79. Нәзиғәт (Йолҡоп алыу)

1.

(Кәферҙәрҙең тәндәрендәге йәндәрен) һурып алыусы­ларҙың исеме менән,

2.

(мөьминдәрҙең йәндәрен) еңеллек менән алғандарҙың исеме менән әйтәмен,

3.

(Ер менән Күк араһында Аллаһ йомошо менән) осоп йөрөүселәрҙең исеме менән әйтәм,

4.

(кәферҙәрҙең йәндәрен – йәһәннәмгә, мөьминдәрҙекен йәннәткә урынлаштырыу эшендә)
ярыша-ярыша алда барғандарҙың исеме менән,

5.

(Аллаһ әмере менән) тәдбирҙәр ҡороп (алдан уйлап) эш йөрөткәндәрҙең исеме менән
әйтәм, тетрәргә тейешлеләр дәһшәтле тетрәгәндә,

6.

ул хәтәр көндө

7.

шуның артынан булырға тейешле хәлдәр булғас, барса кеше терелеп, ҡәберҙәренән
сығыр.

8.

Ул көндө барыһы ла йөрәктәре ярылырҙай булып (мөьминдәр киләсәк бәхет менән
ҡауышыу шатлығынан, кәферҙәр аласаҡ язаларын һиҙенеп) тетрәнер,

9.

күҙҙәре аҫҡа текәлгән булыр.

10.

(Гөнаһлылар донъяла саҡта) әйтә:

— Беҙ, үлгәс, ысындан да, яңынан элекеге хәлебеҙгә ҡай­тасаҡбыҙмы?

11.

Сереп, һөйәктәребеҙ таралып бөткәсме? – тип (көлкөгә алалар ине). –

12.

Улай булһа, был терелеп ҡай­тыу (беҙҙең өсөн) зыян буласаҡ.

13.

Шик юҡ, был эш (яңынан терелеү!) бер ауаздан (Сур­ҙан) һуң булыр.

14.

Шул саҡта уҡ улар терелеп, мәхшәрҙә буласаҡ.

15.

(Эй, Мөхәммәд) Муса тураһындағы риүәйәт һиңә килеп ирештеме?

16.

Нисек итеп Аллаһ изге Тува үҙәнендә уға өндәште:

17.

— Бар һин Фирғәүен янына, — тине. — Ул бик тә аҙҙы, хаттин ашты.

18.

Әйт һин уға: (кәферлегеңдән, аҙғын­лыҡ гөнаһтарыңдан) арынырға теләмәйһеңме? —
тип.

19.

Мин һине Аллаһты танырға
саҡырам. Аллаһты таны­һаң, Аллаһтан ҡурҡырһың, гөнаһ ҡылмаҫ
һың.

20.

(Муса китте, Фирғәүенгә) иң оло мөғжизә күрһәтте (таяғын йылан­ға әүерелде,
кеҫәһенән нур сәсеүсе ҡулын сығарҙы).

21.

Ләкин (Фирғәүен Мусаның ҡылғандарына ышанманы) уны ялғансыға сығарҙы.

(Аллаһҡа ҡаршы) кәфер һөйләне.

22.


Ахырҙа ул йөҙ сөйөрөп, китеп барҙы.

23.

Унан һуң ул халыҡ йыйып

24.


Һеҙҙең иң бөйөк алла
ғыҙ
ул – мин! — тип ҡысҡырҙы.

25.

Шуның арҡаһында Аллаһ уны Әхирәт көнөндә лә, донъялыҡта ла язаһы менән тотто.

26.

Шик юҡтыр, (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡҡандар өсөн был (хикмәттәрҙә) ғибрәттәр бар.

27.

Һеҙҙе яңынан терелтеү анһатыраҡмы (еңелерәкме), әллә Күкте бина ҡылыумы
(төҙөүме)?


Күкте Аллаһ яралтты. (Һеҙҙе яңынан терелт
еү
Күкте барлыҡҡа ки
лтереүҙән
дә анһат
ыраҡ.)

28.

Күктең бейеклеген Аллаһ билгеләне. Унан һуң ул уны камил бер тәртипкә ҡуйҙы.

29.

Төнөн ҡараңғы яһаны, көнөн яҡты итте.

30.

Унан һуң Аллаһ Ерҙе яҫтыҡ кеүек итте.

31.

Тупраҡтан һыу һәм үҫемлектәр сығарҙы.

32.

Тауҙарҙы бер­кетте.

33.

Мал-тыуарҙарығыҙ утлап йөрөһөн һәм һеҙ туйынһын өсөн.

34.

Бөтөн ҡурҡыныстарҙан да ҡурҡыныс көн килгәс,

35.

шул көндө кеше ни өсөн шулай донъя артынан (мал-байлыҡ артынан) сапҡанын аңлар.

36.

Күҙе булғандарға ул ялҡын (йәһәннәм) күрһәтелгәс,

37.

хаттин ашып аҙған­дар,

38.

донъя тормошона табынғандар

39.

бара торған урынының — Тамуҡ икәнен аңлар.

40.

Әммә Раббының (киҫәтеүҙәренән) ҡурҡҡан һәм нәфсе һәүәҫлегенә юл ҡуйма­ған
кешенең

41.

барасаҡ урыны — йәннәт булыр.

42.

Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан килеп баҫасағы тураһында (Мөхәммәд) һинән һорарҙар.

43.

Уға ҡағылышлы мәғ­лүмәт һиңә ҡайҙан килһен?

44.

Ҡиәмәт көнө киләсәк ахыр көн бары тик Аллаһ хозурында ғына.

45.

Һин (Аллаһ язаһынан) ҡурҡыусы кешеләрҙе киҫәтеүсе, хәбәр биреүсе генә.

46.

Ҡиәмәт көнөн күргәс, уларға донъяла өйләгә саҡлы — ярты көн, өйләнән һуң ярты
көн генә торған кеүек тойолор.