98. Бәйинә (Асыҡ аңлатыу)

1.

Китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә, ап­асыҡ
аяттар килгәнгә саҡлы кәферлектәренән айырылма­нылар.

2.

Аллаһ тарафынан күндерелгән Пәйғәмбәр
(Мөх
әммәд)
шул паҡ сәхифәләрҙе уҡыны.

3.

Ул
сәхи­фәләргә тура хөкөмдәр яҙыл
ған.

4.

Шул тура хөкөмдәр килгәнгә саҡлы, китаплы халыҡ үҙара
талашып айырылманы. Фәҡ
әт
улар ап-асыҡ аяттар килгәс кенә айырылып бөттө
ләр.

5.

Гәрсә уларға:
Аллаһҡа, уның диненә ихлас­лыҡ менән иман килтереп, изгелек ҡылып, намаҙҙарҙы
ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡыр
ға,
зәкәт бирергә кәрәк, тип әйтел­де. Иң дөрөҫ дин – ошо дин!

6.

Хаҡтыр, китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә — бөтөн кәферҙәр ҙә йәһәннәм
утында янасаҡ. Аллаһ яралтҡан йән эйәләре араһында улар иң ямандыр.

7.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандар,
һис шикһеҙ, Аллаһ яралтҡандарҙың иң яҡшылары.

8.

Раббы янындағы
иң олу
ғ
әжер (йәннәт) улар
ға
булыр. Арыҡ
тарынан
шишмәләр а
ғып
ят
ыусы

Ғәден
йәннәттәрендә улар мәңгегә ҡаласаҡ. Аллаһ уларҙан ҡ
әнәғәт
булыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡ
әнәғәт
ҡалыр. Бына быларҙың барыһы ла Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдәр өсөн
әҙерләнгән әжер.