1. |
Атып килә торған таң исеме менән, |
2. |
Ун кисәнең (Зөлхижжә айының) ун көнө менән, |
3. |
йоп һандар, таҡ һандар менән, |
4. |
алмашынып тороусы көн һәм төн исеме менән ант итеп әйтәм: Ҡиәмәт киләсәк. |
5. |
Башында аҡылы булған кешеләр өсөн ант итерлек дәлилдәр түгелме ни былар? |
6. |
Беләһең бит, Раббың Ғәд ҡәүемен нисек һәләк итте? |
7. |
Мөһәбәт бағаналы бейек һарайҙары һәм Ирам баҡсалары менән (юҡ итте). |
8. |
Ул һарайҙарҙың, ул баҡсаларҙың донъяла тиңе юҡ ине. |
9. |
Ҡаяларҙы соҡоп, шәһәр һалған Сәмүд халҡының үҙәндәге яҙмышын иҫеңә төшөр. |
10. |
Йәки (яза) ҡаҙыҡтарының хужаһы, күп ғәскәрле Фирғәүен тураһында ла онотма: |
11. |
уларҙың барыһы ла үҙ илдәрендә аҙғын-боҙоҡ тормошта йәшәне. |
12. |
Һәм шулай итеп, улар донъяла яманлыҡты үрсеттеләр. |
13. |
Шуның арҡаһында, Раббың улар өҫтөндә ғазап ҡамсыһын уйнатты. |
14. |
Хаҡтыр, Раббың һәр ваҡыт уларҙы күҙәтеп торор. («Фирғәүен мөьминдәрҙе ҡаҙыҡҡа бәйләп язалай, кешеләрҙең Ғәли Өзәк тәфсиренән.) |
15. |
Ләкин кеше тигән әҙәм заты, Аллаһ уны һынарға теләп, үҙенә байлыҡ — Аллаһ мине генә шәрәфле дуҫы итеп, байлыҡ бирҙе, |
16. |
Ләкин ваҡыты етеп, уны (һынар өсөн) бирелгән ризыҡты сикләһә: — Раббым мине кәмһетте, — тип әйтәсәк. |
17. |
Юҡ, һеҙ (иманһыҙҙар) йәтимдәргә изгелек ҡылмайһығыҙ. |
18. |
Мохтаж кешенең тамағын туйҙырыр өсөн бер-берегеҙҙе өгөтләмәйһегеҙ. |
19. |
— Был — хәләл, был – харам, – тип тормаҫтан, мираҫ малын (тол ҡатындарҙың |
20. |
Байлыҡты хәттин тыш (кәрәгенән артыҡ) яратаһығыҙ. |
21. |
Юҡ шул! Ер тетрәп, киҫәк-киҫәк телгеләнеп (тауҙар, ҡаялар тип-тигеҙ ергә |
22. |
Раббының әмере менән (Ергә төшөп) фәрештәләр саф-саф теҙелешкәс, |
23. |
алдарына йәһәннәм сығарылғас, әҙәм балаһы ул көндө (бөтөн ҡылғандарын) аңлар. |
24. |
— Аһ, фани донъяла алдағы тормошом өсөн изгелектәр ҡылған булһам, — тип |
25. |
Ул көндө (Аллаһ язалаған кеүек) башҡа берәү ҙә язалай алмаясаҡ. |
26. |
Аллаһ бығаулаған кеүек бер кем дә бығаулай алмаҫ. |
27. |
Әй, маҡсатына |
28. |
Раббың хозурына кил. Ҡәнәғәт |
29. |
Башҡа |
30. |
әй, паҡ |