62. Жумға (Йома)

1.

Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла донъя милкенең хужаһы, кәмселектән
азат, ғәләмдәрҙең Раббыһы, хөкөмдар — Аллаһҡа тәсбих әйтә.

2.

Хәреф танымаған наҙандар араһынан сығып, үҙҙәренә аяттар уҡыған,
уларҙы сафлыҡҡа өндәгән, уларға Китап һәм хикмәтте өйрәткән бер Пәйғәмбәр
күндереүсе Аллаһ булды. Хаҡтыр, улар башта ҡиблаһыҙ аҙашып йөрөүсе ҡәүем ине.

(Йәһүдтәрҙән, христиандарҙан айырмалы булараҡ, ғәрәптәргә уларҙан алда китап
индерелмәгән ине).

3.

(Пәйғәмбәрҙе Аллаһ) мөьминдәргә генә түгел, уларға ҡатнашы булмаған башҡа
халыҡтарға ла индерҙе. Аллаһ — сикһеҙ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

4.

Был – Аллаһтың мәрхәмәтелер. Ул теләгәненә рәхмәтен индерер. Аллаһ — сикһеҙ
миһырбан эйәһе.

5.

Тәүрәт китабы бирелеп тә, уның буйынса ғәмәл ҡылма­ған бәндәләрҙең хәле тау-тау
китап тейәгән ишәктеке кеүек­тер. (Күп китап ташыһа ла, ишәккә белем кермәҫ.)
Аллаһтың аяттарын боҙоп күрһәтеүсе ҡәүемдең хәле бик тә яман. Аллаһ залимдар
өйөрөн тура юлға күндермәҫ.

6.

Әйт һин:

— Әй, йәһүд халҡы! — тип. — Һеҙ бөтөн халыҡтарға ҡара­ғанда ла беҙ генә Аллаһҡа
яҡын дуҫ, тип раҫламаҡсы була­һығыҙ, әгәр һүҙегеҙ хаҡ икән, әйҙәгеҙ, тиҙерәк
үлегеҙ (Аллаһҡа тиҙерәк яҡынайырһығыҙ, сөнки Аллаһтың дуҫтары Әхирәткә ышана.)

7.

Ләкин эшләнгән гөнаһтарынан ҡурҡып, улар үлемде ашыҡтырмаҫтар.

Аллаһ залимдарҙ
ы
бик яҡшы белеп тора.

8.

Әйт
һин:


Һеҙ үлемдән ҡасһа
ғыҙ
ҙа, ул һеҙҙе яҡалаясаҡ. Ахырҙа күренгәнде һәм йәшеренде белгән Аллаһ хозурына ки
лтереләсәкһегеҙ.
Аллаһ ни
мә
ҡыл
ғанығыҙ
тураһында һеҙгә хәбәр бирәсәк.

9.

Әй, иман килтергән кешеләр! Йомға
көндө намаҙ
ға
саҡ
ырғас
(аҙан әйтелгәс),


Аллаһты зикер итергә ашы
ғығыҙ

һәм
алыш-биреште ҡалдырып торо
ғоҙ.
Беләһегеҙ килһә, был эш (намаҙ уҡ
ыу)
һеҙҙең өсөн та
ғын
да хәйерлерәк булыр.

10.

Намаҙ уҡылып бөтөүгә
үк ҡайһы
ғыҙ
ҡайҙ
а
таралы
ғыҙ
һәм Аллаһтан ни
ғмәт

һорағыҙ.
Аллаһты күп зикер иткән ке­шенең Сә
ғәдәткә
иреш
еүе
ихтимал.

11.

Улар
берәй ерҙә әйбер һатҡандарын күрһәләр йәки берәй тамаша
ға
юлыҡһалар, һинең яң
ғыҙыңды
ҡалдырып, китеп барырҙар. Әйт һин:


Аллаһҡа яҡын тор
оу
(намаҙҙа, сәждәлә, до
ғала
бул
ыу)
та­машанан да, сауҙанан да яҡшыраҡ, — тип. Аллаһ — ризыҡ биреүселәрҙең иң
хәйерлеһе.