76. Инсан (Кеше)

1.

Хаҡтыр, әҙәм затының
исеме лә, есеме лә булма­
ған
саҡтан алып, (әҙәм зат
ы
барлыҡҡа килгәс) оҙаҡ замана­лар уҙып китмәнеме?

2.

Хәҡиҡәт
шулдыр, Беҙ кешене ҡатнашма ярал­
ғынан
яһаныҡ. Уны һынап ҡарар өсөн, ишет
еү,
күр
еү
һәләте бирҙек.

3.

Хаҡтыр, Беҙ уға
тура юл күрһәттек. Теләһә, шөкөр ҡылыусы булыр, теләмәһә кәферлекте


һ
айлар.

4.

Хаҡтыр, беҙ кәферҙәр өсөн сылбырҙар, тимер бығау-ҡыршауҙар
һәм ялҡынлы ут әҙерләп ҡуйҙыҡ.

5.

Әлбиттә, изгелекле кешеләр иһә кәфур майы (камфора) ҡушылған
эсемлектәр эсер,

6.

Аллаһтың иғтибарына
лайыҡ бәндәләр эсә тор
ған
ул шәрбәт шишмәһе өҙлөкһөҙ а
ғып
то­рор.

7.

Ул
бәндәләр, дәһшәте һәр ерҙә мә
ғлүм
бул
ған
шул көндән (Ҡ
иәмәт
яуабынан) ҡурҡып, анттарына то
ғро
ҡалыр, вазифаларын теүәл үтәрҙәр.

8.

Үҙҙәре лә фәҡир
бул
ыуға
ҡарамаҫтан, һуң
ғы
ризыҡ
тарын
мохтаждар
ға,
йәтимгә, әсир кешегә бирер.

9.

Улар
хәйерселәргә:


Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалы
ғын
алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ.

10.

Ысындан да, беҙ ситен
(ауыр)

һәм хәтәр бер көндөң


ғ
азабынан
ҡурҡабыҙ, — тип әйтерҙәр.

11.

Бына шуның арҡаһында Аллаһ ул көндө уларҙы әфәттән ҡотҡарыр, сырайҙарына нур
өҫтәр, күңелдәренә ҡ
ыуаныс
бирер.

12.

Түҙем (сабыр) булғандарына
күрә, Аллаһ улар
ға
йәннәтте ебәк кейемдәре менән бүләк итер.

13.

Шунда урындыҡтарға
ҡырын ятып, эҫҫе лә, һалҡын да булма
ған
мөхиттә,

14.

йәннәт ағастарының
күләгәһендә, үрелеп кенә ала тор
ған
емештәр ашап, истирәхәт ҡылырҙар.

15.

Улар­ға
көмөш кувшиндарҙан бәллүр касаларҙ
а,

16.

көмөшһыу та­шаяҡ һауыттарҙа, йәндәре теләгәнсә (йәннәт шәрбәте) өләшеп йөрөрҙәр.

17.

Шунда зәнйәфил һуты ҡатыштырыл­ған
эсемлек һалын
ған
каса бирерҙәр.

18.

Шундағы
шишмәнең исеме Сәлсәбил тип атала.

19.

Мәңге йәш саф егеттәр тирә-йүндә хеҙмәт күрһәтеп йөрөр. Ул егеттәрҙең сафлығы,
әйтерһең дә, сәселгән ынйы бөртөктәре.

20.

Ул
йәннәтте күрер булһаң, шаҡ ҡатырһың. Ул — ни
ғмәт,
сикһеҙ гүзәллек солтанаты.

21.

Уларҙың өҫтөндә ҡалын-йоҡа йәшел ебәк кейемдәр булыр,

у
лар
көмөш беләҙектәр кейгән булыр. Аллаһ улар
ға
саф, татлы эсемлек кенә эсерер.

22.

Хаҡтыр, Аллаһ юлында күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ өсөн, вәғәҙә
ителгән әжер ошо булыр.

23.

(Эй,
Мөхәммәд) Ысынлап та, Ҡ
өръәнде
һиңә Беҙ өлөшләп индерҙек. (Уны башҡа зат индерә алмай.)

24.

Аллаһтың хөкөмөн сабыр

ғ
ына
көт; һис бер иманһыҙ
ға
һәм гөнаһлы
ға
эйәрмә.

25.

Иртә-кис Аллаһ исемен зикер ит.

26.

Төндөң бер өлөшөн Уға
сәждә итеп уҙҙыр, төндөң оҙ
он

ваҡытында
ла тәсбих тарт.

27.

Хаҡтыр, кешеләр күҙ асып йомғансы
уҙып китә тор
ған
фани донъя
ға
мөкиббән һәм киләсәктә баштарына төшәсәк (Әхирәт) көндө оноталар.

28.

Уларҙы Беҙ юҡтан бар иттек һәм уларҙың теҙ быуындарын
ныҡ иттек. Әгәр их­тыяр итһәк, (уларҙы юҡ итеп) улар урынына бүтәндәрҙе бар
ҡылыр инек.

29.

Шик юҡтыр, был — бер өгөт-нәсихәт. Телә­ге булған
кеше Раббы
ға
йүнәлер.

30.

Һеҙ теләгәндәр фәҡәт
Аллаһ әмере менән генә тормошҡа ашар. Шик юҡ, Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. Ул
— хикмәт эйәһе
лер.

31.

Ихтыяр иткән кешеһен Ул рәхмәтенә бағышлар.
Кәферҙәр өсөн хәтәр


ғ
азап
бирер.