70. Мәғәриж (Баҫҡыс буйлап)

1.

Берәүһе хәтәр яза килеүен (йүрей генә) һораған булды.

2.

Кәферҙәр өҫтөнә төшәсәк (был ғазапты) бер кем дә кире ҡайтара алмай.

3.

Ул (ғазап) дәрәжәләргә күтәрелеү эйәһе Раббы тарафынан буласаҡ.

4.

Фәрештәләр ҙә, рух та (Жәбраил дә) дәрәжә баҫҡыстары буйлап, оҙонлоғо илле мең
йыл булған араны бер көндә менеп етерҙәр.

5.

Шуға күрә, һин (Мөхәммәд, кәферҙәрҙең йәберҙәренә) һоҡланырлыҡ сабырлыҡ менән
түҙ, сыҙа.

6.

Хаҡтыр, (Кәферҙәр) быны (Ҡиәмәтте): хәҙер генә килмәҫ, ул әле йыраҡ, тинеләр.

7.

Беҙ уны яҡын итеп күрәбеҙ.

8.

Ул көндө Күк йөҙө эрегән баҡыр төҫөнә керер.

9.

Ул көндө тауҙар тетелгән йөн кеүек буласаҡ.

10.

Һис бер дуҫ икенсе дуҫтың хәлен белмәҫ (һорашмаҫ).

11.

Улар бер-берҙәрен күрер (ләкин хәл-әхүәл һо­рашыу булмаҫ). Ул көндө гөнаһлы
язанан ҡотолор өсөн улдарын,

12.

ҡатынын, аға-энеһен,

13.

үҙенә торорға ҡыуыш һәм ашарға ризыҡ биргән нәҫел-нәсәбен,

14.

Ер йөҙөндә кем бар — барыһын да ҡорбан итергә әҙер булыр. (Бары тик үҙе генә
ҡотолһон.)

15.

Ләкин — ниндәй
файҙа! Йәһәннәм — тамуҡ уты

16.

уны (гөнаһлы кешене) башы­нан аяғына ҡәҙәр ялмап алыр.

17.

Ул (ҡот осҡос ялҡын хәтәр ҡөҙрәт менән имандан) ҡасҡандарҙы үҙенә тартып-саҡырып
торор.

18.

(Байлыҡ, мал) йыйып, йоҙаҡта бикләп тот­ҡандарҙы (тамуҡ ялҡыны) үҙенә һурыр.

19.

Хаҡтыр, кеше хөсөтлө һәм сабырһыҙ, түҙемһеҙ итеп яралтылған зат.

20.

Башына бәлә килһә, ярҙам һорап аҡыра башлай.

21.

Уға
байлыҡ килһә, һаранлана.

22.

Һәр саҡ намаҙҙа Аллаһҡа сәждә итеүселәр ундай түгел.

23.

24.

Малдарының
мә
ғлүм
бер өлөшө

25.

һораныу­сы
һәм (
һорамаусы)
мохтаж
дарға
тейеш, тип


ғә
мәл

ҡылғандар
(хәйер-саҙа
ҡа,
зәкәт биргәннәр),

26.

хисап һәм яза көнө киләсәк, тип инанғандар,

27.

Аллаһтың (язаһынан) ҡу­рҡҡан,

28.


хаҡтыр, Раббының


ғ
азабынан
бер кем дә ситтә ҡалмаҫ (бер кем дә: мин —мосолман, миңә Аллаһ яза бирмәҫ, тип
ҡурҡмайынса


ғ
ына
йәшәргә тейеш түгел);

29.

ғиф­фәттәрен
(оят ерҙәрен) һаҡла
ғандар;

30.

үҙ
ҡатындарына, йәриәләренә яҡынлыҡ ҡыл
ғандар,
ысындан да,


ғәй
епләнмәҫ.

31.

Әммә быларҙан тыш (башҡа никахһыҙ ҡатындар, сит-ят ҡыҙҙар) ар­тынан йөрөүселәрҙе
Беҙ хаттин ашҡандар (хәләлдән харам
ға
күскәндәр) рәтенә ҡуясаҡбыҙ.

32.

Аманат һаҡлағандар,
антҡа то
ғро
бул
ғандар,

33.

дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылғандар,

34.

дөрөҫ итеп намаҙ уҡығандар,

35.

барыһы ла (шәрәф һәм
ғи
ззәт
алып) йәннәт баҡ
саларында
йөрөр.

36.

(Эй,
Мөхәммәд) ни
мә
бул
ған
улар
ға
(кәферҙәргә, мөшриктәргә, монафиҡ
тарға)?
Аҡылдан яҙ
ғандармы?
Улар өйөрөлө­шөп,

37.

уңдан да, һул тарафтан да һинең яныңа ырғыла.

38.

Улар шулай итеп, һәр береһе йәннәт баҡсаларына
ке­рергә ашҡынамы?

39.

Өмөттәре бушҡа!
Улар үҙҙәренең ниндәй тоҡ
омдан
(балсыҡтан) яһал
ғанын
бик яҡшы белә.

40.

Юҡ! (Эш улар уйлағанса
булмаҫ.) Көнсы
ғыш-көнбайыш
(бөтөн


ғә
ләм)
хужаһының исеме менән ант итеп әйтәм:

41.

әлбиттә, Беҙ улар урынына үҙҙәренән дә яҡшыраҡ ха­лыҡты
килтереп ҡуйыр
ға
ҡ
өҙрәтлебеҙ;
был эштә Беҙҙән ал
ға
сы
ға
алырлыҡ ҡ
еүәт
юҡ.

42.

(Эй,
Мөхәммәд) хәҙер һин инде уларҙы ташла. Вә
ғәҙә
ителгән көнгә (Ҡ
иәмәткә)
саҡлы гөнаһ эсендә типтерә-уйнай торһондар.

43.

Ул
көндө улар ҡ
әбер­ҙәренән
ҡубарылып сы
ғыр
ҙа, баҫтырып ҡуйыл
ған
һындар­
ға
таба
н
а
ғылған
һымаҡ, шашып йүгерә башлар.

44.

Һуңынан хурлыҡтан
ҡараштары аҫҡа текәлер, улар рисуай булыр. Бына был көн улар
ға
(күптән, фани донъяла уҡ) вә
ғәҙә
ителгән Мәхшәрҙер.