6. Әнғәм (Мал-тыуар)

1.

Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, ҡараңғылыҡты
һәм яҡтылыҡ
ты
бар иткән Аллаһҡа маҡтау һә
м
дан. (Шу
ға
ла ҡарамаҫтан)
кәферҙәр У
ға
тиң зат тип, ял
ған
тәңреләргә та­бына.

2.

Һеҙҙе балсыҡтан яралтып, һуңынан мөддәт биргән (әжәлле иткән) дә Улдыр.
Уның хозурында та
ғын
бер мөддәт (Ҡ
иәмәт
көнө)
бар һәм һеҙ әле һаман (Аллаһ ҡыл
ғандарға)
шикләнәһегеҙ.

3.

Күктәрҙә һәм
Ерҙә ул Аллаһ. Һезҙҙең йәшерен ҡыл
ғанығыҙҙы
ла, асыҡтан-асыҡ эшләгәндәрегеҙҙе лә белеп тороусы, ни
мә
ҡаҙанһа
ғыҙ,
шуны белеүсе.

4.

Улар (кәферҙәр) Раббынан ниндәй генә аяттар килһә лә, йөҙ сөйөрҙөләр.

5.

Шуға
күрә, үҙҙәренә Хәҡ
иҡәт
өръән)
иңгәс, уны тиҙ генә ял
ғанға
сы
ғарырға
тырыша башланылар. Ләкин уларҙың (Ҡ
өръәнде)
көлкөгә ҡалдырыр
ға
тырыш
ыуҙары
тураһында хәбәр (яза) тиҙҙән киләсәк.

6.

Үҙҙәренән элек килеп киткән күпме нәҫелдәр­ҙе һәләк иткәнебеҙ тураһында улар
белмәйҙәрме ни? Юҡ
һа,
беҙ улар
ға
һеҙгә биргән шар
ттар
кеүек шарттар бирҙек, үҙҙәренә Күктән мул итеп ям
ғырҙар
яуҙырҙыҡ, аяҡ аҫ
тарынан
йыл
ғалар
а
ға
тор
ған
иттек. Гөнаһтары арҡаһында, беҙ уларҙы һәләк ҡылдыҡ. Һә
м
уларҙан һуң да яңы тоҡ
омдар
барлыҡҡа ки
лтер­ҙек.

7.

Әгәр ҙә Беҙ һиңә ҡағыҙға
яҙыл
ған
бер Китап индереп, улар шул Китапты тотоп ҡ
арағас:

— Был сихырҙан
башҡа нәмә түгел, — тип инҡар итерҙәр ине.

(«Ҡөръән
Жәбраил фәрештә аша Пәй
ғәмбәребеҙгә
индерелде. Ләкин индерелгән аяттар китап хәлендә түгел ине, Пәй
ғәмбәребеҙ
ул аятта
рҙы
яттан өйрәтеп, кешеләргә тарата ине. Ләкин
кәферҙәр
иһә ул аяттарҙ
ы
инҡар итеп, аяттарҙ
ың
ҡ
ағыҙға
яҙыл­
ғанын
күрергә теләнеләр. Аллаһ Тә
ғәлә
аяттарын Ҡ
өръән
хәлендә индергәс тә, кәферҙ
әр
инанманылар. Сөнки унан әүүәл Муса пәй
ғәмбәргә
яҙыл
ған
Тәуратты индергәс тә улар у
ға
инанманы».
Садретдин
Ғүмүш тәфсиренән.)

8.

— Әгәр ҙә
уға (Пәйғәмбәр янына күҙебеҙгә күренерҙәй) берәй фәрештә индерелһә ине, –
тинеләр. – (Беҙ уға инаныр инек.)

Әгәр ҙә Беҙ шундай (кеше күҙенә күренә торған, тауышы ишетелә торған)
фәрештә төшөргән булһаҡ, әлбиттә, эш тамам булыр ине, (улар инде күҙ асыр
дәрәжәлә булмаҫ ине).

9.

Әгәр ҙә
Пәйғәмбәрҙе беҙ фәрештә итеп, яңынан уны әҙәм һүрәтенә керетеп индерһәк, йәнә лә
тағын да ҡараңғы­раҡ шөбһәлә ҡалған булыр инегеҙ.

(Пәйғәмбәр
— ул кеше. Шуға күрә кәферҙәр: һин дә беҙҙең кеүек ғәҙәти кеше, ниңә әле беҙ
һинең Аллаһ илсеһе икәнеңә ышанырға тейеш?—тип әйтәләр. Әгәр Аллаһ фәрештәне
кеше ҡийәфәтендә кешеләр араһына индерһә, кешеләр уны ла ғәҙәти кеше, тип
уйлаған булыр ине. Кәферҙәр барыбер иман килтермәҫ ине. Ни өсөн һуң Аллаһ Тәғәлә
фәрештәләрҙе үҙ ҡийәфәттәрендә индермәй? — тигән һорау­ға яуап бик ғәҙел:
фәрештәләр нурҙан яралтылған, әгәр ҙә улар кеше күҙенә күренә ҡалһалар, кешеләр
аңламаҫтар, уларҙы ҡабул итә алмаҫтар ине. Кешенең аңы ул төшөнсәләрҙе ҡабул
итер дәрәжәлә түгел, күрәһең. Аллаһ ғәләмдең бөтөн серҙәрен асып һалһа, кешелек
аҡылдан яҙыр ине. Электрон, нейтрино, квазарҙар­ҙы ла бик тар ғына аңлайҙар,
ғәҙәти кешенең быға башы етмәй. Килер заман, улар ғәҙәти халыҡ өсөн дә аңлайышлы
булыр. Йәки: бөтөн халыҡ шуны аңлар дәрәжәгә үҫеп етәр.)

10.

Һиңә ҡәҙәр килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар мыҫҡыл итте, мыҫҡыллағандары ҡәҙәр улар
язаһын да алдылар.

11.

Әйт һин уларға:


Донъя буйлап сәйәхәт итегеҙ һә
м
пәй
ғәмбәрҙәрҙе
«ял
ған­сы»
тип мыҫҡылла
ған
кешеләр менән ни
мә
бул
ғанын
күрер­һегеҙ, — тип.

12.

Тағы
әйт һин улар
ға:

— Күктәрҙәге һәм
Ерҙәге нәмәләр кемдеке? — тип. — Улар барыһы ла Аллаһтыҡы, — тип. — Ул рәхмәтле
бул
ыу­ҙы
Үҙ өҫтөнә алды.

Һис шикһеҙ киләсәк Ҡиәмәт көнөндә Ул һеҙҙе Үҙ хозу­рына йыйыр. Иман килтермәгән
кешеләр үҙҙәренә үҙҙәре зарар килтереүселәрҙер.

13.

Төнөн дә, көндөҙөн дә хәрәкәттә йәшәгән барсаһы Аллаһтыҡыҙыр. Ул ишетеп, күреп
тороусыҙыр.

14.


Әйт һин:


Күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар иткән; ашатыусы, ләкин Үҙе ашауға мохтаж булмаған
Аллаһтан башҡа бер заттымы Уға тиң күрәйем? – тип һәм тағын әйт: – Иң беренсе
мосолмандарҙың алдынғыһы булыу миңә йөкләнде. Мөшрик була күрмә, тип әйтелде, —
тип.

15.

Әйт Һин:


(Хәтәр көндөң, Әхирәттең)

ғазабынан
ҡурҡҡан
ға
күрә, мин Аллаһҡа ҡаршы

булмайы
м,
– тип.

16.

Кем ул Көндө
ғазаптарҙан
ҡотола, тимәк, шул кеше Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ бул
ған.
Был мотлаҡан (абсолют) ҡотолош булыр.

17.

Әгәр ҙә Аллаһ һиңә бер бәлә килтерһә,
Аллаһтан баш­ҡа берәү ҙә ул бәләнән һине ҡотҡара алмаҫ. Әгәр ул һиңә бер ни
ғмәт
ки
лтерһә
(уны ла берәү ҙә һинән тартып ала

а
лмаҫ).
Ы
сынлап
та
,
Аллаһ һәр нәмәгә ҡ
өҙрәтле.

18.

Ул
ҡолдары менән идара итә, һәр нәмәгә хужа һә
м
еңеүсеҙер. Ул хөкөм хужаһы һә
м
һәр нәмәнән Ул хәбәрҙар.

19.


Иң яҡшы шаһитлыҡ ниндәй шаһитлыҡ? — тип һора һәм былай яуап бир: Минең менән
һеҙҙең ара
ғыҙҙа
Аллаһ шаһит, – тип. — Был Ҡ
өръән
һеҙҙе һәм бәли
ғлеккә
ирешкәндәрҙе киҫәтер һә
м
нәсихәтләү өсөн миңә индерелде. Аллаһ менән бергә башҡа Илаһтарҙың да бул
ғанлығынамы
һеҙ шаһитлыҡ итәһегеҙ? – тип. – Мин (ул эшкә) шаһитлыҡ ит­мәйем, – тип,
та
ғын
әйт: – Ул – берҙән
бер
Аллаһ. Мин Аллаһҡа тиңләштерелгән нәмәләрҙән йыраҡ торам, — тип.

20.

Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр уны (Пәйғәмбәр­ҙе,
Аллаһтың хөкөмдәрен) үҙ
улдары кеүек беләләр. Нәфс
е­ләренә
юл ҡуй
ған
(үҙҙәренә зыян ҡыл
ған)дар иһә ысын кәферҙәр булыр.

21.

Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар һөйләүсе, аяттарын ял­ғанға
сы
ғарыусыларҙан
да залим
ыраҡ
кем бар икән (был донъя­ла?) Шуныһы хаҡтыр, ул залимдар (йәһәннәмдән)
ҡото­ла алмаҫ
тар.

22.

Ул
Көндө уларҙың барыһын да бергә йыйырбыҙ. Һуңынан Аллаһҡа тиң башҡа тәңре
эҙләгәндәргә әйтәсәкбеҙ.


Һеҙ уйлап сығарған ул заттарығыҙ ҡайҙа һуң? – тип әйтербеҙ.

23.

Уларҙың:


Раббыбыҙ Аллаһ исеме менән ант итәбеҙ: беҙ Һинән башҡа бөйөк зат эҙләмәнек, –
тип әйтеүҙән башҡа саралары ҡалмаҫ.

24.

Бына ҡара: улар нисек итеп үҙ өҫтәренә ялған өйә һәм уйлап тапҡан (табынған)
заттары уларҙы ташлап ҡасты.

25.

Улар
араһында һине иғтибар менән тыңлаған булып ҡыланыусылар ҙа бар, шуға ла
ҡарамаҫтан, беҙ уларҙың күңел­дәренә, һине аңламаһындар тип, ҡорма ҡорҙоҡ,
ҡолаҡтарын да ишетмәҫ иттек. Хатта һәр аятты күреп торған килеш тә улар
инанмайҙар. Улар һинең яныңа һүҙ көрәштереү өсөн генә килә һәм:

— Һәй, был (Ҡөръән аяттары) боронғоларҙан ҡалған әкиәттәр генә бит, — тип
һөйләнәләр.

26.

Улар кешеләрҙе пәйғәмбәргә (ул өйрәткәндәргә, Ҡөръәнгә) яҡынлаштырмаҫҡа
тырышалар, үҙҙәре лә унан (имандан, Хәҡиҡәттән) һәләкәткә иткәндәрен
үҙҙәре лә белмәй.

27.

Тамуҡ уты
янына килгәс, уларҙың нимә ҡыланғанда­рын күрһәң!

Улар:

— Их, фани донъяға кире ҡайтһаҡ ине лә, Раббыбыҙҙың аяттарын ялғанға сығармаҫ
инек, мосолман булыр инек, — тип үкенерҙәр.

28.

Элек йәшертен генә ҡылғандары (гөнаһтары) бөгөн асыл­ды. Әгәр ҙә уларҙы
фани донъяға кире ҡайтарһаң, улар бары­бер ярамағанды ҡылырҙар ине, сөнки улар
асылда ялғансы.

29.

Мөшриктәр:

— Донъя тормошонан башҡа тормош юҡ, үлгәндән һуң яңынан терелеү ҙә юҡ, — тип
әйтәләр.

30.

Аллаһ
хозурына килтерелгәндән һуң (Ҡиәмәт көндө) уларҙың нимә ҡыланғандарын
күрһәң икән! Аллаһ уларға:

— Хәҡиҡәткә
инандығыҙмы инде? (Йәғни, яңынан те­релеүгә) — тип әйткәс, улар:

— Әйе! Ант
итәбеҙ, Раббыбыҙ, — тип әйтерҙәр. Аллаһ уларға:

— Улай булғас, (донъяла саҡта Аллаһты, Ҡөръәнде, Пәйғәмбәр­ҙе, Әхирәтте)
инҡар иткәнегеҙ өсөн хәҙер язағыҙҙы таты­ғыҙ, — тип әйтер.

31.

Кинәт кенә
Ҡиәмәт көнө килеп еткәнгә ҡәҙәр Аллаһ хозурында тереләсәкте ялғанға сығарғандар
бик тә мөшкөл хәлдә ҡаласаҡ, ҡылған гөнаһтары уларҙың һырты­на өйөләсәк, улар
(шул ауыр йөктө күтәргән килеш):


Аһ, фани донъяла ҡылған гөнаһтарыбыҙ-хаталарыбыҙҙы ҡәһәр һуҡһын! — тип
үкенәсәктәр.

Белеп тороғоҙ, уларҙың йөгө ниндәй яман бер йөктөр.

32.

Фани донъя тереклеге ул ваҡытлыса алдау бер уйын ғына. Әхирәт тереклеге иһә
(гөнаһ эшләүҙән ҡурҡһындар өсөн) бик тә хәйерле. Һеҙ шул ҡәҙәреһен дә
аңламайһығыҙмы ни һуң?

33.

Эй,
Мөхәммәд, улар һөйләгән нахак һүҙҙәргә көйөнгә­неңде лә белеп торам; нимә генә
ҡыланһалар ҙа, асылда улар һине ялғансы тип әйтәләр. Ул залимдар Аллаһтың
аяттарын инҡар итә.

(«Мөхәммәд Пәйғәмбәргә Әбү Жәһил: беҙ һиңә ялғансы, тип әйтмәйбеҙ. Сөнки һинең
ни ҡәҙәр ғәҙел, тура кеше икәнлегеңде барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Беҙ бары тик
Аллаһтың аяттарына ғына ышанмай­быҙ, уларҙы инҡар итәбеҙ, — тине».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

34.

Һинән алда килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар ялған­сыға сығарырға маташтылар,
Аллаһтан ярҙам килгәнгә ҡәҙәр, улар (кәферҙәрҙең) ялғансы, тип
әйтеүҙәренә һәм йәберләүҙәренә сабыр иттеләр. Аллаһ һүҙҙәрен үҙгәртергә бер­
кемдең дә хаҡы юҡ. Хаҡтыр, (башҡа пәйғәмбәрҙәргә) күндерелгән хәбәрҙәр,
әлбиттә, һиңә лә килеп иреште.

35.

Әгәр
уларҙың һинән йөҙ сөйөрөүө һине хафаға һалһа, (Аллаһ илсеһе икәнеңде иҫбатлар
өсөн) һин Ерҙе ярып сы­ғыр инең йәки Күктән аяттар алып төшөр өсөн, бейек
бер баҫҡыс яһар инең, шундай мөғжизә эшләһәң дә, улар һиңә һис тә ышанмаған
булыр ине. Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә, әлбиттә, уларҙы бергә туплап, тура юлға
баҫтырған булыр ине лә… Һин һаҡ бул, наҙандарҙан булма.

(«Был аяттан күренә, мөғжизәләр яһау пәйғәмбәрҙәр ҡулынан килмәй икән.
Пәйғәмбәрҙәр мөғжизә эшләргә бик теләгән саҡтар­ҙа, Аллаһ уларға мөғжизә
күрһәтеү форсаты бирә. Ләкин һәр ваҡытта ла түгел».Садретдин
Ғүмүш тәфсиренән.)

36.

Саф күңелдән (иманға) бирелгәндәр генә (Аллаһтың) саҡырыуын ҡабул
итә ала. Үлгәндәр ҙә, Аллаһ уларҙы яңынан терелткәс, Аллаһ хозурына
ҡайтарыласаҡтар.

37.


Пәйғәмбәргә Аллаһтан бер мөғжизә индерелһә ине, — тинеләр. Әйт һин:

— Мөғжизә индерергә Аллаһтың ҡөҙрәте киң, — тип. Ләкин уларҙың күбеһе
(мөғжизә артынан үҙҙәренә әфәт киләсәген) белмәй.

38.

Ер йөҙөндә һеҙҙең кеүек өммәт булып йәшәмәгән һис бер хайуан һәм Күк йөҙөндә
ҡанаттары менән осҡан һис бер ҡош тоҡомо юҡтыр. Китапты кәмселекле итмәнек.(Шунда
барыһы ла яҙылған, бер нәмә лә төшөрөп ҡалдырылмаған.) Һуңынан барыһы ла
Аллаһ хозурына ҡайтарыла­саҡтар.

39.

Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусылар дөм ҡараңғылыҡта ҡалған
телһеҙ-һуҡырҙар кеүек. Аллаһ ихты­яр итһә, теләһә кемде һаташтыра, теләгәнен
тура юлға сығара.

40.

Ий,
Мөхәммәд, әйт һин:

— Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, һеҙгә Аллаһтың язаһы килһә йәки Ҡиәмәт килеп,
яҡағыҙҙан тотһа, шул ваҡыт Аллаһтан башҡа кемде ярҙамға саҡырырһығыҙ? — тип.

41.

Эйе, һеҙ Уға ялбарығыҙ, Ул да теләһә, һеҙҙе бәләләр­ҙән ҡотҡарыр һәм һеҙ
үҙегеҙҙең уйҙырма тәңреләрегеҙҙе оноторһығыҙ.

42.

Хаҡтыр, һинән алда килгән өммәттәргә лә Беҙ пәйғәмбәрҙәр ебәрҙек һәм (ул
өммәттәрҙе лә) беҙ яфалар­ға, ҡайғыларға һалдыҡ, (исмаһам, шул язаларҙан
һуң улар Аллаһҡа) буйһонорҙар, тип.

43.

Уларға ғазаптар ебәргән­дән һуң Аллаһҡа ялбарһындар ине, исмаһам. Ләкин уларҙың
күңелдәре ҡатҡан ине инде, шайтан уларҙың ҡылғандарын гүзәл итеп, биҙәп күрһәтте
(яман эштәрен яҡшы, тип ышандырҙы).

44.

Киҫәтеп әйтелгәндәрҙе (йәғни, Аллаһ вәғәздәрен, гөнаһ эшләүҙән ҡурҡыуҙы)
онотһалар ҙа, донъя эштәрендә (Беҙ уларға) киң мөмкинлектәр бирҙек. Хатта
улар Аллаһ биргән байлыҡҡа шатланып, маҡтанып йәшәй башланылар. Ләкин Аллаһҡа
шөкөр итергә, ғибәҙәт ҡылырға оноттолар. Шуға күрә, Беҙ уларҙы кинәттән тотоп,
яза бирҙек. Улар өмөтһөҙлөккә төшөп, ҡайғыға баттылар.

45.

Шулай итеп, золом итеүсе нәҫелдең тамыры киҫелде. Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ ҡына
маҡтауға лайыҡтыр.

46.

Әйт һин:


Аллаһ һеҙҙе һаңғырау итһә, һуҡырайтһа, күңелдәрегезҙҙе томалап ҡуйһа, был бәләне
Аллаһтан башҡа ниндәй тәңре кире алыр икән? — тип.

Уйлап ҡара: Беҙ ниндәй төрлөнән-төрлө дәлилдәр килтерә­беҙ, әммә барыбер улар
(аяттарыбыҙҙан) йөҙ сөйөрәләр.

47.

Йәнә лә әйт һин:


Аллаһтың язаһы кинәттән йәки күҙ алдығыҙҙа һезҙҙең өҫкә килеп төшһә, кәферҙәрҙән
башҡалар ҙа һәләк бу­ласаҡмы, тигән уй башығыҙға килдеме? —тип.

48.

Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙе (йәннәт тураһындағы) биреүселе хәбәрҙе әйтер өсөн йәки
(йәһәннәм барлығы тураһында) киҫә­тер өсөн генә күндерәбеҙ. Иман килтергәндәргә
һәм тура юлға баҫып төҙәлгәндәргә (алда) ҡурҡыныс юҡ, уларға ҡайғы иңмәҫ.

49.

Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарға, әшәке ғәмәлдәре арҡаһында, яза
бирәсәкбеҙ.

50.

Әйт һин:

— Мин һеҙгә: Аллаһтың хазинаһы минең ҡулда, тип әйтмәйем. Йәшерен
серҙәрҙе лә беләм, тип әйтмәйем. Мин — фәрештә, тигән һүҙҙе лә һеҙгә әйтмәнем.
Мин бары тик үҙемә индерелгәнгә генә инанам, — тип.

Тағын әйт:

—  Һуҡыр менән күҙле бер булырмы? Шул турала һис тә уйлап
ҡараманығыҙмы? — тип.

(«Аллаһтың хазинаһы Мөхәммәд Пәйғәмбәр ҡулында булһа, ул үҙ
ихтыяры менән кешеләргә байлыҡ өләшә алған булыр ине, йәшерен серҙәрҙе белһә,
һәр һорауға яуап бирер ине, фәрештә булһа, әҙә­ми зат ҡыла алмаған мөғжизәләр
күрһәткән булыр ине. Юҡ, пәйғәмбәрҙәр — әҙәми зат, улар Аллаһ рөхсәт иткәндәрҙән
айырым, башҡа эш эшләй алмай.

Мөшриктәр Мөхәммәд Рәсүлүллаға, һин Аллаһ тарафынан ебәрелгән
пәйғәмбәр булһаң, Аллаһыңдан ялбарып һора ла, ул беҙгә мул итеп байлыҡ бирһен.
Шунан һуң беҙ һинең Аллаһ илсеһе икәнле­геңә ышанырбыҙ, тинеләр.

Шунан һуң ошо аят индерелде, һәм Аллаһ тегеләргә мул итеп ниғмәт бирҙе. Уларҙы
байытыр өсөн түгел, Мөхәммәдтең Пәйғәмбәр икәнен иҫбатлар өсөн шулай
ҡылды».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

51.

Раббы алдында (яуап бирергә) тупланасаҡтарын белгәндәрҙе ошоның менән (Ҡөръән
менән) өгөтлә, киҫәт. Уларға ул ваҡытта Аллаһтан башҡа яҡлаусы, дуҫ булмаҫ.
Бәлки улар (аҡылға килеп) иман килтерерҙәр, тәҡүә булыр­ҙар.

52.

Раббының ризалығын яулар өсөн, кис-иртән Аллаһҡа ялбарғандарҙы (намаҙ
уҡығандарҙы, фәҡир булһалар ҙа яныңдан) ҡыума. Улар ҡылғанға — һин, һин
ҡылғандарға улар яуаплы түгел. Уларҙы ҡыуһаң, һин дә залим булырһың.

53.

Беҙ уларҙы һынар өсөн шулай сағыштырҙыҡ. Улар:


Беҙ түгел,
ошо фәҡирҙәрме Аллаһтың рәхмәтенә ирешәсәк? – тип әйтһендәр өсөн.

Шөкөр иткәндәрҙе Аллаһ бик яҡшы белеп тормаймы ни?

54.

Аяттарыбыҙға иман килтергәндәр һинең янға кил­гәндә һин:

— Әссәләмүғәләйкүм, — тип әйт. — Һеҙгә рәхмәтле булыуҙы Аллаһ Тәғәлә үҙ өҫтөнә
алды. Әгәр ҙә арағыҙҙан берәү абайламай яманлыҡ ҡылһа, һуңынан тәүбә итһә, тура
юлға баҫһа, Аллаһ уны ғәфү итер, Ул бик тә миһырбанлы, ярлыҡаусы — тип әйт.

55.

Гөнаһ ҡылғандарҙың юлы асыҡ күренеп торһон өсөн, аяттарыбыҙҙы шулай тәфсилләп
аңлатабыҙ.

56.

Әйт:

—  Аллаһтан башҡа, һеҙ табына торғандарға (һындарға, ташҡа, бүтән ялған
хоҙайҙарға) баш эйеү миңә тыйылған, — тип. — Һеҙ хыялланған нәмәләргә мин
эйәрмәйем. Эйәргән тәҡдирҙә мин хәҡиҡәттән тайпылып, тура юлдан яҙған булырмын.

57.

Тағын әйт һин:

— Мин Раббыбыҙҙан ап-асыҡ дәлил килтерҙем һәм һеҙ уны ялғанға сығарҙығыҙ. Һеҙ
бик тиҙ килеүен теләгән яза минең ҡулда түгел, хөкөм бары тик Аллаһ хозурында.
Ул хәҡиҡәтте аңлатыр. Ул дөрөҫ хөкөм биреүселәрҙең иң ғәҙе­леҙер, — тип.

58.

Шула
тип әйт:


Бик тиҙ кил
еүен
һеҙ теләгән яза, минең ихтыярымда булһа ине, эште шунд
а
уҡ
һеҙҙең янда бөтөрөр инем, залимдарҙы иң яҡшы белеүсе бер Аллаһтыр.

59.

Йәшерен серҙәрҙең асҡыстары Аллаһ хозурындаҙыр, уларҙы Аллаһтан башҡа һис кем
белмәҫ. Ул ҡоро ерҙә, диңгеҙҙә нимәләр бар, һәммәһен дә белер. Уның ихтыярынан
башҡа хатта бер генә япраҡ та өҙөлөп төшмәҫ. Ул туп­раҡтағы туҙан бөртөгө хәтле
нәмәләрҙе лә белеп тора. Ки­тапта булмаған йәш йәки ҡороған бер генә нәмә лә
донъяла юҡ. (Барыһы тураһында да Ләүхүл-Мәхфүздә яҙылып ҡуйылған.)

60.

Төндәрен һеҙҙе (ваҡытлыса) үлтергән дә (йоҡлатҡан), көндөҙҙәрен нимә
ҡылғанығыҙҙы белгән дә, иртәләрен йәнегеҙҙе тәнегеҙгә ҡайтарып терелткән дә
(уятҡан да) Аллаһтыр. Һеҙгә тигән ғүмерҙе тамам итер өсөн. Һуңынан Уның
хо­зурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Һуңынан донъяла ҡылғандарығыҙ тураһында Ул хәбәр
бирәсәк.

61.

Ҡолдары өҫтөнән Ул ғына мотлаҡ хакимдыр. Һеҙгә Ул һаҡсы фәрештәләр күндерер.
Ниһайәт, берегеҙгә әжәл килһә, илселәребеҙ (махсус вазифа башҡарыусылар) уның
йәнен алыр. Был эштә улар (йән алыусылар) кәмселек килтермәҫтәр. (Йәғни, Ғазраил
үлемгә дусар ителгәндең йәнен алмайынса ҡалмаҫ.)

62.

Һуңынан кешеләр ысын хужа — Аллаһ хозурына кил­терелер. Белеп тороғоҙ, хөкөм
бары тик Аллаһтың эше, Ул хисап алыусыларҙың иң етеҙеҙер.

63.

Әйт:

— Ҡоро ерҙәге һәм диңгеҙҙәрҙәге ҡараңғылыҡтан (ҡур­ҡыныс
дәһшәттән) һеҙҙе кем ҡотҡарыр? – тип һора.

Аллаһҡа эстән генә ялбарып:

— Әгәр беҙҙе ҡотҡарһаң, хаҡтыр, беҙ шөкөр иткәндәр­ҙән булырбыҙ, — тип доғалар
уҡығыҙ, – тип әйт.

64.

Әйт:

—  Уларҙан һәм бөтөн бәләләрҙән һеҙҙе бары тик Аллаһ ҡына ҡотҡарасаҡ, — тип. —
Һуңынан һеҙ Уға тиң зат эҙләй башлайһығыҙ, — тип .

65.

Әйт:

— Аллаһ һеҙҙең өҫтөгөҙгә (күктән дауыл, буран, ер тетрәүе), аяҡ аҫтығыҙҙан
(ерҙән ҡоролоҡ, мур (аслыҡ) ҡырылышы) яза ебәрергә лә, бер-берегеҙ менән
һуғыштырып, берегеҙгә икенсе­геҙҙең мәкерен, әшәкелеген татытырға ла ҡөҙрәтле, —
тип. Ҡара әле, улар төшөнһөн тип, аяттарыбыҙҙы нисек тәфсилле аңлатабыҙ.

66.

Ҡөръән — ул Хәҡиҡәттең үҙе, ләкин һинең халҡың уны инҡар итте.
Әйт:

— Мин һеҙҙең вәкилегеҙ түгел! — тип. (Һеҙҙең теләктә­регеҙ, өгөттәрегеҙҙе үтәүсе
түгелмен мәғәнәһендә.)

67.

Һәр хәбәрҙең тормошҡа ашасаҡ бер ваҡыты була. Оҙаҡламай һеҙ Хәҡиҡәтте
күрерһегеҙ.

68.

Аяттарыбыҙ тураһында урынһыҙ бәхәсләшә торған ке­шеләрҙе осратһаң, һүҙҙәре башҡа
нәмәгә күскәнсегә саҡ­лы, уларҙан йыраҡ тор. Әгәр шайтан һиңә быны онотторһа,
һис юғында иҫеңә төшкәс, залимдар менән рәттән ултырма.

69.

Тәҡүә кешеләр кәферҙәр өсөн яуаплы түгел, ләкин:

—  Бәлки тура юлға баҫырҙар, — тип иҫкәртеү кәрәктер.

70.

Дин
менән уйнаусы, динде бер көлкө сығанағы итеүселәрҙән, донъя тормошона алданған
(аҙған) кешеләрҙән йыраҡ тор. Ләкин һин бары тик уның менән (Ҡөръән менән) вәғәз
ит, уларға Әхирәттә Аллаһтан башҡа ярҙам итерлек дуҫ та, ярлыҡаусы ла булмаҫын
әйт, тамуҡҡа эләкмәҫ өсөн алдан уҡ әҙерләнһендәр
өсөн. Бар булған мөлкәтен бирһәләр ҙә, (һуңлаған тәүбәләре) ҡабул ҡылынмаҫ. Улар
донъяла ҡылған гөнаһтары арҡаһында язаға тартыласаҡ. Кәферлек итеп, (Аллаһты)
инҡар иткәндәре өсөн, уларға ҡайнар һыу һәм хәтәр ғазап буласаҡ.

71.

Әйт:

– Аллаһты инҡар итеп, беҙгә файҙа ла, зарар ҙа бирмәй торған һындарығыҙға
табынайыҡмы? Аллаһ беҙҙе тура юлға баҫтырғандан һуң да үксәләребеҙҙе кире артҡа
борайыҡмы? (Яңынан кәфер булайыҡмы?) Шайтандар юлдан яҙҙырып, сүлгә керетеп
аҙаштырған көсһөҙҙәр хәлендә ҡалайыҡмы ни? Аҙашмағандарҙың: беҙҙең янға килегеҙ,
(тура юлға баҫығыҙ) тип саҡырғандарын көтәйекме? Аллаһ күрһәткән тура юл,
шөбһәһеҙ, иң дөрөҫ юлдыр. Беҙ ғәләмдәрҙең Раббыһына буйһонорға әмер ителгән, —
тип.

72.

Беҙгә:

—  Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, — тип
әмер бирелгән.

Ул — Үҙ янына беҙҙе яуапҡа туплаған Аллаһтыр, — тип әйт.

73.

Ул Үз хикмәте менән күктәрҙе, Ерҙе яралтҡан. Ул:

— Бар бул! — тип әйтеүгә бөтөн нәмә буласаҡ. Уның һүҙе Хәҡиҡәттер. Сур
(борғоһона) өргән көн дә (йәғни, Ҡиәмәт көнө лә) Уныҡы. Күренмәгәнде лә,
күренгәнде лә Ул белеп тороусы. Ул, шөбһәһеҙ, хикмәт эйәһе, һәр нәмәнән Уның
хәбәре бар.

74.

Бер ваҡыт Ибраһим атаһы Азарға әйтте:

— Һин һындарҙы тәңре итәһеңме? Ысынлыкта, мин һине лә, халҡыңды ла юлдан яҙған
булараҡ күрәм, — тине.

75.

Беҙ Ибраһимға, (Аллаһҡа) инанысы ныҡ булһын тип, күктәрҙең һәм Ерҙең бөйөк
мөғжизәләрен шулай итеп күрһәттек.

76.

Эңер төшкәс, бер йондоҙ күреп алды ла (Ибраһим) әйтте:

— Бына
был — минең Раббым, — тине. Йо
ндоҙ
һ
үнгәс,
та
ғын
әйтте:


Мин б
ылай
һүнә
тор
ғандарҙы
(тәңре тип) т
анымайым,
– тине.

77.

Ай тыуғанын күреүгә ул (Ибраһим): – Был минең Раббым, — тине.
Ай
батҡас та, ул: — Раббым миңә тура юл күрһәтмәһә, мин юлдан яҙ
ған
кеше буласаҡмын, – тине.

78.

Ҡояш сыҡҡанда ул: — Ошомы әллә минең Хоҙайым? -тине. — Быныһы тегеләренән дә
ҙур. — Ҡояш батҡас, әйтте: –

Әй, халҡым, ысындан да, һеҙҙең уйҙырма хоҙайҙарығыҙға ышаныуҙан йыраҡ торам
икән.

79.

Шөбһәһеҙ, мин бер Аллаһты таныйым, күктәрҙе, Ерҙе яралтҡан Аллаһҡа йөҙөм менән
боролдом.

Мин мөшрик (күп хоҙайҙарға
инаныусы) түгел, — тине.

80.

Халҡы
у
ға
асыулана башланы. Ул ҡ
әрҙәштәренә
әйт­те:


Хаҡ Аллаһ тура юл
ға
баҫтыр
ған
кеше менән һеҙ бәхәсләшергә итәһегеҙме? Аллаһтың язаһынан баш­ҡа, мин һеҙҙең
Аллаһ тип табына тор
ғандарығыҙҙан
һис ҡурҡмай
ым.
Раббымдың

ғилеме
бар нәмәгә лә етәр­лектер. Шул турала уйлап, ни өсөн

һеҙ
ғибрәт

алмайһы
ғыҙ?

81.

Һәм
мин ни өсөн әле

һеҙ
Аллаһҡа тиң күргән һындарҙан ҡурҡыр
ға
тейеш? Аллаһ тарафынан:


Һеҙ Аллаһҡа тиңләштергән һындар
ға,
боттар
ға
(ҡояш­ҡа, йондоҙҙар
ға,
аҡсаға
)
табыны
ғыҙ,
— тип Аллаһтан бойороҡ би­релмәгән килеш, һеҙ шул һындар
ға
(теләһә нәмәгә) табын
ыуҙан
ҡурҡмайһы
ғыҙ
бит әле. Аңлаһа
ғыҙ,
әйтегеҙ инде: ошо ике төркөмдөң ҡайһыһы именлеккә лайыҡтыр? — тине.

82.

Иман килтереүселәр һәм имандарына
ғәҙелһеҙлек
ҡа­тыштырма
ғандар
ғына
именлеккә лайыҡ, улар

ғына
тура юлдаҙыр.

83.

Ибраһимдың динһеҙ халҡына ҡаршы килтергән дәлилдәребеҙ шулдыр. Теләгән кешебеҙҙе
Беҙ оло дәрәжәләргә күтәрербеҙ. Шөбһә юҡтыр, Раббың бөйөк хикмәт эйәһеҙер, ысыны
менән барыһын да белеүсеҙер.

84.

Беҙ уға
Исхаҡ менән Яҡупты бирҙек, унан элек тә Нухты, уның тоҡ
омонан
Дауытты, Сөләймәнде, Әйүп
те,
Йосопты, Мусаны һә
м
Һарун
ды
тура юл
ға
ҡуйҙыҡ. Беҙ изгелекле бул
ғандарҙы
шулай шатландырабыҙ.

85.

Зәкәрий­әне,
Йәхйәне, Ғайсаны, Ильясты (шулай шатландырҙыҡ), сөнки уларҙың барыһы ла
изгеләрҙән ине.

86.

Исмәғил­де,
Әл-Й
әсәғте,
Лутты ла тура юл
ға
күндерҙек, һәр бер
еһен
донь
ялағы
барлыҡ кешеләрҙән ю
ғары
дәрәжәләргә мендер­ҙек.

87.

Уларҙың аталары, балалары һәм
ҡ
әрҙәштәренең
ҡайһы берҙәренә лә (өҫтөнлөк бирҙек). Уларҙы һайлап алдыҡ һә
м
тура юл
ға
баҫтырҙыҡ.

88.

Бына
был — Аллаһтың һиҙәйәтеҙер (тура юлыҙыр), Ул теләгән ҡолдарын шул юл
ға
баҫтырыр. Әгәр улар ҙа Аллаһҡ
а
тиңдәш эҙләй башлаһалар, ҡыл
ған
ғәмәлдәре,
әлбиттә, юҡҡа

сығасаҡ.

89.

Бына шулар инде үҙҙәренә китап, хикмәт һәм пәйғәм­бәрлек бирелгән
шәхестәр. Әгәр улар (кәферҙәр) ошоларҙы инҡар итһә, шөбһәһеҙ, улар урынына
быларҙы инҡар итмәҫтәй башҡа бер ҡәүемде килтерербеҙ.

(Үҙҙәренә Китап индерелгәндәр – «пәйғәмбәр», Китап индерелмәгән илселәр иһә —
«нәбийҙәр» була.)

90.

Пәйғәмбәрҙәр улар — Аллаһ тура юлға баҫтырған кешеләрҙер.
Һин дә улар
юлынан кит. Әйт:


Мин быңа (пәй
ғәмбәрлек
вазифама) һ
еҙҙән
түләү һора
майы­м.
Был (Ҡ
өръән)
– халыҡ
тар
өсөн бер вә
ғәздер.

91.

Улар
(кәферҙәр) Аллаһты хаҡ
лы
ололау менән

таныманылар.


Аллаһ һис бер кемгә бер ни
мә
лә индермәне, — тинеләр. Әйт:

— Ә,
кешеләргә Муса алып килгән нурлы һә
м
тура юл күрһәтеүсе китапты (Тәүрәтты) кем индерҙе һуң? Һеҙ уны ҡ
ағыҙға
күсереп яҙҙы
ғыҙ,
теләгәнегеҙҙе асыҡлап, күбеһен йәшерҙегеҙ. Һеҙ ҙә, аталары
ғыҙ
ҙа белмәгән нәмәләр тураһында яҙыл
ған
ине шунда; һеҙ шунан өйрәндегеҙ, — тип.

(Рәсүлем) һин:

— (Һеҙгә) Аллаһ (ебәрҙе ул китапты), — тип әйт тә, уларҙы ташлап кит, кереп
батҡан гөнаһлы һүҙ һаҙлығында уй­нап ҡалһындар.

92.

Был Китап (Ҡөръән) шәһәрҙәребеҙҙең әсәһе (Мәккәлә) һәм уның тирәһендә йәшәүсе
кешеләрҙе киҫәтер өсөн, һиңә индерелде һәм ул — үҙенән элек килгән китаптарҙы
дөрөҫләү­се мөбәрәк Китаптыр. Әхирәткә инанғандар Ҡөръәнгә лә ышанырҙар һәм улар
намаҙҙарын дөрөҫләп уҡыуҙарын дауам итерҙәр.

93.

Аллаһҡа ҡаршы ялған уйҙыр­малар сығарып, үҙенә һис бер нәмә
төшөрөлмәгән килеш:

— Миңә лә (Аллаһтан) уахи иңде, — тип әйтеүсе: — Мин дә Аллаһ
индергән аяттар кеүек аяттар индерәсәкмен, – тигәндән дә залим кеше булырмы
икән!

Ул залимдар ҡотолғоһоҙ үлем упҡынына эләгеп, фәреш­тәләр
уларға табан ҡулдарын һуҙып:

— Тиҙерәк йәнегеҙҙе ҡотҡарып ҡалығыҙ, Аллаһ тураһында булмағанды һөйләгәнегеҙ
арҡаһында һәм Уның аяттарына ҡаршы тәкәбберлек күрһәткәнегеҙгә күрә, бөгөн
меҫкенлек ғазабы менән язаланасаҡһығыҙ, — тигән саҡта уларҙың хәлен күрһәң!

94.

Хаҡтыр, иң башта яралтҡаныбыҙ кеүек, һеҙ берәм-берәм (яңғыҙығыҙ) Минең янға
килерһегеҙ. Һәм (донъяла) һеҙгә

бирелгән нәмәләрҙе (мал-байлыҡты донъяла уҡ) ҡалдырып килерһегеҙ. Һеҙ уйлап
сығарған (Аллаһҡа тиңләштерелгән) яҡлаусыларығыҙ ҙа һеҙҙең янда күренмәҫ.
Хаҡтыр, улар (ул һындар, ялған хоҙайҙар) менән арағыҙ киҫелер, һеҙ тәңре тип
һанаған нәмәләр юҡҡа сығыр.

95.

Шик юҡ, Аллаһ (үҫемлек үҫтерер өсөн) орлоҡтарҙы, (ағас үҫтереү өсөн) емештең
тештәрен яралтыусы. Йәнһеҙҙән йәнлене яҫаусы — Ул, йәнленән үлене булдырыусы ла
Ул. Бына


Аллаһ шундайҙыр. Шулай бул
ғас,
нисек итеп һеҙ (Хаҡтан) йөҙ сөйөрәһегеҙ?

96.

Таңдарҙы яҡтыртыусы
ла Ул. Төндәрҙе Ул ял итер өсөн, Ҡояш менән Айҙы Ул (ваҡыт үлсәме өсөн) хисап
өсөн яралтты. Б
ына
был нәмәләр мотлаҡ аҡыл
ға
эйә, һәр нәмәне белеп тороусы ҡ
өҙрәтле
Аллаһтыҡыҙыр.

97.

Ул ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә юлығыҙҙы турылар өсөн йондоҙҙарҙы яралт­ты.
Хаҡтыр, мәғлүмәтле
халыҡ өсөн аяттарҙ
ы
тәфсил­ләп аңлаттыҡ.

98.

Ул һеҙҙе бары тик бер йәндән яралтты.
Һуңынан (һеҙҙең өсөн) йәшәү урыны һәм дә именлек ере әҙерләне. Аңлай торған
ҡәүемдәр өсөн аяттарыбыҙҙ
ы
бәйән аңлаттыҡ.

99.

Күктән
һыу
ҡойҙ
орған
да Ул — Аллаһтыр. Б
ына
шулай итеп, Беҙ төрлө үҫемлектәрҙе үҫ
терҙек.
Ул йәшел үҫемлектәрҙән бер-берһенә ты
ғыҙ
ур
ынлашҡан
ор
лоҡ
бөртөктәре сы
ғарҙыҡ.
Хөрмәнең ботаҡ
тарынан
аҫылынып тороусы тәлгәштәр, йөҙ
өм
ба
ғлары
(тәлгәштәре), бер төрлөһө бер-бер
һенә
оҡша
ған,
икенселәре бер-берһенә оҡшама
ған
зәйтүн һә
м
аң
ар
баҡ
саларын
булдырҙыҡ. Тулып өлгөргәндә емештәрен татып ҡа­ра
ғыҙ.
Шикләнмәйенсә иман килтергәндәр өсөн бында

ғибрәт­тәр
барҙыр.

100.

Мөшриктәр ендәрҙе Аллаһка тиң күрҙеләр. Гәрсә ендәрҙе лә Аллаһ яралтты. Бынан
тыш, улар ни
мә
һөйләгәндәрен белмәй
енсә,
Уның (Аллаһтың) улдары, ҡыҙҙары бул
ғанлығы
тураһында уйҙырмалар һөйләнеләр. Әстә
ғфирулла!
Улар һөйләгәндәрҙән Ул өҫтөн тора.

101.

Ул
тиңдәше булма
ған
күктәрҙе һә
м
Ерҙе юҡтан бар итте. Н
исек
инде

уның балаһы булһын. Уның ҡатыны юҡ. Һәр нәмәне — Ул яратҡан. Һә
м
Ул — һәр нәмәне белеүсеҙер.

102.

Раббыбыҙ булған
Аллаһыбыҙ бына шулдыр. Унан башҡа (Илаһи ҡ
өҙрәткә
эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул бар нәмәне лә яралтыусы. Алла
ға
ғына
инаны
ғыҙ.
Ул бар нәмәнән дә өҫтөн бер вәкил.

103.

Ул
күҙгә күрен­мәй. (Ғилеме менән) Ул (барса) күҙҙәрҙе (нәмәләрҙе) күр
еүсеҙер.
(Бәндәләре хаҡында) барыһын да үтә (күреп) белеп

тороусы, һәр нәмәнән хәбәрҙар.

(«Аллаһты күрер өсөн беҙҙең күҙҙәребеҙ йайланмаған, фекер-аң менән дә Аллаһтың
ниндәй икәнен беҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Әммә йәннәттә мөьминдәр Аллаһты
күрәсәк. Аллаһ барса


күреүселәрҙе лә күрә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

104.

(Мөхәммәд әйтте):

—  Һеҙгә Раббығыҙҙан ысын аяттар (күңел күҙе, фекер йөрөтөп,
нәтижәләргә ирешеү) килде. Күңел күҙе асылған (Ҡөръән менән ғәмәл ҡылған) кеше
файҙа күрер, кем­дең (күңел) күҙе һуҡыр ҡалһа, зыяны үҙенә булыр. Мин (Мөхәммәд)
һеҙҙең өҫтән ҡарауылсы булып тора алмайым.

(«Аллаһ кешеләргә ике төрлө күҙ биргән. Маңғай күҙе һәм күңел күҙе. Маңғай
күҙҙәре менән кеше мәтди әйберҙәрҙе күрә, күңел күҙе менән, мантыйҡ менән, аҡыл
менән, абстракт фекерләүе менән күҙгә күренмәгән нәмәләрҙе лә күрә
ала».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

105.

Аяттарҙы Беҙ ана шулай тәфсилле итеп аңлатабыҙ. Тағын улар: — Һин быны
башҡаһынан өйрәнгәнһең, —

тип әйтмәһендәр өсөн. Белеме булған кешеләргә Беҙ
аяттар­ҙы шулай төрлөсә аңлатабыҙ.

106.

Аллаһтан ингән уахи (Ҡөръән)гә эйәреп, артынан бар. Аллаһтан башҡа (илаһи
ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис кем юҡ. Мөшриктәрҙән айырыл.

107.

Әгәр ҙә Аллаһ ихтыяр итһә ине, Улар (Аллаһҡа) тиң зат эҙләмәҫ ине. Беҙ һине
уларҙың өҫтөнән күҙәтеүсе итеп ҡуйманыҡ. Һин улар өсөн бер (яуап тотоусы,
хөкөмдар ҙа) вәкил дә түгелһең.

108.

Мөшриктәрҙең Аллаһҡа тиң күреп табына торған һындарына асыуланмағыҙ. Юҡһа, улар
(мөшриктәр) наҙанлыҡтары арҡаһында сиктәрҙән уҙып, Аллаһты һүгә башлар. Шулай
итеп, Беҙ һәр өммәттең ҡылғанда­рына юл ҡуйып, яҡшы эште яҡшы итеп күрһәттек.
Һуңынан улар бары тик Аллаһ хозурына киләсәк. Аллаһ улар ҡылған ғәмәлдәрҙе
үҙҙәренә күрһәтәсәк.

109.

Мөшриктәр:

—  Әгәр ҙә беҙгә Аллаһтан берәй мөғжизә (аят) килһә, беҙ Уға иман
килтерер инек, — тип Аллаһ исеме менән бик ҡаты ант иттеләр. Әйт:

—  Мөғжизә индереү Аллаһ ихтыярында, теләһә, — индерер, — тип.

Ий, мөьминдәр, уларға мөғжизә индерелһә, иман килтерәсәктәрен,
килтермәйәсәктәрен нисек беләһегеҙ?

110.

Әүәл
индерелгән (аяттарға) мөғжизәләргә лә инанмаған
кеүек, (улар быныһына ла) инанмаҫ ине; шуға күрә, Беҙ уларҙың күңелдәрен
(аңламаҫ) һәм күҙҙәрен (хәҡиҡәтте күрмәҫ итеп) һуҡырайттыҡ, үҙҙәрен аҙғын юлда
аҙашып йөрөргә мәхкүм иттек.

111.

Әгәр ҙә Беҙ уларға фәрештәләр индерһәк, мәйеттәр улар менән һөйләшә башлаһа,
барса нәмәне туплап, ҡаршыларына килтереп һалһаҡ, улар, (Аллаһ теләмәһә,
барыбер) яңынан иман килтерәсәк түгел.

Ләкин уларҙың күбеһе был ту­рала белмәй. (Сөнки улар — наҙан.)

112.

Шулай итеп, Беҙ һәр пәйғәмбәргә кеше һәм ен шайтандарын дошман ҡылдыҡ.
Улар бер-берһен юлдан яҙҙыру өсөн ләззәтле һүҙҙәр әйтәләр. Раббың теләһә, улар
шулай эшләмәгән булырҙар ине. Һин уларҙы үҙҙәре уйлап

сығарған
нәмәләре (ял
ғандары)
янында ҡалдырып кит.

113.

Әхирәткә ышанмаған кешеләрҙең күңелдәре уға (вәсүәсәле, ләззәтле өндәүҙәргә)
бирелһен, унан хушланһындар һәм гөнаһ ҡылыуҙарын дауам итһендәр, (тип шулай
эшләйҙәр).

114.

Әйт
һин:


Аллаһтан башҡа бер хаким эҙ
ләйемме
ни? Гәрсә, һеҙгә Китапты асыҡ итеп индергән Улдыр, — тип.

Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр (кәферҙәр) Ҡөръән­дең ысынлыҡта Раббыбыҙ
тарафынан индерелгәнен беләләр. Һаҡ бул, шикләнеүселәрҙән булма.

115.

— Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек менән Раббымдың һүҙе тамам булды. Уның һүҙҙәрен бер кем
дә алыштыра алмай.

Ул
ишетеп, белеп тороусы, —тип әйт.

116.

Ер йөҙөндәгеләрҙең күбеһенә эйәрһәң, һине Аллаһ юлынан яҙҙырырҙар.
Улар үҙ уйҙырмаларынан башҡа һис бер нәмәгә табынмаҫ, ялғандан
башҡа һүҙ һөйләмәҫ
тәр.

117.

Хаҡтыр, һинең Раббың, әлбиттә — Аллаһ; юлынан тайпылғанды яҡшы күреп-белеп
тороусы.

Ул
тура юлдан киткәндәрҙе лә яҡшы белеп тора.

118.

Аллаһтың аяттарына инанһағыҙ, өҫтөндә Аллаһтың исеме иҫкә алынған ризыҡтарҙы
ғына ашағыҙ.

119.

Өҫтөндә Аллаһтың исеме иҫкә алынған ризыҡты ашауҙан һеҙҙе кем
тыя?

Юҡһа
бит, Аллаһ һеҙгә нәмәләрҙең харам икәнлеген асыҡ аңлатты. Мәжбүрилектә ҡалма
ғанда…

Әлбиттә, күптәр наҙанлыҡтары арҡаһында, нәфсе аҙғынлыҡтары менән абайламаған
кешеләрҙе тура юлдан яҙҙырҙылар. Шик юҡ, сиктәрҙе уҙғандарҙы иң яҡшы белеүсе
Аллаһтыр.

120.

Асыҡ рәүештә гөнаһ ҡылыуҙан да, йәшерен гөнаһ ҡылыуҙан да баш тартығыҙ. Сөнки
гөнаһ ҡылғандар, һис шикһеҙ, язаһын аласаҡ.

121.

Өҫтөндә Аллаһтың иҫкә алынмаған ризыҡты ашамағыҙ. Сөнки был, һис шикһеҙ, гөнаһ
эштер. Ысынлыҡта шайтандар үҙ иштәрен һеҙгә ҡаршы көрәшергә ҡоторталар. Әгәр ҙә
уларға эйәрһәгеҙ, һис шикһеҙ, һеҙ ҙә Аллаһҡа тиң башҡа тәңре эҙләүселәрҙән
булырһығыҙ.

122.

Мәйетте терелтеп, нур таратып йөрөһөн өсөн, уны кешеләр араһына ебәрһәк, ул
сығыр юл таба алмаҫлыҡ ҡа­раңғылыҡҡа кереп аҙашҡандар менән бер дәрәжәлә
булыр­мы? Кәферҙәрҙең ҡылған яманлыҡтары үҙҙәренә ана шу­лай гүзәл булып
күренер.

123.

Шулай итеп, Беҙ һәр ҡалала боҙоҡлоҡ (мәкер) ҡылһындар өсөн, гөнаһлы кешеләрҙе
(баш­ҡалар өҫтөнән) етәксе иттек. (Өҫтөнлөк биреп, һынар өсөн.) Улар
(боҙоҡлоҡтары, мәкерҙәре менән) бары тик үҙҙәрен генә алдай, әммә шул турала
үҙҙәре белмәй.

124.

Уларға (мосолмандарға) аят килһә, улар (кәферҙәр) әйтә:

— Аллаһтың пәйғәмбәрҙәренә индерелгән кеүек, беҙгә лә шундай уҡ мөғжизә
индерелмәһә, беҙ ҡәтғи иман килтермәйәсәкбеҙ, — ти. Аллаһ кемгә пәйғәмбәрлек
бирергә кәрәклеген бик яҡшы белә. Гөнаһ ҡылғандарға, ҡылған мәкер-хәйләләренә
түләү Аллаһ тарафынан биреләсәк мәсхәрәле ауыр яза булыр.

125.

Тура юлға күндерергә теләһә, Аллаһ ул кешенең күкрәген Ислам өсөн
киң ҡыла; юлдан яҙҙырырға теләһә, уның күкрәген тап-тар итер; (ул кеше), Күккә
осҡандағы кеүек, (сыҙай алмайынса) интегер. Аллаһ иман килтермәгәндәр өҫтөнә
бына шундай нәжеслек язаһы индерер.

(«Тауыш тиҙлеген уҙып, Ерҙән күп саҡрымдарға өҫкә күтә­релгәндә баҫымдың
үҙгәреүе, махсус скафандрҙар ғына күкрәкте һытылыуҙан һаҡлағаны күҙ алдына килә
түгелме? Осҡосҡа улты­рып, һауаға күтәрелгәндә лә күкрәк тарайған кеүек хис
кешене биләй».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

126.

Һәм был (Ҡөръән,
Ислам дине) Раббының тура юлы­лыр. Беҙ аяттарыбыҙҙ
ы
башында аҡылы бул
ған
(фекерләү һәләте бул
ған)
кешеләр өсөн ап-асыҡ аңлаттыҡ.

127.

Раббы­быҙ ҡаршыһында именлек йорто бар. Ҡылған
(гүзәл)

ғәмәлдәре
арҡаһында Аллаһ уларҙың

химәйәсеһеҙер (ярҙамсыһыҙыр).

(Именлек — Сәләм йорто — мосолмандарҙың бер-берһенә сәләм бирә торған
йорто – йәннәт. Химәйәсе – дуҫ, ярҙамсы, яҡлаусы.)

128.

Уларҙың бөтөнөһөн бер урынға
тупла
ған
к
өндө
Аллаһ:

— Әй,
ендәр өйөрө, һеҙ кешеләр менән күп булышты
ғыҙ,
— тип әйтер.

Ендәргә дуҫ булғандар әйтер:

— Әй, Раббыбыҙ, беҙ бер-беребеҙҙән файҙа күрҙек һәм беҙгә
бирелгән дәүерҙең ахырына килеп еттек, — тип әйтерҙәр.

Аллаһ бойорор:

—  Аллаһ һеҙҙе ҡотҡарырға теләмәһә, һеҙҙең урынығыҙ мәңге сыға алмаҫ уттыр.
Шөбһәһеҙ, Раббығыҙ — хикмәт эйәһе, белеүсеҙер.

129.

Бына шулай итеп, ҡылған гөнаһтары өсөн залимдарҙың бер өлөшөн икенсеһенә дуҫ
итеп ҡуябыҙ. (Гөнаһ ҡылыуҙа бер-берһе менән ярышһындар өсөн, шунан һуң ҡылған
гөнаһтары өсөн Аллаһ ҡаршыһында яуап тотһондар өсөн.)

130.

Әй, ен ҡәүеме һәм кешеләр йәмәғәте, һеҙгә аяттарымды аңлатыусы
һәм ошо Көн (Ҡиәмәт) менән ҡауышасағығыҙҙы киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр арағыҙҙан
сыҡманымы?

Улар (кәферҙәр) әйтер:

— Беҙ үҙ зарарыбыҙға шаһитлыҡ ҡылабыҙ, — тип әйтерҙәр. Улар донъя тормошона
алданды һәм кәфер булғандары­на шаһитлыҡ ҡылдылар.

131.

Хәҡиҡәт шулдыр: халҡы ғәфил (хәбәрһеҙ) бул­ған илдәрҙе хаҡһыҙ рәүештә һәләк
итмәҫ өсөн, Раббы алдан уҡ пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе.

132.

Һәр кемдең ҡылған ғәмәлдәренә күрә дәрәжәһе булыр. Раббың улар ҡылғандарҙан
хәбәрһеҙ түгел.

133.

Раб­бың байҙыр (Ул бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтаж түгел), миһырбан эйәһеҙер.
Теләһә, Ул һеҙҙе юҡ итер, һәм һеҙҙе башҡа ҡәүем балаларынан бар иткән кеүек,
һеҙҙең урынға үҙе теләгән заттарҙы яралтыр ине.

134.

Һеҙгә вәғәҙә ителгән нәмә, һис шикһеҙ, киләсәк һәм һеҙ уны бер нисек тә
булдыр­май ҡала алмаҫһығыҙ.

135.

Әйт һин:

— Әй, халҡым, ҡулығыҙҙан килгәнде ҡылығыҙ. Мин дә үҙемсә эшләйәсәкмен. Шунан һуң
һеҙ йәннәттең кемгә бу­ласағын белерһегеҙ. Хаҡтыр, залимдар уға ирешмәйәсәк, —
тип.

136.

Аллаһ яралтҡан игендәрҙән, хайуандарҙан үҙ уйҙырмалары буйынса
Аллаһҡа өлөш сығаралар ҙа:

— Быныһы Аллаһҡа, быныһы уртаҡтарыбыҙға (һындарға, боттарға), —
тип әйтәләр.

Һындарға бирелгән Аллаһҡа ирешмәй; Аллаһҡа аталған һындарға ирешер. Ниндәй ҙә
әшәке фекер йөрөтәләр улар.

137.

Уларҙы һәләк итеү өсөн, уларҙың динен боҙҙороу өсөн ошондай уртаҡтары
мөшриктәрҙең байтағына үҙ балаларын ҡорбанға салыу эшен сауаплы итеп
күрһәттеләр. Аллаһ ихтыяр итһә, улар быны эшләмәҫ ине лә. Һин уларҙы үҙҙәре
уйлап сығарған ялғандары янында ҡалдырып кит.

138.

Улар яман уйҙырмалары менән әйттеләр:

— (Һындарға, боттарға бирелгән) был малдар менән игендәр­ҙе ашау
беҙҙән башҡаларға харамдыр. Рөхсәтебеҙҙән башҡа шул малдарға атланырға ла, йөк
төйәргә лә ярамаҫ, — тинеләр.

Һәм улар мал һуйғанда, Аллаһ исемен телгә алмайҙар. Аллаһ тураһында ялған
һөйләйҙәр. Аллаһ уларҙы ошо ғәйбәт­тәре өсөн язаға тартасаҡ.

139.

Әйттеләр:

—  Шул хайуандарҙың ҡарынында булған тоҡом бары тик ирҙәребеҙ өсөн генә
яралтылған, ҡатындарыбыҙға ха­рамдыр. Әгәр үле тыуһа, шул ваҡытта икеһе өсөн дә
хәләлдер, – тинеләр. Ошо ғәмәлдәре өсөн Аллаһ уларға яза бирә­сәктер. Шик юҡ, Ул
— хикмәт эйәһе, барыһын да теүәл белеп тороусыҙыр.

140.

Наҙанлыҡтары арҡаһында абайламай балаларын үлтергәндәр һәм ялған
һөйләп, Аллаһ биргән ризыҡты харамға сығарыусылар, ысынлап та, аҙашты, улар тура
юл таба алмаҫ.

(«Жәһиллек заманаһында ғәрәптәр араһында байтаҡ кешеләр: ҡыҙ балаларыбыҙ әсир
төшөр, фәҡирлектә үҫер, башҡа кешегә ки­лен булыр тип, тереләй ергә күмә торған
булғандар».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

141.

Ағаста һәм ҡыуаҡһыҙ өлгөрә торған емеш баҡсаларын, еләк-емештәрҙе һәм тәмдәре
төрлө-төрлө хөрмәләрҙе, иген-ашлыҡтарҙы, зәйтүндәрҙе, анар емештәрен
бер-береһенә оҡшаш та, бер-береһенә оҡшамаған итеп тә Ул яралтты. Уңыш-емеш
биргән ваҡытта һәр берһенән ауыҙ итегеҙ. Урып-йыйған көндө хаҡын (саҙаҡаһын,
зәкәтен) бирегеҙ. Исраф итмә­геҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай.

142.

Йөк ташый торған хайуандарҙы ла, (һуғымлыҡтарын да, йөндәренән түшәк яһай
торғандарын да) Ул яралтты. Аллаһ тарафынан һеҙгә бирелгән ризыҡтарҙы ашағыҙ,
шайтан­ға эйәрмәгеҙ; шөбһәһеҙ, ул һеҙҙең иң хәтәр дошманығыҙ.

143.

(Ғәрәптәр ҡайһы бер хайуандарҙың ата енеслеләрен, ҡайһыларының
теше (әсә енесле) булғандарын йәки ошо хайуан­дарҙың быҙауҙарын ашарға харам
һынай ине. Бөйөк Аллаһ улар­ҙың был йолаларын емерер өсөн шулай бойорҙо):

(Әсә һәм ата енесле итеп) һигеҙ пар яралтты: һарыҡтан -ике,
кәзәнән – ике… Әйт һин:

—  Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, әсәләренме йәки уларҙың ҡарындарында булған
бәрәстәрен харам итте­ме? Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, миңә ғилем аша яҡшылап аңлатып
бирегеҙ, — тип әйт.

144.

Дөйәнән – ике, һыйырҙан да икене (яралтты). Әйт һин:

—  Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, әсәләренме йәки ҡарындарындағы быҙауҙарынмы
һеҙгә харам ҡылды? Әллә һеҙ Аллаһ шулай ҡушҡанлыҡҡа шаһит булдығыҙмы? Наҙанлығы
арҡаһында абайламаған кешеләрҙе һаташтыр­ған, Аллаһҡа ҡаршы ҡотортҡандарҙан да
яман залим кем бар? Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға сы­ғармаҫ.

145.

Әйт һин:

— Миңә индерелгән уахи ҙа: үләкһә йәки (һуйған ваҡыт­та) аҡҡан ҡан йәки сусҡа
ите бысраҡлыҡтың үҙеҙер, тип әйтелгән. Аллаһтан башҡаға (бер ялған Илаһҡа) атап
салынған нәжес хайуандан башҡа, ашай торған кешегә харам ҡылынған бүтән бер нимә
лә тапманым. Кем ошо харам ризыҡтар­ҙы ашарға мәжбүр хәлдә ҡалһа, иманынан
тайпылмай­ынса, зарурлыҡ миҡдарында ғына ашаһа, белһен, Раббың кисерер һәм ғәфү
итер, — тип.

146.

Йәһүдтәргә Беҙ бөтөн бер тояҡлы (бер тырнаҡлы) хайуандарҙы ха­рам
иттек. Һырт майларын, эсәк майын, кимек-һөйәк майын хәләл ҡылдыҡ. Һыйыр менән
ҡуйҙарҙың (пар тояҡлыларҙың) ҡорһаҡ майын уларға харам ҡылдыҡ. Был уларҙың
ғәҙелһеҙлектәре өсөн бер язаҙыр. Шик юҡ, Без дөрөҫөн һөйләйбеҙ.

(«Йәһүдтәрҙең ғәҙелһеҙлеге был: улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтерҙе,
фәҡирҙәрҙе иҙҙе, харамды – хәләл, хәләлде харам тип күрһәттеләр. Бөйөк Аллаһ
аятта иҫкә алынғандарҙы ашауҙан уларҙы тыйҙы. Гәрсә, асылда мөьминдәр өсөн
быларҙың береһе лә

харам түгел».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

147.

(Ий, Мөхәммәд) Әгәр ҙә һине ялғансы тип әйтһәләр, әйт: – Раббыбыҙ сикһеҙ
миһырбан эйәһеҙер. Шуға ҡарамаҫтан,

Ул бирәсәк яза гөнаһлылар өҫтөнән алынасаҡ түгел, — тип.

148.

Мөшриктәр әйтәсәк:

— Аллаһ ихтыяр итһә, беҙ (Аллаһҡа) тиңдәш эҙләмәҫ инек,
аталарыбыҙ ҙа (башҡа тәңрегә) табынмаҫ ине; һис бер нәмәне лә харамға сығармаған
булыр инек, — тип әйтерҙәр. Уларҙан элек килгәндәр ҙә нәҡ шулай итеп
ялғанланылар һәм һуңынан язабыҙҙы татынылар. Әйт һин:

— Һеҙҙең беҙгә аңлатасаҡ берәй ғилемегеҙ бармы? Әгәр булһа, беҙгә күрһәтегеҙ.
Һеҙ уйҙырмаларҙан башҡа нәмәгә эйәрмәйһегеҙ һәм һеҙ бары тик ялған таратаһығыҙ,
тип.

149.

Әйт һин:

— (Хаҡтыр, һеҙҙең ҡулда шул иҫбат юҡ.)
Шул
иҫбат бары тик Аллаһта

ғына.
Аллаһ ихтыяр итһә, шикһеҙ, һәммәгеҙҙе лә тура юл
ға
баҫтыр
ған
булыр ине, — тип.

(«Ҡайһы
бер кешеләр:
яманлыҡ та, яҡшылыҡ та Аллаһтан килгәс, беҙҙең яманлыҡ ҡылыуыбыҙҙа

ғәйебебеҙ
юҡ, тип әйтәләр. Улайһа, ниңә һуң, Аллаһ барыбыҙҙы ла тура юл
ға
баҫтырм
ай?
Шулай итеп, улар һәр яманлыҡ
тарын
Аллаһ өҫтөнә өйөп ҡалдырыр
ға
булалар. Ләкин Аллаһ кешене үҙ ихтыярына ҡуя. Бына һинең алда ике юл бар.
Аллаһты танымау, Ҡ
иәмәттән
ҡурҡмау. Быларҙан ҡурҡма
ған
кеше яманлыҡ ҡыла, хәмер эсә, фәхешлек ҡыла, алдай, урлай, көсләй Һәм тура юл
бар — Аллаһ күрһәткән юл. Бер Аллаһты таныу, Ҡ
иәмәттән
ҡурҡ
ыу,
ғәҙеллек,
саф әхләҡ, хәләл мал туплау. Бар бул
ғанына
риза б
улып,
Аллаһҡа

ғибәҙәт
ҡылыу.

Был ике юл ҡаршыһында ирекһеҙләү юҡ. Теләйһең икән, нәфсең күрһәткән ҡыйыш юлдан
кит. Унан китергә теләмәйһең икән, тура юлдан йөрө. Аллаһ Тәғәлә гөнаһлы һәм
сауаплы эштәрҙе кешенең үҙ намыҫына, үҙ ихтыярына тапшыра. Һәр ҡылған изгелегең
өсөн һиңә сауап — йәннәт булыр. Һәр гөнаһың өсөн һиңә яза — йәһәннәм
булыр».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

150.

Әйт һин:

— Аллаһ шуны тыйҙы, тип ышандырырлыҡ шаһиттарығыҙҙы  күрһәтегеҙ,
— тип.

Әгәр ҙә улар шаһитлыҡ ҡылһа, һин улар менән бергә ша­һит булма. Аяттарыбыҙҙы
ялғанға сығарғандарға һәм Әхирәт көнөнә ышанмағандарға эйәрмә. Улар Раббынан
башҡа ял­ған тәңрегә табына.

151.

Әйт һин:

— Килегеҙ, мин һеҙгә Раббының нәмәләрҙе харам ҡыл­ғанлығы
тураһында уҡып бирәм, — тип.

Аллаһҡа һис бер нәмәне тиң күрмәгеҙ. Ата-әсәгә изгелек ҡылығыҙ. Фәҡирлектән
ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Һеҙгә лә, уларға ла ризыҡты Беҙ бирәбеҙ. Кеше
ҡаршы­һында ла, йәшерен рәүештә лә яманлыҡ ҡылмағыҙ. Аллаһ рөхсәтенән башҡа,
мәжбүриәт булмағанда, Аллаһ мөхтәрәм ҡылған йәнде хаҡһыҙға ҡыймағыҙ (ғәҙелһеҙлек
менән кеше үлтермәгеҙ). Бына Аллаһтың һеҙгә булған бойороҡтары шулдыр. Уйлай
торғас, бәлки, аңларһығыҙ, — тип әйт.

152.

Бәлиғлеккә ирешкәненә саҡлы йәтимдең малына ҡағылма, яҡшы ниәт менән генә ҡағыл
(ул малды йәтим кәрә­геңә тотҡанда ғына, үҙеңә алһаң, ҡайтарып биреү шарты менән
йәки ул малды арттырыр булһаң ғына). Ғәҙел итеп үлсәгеҙ, ғәҙел бүлегеҙ. Беҙ һәр
кемгә йөктө үҙе күтәрә алған ҡәҙәр генә төйәйбеҙ. Яҡындарығыҙ тураһында ла
ғәҙеллек менән шаһит­лыҡ итегеҙ. Аллаһҡа биргән һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Бына шулай
итеп, яҡшы аңларһығыҙ тип, Аллаһ шуларҙы һеҙгә әмер итте.

153.

Шөбһәһеҙҙер, был минең дөп-дөрөҫ юлым булыр.
Шул юлдан китегеҙ. Башҡа юлдан китмәгеҙ. Сөнки ул юлдар һеҙҙе Аллаһ юлынан
айырыр. Гөнаһтарҙан һаҡланырһы
ғыҙ
тип, Аллаһ һеҙгә ошоларҙы әмер итте.

154.

Һуңынан изгелек ҡыл­ғандарға ниғмәтебеҙҙе аңлатыр өсөн, һәр нәмәне асыҡлар өсөн,
тура юлға күндереү өсөн һәм рәхимлек ҡылыу маҡсаты менән, Мусаға ла Китап
(Тәурат) бирҙек.

Өмөт ителәҙер
ки
,
иәмәттә)
Раббы хозурына барасаҡ
тарына
иман килтерерҙәр.

155.

Бына был (Ҡөръән) Беҙ индергән изге Китаптыр.
Уға
эйәрегеҙ һә
м
(был донъяла гөнаһ эшләүҙән) Аллаһтан ҡурҡы­ғыҙ.
Һеҙгә
Ул (Ҡ
иәмәт
көнөндә) мәрхәмәтле булыр.

156.


Китап бары тик беҙҙән элек йәшәгән халыҡ
тарға
(христиандар
ға,
йәһүдтәргә) индерелде, беҙ иһә уларҙы уҡый алмауыбыҙ сәбәпле, хәбәрһеҙ, —тип
әйтмәһендәр өсөн.

157.

Йәки:


Беҙгә лә китап индерелһә ине, беҙ уларҙан да тура юлда булыр инек, — тип
әйтмәһен
дәр
өсөн (Ҡ
өръәнде
индерҙек.) Бына һеҙгә

лә
Аллаһтан асыҡ бер дәлил, һидәйәт һә
м
рәхмәт килде.

Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, Уның аяттарын ялғанға сығарыр­ға тырышыусыларҙан да
залимыраҡ кем бар? Аяттарыбыҙҙан йөҙ сөйөргәндәре өсөн уларҙы язаның да иң
хәтәре менән язалаясаҡбыҙ.

158.

Улар (кәферҙәр) фәрештәләр килгәнен көтәме, Раббының килгәнен
көтәме, Раббының ғәләмәттәрен көтәме? Алдан уҡ иман тотмаған килеш, иман тотоп
та, ҡабул ителмәгән килеш, Раббының ғәләмәте ингән көндө (Ҡиәмәттә) генә файҙа
булмаҫ. Әйт һин:

— Көтөгөҙ, беҙ ҙә көтәбеҙ, — тип  уларға.

159.

Диндәрен ваҡ киҫәктәргә (төркөмдәргә) айырғандар ҙа бар, һинең уларға һис бер
мөнәсәбәтең юҡтыр. Улар фәҡәт Аллаһ хөкөмөндәлер. Һуңынан Аллаһ уларға (ниндәй
яман­лыҡ) эшләгәнлектәрен күрһәтәсәк.

160.

(Аллаһ хозурына) кем изгелектәр менән килә, уның изгелектәре ун тапҡыр
арттырылыр. Кем иһә яманлыҡтар менән килә, ул бары тик шул яманлыҡтары өсөн генә
яза аласаҡ. Улар хаҡһыҙлыҡҡа дусар булмаясаҡ.

161.

Әйт һин:

—  Шик юҡ, Раббым мине тура юлға, дөрөҫ дингә, Аллаһты бер тип таныған Ибраһим
тотҡан дингә йүнәлтте. Ул Аллаһҡа тиң эҙләүселәрҙән түгел ине, -тип.

162.

Әйт һин:

— Шик юҡ, минең намаҙым, ҡорбаным, тормошом һәм үлемем – барыһы ла ғәләмдәрҙең
Раббыһы Аллаһ өсөн­дер, – тип.

163.

— Аллаһтың тиңе юҡтыр. Миңә бары тик шул ғына әмер ителде һәм мин беренсе
мосолмандарҙың береһе булдым, — тип әйт.

164.

Әйт һин:

– Бар нәмәнең хужаһы Аллаһ икән, ни эшләп әле мин унан башҡа тәңре эҙләйем, ти?
Һәр кемдең ҡаҙа­насағы үҙенә генә бағлы. Бер кем дә башҡа кешенең гөнаһаһын үҙ
елкәһендә ташымаҫ. Ахырҙа Раббы хозурына киләсәкһегеҙ. Ул һеҙҙең ни өсөн (дин
эсендә) бәхәсләшкәнегеҙҙе төшөндөрөп бирер, -тип.

165.

Һеҙҙе Ер йөҙөнөң хәлифәләре иткән, һеҙгә биргән (ниғмәттәр) хосусында һеҙҙе
һынар өсөн бер-берегеҙ өҫтөнән дәрәжәләр биргән Улдыр. Шик юҡ, Раббының язаһы
һуңламаҫ һәм, ысындан да, Ул кисереүсе миһырбан эйәһеҙер.