7. Әғрәф (Кәртәләр)

1.

Әлиф. Ләм. Мим. Сад.

2.

Был — кешеләрҙе
иәмәт
тураһында) киҫәт
еү,
(гөнаһ ҡ
ылыуҙан
һаҡланһындар тип) улар
ға
өгөт бир
еү
өсөн һиңә индерелгән бер Китаптыр (Ҡ
өръән).
Инде һин был мәсьәләлә күкрәгеңдә борсоу һаҡлама.

3.

Раббығыҙҙан
һеҙгә индерелгәнгә (Ҡ
өръәнгә)
эйәрегеҙ. Уны ташлап, башҡа яҡ
лаусылар
артынан эйәреп китмәгеҙ. Аһ, һеҙ (уҙ
ғандарҙан)
ни ҡ
әҙәр
ҙә әҙ һабаҡ алаһы
ғыҙ.

4.

Күпме дәүләттәрҙе Беҙ һәләк иттек. Төндә
(йоҡла
ғанда)
йәки көндөҙ ләззәт кисеп ятҡ
анда
ғазабыбыҙ
улар өҫтөнә төштө.

5.

Өҫтәренә
әфәт килгәс:


Беҙ, ысындан да, залим кешеләр икәнбеҙ, — тип ҡысҡы­р
ыуҙарынан
башҡа бер ни ҙә ҡалманы.

6.

Әлбиттә,
үҙҙәренә пәй
ғәмбәрҙәр
индерелгән ҡәүемдәрҙе лә, пәй
ғәмбәрҙәрҙең
үҙҙ
әрен
дә яуапҡа тартасаҡбыҙ.

7.

Хаҡтыр, Беҙ уларға,
(Ер йөҙ
өндә
ни
мә
ҡыл
ғандары
тураһында) теүәл белгәнебеҙ
сә,
тәфсилле һөйләп бирербеҙ. (Сөнки) Беҙ (бер генә миҙгелгә лә) улар янынан
китмәйбеҙ.

8.

Ул
Көндө үлсәү

ғәҙел
буласаҡ. Кемдең сауап өлөшө ауыр тартһа, шулар инде ҡотолошҡа ирешкән булыр.

9.

Кемдең (сауабы) еңел тартһа, бына шулар инде аяттарыбыҙға
ҡаршы хаҡ
һыҙлыҡ
иткәндәренә күрә, үҙҙәренә зыян эшләгән кешеләр булыр.

10.

Дөрөҫө
шул бит, Беҙ һеҙҙе Ер йөҙ
өнә
ур
ынлаштырҙыҡ
һәм һеҙгә йәшәү шарттары бирҙек.
Шул ҡәҙәр

ҙә
әҙ шөкөр иттегеҙ.

11.

Хаҡтыр, һеҙҙе яралттыҡ: һуңынан һеҙгә рәүеш бирҙек, унан һуң фәрештәләргә:


Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тип бойорҙоҡ. Иблистән башҡ
алары
сәждә итте. Ул (Әҙәмгә) баш эйеүселәрҙ
ән
булманы.

12.

Аллаһ
әйтте:

—  Мин
һиңә ҡушҡандан (сәждә ит
еүҙән)
баш тартыр
ға
ни сәбәп булды? — тине. Иблис әйтте:


Мин унан өҫтөн
өрәк.
Сөнки мине уттан яралттың, уны балсыҡтан

ғына
,
— тине.

13.

Аллаһ:


Сы
ғып
кит бынан (йәннәттән), — тине, — Бында тәкәбберлек күрһәт
еү
ярамай. Кит! Сөнки һин инде

ҡ
арғалғандар
рәтендә, — тип бойорҙо.

14.

Иблис:


Миңә кешеләр яңынан терелгәнсегә (Ҡ
иәмәт
көнөнә)

с
аҡлы
ваҡыт бир, — тине.

15.

Аллаһ
әйтте:


Бар, кит, һин Ҡ
иәмәт
көнөнә ҡ
әҙәр
йәшәй алаһың, — тине.

16.

Иблис
әйтте:


Һин мине аҙ
ғынлыҡҡа
мәхкүм иттең, шу
ға
күрә, мин дә уларҙы аҙҙырыр өсөн һинең тура юлың

ө
ҫтөндә
утыра­саҡмын, — тине.

17.

Унан һуң, ант итеп әйтәм, уларҙың Аллаһтарына, арҡа яҡтарына,
уңдарына, һулдарына төшә­сәкмен. Уларҙың күбеһен һин шөкөр итеүселәр араһында
тапмаҫ
һың,
— тине (Иблис).

18.

(Аллаһ) әйтте:


Әйҙә, бар! Ҡар
ғалыулы
һә
м
мәсхәрәле рәүештә бынан сы
ғып
кит! Хаҡтыр, һиңә эйәргәндәр менән бары
ғыҙҙы
туплап, йәһәннәмде ту
лтырасаҡмын,
— тине.

19.

Әй, Әҙәм, һин ҡатының менән йәннәткә урынлашып,
теләгәнегеҙ ерҙә ризыҡ йы
йығыҙ.
Бары тик бына ошо а
ғасҡа

ғына
ҡа
ғылмағыҙ.
Юҡ
һа,
һеҙ ҙә залим булырһы
ғыҙ.

20.

Ҡаплаулы
ғәүрәттәрен
үҙҙәренә күрһәтер өсөн, шай­тан (уларҙың күңеленә) вәсүәсә һалды һәм:


Раббы
ғыҙ
һеҙ фәрештә булмаһын йәки үлемһеҙгә әүерел­мәһен тип, был а
ғастан
тыйҙы, — тип әйтте.

21.

Һәм
улар
ға
(Иблис):

–   Мин һеҙгә яҡшы нәсихөт биреүсеҙер, – тип ант итте.

22.

Вәсүәсәгә һалып, ул уларҙы хәйлә менән алданы. Ағас
емешен ашағандан һуң, уларҙың
оят ерҙәре күҙҙәренә салынды. Һәм улар йәннәт япраҡтарынан ҡаплауыс үрергә
тотондолар. Раббы уларға:

—  Мин һеҙгә: ул ағасҡа ҡағылырға ярамай, тип әйтмәнемме һәм шайтан һеҙҙең иң
хәтәр дошманығыҙ, тип әйтмәнемме? — тип ҡысҡырҙы.

23.

(Әҙәм менән ҡатынына) әйттеләр:

—  Йә, Раббыбыҙ, үҙебеҙҙе харап иттек. Әгәр беҙҙе кисермәһәң, ярлыҡамаһаң, һис
шикһеҙ, зарар күреүселәрҙән булырбыҙ, — тинеләр.

24.

Аллаһ:

— (Иблис менән Әҙәм) бер-берегеҙгә дошман булып (ергә) төшөгөҙ. Һеҙгә Ер
йөҙөндә, билгеләнгән ваҡытҡа саҡлы, тормош итер өсөн урын булыр.

25.

Шунда йәшәрһегеҙ, шунда үлерһегеҙ, шунан (Ҡиәмәткә) сығарылырһығыҙ.

26.

Әй, Әҙәм балалары, оят ерҙәрегеҙҙе ҡаплар өсөн кейем, биҙәк­ле күлдәктәр
яралттыҡ. Тәҡүәлек (саф әхләҡ, диндарлыҡ) – кейемдәрҙең иң гүзәлелер. Былар
Аллаһтың ғәләмәтләрелер. Бәлки яҡшылап уйлай торғас, ғибрәт алырһығыҙ.

27.

Әй, Әҙәм балалары, ата-әсәгеҙҙе йәннәттән ҡыуҙырыр өсөн, шайтан уларҙың
кейемдәрен һалдырып, оят ерҙәрен үҙҙәренә күрһәтте; ул һеҙҙе лә шулай алдамаһын.
Сөнки ул (шайтан) һәм уның дуҫтары һеҙҙе күреп тора, һеҙ уларҙы күрмәйһегеҙ.
Хаҡтыр, Беҙ шайтандарҙы иманһыҙҙарҙың дуҫы иттек.

28.

Улар яманлыҡ ҡылғандан һуң:

–  Аталарыбыҙҙың шулай ҡылғандарын күрҙек. Аллаһ та беҙгә шулай
ҡылырға бойорҙо, — тип әйтәләр.

Әйт һин:

—  Аллаһ яманлыҡ эштәргә ҡушмаҫ. Белмәгән көйөнсә Аллаһҡа ҡаршы һөйләргә нисек
баҙнат итәһегеҙ? —тип.

29.

Әйт:

— Раббым ғәҙел булырға бойорҙо, — тип.

—  Һәр сәждәлә йөҙҙәрегеҙҙе Ҡийблаға табан йүнәлтегеҙ. Аллаһҡа ялбарып, динде
Аллаһ ризалығы өсөн (Аллаһ ҡабул итерҙәй) ихлас тотоғоҙ. Ул һеҙҙе әүүәл нисек
яралтҡан булһа, шулай уҡ Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ.

30.

Ул бер ҡәүемде тура юлға күндерҙе, икенсеһен аҙаш­тырҙы. Сөнки улар Аллаһты(ң
динен) ташлап, шайтандар­ҙы үҙҙәренә дуҫ иттеләр. Шулай ҙа, улар үҙҙәрен тура
юлда тип һанайҙар.

31.

Әй, Әҙәм балалары, намаҙ уҡый торған урынға барғанда һәр ваҡыт паҡ кейемдәр
кейегеҙ; ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин (артығын) исраф ҡылмағыҙ. Аллаһ исрафсыларҙы
яратмай.

32.

Әйт һин:


Ҡолдары өсөн Аллаһ яралтҡан зиннәттәрҙе һәм саф ризыҡтарҙы кем харам ҡылды?
—тип. – Улар фани донъяла иман килтергәндәр өсөн, айырыуса Ҡиәмәт көнөндә
мөьминдәрҙекелер. Бына Беҙ мәғлүмәтле халыҡ өсөн аяттарыбыҙҙы шулай асыҡлайбыҙ.

33.

Әйт һин:

—  Раббым асыҡ рәүештә, йәшеренеп тә ҡылынған яман­лыҡтарҙы, хаҡһыҙ рәүештә
золом-гөнаһ ҡылғанығыҙҙы, һис бер дәлилһеҙ берәй нәмәне Аллаһка тиң күреүҙе һәм
Аллаһ тураһында белмәгән көйөнсә ялған һөйләүҙе харам итте, — тип.

34.

Һәр өммәттең үҙенә тигән әжәле бар. әжәл бер миҙ­гел һуңламаҫ, бер миҙгелгә
алдан да килмәҫ.

35.

Әй, Әҙәм балалары, аяттарымды аңлатыр өсөн, үҙе­геҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан
пәйғәмбәрҙәр килер; кем аяттарымдан үрнәк алһа, гөнаһтарҙан тыйылһа, шуларға
ҡурҡыныс юҡ һәм улар хәсрәт эсендә ҡалмаҫ.

36.

Аяттарыбыҙҙы ялған­ға сығарып, тәкәберләнеп, уларҙан йөҙ сөйөргәндәр ҙә бар,
бына шулар инде тамуҡ киҫәүе булыр. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

37.

Аллаһ тураһында ялған һөйләгән, Уның аяттарын ялғанға сығарырға
маташҡан кешенән дә ҡәбәхәтерәк берәү бармы икән? Китапта яҙылған өлөштәре
(вәғәҙә ителгән яза) улар өҫтөнә төшәсәк. Һуңынан илселәребеҙ (фәрештәлә­ребеҙ)
килеп йәндәрен алғанда:

— Аллаһҡа тиң күреп табынған ялған тәңреләребеҙ ҡай­ҙа? – тип әйтерҙәр. — Улар
беҙҙе ташлап ҡасты, — тип әйтерҙәр. Һәм кәфер булғанлыҡтарына үҙ баштарына
шәһәдәт итерҙәр.

38.

(Аллаһ) әйтер:

—  Һеҙҙән элек килеп киткән ен һәм кеше ҡәүемдәре менән бергә һеҙ
ҙә утҡа керегеҙ, — тип әйтерҙәр.

Һәр халыҡ утҡа кергәндә юлдаштарына ләғнәттәр. Береһе артынан
икенсеһе кереп, шунда (йәһәннәмдә) йыйыл­ғанда, арттағылары алдағылары хаҡында
әйтер:

—  Әй, Раббыбыҙ, беҙҙе бына былар һаташтырҙы. Шуға күрә, уларҙы
икеләтә утта ғазапла, — тип әйтерҙәр.

Аллаһ уларға:

—  (Гөнаһлы) һәр кем өсөн икеләтә ғазап барҙыр, ләкин һеҙ был турала белмәйһегеҙ
генә, – тип әйтер.

39.

Алдан йөрөгәндәр арттағыларына әйтер:

— Беҙҙең ҡаршыла һеҙҙең бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгөгөҙ юҡ. Шуға күрә, һеҙ ҙә
ҡылғандарығыҙға теүәл яза күрегеҙ, — тип әйтерҙәр.

40.

Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарып, үҙҙәрен бөйөк күрһәтергә теләгәндәр бар, бына
шуларға инде Күк ишектәре

асылмаҫ һәм улар, дөйә энә күҙе аша уҙғанға саҡлы,
йәннәткә кермәҫ. Гөнаһлыларҙы бына шулай язаларбыҙ.

41.

Улар өсөн йәһәннәм утынан яһалған тү­шәктәр, өҫтәренә ябынырға утлы юрғандар
әҙерләнгән. Бына Беҙ залимдарҙы шулай ғазапларбыҙ.

42.

Иманлы булып, изгелек ҡылғандар йәннәт әһелдәре­лер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
Бер кемгә лә көсө етмәгә­не ҡәҙәр вазифа йөкләмәйбеҙ.

43.

(Йәннәткә кергәндәрҙең) күңелдәрендәге барса юшҡынды (асыуҙы)
сығарырбыҙ; арыҡтар­ҙан һыуҙар ағыҙырбыҙ, һәм улар әйтер:

— Тура юлы менән беҙҙе ошо ниғмәттәр менән ҡауыш­тырған Аллаһҡа
дан. Аллаһ беҙҙе тура юлға күндермәгән булһа, үҙ көсөбөҙ менән тура юлды таба
алмаған булыр инек. Хаҡтыр, Аллаһтың илселәре беҙгә Хәҡиҡәт алып килгән
булғандар икән, — тип әйтерҙәр.

—  Бына һеҙгә, ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн түләү — ул йәннәт — һеҙ уның вәриҫтәре
булдығыҙ, — тип әйтерҙәр.

44.

Йәннәттәгеләр йәһәннәмдәгеләрҙән:

— Раббыбыҙ вәғәҙә иткәнде ысынлап та беҙ таптыҡ, һеҙ ҙә Раббығыҙ
вәғәҙә иткәндәрҙе ысынлап таптығыҙмы һуң? — тип һорарҙар. Тегеләре:

—  Әлбиттә, таптыҡ, — тип яуапланыр.
Һәм
араларын­ан берәү:


Залимдар өҫтөнә Аллаһтың әсе ҡ
әһәре
төштө, — тип ҡысҡырыр. —

45.

Аллаһ юлынан тайпылғандарҙы, шул юлды боҙорға теләгән залимдарҙы, Әхирәтте лә
инҡар итеүселәрҙе (ләғнәт һуҡты).

46.

Шул ике тараф (ожмах менән тамуҡ) араһында бер ҡорма-аралыҡ бар,
Әғрәф (кәртәләр) өҫтөндәге йәннәткә керәсәк кешеләрҙе айырым билгеләренән танып:


Сәләм һеҙҙгә, — тип баш эйәсәктәр. Был әҙәмдәр үҙҙәре йәннәткә әле кермәгән,
ләкин керергә нык өмөт итәләр.

47.

Йәһәннәм әһелдәрен күргәс улар:


Йә, Раббыбыҙ, беҙҙе залимдар


менән бергә урыл
аштыр­маһаң
ине, — тип ялбарырҙар.

48.

Әғрәф
ҡалҡ
ыулығындағылар
уларҙы (йәһәннәмгә китәсәктәрҙе) там
ғаларынан
танып әйтер:


Тупла
ған
байлы
ғығыҙ
ҙа, тәкәбберлегегеҙ ҙә һеҙгә фай­ҙа ки
лтермәне,
— тип әйтерҙәр.

49.


Аллаһ улар
ға
һис ниндәй ҙә рәхмәт индермәйәсәк, тип һеҙ ант иткән инегеҙ түгелме? — тип Ә
ғрәф
әһелдәренән һорарҙар (һәм иманлылар
ға
таба
н
боролоп)

— Керегеҙ йәннәткә. Һеҙгә бынан һуң ҡурҡыу булмаҫ. Һәм һеҙ ҡайғыларға дусар
булмаҫһығыҙ, – тип әйтерҙәр.

50.

Йәһәннәмгә керәсәктәр йәннәт әһелдәренә былай тип әйтер:

— Зинһар, һыу бирегеҙ, йә булмаһа, Аллаһ һеҙгә биргән ри­зыҡтан
беҙгә лә бер аҙ ғына өлөш сығарығыҙ, — тип ялыныр­ҙар. Улар (йәннәт әһелдәре)
иһә:

—  Аллаһ быларҙы кәферҙәргә харам ҡылды, — тип әйтәсәк.

51.

Ул кәферҙәр фани донъя тормошона алдандылар. Улар диндәрен бер уйын-шаярыу кеүек
итеп тоттолар. Улар ошо көнгә ҡаласаҡтарын (киҫәтеүҙәрҙе) онотто, хатта
аяттарыбыҙҙы инҡар итте, шулай булғас, Беҙ ҙә уларҙы «оноттоҡ» (рәхмәтебеҙҙән
мәхрүм иттек).

52.

Хаҡтыр, уларға, иман килтергән ҡәүем өсөн, юл күрһәтеүсе һәм рәхмәтем булараҡ,
ғилем менән аңлатыла торған бер Китап килтерҙек.

53.

Улар (кәферҙәр) Аллаһ киҫәтеүенән башҡа берәй нәмә көтәме ни?
Вәғәҙә ителгән Көн килеп еткәс, (был Көн килаһен) алдан уҡ онотҡан кешеләр
әйтер:

– Раббыбыҙҙың илселәре килтергәндәр хаҡ булып сыҡ­ты. Хәҙер
беҙҙең яҡлаусыларыбыҙ бармы, беҙҙе яҡлашһындар йәки беҙҙе фани донъяға
ҡайтарһындар, беҙ ҡылғандарыбыҙҙан айыры булараҡ, изгелекле ғәмәлдәр ҡылыр инек.

Улар, ысынлап та, үҙҙәренә зыян-яҙыҡ эшләнеләр, табын­ған уйҙырма һындары ла
уларҙы ташлап, юҡ булды.

54.

Хаҡтыр, Раббыбыҙ алты көн эсендә күктәрҙе һәм Ерҙе яралтты. Унан
һуң Ғәрештә (тәхеттә) Үҙенең хакимлеген урынлаштырҙы. Ул төндө көн менән ҡаплап,
уларҙы өҙлөкһөҙ алыштырып тора. Ҡояшты, Айҙы һәм йондоҙҙарҙы үҙ бойороғына
буйһонған хәлдә яралтыусы — Аллаһтыр. Мәғлүмдер, юҡтан бар итеү ҙә, улар менән
идара итеү ҙә Аллаһҡа хас­тыр. Ғәләмдәрҙең эйәһе Аллаһ ни ҡәҙәр бөйөктөр.

(«Ғәреш – тәхет. Аллаһтың урыны. «Алты көн эсендә яралтты» ғийбәрәһен
тәфсирселәр төрлөсә аңлата. Беҙ аңлаған егерме дүрт сәғәтлек тәүлек түгел, бәлки
Аллаһ көнө мәғәнәһендә әйтелә, тип әйтәләр. Хаж сүрәһенең 47се аятында иһә,
Аллаһ янында­ғы бер көндөң беҙҙәге мең йылға тигеҙ икәнлеге әйтелә. Мөғәриж
сүрәһенең 4се аятында иһә, беҙҙең хисап менән илле мең йыл дауам иткән бер көн
тураһында һөйләнә. Йәғни, Аллаһ ҡатындағы ваҡыт – сағыштырмаса, шартлы ваҡыт.
Эйнштейндың («Сағыш­тырмалылыҡ теорияһы») Нисбәти назары Ҡөръәндә күптән яҙы­лып
ҡуйылған. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә донъяны алты дәүерҙә яралтып, бөгөнгө хәленә
килтергән булып сыға. Фүссиләт сүрәһенең 9-12 аяттарында был турала тәфсилләп
аңлатыла». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

55.

Раббыбыҙға ялбара-ялына, йәшерен доға уҡығыҙ, бе­леп тороғоҙ, Ул сиктәрҙе
уҙғандарҙы яратмай.

56.

Ер йөҙөн тәртипкә һалғандан һуң, ул тәртипте боҙмағыҙ (боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ).
Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡып һәм (Уның мәрхәмәтен) өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылығыҙ.
Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарға Аллаһтың рәхмәте бик яҡын.

57.

Рәхмәт яуҙырыр алдынан һөйөнөслө елдәр иҫтереүсе – Ул­дыр. Улар (елдәр) ауыр
болоттар алып килһә, (ҡоролоҡ­тан) үле илдәргә ҡыуабыҙ. Шунда ямғыр яуҙырып,
төрлө-төрлө емештәр өлгөртәбеҙ. Бына шулай итеп, үлеләрҙе лә терелтербеҙ, һәр
хәлдә бынан ғибрәт алырһығыҙ.

58.

Раббының рөхсәте менән яҡшы мәмләкәттең игене лә мул сығыр. Яман илдә сүп
үләненән башҡаһы үҫмәҫ. Бына беҙ шөкөр итеүсе бер ҡәүем өсөн аяттарҙы шулай
асыҡлайбыҙ.

59.

Хаҡтыр, Нухты илсе булараҡ үҙ халҡы араһын­ан күндерҙек.

Ул
әйтте:


Әй, халҡым, Аллаһҡа ҡоллоҡ итегеҙ (ғибәҙәт ҡылығыҙ), һеҙҙең өсөн Унан башҡа
(Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Дөрөҫөн әйтәйем, мин
өҫтөгөҙгә килә торған бер көндөң (Туфан һыуы) ғазабынан ҡур­ҡам.

60.

Ул
ҡәүемдең хакимдары әйтте:


Күрәбеҙ, һинең аҙашыуың көн кеүек асыҡ, — тинеләр.

61.

Ул әйтте:

— Әй, халҡым, мин аҙашманым, фәҡәт мин ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан күндерелгән
бер илсе.

62.

Һеҙгә Раббымдың уахи иткән аяттарын ғына ишеттерәсәк­мен, һеҙгә өгөт-нәсихәт
бирәм, һеҙ белмәгәндәрҙе мин Аллаһтан белдем.

63.

Гөнаһлы булыуҙан һаҡлаһындар тип, Аллаһтың рәхмәтенә ирешһендәр өсөн, Аллаһтың
ғазабы менән ҡурҡытыр өсөн, үҙегеҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан кешегә Аллаһтан Китап
ингәненә аптырайһығыҙмы? — тине.

64.

Уны ялған­сыға сығарҙылар. Беҙ ҙә уны һәм уның менән бер кәмәлә булғандарҙы
ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарҙы һыуға батырҙыҡ. Сөнки
улар (күңел күҙҙәре) һуҡыр бер халыҡ ине.

65.

Ғәд халҡына ла ҡәрҙәштәре Һудты илсе иттек. Ул әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә
эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юк. Әле һаман да Аллаһтан (язаһынан)
ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине.

66.

Ул халыҡтың кәфер хаҡимдары әйтте:

—  Беҙ һинең мейеһеҙ (йүләр) икәнлегеңде ап-асыҡ күреп торабыҙ һәм, шөбһәһеҙ,
һине алдаҡсы тип уйлайбыҙ, — тинеләр.

67.

– Әй, халҡым, — тине (Һуд). — Мин мейеһеҙ (йүләр) түгел. Фәҡәт мин ғәләмдәрҙең
Раббыһы ебәргән бер илсе.

68.

Һеҙгә Раббымдың уахи иткән аяттарын ишеттерермен һәм мин һеҙҙең ышаныслы
кәңәшсегеҙ булырмын.

69.

Һеҙҙе киҫәтер өсөн арағыҙҙан сыҡҡан бер әҙәм аша Раббығыҙҙан һеҙгә бер Китап
килгәненә аптыранығыҙмы? Уйлап ҡарағыҙ әле, Ул һеҙҙе, Нух ҡәүеменән һуң, улар
урынына килтерҙе һәм яралтылғанда уҡ һеҙҙе уларҙан өҫтөн ҡылды. Шулай булғас,
Аллаһтың ниғмәттәрен онотмағыҙ: ҡотолорһоғоҙ, — тине.

70.

Әйттеләр:

— Һин беҙҙе бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡыл­дырыр өсөн һәм
ата-бабылларыбыҙ табынған (тәңреләребеҙҙе) ташлатыу ниәте менән килдеңме? Әгәр
һин хак һөйләйһең икән, беҙҙе ҡурҡыта торғаныңды (Аллаһ язаһын) күрһәт, —
тинеләр.

71.

(Һуд) әйтте:

— Һеҙҙең өҫкә Аллаһтың ҡарғышы һәм язаһы (ҡот осҡос аслыҡ) килде бит инде.
Аллаһтан һис бер хоҡуҡ би­релмәгән килеш, бары тик ата-бабаларығыҙ (һындарға,
боттарға) таҡҡан исемдәр тураһында минең менән һүҙ көрәштерергә бул­дығыҙмы ни?
Тороп тороғоҙ, шик юҡ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтөп тороусы, – тине.
(Ашыҡмағыҙ, һеҙгә тағын яза килер, мин дә һеҙҙең ул язағыҙға шаһит булырмын.)

72.

Уны һәм уның менән бергә булғандарҙы рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы
ялғанға сығарырға теләгәндәр менән иман килтермәгәндәрҙең нәҫелен киҫтек.

73.

Сәмүд халҡына ла үҙҙәре араһынан Салихты күндерҙек. Ул әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең У­нан башҡа
тәңрегеҙ юҡ, һеҙгә Раббығыҙҙан ап-асыҡ бер дәлил килде. Ул бер мөғжизә булараҡ
килтерелгән дөйәлер. Уны иреккә ебәрегеҙ, ул Аллаһ ерендә утлаһын, уға яманлыҡ
ҡылмағыҙ, юҡһа, һуңынан һеҙгә яза иңәр, — тине.

(«Сәмүд халҡы Салих пәйғәмбәргә: әгәр һин пәйғәмбәр икәнһең, мөғжизә итеп, бына
ошо таш эсенән дөйә сығар, шунда ғына беҙ һинең пәйғәмбәр икәнеңә ышанасаҡбыҙ,
тине. Хәҙрәти Салих доға уҡыны һәм таштан бер әсә дөйә килеп сыҡты. Был
мөғжизәне күреүгә үк ҡайһы берҙәре иман килтерҙе. Ҡалғандары иһә һаман
кәферлектә ҡалдылар. Хәҙрәти Салих дөйәгә ҡағылмаҫҡа бойорҙо, дөйә үҙ иркендә
утлап йөрөһөн, тине. Ләкин кәферҙәр дөйәне һуйҙы. Шуға курә, Салих пәйғәмбәр үҙ
халҡын ташлап, һижрәт итте (күсенде). Уның халҡы иһә дәһшәтле ғарасатта һәләк
булды». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

74.

Уйлап ҡарағыҙ, Ғәд халҡынан һуң, улар урынына
һеҙҙе
бар итте. Һәм Ер йөҙөнә (Хижаз менән Шом араһына)

урынлаштырҙы:

– Ерҙең тигеҙ урындарында һарайҙар һалаһығыҙ, ҡалҡыу урындарында өйҙәр яһайһығыҙ
(ҡаяларҙы тишеп, торор өсөн ҡыуыштар яһайһығыҙ). Инде Аллаһтың ниғмәттәрен
иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, фетнәселәр кеүек, Ер йөҙәндә буталсыҡтар сығармағыҙ.
(Башбаштаҡлыҡ ҡылып, тәбиғәт тәртибен боҙ­мағыҙ.)

75.

Был халыҡтың хакимдары бөйөклөк тәкәбберлеге менән, араларындағы
зәғиф күренгән мосолмандарға әйттеләр:

–  Һеҙ Салихтың Раббы тарафынан күндерелгәнлеген беләһегеҙме,
уның Пәйғәмбәр икәненә (ышанаһығыҙмы)? — тип һоранылар.

Тегеләр иһә:

— Шик юҡ, беҙ уға нимә индерелһә лә ышанабыҙ, – тинеләр.

76.

Бөйөклөк тәкәбберлеге менән тағын әйттеләр:

—  Беҙ иһә һеҙҙең ышанғанығыҙҙы инҡар итеүселәр, — тинеләр.

77.

Һәм улар әсә дөйәнең аяҡтарын киҫеп, һуйҙылар һәм Раббының рөхсәт
сиктәрен боҙҙолар ҙа:

— Әй, Салих, әгәр һин, ысындан да, пәйғәмбәр икәнһең, беҙҙе өркөтә торған язаңды
күрһәт инде, — тинеләр.

78.

Шунан һуң уларҙы дәһшәтле тетрәү тотто һәм улар үҙ йорттарында теҙләнгән
(кәкрәйеп ҡалған) килеш һәләк булдылар.

79.

Салих уларҙан йөҙ сөйөрҙө лә әйтте:

— Әй, халҡым, хаҡтыр, мин һеҙгә Раббымдың уахи иткән вәғәҙәһен килтерҙем һәм
һеҙгә һабаҡ бирҙем, тик һеҙ өгөтләгәндәрҙе яратмайһығыҙ шул.

80.

Лутты ла (пәйғәмбәр итеп ебәрҙек). Ул (халҡына) әйтте:

– Һеҙҙән элек килгән ҡәүемдәр ҙә ҡыла алмаған фәхеш­лекте эшләргә йыйынаһығыҙмы?
– тине.

81.

Сөнки һеҙ енси
ләззәт өсөн, ҡатындарығыҙҙы ташлап, ирҙәргә
яҡынлашаһығыҙ.
Дөрөҫөн әйтәм, һеҙ сиктәрҙе
уҙған бер боҙоҡ халыҡ икәнһегеҙ.

82.

Ҡәүемдең яуабы ошо булды:

— Уларҙы (Лутты һәм уның эйәрсендәрен) мәмләкәттән ҡыуығыҙ, сөнки улар үҙҙәрен
паҡ тип ышандырмаҡсы булалар, — тип әйтеүҙән башҡа өндәшмәнеләр.

83.

Беҙ уны ла, ҡа­тынынан башҡа, ғаилаһе менән ҡотҡарҙыҡ; сөнки уның ҡатыны
(иманһыҙҙар яғында) ҡалғандарҙан ине.

84.

Һәм өҫтәренә таш ямғыры яуҙырҙыҡ, күр һин, гөнаһлыларҙың ахыры
нисек бөтә.

(«Хәҙрәти Ибраһим ҡәрҙәшенең торыны хәҙрәт Лут, Хумуш ерендәге Содом шәһәренең
халҡына пәйғәмбәр итеп күндерелгән ине. Был шәһәр халҡы башҡа һис бер милләт
эшләмәгән боҙоҡлоҡ (ир менән ир фәхешлеге) ҡыла ине. Лут пәйғәмбәрҙең өгөттәренә
иғтибар итмәйенсә, улар зина ҡылыуҙарын дауам иттеләр. Ниһайәт, Лут пәйғәмбәр
иман килтергәндәр менән бергә төнөн шәһәрҙән сығып китә. Ҡалалағы халыҡ иһә ер
тетрәүенән, баштарына яуған

ташлы ямғырҙан һәләк була».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

85.

Мәдйән халҡына ла үҙ араларынан Шөғәйепте пәйғәмбәр итеп
күндерҙек. Ул әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа
(Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Һеҙгә раббының асыҡ
дәлиле килде. Үлсәгәндә, бүлешкәндә ғәҙел булығыҙ, кешеләргә тейешлеһенән кәм
бирмәгеҙ. Тәртип һалынған Ер йөҙөн (тәбиғәтте) башбаштаҡлыҡ менән боҙмағыҙ.
Иманлы булһағыҙ, был эштәр һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәктер.

(«Мәдйән — хәҙрәти Ибраһим улының исемелер. Уның ейәндәре­нә Мәдйән ҡәбилаһе
тип, улар йәшәгән шәһәрҙе Мәдйән ҡалаһы тип әйтәләр ине. Был шәһәр Фәлистын
(Палестина) менән Хижаз араһында һәм Ҡыҙыл Диңгеҙ буйында урынлашҡан
ине».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

86.

Ҡурҡытып-янап, Аллаһ юлынан тайпылдырырға һәм шул тура юлды боҙорға тырышып, юл
буйында мөьминдәр­ҙе һағалап, боҫоп тормағыҙ! Уйлап ҡарағыҙ әле, һеҙ бик әҙ
инегеҙ, Ул һеҙҙе үрсетте. Күрегеҙ, аҙҙырыусыларҙың аҙағы нисек тамамланғанын.

87.

(Шөғәйеб әйтте):

— Әгәр арағыҙҙан бер төркөм мин алып килгәндәргә (Аллаһ хөкөмдәренә) инанһа,
икенсе төркөм, инанмаһа, Аллаһ хөкөмө килгәнсегә саҡлы сабыр итегеҙ. Ул –
хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле.

88.

Ҡәүемдең хакимдары тәкәбберлек менән әйтте:

— Әй, Шөғәйеб, һине мосолмандарың менән бергә илебеҙҙән
ҡыуасаҡбыҙ йәки беҙҙең дингә күсәсәкһегеҙ, — тинеләр.

Шөғәйеп:

— Һеҙҙең ул динегеҙгә (нәфрәтле булһаҡта?) үҙебеҙ теләмәһәктәме? — тине.

89.

— Дөрөҫөн әйтәйем, Аллаһ беҙҙе ул диндән ҡотҡарғандан һуң, ҡабат һеҙҙең
динегеҙгә ҡайтһаҡ, беҙ Аллаһ тураһында ялған һөйләгән булырбыҙ. Аллаһ ихтыяр
итмәһә, һеҙҙең дингә ҡайтыу мөмкин эш түгел. Раббыбыҙҙың ғилеме бөтөнөһөн дә
урап алған. Беҙ бары тик бер Аллаһҡа ғына баш эйҙек. Раббыбыҙ! Халҡым менән
арабыҙҙы ғәҙел­лек менән хөкөм ит. Һин хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле.

90.

Был халыҡтың етәксе кәферҙәре әйтте:

— Әгәр ҙә Шөғәйебкә эйәрһәгеҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, зарар күрер­һегеҙ, — тинеләр.

91.

Таң алдында, дәһшәтле ер тетрәүе ваҡытында улар, үҙ йорттарынан сыға алмайынса
кәкрәйеп, һәләк булды.

92.

Шөғәйебте ялғансыға сығарғандар юҡ булды, әйтерһең дә, улар ҡалала бөтөнләй
йәшәмәгән дә. Асыл­да зыян күреүселәр Шөғәйебте ялғансы тип атағандар булды.

93.

(Шөғәйеб) уларҙы ташлап китер алдынан:

— Әй, халҡым, мин һеҙгә Раббыбыҙ юллаған хәҡиҡәтте һөйләнем һәм һеҙгә өгөт
бирҙем. Кәферҙәр өсөн мин нисек ҡайғырайым? — тине.

94.

Ниндәй генә илгә пәйғәмбәр ебәрһәк тә, шул ил хал­ҡы (кәферлектәре өсөн) бәлки
тәүбә итеп, тура юлға баҫыр тип, уларҙы фәҡирлеккә, бәлә-ҡазаға дусар иттек.

95.

Һуңынан ул бәлә-ҡазаны бөтөрөп, муллыҡ бирҙек. Ниһайәт, улар
үрсене һәм:

—Ата-бабаларыбыҙ ҙа ошолай бәхетһеҙлектә лә, муллыҡ­та ла йәшәп
ҡарағандар, (бында Аллаһтың ҡатнашы юҡ), — тинеләр.

Беҙ уларҙы иҫкәрмәҫтән (ҡарғыш менән) тотоп алдыҡ.

96.

Был илдәрҙең халыҡтары иман килтереп, гөнаһтан ҡурҡҡан булһалар ине, әлбиттә,
уларҙың өҫтөнә Күктән, Ерҙән мул бәрәкәт ҡапҡаларын асҡан булыр инек. Ләкин улар
Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙә ҡыл­ған кәферлектәренә күрә, уларҙы
ҡарғышҡа тоттоҡ.

97.

Ул илдәрҙең халҡы, төндә йоҡлап ятҡанда өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип
уйланылармы?

98.

Йәки ул илдәрҙең халҡы, иртәнсәк, уйын-көлкөлө (күңел асып, ләззәт кисергән)
саҡта өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип тәкәберләндеме?

99.

Әллә улар үҙҙәрен Аллаһтың язаһынан ҡотолған тип һынаймы? Зыян-зәхмәт күрәсәк
гөнаһлылар ғына Аллаһ хөкөмөнән ҡурҡмай.

100.

Әүәлге хужаларынан һуң ул ергә вариҫ булғандарға шул Хәҡиҡәт әле лә булһа барып
етмәнеме ни? Әгәр Беҙ теләһә инек, гөнаһтарына күрә, уларҙы язалаған булыр инек.
Уларҙың күңелдәрен йоҙаҡлап ҡуйып, ҡолаҡтарын һаңғыраулатҡан булыр инек.

101.

Бына шундай илдәр бар. Һиңә һабаҡ булһын тип, улар тураһында бәғзе

ғибрәттәр
һөйләйбеҙ. Хаҡтыр, пәй
ғәмбәрҙәре
улар
ға
ап-асыҡ дәлилдәр ки
лтерҙе.
Баштан уҡ ял
ғанға
сы
ғарып,

хәҡиҡәтткә
улар инаныр
ға
теләмәне. Кәферҙәрҙең күңелдәрен Аллаһ ана шулай итеп йоҙаҡл
ай.

102.

Уларҙың күбеһен антҡа тоғро тапманыҡ.
Дөрөҫө
шул­дыр, уларҙың күбеһе тура юлдан яҙ
ған,
тигән нәтижәгә килдек.

103.

Унан һуң улар артынан Мусаны аят-мөғжизәләребеҙ менән Фирғәүенгә һәм уның
халҡына юлланыҡ. Улар мөғжизәләрҙе инҡар итте.

Ҡара,
фетнәселәрҙең ахы­ры ни
мә
менән бөттө?

104.

Муса
әйтте:


Әй, Фир
ғәүен,
мин

ғә
ләмдәрҙең
Раббыһы тарафынан һеҙгә күндерелгән бер пәй
ғәмбәр,
— тине.

105.

— Мин Аллаһ тураһында бары тик дөрөҫөн генә һөйләргә бурыслымын.
Һеҙгә Раббығыҙҙан
асыҡ бер дәлил ки
лтерҙем.
Исраил улдарын (Яҡуп балаларын) азат итеп, миңә биреп е­бәр, – тине.

«Ул ваҡытта Фирғәүен
Яҡуп балаларын золомда, ауыр эштәрҙә эшләтеп, йәберләп тота ине. Шул халыҡ
араһынан сыҡҡан пәйғәмбәр
булараҡ, хәҙрәти Муса үҙ халҡын Фирғәүен
золомынан ҡотҡарып, Мисырҙан Фәлистынгә
ҡайтарыуҙы
талап итте».Садретдин
Ғүмүш тәфсиренән.)

106.

(Фирғәүен) әйтте:

— Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, алып килгән мөғжизәңде күрһәт, ҡарап ҡарайыҡ,
– тине.

107.

Шунан һуң хәҙрәти Муса ҡарышҡы таяғын ергә ташланы. Таяҡ шунда уҡ аждаһаға
әүерелде…

108.

… Һәм ҡулын кеҫәһенән сығарҙы. Ҡарап тороусыларға ул шунда уҡ ап-аҡ булып,
ялтырап күренде.

109.

Фирғәүен кешеләре әйтте:


Был бик тә оҫта сихырсы икән, – тинеләр.

110.


– Ул     һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарырға килгән.

Ни
ҡылабыҙ? — тинеләр.

111.

Һуңынан әйттеләр:


Уны


л
а,
ҡ
әрҙәшен
(Һарунды ла) көттөрөп тор. Һәм ҡала буйлап йомошсоларыңды юлла…

112.

… Улар бөтөн сихырсыларҙы йыйып килтерһендәр, — тинеләр.

113.

Сихырсылар Фирғәүен янына йыйылды, улар:

— Беҙ уны еңһәк, беҙгә ҡиммәтле бүләктәр булырмы? — тинеләр.

114.

(Фирғәүен):

— Әлбиттә, — тине. — Һәм дә һеҙ минең иң яҡындарым­дан буласаҡһығыҙ.

115.

(Сихырсылар):

— Ий, Муса, һин иң беренсе булып ташлайһыңмы, әллә беҙме? — тинеләр.

116.

(Муса):

— Һеҙ ташлағыҙ, — тине.

Улар (сихыр таяҡтарын) ташлап, кешеләрҙең күҙен быуҙылар, ғәжәйеп ҡурҡыныс
сихырҙар күрһәттеләр.

117.

Беҙ ҙә Мусаға:

—  Ҡарышҡыңды ташла, — тип бойорҙоҡ. Уның ҡарышҡыһы тегеләрҙең уйҙырма
йыландарын йотоп бөтөрҙө.

118.

Шулай итеп, тегеләрҙең ялғандары асылды, Хәҡиҡәт еңде; уларҙың ҡаҙанырға теләгән
уңыштары юҡҡа сыҡ­ты.

119.

Бына шулай итеп, (Фирғәүен менән уның ҡәүеме) еңелде һәм улар хурлыҡҡа төшөп
йыраҡлаштылар.

120.

Сихырсылар иһә сәждәгә йығылдылар.

121.

— Ғәләмдәрҙең һәм

122.

Муса менән Һарундың Раббыһы булған Аллаһҡа инандыҡ, — тинеләр.

123.

Фирғәүен әйтте:

— Минең рөхсәтемдән башҡа һеҙ нисек итеп (Аллаһҡа) иман килтерҙегеҙ? Был, һис
шикһеҙ, халыҡты шәһәрҙән ҡыуып сығарыу өсөн һеҙҙең тарафтан ҡоролған тоҙаҡ.
Ләкин тиҙҙән (башығыҙға төшәсәк) бәләне күрерһегеҙ.

124.

Ант итеп әйтәм, аяҡ-ҡулдарығыҙҙы арҡылы-торҡоло сапҡылап ташлая­саҡмын, унан һуң
бөтәгеҙҙе лә аҫып ҡуясаҡмын, — тине.

125.

Әйттеләр:

— Беҙ, ысынлап та, Раббыбыҙға йүнәлдек.

126.

Һин бары тик Раббыбыҙҙы аяттары беҙгә индерелгәнгә күрә генә, Аллаһҡа
инанғаныбыҙға асыу итеп кенә беҙҙән үс алаһың. Йә, Раббыбыҙ, беҙгә сабырлыҡ бир,
мосолман булараҡ йәнебеҙҙе ал, — тинеләр.

127.

Фирғәүен ҡәүеменең аҡһаҡалдары әйтте:

—  Муса һәм уның ҡәүеме һине, тәңреләреңде ташлап, Ер йөҙөндә
шаҡшы (әшәкелек) таратып йөрөһөндәр тип, уларҙы иҫән ҡалдыраһыңмы? — тинеләр.
(Фирғәүен):

— Беҙ уларҙың ир-егеттәрен үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырасаҡбыҙ. Әлбиттә,
беҙҙә уларҙы иҙәрлек кенә ҡеүәт бар.

128.

Муса үҙ ҡәүеменә әйтте:

— Аллаһтан ярҙам көтөгөҙ, сабыр итегеҙ, — тине. — Шик юк, Ер йөҙө Аллаһтыҡылыр.
(Шул Ергә) Ул Үзе теләгән бәндәләрен вариҫ итә. Әжер Аллаһтан (гөнаһ эшләүҙән)
ҡурҡҡандарҙыҡы булыр.

129.

Улар:

—  Һин беҙгә (пәйғәмбәр сифатында) килгәнсе лә, һин килгәндән һуң
да беҙҙе йәберләнеләр, — тинеләр.


Муса:

— Аллаһ дошманығыҙҙы һәләк итер, тигән өмөт бар, — тине. — Һәм улар урынына
һеҙҙе ергә хужа итеп ҡуйыр. Унан һуң инде һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙға ҡарар.

130.

Хаҡтыр, Беҙ ҙә Фирғәүенгә эйәргәндәрҙе: һабаҡ алһындар тип, йыл һайын ҡоролоҡ,
ҡытлыҡ менән интектер­ҙек.

131.

Уларға бер уңыш (муллыҡ) килһә, улар:

— Был беҙгә шулай тейеш, — тип әйтәләр.

Әгәр өҫтәренә берәй бәлә (мур ҡырылышы) килһә, Муса менән уның шәкерттәрен
ғәйепләйҙәр. Мәғлүмдер, улар өҫтөнә килгән бәлә Аллаһ тарафынандыр. Ләкин
уларҙың күбеһе был хаҡта белмәй.

132.

Һәм
улар (Муса
ға)

әйтте:


Беҙҙе сихыр
ға
тотар өсөн, әллә ниндәй мө
ғжизәләр
күрһәтһәң дә, барыбер б
еҙ
һиңә ышанасаҡ түгелбеҙ, —тинеләр.

133.

Беҙ ҙә мөғжизәлар
булараҡ, улар өҫтөнә бер-бер арт­лы Туфан әфәтен, саранча ҡазаһын, бөж
әктәр
өйөрөн, баҡ
алар
һәм ҡан ям
ғырҙарын
яуҙырҙыҡ, улар һаман тәкәббер булдылар һә
м
гөнаһлы ҡәүемгә әүерелделәр.

134.

Баштары­на яза (мур) килгәс әйттеләр:


Эй,
Муса, һиңә биргән антыбыҙ хөрмәтенә беҙҙең өсөн Раббыңа до
ға
ҡыл, әгәр өҫтөбөҙҙән был
ғазаптарҙы
алдырһаң, һиңә ышаныр инек һә
м
Исраил улдарын һиңә биреп ебә­рер инек, — тинеләр.

135.

Беҙ улар өҫтөнән язаны билгеле бер ваҡытҡа ҡәҙәр
алдыҡ, ләкин улар та
ғын
һүҙҙәрендә торманылар.

136.

Беҙ аяттарыбыҙҙы ялғанға
сы
ғарырға
тырыш
ыусыларҙан
һәм аяттар
ға
ғә
мһеҙ
бул
ғандарҙан
үс алдыҡ һәм уларҙы диң­геҙгә батырҙыҡ.

137.

Хурлыҡтарға
ҡал
ған
был көсһөҙ ҡәүемде Беҙ эсе бәрәкәт менән тул
ған
ерҙең Көнсы
ғыш
тарафына һә
м
Көнбайыш тарафына вариҫ ҡылдыҡ. Сабыр иткәндәренә күрә, Раббының Исраил улдарына
биргән вә
ғәҙәһе
үтәлде. Фир
ғәүен
һәм уның ҡәүеме төҙ
өгән
йорттарҙы һә
м
үҫтергән баҡ
саларҙы
харап иттек.

138.

Яҡуп тоҡомон диңгеҙҙән үткәрҙек, улар (диңгезҙҙе кискәс) юлда
барғанда боттарға, һындарға табына тор­ған халыҡты осратты.

Шунан
юлдаштары әйтте:


Эй,
Муса, уларҙыҡы кеүек тәңре (һәйкәлен) беҙгә лә яһап бир, — тинеләр.

Муса
әйтте:


Ысынлыкта һеҙ бик тә наҙан бер халыҡ икәнһегеҙ, — тине.

139.

Шик юҡ, былар күңелендәге (дин) бөтөрөләсәк һәм уларҙың
ғәмәле
(яһа
ған
һындары ла) нәжес һәм яраҡ
һыҙ
булыр.

140.

Муса
әйтте:


Аллаһ һеҙҙе бөтөн яралтыл
ғандарҙан
өҫтөн ҡуйҙы, ә мин һеҙгә Аллаһтан башҡа бер тәңре я
һайыммы?

141.

Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, һеҙҙе иң әшәке язалар менән йәберләп тотҡан Фирғәүендән
ҡотҡарҙыҡ. Улар һеҙҙең улдары
ғыҙҙы
ү
лтереп,
ҡатын-ҡыҙҙары
ғыҙҙы

ғына
иҫән ҡалдыра ине. Бына шунда Аллаһ Тәғәлә
һеҙҙе һынап ҡ
араны
ла инде.

142.

(Ғийбәҙәт
ҡылыр өсөн) Муса
ға
утыҙ төн вә
ғәҙә
иттек һә
м
у
ға
ун төндө өҫтәнек; шулай итеп, Аллаһ тә
ғәйенләгән
ваҡыт ҡырҡ төн булды. Муса ҡ
әрҙәше
Һарун
ға
әйтте:

—Халҡыбыҙ араһында етәксе булып минең урынға
һин ҡалаһың, уларҙы тура юл
ға
өгөтлә, (
ғәҙел
бул) юлдан яҙ
ған­дарға
эйәрмә, — тине.

143.

Тәғәйен
иткәнебеҙ ваҡытта Муса (Тур тауына) килде, Аллаһ менән һөйләшкән ваҡытта:

— Йә,
Раббым, зинһар, миңә күрен, Һине күрәһем килә, — тине.

Раббы
иһә:

— Һин
мине күрә алмаҫ
һың,
ләкин ана шул тау
ға
ҡара, әгәр ул үҙ урынында ҡала бирһә,

һин
дә мине күрерһең, — тине. Раббы тау
ға
тәьҫир итте (нурын һирпене), тауҙы (шартлатып) пыран-заран ки
лтерҙе.
Муса иһә һуштан яҙҙы. Аңына килгәс әйтте:


Дан Һиңә! Һинең сифатыңда кәмселек юҡ, тип аңланым, Һиңә тәүбә иттем. Иман
килтергәндәрҙең беренсеһ
е
мин.

144.

(Аллаһ)


Эй,
Муса, — тине. — Һиңә биргән вазифалар менән һә
м
һүҙем менән һине кешеләрҙ
ең
башлы
ғы
итеп һайланым. Биргәнемде ал һәм шөкөр ит.

145.

Нәсихәт һәм
бөтөн нәмәләрҙең асылына ҡағылыш­лы
нимә
бар, барыһын да таҡталарға
яҙып, Мусаға
бирҙек (һәм
әйттек):

– Быларҙы ал һәм ҡеүәтеңдән килгәнсә һаҡла, халҡыңа ла әйт, бында яҙылғандарҙың
иң яҡшыларын ҡәғиҙә итһендәр. Тиҙҙән мин һеҙгә юлдан яҙғандарҙың урынын
күрһәтәсәкмен.

146.

Ер йөҙөндә хаҡһыҙ рәүештә тәкәберләнгәндәрҙе аяттарымдан йыраҡлаштырасаҡмын.
Бөтөн аяттарыбыҙҙы күрһәләр ҙә, улар иман килтермәҫ. Тура юлды күрһәләр ҙә, ул
юлға төшмәҫтәр. Аҙғынлыҡ юлын күрһәләр, шул юлдан китерҙәр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға
сығарырға теләгәндәре һәм уларга иғтибарһыҙ ҡалғандарына күрә, улар (Аллаһ
тарафынан) шул хәлгә төшөрөлдө.

147.

Аяттарыбыҙҙы һәм Әхирәттә ҡауышасағыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәрҙең
ғәмәлдәре юҡҡа сыҡ­ты. Улар ҡылған гөнаһтарынан да артыҡ яза алыр, тип
уйлайһығыҙмы? (Улар ҡылған гөнаһтары өсөн генә яуап тота­саҡ.)

148.

(Муса ҡырҡ көн ғийбәҙәт ҡылырға, Аллаһ менән һөйләшергә Тур тауына киткәс) уның
ҡәүеме үҙ алтындарын йыйып, мөңрәй торған быҙау һыны яһатты. (Тәңребеҙ, тип шул
быҙауға табына башланылар.) Ул (быҙауҙың) үҙҙәре менән һөйләшә алмағанын, уларға
тура юлды күрһәтә алмағанын улар күрмәйме ни? Уны тәңре итеп табындылар һәм
залим булдылар.

149.

Улар хаталарын аңлап, ҡулдарына һуғылғас,  әйттеләр:

—  Әгәр Раббыбыҙ ярлыҡамаһа, рәхимлек ҡылмаһа, беҙ, мотлаҡ, зыян
күреүселәр араһында булырбыҙ, — тинеләр.

(«Ғәрәптәрҙә хата эшләгәнде аңлағас, аяныс хәлдәрҙә ҡалғанда, усты усҡа бәреп,
ике теҙгә һуғыу ғәҙәте бар ине. Был — ҡылған эшкә

үкенеү, асыныу ғәләмәте».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

150.

Муса асыныуынан ҡыҙған хәлдә ҡайтып:

— Мин киткәндән һуң һеҙ ниндәй хәтәр эштәр башҡар­ҙығыҙ,
Раббыбыҙҙың әмерен көтмәйенсә, ашығыс хата яһаны­ғыҙ, — тип ул ҡулындағы яҙыулы
таҡталарын ергә ҡуйҙы һәм ҡәрҙәшенең (Һарундың) сәсенән тотоп, башын үҙенә табан
тартты.

Туғаны:

— Әсәйемдең балаһы, был ҡәүем мине, ысындан да, көсһөҙ һананы һәм
мине үлтерә яҙҙы. Һин мине һүгеп, дошмандары­быҙҙы һөйөндөрмә, мине залимдар
рәтендә һанама, — тине.

(Әсәйемдең балаһы — бер туған ҡәрҙәштәр араһында оло хөрмәт менән әйтелә торған
һүҙ.)

151.

(Муса):

— Йә, Раббым, үҙемде лә, туғанымды ла кисер, зинһар, беҙҙе рәхмәтеңдән ташлама.
Сөнки Һин мәрхәмәтлеләрҙең дә иң мәрхәмәтлеһе бит, — тине.

152.

Быҙауҙы (тәңре) һанағандарға Раббының ғазабы төшәсәк һәм уларға донъя тормошонда
ла хурлыҡтар була­саҡ. Беҙ ялған уйлап сығарыусыларҙы шулай язалайбыҙ.

153.

Яманлыҡтар ҡылғандан һуң тәүбә итеп, иман килтергәндәрҙе Раббы, һис шикһеҙ,
ярлыҡар, ғәфү итер.

154.

Асыуы ҡайтҡандан һуң, Муса яҙыулы таҡталарын алды. Шундағы яҙыуҙарҙа Раббынан
(гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡҡандар өсөн вәғәз һәм мәрхәмәт (вәғәҙәһе) бар ине.

155.

(Аллаһ хозурында яуап тотар өсөн) ҡушҡан ваҡыт эсендә,
билгеләнгән урынға Муса үҙ халҡы араһынан етмеш кеше һайлап алып килде. Был
кешеләрҙе дәһшәтле ер тетрәүе тотҡас, Муса әйтте:

— Йә, Раббым, ихтыяр итһәң, мине лә, уларҙы ла башта уҡ һәләк иткән булыр инең.
Арабыҙҙағы бер нисә ахмаҡ кеше­нең гөнаһтары өсөн бөтөнөбөҙҙө лә һәләк итерһеңме
ни? Был бары тик беҙҙе һынап ҡарауың ғынамы? Һынау аша теләгәнеңде аҙаштырып,
теләгәнеңде тура юлға күндерергә маҡсат итәһең кеүек. Һин беҙҙең хужабыҙ, беҙҙе
ярлыҡа, беҙгә миһырбанлы бул, ярлыҡаусыларҙың иң күркәме — Һин! — тине…

156.

… беҙгә был донъяла ла, Әхирәттә лә гүзәл тормош әйлә. Һис
икеләнмәйенсә, беҙ Һиңә баш эйҙек.

Аллаһ бойорҙо:

—  Теләгән кешегә ғазап бирермен, мәрхәмәтем бөтөн нәмәгә етәрлек. Уны (гөнаһ
эшләүҙән) һаҡланғандарға, зәкәт биргәндәргә һәм аяттарыма инанғандарға (сауап)
яҙа­саҡмын.

157.

Ҡулдарындағы Тәүрәт менән Инжилдә яҙылған илсегә, өмми (уҡый-яҙа белмәгән)
Пәйғәмбәргә эйәргәндәр бар, бына шул Пәйғәмбәр уларға изгелек эшләргә ҡуша,
уларҙы яманлыҡтан тыя, уларға саф-паҡ нәмәләрҙе хәләл итә, әшәкеләрҙе харам
ҡыла. Ауырлыҡтан азат итә, (хорафат) сылбырҙарын сисә. Шул Пәйғәмбәргә инанып,
уға хөрмәт күрһәткән, уға ярҙамсы булған һәм уның менән берлектә индерелгән
нурға (Ҡөръәнгә) эйәргәндәр ҙә бар, бына шулар инде ҡотолор, рәхәткә ирешер.

158.

Әйт:

– Әй, кешеләр, дөрөҫтән дә мин күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы булған Аллаһ тарафынан
һәммәгеҙгә ебәрелгән илсемен. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре
булыр­ҙай һис бер кем юҡ. Ул терелтә лә, үлтерә лә. Шулай булғас, өмми Пәйғәмбәр
булған илсеһенә, Аллаһҡа һәм уның аяттарына инанып, иман килтергәндәр Аллаһҡа
йүнәлер һәм тура юлды табыр, — тип.

159.

Мусаның ҡәүемендә хаҡ менән тура юлды тапҡан һәм ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөүсе
бер төркөм бар.

160.

Беҙ уларҙы (Яҡуп нәҫелен) ун ике ҡәбиләгә бүлдек. Ҡәрҙәштәре
(сүлдә) унан һыу һораны, Мусаға:

— Ҡарышҡың (таяғың) менән ташҡа һуҡ, — тип бойорҙоҡ. Шул мәлде үк
унан ун ике шишмә бәреп сыҡты. Һәр ҡәбилә эсер өсөн үҙ шишмәһен билгеләне.
Һуңынан улар өҫтөнә болот ебәреп, күләгә яһаныҡ. Уларға Илаһи ҡөҙрәт хәлүәһе һәм
бүҙәнә ите ашаттыҡ.

— Һеҙгә биргән ризыҡтарының иң сафларын ғына аша­ғыҙ, — тинек.

Әммә улар (һүҙемде тыңламаҫтан) Миңә түгел, үҙҙәренә зыян эшләне.

161.

Уларға әйтелде:

—  Ошо шәһәргә урынлашығыҙ, теләгәнегеҙҙе ашағыҙ. Ҡапҡанан эйелеп керегеҙ һәм:
(Аллаһтан) ярлыҡау теләйбеҙ, тип әйтегеҙ. Хаталарығыҙҙы кисерербеҙ. Изгелек
ҡылғандар­ға алға табан тағын да күберәк муллыҡ бирербеҙ, — тип әйтелде.

162.

Ләкин уларҙың кәферҙәре үҙҙәренә әйтелгән һүҙҙе башҡа­һы менән алмаштырҙылар.
Беҙ ҙә сиктәрҙе уҙғандары өсөн шул кәферҙәр өҫтөнә Күктән яза индерҙек.

163.

Һин уларҙан диңгеҙ ярындағы халыҡтың хәле тураһында һораш. Нисек
итеп улар шәмбе көндө хөрмәтһеҙ­лек менән сиктәрҙе уҙҙылар. Шәмбе ял көнө ине,
һыуҙағы балыҡтар ташҡын-ташҡын булып яр ҡырына килде, ял булма­ған көндәрҙе
балыҡ килмәй ине. Боҙоҡ эш ҡылғандарҙы Беҙ шулай һы­найбыҙ.

(«Диңгеҙ ярындағы ул шәһәр Мәдйән менән Тур араһындағы Әйлә исемендәге ауыл ине.
Исраил тоҡомондағы халыҡ йомға көндө байрам итергә теләмәйенсә, ял көнө итеп
шәмбене билгеләне. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә уларға ял көнө – шәмбелә эшләүҙе,
балыҡ тотоуҙы тыйҙы. Ял булғас, ял итегеҙ, йәнәһе. Башҡа көндәрҙе яр буйына
балыҡ өйөрө килмәгәнгә күрә, улар ул көндө балыҡ тоторға ярамаһа ла, ҡанунды
боҙоп, күп итеп балыҡ тоттолар. Йәғни улар сиктәрҙе боҙҙолар. Был иһә Аллаһтың
хәйлә менән уларҙың ҡанундарға

турамы-юҡмы икәнен һынауы ине. Хаттин ашыу — сығырҙан сығыу, билгеләнгән
ҡәғиҙәләрҙе боҙоп, ситкә сығыу. Хәт — сик тигән һүҙ».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

164.

(Улар араһында хаттин ашмағандар ҙа бар ине)
ҡайһы
берҙәре (балыҡ тотоусыларҙы тәртип боҙмаҫҡа) өгөтләй башланы.

Башҡалары өгөтләүселәргә әйттеләр:

— Аллаһ барыбер уларҙы һәләк итәсәк һәм (Ҡиәмәттә) хәтәр яза
бирәсәк, шул халыҡты ни өсөн өгөтләйһегеҙ, — тинеләр. Өгөтләүселәр әйтте:

— Раббыбыҙ ҡаршыһында хөрмәт ҡаҙаныр өсөн, өгөттән һуң, бәлки, улар тәүбәгә
килер, тип өмөт иткән инек, — тинеләр.

165.

Улар үҙҙәрен өгөтләгәнде онотҡас, Беҙ ҙә әлеге өгөтләү­селәрҙе ҡотҡарҙыҡ,
сиктәрҙе уҙғандарҙы, ҡылған гөнаһтарына күрә, хәтәр яза менән язаланыҡ.

166.

Һүҙ тыңламайынса, тыйылғандарҙың сигенән сығырға теләгәндәргә
Беҙ:

— Мәхлүҡ маймылға әүерелегеҙ, — тинек.

167.

Раббың:

— Әлбиттә, Ҡиәмәт көнөнә саҡлы уларға иң яман яза бирәсәк кешеләрҙе ебәрәсәкмен,
— тип вәғәҙә итте. Шик юҡ, Раббың тиҙ хөкөм итеүселер, һәм Ул — ярлыҡаусы,
мәрхәмәт эйәһелер.

168.

Уларҙы төркөм-төркөм итеп Ер йөҙөнә тараттыҡ. Улар араһында ла яҡшы кешеләр бар;
яман­дары ла күп. Бәлки улар үҙгәрер (тура юлға баҫыр) тип улар­ҙы һәм именлек,
һәм дә яманлыҡ менән дә һынап ҡараныҡ.

169.

Уларҙан һуң алмашҡа донъяға тағын да яманыраҡ ғәҙәтле ҡәүем килде
һәм улар китапҡа (Тәүрәткә) вариҫ бул­ды. Улар фани донъяның юҡ-бар малына
ҡыҙыҡты.

— (Нимә генә ҡылһаҡ та, йәғни Тәүрәтты боҙһаҡ та) беҙ барыбер
ярлыҡанасаҡбыҙ, — тип.

Уларга тағын шундай ниғмәттәр килһә лә, улар һис тартынмайынса аласаҡ. Әйе!
Китапҡа Аллаһ хаҡында дөрөҫөнән башҡаны өҫтәмәйбеҙ, тип ант итмәнеләрме ни улар?
Китапҡа яҙылғандарҙы уҡыманылармы ни улар? Әхирәт йорто фәҡәт (гөнаһ эшләүҙән
һәм Аллаһтан) ҡурҡҡандар өсөн генә хәйерле булыр. Һеҙҙең аҡылығыҙ әле һаман шуға
ирешмәнеме ни?

170.

Китапҡа ныҡлап ышанып, намаҙҙы дөп-дөрөҫ итеп уҡығандарға, изгелек ҡылғандарға
Беҙ әжерен кәм итмәҫбеҙ.

171.

Бер ваҡыт (күләгә яһаусы болот кеүек итеп) Исраил тоҡомоның баш
осона тауҙы күтәрҙек; улар, өҫтөбөҙгә тау төшәсәк икән, тип ҡурҡтылар.

Беҙ уларға әйттек:

—  Һеҙгә биргәнемде (таҡтаға яҙылған Тәүрәтты) ҡеүәте­геҙҙән килгәнсә һаҡлаһағыҙ
(боҙмаһағыҙ) һәм шунда яҙылғандарҙы онотмаһағыҙ, ҡотолорһығыҙ, — тинек.

172.

Ҡиәмәт көнөндә:

– Беҙ бынан хәбәрһеҙ инек, – тип әйтмәһендәр өсөн, Раббың әҙәм
балаларынан, уларҙың тәненән тоҡомда­рын сығарҙы, уларҙы үҙенә шаһит итте һәм
әйтте:

— Мин һеҙҙең Раббығыҙ түгелме ни? — тине. Улар ҙа:

— Әлбиттә, шаһит булдыҡ (Һин беҙҙең Раббыбыҙ), — тинеләр.

173.

— Әүәлеңдә ата-бабаларыбыҙ Аллаһтан башҡалар­га табына ине; беҙ уларҙан һуң
килгән тоҡом (улар табын­ғанға табындыҡ); ялғанға эйәргәндәрҙең ҡылған эштәре
өсөн беҙҙе лә һәләк итерһеңме ни инде? — тип аҡланырға теләмәһендәр өсөн (шулай
эшләнек).

174.

Бәлки (бер Аллаһҡа ғына инанырҙар) инҡарсылыҡтан уаз кисерҙәр тип, аяттарыбыҙҙы
шулай тәфсилләп аңлатабыҙ.

175.

Һин уларға үҙенә аяттар индерелгән кеше тураһында уҡып күрһәт: ул аяттарымды
инҡар итте, шуға күрә, шайтан уны үҙ артынан эйәртте, ул кеше аҙғын юлға баҫты.

176.

Теләгән булһаҡ, һис шикһеҙ, аяттарыбыҙ ярҙамында Беҙ уны юғары дәрәжәгә күтәргән
була инек. Ләкин ул донъя малына йәбеште һәм ҡомһоҙлоҡ нәфсеһенә эйәрҙе.

Уның хәле хас эт тормошо кеүек ине. Янына табан
килә башлаһаң да, телен сы
ғарып
йыш-йыш һулар, янынан китһәң дә, телен аҫылындырып һулап ҡалыр. Бына,
аяттарыбыҙҙ
ы
ял
ғанға
сы
ғарырға
тырыш
ыусыларҙың
хәле шундай булыр. Был ҡ
иссаны
аңлатып бир, бәлки ҙә һабаҡ алырҙар.

177.

Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәрҙең хәле үҙҙәренә зарар эшләүсе
ҡәүемдеке кеүек — ямандыр.

178.

Аллаһ әмере менән барған
кеше тура юлды табыр. Ул аҙаштыр
ған
кеше күп зыян күрер.

179.

Дөрөҫө шул, Беҙ ендәр менән кешеләр­ҙең күбеһен йәһәннәм өсөн яралттыҡ.
Уларҙың йөрәктәре лә бар, ләкин зиһендәре юҡ, күҙҙәре лә бар — күрмәй, ҡолаҡтары
ла бар — ишетмәй. Улар хайуандар кеүек, хатта уларҙан да мәхлүг
ерәк.
Сөнки улар
ғәмһеҙ,
наҙан; Аллаһ һүҙҙәренә и
ғтибарһыҙ
ҡала бирәләр.

180.

Иң
гүзәл исемдәр Аллаһтың исемдәреҙер. Шулай бул
ғас,
шул гүзәл исемдәр менән до
ғалар
уҡы
ғыҙ.
Уның исемдәрен боҙ
оусыларҙы
ташлап китегеҙ. Ҡыл
ған
гөнаһтарына күрә, улар язаһын аласаҡ.

181.

Беҙ яралтҡан халыҡтар араһында шундай бер өммәт бар: һис туктамайынса Хәҡиҡәтте
(Аллаһ әмерҙәрен) алға ебәреүсе, ғәҙеллек урынлаштырыусы.

182.

Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙы, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, әкрен-әкрен
һәләкәткә килтерәбеҙ.

183.

Мин уларға кисектереү (бер аҙ ваҡыт, кисектереү, һынау ваҡыты) бирәм, әммә минең
язам (хәйләм) бик тә хәтәр буласаҡ.

184.

(Мөхәммәдтең) аҡылдан яҙмағанлығы тураһында ҡәүемдәштәре уйлап ҡараманымы ни? Ул
бары тик (алда ҡурҡыныс яза барлығы тураһында) иҫкәртеүсе генә.

185.

Күктәр һәм Ерҙәге төҙөк тәртип (менән идара итеүсе Аллаһ икәнле­ге) тураһында
уйлап ҡараманылармы? Аллаһ яралтҡан һәр нәмәгә иғтибар итеп, әжәлдең (бөтөн
донъя ғарасатының) киләсәгенә ышанып ҡарамайҙармы? Шулай булғас, улар (Ҡөръәндән
башҡа) тағын ниндәй китапҡа ышанырҙар икән инде?

186.

Аллаһ аҙаштырған кешегә Аллаһтан башҡа тура юл күрһәтеүсе булмаҫ. Һәм Ул уларҙы
аҙғынлыҡ эсендә аҙашҡан килеш ҡалдырыр.

187.

Һинән Ҡиәмәттең ҡасан киләсәге тураһында һорайҙар. (Әйтерһең дә,
һин быны бе­ләһең.)

Әйт һин уларға:


Был турала
ғы
мә
ғлүмәт
фәҡ
әт
Аллаһтың үҙендә генә
(ҙер),
— тип. — Уның ваҡытын Унан башҡа зат асыҡлай алмаҫ. Күктәр һә
м
Ерҙәгеләргә лә был ауыр мәсьәлә. Ул һеҙгә ҡ
апыл
килер, — тип. — Был турала
ғы
мә
ғлүмәт
фәҡ
әт
Аллаһтың үҙендә генә, — тип. — Кешеләрҙең был турала
ғилеме
юҡ.

188.

Әйт:


Мин Аллаһтың әмеренән башҡа үҙемә файҙа ла, за­рар ҙа эшләй ала тор
ған
көскә эйә түгел, — тип. — Әгәр ҙә мин серҙәрҙе белһә инем, әлбиттә, үҙемә та
ғын
да күберәк файҙа эшләгән булыр инем һә
м
миңә һис бер әшәкелек йоҡ­маҫ ине. Мин бары тик иман килтергәндәргә вә
ғәз
һөйләүсе һә
м
ҡ
ыуаныслы
хәбәрҙәр еткереүсе генә, — тип.

189.

Һеҙҙе
бер йәндән (Әҙәмдән) яралтҡан да, уның хозуры өсөн ҡатынын (Һауаны) яралтҡан да
— Улдыр. Ул уны

ҡаплағас,
(Һауа) еңел йөклө булды. Ул бер аҙ ваҡыт шулай йөрөнө. Йөгө ауырай
ғас,
Раббы
ға:


Әгәр ҙә Һин беҙгә изгелекле, кәмселекһеҙ бер бала бирһәң, беҙ, һис шикһеҙ, шөкөр
итеүселәрҙән булыр инек, — тип до
ға
ҡылдылар.

190.

(Аллаһ) уларға
сәләмәт бала биргәс, һуңынан кешеләр был баланы Аллаһҡа тиңләштерҙеләр. Аллаһ
улар тиңләштергәндән өҫтөн.

191.

Улар бит үҙҙәре яралтылған
кешеләр. Ҡулдарынан һис нәмә килмәгән, булдыҡ
һыҙ
шул нәмәләрҙе улар (Аллаһҡа) тиң һынайҙармы?

192.

Улар (уйҙырма Илаһтар) башҡаларға
ла, хатта үҙҙәренә үҙҙәре лә ярҙ
ам
итә алмаҫ.

193.

Тура юлға
са­ҡырһа
ғыҙ
ҙа, улар һеҙгә эйәрмәҫ; саҡ
ырмаһағыҙ
ҙ
а
эйәрмәҫ, һеҙгә барыбер (нәтижәһе булмаҫ).

194.

Аллаһты инҡар итеп, та­бына торғандарығыҙ
ҙа һеҙҙең кеүек ҡолдарҙыр. (Әйткәне­геҙ) дөрөҫ булһа, уларҙы (
ғийбәҙәт
ҡылып) саҡыры
ғыҙ,
улар һеҙгә (до
ғаларығыҙға)
яуап бирһен.

195.

Уларҙың (һындар­ҙың) йөрөр өсөн аяҡтары
бармы, әллә тота тор
ған
ҡулдары бармы, әллә күрә тор
ған
күҙҙәре бармы, юҡ
һа,
ишетә тор
ған
ҡолаҡ
тары
бармы? Әйт:


Табын
ғандарығыҙҙы
саҡыры
ғыҙ,
унан һуң үҙегеҙ бул­дыра ал
ғанса
миңә тоҙаҡ

ҡ
ороғоҙ,
миңә хатта күҙ асыр
ға
ла ирек бирмәгеҙ, – тип.

196.


Шик юҡ, минең ярҙамсым — Китап индергән Аллаһ. Ул бөтөн ихлас изгелеклеләрҙең
ярҙ
амсыһыҙыр.

197.

Аллаһтан башҡа һеҙ табына торған
һындар һеҙгә лә, үҙҙәренә лә ярҙ
ам
итерлек ҡ
еүәткә
эйә түгел.

198.

(Кәферҙәрҙе) тура юлға
сы
ғарырға
теләһәгеҙ, улар һеҙҙе ишетмәҫ, һин уларҙың һиңә ҡарап тор
ғандарын
күрерһең, ләкин улар һине күрмәҫ.

199.

(Эй,
Рәсүлем) һин ярлыҡаныу юлын тот (киң күңелле бул, кешеләрҙе кисерә бел).
Изгелеккә саҡыр һә
м
наҙ
андарҙан
йыраҡ тор.

200.

Шайтан һине (юлдан яҙырға,
гөнаһ ҡылыр
ға)
ҡоторта башлаһа, Аллаһҡа һыйын. Ул ишетеп-күреп тора.

201.

Тәҡүәлеккә
ирешкәндәргә шайтан ҡ
отортоуы
ҡа
ғыла
башлаһа, (Аллаһты иҫкә төшөрөп, зикер итәләр) һәм тура юлды бик тиҙ табалар.

202.

(Шайтандар иһә) дуҫтарын
(наҙандарҙы, боҙ
оҡлоҡҡа
тартыл
ғандарҙы)
аҙ
ғынлыҡҡа
һөйрәйҙ
әр,
унан һуң инде улар (тоҙаҡҡа эләккәндәрҙе тиҙ генә) ысҡындырмайҙар.

203.

Әгәр
ҙә һин улар
ға
мө
ғжизә
(аяттар) ки
лтермәйенсә
торһаң, улар:

—  (Ни
өсөн былай оҙаҡланың?) Үҙеңдән сы
ғарып
туплаһаң (һөйләһәң) ине, — тип әйтәләр.

Әйт:


Мин бары тик Аллаһ уахи иткән әмерҙәр буйынса


ғына

эш йөрөтәм. Был (Ҡ
өръән)
— Раббыбыҙҙан килгән күңел күҙҙәре­геҙҙе аса тор
ған
аяттарҙыр; иман килтергәндәр өсөн тура юл һә
м
мәрхәмәттер, — тип.

204.

Ҡөръән уҡылғанда бер тауышһыҙ тыңлағыҙ: һеҙ Аллаһтың ярлыҡауына юлығырһығыҙ.

205.

Иртәләрен, кистәрен үҙ алдыңа, ҡаты булмаған тауыш менән, ялбарыу менән, ҡурҡыу
менән Раббыңды иҫкә ал (ғийбәҙәт ҡыл, намаҙ уҡы). Хәбәрһеҙҙәрҙән (ғәмһеҙҙәрҙән)
булма.

206.

Шик юҡ, Раббы ҡатындағылар (фәрештәләр) Уға ҡоллоҡ итеүҙәре менән
тәкәбменәннмәйҙәр. Уны маҡтайҙар һәм бары тик Аллаһҡа ғына сәждә итәләр.