63. Монафиҡтар (Ике йөҙлөләр)

1.

Монафиҡтар
һинең яныңа килгәс:


Шаһитлыҡ итәбеҙ, ысындан да, һин Аллаһтың Пәй
ғәмбәре,
— тип әйтәләр. Әйе, Аллаһ та был турала белә, һин, әлбиттә, Аллаһтың Пәй
ғәмбәре,
Аллаһ монафиҡ
тарҙың
алдаҡ
сы
икәнлектәрен яҡшы белә.

2.

Анттарын ҡалҡан итеп, улар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар.
Ысындан да,


у
ларҙың

ғәмәлдәре
бик тә яман.

3.

Сөнки улар башта иман килтерҙе,
ахырҙа имандан сыҡты. Шу
ға
күрә, (иман өсөн) уларҙың күңеле йоҙаҡлы. Улар инде хәҙер һис ни
мә
аңламай.

4.

Уларҙың ҡиәфәтенә
ҡ
араһаң,
иҫең китер, әңгәмәләге һөйләш
еүҙәрен
тыңлаһаң, һүҙҙәре һушыңды алыр. Ләкин улар ҡойма
ға
һөйәп ҡуй
ған
таяҡ кеүек (ҡойманы ла терәтеп тормай, үҙе лә ауып китмәй). Улар һәр ҡысҡыр
ыу
тауышын үҙ баш­тарына (килгән яза) тип, ҡабул итә. Улар — дошман халыҡ. Уларҙан
һаҡлан. Аллаһ (ҡурҡытып) уларҙың йәндәрен ала­саҡ. Нисек итеп улар ошо мөшкөл
хәлгә төштө һуң?

5.


Килегеҙ, Аллаһтың Пәй
ғәмбәре
һеҙҙең өсөн ярлы­ҡау теләһен, — ти
п
әйткәс
,
улар йөҙҙәрен сөйөрөп китә. Һин улар­ҙың йыраҡлаша бар
ған
тәкәббер ҡ
иәфәттәрен
күреп ҡалыр­һың.

6.

Ярлыҡау һораһаң да, һорамаһаң да уларға
барыбер. Аллаһ уларҙы бер нисек тә ярлыҡамаясаҡ. Юлдан яҙ
ғандар­ҙы
Аллаһ тура юл
ға
күндермәҫ.

7.


Аллаһ илсеһе янында бул
ғандарға
бер ниндәй ҙә сы­
ғым
түкмәгеҙ (хәйер, саҙаҡа бирмәгеҙ, ярҙ
ам
итмәгеҙ), ҡаҙа­лып китһендәр, — ти. Күктәрҙең һә
м
Ерҙең хазиналары — Аллаһтыҡы. Ләкин монафиҡ
тар
быны белмәй.

8.


Хаҡтыр, әгәр Мәҙинәгә ҡайтһаҡ, өҫтөн бул
ғандар,
бай кәферҙәр меҫкен хәлдәгеләрҙе (фәҡ
ир
мөьминдәрҙе), һис шикһеҙ, ҡ
ыуып
сы
ғарасаҡтар,
— тип әйтәләр.

Гәрсә, ысын өҫтөнлөк бары тик Аллаһта, Пәйғәмбәрендә, мөьминдәрҙә булыр
Ләкин монафиҡтар быны белмәй.

9.

Әй, иман килтергән халыҡ, малдарығыҙ (байлығығыҙ), балаларығыҙ Аллаһты
онотмаһын. Кем Аллаһтың исемен онота, шул зыян-зәхмәт күрер.

10.

Әжәле килгән кеше:

– Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Валлаһи, мин саҙаҡа бирер
инем, изгелектәр ҡылыр инем, — тип әйткәндән күпкә әүәл Беҙ биргән
ризыҡтарығыҙҙан саҙаҡа бирергә кәрәк ине.

11.

Аллаһ әжәле килгән бер генә кешенең дә үлемен ки­сектермәҫ. Аллаһ нимә
ҡылғанығыҙҙы белеп тора.