90. Бәләд (Ҡала, Ил)

1.

Юҡ, ошо изге шәһәр (Мәккә) исеме менән әйтәм,

2.

был ҡала (ны кәферҙәрҙән яулап алыу) һиңә хәләлдер, (сөнки һин ошо шәһәрҙә
тыуып-үҫтең).

3.

Бабайың һәм уның тоҡомо изгеләрҙән булһын,

4.

Беҙ кешене, хаҡтыр, мәшәҡәттәр (ҡыйынлыҡтар) өсөн яралттыҡ.

5.

(Кәфер) әҙәм балаһы: үҙенән башҡа ҡеүәт эйәһе донъяла юҡ, тип хаталана­мы?

6.

Ул:— (Исламды бөтөрөр өсөн, Пәйғәмбәрҙе үлтерер өсөн) күпме мал сарыф иттем, —
тип маҡтана.

7.

— Ҡылғандарымды (енәйәттәремде, фәхешлегемде) берәү ҙә күрмәй, — тип уйлаймы?

8.

(Хәҡиҡәтте) күрер өсөн Беҙ уға ике күҙ бирмәнек­ме?

9.

(Дөрөҫлөктө һөйләр өсөн) беҙ уға бер тел менән ике ирен бирмәнекме?

10.

Беҙ уға ике юл күрһәтмәнекме (береһе — дин юлы — ауыр юл, икенсеһе — динһеҙлек
юлы — анһат юл)?

11.

Ләкин ул ауыр юлдан — текә юлдан китмәне.

12.

Текә ҡыя юлдарының нимә икәнен һин беләһеңме?

13.

Ҡолоңды азат итеү ул — текә ҡыя юлдар.

14.

Йәки аслыҡ килгән ваҡыт­тарҙа мохтаждарға ризыҡ ашатыуҙыр ул — текә ҡыя юлдар.

15.

Йәтим ҡәрҙәшеңә ярҙам итеү.

16.

Йәки (заяға) тупраҡта ҡаҙыныусы хәйерсенең тамағын туйҙырыу ул — текә ҡыя юлдар
аша уҙыу.

17.

Бына шунан һуң һеҙ иманлы булып, сабыр-түҙем булып, миһырбан өләшеүсе булып,
бер-берегеҙҙе изгелек ҡылырға өндәүселәр булып китерһегеҙ.

18.

Бына шулар уң яҡтағылар булыр.

19.

Аяттарыбыҙҙы кәферлеккә сығарғандар иһә, шулар булыр.

20.

Уларға ишектәре (сығып ҡаса алмаҫлыҡ итеп) ҡаты бикләнгән йәһәннәм уты булыр.