4. Нисә (Ҡатындар)

1.

Әй, кешеләр! Һезҙҙе бер йәндән яралтҡан һәм уға ҡа­тынды бар иткән, уларҙың
икеһенән ир енес һәм ҡатын енесен үрсеткән Раббы ҡаршыһында (гөнаһ ҡылыуҙан)
ҡурҡығыҙ. Исемен теләктәрегеҙҙә ҡуллана торған Аллаһ алдында ғәйеп­ле
булыуҙан һәм ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән һаҡланығыҙ. Шикһеҙ, Аллаһ һеҙҙең өҫтән
күҙәтеп тороусыҙыр.

2.

Йәтимдәргә малдарын бирегеҙ. Йәтимдәрҙең затлы ма­лын үҙегеҙҙең насар малығыҙға
алыштырмағыҙ. Уларҙың малдарын үҙ малдарығыҙҙыҡы менән ҡатыштырып ашама­ғыҙ.
Сөнки был оло гөнаһтыр.

3.

Әгәр уларға
(йәтимәдәр­гә) ғәҙел була алмам, тип ҡурҡһағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған
ҡа­тындарға өйләнегеҙ: икеһенә, өсөһөнә, дүртеһенә (никахла­ша алаһығыҙ).
Әгәр
ғәҙел
була алмау ҡурҡынысы бар икән, бер
һен
генә алы
ғыҙ,
улай ҙа булмаһа, кәнизәктәр ҙ
ә
еткән. Был —
Аллаһ юлынан тайпыл­маҫ өсөн ҡулай эш.

(«Дҗәһилиәт-наҙанлыҡ-ҡараңғылыҡ
осоронда,
йә
ғни
Ҡ
өръән-и
Кәрим ингәнгә саҡлы замандарҙа ирҙәр, малдарына ҡыҙыҡҡан
ға
күрә, үҙ ҡарамаҡ
тарындағы
йәтимә ҡыҙҙар
ға
өйләнә тор
ған
бул
ғандар.
Бер ­нисә йәтимә ҡыҙ
ға
өйләнгәндәр ҙә бул
ған.
Яҡлаусыһы булма
ған
йәтимә ҡатындар
ға
ирҙәре рәнйет
еүле
мө
ғәмәләлә
булып,

ғәҙелһеҙ
ғәмәлдәр
ҡыла тор
ған
бул
ғандар.
Хатта мираҫ
тарын
алыр өсөн уларҙың үлеп кит
еүҙәрен
теләгәндәр. Был аят ана шундай йәтимә­ләрҙең хоҡу
ғын
яҡлай. Исламдан әүүәлге замандарҙа ирҙәргә нисә ҡатын алһа ла тыйылма
ған
була. Унар ҡатынлы, хатта унан да артыҡҡа өйлән
өүҙәр
ғәҙәти
хәл бул
ған.
Ислам ҡанундары зинаны тыя. Шу
ға
күрә, зина ҡылыуҙың мөмкинлектәрен бөтөр
өү
кәрәк. Ир кешенең

ғәйрәтле
һәм көр тормошлы бул
ыуы,
ҡатынының, зә
ғиф
йәки бала таба алмауы, дәртһеҙ бул
ыуы,
ирҙәрҙең һу
ғыштарҙа
күпләп һәләк б
улыуҙары
арҡаһында йәки башҡа сәбәптәргә күрә, ирҙәрҙең

әҙәйеүе
ҡатындарҙың һаны арт
ыуға
ки
лтерә.
Шу
ға
күрә, ирҙәргә берҙән артыҡ ҡатын
ға
өйлән
еү
зарурийәте барлыҡҡа килгән. Сөнки ирһеҙ ҡыҙҙар, ирһеҙ ҡатындар зина юлынан
киткән булырҙар ине. Ләкин күп ҡатын менән, йәтимәләр менән никахлашҡан ир һәм
ҡа­тынына

ғәҙел
булыр
ға
тейеш».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

4.

Ҡатындарға мәһәрҙе ысын күңелдән, мул бирегеҙ. Әгәр ҙә киң күңеллелек менән
(һеҙ биргән) мәһәрҙең бер өлөшөн һеҙгә ҡайтарһалар, уны рәхәтләнеп ашағыҙ.

5.

Терәк булһын тип, Аллаһ һеҙгә мал бирҙе, һеҙ ул мал­ды аҡылһыҙҙарға (мал тота
белмәгәндәргә, аҡылы сәләмәт булмағандарға) бирмәгеҙ. Шул мал менән уларҙы
ашатығыҙ-эсертегеҙ һәм уларға йыуатыусы һүҙҙәр һөйләгеҙ.

6.

Бәлиғлеккә ирешкәнгә тиклем йәтимдәрҙе (тәрбиә ҡылығыҙ, ҡарап үҫтерегеҙ)
һынағыҙ. Аҡылы өлгөргәнлеген күреүгә үк, малдарын үҙҙәренә тапшырығыҙ. Ул малды
ис­раф итеп (тотоноп),(йәтимдәр үҫеп етер тип) ҡабаланып ашап бөтөрмәгеҙ. Бай
кеше олпат (ғәҙел) булырға тырышһын, (йәтим малына ҡулын һуҙмаһын),
фәҡир булһа, тейешлеһен генә ашаһын. Малдарын шаһиттар алдында тапшырығыҙ.
Юҡһа, Аллаһ һәр кемдең ғә­мәлен белеп, хисап аласаҡ.

7.

Ата-әсә йәки яҡындары ҡалдырған (малдан) ирҙәргә бер өлөш тейә, ата-әсә
һәм яҡындары ҡалдырғандан ҡатындар­ға бер өлөш тейә. Мал күп булһа ла, әҙ генә
булһа ла тигеҙ бүле­нергә тейеш.

8.

Мираҫ
бүлгәндә (васыятта исеме әйтелмәгән) яҡындар, йәтимдәр һәм ярлылар булһа,
уларға ла ризыҡлыҡ өлөш сығарығыҙ һәм уларға яғымлы һүҙҙәр әйтегеҙ.

(«Дҗәһилиәт дәүерендә мираҫ малы ҡатындарға бирелмәй ине, был иҫке йоланы инҡар
итеп, ошо ике аят индерелгән. Йыраҡ туған­дарға, йәтимдәр һәм мираҫ бүлешкәндә
осраҡлы тура килгәндәргә лә өлөш сығарыу — ғәҙеллек ҡануны».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

9.

Үлем
түшәгендә:

— Зәғиф, сабый балам ҡала, (уны кемдәр генә ҡарар инде, уны балалыҡҡа алған
кешеләр минән ҡалған малды ашап бөтөр­мәҫтәрме), — тип борсолған кешеләр
кеүек, (йәтимдәрҙе үҙ тәрбиәһенә алып ҡалғандар ҙа), йәтим малын ашауҙан
тыйыл­һындар. Аллаһтың язаһынан ҡурҡһындар һәм дөрөҫ һүҙ һөйләһендәр.

10.

Хәйлә һәм һылтау менән йәтим хаҡын ашаған кешеләр ҡарындарына утлы киҫәү тыҡҡан
кеүек буласаҡтар, быны­һы хаҡ, һуңынан улар ялҡынлы утҡа барып керәсәк.

11.

Аллаһ
балаларығыҙ хаҡында былай тине: — Ир улға ике ҡыҙ бала өлөшө тиклем өлөш
бирелер. Әгәр балаларҙың барыһы ла ҡыҙ енесле булып, икенән артһа, мәрхүм
ҡалдырған мираҫтың өстән икеһе уларға тейеш. Әгәр бер генә бөртөк ҡыҙ бала
булһа, малдың яртыһы уға тейәр. Мәрхүмдең балаһы ҡалһа, мәрхүмдең ата-әсәһенә
һәр берһенә айырым итеп, мираҫтың алтынан бер өлөшө бирелергә тейеш. Мәрхүмдең
балаһы ҡалмайынса, ата-бабаһы уның малына ва­риҫ булыр, әсәһенә өстән бер өлөшө
(атайға ҡалғаны) булыр. Мәрхүмдең (бер туған) ҡәрҙәштәре булһа,
уның васыятын үтәп, бурыстарын түләп бөтөргәндән һуң, әсәһенә алтынан бер өлөш
(ҡалғаны ҡәрҙәштәренә) булыр. Атағыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа файҙа килтереү
мәсьәләһендә ҡайһыһы һеҙгә яҡыны­раҡ икәнлеген һеҙ Аллаһ билгеләгәнсә
белмәйһегеҙ.

Хаҡтыр,
Аллаһ ғилем һәм хикмәттәр хужаһыҙыр.

(«Ни өсөн Ҡөръән мираҫ өлөшөн ирҙәргә күберәк бүлергә бойора? — тигән
һорауға яуап ошо: ирҙәрҙең тормош сығымдары ҡатындарҙыҡына ҡарагғанда күберәк.
Өйләнгәндә мәһер биреү ир яҡтың бурысы, туй сығымдарын да ирҙәр тарафы ҡаплай.
Өйләнгәндән һуң да ирҙәр — кәрәкһә, мохтажлыҡтағы яҡын ту­ғандарына ярҙам
итеүсе, кәрәкһә ҡатыны, балаларын ҡараусы. Уларҙы ашау-эсеү, кейем-һалым, тораҡ
менән тәьмин итеү ирҙәр елкә­һендә. Шул сәбәпле ирҙәрҙең өлөшө ҡатындарҙыҡына
ҡарағанда артығыраҡ».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

12.

Ҡатынығыҙ вафат булып, балаһы булмайынса, малы ҡалһа, васыяты үтәлгәндән һуң һәм
бурыстары ҡайтарылған­дан һуң ҡалған малдың яртыһы һеҙгәҙер. Балалары ҡалған
булһа, малдың дүрттән бер өлөшө һеҙҙеке. Балағыҙ булмаһа, һеҙ ҡалдырған малдың
дүрттән бер өлөшө ҡатындарығыҙға. Балағыҙ булһа, васыятты, бурыстарҙы
башҡарғандан һуң, ҡатындарығыҙға һигеҙҙән бер өлөш сығар. Әгәр ҙә мәрхүм­дең
йәки мәрхүмәнең ата-әсәһе һәм балалары булмаған хәлдә ир туғаны йәки ҡатын-ҡыҙ
ҡәрҙәше булһа, һәр берһенә алты­нан бер өлөш сығарылыр. Икенән артып китһәләр,
мираҫтың өстән бер өлөшө тигеҙ бүленер. Васыят шарттарын һәм бурыстарын
үтәгәндән һуң, һис кемгә лә зыян килтермәҫтән, мираҫ малы тигеҙ итеп, Аллаһ
хөкөм иткәнсә бүленергә тейеш.

Аллаһ бар нәмәне лә белеп тороусы һәм ғәҙел.

13.

Былар Аллаһ ҡуйған (ҡануни) сиктәрҙер. Кем Аллаһҡа һәм уның Пәйғәмбәренә
итәғәт итһә, Аллаһ уны үҙәндәренән шишмәләр ағып ята торған йәннәттәргә
урынлаштырасаҡ, улар шунда оҙаҡҡа ҡаласаҡ, бына шул бөйөк ҡо­толоу булыр.

14.

Кем дә кем Аллаһҡа һәм уның Пәйғәмбәренә ҡаршы булып, буйһонмаһа һәм әлеге
сиктәрҙе боҙһа, Аллаһ уны мәңгелек утҡа ташлаясаҡ, был (гөнаһлылар өсөн)
хурлыҡлы яза бу­лыр.

15.

Уйнаш ҡылған ҡатынығыҙ өҫтөнән арағыҙҙан һай­ланған дүрт ир шаһит булһын. Әгәр
улар шаһитлыҡ ҡылһа, ҡатынды үлгәнсегә тиклем йәки Аллаһ бер юл эшләгәнсе тиклем
өйөгөҙҙә ябып тотоғоҙ.

16.

Арағыҙҙан икәү бергә зина ҡылһа, икеһенә лә яза бирегеҙ, әгәр ҙә тәүбә итһәләр,
үкенһәләр, (язалауҙан) ваз кисегеҙ. Аллаһ тәүбәләрҙе ҡа­бул итеүсе һәм
ярлыҡаусыҙыр.

17.

Наҙанлығы арҡаһында ғына яманлыҡ ҡылған кеше һуңынан иҫенә килеп, тиҙ тәүбә
итһә, Аллаһ уның тәүбәһен ҡа­бул итер. Аллаһ бар нәмәне лә белеүсе хикмәт
эйәһелер.

18.

Тик,
(ғүмере буйы) яманлыҡтар ҡылып та, яғаһынан үлем килеп тоткас ҡына:

— Мин инде тәүбә иттем! — тигәндәргә һәм кәфер булып үлгәндәр өсөн ярлыҡау юҡ.
Улар өсөн әсе ғазап әҙерләнгән.

19.

Әй, мөьминдәр! Ҡатындарҙы ирекһеҙләп мираҫ итеү­егеҙ хәләл түгел. Асыҡтан-асыҡ
хыянат (зина) итмәгән булһа, уларға, (китергә теләһә) мәһеренең
бер өлөшөн үҙегеҙгә алыу маҡсаты менән, ҡатындарҙы ирекһеҙләп тотмағыҙ
(айырып ебәрегеҙ). Хатта һеҙ ҡатындарығыҙҙы яратмаһағыҙ ҙа, уның менән яҡшы
мөғәмәләлә булығыҙ. Әгәр ҙә һеҙгә ул оҡшамай икән, тимәк, һеҙ Аллаһ уға биргән
һөйкөмлөлөктө (шундағы мөмкинлектәрҙе) күрмәйһегеҙ.

20.

Әгәр ҙә һеҙ ҡатынығыҙҙы айырып, башҡаһына өйләнер­гә уйлаһағыҙ, (айыраһы
ҡатынығыҙға бирелгән) мәһәрҙән бер ­нимә лә алмағыҙ. Һеҙ уға нахаҡ яла яғып,
асыҡтан-асыҡ ха­таланып, биргән мәһәрегеҙҙе кире алырһығыҙмы?

21.

Ваҡытында һеҙ бер-берегеҙ менән ҡушылып йәшәнегеҙ, вәғәҙәләр бирештегеҙ, шунан
һуң да нисек итеп һеҙ ҡатын малын кире алырһығыҙ икән?

22.

Булаһы булған инде, әммә әүүәлге кеүек, атайығыҙ айырған үгәй әсәгеҙгә
өйләнмәгеҙ. Сөнки был—оятһыҙлыҡ, боҙоҡ бер ғәмәл һәм яманлыҡтыр.

23.

Әсәләрегеҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ҡыҙ туғандарығыҙ, апайҙарығыҙ, туғандарығыҙ,
ҡәрҙәштәрегеҙҙең ҡыҙҙары, һеҙҙе имеҙгән һөт әсәләрегеҙ, һөт ҡәрҙәштәрегеҙ,
ҡатындарығыҙҙың әсәләре, ҡатындарығыҙға эйәреп килгән үгәй ҡыҙҙарығыҙ һеҙгә
харам ҡылынды. Әгәр никахлашып та ҡатынығыҙ менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһағыҙ, уны
айырғас, ул ҡатындың баш­ҡа ирҙән тыуған ҡыҙына өйләнеүҙең ғәйебе юҡ. Үҙ
улдарығыҙҙың ҡатындары һәм ике ҡыҙ ҡәрҙәште бер юлы никах­лап алыу харам
ҡылынды. Уҙған замандарҙа һеҙ шулай ҡыла инегеҙ. Аллаһ, ысынлап та, ярлыҡаусы,
кисереүсеҙер.

24.

Башҡа ир никахындағы бөтөн ҡатындар ҙа һеҙгә ха­рам (һуғышта әсир алынған
ҡатындар) йәриәләрҙән башҡа. Ул ҡатындарҙың үҙ илдәрендә ҡалған ирҙәре
менән булған никах­тары боҙола. Уларҙы ҡатын итеп алыу мосолмандар өсөн харам
түгел). Аллаһтың һеҙгә әмере шулдыр. (Никахлы ҡатындар­ҙан) башҡаһын
намыҫлы рәүештә һәм зина ҡылмайынса ғына, малдарығыҙ ярҙамы менән (мәһер
әҙерләп) теләгән ҡатын менән никахлашыу хәләл ителде. Уларҙы файҙаланғанығыҙ
өсөн алдан килешенгәнсә мәһер бирегеҙ. Бынан һуң нимә ҡылһағыҙ ҙа, гөнаһ булмаҫ.
Хаҡтыр, Аллаһ ғилем эйәһе һәм хикмәттәр хужаһыҙыр.

25.

Мосолман ҡатындарға өйлә­нергә малы етмәгән кеше, бойороғоғоҙҙа булған, иман
килтергән йәриәләргә өйләнә ала. Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы бик яҡшы белә. Һеҙ
икегеҙ ҙә тигеҙ (иманлы йәриәләр, кәнизәктәр ҙә һеҙҙең кеүек үк әҙәм балаһы).
Шулай итеп, хужаларынан рөхсәт алып, зина ҡылмаған, йәшерен һөйәркәләре
булмаған, намыҫлы йәриәләргә өйләнегеҙ. Мәһәрҙәрен дә етәрлек миҡдарҙа бирегеҙ.
Никахтан һуң зина ҡылһа, уларға ирекле ҡатындарға бирелә торған язаның яртыһы
бирелер. Был — гөнаһтан ҡурҡҡандар өсөн. Сабырлыҡ һеҙҙең өсөн хәйерлелер. Аллаһ
ярлыҡаусы һәм ки­сереүсеҙер.

26.

Белмәгәндәрегеҙҙе белдереү һәм һеҙҙән алда йәшәгән изгеләр (Ибраһим менән
Исмәғил) юлына күндереү өсөн, Аллаһ гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡарға теләй. Шик
юҡтыр, Аллаһ белеп тороусы хөкөм һәм хикмәт эйәһе.

27.

Ысындан да, Аллаһ һеҙҙең тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итергә теләй. Енси теләктәренә ҡол
булған кешеләр иһә һеҙҙе, мот­лаҡ, юлдан яҙҙырмаҡсы булалар.

28.

Аллаһ һеҙҙең йөгөгөҙҙө еңеләйтергә теләй, сөнки кеше ҡеүәтһеҙ итеп яралтылған.

29.

Әй, мөьминдәр! Малдарығыҙҙы үҙ-ара һатыу итеп, ки­лешеп кенә ашағыҙ. Харам юл
менән, әшәкелек менән (тартып алып) малдарығыҙҙы ашамағыҙ.

Бер-берегеҙҙе үлтермә­геҙ.
Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙе ярлыҡаусы.

30.

Кем дә кем хакһыҙлыҡ менән шулай ҡылһа, (харам ризыҡ йыйһа, әҙәм үлтерһә),
уны утта яндырырбыҙ. Был эш Аллаһ өсөн бик тә еңел.

31.

Әгәр тыйылған
оло гөнаһтарҙан ҡа
сһағыҙ,
һеҙҙең бәләкәй гөнаһтары
ғыҙҙы
кисерербеҙ һә
м
һеҙҙе шәрәфле бер ергә ур
ынлаштырырбыҙ.

32.

Аллаһ кешеләрҙе бер-береһенән өҫтөн ҡуйҙы, уларҙың өҫтөнлөктәренә ҡыҙыҡмағыҙ.
Ирҙәрҙең тапҡ
аны
(сауабы, гөнаһаһы)
үҙенә, ҡатындарҙың тапҡ
аны
(сауабы,
гөнаһаһы)
үҙҙәренә. Аллаһтың рәхмәтен һора
ғыҙ,
шик юҡ: Аллаһ һәр нәмәне лә белеп тора.

33.

Һәр кемде (ирҙе, ҡатынды) ата-әсәһенән
һәм
ту
ғанда­рынан
ҡал
ған
мал
ға
мираҫ
сы
итеп ҡуйҙыҡ. Антлашҡандар
ға
үҙ өлөштәрен бирегеҙ. Аллаһ һәр нәмәне күреп тора.

34.

Аллаһ кешеләрҙе
бер-берҙәренән өҫтөн ҡуй
ғаны
сәбәпле, ирҙәр ҡатындарҙың етәксеһе һәм һаҡлаусыһы, туйҙыр
ыусыһы-кейендереүсеһе.
Шу
ға
күрә лә
,
иманлы ҡатын­дар әҙәпле. Улар Аллаһ һаҡлар
ға
ҡушҡан серҙе (
ғийффәтле­лек
һә
м
намыҫ
тарын)
һаҡлаусылар. Буйһонмау
ғәләмәттәре
күренһә, ҡатыны
ғыҙҙы
өгөтләгеҙ, ятаҡта яң
ғыҙ
ҡалдырып китегеҙ, (шулай ҙа яй
ға
килмәһә, ҡ
урҡырлыҡ
итеп) һу
ғығыҙ.
Әгәр ҡатын яй
ға
килһә, уны кәмһетә тор
ған
сара эҙләмәгеҙ. Аллаһ — олу
ғтыр,
Ул — бөйөктөр.

(«Ғаилә
— ул бер дәүләт. Дәүләттең төҙ
өк
бер тәртибе булыр
ға
тейеш. Уның етәксеһе, рәисе, идарасыһы булыр
ға
тейеш. Дәүләт­тәге кеүек,

ғаиләлә
лә итә
ғәт
булыр
ға
тейеш. А
на
шул итә
ғәт
сиктәрен боҙ
оп,
итә
ғәт
ҡ
анундарынан
сыҡҡанды өгөтләү, у
ға
тейешенсә яза бир
еү
— идарасының бурысыҙыр. Б
ында
ҡатындарҙың

ғаилә
ҡанундарын боҙ
оуы
тураһында һөйләнә. Хәҙрәти Мөхәммәд салла
ллаһү
ғәләйһи
вә сәлләмдең бер

ҡ
асан
да ҡатын туҡ
мағаны
булма
ған.
Ул: ишәкте туҡ
маған
кеүек ҡатын туҡ
мап,
кис менән шул туҡ
малған
ҡатыныңды ҡосаҡлап ят
ыу
ир кеше эшеме ни? — тип өммәтенә һабаҡ биргән зат. «Туҡ
мау»
һүҙен эт итеп, имгәт­кәнсе, йәрәхәтләгәнсе туҡ
мау,
тип аңламаҫҡа кәрәк».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

35.

Ир менән ҡатындың айырылышыу мәсьәләһе килеп сыкҡһа, әммә татыуланырға
теләһәләр, ир яғынан бер ғәҙел кеше­не, ҡатын яғынан икенсе ғәҙел бер кешене
һайлап алығыҙ.

Аллаһ уларҙы килештерер. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да белеүсе, барыһынан да
хәбәрҙар.

36.

Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ һәм Уға һис бер тиң зат эҙләмәгеҙ. Ата-әсәгә,
туғандарға, йәтимдәргә, фәҡирҙәргә, яҡын күршеләргә, йыраҡ күршеләргә, яҡын
дуҫҡа, юл­сыға, бойороғоғоҙҙа булғандарға (ҡол, йәриә, хеҙмәтсе һәм
башҡаларға) яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Аллаһ үҙ-үҙенә ғашиҡ тәкәбберҙәрҙе,
өҙлөкһөҙ маҡтанған кешеләрҙе яратмай.

37.

Ул кешеләр һаран була, башҡаларҙы ла һаран булырға ҡоторта, Аллаһ биргән
ниғмәттәрҙе улар йәшереп тота. Беҙ шундый кәферҙәр өсөн сыҙай алмаҫлыҡ яза
әҙерләнек.

38.

Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә инанмаған килеш, малдарын кешеләргә күрһәтер өсөн генә
сарыф иткәндәр ҙә (Әхирәттә ғазапҡа дусар булыр). Шайтан берәйһенә иптәш
була икән, бик тә яман иптәш ул.

39.

Аллаһка һәм Әхирәт көнөнә иман килтереп, үҙҙәренә Аллаһ тарафы­нан бирелгәнде
(дин юлында) сарыф итһәләр, ни була ине инде? Аллаһ уларҙың хәлен бик яҡшы
белеп тора.

40.

Шик юҡ, Аллаһ һеҙгә туҙан бөртөгө кеүек тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ. Изгелек
ҡылыуысыны ҡат-ҡат арттырыр. Аллаһ ҙур бүләк бирер.

41.

Һәр бер өммәттән бер шаһит, шулар өҫтөнә һине лә шаһит итеп килтергәс,
тегеләрҙең (кәферҙәрҙең) хәле нисек

булыр икән?
(Әхирәттә пәйғәмбәрҙәр кешеләрҙең был донъяла йәшәйештәре, ҡыл­мыштарына шаһит
буласаҡтар.)

42.

Аҙғын юлға төшөп, Пәйғәмбәрҙе тыңламағандар ул көндө (Ҡиәмәттә) үҙҙәрен
ер менән тигеҙләүҙе теләрҙәр һәм һис бер ҡылғандарын йәшерә алмаҫтар.

43.

Әй, иман килтергән
кешеләр! Йоҡ
о
иҫереклегендә йәки зиһенегеҙ тар­ҡау саҡта ни
мә
һөйләгәнегеҙҙе белмәҫлек дәрәжәлә башы
ғыҙ
томанлы булһа, башы
ғыҙ
сафлан
ғанға
саҡлы намаҙ
ға
яҡын килмәгеҙ. (Дҗәһилиәт осоронда хәмер эсеп, аяттарҙ
ы
яң
ғылыш
уҡы
ғандар
бар ине.)
Ғ
өсөлһөҙ
булһа
ғыҙ,
сәйәхәттә булһа­
ғыҙ,
ғөсөл
тәһ
әрәте
алм
айынса
намаҙ уҡыма
ғыҙ.
С
ирле
булып йәки сәйәхәттә булһа
ғыҙ
йәки бәҙрәфтән сыҡ
һағыҙ,
ҡатыны­
ғыҙ
менән яҡынлыҡ ҡыл
ғандан
һуң, һыу булма
ғанда,
таҙа туп­раҡ менән тәйәмүм итегеҙ, йөҙ
өгөҙгә
һә
м
ҡулдары
ғыҙға
туп­раҡ һирпегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ йомарт рәүештә ярлыҡау­сы, гөнаһтарҙы

ғәфү
итеүсе
лер.

(Тәһәрәт
йәки ғөсөл ҡойоноу кәрәк булғанда, һыу ҡытлығында тупраҡ, ҡом менән тәйәмүм
тәһәрәте алыу ярай. Тәйәмүм тәһәрәте, ғөсөл ҡойоноуҙы ла алыштыра. Һыу
ҡулланырға ярамаған сирле кеше лә, һыу булған урында ла һыу ҡулланмаҫ, тәйәмүм
алыр.) (Дуртенсе, йәғни Ниса сүрәһенең 43 нсе аятын тәржемә иткәндә йыш
ҡулланыла торған «сәрхуш, иҫерек» һүҙҙәре хаҡында төрлө фекерҙәр бар. Татар һәм
башҡорт телләрендә «иҫерек» һүҙе бары тик хәмер, ара­ҡы эсеп иҫереүҙе генә
аңлатмай. Был һүҙ «үлем иҫереклеге, йоҡо иҫереклеге, мунсала еҫ тейеп иҫереү»
кеүек мәғәнәләрҙе лә бирә ала. Шулай булғас, был аят төрлө тәржемәләрҙә тәҡдим
ителә.

Ш.
Ноғманиҙа:

«Ий
мөьминдәр, иҫерткес эсеп иҫереп нимә һөйләгәнегеҙҙе белмәһәгеҙ, намаҙға яҡын
бармағыҙ! (Ул ваҡытта хәмер харам түгел ине, шул сәбәпле ҡайһы бер сәхәбәләр
иҫерек хәлдә намаҙ уҡып, аятты хаталы уҡынылар.»)

 М.
Ғәлиҙә:

«Существуют разногласия относительно того, что значит здесь слово «сүкәра».
Буквально, слово «с
әкәран»
(единственное число) означает «одурманенный», однако, некоторые считают, что
здесь имеются в виду одурманенные напитком, другие же полагают, что речь идет об
одурманенном сном. Слово «с
әкр»,
несомненно, может быть употреблено в последнем смысле, ибо буквальное значение —
«останавливать». Кроме того, это слово применяется, когда речь идет о помутнении
рассудка. Священный Коран говорит о «с
әкрат-әлмәүт»,
то есть о состоянии, когда человек, приближающийся к смерти, утрачивает власть
над своим рассудком. Выражение «с
әкрат-әлхәммә»
описывает состояние, когда человек теряет рассудок из-за великой скорби. «С
әкрат-әннәүм»
— это такое состояние, когда из-за неодолимой сонливости человек не вполне
владеет рассудком. Использованные здесь слово может иметь любое из этих
значений. Запрет молиться в состоянии опьянения был шагом к полному запрещению
спиртного». «Слово «х
әмер»
означает «вино» или «виноградная лоза». Шулай итеп, «хәмер йыл
ғалары»
тигән

ғибәрәне(һүҙ
ғулланышын)

«йөҙ
өм
һуты, шәрбәт йыл
ғалары»
тип тә тәржемә итеп була икән.

44.

Үҙҙәренә Китап өлөштәре индерелгәндәргә ҡарағыҙ!
Боҙ
оҡлоҡто
һатып ал
алар
һә
м
һ
еҙҙе
лә юлдан яҙҙырыр
ға
маташалар.

45.

Аллаһ һеҙҙең дошмандарығыҙҙы
үҙегеҙҙән дә яҡшы белә. Ысынлыҡта, һеҙгә Аллаһтың дуҫлы
ғы
һәм ярҙ
амы
етәр.

46.

Йәһүдтәрҙең
бер төркөмө (китап) һүҙҙәрҙең урында­рын (Тәураттәге Рәсуллулла
саллаллаһу ғәләйһи вә сәлләмдең вазифаларына ҡағылышлы өлөштәрен)
алмаштырҙылар. Телдә­рен юрамал боҙоп, динебеҙҙе мыҫҡыл итеп:

— Ишеттек
(Ҡөръән һүҙҙәрен), әммә ҡаршы килдек, (ҡаршы насар һүҙҙәр булған)
ишет­мәгәнеңде ишет (рағиинә), — тинеләр.

Әгәр улар:

— Ишеттек,
итәғәт иттек, тыңла һәм беҙгә күҙ-ҡолаҡ бул, — тигән булһалар ине, шик юҡ,
үҙҙәре өсөн тағын да яҡшы­раҡ булыр ине, ләкин кирелектәре арҡаһында, Аллаһ
уларҙы ҡәһәрләне. Уларҙың бик әҙе генә иман килтерҙе.

(«Йәһүдтәр Аллаһ тарафынан индерелгән Тәүрәтты боҙҙолар. Һүҙҙәрен, мәғәнәләрен
үҙгәрттеләр, һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһиссәлләмдең Аллаһтан илсе
булып киләсәге тураһындағы хәбәрҙе юҡҡа сығарҙылар. Хәҙрәти Мөхәммәд Пәйғәмбәр
булып килгәс, уның тураһында юҡ-бар ғәйбәт, мыҫҡыллы һүҙҙәр тараттылар. Әйтәйек,
«рәғийнә» һүҙе «беҙгә күҙ-ҡолаҡ бул» мәғәнәһендә йөрөй. Шул уҡ һүҙҙе оҙон итеп,
«рәғий-инәә» тип әйтһәң, «беҙҙең көтөүсебеҙ» мәғәнәһен ала».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

47.

Әй, Китаплы ҡәүем! Йөҙөгөҙҙө боҙоп үҙгәрмәҫ, ҡара йөҙҙәрегеҙҙе артҡа ҡайырып
ҡуйғансы, шәмбе көндө Аллаһ хөкөмөн боҙғандары өсөн ҡарғалғандар кеүек ләғнәт
алған­сы, үҙегеҙгә бирелгәндәрҙе (Тәурәт, Инжилде) дөрөҫләп, иман

килтерегеҙ.
Аллаһтың әмере, һис шикһеҙ, еренә еткереләсәктер.

48.

Аллаһҡа тиңдәш эҙләүселәрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ, бы­нан башҡа гөнаһлы булғандарҙы,
Үҙе теләһә, ярлыҡар. Аллаһҡа тиңдәш эҙләүсе иң ҙур гөнаһҡа батып, ялған уйлап
сығарған кеше булыр.

49.

Үҙ-үҙҙәрен намыҫлы итеп күрһәтергә тырышҡандар­ҙы күрҙеңме? Юҡ, Аллаһ Үҙе
теләгәнде паклар һәм һис кем хөрмә тешенең ҡабығы ҡәҙәр ҙә хаҡһыҙлыҡ күрмәҫ.

50.

Ҡара, Аллаһ тураһында ниндәй генә ялғандар уйлап сы­ғармайҙар динһеҙҙәр, көн
кеүек асыҡтыр: был улар өсөн етәрлек гөнаһ.

51.

Үҙҙәренә
Китаптың бер өлөшө индерелгәндәрҙе күрҙеңме? Боттарға (таш һындарға, ағас
һындарға), шайтан­ға ышаналар, һуңынан кәферҙәр өсөн:

— Былар
Аллаһҡа иман килтереүгә ҡарағанда турыраҡ юл, – тип һөйләйҙәр.

(«Китап индерелгәндәр,
йәғни әһле китап кешеләренән берәүһе Мәҙинәнән Мәккәгә килеп, мөшриктәрҙе
хәҙрәти Мөхәммәдкә һәм мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡоторта башлай. Шунда
мөшриктәр: беҙҙең динебеҙ дөрөҫмө, әллә Мөхәммәдтең динеме, ҡай­һыбыҙ тура юлда?
– тип һорайҙар.

Һеҙ тура юлда! – ти баяғы
ж
әсүс.
Джибит менән Та
ғут
исемендәге ике бот-һын-һәй
кәл
бар ине. Джиб
ит
тигәне, имеш, киләсәкте әйтеүсе, Та
ғут
тигәне, имеш, сихыр­сы. Та
ғут
— сихыры менән кешеләрҙе аҙҙыр
ыусы.
Аллаһ уларҙың барыһын да инҡар итте. Был аят ошо ваҡи
ғаға
ишара итә»
.
Хәсән Чантай тәфсиренән.)

52.

Улар — Аллаһ ҡәһәрләгән кешеләрҙер. Аллаһтың ләғнәтен алғандарға ярҙамсы
табылмаҫ.

53.

Әллә уларҙың хакимлеккә ҡөҙрәттәре бармы? (Ундай ҡөҙрәттәре булһа) улар
кешеләргә хөрмә тешенең ҡабығы ҡәҙәр ҙә өлөш бирмәҫ ине.

54.

Әллә улар Аллаһ йомартлығы менән кешеләргә бирелгәндән (Ҡөръән һәм
ниғмәттәрҙән) көнләшәләрме? Юҡһа, беҙ бит Ибраһим тоҡомона ла Китап һәм
хикмәттәр бирҙек һәм уларға бөйөк хөкөмдарлыҡ тапшырҙыҡ.

55.

Уларҙың бер өлөшө уға ышанды, ҡайһылары унан йөҙ сөйөрҙө. Уларға хәтәр утлы
йәһәннәм етәр.

56.

Шик юҡ, аяттарыбыҙҙы инҡар итеүселәрҙе утта яндырасаҡбыҙ. Тире­ләре көйөп
бөткәс, ғазап дауам итһен өсөн, яңыһы менән алыштырасаҡбыҙ. Аллаһ һәр ваҡыт
өҫтөн һәм хөкөмдар.

57.

(Аллаһҡа)
инанып, изгелекле булғандарҙы мәңге йәшәр өсөн, үҙәндәренән шишмәләр ағып ятыусы
йәннәттәргә кере­тербеҙ. Шунда улар өсөн саф-пак кәләштәр булыр, уларҙы рәхәтлек
биреүсе ағас күләгәләрендә йәшәтербеҙ.

58.

Һеҙгә аманат ителгән малдарҙы эйәләренә ҡайтарыуы­ғыҙҙы һәм кешеләр араһында
хөкөм йөрөткәндә ғәҙеллек менән эш итеүсегеҙҙе Аллаһ һеҙгә әмер итте. Бына
шулай, Аллаһ һеҙгә гүзәл рәүештә өгөт бирә.

Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

59.

Әй, иман килтергәндәр, Аллаһҡа итәғәт
итегеҙ. Пәй­
ғәмбәргә
һә
м
үҙ ара
ғыҙҙан
һайлап ҡуйыл
ған
идарасы
ларығыҙға
буйһоно
ғоҙ.
Әгәр ниндәй ҙә булһа аңлашылмаусылыҡ ки­леп сыҡ
һа,
Аллаһҡа һә
м
Әхирәткә инан
ған
булһа
ғыҙ,
хәл ит
еү­ҙе
шәри
ғәт
ҡушҡанса башҡары
ғыҙ.
Был хәйерле лә, нәтижә­ле лә буласаҡ.

60.

Һиңә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) һәм һиңә саҡлы индерелгәндәргә (Тәүрәт,
Зәбур, Инжилгә) инанабыҙ, тип әйтеүселәрҙе күрмәнеңме ни? Ләкин үҙҙәре
(Аллаһтан башҡа берәүҙе) Тағутты (сихырсыны) хаким итергә теләйҙәр,
гәрсә уларға

Тағутҡа баш эйергә ҡушылмаған. Әммә, шайтан уларҙы
боҙоҡ юлға керетеп, йыраҡҡа илтеп, аҙаштырырға теләй.

61.

Уларға:

—  Аллаһ индергәнгә (Китапҡа) һәм Рәсүлгә йүнәлегеҙ! — тип әйткәс,
монафиҡтарҙың һинән тиҙ йыраҡлашҡанда­рын күрерһең.

62.

Ҡулдары
менән башҡарған эштәре (гөнаһ­тары) арҡаһында уларға берәй бәлә-ҡаза
килһә, Аллаһ исеме менән ант итеп:

— Беҙ фәҡәт изгелек ҡылырға, үҙ-ара ярҙамлашырға телә­нек, — тип һиңә нисек
килерҙәр икән?

63.

Ике йөҙлөләрҙең күңелдәрендә нимә булһа, шуны Аллаһ белә, улар менән дуҫлашма.
Уларҙы өгөтлә һәм уларға үҙҙәре тураһында тәьҫирле вәғәз уҡы.

64.

Беҙ һәр пәйғәмбәр­ҙе, Аллаһ рөхсәте менән, уға итәғәт итһендәр, тип күндер­ҙек.
Әгәр ҙә улар үҙҙәренә зыян эшләп, һинең янға килеп, Аллаһтан ярлыҡау һораһалар,
пәйғәмбәр ҙә Аллаһҡа улар өсөн ғәфү һораһа ине, Аллаһ артығы менән уларҙы
ярлыҡар ине, кисерер ине.

65.

Юҡ, Раббың исеме менән ант итәм, үҙ араларында сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙы тәртипкә
килтерер өсөн, улар һине хөкөмсө итерҙәр, һуңынан һинең хөкөмөңә ысын күңелдән
риза булып, һис ҡаршылыҡһыҙ мосолман булырҙар, шуға ҡәҙәр улар иман килтермәҫ.

66.

Әгәр уларға:

—  Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ йәки йорттарығыҙҙы ташлап сығығыҙ, —
тип бойорһаҡ, уларҙың бик әҙе генә әйткәнде үтәгән булыр ине.

Әгәр ҙә улар бойорғанды еренә еткереп башҡарһалар ине, улар
өсөн бик тә хәйерле һәм дә имандарын тағын да нығытыу булыр ине.

(«Әсхәбү Кирамдан байтаҡ ҡына кешеләр дин юлында шаһид кит­те,
иҫәндәре йорттарын ташлап китергә мәжбүр булды. Йәһүдтәр менән монафиҡтар иһә
улай эшләмәнеләр, киреһенсә, улар милләттәштәрен үлтерҙеләр, уларҙы йорттарынан
ҡыуып сығарҙы­лар».

Хәсән Чантай тәфсиренән.)

«Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ» ғибәрәһенең күп төрлө тәржемәһе бар.

И.
Крачковскийда: убейте самих себя.

Т.
Кочигитта:

үҙегеҙҙе ү
лтерегеҙ.

М.Ғәлиҙә:
пожертвуйте своей жизнью.

Ә.
Йазырда: нәфсегеҙҙе ү
лтерегеҙ,
йә
ғни
хөсөтлөгөгеҙҙе, туймаҫ

нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ,
тип әйтелә».

67.

Шул ваҡытта, әлбиттә, уларға тарафыбыҙҙан оло бүләк бирер инек.

68.

Һис шикһеҙ, уларҙы тура юлға сыға­рыр инек.

69.

Кем Аллаһҡа һәм Рәсүлгә итәғәт итһә, бына шулар Аллаһ тарафынан хуп күрелгән
пәйғәмбәрҙәр, ғәҙел һәм тоғро булған хаҡ һүҙ һөйләүселәр, шаһиттар һәм изгелекле
әҙәмдәр менән бергә буласаҡтар. Улар гәжәйеп иптәштәр.

70.

Был йомарт­лыҡ Аллаһтандыр. Аллаһтың белгәне еткән.

71.

Әй,
иман килтергәндәр, уяу булы
ғыҙ,
саф
саф
булып һу
ғышҡа
сы
ғығыҙ
йәки бөтөнөгөҙ бер юлы бары
ғыҙ.

(«Тыныслыҡта йәшәргә теләһәләр ҙә, ҡәүемдәр үҙҙәрен дошмандар­ҙан һаҡлар өсөн һуғышҡа
әҙер булыр
ға
тейеш бул
ған.
Әҙер бул һин һу
ғышҡа,
әгәр теләһәң иҫән-именлек, тип әйтәләр. Именлекте һаҡлар өсөн, Ер йөҙ
өнән
золомды, яулап ал
ыуҙарҙы
һебереп түгер өсөн, ысын дин һә
м
выждан азатлы
ғын
һаҡлар өсөн, Ислам һу
ғышырға
рөхсәт бирә, мосолмандарҙы Жиһадкә саҡыра. Мосолмандарҙың вазифа­һы — азатлыҡ һу
ғышына,
бары тик азатлыҡ һу
ғышына
һәр ваҡыт әҙер бул
ыу».
Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

72.

Һеҙҙең арағыҙҙа кисегеүселәр ҙә (Жиһад һуғышына артта ҡалыусылар
йәки төрлө һылтауҙар табып, һуғышҡа бармаусы­лар ҙа йәки тәүбәгә килергә
һуңлаусылар ҙа) бар. Һеҙгә берәй бәлә килһә:

— Аллаһ миңә рәхмәтле булды, (ярай әле) мин улар менән (һуғыштағылар менән)
бергә булманым (юҡһа, үлгән йәки яра­ланған булыр инем), — тип әйтер.

73.

Әгәр Аллаһ һеҙгә берәй мөлкәт бирһә (һуғышта еңеп, ғәнимәт малы
бүлеү), әйтерһең дә, арағыҙҙа дуҫлыҡ бул­маған кеүек:

— Аһ, әгәр мин дә һеҙҙең менән бергә булһам инем, мин дә ҙур уңыш ҡаҙанған (күп
малға эйә) булыр инем. — тип әйтер ине.

74.

Аллаһ юлында Әхирәтте был донъя урынына һатып алыусылар һуғышһын. Аллаһ юлында
һуғышҡан кешегә, ша­һит булған кешегә йәки еңгән кешегә Беҙ оҙаҡламай оло әжер
бүләк итәсәкбеҙ.

75.

– Һеҙгә нимә булды? Ни өсөн һеҙ Аллаһ юлында һуғышмайһығыҙ?

— Раббыбыҙ, беҙҙе залим халыҡлы ҡаланан сығар, беҙгә бер яҡлаусы, ярҙамсыңды
ебәр, — тип ялбарыусы көсһөҙ ирҙәр, ҡатындар һәм балаларҙы яҡлап ни өсөн
һуғышмайһығыҙ?

76.

Иман килтереүселәр Аллаһ юлында һугышырҙар, иманһыҙҙар иһә Тағут (шайтан) юлында
һуғышырҙар. Шуға күрә, шайтандың дуҫтарына ҡаршы һуғышығыҙ, шик юҡ, шайтан
ҡорған тоҙаҡ(үәсүәсә) зәғифтер.

77.

— Ҡулдарығыҙҙы (рөхсәт ителмәгән һуғыштан) тыйығыҙ, намаҙ уҡығыҙ,
зәкәт бирегеҙ, — тигәндәрҙе (ишетмәнегеҙме) күрмәнегеҙме ни? Һуңынан уларға
һуғышыу фарыз ҡылынғас, араларынан бер төркөм, Аллаһтан бик ныҡ ҡурҡҡан кеүек,
хатта артығы менән ҡурҡҡандай, кешеләрҙән ҡурҡа башланылар:

— Раббыбыҙ, ни өсөн Һин беҙгә һуғышырға ҡуштың? Безҙҙе (һуғыштан)
бер аҙға ғына булһа ла кисектерһәң, булмаҫ­мы? — тинеләр.

Һин уларға
әйт:


Донъя тормошо ҡыҫҡа, — тип. — Аллаһтан ҡурҡҡандар өсөн Әхирәт хәйерлерәк

һәм
һеҙгә ҡыл ҡ
әҙәре
лә хаҡһыҙлыҡ эшләнмәҫ.

78.

Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, үлем һеҙҙе тотор.
Бейек
һә
м
ны
ғытылған
ҡ
әлғәләрҙә
булһа
ғыҙ
ҙа. Үҙҙәренә бер изгелек килһә:

— Был
— Аллаһтан, — ти әйтәләр. Баштарына бәлә килһә:

— (Ий,
Мөхәммәд) быныһы — һинән, — ти
п
әйтәл
әр.


Барыһы ла Аллаһтан, — тип әйт.

Был әҙәмдәргә нимә булған? Әйткәнде аңламайҙар.

79.

Һиңә килгән изгелектәр Аллаһтан. Башыңа килгән бәләләр үҙеңдән. Һине кешеләргә
илсе итеп күндерҙек. Аллаһтың шаһитлығы етәр.

80.

Рәсүлгә итәғәт иткән кеше, ысынлыҡта, Аллаһҡа итәғәт иткән булыр. (Ул итәғәттән)
йөҙ сөйөргәндәргә килгән­дә, һине улар артынан күҙәтеүсе, һағалаусы итеп
ебәрмәнек. (Һин улар өсөн яуап бирмәйһең.)

81.

Улар:

—  Беҙ итәғәт иттек! — тип әйтәләр. Әммә һинән айырылғас та, уларҙың бер өлөшө
төндәрен йәшертен генә һин әйткәндәрҙең киреһен эшләй. Аллаһ та улар­ҙың
йәшертен эштәрен яҙып бара.

Һин уларҙан айырыл. Аллаһҡа тәүәккәллә. Вәкил булараҡ,
һиңә Аллаһ етәр.

82.

Ни
өсөн кешеләр Ҡ
өръән
тураһында дөрөҫ фекерлә­мәйҙ
әр
икән? Әгәр ҙә ул (Ҡ
өръән)
Аллаһтан башҡа зат тара­фынан күндерелгән булһа, шунда (Ҡ
өръәндә)
ҡаршылыҡ
тар
булыр ине.

83.

Уларға
именлек йәки ҡурҡыныс хәбәр килһә, улар быны башҡ
аларға
һөйләй; әммә, был турала Рәсүлгә йәки үҙҙәренең хөкөмдарҙарына еткерһәләр ине,
эштең асылын аңла
ғандар,
уның ни
мә
икәнен белгән булырҙар ине. Аллаһ һеҙгә ни
ғмәт
бирмәһә, рәхмәтле булмаһа ине, һис шикһеҙ, бик күптәрегеҙ шайтан
ға
эйәреп китер ине.

84.

Аллаһ юлында һуғыш. Үҙеңә йөкләтелгәндән башҡа­һына һин яуаплы түгел.
Мөьминдәрҙе өгөтләп рухландыр. Бәлки Аллаһ кәферҙәрҙең һөжүмен тыйыр. Аллаһтың
ҡөҙрә­те һәм язаһы дәһшәтлеҙер.

85.

Кем берәй изгелеккә аралашсы булһа, ул эштән уға ла өлөш (сауап) сығыр. Кем
әшәкелек ҡылыусыға аралашлыҡ итһә, уның да өлөшө шул әшәкелектән булыр. Аллаһ
һәр нәмәгә хакимдер.

86.

Сәләм (бүләк) биргәнгә һеҙ унан да матурыраҡ (ар­тығыраҡ) сәләм (бүләк) бирегеҙ.
Йәки уны тигеҙ сәләмләгеҙ (бүләкләгеҙ) Шик юҡ, Аллаһ һәр нәмәне хисапта тота.

87.

Аллаһтан башҡа (илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре бу­лырҙай һис бер кем юҡ, әлбиттә,
Ул һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә бергә туплаясаҡ; бында бер ниндәй ҙә шик булыуы мөмкин
түгел. Һүҙҙә тороу мәсьәләһендә Аллаһтан да вәғәҙәлерәк кем бар?

88.

Һеҙ ни өсөн монафиҡтар мәсьәләһендә икегә айырыл­дығыҙ. Гәрсә, Аллаһ
ҡылғандарына күрә уларҙы йөҙ түбән килтерҙе. Уларҙы Аллаһ ҡыуып ебәргән тура
юлға кире бормаҡсы булаһығыҙмы? Һин уларҙы Аллаһ аҙаштырған юл­дан алып сығырға
дөрөҫ юл таба алмаҫһың.

89.

Үҙҙәре кеүек кәфер булыуығыҙҙы теләгәндәр менән дуҫлашмағыҙ. Улар йорттарын
ташлап сыҡҡанға (Аллаһ юлы менән башҡа ергә күсеп киткәнгә, һижрәт иткәнгә,
йәғни мосолманлыҡҡа күскәнгә) саҡлы. Әгәр ҙә улар йөҙ сөйөр(өп, һеҙҙе һатһа,
һеҙгә хыянат ит)һә, уларҙы тотоғоҙ, тотҡан ерҙә үлтере­геҙ һәм уларҙың берһен дә
дуҫ йәки ярҙамсы итеп алмағыҙ, әгәр ҙә

90.

улар һеҙҙең менән килешеүҙәр төҙөгән халыҡтан булмаһа йәки улар, күңелдәре
төшөп, һеҙҙең менән дә, үҙ халҡы менән дә үҙ-ара ла һуғышмаҫҡа ҡарар ҡылған
булмаһалар. Аллаһ их­тыяр итһә, уларҙың күңеленә яулап алыу теләге кертер ине,
улар һеҙҙең менән һуғышыр ине. Әгәр ҙә улар һуғыштан баш тар­тып, ситкә
китһәләр, һеҙҙе килешеүгә саҡырһалар, ул ваҡытта Аллаһ уларға ҡаршы барырға
һеҙгә юл ҡуймаҫ.

91.

Һеҙҙең ышанысты, үҙ халҡының да ышанысын ҡа­ҙанырға (күренеп, ләкин хыяныт
итеүселәрҙе) тырышыусыларҙы ла осратырһығыҙ. Уларҙы фет­нәгә ҡыҫтаһалар,
баш-аяҡтары менән фетнәгә ҡатнашырҙар. Әгәр улар (һөжүмде туҡтатып) һеҙҙән
йыраҡлашмаһалар, килешеү тәҡдим итмәһәләр, һеҙгә ҡулдарын оҙайтһалар, уларҙы
осратҡан ерҙә үлтерегеҙ. Бына шулай итеп, һеҙгә шундай ҡәтғи фарман бирҙек.

92.

Яңылышлыҡ менән булмағанда, мосолманды мосолман үлтерергә тейеш түгел. Яңылышлыҡ
менән мосолманды үлтергән кеше бер мосолман ҡолон азат итергә тейеш һәм
мәрхүмдең ғаилаһенә ҡан һалымы түләргә тейеш, әгәр мәрхүмдең ғаилаһе, киң
күңелле булараҡ, ул һалымдан баш тартһа ғына инде. Үлтерелгән мөьмин һеҙгә
дошман ғаилаһенән булған саҡта, бер мөьмин ҡолдо азат итеү зарур. Мәрхүм һеҙҙең
менән дуҫ ҡәүемдән булһа, ғаилаһенә ҡан һалымы һәм бер мөьмин ҡолдо азат итеү
тейеш. Был шарттарҙы үтәй алмаған кеше иһә, уның тәүбәһен Аллаһ ҡабул итһен
өсөн, тоташтан ике ай ураҙа то­торға тейеш. Аллаһ барыһын да белә, Ул — хикмәт
эйәһеҙер.

93.

Кем дә кем мәкер менән кеше үлтерһә, эстәрендә дөрләп ут янған йәһәннәм уның
мәңгелек язаһыҙыр. Аллаһ уға ғазап бирер, ләғнәт ебәрер һәм уның өсөн ауыр яза
әҙерләр.

94.

Әй, иман килтергәндәр, Аллаһ юлында һуғышырға сыҡҡанда һаҡ
булығыҙ. Һеҙгә сәләм биргәнгә, фани донъяның ваҡытлыса малына ҡыҙығып:

– Һин мосолман түгел! – тип әйтмәгеҙ.

Сөнки Аллаһтың хозурында бик күп мал бар. Әүүәлеңдә һеҙ ҙә шундай инегеҙ, әммә
Аллаһ һеҙгә рәхимле булды. Шу
ға
күрә, аҡ
ты
ҡаранан айыра белегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ бөтөн ҡыл
ғандарығыҙҙан
хәбәрҙар.

95.

Сәбәп менән (һуғышҡа
бармай) ҡал
ған
мосолмандар­ҙан башҡа, өйөндә (сәбәпһеҙ) у
лтырып
ҡал
ған
мосолмандар Аллаһ юлында малдарын, йәндәрен ҡыҙ
ғанмайынса,
Жиһад

һуғышына
биргән мосолмандар менән бер тигеҙ булмаҫ. Аллаһ Жиһад юлында малдарын, йәндәрен
ҡыҙ
ғанмағандарҙы
өйҙә у
лтырып
ҡал
ғандарҙан
өҫтөн итте. Гәрсә, Аллаһ уларҙың барыһына ла гүзәллек (ожмах) вә
ғәҙә
итһә лә. Әммә мөжәһидтәрҙе (иман өсөн һу
ғышыусыларҙы)
өйҙә ҡал
ғандарға
ҡара
ғанда
ғәйәт
оло әжер менән бүләкләйәсәк.

96.

(Уларға)
Аллаһ дәрәжәләр, ярлыҡауҙар һә
м
рәхмәт бирҙе. Аллаһ ярлыҡаусы һә
м
гөнаһтарҙы кисер
еүсеҙер.

97.

Үҙҙәренә үҙҙәре ҡыйынлыҡтар
килтергәндәрҙең йән­дәрен ал
ғанда
фәрештәләр:


Нәмә генә эшләнегеҙ һуң һеҙ? — тип һорарҙар. Улар иһә:

— Беҙ
Ер йөҙ
өндә
(кәферҙәр араһында) көсһөҙ инек, — тип яуапланыр.

Фәрештәләр:


Аллаһтың биргән ере һеҙгә киң түгел инеме ни? Һижрәт итергә кәрәк ине, – тип
әйтерҙәр.

Бына уларҙың барасаҡ ере — тамуҡтыр. Аһ, ул бик тә хәтәр ерҙер.

98.

Яйын һәм тура юлын таба алмаған, меҫкен­лектә булған ирҙәр, ҡатындар, балаларҙы,
күсенергә көсө етмәгәндәрҙе
,

99.

бәлки, Аллаһ ғәфү ҙә итер. Аллаһ яр­лыҡауға әҙер тора, Ул — кисерә белеүсе.

100.

Аллаһ юлында һижрәт иткән кеше Ер йөҙөндә үҙенә йәшәрлек матур
урын һәм муллыҡ таба алыр. Кем Аллаһ һәм Рәсүленә йүнәлеп, һижрәт итер өсөн,
өйөн-ватанын ташлап китеп, шунда үҙ үлемен тапһа, уның әжере Аллаһ та­рафынан
бирелер. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсе.

(«Кәферҙәрҙең рәнйетеүҙәренә сыҙай алмайынса, мосолмандарҙың,
йорт-ерҙәрен, малдарын ташлап, Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеп китеүе «Һижрәт» тип
атала. Миләди менән 622 йылда сәхәбәләре менән хәҙрәти Мөхәммәд Мәҙинәгә күсә.
Аллаһ өсөн, иман һаҡлау маҡсаты менән Рәсүлгә эйәреп, улар яңы ерҙә яңы тормош
ҡороп йәшәй башлайҙар. Кәферҙәр золомында йәшәүсе башҡа ерҙәге мосолмандар ҙа
торған урындарын ташлап, Мәҙинәгә күсенәләр. Хәлһеҙҙәр, сирлеләр, күсеп китергә
мәтди-бәдәни көсө етмәгәндәрҙән башҡа, барса мосолмандарға ла һижрәт итеү за­рур
ҡылынды. Күсәр мөмкинлектәре булған хәлдә лә, имандарын ҡотҡарып ҡалыу
форсатынан файҙаланмайынса, малдарын ҡыҙғанып, йорт-ерен ҡалдыраһы килмәйенсә,
кәферҙәр араһында ҡалып, ниндәй яфалар, кәмһетеүҙәр кисерергә мәжбүр булғандарға
кинәйә. Һижрәт тураһындағы аяттар ингәс, Мәккәлә йәшәүсе бер сирле мосолман күп
аҡса биреп, үҙен Мәҙинәгә саҡлы күтәреп барыр­ға кешеләр яллай. Ләкин юлда
барғанда үлә. Бохариҙың бер хәдисендәгесә, мосолмандар Мәккәне алғандан һуң,
һижрәт зарурлы­ғы ла юҡҡа сыға. Шарттар үҙгәрә торған һайын, зарурлыҡтар ҙа
үҙгәрә»

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

101.

Донъя буйлап сәйәхәт иткән сағығыҙҙа кәферҙәр та­рафынан һеҙгә һөжүм ҡурҡынысы
янай икән, намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыһағыҙ, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, кәферҙәр һеҙҙең
асыҡ дошмандарығыҙ.

102.

Мөьминдәр менән бергә булып, уларға намаҙ ваҡытында, уларҙың бер өлөшө,
ҡоралдарын яндарына ҡуйып, һинең менән бергә намаҙ уҡыһын. Шулай итеп, намаҙҙа
сәждә иткән саҡта башҡалары арҡа тарафта һаҡта торһондар. Һуңынан намаҙ
уҡымағандары һинең янға килеп, намаҙ уҡыһындар һәм улар ҙа һаҡланыу йөҙөнән
ҡоралдарын яндарына алһындар. Кәферҙәр улар һеҙҙең ҡоралдарығыҙ,
кәрәк-яраҡтарығыҙҙың һаҡһыҙ ҡалыу­ын самалап, өҫтөгөҙгә ташланырға әҙер тора.
Әгәр ҙә һеҙ ямғырҙан интекһәгеҙ йәки сирле булһағыҙ, ҡоралдарығыҙҙы бер ҡырға
ҡуйып тороуҙан һеҙгә гөнаһ юҡ. Ләкин барыбер һаҡ булығыҙ. Шик юҡ, кәферҙәргә хур
итеүсе ғазап әҙерләнгән.

103.

Намаҙҙы бөтөргәс, аяҡ үрә лә, ултырып та, уң яҡҡа ҡырын ятып торғанда ла уйығыҙ
Аллаһҡа йүнәлгән булһын. Именлек ваҡытында ла намаҙҙы ҡалдырмағыҙ. Сөнки намаҙ
мосолмандарҙың теүәл ваҡыттарҙа уҡылырға фарыз ителгән ғибәҙәтеҙер.

104.

Дошмандарығыҙҙы эҙәрлекләгәндә арыу-талыуҙы бел­мәгеҙ. Һеҙ (һуғышта) интеккән
кеүек улар ҙа интеккән бит. Шулар өҫтөнә һеҙ Аллаһтан улар өмөт итә
алмағандарҙы(ярҙамын, ризалығын, йәннәтен) өмөт итә алаһығыҙ. Аллаһ — ғилем һәм
хикмәттәр эйәһеҙер.

105.

Хаҡтыр, кешеләр араһында Аллаһ өйрәткәнсә хөкөм йөрөтһөн тип, һиңә Китап
индерҙек. Хыянат ҡылыусыларҙы (хатта мосолман булһа ла) яҡларға булма.

106.

Һәм Аллаһтан ярлыҡау һора, сөнки Аллаһ ярлыҡау­сы һәм мәрхәмәтле.

107.

Үҙҙәренә хыянат иткәндәрҙе яҡлама, Сөнки Аллаһ хыянатлыҡты һөнәр итеп
һайлағандарҙы һәм гөнаһлыларҙы яратмаҫ.

108.

Кешеләрҙән йәшерә алһалар ҙа, Аллаһтан йәшерә ал­маҫтар. Гәрсә төндәр буйы Уның
ризаһына ҡаршы һүҙҙәр һөйләп, аҫтыртын эштәр маташтырһалар ҙа, Аллаһ улар янында
булыр. Аллаһ хыянатсыларҙың ғәмәлдәрен сорнап алыусыҙыр.

109.

Ярай, һеҙ донъяла уларҙы яҡланығыҙ, ләкин Аллаһҡа ҡаршы (йәғни ялған шаһитлыҡ
ҡылған, алдашҡан, урлаш­ҡан, зина ҡылған) кешеләрҙе Ҡиәмәт көнөндә, вәкил
булараҡ, кем яҡларға алыныр?

110.

Яманлыҡ ҡылып та, үҙенә зыян эшләп тә, һуңынан Аллаһтың ғәфү итеүен теләһә,
Аллаһ ярлыҡар, ғәфү итер.

111.

Гөнаһ эшләгән кеше үҙенә зыян эшләгән кеше бу­лыр. Аллаһ барыһын да белә, Ул –
хикмәттәр эйәһеҙер.

112.

Кемдер яңғылышмы, яңғылышмайсамы хаталанһа йәки гөнаһ ҡылһа, һуңынан ғәйебе
булмаған кешегә үҙ ҡылғанын һылтаһа, хаҡтыр, яла яғыусы   ҙур гөнаһҡа тарыған
кеше булыр.

113.

Әгәр ҙә Аллаһтың һиңә ҡарата мәрхәмәте һәм рәхмәте булмаһа ине, уларҙың бер
өйөрө һине юлдан яҙҙырырға тырышҡан булыр ине. Улар бары тик үҙҙәрен
аҙаштырҙы­лар. Һиңә һис бер зарар эшләй алманылар. Аллаһ һиңә Китап һәм
хикмәттәрҙе индерҙе һәм һиңә белмәгәнеңде өйрәтте. Аллаһтың рәхмәте һиңә,
ысындан да, киң булды.

114.

Йәшертен кәңәштәренең күбеһенән фай­ҙа юҡ. Саҙаҡа биреү, кешеләрҙе татыулаштырыу
тураһында һөйләшкәндәр былар һанына кермәй. Аллаһтың хуплауын теләп, ошо эштәрҙе
башҡарған кешегә Беҙ оҙаҡламай олуғ әжер бирәсәкбеҙ.

115.

Тура юлды (Исламды) табып та, Пәйғәмбәргә ҡар­шы сығып, тура юлдан яҙып, яман
юлға керһә, уны яр­ҙамдан ташларбыҙ, йәһәннәмгә кертербеҙ. Аһ, бик тә хәтәр ер
ул йәһәннәм.

116.

Аллаһҡа тиң эҙләгәнде Аллаһ кисермәҫ. Ошо гөнаһтан башҡа гөнаһтарҙы, теләгән
кешеһен ғәфү итер. Аллаһҡа тиң эҙләгән кеше — тура юлды таба алмаҫ дәрәжәлә
аҙашҡан иң ҙур гөнаһлы булыр.

117.

Улар (мөшриктәр) Аллаһты инҡар итеп, бары тик бер төркөм
тешеләргә (ҡатын-ҡыҙ енесенән булған һындарға) табына башланылар, улар бары тик
шайтанға эйәрәләр.

(Теше — әсә енесле бот, таш һын, ағас һәйкәл. Элек әсә һындар­ға табыныу ғәҙәти
булған. Ярҙам һорап, теләктәр теләп, доға уҡыу, Аллаһтан башҡа затҡа ялбарыу –
иң ҙур гөнаһ. Теше – әсә, һаулыҡ, һыйыр, бейә, һарыҡ, кәзә, тигәндәрҙе лә үҙ
эсенә ала.)

118.

Аллаһ шайтанға ләғнәт ебәрҙе. Шайтан әйтте:

— Ант итәм, ҡолдарыңдан үҙ өлөшөмә тигәнен алыр­мын.

119.

Уларҙы, һис шикһеҙ, (тура юлдан) яҙҙырып, буш хыялдар менән
аҙҙырасаҡмын,теләктәрен уятырмын, ҡәтғи әмер итәсәкмен (улар күп илаһтәргә
табына торған ҡәүем булараҡ,) малдарҙың ҡолаҡтарына тамға һалырға, шик юҡ,
уларға Аллаһ яралтҡандарҙы (китаптарҙы, динде) үҙгәртергә бойорасаҡмын, — тине.

Аллаһты инҡар итеп, шайтанға эйәргән кеше ҙур зарар­ҙарға дусар булыр.

120.

(Шайтан) уларға һүҙ бирер һәм уларҙы (ялған вәғәҙәләре менән) өмөтләндерер,
гәрсә шайтандың вәғәҙәләре ялғандан башҡа була алмай.

121.

Бына уларҙың урыны — йәһәннәмдер. Унан ҡасып ҡотолорлоҡ ер таба алмая­саҡтар.

122.

Иман килтергәндәрҙе һәм изгелек ҡылғандарҙы мәңге шунда йәшәр өсөн үҙәндәренән
шишмәләр ағып ятҡан йәннәттәргә урынлаштырасаҡбыҙ. Аллаһ быларҙы ысынлыҡ булараҡ
вәғәҙә итә. Ә вәғәҙәлә тороу яғынан Аллаһтан да ғәҙел кем бар?

123.

Был (йәннәткә кереү-кермәү) һеҙҙең хыялдарығыҙҙан тормай, был китап тотҡандарҙың
хыялынан да килмәй, кем

дә кем берәй яманлыҡ ҡылһа, уның язаһын татыр һәм Аллаһтан башҡа дуҫ та, ярҙамсы
ла таба алмаҫ.

124.

Ир кешеме ул, ҡатынмы — изгелекле эш ҡылған һәр мосолман йәннәткә керер һәм
хөрмә орлоғо ҡәҙәр ҙә хаҡһыҙлыҡ күрмәҫ.

125.

Ғәҙел эштәр ҡылып, үҙен Аллаһҡа бағышлап, Ибра­һим хәнифтең Аллаһты бер тип
таныған динендә булған кешенән дә дини кеше булырмы икән? Аллаһ Ибраһимды үҙенә
дуҫ итте.

126.

Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтың милкелер.
Аллаһ барыһын да Үҙ ҡосағында
(идараһында) тота.

127.

Һинән
ҡатындар
ға
ҡа
ғылышлы
шәри
ғәт
хөкөм­дәрен һорайҙар. Әйт Һин:


Улар
ға
ҡа
ғылышлы
хөкөмдәрҙе һеҙгә Аллаһ былай аңлата. Улар
ға
Китапта яҙыл
ғанды
(мираҫ
ты,
мәһерҙе) бир­мәйенсә никахлашыр
ға
теләһәгеҙ, йәтим ҡатындар, көсһөҙ ба­лалар һә
м
үкһеҙҙәр менән

ғәҙел
мө
ғәмәләлә
булыр
ға
тейешлеге­геҙ хаҡында һеҙгә уҡыл
ған
аяттар бар. Ғ
әҙеллек
ҡылһа
ғыҙ,
Аллаһ уны белеп тора, — тип.

128.

Әгәр бер ҡатын иренең үҙен оҡшатмауын һиҙһә
йәки үҙенән биҙгәнен аңлап та, үҙ
ара
килешеп, айырылмайынса йәшәһәләр, гөнаһ юҡ. Килеш
еү
һәр ваҡыт хәйерлерәк. Кешенең эсендә һәр ваҡыт көнләш
еү-һаранлыҡ
йәшәй. Әгәр тат
ыуланып,
(ҡатыны
ғыҙҙы
рәнйет
еүҙән)
һаҡланһа­
ғыҙ,
изгелек ҡылып, яҡшы йәшәһәгеҙ, хәйерлерәк булыр. Шик юҡ, Аллаһ һеҙ ҡыл
ғандарҙан
хәбәрҙар.

129.

Бик
теләһә­геҙ ҙә, һеҙ ҡатындары
ғыҙҙың
барыһына ла тигеҙ

ғәҙел
була алмаҫ
һығыҙ,
берһенә генә тартылып, башҡ
аларын
ирле килеш, тол хәлендә мәхрүм ҡалдырма
ғыҙ.
Әгәр ар
аларығыҙ
тат
ыулан­һа,
гөнаһтан ҡурҡ
һағыҙ:
шик юҡ, Аллаһ ярлыҡар һә
м
кисерер.

(«Бер
нисә ҡатын менән

ғүмер
кисер
еү
ир кешенең

ғәҙел
бул
ыуын
талап итә. Һәм мәтди яҡтан ир кеше ҡатындарын тигеҙ ҡарар
ға,
торор-ятыр урындар, ашау-эсеү, биҙән
еү,
кейем-һалым, бүләк ти­геҙ булыр
ға,
икәүҙән-икәү генә ҡал
ыу
ваҡыттарын да ир кеше тигеҙ бүлергә тейешле. Хис һә
м
мөхәббәт мәсьәләһендә, әлбиттә, уларҙың барыһын да тигеҙ ярат
ыу
мөмкин түгел, әммә бар нәмәнең дә улар
ға
тигеҙ бүлен
еүе
зарури».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

130.

Әгәр ир менән ҡатын айырылыр булһа, Аллаһ уларҙың икеһенә лә үҙенең сикһеҙ
хазинаһынан мул өлөш бирер. Аллаһ сикһеҙ йомарт, хикмәттәре төкәнмәҫ.

131.

Күктәрҙә, Ерҙә нимәләр булһа — барыһы ла Аллаһтың милке. Һеҙҙән
элек йәшәп киткәндәргә лә, Китаплы булғандарға ла:

— Аллаһтан ҡурҡығыҙ! — тип бойорҙоҡ. — Инҡар итһәгеҙ, белегеҙ, күктәрҙә, Ерҙә
нимә булһа — барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ сикһеҙ бай, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ.

132.

Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтыҡы. Рәхмәте булараҡ, Аллаһ бер
үҙе етәрлек (башҡа уйҙырма тәңрегә ихтыяж юҡ).

133.

Һәй, кешеләр, Аллаһ һеҙҙе юҡҡа сығарып, башҡаларҙы бар итә ала. Аллаһ бындай
ҡөҙрәткә эйә.

134.

Кем дә кем донъя ниғмәттәрен теләһә, ул ниғмәттәр ҙә, Әхирәт әжерҙәре лә Аллаһ
хозурындаҙыр.

Аллаһ барыһын да ишетә, барыһын да күрә.

135.

Һәй, иман килтергән кешеләр,
ғәҙеллекте
боҙмай­ынса, үҙегеҙгә зыян булһа ла, ата-әсәгеҙ һә
м
ту
ғандарығыҙға
ҡар­шы килеп булһа ла, Аллаһ ҡушҡанса, дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылыу­сылар булы
ғыҙ.
(Ғә
ҙеллектә
шаһитлыҡ иткәндәр) бай булһалар ҙа, фәҡ
ир
булһалар ҙа, Аллаһ ҡаршы
һында
улар тигеҙ. Хискә (нәфсегеҙгә) бирелеп, тура шаһитлыҡтан ҡасма
ғыҙ,
дәлилдәрҙе боҙ
һағыҙ
йәки шаһитлыҡтан баш тартһа
ғыҙ,
Аллаһ барыһын да белеп торор.

136.

һәй, иман килтергәндәр, Аллаһҡа, Пәйғәмбәренә,
уға
индерелгән Китапҡа, унан алда индерелгән китаптар
ға
ла иман килтерегеҙ. Кем Аллаһ­ты, Уның фәрештәләрен, китаптарын, пәй
ғәмбәрҙәрен
һә
м
Ҡ
иәмәт
көнөн инҡар итә, шул теүәл мә
ғәнәһендә
кире сы
ға
алмаҫлык дәрәжәлә юлдан яҙ
ған
булыр.

137.

Иманға
ки­леп тә, һуңынан (Аллаһты) инҡар итеп, унан һуң та
ғын
иман килтереп, йәнә кәферлеккә күскәндәрҙе Аллаһ ярлыҡа­маҫ та, уларҙы тура юл
ға
ла ҡайтармаҫ.

138.

Монафиҡтарҙан
«һөйөнсө ал»: улар
ға
әсе яза

ғазаптары
әҙерләнгән.

139.

Мосолмандарҙы ташлап, кәферҙәрҙе дуҫ иткәндәр: улар янында бөйөклөк ҡаҙанырбыҙ,
тип өмөтләнәләрме? Бе­леп торһондар, бөтөн бөйөклөктәр бары тик Аллаһ хозу­рында
ғына.

140.

Ул
(Аллаһ) китапта һеҙгә шуны индергән, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп йәки уларҙы
мәсхәрәгә ҡалдырыр
ға
тырышып һөйләүселәрҙе ишеткәс тә, улар баш­ҡа бер һүҙ башла
ғансыға
саҡлы кәферҙәр менән бергә у
лтыр­мағыҙ,
юҡ
һа,
һеҙ ҙә улар кеүек булырһы
ғыҙ.
Әлбиттә, Аллаһ монафиҡ
тарҙың
һә
м
кәферҙәрҙең барыһын йәһәннәмгә туплаясаҡ.

141.

Һеҙҙең
ҡыл
ғандарығыҙҙы
күҙәтеп тороусылар (монафиҡ
тар),
Аллаһ һеҙгә ең
еү
ки
лтерһә:

— Беҙ
ҙә һеҙҙең менән бергә булдыҡ бит, — тип әйтерҙәр. Әгәр ҙә кәферҙәргә ең
еү
килһә, улар:


Мосолмандарҙы еңергә ярҙ
ам
иттек, мөьминдәрҙән ҡотҡарып ҡалдыҡ түгелме? – тип

әйтерҙәр.

Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ арағыҙҙағы был бәхәсте хөкөм итәсәк һәм мөьминдәргә зыян
килтерерлек юлды кәферҙәргә бирмәйәсәк.

142.

Шик юҡтыр, монафиҡтар хәйлә ҡо­роп, Аллаһты алдарға өмөтләнә, гәрсә, Аллаһ
уларҙың хәйләләрен үҙ баштарына ҡаплайасаҡ. Улар намаҙға иренеп кенә торалар,
кеше күрһен өсөн генә (доға) уҡыйҙар.

Аллаһ­ты бик һирәк иҫкә алалар.

143.

Улар араһында аптырап
икеләнеп

йөр
өүселәр
ҙә күп. Ни

өсөн

былар
ға
(мосолман
дар­ға)
эйәрмәйҙ
әр,
ни

өсөн

тегеләргә (кәферҙәргә) һыйынмайҙар. Шундай аҙашҡандар
ға
сы
ғыр
юл табылмаҫ.

144.

Әй, иман килтергәндәр, мөьминдәрҙе ташлап, кәферҙәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Шулай
эшләп, һеҙ Аллаһҡа ҡаршы икән­легегеҙгә дәлил әҙерләрһегеҙме?

145.

Шик юҡ, монафиҡтар
йәһәннәмдең иң аҫҡы ҡатында буласаҡ. Улар
ға
инде һис бер ярҙамсы табалмаҫ
һың.

146.

Бары
тик тәүбә итеп, хаталарын төҙәткәндәр, тик Аллаһҡа һыйын
ғандар,
Аллаһ өсөн генә дин тотҡандар башҡа ҡәүемдән булыр. Улар мосолмандар менән бергә
булыр.

Оҙаҡламай Аллаһ мөьминдәргә оло әжер бирәсәк.

147.

Әгәр һеҙ иман килтереп, шөкөрҙәр ҡылһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе ни өсөн ғазапҡа һалһын,
ти! Аллаһ шөкөр итеүселәрҙе бүләкләй.

Ул
барыһын да белеп тора.

148.

Һүгенеү
һүҙен ҡысҡырып әйткәндәрҙе Аллаһ яратмаҫ. Фәҡәт

ғәҙелһеҙлеккә
дусар б
улған
кешенән башҡа. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

(«Кеше артында һүгенеү һүҙҙәре
һөйләү,

ғәйбәт
йөр
өтөү,
нахаҡ яла

яғыу,
ял
ғанлашыу,
кешене мыҫҡыл һүҙе — барыһы ла кәферлек ҡылыу­ҙыр
.
Әйтәһе килгән саҡта ла ул һүҙҙәрҙе әйтеүҙән тыйылып ҡал
ыу
яҡшы

ғәмәл.
Бары тик хаҡ
һыҙға
рәнйеш, кәмһет
еү
күргән кеше генә, сы­ҙар әмәле ҡалма
ғас,
үҙенең киҫкен фекерен ҡысҡырып әйтә ала»
.
Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

149.

Изгелекле эшегеҙҙе башҡаларға асыҡ эш итһәгеҙ ҙә, ул турала әйтмәй ҡалһағыҙ ҙа
йәки яманлыҡты ла (кешегә һөйләмәйенсә) ғәфү итһәгеҙ ҙә була. Шөбһәһеҙ, Аллаһ
артығы менән ғәфү итеүсе һәм ҡөҙрәт эйәһеҙер.

150.

Аллаһты, пәйғәмбәрҙәрҙе инҡар иткәндәр һәм Аллаһ менән
пәйғәмбәрҙәрҙе бер-берҙәренән айырырға теләгәндәр:

— Был пәйғәмбәргә инанығыҙ, быныһына инанмағыҙ, — тип әйтеүселәр, иман менән
кәферлек араһындағы юлды тоторға теләүселәр юҡмы ни?

151.

Бына ысын кәферҙәр шуларҙыр, һәм беҙ ул кәферҙәргә үҙәктәрҙе өҙә торған язалар
әҙер­ләнек.

152.

Аллаһҡа, пәйғәмбәрҙәргә иман килтергәндәргә һәм уларҙы бер-берһенән айырып
ҡарамаған әҙәмдәргә килгән­дә, бына уларға инде Аллаһ Тәғәлә көндәрҙән бер көндө
олуғ бүләк тапшырасаҡ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисе­реүсеҙер.

153.

Китаплы халыҡ үҙҙәренә Күктән Китап (белем) индерелеүен теләй.
Улар Мусанан
быныһынан да ҙур
ыраҡты
талап иткәндәр ине.


Беҙгә Аллаһты күрһәт, — тинеләр.

Шул кәферлектәре арҡаһында уларҙы йәшен һуҡты. Һуңынан асыҡ дәлилдәр килгәс тә,
улар быҙау һынын тәңре ит­теләр. Беҙ быны ла ғәфү иттек. Һәм Мусаға ап-асыҡ
хөкөм итер өсөн дәлил (Тәүрәтты) бирҙек.

154.

Уларҙы ант итте­рер өсөн өҫтәренә Тур тауын ҡорҙоҡ та уларға:

—  Баш эйеп ҡапҡанан уҙығыҙ. (Тыйылғанды эшләп) шәмбе көн сиктәренән сыҡмағыҙ, —
тинек. Үҙҙәренән ант һүҙе алдыҡ.

155.

Анттарын боҙоп, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, хаҡһыҙ рәүештә
пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәре өсөн һәм:

—  Күңелдәребеҙ ҡаплаулы, — тигәндәренә күрә, (уларға ләғнәт ебәрҙек,
башҡаларына бәләләр килтерҙек. Уларҙың күңел­дәре ҡаплаулы түгел ине)
кәферлектәре сәбәпле, Аллаһ ул күңелдәргә йоҙаҡ һалып ҡуйҙы, уларҙың бик әҙе
генә иман килтерер.

156.

Аллаһты инҡар итеп, кәфер булғандары өсөн һәм Мәрйәм тураһында әшәке ғәйбәт
таратҡандары өсөн (яза­ланыҡ).

157.

— Аллаһтың илсеһен — Мәрйәм улы Ғайсаны үлтер­ҙек, — тигәндәре
өсөн (уларға ләғнәт ебәрҙек). Гәрсә, уны үлтермәнеләр ҙә, ҡулдарынан ҡаҙаҡлап та
ҡуйманылар, фәҡәт (үлтерелгән бәндә) уларға Ғайса булып күренде.

Уның тураһында бәхәс ҡуҙғатыусылар икеләнеп ҡалдылар, шикле фаразларынан башҡа,
улар ҡулында һис ниндәй ҙә дәлил юҡ, ысынында, улар уны үлтермәне.

158.

Юк, уны үлтермәнеләр. Аллаһ уны үҙ хозурына алды. Аллаһ ғиззәт һәм хикмәт
эйәһеҙер.

159.

Китаплы халыҡтан һәр кеше үлеме алдынан, мотлаҡ, (Ғайсаға) иман килтерәсәк
(ләкин уларҙың тәүбәһе ҡабул булмаҫ). Ҡиәмәт көнөндә лә ул (Ғайса пәйғәмбәр)
уларға ҡаршы шаһит бу­ласаҡ.

160.

Золом иткәндәре өсөн, күп кешеләрҙе Аллаһ юлын­ан яҙҙырғандары өсөн, йәһүдтәргә
элек хәләл ителгән саф һәм затлы нәмәләрҙе харам ҡылдыҡ.

161.

Аллаһ тарафын­ан ҡәтғи тыйылған булһа ла, риба алғандары, хәйлә менән кеше
малдарын әрәм итеп, ашағандары өсөн, улар араһындағы кәферҙәргә һыҙландырғыс
язалар әҙерләнек.

162.

Ләкин араларында тәрән белемле булғандарға һәм мөьминдәргә: һиңә
индерелгәнгә һәм һинән элек индерелгәндәргә иман килтереүселәргә, намаҙ
уҡыусыларға, зәкәт биреүселәргә, Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанғандарға
оҙаҡ­ламай олуғ бүләктәр бирәсәкбеҙ.

(«Араларында тәрән белемле булғандарға» тәғбирен тәфсирселәр төрлөсә анлата. Ш.
Ноғманиҙа: «белемгә ирешкән Ислам ғалимдары» тип әйтелгән.

И.
Крачковскийда: «твердые в знании из них», тип әйтелгән. Й
әғни
белемле йәһүдтәргә кинәйә итә кеүек.

X.
Чантай һәм А. Өҙәк тәфсирҙәрендә лә улар, йә
ғни
йәһүдтәр «мөьминдәр» һүҙе менән

айырым
килә. Уфа китап нәшриәтендә сыҡҡан тәржемә­сенән ул тәрән белемлеләр йәһүдме,
мосолмандармы икәне асыҡ күренмәй.

163.

Беҙ Нухҡа һәм
унан һуң килгән пәй
ғәмбәрҙәргә
уахи ҡыл
ған
кеүек, һиңә лә уахи күндерҙек, һәм Ибра­һим
ға,
Исмә
ғилгә,
Исхаҡҡа, Яҡупҡа, быуындарына, Ғайса
ға,
Әйүпкә, Юнысҡа, Һарун
ға
һә
м
Сөләймәнгә уахи күндерҙек. Дауытҡа ла Зәбүр бирҙек.

164.

Һинән әүәл килгән байтаҡ ҡына пәйғәмбәрҙәр
тураһында һиңә һөйләнек, байтаҡ
тары
тураһында һөйләмәнек. Һә
м
хаҡтыр, Аллаһ Муса менән, ысынлап та, һөйләште.

165.

Һөйөнөслө хәбәрҙәр ташыр өсөн, киҫәтеүсе
хәбәрҙәр килтерер өсөн, пәй
ғәмбәрҙәр
күндерҙек; бәндәләр пәй
ғәмбәрҙәрҙән
һуң Аллаһ ҡаршы
һында
(беҙ быны белмәнек, беҙгә Китап индерелмәне, Рәсүлдәрҙе беҙ күрмәнек, беҙ ул
эштең гөнаһ икәнен белмәнек, белгән булһаҡ, эшләмәгән булыр инек, тип) һыл­тау
табып, аҡланыр
ға
маташмаһындар өсөн. Аллаһ бөйөк һә
м
хикмәт эйәһеҙер.

166.

Һиңә (Ҡөръән)
индергәнгә бары тик Аллаһ шаһит, уны Үҙ

ғилеме
менән индерҙе. Фәрештәләр ҙә шаһитлыҡ итәсәктәр. Гәрсә, шаһитлыҡта Аллаһ етәр.

167.

Инҡарсылар, башҡаларҙы ла шул юлға күндереү­селәр, шөһбәһеҙ, тура юлдан йыраҡҡа
кереп аҙашҡандар.

168.

Инҡар итеп, изгелекһеҙ ғәмәлдәр ҡылыусыларҙы Аллаһ ярлыҡамаҫ. Уларҙы башҡа бер
юлға ла күндермәйәсәк.

169.

Уларҙың юлы йәһәннәмгә килтереп сығарасаҡ. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Аллаһ
өсөн был эш бер ҙә ҡыйын түгел.

170.

Әй, кешеләр, Рәсүл һеҙгә Раббығыҙҙан хаҡлыҡ килтерҙем, үҙ файҙағыҙға иман
килтерегеҙ. Әгәр (Аллаһты) инҡар итһәгеҙ (ихтыярығыҙ). Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә
булһа, шөбһәһеҙ, барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ — сикһеҙ ғилем һәм хикмәттәр
эйәһеҙер.

171.

Әй, китаплы халыҡ, динегеҙҙә артығын ҡыланма­ғыҙ һәм Аллаһ
хаҡында ысындан башҡаһын һөйләмәгеҙ. Мәрйәм улы Ғайса (Мәсих), ул бары тик
Аллаһтың рәсүле­ҙер, Аллаһтың Мәрйәмгә урынлаштырған һүҙе һәм Үҙенән өргән
рухтыр.

Шулай булғас, Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәргә иман килтерегеҙ.
(Тәңре) «өс», тип әйтмәгеҙ, үҙегеҙгә хәйерле булһын өсөн, улай әйтеүҙән ваз
кисегеҙ.

Аллаһ бер генә. Ул
бала атаһы бу­л
ыуҙан
азат. Күктәрҙә, Ерҙә ни
мә
булһа, шулар Уныҡыҙыр. Р
әхмәт
эйәһе
булараҡ,
Аллаһтың ҡ
өҙрәте
сикһеҙ.

(«Христиандар бер Аллаһға
ышаныу
ға
килеп етмәнеләр. Улар Аллаһ менән пәй
ғәмбәрҙе
бутай. Хәҙрәти Муса, хәҙрәти Ғайса китап әһелдәренә тәүхид (Алл
аһты
бер тип таныу) ки
лтерһә
лә, ысынлыҡ
ты
ҡабул итмәнеләр. Христиандар: Хоҙай — ата, Хоҙай — ул һәм Хоҙай — Изге Рухтан
тор
ған
Тәңре, — тип әйтәләр. Й
әғни,
уларса, Аллаһ өс Хоҙайҙың берлегенән хасил булып сы
ға.
Улар өсөһө айыры
м,
өсөһө  бер юлы бер Аллаһ, йәнәһе».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

(«Динегеҙҙә артығын ҡыланмағыҙ» тәғбире Мәуләнә Ғәлиҙә: не нарушайте границы
религии вашей; Валерия Пороховала: В религии своей излишествам не предавайтесъ;
Суат Йылдырымда: динегеҙҙә хаттин ашмағыҙ, тип әйтелгән. Был тәржемәләр нигеҙҙә
яҡын булһа ла, уларҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ айырмалары ла юҡ түгел. Диндә артығын
ҡыланыу фанатизмға килтерһә, үҙ динеңдең сиктәрен боҙоу тағын да хәтәрерәк
гөнаһҡа илтә, ике мәғәнәһе лә ғибрәтле.)

172.

Мәсих тә, Аллаһҡа иң яҡын торған фәрештәләр ҙә Аллаһтың ҡолдары
булыуҙан хурланмайҙар. Аллаһҡа ҡол булыуҙан баш тартып, тәкәберләнгәндәрҙең
барыһын да Аллаһ оҙаҡламай үҙ хозурына туплаясаҡ.

(Мәсих – Ғайса пәйғәмбәрҙең бүтән исеме )

173.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға Аллаһ тейешенсә әжер бирәсәк һәм уларға үҙ
хазинаһынан тағын да бүләк өҫтәйәсәк. Аллаһтан йөҙ сөйөргән һәм тәкәбберҙәргә
иһә хәтәр ғазап бирер. Улар үҙҙәре өсөн Аллаһтан башҡа бер дуҫ та, бер ярҙамсы
ла таба алмаҫ

174.

Әй, кешеләр, шөбһәһеҙ, һеҙгә Раббығыҙҙан ҡәтғи бер дәлил килде һәм һеҙгә ап-асыҡ
бер нур индерелде.

175.

Аллаһҡа иман килтереп, Уға һыйынғандарҙы рәхмәтенән айырмайынса, ниғмәт
дарьяһына сумдырасаҡ һәм уларҙы тура юлға кертәсәк.

176.

Улар һинән күрһәтмәләр көтә. Әйт һин: — Аллаһ атаһы һәм балаһы булмаған кешенең
мираҫы ха­ҡында былай хөкөм йөрөтә, тип. Балаһы булмаған кеше үлһә һәм уның ҡыҙ
ҡәрҙәше булһа, ҡалған малдың яртыһы уны­ҡы булыр. Ҡыҙ ҡәрҙәш үлеп, балаһы
булмаһа, унан ҡалған малға ир ҡәрҙәше вәриҫ булыр. Ир үлеп, ҡыҙ ҡәрҙәштәр икәү
булһа, ҡалған малдың өстән икеһе уларға. Әгәр ҙә ирле-ҡатынлы, тағын башҡа
ҡәрҙәштәре булһа, ирҙең хаҡы, ике ҡатын өлөшө ҡәҙәр булыр. Яңғылышмаһындар өсөн,
Аллаһ асыҡлыҡ кертә.

Аллаһ барыһын да белә.