93. Духа (Иртәнге шәфәҡ)

1.

Көндөң иртәнге яҡтылығы,

2.

тыныслыҡҡа ирештереүсе төн ҡараңғылығы
менән ант итәм:

3.

(Эй,
Мөхәммәд) Раббың һине ташламаны һәм һиңә асыуланманы ла.

4.

Әлбиттә, Әхирәт һинең өсөн донъянан хәйерлерәк.

5.

Хаҡтыр, оҙаҡламай Раббың һиңә әжер бирәсәк, һәм һин бик тә ҡәнәғәт
ҡалырһың.

6.

Аллаһ йәтим ҡалғаныңды
күреп, һиңә һыйыныр урын бирмәнеме?

7.

Йәшлегендә ҡайҙа
барыр
ға
белмәйенсә, ҡаң
ғырап
йөр
өгәндә,
Ул һине тура юл
ға
баҫтырманымы?

8.

Һинең фәҡир
икәнеңде күреп, байыт­манымы?

9.

Йәтимдәргә килгәндә, аң бул, уларҙы рәнйетмә!

10.

Мохтаждарға
килгәндә лә, уларҙы, яныңдан ҡ
ыума!

11.

Шуға
күрә, һин (Мөхәммәд) һис туҡтауһыҙ Аллаһтың сикһеҙ йомартлы
ғы,
төкәнмәҫ ҡ
өҙрәте
тураһында (кешеләргә) хәбәр ит!