55. Рахмәән (Рахмәән)

1.

Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ

2.

Ҡөръәнде
өйрәтте.

3.

Ин­санды Ул яралтты.

4.

Һөйләшергә өйрәтте.

5.

Ҡояш менән Ай теүәл үлсәп, хисапланғанса
(Аллаһ тарафынан бил­геләнгән уаҡытҡаса, билгеләнгән юлдан) хәрәкәт итә.

6.

(Күктәге)
йондоҙҙар ҙа, (Ерҙәге үләндәр) а
ғастар
ҙа У
ға
сәждә итә.

7.

Теүәл үлсәү менән
Аллаһ Күкте бейек итеп яһаны. («Аллаһ Күкте күтәрҙе һәм һәр

нәмәгә

ғәҙеллек
менән үлсәү ҡуй­ҙы».

Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)

(«Күкте
лә Ул юғары күтәрҙе.


Бер мизан ҡуйҙы».
Хәсән Чантай тәфсиренән.,)

(«Воздвиг Он небо и Весы установил. Для измерения добра и
зла». Валерия Порохова тәфсиренән.)

(«Күкте юғары
күтәрҙе һә
м
мизанды (тигеҙлекте, балансты) Ул

ҡ
уйҙы».
Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

(Тәфсирҙәрҙә ике төрлө мәғәнә ята. Беренсе мәғәнә: Аллаһ Күкте бейек итеп
яһағандан һуң, Күктең үлсәмен ҡуя. Йәғни, Күк теүәл баланста, тигеҙлектә, теүәл
вазифа үтәй. Күктәге есемдәр ҙә, фәрештәләр ҙә Аллаһ әмеренә буйһоноп, теүәл
ваҡыт, теүәл билгеләнгән киңлектәрҙә, тыуғымдарҙа хәрәкәт итә. Икенсе мәғәнә
тәфсирҙәрҙә йышыраҡ осрай: Аллаһ Күк йөҙө аҫтында ғәҙеллек булһын өсөн үлсәү,
бизмән, мизан ҡуя. Ғәҙел­лек тә, яманлыҡ та шул бизмәнгә һалынып үлсәнә. Өсөнсө
мәғәнә лә бар икән әле: алыш-биреш, сауҙа эштәрендә ҡулланыла торған үлсәү.
Дөрөҫ үлсәгеҙ, кәметеп үлсәмәгеҙ, артығын да үлсәүгә һалмағыҙ, тигән кеүек
өндәмәләр Ҡөръәндә әҙ түгел.


Шул сәбәпле, был осраҡта беренсе мә
ғәнә
алынды. Был мә
ғәнәнең
Күк йөҙ
ө,

ғәләм­дең
төҙ
өлөшөнә
ны
ғыраҡ
ҡа
ғылышлы
икәнен сиратта
ғы
аяттар ҙ
а
раҫлай кеүек.)

8.

Һаҡ булығыҙ,
(
ғәләмдәге)
тиҙ
лекте
(үлсәмде) боҙма
ғыҙ.

9.

Үлсәүҙе ғәҙеллек менән тотоғоҙ һәм кәметеп үлсәмәгеҙ.

10.

Аллаһ Ерҙе барлыҡ йәнлеләр өсөн яралтты.

11.

Шунда емештәр, тәлгәш-тәлгәш хөрмә ағастары,

12.

һалам­лы (иген) орлоҡтар һәм хуш еҫле үҫемлектәр бар.

13.

Шулай булғас, Раббының ҡайһы ниғмәттәрен һеҙ ялғанға сығарыр инегеҙ?

14.

Аллаһ әҙәмде яндырылған сүлмәк кеүек яңғырап торған (саф) балсыҡтан
яһаны.

15.

Ендәрҙе Ул уттан барлыҡҡа килтерҙе.

16.

Шулай булғас, Раббының ниғмәттәренән ҡайһы­һын ялғанға сығарыр инегеҙ?

17.

Аллаһ ике көн сығыштың
да, ике көн батыштың да Раббыһы.

Йәй,
ҡыш фасылдарында

(миҙгелдәрендә)

Ҡояштың сы
ғыш
һәм батыш тараф­тары үҙгәреп тора. Шу
ға
күрә, ике сы
ғыш,
ике батыш тип яҙыл­
ған,
йә
ғни
Аллаһ бөтөн Ер шарының хужаһы».

Ғәли Турғут тәфсиренән.)

18.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр инегеҙ?

19.

Ул (берһе сөсө, икенсеһе тоҙло һыулы) ике диңгеҙҙе йәнәшә ағырлыҡ итте.

20.

Уларҙың
араһына (күренмәҫ) ҡорма ҡороп ҡуйҙы. Улар ҡушылмайынса, йәнәшә аға
бирә).

(Океанда бер-берҙәренә ҡушылмайынса аға торған, берһе сөсө, икенсеһе тоҙло
ағымдар барлығы океанография фәне тарафынан һуң­ғы уаҡыттарҙа ғына иҫбат
ителде.)

21.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

22.

(Диңгеҙҙәрҙең)
икеһенән дә ынйы, мәрйендәр сыға.

23.

Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған­ға сығармаҡсы булаһығыҙ?

24.

Диңгеҙҙәр буйлап йөҙөп йөрөүсе бейек тау хәтле кәмәләр ҙә Аллаһтың ҡөҙрәтенән
килә.

25.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ниғмәттәренән ҡайһыһын ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

26.

Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһы ла юҡҡа сығасаҡ.

27.

Бары тик еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, олуғ Аллаһ ҡына мәңге ҡаласаҡ.

28.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттә­рен ялған тип әйтә алаһығыҙ?

29.

Күктәрҙә, Ерҙә булған­дарҙың барыһы ла Уға ялбара. Аллаһ һәр көн фәғәлийәттә
(бер миҙгелгә лә туҡтамайынса, Ул яңы ғәмәлдәр менән мәшғүл)

30.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

31.

Әй, әҙәм, һәй, ен! Оҙаҡ­ламай Мин һеҙҙе яуапҡа тартасаҡмын.

32.

Ошо хәлдә лә һеҙ Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

33.

Һәй, ендәр һәм кешеләр! Күктәр һәм Ер­ҙең ситтәренән сығып китергә ҡөҙрәтегеҙ
етһә, китегеҙ. Ләкин һеҙ (Аллаһтың сикһеҙ) ҡөҙрәт(е) менән генә
(Ерҙең тартыу көсөнән ысҡынып) китә алырһығыҙ.

34.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

35.

Өҫтөгөҙгә дөрләп торған ут ялҡыны һәм тонсоҡ­торғос төтөн ебәрербеҙ. Һеҙ
бер-берегеҙҙе ҡотҡара алмаҫһығыҙ, ярҙам да итә алмаҫһығыҙ.

36.

Шулай булғас, Раббығызҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

37.

Күк ярылып, ҡыҙыл тире төҫөнә керер,

38.

шул сағында Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

39.

Бына шул саҡта инде ендәрҙән дә, кешеләрҙән дә гөнаһтары тураһында һорау
алынмаҫ.

40.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

41.

Гөнаһлыларҙы тамғаларынан танырҙар, сәстәренән һәм аяҡтарынан тотоп алырҙар.

42.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ икән?

43.

Бына был (тамуҡ) гөнаһлыларҙың ялғанға сығарған йәһәннәме булыр.

44.

Улар йәһәннәм менән ҡай­нар һыу араһында болғанып йөрөр.

45.

Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

46.

Раббының хозурында торорға (гөнаһтан) ҡурҡҡандар өсөн ике йәннәт бар.

47.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ?

48.

Ике йәннәт тә төрлө-төрлө ағастар менән тулған.

49.

Шулай бул­ғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ?

50.

Икеһендә лә ике шишмә ағып ята.

51.

Шулай бул­ғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығара алыр­һығыҙ икән?

52.

Икеһендә лә һәр төрлө емештәр пар-пар бу­лып үҫә.

53.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәтт­әрен ялғанға сығара алырһығыҙ икән?

54.

Мөьминдәрҙең барыһы ла атластан тегелгән яҫтыҡтарға таянып, истирәхәт ҡылыр (ял
итер). Ике йәннәттә лә емештәре яҡын ғына үҫеп уты­рыр.

55.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған тип атарһығыҙ икән?

56.

Шунда үҙ иренән башҡа ир затҡа күтәрелеп ҡарарға ояла торған гүзәл ҡатындар бар,
уларға ен затынан да, кеше затынан да берәү ҙә ҡағылмаған.

57.

Шулай булғас, раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттә­рен ялғанға сығарырға баҙнат итәһегеҙ?

58.

Әйтерһең дә, ул ҡатындар яҡут йәки мәрйен инде.

59.

Шулай булғас, Раббы­ғыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

60.

Изгелек ҡылғандың әжере — изгелек.

61.

Шулай булғас, Раб­бығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ?

62.

Был ике йәннәттән башҡа тағын ике йәннәт бар.

63.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр­һығыҙ икән?

64.

Был йәннәттәр ҡуп-ҡуйы йәшеллектән генә тора.

65.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ял­ғанға сығарырһығыҙ икән?

66.

Икеһендә лә мәңгелек ике шишмә ағып ята.

67.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

68.

Икеһендә лә һәр төрлө еләк-емеш, хөрмә һәм нар ағастары бар.

69.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

70.

Ул йәннәттең эсендә холҡо матур, йөҙө гүзәл ҡатындар бар.

71.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

72.

Сатыр­ҙар эсендә ҡара күҙле хур ҡыҙҙары бар.

73.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

74.

Ул ҡыҙҙарға элек бер генә кеше лә, бер генә ен дә ҡағылып ҡарамаған.

75.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

76.

(Мөьминдәр) йәшел яҫтыҡтар һәм тышы сиккән матур түшәктәргә ятып истирәхәт
ҡылырҙар (ял итерҙәр).

77.

Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән?

78.

Бөйөк­лөк һәм абруй эйәһе Раббының исеме олуғтарҙан — олуғтыр.