61. Саф (Рәт)

1.

Күктәрҙәге (фәрештәләр, ҡоштар, есемдәр) һәм Ер­ҙәге (кешеләр, хайуандар,
үҫемлек, тауҙар, диңгеҙҙәр) Аллаһҡа


ғи
бәҙәт
ҡыла. Аллаһ өҫтөндөр, хикмәт эйәһелер
.

2.

Әй, иман килтергән
кешеләр! Эшләй алмаған,
эшләмә­йәсәк нәмәләрегеҙ тураһында ни өсөн әйтәһегеҙ?

3.

Эшләмәйәсәгегеҙ
тураһында эшләйем, тип әйтеүегеҙ Аллаһтың нәфрәтенә дусар.

4.

Аллаһ Үҙ юлында һуғышҡанда (дошман түгел, ел дә үтеп керә алмаҫлыҡ) тоташ саф
булып һуғышҡандарҙы хуп­лай.


Дөрөҫ
ө
шул.

5.

Бер
ваҡ
ыт
Муса ҡәүеменә:

—  Әй,
халҡым, минең Аллаһ тарафынан күндерелгән пәй
ғәмбәр
бул
ыуымды
белгәнегеҙ көйөнсә, ни өсөн мине рәнйетәһегеҙ? — тине
.

Улар тура юлдан сыҡҡас, Аллаһ уларҙың күңелдәрен дә аҙаштырҙы. Аллаһ фәсиҡтәр
өйөрөн тура юлға күндермәҫ.

6.

Иҫегеҙҙәме һуң, Мәрйәм улы Ғайса:

—  Әй, Исраил тоҡомо, мин Аллаһтың һеҙгә ебәргән илсеһе булам,
минән алда килгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе һәм минән һуң да киләсәк Әхмәт исемле бер
пәйғәмбәр тураһында һөйөнөслө хәбәр килтерҙем, — тине. Был хаҡта ул ышаныслы
дәлилдәр килтергәс, улар:

— Был – көн кеүек ап-асыҡ бер сихыр, — тинеләр.

7.

Исламды ҡабул итегеҙ, тип өгөтләп тә Аллаһ хөкөмдә­ре тураһында ялған һөйләгән
кешенән дә ҡәбәхәтерәк кеше бар­мы икән! Аллаһ ҡәбәхәттәр өйөрөн тура юлға
йүнәлтмәҫ.

8.

Улар
ауыҙы менән Аллаһтың нурын һүндерергә теләй, кәферҙәргә ул нур кәрәкмәһә лә,
Аллаһ нур индереүҙән туҡтамаҫ.

9.

Мөшриктәр теләмәһә лә, Исламды бөтөн диндәрҙән дә өҫтөн итер өсөн Пәйғәмбәрен
тура юл һәм Хаҡлыҡ менән күндергән — Аллаһтыр.

10.

Әй, иманға килгән кешеләр, һеҙҙе әсе ғазаптан ҡот­ҡарасаҡ бер алыш-биреш ысулын
һеҙгә күрһәтәйемме?

11.

Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанығыҙ, малдарығыҙ менән, йәнегеҙ менән Аллаһ юлында
Жиһад итегеҙ. Белеп тороғоҙ, был һеҙҙең өсөн бик тә хәйерле ғәмәл булыр.

12.

Был тәҡдирҙә Аллаһ һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙы кисерер, һеҙҙе арыҡтарынан шишмәләр
ағып ятуысы йәннәттәргә, Ғәден йәннәтендәге мөһәбәт һарайҙарға уры­нлаштырыр.
Бына, бөйөк моратҡа ирешеү шул булыр.

13.

Күңелегеҙгә хуш килә торған тағын бер нәмә булыр: һеҙгә Аллаһтан ярҙам килер,
унан һуң оҙаҡ та уҙмаҫ, бөйөк еңеү булыр. Шулар тураһында хәбәр итеп, һин
мөьминдәрҙән һөйөнсө ал.

14.

Әй, иманға килгән бәндәләр! Аллаһтың динендә пәйғәмбәрҙәргә
ярҙамсы булығыҙ. Мәрйәм улы Ғайса үҙе­нең хауариҙарына (сәхәбәләр кеүек
яҡындарына) әйткән ине:

— Аллаһ юлынан киткәнемдә миңә кем ярҙамсы булыр? — тине.
Хауариҙар иһә:

— Аллаһ юлында һиңә беҙ ярҙамсы булырбыҙ, — тинеләр. Исраил тоҡомонан бер төркөм
халыҡ иман килтерҙе, башҡалары инҡар итте. Ниһайәт, Беҙ иманлыларҙы
дошман­дарынан өҫтөн сығарҙыҡ.


Иманлылар еңеүсе булды.