57. Хәдид (Тимер)

1.

Күктәрҙә һәм
Ерҙә бул
ған
барсаһы Аллаһҡа тәсбих әйтә. Аллаһ — еңел
еү
белмәҫ ҡ
өҙрәт
һәм хикмәт эйәһе.

2.

Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн милек-байлыҡ — Уныҡы. Йән биргән дә, йән алған
да — Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡ
өҙрәте
етә.

3.

Ул
беренселер, һуң
ғыһылыр,
ул ҡыл
ғандары
менән күренә лә, Үҙе йәшерен дә. Ул барыһын да белеп тороусы.

4.

Ул
күктәрҙе


һ
әм
Ер
ҙе
алты көндә (дәүерҙә) барлыҡҡа килтерҙе. Һуңынан


Ғә
решкә
ур
ынлашып,
хөкөмдарлыҡ ҡыла башланы. Ерҙән ни
мә
сы
ға,
Ергә ни
мә
керә, Күктән ни
мә
төшә, Күккә ни
мә
менә — барыһын да Ул белеп тора. Һеҙ ҡайҙа


ғ
ына
булһа
ғыҙ
ҙа, Аллаһ һеҙҙең янда булыр. Аллаһ


ғә
мәлдәрегеҙҙе
күреп тора.

5.

Күктәрҙең һәм
Ерҙең милке-байлы
ғы
Уныҡы. Бөтөн эштәр бары тик Уның хозурына ҡайтыр.

6.

Төндө көнгә ҡатыштырыр, көндө төнгә ҡатыштырыр. Күңе­легҙҙә
ни
мә
бар — Ул шуны белеп торор.

7.

Аллаһҡа һәм
уның Рәсүленә иман килтерегеҙ. Мираҫҡа ҡалдырыл
ған
малдары
ғыҙҙы
(Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ (хәйер-саҙаҡа-зәкәт бирегеҙ). Иман килтереп, (Аллаһ
ризалы
ғ
өсөн мал) сарыф иткән кешеләргә бөйөк әжер әҙ
ерләнгән.

8.

Пәйғәмбәр
һеҙҙ
е:
Раббы
ғыҙға
иман килтерегеҙ, тип өгөтләгәндә, ни өсөн Аллаһҡа баш эймәнегеҙ? Гәрсә, у
ға
һүҙ бирҙегеҙ. Әгәр У
ға
инанасаҡ булһа
ғыҙ.

9.

Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан
яҡтылыҡҡа алып сы
ғыр
өсөн, илсеһенә ап-асыҡ аяттар индергән Аллаһ булыр. Шик юҡ­тыр, Аллаһ һеҙгә бик
тә мәрхәмәтле һәм шәфҡ
әтле.

10.

Һеҙгә нимә
булды, э
й,
кешеләр! Аллаһ юлында сы
ғым­дар
тотмайһы
ғыҙ.
Гәрсә, күктәр һә
м
Ер — Аллаһтың мира­ҫы. (Кәферҙәрҙе) еңеп, (Мәккәне) ал
ғанға
ҡ
әҙәр
(дин юлын­да мал) сарыф иткән һәм һу
ғышҡан
кеше менән еңеүҙ
ән
һуң сарыф итеп, һу
ғышҡан
кеше тиң булмаҫ. Алда
ғылары­ның
дәрәжәһе һуң
ғыларыныҡынан
күпкә өҫтөн
.
Шу
ға
ла

ҡарамаҫтан, Аллаһ һәр икеһенә лә бөйөк әжер вәғәҙә
итә. Һеҙҙең


ғә
мәлдәрегеҙ
Аллаһҡа мә
ғлүм.

11.

Кем дә
кем Аллаһҡа (изгелекле

ғәмәлдәрен)
бурысҡа биреп тора (йә
ғни,
сауап өсөн изгелек ҡыла) Аллаһ у
ға
ҡат-ҡат ни
ғмәт
бирер һәм уның өсөн бик тә мөһим әжер булыр.

(«Бурыс» һүҙен былай ҙа аңлатыусылар бар.
Бер кеше икенсеһенә бурыс бирә икән, ул у
ға
рибаһыҙ (процентһыҙ) бирергә тейеш
.
Бу­рысты биргән к
үлемдән
арттырып ал
ыу
— гөнаһ
.
Рибаһыҙ бурысҡа биреп тор
оу
— Аллаһ ризалы
ғын
ҡаҙан
ыу,
тигән һүҙ
.
)

12.

Ҡиәмәт
көнөндә һин мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындарҙы күрерһең. Уларҙың алдынан да,
уңынан да (донъяла ҡыл
ған
изгелектәренең)


нурҙары яҡтыртып   ба­рыр.


Бөгөн һеҙгә һөйөнсө! Арыҡ
тарынан
шишмәләр а
ғып
тороусы йәннәттәргә керерһегеҙ. Һеҙ шунда мәңгегә ҡалырһы
ғыҙ,
— тип саҡырырҙар. Бөйөк мораҙ
ға
иреш
еү
ошо булыр.

13.

Монафиҡ ирҙәр менән монафиҡ ҡатындар мөьминдәргә:

—  Беҙҙе
көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ,
яҡтылығығыҙҙан
исмаһам бер нур алып ҡалайыҡ, — тип ялбарҙылар. Уларға:


Уҙ
ғанығыҙға
ҡайтып, яҡтылыҡ эҙләгеҙ, — тип әйтерҙәр. Ниһайәт, улар араһында ҡапҡалы ҡойма
барлыҡҡа килер. Ул ҡойманың бер я
ғында
Сә
ғәдәт,
икенсеһендә


ғ
азап
булыр.

14.

Монафиҡтар
уларҙ
ға:

— Беҙ
ҙә бит һеҙҙең менән бергә йәшәнек, (ни өсөн беҙҙе таш­лап китәһегеҙ)? — тип
әйтерҙәр.


Әлбиттә, бергә йәшәнек, ләкин һеҙ үҙ башы
ғыҙҙы
үҙегеҙ бәләгә тыҡты
ғыҙ.
(Мосолмандарҙы харап итергә) форсат көттөгөҙ. (Ислам дине хаҡмы, ял
ғанмы
тип) икеләнеп, шикләнеп ҡалды
ғыҙ.
Шул шиклән
еүҙәрегеҙ
һеҙҙе төп башына у
лтыртты.
Вәсүәсәләр һеҙҙе аҙҙырҙы, Аллаһ юлынан яҙҙырҙы. Ниһайәт, һеҙҙе Аллаһтың әмере
килеп тотто.

15.

Бөгөн инде мосолмандарҙан да, инҡарсыларҙан да фидийә ҡабул ителмәҫ. Бараһы
ерегеҙ — ут. Һеҙгә шул хас. Ҡот осҡ
ос
ер ул — бараһы ерегеҙ.

16.

Иман килтергән кешеләрҙең Аллаһты һәм
Унан ингән Ҡ
өръәнде
зикер итеп, күңелдәренең мөхәббәт менән йомшар­
ған
заман килде түгелме? Әүәл үҙҙәренә Китап бирелеп тә, байтаҡ


ваҡыт
тар
уҙып, күңелдәре (боҙ
оҡлоҡ,
тәкәбберлек менән) ҡарайып бөткән кәферҙ
әргә

оҡшамаһындар ине улар.
Уларҙың байтағы фәсиҡ әҙәмдәр.

17.

Шул хәҡиҡәтте белеп тороғоҙ, үлеп бөткән туп­раҡҡа Аллаһ йән өрә. Хаҡтыр, Беҙ,
аҡылығыҙға барып етһен тип, аяттарҙы асыҡ итеп индерҙек.

18.

Хаҡтыр, саҙаҡа биргән ирҙәр менән саҙаҡа биргән ҡатындар һәм Аллаһҡа ысын
күңелдән бурыс (ғибәҙәт, хәйер) биргәндәргә ҡат-ҡат сауаптар бирелер. Улар өсөн
бик тә аб­руйлы тағын башҡа әжер ҙә булыр.

19.

Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәрҙәренә иман килтергән бәндәләр — улар үҙе лә, һүҙе лә
тура булғандар, Аллаһ хозу­рында шаһитлыҡ ҡылғандар. Уларҙың әжере лә, нурҙары
ла булыр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарған иманһыҙҙар йәһәннәм әһелдәре булыр.

20.

Шуны белеп тороғоҙ, донъя тормошо ул бары тик уйын ғына, күңел асыу,
зиннәттәр-биҙәктәр эсендә йәшәү, арттыра-арттыра бер-береңде маҡтау-маҡтанышыу,
та­ғын байлыҡ һәм күп балалы булырға тырышыу кеүек мәшәҡәттәрҙән тора. Нәҡ бына
ямғыр кеүек инде. Ул иген­селәрҙең һушына китә (ямғыр — һөйөнөс). Һуңынан
иген-үлән ҡорой, һап-һары ҡыр була. Ахырҙа кибәк-сүп булып ҡала. Әхирәттә иһә
хәтәр ғазаптар бар. Шунда Аллаһтың ярлыҡа­уы ла, ризалығы ла булыр. Донъя
тормошо тиҙ уҙа торған, алдаҡсы ғына, башҡа түгел.

21.

Раббығыҙҙың ярлыҡауын ҡаҙанырға тырышығыҙ. Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәренә инанған
кешеләр өсөн әҙерләнгән йәннәткә керергә ашығығыҙ. Ул йәннәт Күк менән Ер
майҙаны саҡлы киң. Аллаһтың сәғәдәте шул­дыр. Ул уны үҙе ихтыяр иткән кешеһенә
бирер. Ысынлап та, Аллаһ — бөйөк, сикһеҙ йомарт һәм мәрхәмәтле.

22.

Беҙ бар итмәҫтән элек, Китапта яҙылмаған килеш, Ер йөҙөнә һәм һеҙҙең башығыҙға
һис бер ҡайғы килмәҫ. Был эштәр беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.

23.

Ҡулдарынан ысҡынған (малға, дан)ға ҡайғырмаһындар, Аллаһ биргән ниғмәттәр
(ҡаҙанған байлыҡтары) менән маҡтанмаһындар, тип яҙып ҡуйып, алдан хәбәр итәбеҙ,
киҫә­тәбеҙ. Аллаһ үҙ-үҙҙәрен генә яратҡан тәкәббер кешеләрҙе хуп­ламай.

24.

Улар үҙҙәре һаран һәм башҡаларға ла һаран бу­лырға ҡушалар. Кем (Аллаһ юлында
зәкәт биреүҙән) баш тартһа, (хафаға урын юҡ) Аллаһ үҙе бай, бер нимәгә лә мохтаж
түгел, маҡтауға лайыҡ.

25.

Хаҡтыр, Беҙ пәйғәмбәрҙәребеҙҙе асыҡ дәлилдәр менән күндерҙек һәм кешеләр
ғәҙеллек урынлаштырһын тип,

Китап менән бергә (ғәҙеллек) бизмәнен дә индерҙек.
Беҙ тимерҙе лә индерҙек, сөнки шунда (һуғышыр өсөн) хәтәр ҡеүәт бар һәм ул
(тыныс хеҙмәттә) кешеләргә файҙалы. Был — Аллаһтың үҙен күрмәгән килеш ышанып,
Уның диненә һәм пәйғәмбәрҙәренә кешегә күрһәтмәйенсә генә ярҙам иткәндәр­ҙе
асыҡлау һәм һынау өсөн шулай эшләнде. Шик юҡ, Аллаһ — ҡеүәт эйәһе, еңелеү белмәҫ
өҫтөн.

26.

Хаҡтыр, Нухты һәм Ибраһимды күндерҙек, пәйғәм­бәрлекте лә, Китапты ла уларҙың
тоҡомона бирҙек. Ҡай­һылары тура юлды һайланы. Күбеһе юлдан яҙҙы.

27.

Һуңынан былар эҙенән бер-бер артлы башҡа пәйғәм­бәрҙәрҙе
күндерҙек. Мәрйәм улы Ғайсаны күндерҙек, уға Инжилде бирҙек. Уға эйәргәндәрҙең
күңеленә шәфҡәт һәм миһырбан индерҙек. Беҙ уларға: руһбанлыҡҡа күсегеҙ, тип
бойорманыҡ. Ләкин улар (тормош мәшәҡәттәренән айырылып, артыҡ дини булып,
аскетлыҡҡа, руһбанлыҡҡа, монахлыҡҡа) үҙҙәре күсте.

Беҙ уларға Аллаһ һәм Пәйғәмбәр ҡушҡанса эш ҡылырға әмер бирҙек. Әммә улар
кәрәгенсә итәғәт итмәне. Беҙ ҙә уларҙың ихлас иман килтергәндәренә генә сауаптар
бирҙек. Уларҙың күбеһе юлдан яҙҙы.

28.

Әй, иманлы кешеләр, Аллаһтың язаһынан ҡур­ҡығыҙ һәм пәйғәмбәренә ышанығыҙ, Аллаһ
һеҙгә ҡат-ҡат рәхмәт бирһен һәм һеҙҙең юлығыҙҙы нур менән яҡтыртһын. Һеҙҙе
ярлыҡаһын. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле, кисереүсе.

29.

Китап әһелдәре Аллаһтың ниғмәтенән һис бер нәмә ала алмаясаҡтарын белеп
торһондар. Ниғмәттәрҙең барыһы ла Аллаһ хозурында, ул бары тик Үҙе ихтыяр
иткәндә, теләгән бәндәһенә генә ниғмәтен бирер. Аллаһ — бөйөк миһырбан эйәһе.