82. Инфитар (Ярылыу)

1.

Күк ярылған
саҡта,

2.

йондоҙҙар сәселеп ҡойолған

ваҡытта,

3.

диңгеҙ-йылғалар
а
ғып
бөткәс,

4.

ҡәберҙәр
аҡта­рылып, аҫты өҫкә килгәндә (йә
ғни,
үлеләр терелеп, ҡ
әберҙән
сыҡҡ
анда),

5.

һәр кем киләсәге өсөн нимә
әҙерләнгәнен, (фани донъяла) ниндәй


ғә
мәлдәр
ҡалдыр
ғанын
беләсәк.

6.

(Әй, әҙәм балаһы) нимәгә ҡыҙығып
(алданып), һин сикһеҙ йомарт Аллаһтың ни
ғмәттәренән
(сауаптан, ярлыҡан
ыуҙан,
йәннәттән) ҡоро ҡалдың?

7.

Аллаһ һине юҡ­тан бар итте, сәләмәт ағзалар
биреп, (бөтөн гәүҙәңде) ти­геҙ, теүәл итте, (уларҙы бер-берҙәренә яраҡлаштырып)
бөтөн я
ғыңды
үлсәм менән камиллаштырҙ
ы.

8.

Нисек теләһә, һезҙе
шундай ҡ
иәфәттә
яралтты.

9.

Юҡ
бит! Ошо ап-асыҡ дәлилдәрҙән һуң да, һеҙ динде (Ҡ
иәмәт
көнөн, Ҡ
өръәнде)
ял
ғанға
сы
ғараһығыҙ.
Гәрсә,

10.

һеҙҙең өҫтөгөҙҙә Хәҡиҡәт
һаҡ
сылары
(фәрештәләр) тора.

11.

(Аллаһ хозурында) бик тә ышаныс ҡаҙанған,
намыҫлы рәүештә яҙып барыусылар бар.

12.

Улар һеҙ нимә
ҡылһа
ғыҙ,
шуны белеп тора.

13.

Изгелек ҡылғандар,
һис шикһеҙ, Нә
ғим
(рәхәтлек) йәннәттәренә керер.

14.

Гөнаһлылар иһә тамуҡта янасаҡ.

15.

Ул
көндө уларҙың барыһын да шунда алып килерҙәр.

16.

Һәм

улар
унан (тамуҡтан) бер ҡасан да сыҡмаҫ.


(Ҡайһы берҙәр «йәһәннәмдә ваҡыт­лыса ҡалырҙар», «йәһәннәмдән һис айырылмаҫтар»,
«йәһәннәмдән ҡотола алмаҫтар» тип яҙа, быларҙың барыһын берләштергәндә аятты
бына былайыраҡ тәҡдим итергә була: Һәм улар Аллаһ Тәғәлә билгеләгән ваҡытҡа
саҡлы йәһәннәмдә ҡаласаҡ.)

17.

Һин ул көндөң нимә икәнен беләһеңме? Ул турала һиңә (Аллаһтан башҡа) кем
һөйләһен?

18.

Ҡиәмәт көнөнөң нимә икәнен һин белмәйһең. (Аллаһтан башҡа) һиңә ул турала тағын
кем һөйләһен?

19.

Ул шундай бер көндер, һис бер кеше икенсеһенә, һис бер нәмәгә ярҙам итә алмаҫ.
Ул көндө хөкөм бары тик бер Аллаһ тарафында ғына булыр.