69. Хаҡҡа (Ҡотолғоһоҙлоҡ)

1.

Ҡотолғоһоҙ
рәүештә тормошҡа ашасаҡ Хәҡ
иҡәт
көнө!

2.

Ниндәй була ул Хаҡлыҡ тантана итә торған
ҡ
отолғоһоҙ
көн?

3.

Был турала һиңә кем, нимә хәбәр итте? (Аллаһтан башҡа һис кем хәбәр итә алмаҫ.)

4.

Сәмүд менән

Ғә
д
халыҡ
тары
Ҡ
иәмәтте
(Хәҡ
иҡәт
көнөн) инҡар итте.

5.

Сәмүд халҡы

ғәҙ
әттән
тыш ҡаты тауыш (ер тетрәүе) менән һәләк ителде.

6.

Ғәд
халҡы иһә ҡот ­осҡ
ос
үкерә тор
ған,
хәтәр дауылда һәләк булды.

7.

Аллаһ уны (ҡаты дауылды) ете төн, һигеҙ көн буйына туҡтат­маны. (Әгәр һин шунда
булһа инең) ул халыҡ
тың
бер миҙгел эсендә эсе ҡ
ыуыш
а
ғастар
кеүек, ҡырылып ау
ғанын
күрер инең.

8.

Исмаһам, иҫән ҡалған
бер кеше күрерһеңме?

9.

Фирғәүен
дә, унан алда
ғылар
ҙа, аҫты өҫкә килгән ҡалаларҙың халыҡ
тары
ла ошо хатаны ҡабатланылар (йә
ғ­ни,
Аллаһты, Ҡ
өръәнде,
пәй
ғәмбәрҙәрҙе
һан
ға
һуҡманылар, шу­ның арҡаһында гөнаһҡа баттылар).

10.

Шулай итеп, улар Раббының пәйғәмбәрҙәренә
ҡаршы баш күтәрҙе. Шу
ға
күрә, Аллаһ та уларҙы дәһшәтле яза
ға
тартты.

11.

Хаҡтыр, донъяны һыу баҫҡас, Беҙ һеҙҙе (боронғо
бабалары
ғыҙҙы)
кәмәгә у
лтыртып,
ҡотҡарҙыҡ.

12.

Был эште Беҙ киләсәк быуындарға
киҫәт
еү
һәм һабаҡ булһын, ҡолаҡ
та­ры
ишетеп, хәтирә итеп һаҡлаһын, тип башҡарҙыҡ.

13.

Сур борғоһона
беренсе тапҡыр өрөлгәс (бөтөн ке­шеләр ҙә үлеп бөтәр,


ғә
ләм
харап булыр),

14.

Ер
үҙе лә, тау­ҙары ла урындарынан күсеп, бер-берҙәренә бәрелеп, туҙан хәленә
килер.

15.

Бына шул көн Ҡиәмәт
булыр.

16.

Күк урталай ярылыр. Ул көндө Күктең терәге булмаҫ (гравита­цион көстәр юҡҡа сығыр).

17.

Фәрештәләр уның (Күктең) әйләнә-тирәһендә булыр. Ул көндө Аллаһтың

Ғә
решен
(тәхе­тен) һигеҙ фәрештә күтәрер.

18.

Ул
көндө һеҙ (хисап, яуап өсөн) Аллаһтың хозурына китерелерһегеҙ. Ул көндө һис бер
сер йәшеренеп


ҡ
алмаҫ.

19.

Китабы
уң ҡулына бирелгән (мөьмин) кеше әйтер:


Алы
ғыҙ
минең китапты, алы
ғыҙ
ҙа уҡып ҡ
арағыҙ.

20.


Мин, ысындан да, (Ҡ
иәмәт
көнөндә) хисап тотаса
ғым­ды
белеп йәшәнем донъяла, — тип әйтер.

21.

Был кеше Сәғәдәткә
ирешер.

22.

Юғары
йәннәткә керер.

23.

Емештәре үре­леп алырлыҡ яҡында

ғ
ына
булыр.

24.

Уларға:


(Донъяла) йәшәгәндә ҡыл
ған
изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп аша
ғыҙ-эсегеҙ!
— тип әйтелер.

25.

Китабы
һул ҡулына бирелгән (кәфер) кеше лә әйтер:


Аһ, китабым миңә бирелмәгән булһа, яҡшыраҡ булыр ине.

26.

Аһ, был хисаптарҙы тотмаһа инем.

27.

(Донъялағы
үлемем) һуң
ғыһы
булып (яңынан терелмәгән булһам).

28.

Бай­лығым
миңә бер файҙа ла бирмәне.

29.

(Бөтөн) батшалы­ғым
(хәкимийәтем) ҡулдан китте, — тип үкенеп үкерер.

30.

(Аллаһ
бойоро
ғо
яң
ғырар):


Тото
ғоҙ
ҙа уны бы
ғаулағыҙ!

31.

Унан һуң уны дөрләп янған
ялҡынлы утҡа ташла
ғыҙ!

32.

Унан һуң уны етмеш аршын (терһәк) оҙонлоғондағы
сылбыр менән ура
ғыҙ.

33.

Сөнки ул бөйөк Аллаһҡа ышанманы.

34.

Мохтаждарға
ризыҡ бирмәне (һәм бирҙермәне).

35.

Шуға
күрә, бөгөн бында (Ҡ
иә­мәттә)
уны ҡ
ыҙғаныусы
бер генә дуҫы ла юҡ.

36.

Ғөслин
(йыуынтыҡ һыуы) тигән эсемлектән башҡа эсәренә һыу ҙа
булмаҫ.

37.

Гөнаһлыларҙан башҡаһы ул
ғөслинде
эсмәҫ.

Ғөслин»
исемле был эсемлек тураһында


X
.
Чантай китабында былай яҙыл
ған:
«Йәһәннәмдә ҡайнат
ыусыларҙың
ҡанлы эрендәре.

Ҡайһы
берҙәр уны «йыуынтыҡ, бысраҡ һыу», тип тә шәрехләй.
Әлбиттә,
бында күсермә мәғәнәләге бер
символика барҙыр».)

38.

Күҙегеҙ менән күргөндәрегеҙ (Күктәр, Ер, диңгеҙҙәр)
менән,

39.

күҙегеҙ менән күрмәгән (фәрештәләр, рухтар, мәтдә киҫәксектәре)
менән ант итеп әйтәм:

40.


һис шик-шөбһә

булмаһын, Ул (Ҡөръән) иң мәртәбәле илсем (Жәбраил)дең
еткергән һүҙелер.

41.

Ул (енле) шағир яҙған китап
һүҙе түгел. Һеҙ әле һаман да ышанмайһығыҙ!

42.

Ул бер
күрәҙәсе һүҙе лә түгел. Һеҙ әле һаман да
ышанмайһығыҙ!

43.

Ул (Ҡөръән) ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан индерелде!

44.

Әгәр ҙә (Пәйғәмбәр Беҙ әйтмәгән һүҙҙе) Беҙгә ҡаршы
үҙе уйлап сығарған булһа ине,

45.

әлбиттә, Беҙ уны
уң ҡулһыҙ ҡалдырған булыр инек.

46.

Унан һуң Беҙ уның йөрәк тамырын быуыр инек.

47.

Һеҙҙең берегеҙ ҙә Мине был эштән тыя алмаған булыр ине.

48.

Шик юҡ, Ул (Ҡөръән) гөнаһтарҙан ҡурҡҡандар өсөн ҡәтғи вәғәзҙер.

49.

Бе­леп тороғоҙ, һеҙҙең арала (Ҡөръәнде) ялғанға һанаусы­лар ҙа бар.

50.

Хаҡтыр, (Ҡөръән) кәферҙәргә хәсрәт ташыусы Китап.

51.

Шик юҡ, (Ҡөръән) Хәҡиҡәттең үҙе­лер.

52.

Шулай булғас, бөйөк Раббыбыҙҙың исемен тағын да юғары күтәрер өсөн ғийбәҙәт
ҡылығыҙ. Уға тәсбих әйтегеҙ!