1.

Ҡиәмәт
көнө яҡынлашты һәм Ай ярылды.

(«Мәккә кәферҙәре хәҙрәти Мөхәммәдтең мөғжизә күрһәтүен талап
итте. Пәйғәмбәребеҙ бармағы менән Айға төртөп күрһәтте һәм Ай урталай ярылып
китте лә, йәнә үҙ хәленә ҡайтты. Ләкин мөшриктәр быны: был бер сихыр ғына,
тинеләр».

Хәсән Чантай тәфсиренән.)

(Мәүләнә Али аңлатмаһында бер нисә юрау бар. Ҡиәмәт көнөндәге ғарасат уаҡытында
ярыласаҡ Ай тотолғанда, бер яртыһы күренеп, икенсе яртыһы күренмәй торған саҡ
һүрәтләнгән йәки, ысындан да, ул заманда Ай тирәһендә ниндәйҙер Ғәләми
үҙгәрештәр күренгәндер, тип фаразлана.)

2.

Улар мөғжизә күрһә лә, һаман йөҙ сөйөрә.

— Был боронғонан килгән бер күҙ буяу, — тип әйтәләр.

3.

(Аяттарҙы) ялғанға сығарҙылар һәм үҙ нәфселәренә буйһондолар. Гәрсә, һәр эштең
ахыры (нәтижәһе) була.

4.

Хаҡтыр, уларға яманлыҡтарҙы киҫәтер өсөн мөһим хәбәрҙәр килде.

5.

Был — бөйөк хикмәттер. Ләкин йөҙ сөйөргәнгә ул киҫәтеүҙәр
файҙа бирмәне.

6.

Шулай булғас, (Рәсүлем) һин дә уларҙан йөҙ сөйөр.

(Исрафилдың) быңа саҡлы күрелмәгән, ишетелмәгән нәмәгә (хәтәр хөкөмгә) саҡырыусы
тауышы ишетелгәс, улар, меҫкен ҡараштары аҫҡа төбәлгән килеш, саранча өйөрө
кеүек, күпләп ҡәберҙәренән сығыр.

7.

8.

Саҡырыусыға табан йүгерә башларҙар. Кәфер булғандар:

— Был бик тә хәтәр көн, — тип әйтер.

9.

Уларға саҡлы, башта Нух ҡәүеме инҡарсы булды. Улар илсебеҙҙе
ялғансыға сығарҙы.

— Ул енләнгән, — тинеләр, һәм улар уны ҡыуып ебәр­ҙеләр.

10.

Ниһайәт, ул да Раббыға:


Мин, ысындан да, еңелдем. Һин миңә ярҙ
ам
ит инде, — тип, до
ға
ҡылып, ялбарҙы.

11.

Шунан һуң Беҙ Күк ҡапҡаһын асып, ҡот осҡос ҡаты ямғыр яуҙырҙыҡ.

12.

Аллаһ тәҡдиренсә, ерҙәге һыуҙар Күк һыуҙары менән ҡушылып, то­таш ағымға
әүерелде.

13.

Нухты таҡталарҙы һөйләп яһа­ған кәмәгә ултырттыҡ.

14.

Был кәмә Нухҡа (кәферҙәр тарафынан) инҡар ителгәненә күрә бирелде һәм ул Беҙҙең
күҙәтеүебеҙ, һағыбыҙ аҫтында йөҙөп йөрөнө.

15.

Хаҡтыр, Беҙ быны (кәмә ваҡиғаһын) бер аят (һабаҡ) булараҡ, (халыҡтарға)
тараттыҡ.


Шул турала уйлап, һабаҡ ал
ған
кеше бармы?

16.

Нисек булып сыҡты ғазабым һәм киҫәтеүҙәрем?

17.

Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде уйланып, (өгөт алыр) аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ.

Был турала уйлап ҡ
арағанығыҙ,

ғи
брәт
ал
ғанығыҙ
бармы?

18.

Ғәд
ҡәүеме (үҙ пәй
ғәмбәрҙәре
Һудтың хәҡ
иҡәтен)
ял­
ғанға
сы
ғарҙы.
Улар
ға
ниндәй генә киҫәт
еүҙәр
булманы ла, улар
ға
ебәргән язам ниндәй булды!

19.

Беҙ был ҡәһәрле
оҙ
он
көндә улар өҫтөнә дәһшәтле тауышлы өйөрмә ебәрҙек.

20.

Был хәтәр өйөрмә тамырҙарынан ҡуптарып алынған
хөрмә а
ғасының
ботаҡ
тарын
һындыр
ған
кеүек, кешеләрҙе осортоп, һәләк итте.

21.

Мин ебәргән язаның ниндәй икәнен күрҙегеҙме, киҫәтеүҙәремдең
ниндәй икәнен аңланы
ғыҙмы?

22.

Хаҡтыр, Беҙ

Ҡө
ръәнде
(өгөт алыр) өсөн аңлайышлы иттек. Шул хаҡта уйлап, һабаҡ ал
ған
кеше бармы?

23.

Сәмуд ҡәүеме лә (Хәҡиҡәтте)
ял
ғанға
сы
ғарҙы.

24.


Беҙ үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан (
ғәҙәти)
бер бәндә ар­тынан эйәреп йөрөй
өкме?
Ул са
ғында
беҙ, һис шикһеҙ, юлдан яҙ
ған
булырбыҙ, тилегә һаналырбыҙ, — тинеләр. – Беҙҙең бе­ребеҙгә лә иңмәгән, (Аллаһ)
уахиҙ
ы
уғ
а

ғына
индерҙеме ­ни? Э
йе,
ул маҡтансыҡ, ял
ғансы
бит.

25.

26.

Кем маҡтансыҡ, кем шыр ялғансы
икәнен улар иртәгә белер.

27.

(Әй, пәйғәмбәрем
Салих), ысындан да, Беҙ, һынап ҡарау ниәте менән, улар
ға
теге әсә дөйәне ебәрербеҙ. Улар арты­нан күҙәт һәм сабыр бул.

28.

(Дөйә менән) кешеләр араһында һыу тигеҙ итеп бүленгәнлеге тураһында әйт. (Бер
көндө ҡойонан дөйә эсәсәк, икенсе көндө кешеләр эсер, тип әйт.) Һәр ике яҡ та үҙ
сиратында һыу
ға
хужа булыр.

29.

(Сәмүд
халҡы дөйә менән бер ҡойонан һыу эсергә теләмәне.)

Улар үҙ араларынан
бер кешене саҡырып ки
лтерҙеләр.
Әле­ге (бәхет
һеҙ)
кеше (быса
ғы
менән дөйәне)

һуйҙы.

(«Дөйәне һуйыусының исеме Кудар бин Салиф булыр. Яман кеше тураһында һөйләгәндә

ғәрәптәрҙә:
Кударҙ
ан
да


бәхет
һеҙ,
Кударҙан ҡ
әбәхәт
кеше, тип һөйләү ҡал
ған».
Хәсән Чантай тәфсиренән.)

30.

Мин ебәргән язаларҙың ниндәй икәнен күрҙегеҙ­ме, киҫәтеүҙәремдең ниндәй икәнен
аңланығыҙмы?

31.

Беҙ улар өҫтөнә ҡурҡыныс тауыш ебәрҙек һәм улар хайуан аб­ҙарындағы аяҡ аҫтында
тапалған ҡоро һалам-тиреҫ кеүек те­телеп бөттө.

32.

Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ.

Шул турала уйлап, һабаҡ ал
ған
кеше бармы?

33.

Лут ҡәүеме лә киҫәтеүсе
вә
ғәздәрҙе
ял
ғанға
сы
ғар­ҙы.

34.

Беҙ улар өҫтөнә таш яуҙырҙыҡ, Луттың үҙ

ғәйләһ
енән
башҡалары (барыһы ла һәләк булды).

35.

Тарафыбыҙҙан әжер булараҡ, уларҙы (Лут

ғәйләһ
ен)
Беҙ сәхәр уаҡытын­да ҡотҡарып ҡалдыҡ. Бына, шөкөр иткәндәрҙе Беҙ шулай
бүләкләйбеҙ.

36.

Хаҡтыр, (Лут) улар өҫтөнә киләсәк хәтәр

ғ
азап
тураһында әйтте. Ләкин улар был киҫәт
еү-ҡурҡытыуҙарҙы
шиккә тотоп, ял
ғанға
сы
ғарҙылар
һәм бәхәс ҡуптарҙылар.

37.

Хаҡтыр, улар хатта (Лут өйөндәге) ҡунаҡ егеттәрен айырып алырға
теләнеләр, аулаҡҡа саҡырҙылар. Беҙ уларҙың күҙҙәрен һуҡырайттыҡ.


Бына, язабыҙҙы таты
ғыҙ,
киҫәт
еүҙәремдең
нәтижәһен күрегез, — тинек.

38.

Хаҡтыр, иртә таңда уларға
һис ҡасан бөтмәйәсәк (дауамлы)

ғ
азап
килде.

39.


Бына,


ғ
азабымды
таты
ғыҙ,
киҫәт
еүҙәремдең
нәтижәһен күрегеҙ, — тинек.

40.

Хаҡтыр, уйланып, аңлар өсөн, Беҙ Ҡөръәнде
ҡу­лайлаштырҙыҡ. Шул хаҡта уйлап ҡ
арағанығыҙ,

ғибрәт
ал­
ғанығыҙ
бармы?

41.

Хаҡтыр, Фирғәүен
тоҡомона ла киҫәт
еүҙәр
кил­де.

42.

Улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙың
барыһын да ял
ғанға
сы
ғарҙы.
Беҙ ҙә уларҙы сикһеҙ ҡ
өҙрәтебеҙ
менән


ғ
азапҡа
тот­тоҡ.

43.

(Әй, Ҡурайш)
һеҙҙең кәферҙәрегеҙ борон
ғо
кәферҙәрҙән яҡшыраҡмы? Әллә изге китаптарҙа һеҙҙе яза­ларҙан ҡотҡара тор
ған
әмер бармы?

44.

Юҡһа,
улар:


Беҙ пәй
ғәмбәрҙәрҙән
үс алырҙай көслө ҡәүем! — тип уйлайҙармы?

45.

Оҙаҡламай ул өйөр тарҡаласаҡ һәм
улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡ.

(Бәдер һуғышында
кәферҙәрҙең мосолмандарҙан еңелеп ҡасыуҙа­рына ишара.)

46.

Хаҡтыр, уларға
вә
ғәҙә
ителгән


ғ
азаптың
уаҡыты-сә
ғәте
килер. Ул Сә
ғәттәге
иәмәттәге)

ғазап

ғәйәт
әсе, сикһеҙ ҡай
ғылы
буласаҡ.

47.

Шик юҡ, гөнаһлыларҙың барыһы ла юлдан яҙған
тилеләр кеүек.

48.

Ул
Көндө улар йөҙ түбән килеш, утҡа ташланасаҡ. Улар
ға:


Йәһәннәмдең ҡ
ағылыуын
татып ҡара
ғыҙ,
— тип әйте­лер.

49.

Шик-шөбһәлә булмағыҙ,
Беҙ һәр нәмәне үҙ тәҡдире менән (үҙ йөрәгендә) яралттыҡ.

50.

Беҙҙең әмерҙәребеҙ күҙ асып йомған
миҙгелдә үтәлә.

51.

Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең кеүек кәферҙәрҙе һәләк ит­тек. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ,

ғибрәт
ал
ғанығыҙ
бар­мы?

52.

Шулар өҫтөнә уларҙың барса (ярамаҫ)

ғә
мәлдәре
дәфтәрҙәрҙә.

53.

Бәләкәйме ул, ҙурмы — барыһы

л
а
(
ғәмәл
дәфтәрендә, Ләүхел Мәхфүздә) яҙыл
ған.

54.

Шик юҡ, (тәҡүә)
мөьминдәр йәннәттәрҙә, шишмәләр янында,

55.

Хаҡ мәжлесендә, ҡөҙрәт
эйәһе, мөлкәте сикһеҙ бул
ған
Аллаһтың янында булыр.