы­на пәй
ғәмбәр
итеп юлланы. Уның халҡы ла ер тетрәүендә юҡҡа

сыҡты.
Хәҙрәти Ибраһим ҡәүеме әшәке себен һөжүменән үлеп бөттө. Мәдйән халҡына Шө
ғәйеп
илсе булып килде. Гөнаһлы халҡы утта янып һәләк булды. Лут пәй
ғәмбәрҙең
халҡы ҡ
ала
х
арабала­ры
аҫтында юҡ булды».
Садретдин
Ғүмүш тәфсиренән.)

71.

Мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындар бер-береһе­нең дуҫылыр. Улар изгелек юлына
өндәй, яманлыҡтарҙан баш тартырға өгөтләйҙәр, намаҙ ҡалдырмайҙар, зәкәт бирәләр,
Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә итәғәт итәләр. Бына быларға Аллаһ рәхмәтен бирер. Шик
юҡ, Аллаһ бөйөк һәм хикмәт эйәһелер.

72.

Аллаһ мосолман ирҙәренә, мөслимә ҡатындарға мәңге йәшәү өсөн аҫтында йылғалар
ағып торған

йәннәттәр һәм Ғәден ожмахтарында яҡшы урын­дар әҙерләп ҡуйҙы. Аллаһтың ризалығы
һәр нәмәнән дә өҫтөндөр. Бына бөйөк ҡотолоу ошо булыр.

73.

Ий, Пәйғәмбәр! Кәферҙәргә һәм монафиҡтарға ҡар­шы Жиһад ит. Уларға ҡырыҫ бул.
Уларҙың барыр ере – йәһәннәм.

Бик тә хәтәр ул — Улар барасаҡ
ер.

74.

(Ий,
Мөхәммәд) улар:


Валлаһи, к
өфөр
һүҙ әйтмәнек, — тип, Аллаһ исеме менән ант итә.

Гәрсә, көфөр һөйләнеләр һәм мосолман булғандан һуң йәнә кәферлеккә ҡайттылар.
Ҡулдарынан килмәгән эшкә алындылар. Аллаһ менән Рәсүл уларҙы (мосолмандарҙы) үҙ
ниғмәттәре менән байытҡаны өсөн үс алырға тырышалар. Әгәр улар (был эштән) тәүбә
итһәләр ине, үҙҙәренә яҡшыраҡ булыр ине. Имандан йөҙ сөйөрһәләр, Аллаһ уларҙы
фани донъяла ла, Әхирәттә лә әрнеүле яза биреүсе, ғазапҡа дусар итеүсе булыр. Ер
йөҙөндә уларҙың ярҙамсыһы ла, дуҫтары ла юҡ.

75.

Улар араһында:

—  Әгәр Аллаһ беҙгә байлыҡ бирһә, һис шикһеҙ, саҙаҡа бирер инек һәм, әлбиттә,
беҙ ҙә изгеләрҙән булыр инек, — тип Аллаһ ҡаршыһында ант итеүселәр ҙә бар.

76.

Ләкин Аллаһ хазинаһынан уларға байлыҡ бирелгәс, һаранланып (Аллаһ әмеренән) баш
тартып, биргән анттарын боҙҙолар.

77.

Ниһайәт, Аллаһҡа биргән вәғәҙәләре һәм ялған таратыуҙары арҡаһында, Аллаһ Тәғәлә
уларҙың күңеленә Әхирәткә хәтле эйәреп бара торған нифак-монафиҡлыҡ (фетнәсе һәм
ике йөҙлөлөк) ғәҙәтен һалды.

78.

Аллаһ уларҙың (монафиҡтарҙың) серен, йәшерен һөйләшкәндәрен һәм гөнаһ
ҡылған­дарын бик яҡшы белеп торғанын (монафиҡтар үҙҙәре) белмәйҙәрме икән ни
һуң?

79.

Үҙ теләге менән саҙаҡа биргән мосолман кешеһенән һәм үҙ тырышлыҡтары менән генә
тапҡан малын­ан әҙ генә саҙаҡа биргәндәрҙән (монафиҡтар) мыҫҡыл итеп көләләр.
Аллаһ уларҙың үҙҙәрен мәсхәрә итәсәк. Һәм улар­ҙы әрнеткес ғазапҡа һаласаҡ.

80.

(Ий, Мөхәммәд) улар өсөн ғәфү һораһаң да, һорамаһаң ла, уларҙы ярлыҡа тип, етмеш
тапҡыр ялбарһаң да, Аллаһ уларҙы ғәфү итмәй. Аллаһты һәм уның илсеһен инҡар
иткәндәренә күрә, шулай мәғҡуль. Аллаһ боҙоҡ кешеләрҙе тура юлға ирештермәҫ.

81.

Аллаһтың Рәсүленә ҡарышып, һуғышҡа бармайынса ҡалғандар
(монафиҡтар) ҡыуаныштылар. Аллаһ юлында малдары, йәндәре менән һуғышыуҙы хуп
күрмәнеләр:

—  Был эҫҫелә яуға баралармы ни? — тип, бер-береһен ҡоторттолар.

Һин әйт:

— Тамуҡ уты бынан да хәтәр эҫе буласаҡ, — тип.
Их, улар шуны аңлаһалар ине.

82.

Әйҙә! (Монафиҡтар)
бер аҙ көлһөндәр, ҡылғандарына
күрә (ике йөҙлөлөк өсөн) күп

иларҙар.

83.

Әгәр Аллаһ һине уларҙың төркөмөнә кире ҡай­тарһа, улар һинән
(һинең менән бергә яуға) сығырға рөхсәт һораһа, уларға әйт:


Һис бер ваҡытта ла һеҙ минең менән (яу
ға)
сыҡмаясаҡ
һығыҙ
һә
м
һис бер ваҡыт һеҙ минең менән дошман
ға
ҡаршы һу
ғышмаясаҡһығыҙ.
Һеҙ уҙ
ғанында
ла өйөгөҙҙә у
лтырырға
риза бул­ды
ғыҙ,
өйҙәгеләрегеҙ менән рәхәтләнеп у
лтырығыҙ,

тип әйт.

84.

Уларҙың бер генә мәрхүменә лә намаҙ уҡыма; уларҙың ҡәбере осонда торма; сөнки
улар Аллаһ менән Рәсүлде инҡар иттеләр һәм көфөр булып үлделәр.

85.

Улар­ҙың байлығы һәм балаларының күплеге һине хайранға ҡал­дырмаһын.
Сөнки Аллаһ уларҙы ошо донъя байлығы
менән (һынап) язаларын күбәйтә һә
м
к
өфөр
булараҡ йәндә­рен алыр
ға
теләй.

86.

—Аллаһҡа иман килтерегеҙ, Рәсүле менән бергә Жиһадта ҡатнашығыҙ,
— тип бер сүрә индерелгәс, улар араһындағы байҙар:


Зинһар, беҙҙе өйҙәгеләребеҙ янында ҡалдыр, — тип үтенделәр.

87.

Улар ҡатындары янында, өйҙә ҡалғандарына ҡыуанды.
Уларҙың күңелдәренә (яҙмыштарына «мона­фиҡтар»
тип) мөһөр һу
ғылды.
Ләкин улар быны аңламай.

88.

Әммә Пәйғәмбәр менән бергә иман килтергәндәргә, малдары менән дә, йәндәре менән
дә Жиһадта ҡатнашҡандар­ға бөтөн ниғмәттәр биреләсәк һәм улар ғына бәхет
тантана­һында буласаҡ.

89.

Аллаһ уларға мәңге йәшәр өсөн арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәр
әҙерләп ҡуй­ҙы.

Бына, бөйөк ҡаҙаныш
ошо булыр.

90.

Баш эйеп, һинең янға килгән бәҙәүи ғәрәптәре һуғышҡа бармаҫ өсөн һинән рөхсәт
һоранылар.

Аллаһ тураһында, Рәсүл хаҡында ялған
та­рат
ыусылар
ҙа (һу
ғышҡа
бармайынса) у
лтырып
ҡалды. Шулар араһында
ғы
кәферҙәргә әрн
еүле
яза һәм

ғазап
биреләсәк.

91.

Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ихлас иман килтергәндәр араһында зәғифтәргә,
сирлеләргә, һуғыш ҡоралдары һатып алырга

хәле булмағандарға (һуғышта ҡатнашмаһалар ҙа) гөнаһ юҡ. Изгелек ҡылғандарға
шелтә юҡ. Аллаһ ярлыҡаусы, кисереүселер.

92.

(Һинең менән бергә һуғышҡа барырга ат, дөйә һатып алырға аҡһалары
булмағандар) килгәс:


Һеҙҙе атландырып һу
ғышҡа
ебәрергә мөмкинлегем юҡ, — тип әйттең. Улар (һу
ғышта
ҡатнаша алма
ған
ҡай
ғынан)
күҙ йәштәре менән

илап,
өйҙәренә ҡайтып китте. Улар
ға
ла

(һуғышта
ҡатнашма
ғандары
өсөн) гөнаһ юҡ.

93.

Бай бу­лып та (һуғышҡа бармаҫҡа) рөхсәт һорағандарҙы язаға тарттырырға юл бар.
Улар өйҙәгеләре янында ҡалғанға
ҡ
ыуандылар.
Уларҙың күңеленә (ҡара) мөһөр һалынды, ләкин улар быны белмәй.

94.

Һеҙ һуғыштан ҡайтҡас, улар ғәфү үтенер.
Әйт:


Ғәфү
үтенмәгеҙ; беҙ һеҙгә ышанмайбыҙ. Аллаһ һеҙҙең (кем икәнлегегеҙ) тураһында беҙгә
хәбәр итте инде. Аллаһ та, илсеһе лә һеҙҙең

ғәмәлдәрегеҙҙе
күрер. Унан һуң һеҙ йәшеренде лә, асыҡ
ты
ла белеүсе Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡ
һығыҙ.
Шул саҡ Ул һеҙҙең ҡыл
ғандарығыҙҙы
фаш итер.

95.

(Һеҙ һуғыштан ҡайтҡас) улар: беҙгә ҡағылмағыҙ, тип Аллаһ исеме менән һеҙҙе
ҡарғаясаҡ.

Уларҙан ваз кисегеҙ, ҡағылма­ғыҙ.
Сөнки улар — нәжес кешеләр. Уларҙың ята
ғы
—йәһәннәм. (Яман)

ғәмәлдәренә
күрә улар
ға
шул тейеш.

96.

Үҙҙә­ренән риза булыуығыҙҙы теләп, улар ант итәсәк.
Һеҙ уларҙан риза булһағыҙ:
Хаҡтыр, Аллаһ ямандарҙы хуп күрмәй.

97.

Бәҙәүиҙәр (сүл ғәрәптәре) кәферлектә, икейөҙлө­лөктә тағын да хәтәрерәк,
Аллаһтың Рәсүле аша индергән (хөкөмдәр) сиген белмәйенсә йәшәү уларға хас.
Аллаһ бөтөн нәмәнең асылын белеүсе, хикмәт эйәһелер.

98.

Бәҙәүиҙәр­ҙең бер ҡәүеме: (Аллаһ юлында) сарыф ителгән малдарыбыҙ әрәмгә китте,
тип уйлай; һеҙҙең башҡа бәлә килеүен көтә.

Уларҙың үҙ башына бәлә төшәсәк. Аллаһ ысынын ишетеп, ысынын күреп тороусы.

99.

Бәҙәүиҙәрҙең бер төрлөһө иһә, Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә иман килтергәндәренә күрә,
(Аллаһ юлында) сарыф иткәндәре арҡаһында, Аллаһҡа яҡынаябыҙ, Пәйғәмбәрҙең
доғаларына лайыҡ булабыҙ, тип өмөтләнә.

Шуныһы хаҡтыр, сарыф иткәндәре үҙҙәре өсөн яҡынлыҡ­тыр. Аллаһ уларҙы рәхмәтендә
йөҙҙ
өрәсәктер.
Аллаһ ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле
лер.

100.

Мөһәжирҙәрҙән (ватан­дарын ташлап күсенергә мәжбүр булғандарҙан)
һәм әнсарҙарҙан (Ислам юлында Мөһәжирҙәргә ярҙам итеүселәр) элек килгән һәм
уларға эйәреүселәрҙән Аллаһ ҡәнәғәт ҡалды; улар ҙа Аллаһтан риза булды.
Аллаһ уларға
мәңге йәшәр өсөн бәреп

сыҡҡан шишмәләре булған
йәннәттәр вә
ғәҙә
итә. Бына, был — иң бөйөк ҡотолош буласаҡ.

(Әнсарҙар
– Исламды ҡабул иткәндәргә, һижрәт иткәндәргә

ярҙам
итеүселәр.)

101.

Тирә-яғығыҙҙағы
бәҙәүиҙәрҙең һәм Мәҙинәлә йәшәү­се халыҡ
тың
бер ҡәүеме монафиҡ һәм ике йөҙлө халыҡ. Һеҙ уларҙы белмәйһегеҙ, бары тик Беҙ
беләбеҙ. Улар
ға
икеләтә яза бирәсәкбеҙ. Ахырҙа ла ҙур

ғазаптарға
дусар итәсәкбеҙ.

102.

Бүтән бер ҡәүемдәре лә бар, улар гөнаһтарынан ваз кисеп, тәүбә итеп, ҡылған
яман эштәрен яҡшы эштәре менән аралаштырҙы. Ихтимал, Аллаһ Тә
ғәлә
уларҙың тәүбәләрен ҡабул да итер. Аллаһ сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы.

103.

(Ий, Мөхәммәд) мосолмандарҙың малда­рынан (мәғлүм
бер күләмдә) саҙаҡа ал. Шуның менән улар пакланыр, ҡ
әнәғәт
ҡалыр. Уларҙы до
ғаңдан
ташлама, сөнки һинең до
ғаларың
улар
ға
йыуаныс
ләззәте бирә. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тороусы.

104.

Кешеләрҙең
тәүбәһен ҡабул итеүсе, саҙаҡ
аларҙы
ал
ыу­сы
Аллаһ икәнен улар белмәйме ни? Шик юҡ, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ
мәрхәмәтле бер — Аллаһ.

105.

(Эй,
Мөхәммәд) әйт һин:


Теләгәнегеҙ
сә
ғәмәл
ҡылы
ғыҙ.
Аллаһ та, Рәсүлүлла ла, мосолмандар ҙа ҡыл
ғандарығыҙҙы
күрәсәк. Йәшеренде лә, асыҡ
ты
ла белеүсе Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡ
һығыҙ.
Ул һеҙҙең нимәләр ҡыл
ғанығыҙ
тураһында хәбәр бирәсәк, — тип.

106.

Уларҙың бүтән бер ҡәүеме иһә Аллаһтың хөкөмөнә ҡалдырылды. Аллаһ уларға
яза бирер йәки уларҙың тәүбәһен ҡабул итер. Аллаһ барыһын да белеүсе хикмәт эйәһ
елер.

107.

(Мосолмандарға)
зарар эшләмәү, кәферлекте арттырмау, мосолмандарҙың араһын боҙмау һәм та
ғын,
элеке за­манда һу
ғышҡан
кеүек, Аллаһҡа һә
м
уның илсеһенә ҡаршы һу
ғышҡанды
(Әбү

Ғәмирҙең
килгәнен) күреү өсөн, мәсет ҡор­ҙ
олар
һәм:


Изгелектән башҡа бер ни
мә
лә ҡылманыҡ, — тип ант иткәндәр ҙә монафиҡ
тар
араһында бар. Гәрсә, уларҙың ял
ғансы
икәненә Аллаһ ҡ
әтғи
шаһитлыҡ итә.

(«Монафиҡтар
мәкер менән бер мәсет бина ҡылдылар. Әбү

Ғәмир
исемле бер монафиҡ
ты
Рум ҡайсарына, мосолмандар
ға
ҡаршы һу­
ғышыр
өсөн,

ғәскәр
һорар
ға
юлланылар. Шул ике йөҙлө

Ғәмирҙең,
ғәскәр
менән килеүен монафиҡ
тар
үҙҙәре төҙ
өгән
мәсет манараһынан биш күҙ менән көтә ине. Был аят иңгәс, Мөхәммәд ул мәсет­те
емертте».

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

108.

(Ул мәсет эсендә) зинһар, (намаҙҙа) баҫып торма (ғи­бәҙәт ҡылма). Беренсе
көнөндән тәҡүәлек менән ҡоролған мәсеттә намаҙ уҡыу мең өлөш артыҡ. Шунда
пакланырға теләгән әҙәмдәр генә керә. Аллаһ та пакланғандарҙы ярата.

109.

Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡыуы арҡаһын­да бина ҡорған кешеме изгелекле,
әллә бинаһын ишелергә торған яр ҡырына ҡороп, бинаһы менән бергә йәһәннәм уты­на
емерелеп төшкән кешеме изгелекле булыр? Аллаһ изгелекһеҙҙәрҙе тура юлға
күндермәҫ.

110.

Улар (монафиҡтар) төҙөгән ул мәсет бинаһы йөрәк­тәре ярылып үлгәнсегә саҡлы
күңелдәрендә шом булып то­расаҡ. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмәт
эйәһеҙер.

111.

Аллаһ мөьминдәрҙең малдарын, йәндәрен (үҙҙә­ренә биреләсәк) йәннәт биреп һатып
алды. Сөнки улар Аллаһ юлында һуғышыр, үлтерерҙәр, үлерҙәр. Тәүрәттә, Инжилдә
һәм Ҡөръәндә Аллаһ шулай вәғәҙә иткән ине. Аллаһтан башҡа үҙ һүҙендә ныҡ тороусы
тағын башҡа бер зат бар­мы? Шуға күрә, Уның менән алыш-бирешегеҙгә һөйөнөгөҙ.
Бына был бөйөк бер ҡаҙаныш
буласаҡ.

112.

Тәүбә итеүселәр,
ғибәҙәт
ҡылыусылар,

ғибәҙәттә­рендә
Аллаһты маҡтаусылар, (Аллаһ юлында ураҙа тотоусы) сәйәхәт итеүсе (
ғалимдарҙы),
рөкү
ғҡа
эйелгәндәр, сәждәгә йы
ғыл­ғандар,
изгелеккә өндәп, яманлыҡтан тый
ғандар
һә
м
Аллаһ бойор
ған
сиктәрҙе боҙмаусылар — мосолмандар. Шуларҙан (һеҙ йәннәткә керәсәкһегеҙ, тип)
һөйөнсө ал.

113.

Мөшриктәр өсөн, хатта ҡәрҙәшегеҙ
булһа ла, улар­ҙың йәһәннәмгә керәһе мә
ғлүм
бул
ғас
та, уларҙың гөнаһтарын

ғәфү
иттерер өсөн Аллаһҡа ялбарып до
ға
ҡылыу пәй
ғәмбәрҙәргә
лә, башҡа иманлы кешеләргә лә ярай тор
ған
эш түгел.

114.

Атаһына вәғәҙә
биргәнгә генә Ибраһим атаһы өсөн Аллаһтан

ғәфү
һорап, до
ға
ҡылыр
ға
ниәтләне. Атаһының Аллаһ дошманы икәнлеге беленгәс, ул до
ғанан
баш тартты. Шик юҡ, Ибраһим бик йомшаҡ холоҡло, бик тә сабыр бер әҙәм ине.

115.

Аллаһ бер халыҡты
тура юл
ға
баҫтыр
ғандан
һуң, һаҡланыр
ға
кәрәкле нәмәләр тураһында үҙҙәренә хәбәр иткәненә ҡ
әҙәр,
уларҙы юлдан яҙҙырасаҡ түгел. Аллаһ һәр нәмәне үтә күреп тороусы.

116.

Күктәрҙең
һәм Ерҙең хужаһы бер Аллаһтыр. Ул терелтер һә
м
ү
лтерер.
Һеҙҙең Аллаһтан башҡа ярҙ
амсығыҙ
ҙа
,
яҡ
лаусығыҙ
ҙа

юҡ.

117.

Күңелдә­ре боҙоҡлоҡҡа
таба
н
кәк
ерәйгәс,
Пәй
ғәмбәрҙе
һәм ҡыйын ваҡыттарҙа (Тәбүк һу
ғышына
бар
ғанда)
у
ға
эйәргән мөһәж
ирҙәр
менән әнсәрҙ
әрҙең
бер төркөмөн Аллаһ

ғәфү
итте. Сөнки Ул улар
ға
сикһеҙ шәфҡ
әтле,
хәтһеҙ мәрхәмәтле.

118.

Һәм (һуғыштан)
ҡалдырыл
ған
өс кешенең тәүбәһен дә ҡабул итте. Ер йөҙ
ө
ни

ҡәҙ
әр
киң

булыуына
ҡарамаҫтан, улар
ға
тар кеүек тойола башланы, улар выждан

ғазабында
интегә башланы һәм, ниһайәт, улар Аллаһтың

ғазабынан
бары тик Аллаһтың Үҙенә һыйынып ҡына ҡотолоп була икә­нен аңл
аны.
Һуңынан Аллаһ уларҙың тәүбәһен ҡабул итте. Аллаһ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе,
ярлыҡаусы.

119.

Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ
һәм тура юлда
ғылар
(иманында,

ғәмәлендә,
антында, һүҙендә, Үҙенә тура бул
ғандар)
менән бергә булы
ғыҙ.

120.

Мәҙинә халҡына һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге бәҙәүи
ғәрәптәренә
Аллаһтың илсеһе — Рәсүлдән айырылып (һу
ғыштан)
ҡалмаҫҡа, уны һаҡлауҙан башҡ
а
үҙ
үҙҙәрен
генә ҡай
ғыртмаҫҡа
кәрәк ине. Улар Аллаһ юлында һыуһау, яфа, аслыҡҡа дусар булып, кәферҙәрҙең
асыуын килтерер­лек ергә баҫып керһә һә
м
еңһә, был изге

ғәмәлдәре
өсөн улар­
ға
сауап яҙыл
ған
булыр ине. Хаҡтыр, Аллаһ изгелек ҡыл­
ғандарҙың
әжерен юҡҡа сы
ғармаҫ.

121.

Аллаһ уларҙы
иң гүзәл

ғәмәлдәренә
күрә бүләктәр, ә
ҙ
генә һәм оло
с
ығымдары,
ҡыйын юлдар уҙ
ғандары
өсөн сауап яҙ
ыр.

122.

Мосолмандарҙың бөтөнөһө бер юлы яу сәфәренә сығыуҙары
мәжбүри түгел, һәр төркөмөндән бер нисәһе дин

ғилеме
алыр өсөн, һу
ғыштан
ҡайтҡан ту
ғандарына
дин өйрәтер өсөн өйҙә ҡалды. Шунан һуң, мо
ғайын,
улар һаҡ булыр.

123.

Әй,
иман ки
лтереүсе
халыҡ, яҡыны
ғыҙға
бул
ған
(һөжүмгә әҙер тороусы) кәферҙәр менән һу
ғышығыҙ
һә
м
улар һеҙҙең ҡ
өҙрәтегеҙҙе
татыһын. Белеп торо
ғоҙ,
Аллаһ (гөнаһтан) һаҡлан
ғандар
менән бергә
лер.

(«Ислам диненең маҡсаттарының береһе — солох (килешеү), тыныслыҡ һаҡ­лау. Ниса
сүрәһенең 128

се
аятында, солох

(килешеү)
тағын
да яҡшыраҡ, тип б
ойоролдо.
Ләкин ю
ғарылағы
аят иһә, диндең һәм дәүләттең ышаныслы мөхиттә йәшә
йешен
һаҡлар өсөн, мосолман булма
ған
башҡа күршеләр һу
ғыш
башлар
ға
баҙ
нат
итмәҫ дәрәжәлә улар
ға
ҡаршы
торорлоҡ ҡ
өҙрәтле
һәм ҡырыҫ булыр
ға
кәрәклеге иҫкәртелә».

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

124.

Берәй сүрә индерелгән һайын, уларҙың бер ҡәүеме:

— Был (сүрә) ҡайһығыҙҙың иманын арттырҙы һуң? — тигән булалар. Иман
килтергәндәрҙең иманын арттырыр һәм уларға ҡыуаныс бирер.

125.

Эстәрендә сир (кәферлек, монафиҡлыҡ сире) булғандарҙың да (был сүрә) инҡарҙарын
арттырыр һәм улар ысын кәфер булып үләсәк.

126.

Йыл һайын бер-ике тап­ҡыр (төрлө бәләләргә дусар булып) һынау уҙып торғандарын
улар аңламайҙармы ни? Һуңынан тәүбә итмәйҙәр, ғибрәт алмайҙар.

127.

Берәй сүрә индерелгәс, улар бер-берһенә ҡарашып:

—  Һеҙҙе кем дә булһа күрмәйме? — тип әйтәләр һәм (мәкерҙәре асылып, рисуай
булыуҙан ҡурҡып) боролоп китәләр. Аңламай торған бер ҡәүем булғандарына күрә,
Аллаһ уларҙың күңелдәрен (имандан) ситләштерҙе.

128.

(Ий, мосолмандар) хаҡтыр, һеҙгә үҙ арағыҙҙан сыҡҡан Пәйғәмбәр килде; һеҙ бәләгә
тарыһағыҙ, ул хәсрәтләнә. Ул һеҙҙең өсөн йән ата, тәҡүәләргә ул сикһеҙ шәфҡәтле,
мәрхәмәтле.

129.

(Ий, Мөхәммәд) йөҙ сөйөргәндәргә әйт:

— Аллаһ миңә етәр (миңә башҡа — уйҙырма Илаһ кәрәк түгел), Унан башҡа Илаһи
ҡөҙрәткә эйә һәм тәңре булыр­лыҡ һис бер кем юҡ. Мин бары тик Уға ғына инанып
һыйына­м, Ул мөһабәт Ғәрештең (Күктәге тәхеттең) хужаһы, — тип әйт.