88. Ғәшийә (Бөйөк ваҡиға)

1.

Ғәшийә — Ҡиәмәт тураһында һиңә хәбәр килдеме?

2.

Ул көндө сырайҙар хурлыҡлы рәүештә түбән эйелгән булыр.

3.

Ул көндө йонсотоусо эштәр эшләнер.

4.

(Гөнаһлылар) дөрләп янған утҡа керәсәктәр.

5.

Эсергә бәреп сыҡҡан ныҡ ҡайнар һыу биреләсәк.

6.

Зәриғ тигән сәнскеле үҫемлектән башҡа уларға һис бер ризыҡ булмаҫ.

7.

Ул
тамаҡ та туйҙыр­маҫ, астан да ү
лтермәҫ.

8.

Шундай матур, ҡәнәғәт
йөҙҙәр ҙә булыр ул көндө.

9.

(Донъяла изгелек ҡылғандарына
күрә) улар бәхетле.

10.

Улар юғары
йәннәттә булыр.

11.

Шунда һис бер буш һүҙ һөйләнмәҫ.

12.

Шунда — ҡайнап сығыусы
шишмәләр а
ғып
торор.

13.

Шунда — затлы урындыҡтар.

14.

Алдарына
кув­шиндар ҡуйылыр.

15.

Ҡабартылған
яҫтыҡ
тар
теҙелеп торор.

16.

Шунда гүзәл балаҫтар
йә
йелгән
булыр.

17.

(Ғибрәт
алыр өсөн) улар (кәферҙәр) дөйәнең, һәм ям
ғыр
болоттарының да нисек яралтыл
ғанлығы
тураһында уйлап ҡ
арамаҫтармы?

18.

Күктең нисек бейек (сикһеҙ) итеп яралтылғанына
ҡарап уйланмаҫ
тармы?

19.

Ул
тауҙарҙың нисек итеп беркетелгәне тураһында уйлап, (Аллаһтың сикһеҙ ҡ
өҙрәтенә
инанмаҫ
тармы)?

20.

Ерҙең нисек түшәлеп ҡа­бартылғанына
ҡарап һабаҡ алмаҫ
тармы?

21.

(Мөхәммәд) һин был турала өҙлөкһөҙ рәүештә уларҙың иҫенә төшөрөп тор. Шулай
итеп, киҫәтеп тор
оу
— һинең төп вазифаң.

22.

Һин улар өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе түгелһең.

23.

Ләкин имандан баш тартҡан кешене, (Аллаһты, Ҡөръән­де)
инҡар итеүсене

24.

Аллаһ хәтәр

ғ
азапҡа
һаласаҡ.

25.

Шик юҡтыр, уларҙың ҡайтышы фәҡәт
Беҙгә
лер.

26.

Хаҡтыр, уларҙы яуапҡа тартыу
— Беҙҙең эш!