1.

Атылған
йондоҙ исеме менән ант итеп әйтәм:

2.

тоғро
дуҫы
ғыҙ
(Мөхәммәд) тура юлдан яҙманы һә
м
аҙманы.

3.

Һәм ул артыҡ ҡыҙып, тәкәббер һөйләшмәҫ.

4.

Ул
уахи ителгәндәрҙе генә һөйләр.

5.

Уны ҡеүәтле
һә
м
өҫтөн сифат­лы (Жәбраил) өйрәтте.

6.

Мөһәбәт, күркәм һурәттә

7.

ул
(Жәбраил) офоҡ
тың
бейеклегендә пәйҙ
ә
булып,

8.

уға
яҡы­найҙы һәм ергә төштө.

9.

Аралары ике йәйә оҙонлоғо,
хатта унан да яҡын
ырак
ине.

10.

Ул
Аллаһтың илсеһенә (Мөхәммәдкә) уахи ителгәнде тапшырҙы.

11.

Уның (Мөхәммәдтең төшөндә) күргәндәрен күңеле ялғанға
сы
ғарманы
(уның төшө раҫ килде).

12.

(Кәферҙәр)
хәҙер инде һеҙ уның күргәненә ҡаршы (ял
ған
тип) көрәшә башланы
ғыҙмы?

13.

Хаҡтыр, (Мөхәммәд) икенсе тапҡыр уны Ситрәтүл Мүнтәһә (лотос)
а
ғасы
янында күрҙе. Ҡайһылыр, ул а
ғас
йәннәтүл Мәъ
үә
янында үҫә.

14.

15.

16.

Ситрәтүл ағасы
балҡышлы ҡ
орма

(үҙенең япраҡтары)
менән ҡаплан
ған
ине.

17.

Мөхәммәдтең
күҙе ҡамашманы, ҡарашы ситкә тай­пылманы.

18.

Хаҡтыр, ул Раббының иң бөйөк аяттарының (дәлилдәренең) бер өлөшөн күрҙе.

(«Ситрәтүл Мүнтәһ

Ғә
рештең,
йә
ғни
Аллаһтың тәхете янында үҫә тор
ған
бер а
ғас.
Ситрә —


ғә
рәп
сейәһе, тигән һүҙ. Мөхәммәт Рәсүлүлла ми
ғражда
Ситрәнән дә ю
ғары

ғәләмгә
аша. Был сикте, Ситрәнән һуң ар
ғы
таба фәрештәләр ҙә, бүтәндәр ҙә уҙып китә алмай. Жәбраил ми
ғражға
ашҡас, Мөхәммәдкә әйтә: «Бына, был Ситрәтүл Мүнтәһә булыр», — ти. Йәннәтүл Мәъүә
— фәрештәләр һәм шаһидтарҙ
ың
тупланып йәшәй тор
ған
урыны».

Хәсән Чантай тәфсиренән.)

19.

(Әй, кәферҙәр) һеҙ Лат менән Узза (исемле һындарарығыҙ)ҙы күрҙегеҙме?

20.

Йәки өсөнсө ботоғоҙҙы — Манатты лә күрҙегеҙме?

21.

Тимәк, ир уландар — Һеҙҙеке, ҡыҙҙар Аллаһтыҡы булып сығамы ни инде?

22.

Улай булһа, был бер ҙә ғәҙел эш булмаҫ ине. (Лат, Узза, Манат —уйҙырма Илаһтар,
ҡатын Илаһтар.)

23.

Был боттар һеҙҙең аталарығыҙ таҡҡан исемдәрҙән (уй­лап сығарған һүрәттәрҙән)
башҡа бер нимә лә түгел. Улар хаҡын­да Аллаһ һис бер дәлил индермәне. Улар бары
тик хыялый фараз һәм нәфсегә бирелгәндәр. Гәрсә, үҙҙәренә Раббы тарафынан тура
юл күрһәтеүсе килде.

24.

Кеше һәр теләгәненә ирешә аламы?

25.

Әхирәт тә, фани донъя ла — Аллаһтыҡылыр.

26.

Күктәрҙә күпме фәрештә бар. Уларҙың шәфәғәте, Аллаһ рөхсәтенән, Ул теләгән һәм
риза булған­дан    башҡа һис кемгә файҙа бирмәҫ.

27.

Ысындан да Әхирәткә ышанмағандар фәрештәләрҙе ҡатын-ҡыҙға һынай.

28.

Гәрсә, был хосуста уларҙың һис бер мәғлүмәте юҡ. Улар бары тик фараздарға ғына
таяна. Фараз иһә, һис шикһеҙ, Хәҡиҡәт менән ярыша алмай.

29.

(Мөхәммәд) шуға күрә, һин Аллаһты зикер итеүҙән баш тартҡан һәм донъя тормошонан
башҡа һис нимә теләмәгән кешеләргә яҡын барма.

30.

Бына, уларҙың ирешергә теләгән ғилемдәре шул ҡәҙәр генә. Шик юҡ, һинең Раббың,
әлбиттә, юлдан яҙғандарҙы бик яҡшы белеп тора. Тура юлға баҫҡандарҙы ла яҡшы
белә.

31.

Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ яманлыҡ
ҡылғандарға, ҡылғандары­на күрә — язалар, изгелек ҡылғандарға бөйөк әжер бирер.

32.

Ваҡ-төйәк хаталары булып та, ҙур гөнаһтарҙан һәм әҙәпһеҙлектәрҙән йыраҡ
торғандарҙы, белеп торор, Раббың йомарт ярлыҡар. Тупраҡтан яралтҡанда ла, һеҙ
әсәйегеҙ ҡары­нында яралғы хәлендә ятҡанда ла һеҙҙе иң яҡшы белеүсе — Аллаһ.
Шуға күрә, артыҡ маһайып, паҡ күренергә тырышма­ғыҙ. Аллаһ яманлыҡтарҙан
һаҡланғандарҙы яҡшы белә.

33.

(Аллаһтан, имандан) баш тартҡан кешене күрҙеңме һин?

34.

Әҙ генә (хәйер-саҙаҡа) биреп, һуңынан һаран бул­ғанды?

35.

Йәшерен серҙәрҙең асҡысы (Ҡөръән) уның янын­да ғына. Гәжәп, шуны ла күрмәй.

36.

Мусаға бирелгәндәр (аяттар) менән ул таныш түгелме икән ни?

37.

Йәнә Ибраһимға индерелгән сәхифәләргә (төргәктәргә) яҙылғандан хәбәрҙар түгел­ме
икән ни?

38.

Хаҡтыр, һис бер гөнаһлы кеше башҡа кешенең гөнаһтарын үҙ өҫтөнә ала алмай.

39.

Белеп тор, эй әҙәм балаһы, кешегә үҙе ҡылғандарынан башҡа һис бер нәмә
йөкләнмәҫ.

40.

Шик юҡ, уның ҡылғандарына киләсәктә тулыһынса түләнәсәк.

41.

Шик юҡ, ахырҙа ҡылғандарына күрә ул әжерен дә аласаҡ.

42.

Шик юҡ, һуңғы ҡай­тарылыш Аллаһ хозурына булыр.

43.

Шик юҡ, көлдөргән дә, илатҡан да — Ул.

44.

Йән өргән дә, йән алған
да — Ул.

45.

Шуныһы хаҡ, аналыҡҡа атылған нәҫел орлоғонан ир менән ҡатындан ғибәрәт парҙары
яралтты.

46.

47.

Шик юҡ, яңынан терелеү ҙә Уның ихтыярында.

48.

Шик юҡ, байытҡан да, әҙ биргән дә — Аллаһ.

49.

Хаҡтыр, Шиғра (Сириус) йондоҙоның Раббыһы ла — Аллаһ.


(«Ата Эт йондоҙлы
ғындағы
Ши
ғра
(Сириус) йондоҙ
о
иң яҡты йондоҙҙарҙың берһе. Уның зәңгәрһыу яҡтылы
ғынан
мәжүсиҙәр ҡурҡып, һәм һоҡланып йәшәгәндәр, Аллаһ, тип, шул йондоҙ
ға
та­бын
ғандар».
Хәсән Чантай тәфсиренән.)

50.

Хаҡтыр, әүүәлге Ғәд ҡәүемен Ул һәләк итте.

51.

Сәмүдтарҙы ла иҫән ҡалдырманы.

52.

Тағын алдараҡ бик тә рәхимһеҙ залим һәм бик аҙғын Нух ҡәүемен дә.

53.

(Хал­ҡы гөнаһлы) шәһәрҙәрҙең аҫтын өҫтөнә килтерҙе.

54.

Ҡапла­насаҡтарын
баштарына ҡапланы.

55.

Инде Раббының ниғмәттәренән ҡайһыһына шикләнеп ҡарайһығыҙ?

56.

Бына был (Мөхәммәд) алда килгән пәйгағәмбәрҙәр менән рәттән тороусы
Пәйғәмбәрҙер.

57.

Яҡынлашырға
тейешле Ҡ
иәмәт
яҡынлашты.

58.

Уның киләсәген Аллаһтан башҡа һис кем белмәҫ.

59.

Хәҙер инде һеҙ был һүҙгә (Ҡөръәнгә) ғәжәпләнәһегеҙме?

60.

(Ҡөръәндән) көлөүен көләһегеҙ, (яза килер тип) иламайһығыҙ.

61.

Һеҙ ҡара наҙанлыҡ эсендә ҡаласаҡһығыҙ.

62.

Аллаһҡа сәждәгә ките­геҙ — ғибәҙәт ҡылығыҙ.