47. Мөхәммәд (Мөхәммәд)

1.

Иманға килмәгән һәм (иманлыларҙы) юлдан яҙҙырған кешеләрҙең (яҡшы) эштәрен Аллаһ
заяға сығарыр.

2.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың, хәҡиҡәт бу­лараҡ, Раббы тарафынан
Мөхәммәдкә индерелгән (Ҡөръән)гә инанғандарҙың гөнаһтарын Аллаһ ҡаплар һәм
хәлдәрен еңеләйтер.

3.

Шулай буласаҡ, сөнки инҡар иткәндәр яманлыҡҡа эйәрҙе, иман килтергәндәр иһә
Аллаһтан килгән дөрөҫлөккә йөҙ тотто. Бына, шулай итеп, Аллаһ кешеләргә үҙ
ҡылғандарынан ғибрәтле миҫалдар килтерә.

4.

(Яуҙа) кәферҙәр менән ҡапма-ҡаршы осрашҡан саҡта, муйындарына ҡаты итеп сабығыҙ.
Ниһайәт, ҡаты һуғышып, уларҙы хәлһеҙләндергәндән һуң, ныҡлап бәйләгеҙ (әсир
ите­геҙ). Һуғыштан һуң уларға изгелек ҡылып, түләү алмайынса йәки түләү урынына
азат итегеҙ. Йәки улар һуғыш сығымдарын түләһендәр. Бойороҡ ошолор. Аллаһ ихтыяр
иткән булһа, уларҙы, (һуғышһыҙ ҙа) һис шикһеҙ, тар-мар иткән булыр ине. Ләкин
һеҙҙе һынап ҡарау ине был һуғыш. Аллаһ юлында үлтерелгәндәрҙең ғәмәлдәре мотлаҡ,
заяға булмаҫ.

5.

Аллаһ уларҙы мораҙҙарына ирештерәсәк, күңелдәренә шатлыҡ индерәсәк һәм уларҙы
Үҙе вәғәҙә иткән йәннәткә урынлаштырасаҡ.

6.

7.

Һәй, иман килтергән кешеләр, әгәр һеҙ Аллаһҡа бойһоноп, (Уның диненә, Уның
пәйғәмбәре килтергән Исламға) ярҙам итһәгеҙ, Ул да (дошмандарығыҙға ҡаршы) һеҙгә
ярҙам итер һәм теҙ быуындарығыҙҙы нығытыр (егәрегеҙҙе арттырыр).

8.

Иман килтермәгәндәрҙең йөҙө аҫҡа килер. Уларҙың ғәмәли тырышыуҙары бушҡа китер.

9.

Сөнки улар Аллаһ индергәнгә (Ҡөръәнгә) ерәнеп (шикләнеп) ҡаранылар. Аллаһ
уларҙың ғәмәлдәрен заяға сығарҙы.

10.

Улар (Мөхәммәд ҡәүеменең кәферҙәре) донъя буйлап сәйәхәт иткәндә үҙҙәренән алда
йәшәп-киткәндәрҙең ниндәй хәлдә ҡалғандарын күрмәнеме? Аллаһ уларҙың тамырын
ҡоротто. Был кәферҙәргә лә шул ук тәҡдир буласаҡ.

11.

Сөнки Аллаһ — иман килтергәндәрҙең яҡлаусыһы. Кәферҙәрҙең яҡлаусыһы булмаҫ.

12.

Хаҡтыр, Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандар­ҙы аҫтарынан йылғалар ағып ятыусы
йәннәттәргә урынлаш­тырыр. Кәферлек ҡылыусылар был донъяла кәйеф-сафа ҡорор
(ләззәтләнерҙәр), хайуан кеүек ашап туймаҫ.


Уларҙың урыны – тамуҡ.

13.

Беҙ күпме мәмләкәтте һәләк иттек. Юҡһа,
улар һинең шәһәреңдән (Мәккәнән дә) ҡ
еүәтлерәк
ине. (Беҙ уларҙы яза
ға
тартҡ
анда)
һис бер ярҙамсы булманы.

14.

Раббының ап-асыҡ бәйән ителгән хаҡ динен ихлас тотоусы (мосолман) менән яман
эштәре үҙенә яҡшы булып күренгән һәм нәфсе һәүәҫлегенә дусар бул
ған
(кәфер) бер тигеҙ булырмы?

15.

(Гөнаһтан)  һаҡланғандарға
вә
ғәҙә
ителгән йәннәттең сифаты шулдыр: шунда төҫ
ө,
иҫе-тәме, асылы боҙ
олмаған
һыуҙар а
ғып
тороусы шишмәләр; әсемәй тор
ған
һөт йыл
ғалары,
күңел күтәр
еүсе,
ләззәтле шәрбәт йыл
ғалары,
шыйыҡ бал а
ға
тор
ған
йыл
ғалар
булыр. (Теләгән кешегә) төрлө-төрлө емештәр. Раббынан ярлыҡау булыр. Былар
(ожмахта
ғылар)
утта ҡал
ған
һәм эсәктәрен, ашҡаҙандарын телгәләүсе ҡай­нар һыу эсеүләр менән бер тигеҙ
булырмы?

16.

Кәферҙәрҙән шундайҙары ла бар, ул һинең өгөтөңдө тыңлап тора. Яныңдан китеүгә үк
белеме бул
ған
кешеләрҙән:


Әле яңы


ғ
ына
ул ни
мә
тураһында һөйләне һуң? – тип һорар. Аллаһ уларҙың күңеленә кәферлек мөһөрө
баҫты. Улар — нәфс
е
һәүәҫлегенә бирелгән бәндәләр.

17.

Тура юлға
баҫҡандарҙың (мөьминдәрҙең) һиҙәйәтен Аллаһ та
ғын
да арттырыр. (Диндәге) паҡлыҡтарын һаҡлар
ға
форсат бирер.

18.

Ул
Сә
ғәттең
иәмәттең)
өҫ
тәренә
көтмәгәндә киләсәгенән башҡа яҙмыш көтәләрме ни һуң улар? Уның


ғә
лә­мәттәре
инде күренә лә башланы. Шулай бул
ғас,
ул (Ҡ
иәмәт
язаһы) килгәс кенә


ғи
брәт
алып, тәүбә итеүҙәре фай­ҙа бирмәҫ.

19.

Һин
белеп тор:


Аллаһтың Үҙенән башҡа (Илаһи ҡ
өҙрәткә
эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ, -тигән Хәҡ
иҡәтте
онотма.

Һәм үҙең, һәм мосолман ирҙәр менән мосолман ҡатын-ҡыҙҙарҙың гөнаһтары
ярлыҡанһын, тип телә. Аллаһ(көндөҙ) ҡайҙа йөргәнегеҙҙе лә, (төндә) ҡайҙа
барғанығыҙҙы ла белеп тора.

20.

Иман килтергән кешеләр әйтте:

— Жиһад һуғышы тураһында ла берәй сүрә индерелһә ине, – тинеләр.

Ләкин һуғыш тураһында ап-асыҡ әйтелгән сүрә индерелә ҡалһа, эстәрендәге сир
ҡуҙғала һәм улар әжәлде күреп, һуш­тан яҙа башлаған кеше кеүек, һиңә ҡарай.
Әжәлдән ҡурҡҡан кешене әжәл тиҙерәк таба.

21.

(Уларҙың бурысы) итәғәтле булыу һәм матур һөйләшеү. Эш етди төҫ алғас, (һуғыш
сыҡҡас) Аллаһҡа тоғролоҡ күрһәтһәләр, һис шикһеҙ, үҙҙәренә хәйерле булыр ине.

22.

(Исламды ташлап, кәферлеккә) кире ҡайтһағыҙ (һәм һеҙгә хакимиәт бирелһә), Ер
йөҙөндә боҙоҡлоҡ сығарып, ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөп ташламаҫһығыҙмы?

23.


Бына шуларҙы Аллаһ ләғнәтләне, уларҙы һаңғыраулатты, (күңел күҙҙәрен)
һуҡырайтты.

24.

Улар Ҡөръәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?

25.

Хаҡтыр, үҙҙәренә тура юл мәғлүм булғандан һуң да, шул юлдан сыҡҡандарҙы шайтан
тотоп ала. Һәм шайтан: боҙоҡлоҡ ҡылыу—гөнаһлы эш түгел, тип ҡоторта-өмөтләндерә
башлай.

26.

Сөнки улар Аллаһ индергән (Ҡөръән)дән риза булмағандарға:

— Ҡайһы бер осраҡтарҙа беҙ һеҙгә бойһонасаҡбыҙ, — тинеләр.

Аллаһ уларҙың йәшерен эштәрен белеп тора.

27.

Фә­рештәләр (монафиҡтарҙың) йөҙҙәренә, арҡаларына һуға-һуға йәндәрен алғанда,
уларҙың хәле нисек булыр икән?

28.

Был язалар уларға шуның өсөн бирелә, сөнки улар Аллаһты асыуландырған (кәфер)
нәмәләргә эйәрҙеләр, Аллаһ риза булған (сауаплы) нәмәләрҙе яратманылар. Шуға
күрә, Аллаһ уларҙың эштәрен-тырышыуҙарын юҡҡа сығарҙы.

29.

Эстәрендә (Пәйғәмбәргә, Исламға ҡаршы) хөсөтлөк сире бул­ғандар:

— Аллаһ беҙҙең хөсөтлөгөбөҙҙө фаш итмәҫ, — тип уйлай­мы?

30.

Ихтыяр итһәк, Беҙ уларҙы һиңә күрһәтер ҙә инек, һин уларҙы йөҙҙәренән таныр
инең. Әммә һин уларҙы һөйләү рәүешенән дә таный алырһың. Аллаһ һеҙҙең бар
ғәмәлдәрегеҙҙе белеп тора.

31.

Хаҡтыр, Жиһадта ҡатнашҡандарығыҙ менән (һуғыш ауырлыҡтарына) түҙем булған­дарҙы
асыҡлағанға саҡлы һәм (һуғыш ҡырынан килгән) хәбәрҙәрегеҙҙе дөрөҫләгәнгә ҡәҙәр,
һеҙҙе үҙ ҡаршығыҙҙа һынарбыҙ.

32.

Үҙҙәре иманһыҙ булған кәферҙәр — башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан
яҙҙырыусылар; үҙҙәре алдында тура юл асылғанды күреп тә, Пәйғәмбәргә ҡаршы
күтәрелгәндәр Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Уларҙың ҡылғандарын Аллаһ юҡҡа
сығарасаҡ.

(«Хәҙрәти Мөхәммәдкә ҡаршы баш күтәреүселәрҙе Ҡурайш мөшриктәре менән йәһүдиләр
ҡотортоп торғанлығы мәғлүм. Юҡһа, мөшриктәр ҙә, йәһүдиләр ҙә саҙаҡа бирә, бер
ҡараһаң, изгелек тә ҡыла кеүек, ләкин Аллаһ, аҫтыртын эштәренә күрә, уларҙың был


изгелектәрен ҡабул итмәй». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.,)

33.

Әй, иман килтергән әҙәмдәр, Аллаһҡа итәғәт итегеҙ, Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ.
Ҡылған эштәрегеҙ заяға китмәһен.

34.

Инҡар итеп, башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан яҙҙыр­ғандарҙы һәм һуңынан кәферлектә
үлгәндәрҙе Аллаһ яр­лыҡамаҫ.

35.

Өҫтөнлөк һеҙҙең тарафта булған саҡта, йомшап, (кәферҙәрҙән) солох (килешеү)
һорамағыҙ Аллаһ һеҙҙең менән бергә. Аллаһ (изгелекле) ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа
сығармаҫ.

36.

Дөрөҫө шул, донъялағы тормош бары тик уйын, ҡыҫҡа ваҡытлы күңел асыу ғыналыр.
Әгәр иман килтереп, (гөнаһтар­ҙан) һаҡланыр булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә әжерен бирер.
Һеҙҙән малдарығыҙҙы тартып алмаҫ. (Сарыф ителергә тейешле зәкәт, саҙаҡа,
хәйерҙән башҡа.)

37.

Әгәр ҙә (Аллаһ, шул саҙаҡаларҙан ҡалған) малдарығыҙҙы (ҡырып-һепереп) алырға
теләһә, һеҙҙе ҡыйын хәлдә ҡалды­рыр, һәм һеҙҙең һаранлыҡ, хөсөтлөк һәм нәфрәт
хистәрегеҙҙе фаш итер ине.

38.

Бына шулай итеп, һеҙ Аллаһ юлында сығымдар то­торға (зәкәт, саҙаҡа, хәйер
бирергә, мәсет һалдырыуға өлөш кер­тергә) саҡырылаһығыҙ.


Ара
ғыҙҙа
һарандар бармы? Кешенең һаранлы
ғы
(яза булып) үҙенә ҡайтыр. Аллаһ — бай, һеҙ иһә фәҡ
ир.
Әгәр Унан йөҙ сөйөрһәгеҙ, һеҙҙең урын
ға
Ул башҡа тоҡ
омдо
килтерер. Улар һеҙгә оҡшама
ған
булыр.