73. Мүзәммил (Ябынған)

1.

Эй, бөркәүес ябынған (Мөхәммәд)!

2.

Төндөң бер өлөшөндә йоҡлама, намаҙ уҡы.

3.

Төндөң яртыһы йәки унан әҙерәк ваҡытында ғибәҙәт ҡыл.

4.

Йәки төндөң яртыһынан күберәк ваҡытында Ҡөръәнде ашыҡмайынса, асыҡ итеп уҡы.

5.

Хаҡтыр, Беҙ һиңә әһәмиәте ғәйәт ҙур, һүҙ (Ки­тап) йөкләрбеҙ.

6.

Төндә тороу (Ҡөръән уҡыу) — шик юҡ, сауап мәсьәләһендә ғәйәт тәьҫирлелер,
һүҙҙәрҙең ҡеүәтен арттыра.

7.

Сөнки көндөҙөн һинең мәшәҡәттәрең күп була.

8.

Раббыңдың исемен әйтергә онотма. Бөтөн барлығың менән Уға йүнәл.

9.

Ул — Көнсығыштың да, Көнбайышның да Раббыһылыр. Унан башҡа Аллаһ тип әйтерлек
ҡөҙрәт эйәһе юҡ. Шулай булғас, бары тик Аллаһ яҡлауына күсегеҙ.

10.

Уларҙың (мөшриктәрҙең) һүҙҙәрен сабыр тыңла, һәм уларҙан бик әйбәтләп кенә
айырыл.

11.

Байлыҡ эсендә йөҙөүсе һәм хаҡ динде ялған тип әйтүселәрҙе Минең хөкөмөмә ҡалдыр,
һәм уларға бер аҙ ваҡыт бир.

12.

Хаҡтыр, беҙҙең янда улар өсөн бығауҙар һәм ут бар.

13.

Боғаҙҙарынан үтмәҫ ризыҡ һәм хәтәр яза ла бар.

14.

Ул көндө Ер йөҙө һәм тауҙар тетрәр. Тауҙар ағып китә торған ҡом кеүек булыр.

15.

Фирғәүенгә бер пәйғәмбәр күндергән кеүек, һеҙгә лә нәҡ шулай, ҡылғандарығыҙға
шаһитлыҡ ҡыласаҡ бер Пәйғмбәр күндергән инек.

16.

Әммә Фирғәүен ул пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. Беҙ ҙә уны ауыр, ситен рәүештә
язаланык.

17.

Кәфер итһәгеҙ, балаларығыҙҙың сәсен ағартырлыҡ дәрәжәләге хәтәр көндәге
язаларҙан нисек ҡотола алырһығыҙ икән?

18.

Ул дәһшәттән хатта Күк йөҙө ярыласаҡ. Аллаһтың вәғәҙәһе маҡсатына ирешәсәк.

19.

Бына был аңлат­ҡан нәмәләребеҙ — өгөт, ғибрәттер.

Теләгән кеше Раббы
ға
алып бар
ыусы
тура юлды тотор.

20.

(Эй,
Мөхәммәд) хаҡтыр, һинең менән бергә бул
ған
кешеләрҙең, әҙ тигәндә, төндөң өстән икеһен, ҡайсаҡ
тарҙа
яртыһын, ҡайсаҡ
тарҙа
өстән берен йоҡламайынса намаҙ уҡы­
ғандарын
Раббы белә. Төн һәм көн


в
аҡыттарын
Аллаһ бил­геләй. Ул һеҙҙең төн


в
аҡыттарын
самалап бөтөрмәгәнегеҙҙе белә, шу
ға
күрә, Ул тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итә. Ҡ
өръәндең
үҙегеҙгә еңел бул
ған
өлөштәрен уҡы
ғыҙ.
Ара
ғыҙҙа
сирле кешеләр ҙә, Аллаһ бирәсәк ризыҡ
ты
эҙләп, сәфәр сыҡҡан­дар ҙа бар һәм Аллаһ юлында һу
ғышып
йөр
өүселәр
ҙә бар. Аллаһ уларҙың барыһын да белә. Улар ҙа (шарттарына күрә) Ҡ
өръәндең
үҙҙәренә ҡулай өлөштәрен генә уҡыһын. Намаҙҙы дөрөҫ уҡы
ғыҙ.
Зәкәтте биреп бары
ғыҙ
һә
м
Аллаһ әжер бирһен тип, алдан уҡ изгелек ҡылы
ғыҙ.
Ҡыл
ған
и
згелегегеҙ
һеҙҙең өсөн та
ғын
да хәйерлерәк әжер буласаҡ. Аллаһтан ярлыҡау һора
ғыҙ.
Шик юҡ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле.