77. Мүрсәләт (Йомош менән ебәрелгән)

1.

Изгелек таратыу
өсөн берһе артынан берһе күндерелгөн (фәрештәләр, пәй
ғәмбәрҙәр
исеме менән)

2.

дәһшәт менән иҫә торған
(нәжесте, сүп-сарҙы өйөрөп алып китеүҙе) елдәр,

3.

(дөрөҫлөк һәм изгелек) таратыусылар,

4.

(ҡайҙа хәҡиҡәт,
ҡ
айҙа
ял
ғанды)
айырып тор
ғандар,

5.

Аллаһтың киҫәтеүҙәрен
ирештер
еүселәрҙең
исеме менән ант итәм:

6.

ярлыҡаумы ул йәки ҡурҡытып киҫәтеүме,

7.

белеп тороғоҙ,
вә
ғәҙә
ителгән Көн, һис шикһеҙ, киләсәк.

8.

Йондоҙҙар һүндерелеп,

9.

Күк йөҙө
ярыл
ғас,

10.

тауҙар ҡубарылып, туҙанға
әүерелгәс,

11.

пәйғәмбәрҙәргә
Ҡ
иәмәттең
ҡасан буласа
ғы
әйтелер,

12.

Хөкөмдөң ҡайһы көнгәсә кисектереләсәге хәбәр ителер.

13.

Хаҡ менән ялғанды
айыр
ыу
көнөнә саҡлы кисектереләсәк.

14.

Айырыу
көнөнөң ни
мә
икәнен (Беҙ әйтмәһәк) һин ҡайҙ
ан
белерһең?

15.

Ул
көндә (Ҡ
өръән
аяттарын) ял
ғанға
сы
ғарған
кешеләргә, ай-һай, ауыр булыр.

16.

Әүүәл йәшәгән ҡәүемдәрҙе беҙ шулай һәләк итмәнекме?

17.

Уларҙан һуң килгән кәферҙәрҙе лә уларҙың артына тағырбыҙ.

18.

Гөнаһлыларҙы Беҙ ана шу­лай яуапҡа тартасаҡбыҙ.

19.

(Аллаһтың аяттары һәм пәйғәм­бәрҙәрҙең
өгөттәрен) ял
ғанға
сы
ғарырға
маташҡандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡ
ос
яман булыр.

20.

Беҙ һеҙҙе юҡ дәрәжәһендәге шыйыҡлыҡ тамсыһынан (орлоҡтан) яралтманыҡмы?

21.

Уны ышаныслы урынға
(әсә ҡарынына) ур
ынлаштырҙыҡ.

22.

Мәғлүм
бер


в
аҡытҡа
саҡлы.

23.

Беҙ быны ҡөҙрәтебеҙ
менән тәҡдир иттек. Беҙ шундай ҡ
өҙрәткә
эйә.

24.

өҙрәтебеҙҙе)
ял
ғанға
һана
ғандарҙың
Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡ
ос
яман булыр.

25.

Беҙ Ерҙе барсағыҙҙы
бергә йыйыр өсөн майҙан итеп яралтманыҡмы?

(«Разве не сделали Мы так, что притягивает к себе земля.
Мәүләнә Али тәфсиренән. )

26.

Тереләрҙе лә, мәйеттәрҙе лә (ерҙә бар иттек).

27.

Шунда бейек ныҡ тауҙарҙы бар иттек. Һеҙгә татлы һыуҙар эсертмәнекме?

28.

(Ошо ниғмәттәрҙе) ялғанға һанағандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман
булыр.

29.

(Ул көндө кәферҙәргә
әйтелер):


Әйҙәгеҙ, һеҙ ял
ғанға
һана
ғанға
(йәһәннәмгә) керегеҙ!

30.

Барығыҙ, (йәһәннәмдең) өҫкә айырыла торған күләгәһенә керегеҙ.

31.

Ул
күҙгә рәхәтлек бирмәҫ. Ул ялҡынынан да һаҡламаҫ.

32.

Ул ут шундай ялҡындар ата, һәр ял­ҡыны ҙур һарай кеүек булыр.

33.

Һәр бер осҡоно һап-һары ата дөйәләр кеүек ҙур булыр.

34.

Ул көндө (йәһәннәмде) ял­ғанға һанағандарҙың хәлдәре ҡот осҡос яман булыр.

35.

Был көн телдәрҙең тотлоғасаҡ көнө булыр.

36.

Ғәфү һорарға теләһәләр ҙә, уларға рөхсәт бирелмәйәсәк.

37.

Ялғанға һана­ғандарҙың ул көндө хәлдәре ҡот осҡос яман булыр.

38.

Был көн (ямандан яҡшыны) айырыу һәм хөкөм көнө булыр.
Ул
көндө Беҙ һеҙҙе лә, әүүәлгеләрҙең барыһын да бергә туплаясаҡбыҙ.

39.

Хәйлә ҡорорға уйлаһағыҙ, һеҙ уны Миңә ҡаршы ҡороп ҡарағыҙ.

40.

(Ҡиәмәтте) ялғанға һанағандарҙың ул көндө хәле ҡот осҡос яман булыр.

41.

Һис шикһеҙ, саф мосолмандар шишмә буйындағы күләгәләр аҫтында рәхәт сигәр.

42.

Улар күңелдәре теләгән емештәр араһында булыр.

43.

Мөьминдәргә әйтелер:


Ҡыл
ған
изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп аша
ғыҙ,
эсе­геҙ!

44.

Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ.

45.

Ялғанға һанағандарҙың ул көндәге хәле бик яман булыр.

46.

(Әй, кәферҙәр, фани донъяла) ашағыҙ-эсегеҙ, рәхәтләнеп (ләззәтләнеп) ҡалығыҙ.

Шик юҡтыр, һеҙ гөнаһлыларһығыҙ.

47.

Ялғанға һанағандарҙың хәле ҡот осҡос яман булыр.

48.

(Аллаһҡа) буйһоноғоҙ, тип әйткәс, улар буйһонма­ны.

49.

(Ҡиәмәтте) инҡар иткәндәрҙең хәле ҡот осҡос яман булыр.

50.

Улар иман килтерһен өсөн тағын ниндәй китап индерергә кәрәктер?