45. Жәҫиә (Теҙләнеү)

1.

Ха. Мим.

2.

Был Китап (Ҡөръән) ҡөҙрәтле һәм хаким һәм хикмәт эйәһе Аллаһ тарафынан
индерелде.

3.

Шик юҡ, иманлы кеше өсөн күктәрҙә һәм Ерҙә (Ҡөръәндең дөрөҫлөгөнә) байтаҡ
дәлилдәр бар.

4.

Кешеләрҙең юҡтан бар ителеүе лә, Ер йөҙөнә тарал­ған йән эйәләренең (Аллаһ
тарафынан) яралтылышы ла, иман килтергән халыҡтар ғибрәт алырлыҡ кинәйәлар
(сағыштырмалар), ишаралар аша хәбәр ителә.

5.

Төндөң һәм көндөң алмашыныуы, Аллаһтың Күктән индергән ризыҡтары (ямғыры) һәм
үлемдән һуң тупраҡтың яңынан терелеүе, елдәрҙең төрлө яҡҡа иҫеүе аҡылы булған
халыҡҡа (Аллаһтың бер булғанына һәм сикһеҙ ҡөҙрәтенә ышаныслы) дәлилдәрҙер.

6.

Бына Аллаһтың аяттарын һиңә дөрөҫлөк булараҡ уҡыйбыҙ. Аллаһтың ошо (ысын-дөрөҫ)
аяттарынан һуң, улар (кәферҙәр, мөшриктәр) ниндәй һүҙгә ышанырҙар икән инде?

7.

Ялғанға, гөнаһҡа батҡан кешенең хәле ҡот осҡос бу­лыр.

8.

Үҙенә Аллаһтың аяттарын уҡығанда ул (мөшрик, кәфер, монафиҡ) тыңлаған булыр,
һуңынан танауын юғары күтәреп, ишетмәмешкә һалышыр. Бына шуларға һин (Мөхәммәд)
хәтәр яза буласағы тураһында әйт.

9.

Берәй аятыбыҙҙы (Ҡөръәндән икәнен) белеп алһа, ул мыҫҡыллап көлә башлай.

Улар өсөн хурлыҡлы яза була­саҡ
.

10.

Барасаҡ юлдары — йәһәннәм. Уларҙың йыйған
нәмәләре (мал-т
ыуарҙары,
балалары, байлыҡ
тары),
Аллаһты инҡар итеп, табына тор
ған
(сын) дары бер нисек тә ярҙ
ам
и
тә
алмаҫ. Уларҙың әжере – хәтәр яза.

11.

Ҡөръән — тура юлдыр. Раббының аяттарына кәфер итеүселәр өсөн хәтәр ғазаптарҙан
тороусы бик тә ҡаты яза булыр.

12.

Уның әмере менән кәмәләрҙә йөҙөп, (Аллаһ үҙҙәренә насип иткән) ризыҡтарын эҙләп
тапһындар һәм (тапҡандарына) шөкөр итһендәр тип, Аллаһ һеҙҙең ҡулланышығыҙға
диңгеҙҙе бирҙе.

13.

Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шуларҙың барыһын да Ул Үҙ тарафынан индереп,
һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирҙе. Әлбиттә, был турала уйлап ҡараған кешеләр өсөн ғибрәттәр
бар.

14.

(Эй, Мөхөммәд) иман килтергәндәргә әйт:


— Аллаһ яза бирә торған Көндөң (Әхирәттең) киләсә­генә ышанмағандарҙы
кисерһендәр. (Хөкөмдарлыҡты үҙ өҫтө­гөҙгә алмағыҙ!) — тип әйт. Аллаһ һәр халыҡты
ҡылмышына күрә язалаясаҡ.

15.

Кем изгелек ҡыла — үҙ файҙаһына. Кем яманлыҡ ҡыла — үҙ зарарына. Ахырҙа барыбер
Раббы хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.

16.

Хаҡтыр, Беҙ Исраил тоҡомона китап, хөкөм һәм пәйғәмбәрлек бирҙек. Уларҙы татлы
ризыҡтар менән тәрбиә ҡылдыҡ. Уларҙы донъя халыҡтарынан өҫтөн иттек.

17.

Дин мәсьәләһендә уларға (Исраил нәҫеленә) асыҡ дәлилдәр бирҙек. Әммә үҙҙәренә
ғилем килгәндән һуң, араларында ҡупҡан, хәл итә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һәм
хөсөтлөктәре (яманлыҡтары) арҡаһында, улар (төрлө фирҡәләргә) бүленеп бөттө.
Шөбһәһеҙ, Раббың уларҙың фирҡәләргә бүленгәнлектәре хаҡында Ҡиәмәт көндө Үҙ
хөкөмөн сығарасаҡ.

18.

Унан һуң һине дин эштәрендә бер шәриғәт сахибы иттек. Һин шуға тоғро ҡал.
Белмәгәндәрҙең ҡотҡоһона бирелмә.

19.

Улар Аллаһ юлында һиңә һис тә ярҙам итә алмаҫ. Дөрөҫө шул, залимдар
(ғәҙелһеҙҙәр, әхләҡһеҙҙәр, кәферҙәр) үҙ-а­ра дуҫ. Аллаһ — паҡ мөслимдәрҙең дуҫы.

20.

Был (Ҡөръән) кешеләрҙең күңел күҙҙәрен асыусы бер нур. Ныҡ иманлы кешеләр өсөн
тура юл һәм (Аллаһтың) рәхмәте ул — Ҡөръән.

21.

Әллә һуң улар — яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһ беҙҙе иман килтереп, изгелек ҡылғандар
менән тигеҙ күрер, йәшәйешебеҙҙе лә, әжәлебеҙҙе лә мөьминдәрҙеке төҫлө итер, тип
өмөтләнәләрме?

Ни
ҡ
әҙәр
яң
ғылыш
фекер!

22.

Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт
өсөн яралтты. Шулай бул
ғас,
һәр кем ҡыл
ғанына
күрә әжерен дә алыр. Улар
ға

ғәҙелһеҙлек
ҡылынмаҫ.

23.

(Байлыҡҡа ҡомһоҙ) нәфсене һәм (енси ләззәткә ар­тыҡ) һәүәҫлекте үҙ маҡсаты
итеп
,
Аллаһ урынына ҡуй
ған
ке­шене күрҙеңме һин, (эй, Мөхәммәд)? Ҡолаҡ
тары
һә
м
күңеле йоҙаҡлан
ған,
күҙе томалан
ған
бер бәндәгә Аллаһтан башҡа кем тура юлды күрһәтер? (Әй, кешеләр) һеҙ шул турала
яҡ­шылап уйлап ҡарамайһы
ғыҙмы?

24.

Әйттеләр:


Был донъяла
ғы
тормоштан башҡа тормош юҡ. Йәшәйбеҙ, үләсәкбеҙ. Беҙҙе бары тик дауамлы ваҡыт ү
лтерә,
— тинеләр. Ләкин уларҙың был турала һис бер мә
ғлүмәте
юҡ. Улар бары тик фаразлайҙар


ғ
ына.

25.

Ҡаршыларында асыҡ аяттарыбыҙҙы
уҡы
ған
ваҡытта у
лар
һаман бер һүҙҙе ҡабатлай:


Әгәр һеҙ хаҡ
ты
һөйләй тор
ған
булһа
ғыҙ,
мәрхүм атала­рыбыҙҙы терелтеп ҡайтары
ғыҙ,—
тигәндән башҡа уларҙың дәлиле юҡ.

26.

Әйт
һин:


Һеҙҙе Аллаһ терелтәсәк. Унан һуң Ул һеҙҙе вафат ит­терер. Ахырҙа, кил
еүенә
һис шик-шөбһә булма
ған,
Ҡ
иәмәт
көнөндә Аллаһ һеҙҙе йәнә (терелтеп) янына йыясаҡ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе бы
ға
ышанмай.

27.

Күктәрҙәге һәм
Ерҙәге милек (идара) Аллаһтыҡылыр. Ҡ
иәмәт
ҡупҡан Көн — кәферҙәрҙең ҙур ю
ғалтыу
Көнө.

28.

(Мөхәммәд) һин һәр өммәтте теҙләнгән килеш күрер­һең, һәр өммәт (үҙенең
сауабы-гөнаһы яҙыл
ған)
китап янына


саҡырыласаҡ.


Бөгөн (донъяла
ғы)
ҡыл
ғандарығыҙ
өсөн әжер биреләсәк!

29.


Дөрөҫ
өн
һөйләй тор
ған
китап ҡаршы
ғыҙҙа
тора, ул беҙҙең китабыбыҙ. Хаҡтыр, һеҙ ни
мә
ҡылһа
ғыҙ
ҙа, Беҙ (барыһын да фәрештәләргә) яҙҙыра барҙыҡ.

30.

Хәҙер инде иман килтереп, изгелекле

ғә
мәлдә
бул
ған­дарҙы
Раббы рәхмәтенә (йәннәтенә) ҡабул итер. Бына был — ҡотолоп, Сә
ғәдәткә
иреш
еү,
тигән һүҙ.

31.

Кәферҙәргә әйте­лер:


Аяттарымды уҡы
ғанда
танау сөйөрөп, гөнаһлы бул
ған­дар
өйөрө — ул һеҙ инегеҙ түгелме?

32.


Аллаһтың (үлгәс тереләсәкһегеҙ, тигән) вә
ғәҙәһе
хаҡ. Ул замандың киләсәгенә һис шөбһә юҡ, — тигәс, һеҙ:


Ул ниндәй заман ул? Беҙ ул заманды белмәйбеҙ. Ай-һай, (килерме икән ул заман?)
беҙ бы
ға
шикләнеп ҡарайбыҙ. Уның киләсәге тураһында мә
ғлүмәтебеҙ
юҡ, — тип әйттегеҙ.

33.

Улар ҡылғандарҙың
яманлыҡ
тары
үҙҙәренә ап-асыҡ күренер. Мыҫҡыл итеп көлгәндәре арҡаһында улар (
ғазап
менән) сорнап алыныр.

34.

Әйтелер:

— Һеҙ
бөгөнгө көн менән осрашаса
ғығыҙҙы
нисек онот­ҡан булһа
ғыҙ,
(Әхирәттә ҡауыш
ыуҙы
инҡар иттегеҙ) Беҙ ҙә һеҙҙе шулай (ярлыҡар
ға
«онотоп»

ғазапта)
ҡалдырасаҡбыҙ. Урыны
ғыҙ
— ут булыр. (Донъяла
ғы)
ярҙамсылары
ғыҙҙың
бер
еһе
лә һеҙҙе (бөгөн) ҡотҡарасаҡ түгел. Сөнки һеҙ Аллаһтың аяттарын (Ҡ
өръәнде)
көлкөгә алды
ғыҙ.
Һеҙ донъя рәхәтенә ал­данды
ғыҙ.

Бөгөн улар бынан (йәһәннәмдән) сығарылмаясаҡтар, уларҙың тәүбәләре лә ҡабул
ителмәҫ.

35.

36.

Ысынлап та, бөтөн маҡтау күктәрҙең Раббыһы, Ер­ҙең Раббыһы һәм ғәләмдәрҙең
Раббыһы — Аллаһҡа.

37.

Күктәрҙә лә, Ерҙә лә Аллаһ ҡына бөйөк (Аллаһү әкбәр). Ул (еңелеү белмәҫ)
ҡөҙрәтле һәм (зиһен һәм) хикмәт эйәһе.