80. Ғәбәсә (Һытыҡ йөҙ)

1.

Бер һуҡыр әҙәм килеп, һүҙен бүлдергәс, (Пәйғәмбәр)
йөҙ
өн
һытты һәм ситкә боролдо.

2.

3.

— Һин ҡайҙан белдең, бәлки, ул (һинең вәғәзеңде тыңлап) пакланырға тип
килгәндер?

4.

Йәки ул һинең өгөтөңдө тың­лап, үҙенә файҙа алырға теләгәндер.

5.

Әммә (бай һәм йөҙ сөйөргән), берәй тәкәббер кеше осратһаң,

6.

һин уға иғтибар итәһең.

7.

Гәрсә, уның иманға килмәүенән һиңә ниндәй фай­ҙа, ниндәй зыян?

8.

Ләкин һинең янға йүгереп килгән кеше

9.

(Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡа торған кеше булһа ла,

10.

һин уны иғтибарһыҙ ҡалдыраһың.

11.

Аң бул! Әлбиттә, Ҡөръән ул киҫәтеү-вәғәздәрҙән тора. (Вәғәзде барса теләгәндәргә
айырмайынса һөйлә.)

12.

Тыңлаған кеше унан һабаҡ алыр.

13.

Ул (Ҡөръән) бик тә абруйлы, ҡәҙере бөйөк, саф-паҡ сәхифәләрҙән хасил.

14.

15.

Бик тә ҡиммәтле, һөйөклө, саф-паҡ (фәрештәләр тарафынан күсерелеп) яҙыл­ған
Китап.

16.

17.

Әсе ҡәһәр төшһөн (инҡарсы) кешегә!
Ул
ни ҡ
әҙәр
ҙә кәфер зат.

18.

Юҡһа, уны (Аллаһ) нәмәнән бар ҡылды һуң?

19.

Бер тамсы шыйыҡлыҡтан бар ҡылды һәм уға рәүеш бир­ҙе, үлсәм ҡуйҙы.

20.

Һуңынан уның юлын яйлы итте.

21.

Унан һуң уны йәнһеҙ итеп, гүргә индерҙе.

22.

Шунан һуң Үҙе теләгән ваҡытта уны яңынан терелтәсәк.

23.

Хаҡтыр, кеше (Аллаһтың) әмерҙәрен еренә еткереп үтәмәй.

24.

Ашаған ризығына ҡараһын ине, исмаһам.

25.

Хаҡтыр, Беҙ мул-мул ямғырҙар яуҙырҙыҡ.

26.

Унан һуң Беҙ тупраҡты яра-яра һөрҙөк.

27.

Шулай итеп, беҙ шунда орлоҡ үҫтерҙек.

28.

Йөҙөмдәр, ашай торған төрлө (йәшелсә) үләндәр, туҡранбаш.

29.

Зәйтүн ағастары,
хөрмә баҡ
салары.

30.

Ҡуп-ҡуйы булып үҫкән емеш баҡсалары.

31.

Еләк-емеш һәм бесән үҫтерҙек.

32.

Быларҙы (һәммәһенең) һеҙгә һам мал-тыуарҙарығыҙға файҙа булһын, тип бар иттек.

33.

Бына ҡасан ҡолаҡ тондорғос ауаз яңғырағас,

34.

ул көндө кеше ҡасасаҡ аға-энеһенән,

35.

әсәһенән, атаһынан,

36.

ҡатынынан һәм балаларынан.

37.

Ул көндө барыһының да үҙ мәшәҡәте булыр (нисек тә булһа Аллаһтың хәтәр язаһынан
ҡотолоу).

38.

Ул көндө йөҙҙәре балҡып тора торғандар ҙа булыр.

39.

Көлөп, һөйөнөп йөрөүселәр.

40.

Ул көндө туҙан ҡаплаған (ҡара йөҙлөләр ҙә) булыр.

41.

Ҡап-ҡара көйгән йөҙҙәр.

42.

Бына шулар инде кәферҙәр һәм енәйәтселәр.