41. Фуссиләт (Аңлатылды)

1.

Ха. Мим.

2.

өръән)
рәхимле һә
м
миһырбанлы Аллаһ ҡатынан индерелде.

3.

Мәғлүмәтлеләр
өсөн, аяттары асыҡ аңлайышлы

ғәрәп
телендә яҙыл
ған
Китап ул.

4.

Был — ҡыуаныслы
хәбәр еткереүсе һәм киҫәт
еүсе
Китаптыр. Ләкин күп кеше унан йөҙ сөйөрҙ
ө.
Шу
ға
күрә, улар (ул өгөттәрҙе, һөйөнөслө хәбәрҙәрҙе) ишетмәй.

5.

Улар әйтте:

—  (Эй, Мөхәммәд) күңел күҙҙәребеҙҙе элпә ҡаплап тор­ғанға күрә, беҙ һинең
өгөттәреңде ишетмәйбеҙ. Ҡолаҡтары­быҙ ҙа томаланған. Һинең менән беҙҙең арала
ниндәйҙер бер (күренмәҫ) кәртә бар. Тик, һин үҙ (дин)еңсә йәшә, беҙ ҙә үҙ
(дин)ебеҙсә йәшәйек.

6.

Әйт һин:

— Мин һеҙҙең кеүек үк (ғәҙәти) кеше. Берҙән-бер Илаһ – Ул һеҙҙең дә Раббығыҙ,
тип миңә уахи ителде. Бары тик Уға ғына йүнәлегеҙ. Унан ярлыҡау һорағыҙ, — тип.
Аллаһҡа тиңдәш эҙләгәндәрҙең хәле бик тә хәтәр-яман.

7.

Улар зәкәт бирмәй. Әхирәт көнөн инҡар итәләр.

8.

Хаҡтыр, иман килтереп, изгелек ҡылғандар өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжерҙәр бар.

9.

Һин
уларҙан һора:


Ысындан да, Аллаһ Ерҙе ике көндә юҡтан бар иткә­нен инҡар итеп, унан да ҡ
өҙрәтлерәк
башҡа бер хоҙай бар, тип уйлай
һығыҙмы?
— тип.   — Аллаһ —

ғәләмдәрҙең
Раббыһылыр.

10.

Ул
(Ер йөҙөнә) ҡаҡшамаҫ тауҙар урынлаштырҙы. Бәрәкәттәр булдырҙы һәм теүәл дүрт көн
эсендә һәр кемдең ихтыяжынса ризыҡтар тәҡдир итте.

11.

Унан һуң томан төтөн хәлендәге Күккә
теләген йүнәлтте (Күкте яһаны); һәм Ергә һәм
күктәргә әмер итте:

—Теләһәгеҙ ҙә, теләмәһәгеҙ ҙә, Миңә бойһоноғоҙ! —тине. Тегеләр икеһе лә бер
юлы:— Теләп бойһонабыҙ, — тинеләр.

12.

Шулай
итеп, уларҙы ике көндә ете ҡат күк рәүешендә яралтты һә
м
һәр Күккә үҙ вазифаһын йөкләне.

Һәм Беҙ яҡын ғәләмде ҡәндилләр (йондоҙҙар) менән биҙә­нек, (тәртиптәре)
боҙолоуҙан да һаҡланыҡ. Бына был ғәмәлдәр еңелмәҫ ҡөҙрәтле Аллаһтың тәҡдире.

13.

(Ошонан һуң да) улар (имандан) йөҙ сөйөрһәләр, әйт һин
(кәферҙәргә):

— Мин һеҙҙе Ғәд һәм Сәмүд ҡәүеменең башына төшкән (йәшенле дауыл) әфәт(е) кеүек,
һеҙҙең дә шул хәлдә ҡаласағығыҙҙы киҫәтеп ҡурҡытҡан инем, — тип.

14.

Пәйғәмбәрҙәр уларҙың алдарына сығып та, артта­рына төшөп тә:

— Аллаһтан башҡаға ғибәҙәт ҡылмағыҙ, — тип өгөтлә­неләр. Ләкин
улар:

— Раббығыҙ беҙҙең янға фәрештәләрен төшөрһөн (Үҙенең бар икәнен һәм ҡөҙрәтле
икәнен беҙгә иҫбат итһен). Шулай булмағанда беҙ һеҙҙең менән күндерелгән
нәмәләрҙе (аяттарҙы) инҡар итәбеҙ, — тинеләр.

15.

Ғәд ҡәүеме иһә донъяла саҡта хаҡһыҙ рәүештә тәкәберләнде:

— Беҙҙән дә ҡөҙрәтле кем бар? — тип маһайҙылар. Улар үҙҙәрен бар иткән Аллаһтың
уларҙан күпкә ҡөҙрәтле икә­нен күрмәйҙәрме? (Күрмәмешкә һалышалармы?) Улар
аяттарыбыҙҙы инҡар итте.

16.

Шулар өҫтөнә Беҙ уларға донъяла уҡ рисуайлыҡ-хурлыҡ ғазабын татытыу өсөн, әфәт
көндәрендә зәмһәрирҙәй әсе һыуыҡ елдәр иҫтерҙек. Әхирәт ғазабы тағын да
хәтәрерәк буласаҡ. Кәферҙәргә шунда ярҙам итеүсе табылмаҫ.

17.

Сәмүд халҡына иһә Без тура юл күрһәттек. Әммә (күңел күҙҙәре) һуҡыр булыу
сәбәпле, улар аҙғынлыҡ юлын һайланы. Шулай итеп, ҡылған әшәкелектәренә күрә,
уларға рисуайлыҡ ғазабының йәшене килтереп һуҡты.

18.

Иманлыларҙы ҡотҡарҙыҡ. Улар (гөнаһ эшләүҙән һаҡлана) ҡурҡа ине.

19.

Аллаһҡа ҡаршылар (мөшриктәр, кәферҙәр, дәһриҙәр) утҡа (йәһәннәмгә) ташланаһы
Көндө бер урынға килтерелер.

20.

Ниһайәт, шунда барғас, ҡолаҡтары, күҙҙәре һәм тиреләре, улар­ҙың (донъяла
ҡылған) яманлыҡтарына шаһит буласаҡ.

21.

Улар үҙҙәренең тәненә әйтер:

—  Ни өсөн һин миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылаһың? — тип әйтерҙәр. Тән әйтер: — Һәр
нәмәне һөйләштерә торған Аллаһ беҙҙең дә теле­беҙҙе асты. Иң әүәл һеҙҙе яралтты.
Яңынан Уға ҡайтары­ласаҡһығыҙ.

22.

— Һеҙ ҡолаҡтарығыҙҙы ла, күҙҙәрегеҙҙе лә, тәнегеҙҙе лә һеҙгә зыянға шаһитлыҡ
итмәһендәр тип, һаҡланманы­ғыҙ бит, ҡылған гөнаһтарығыҙҙы Аллаһ күрмәҫ-белмәҫ,
тип уйланығыҙ.

23.

— Раббығыҙ хаҡында йөрөткән (кәфер) уйығыҙ һеҙҙе ха­рап итте һәм һеҙ
бәхетһеҙлеккә дусар булдығыҙ.

24.

Әгәр ҙә улар (утта яныу ғазаптарына) сыҙай алһа, (сы­ҙай алмаһа ла) (мәңге) утта
ҡалыр. Ғазапты еңеләйтеүҙе теләп ялбарһалар ҙа, уларға еңеллек булмаҫ.

25.

Беҙ уларға (иманһыҙҙарға) бер тотһа ебәрмәй торған дуҫтар тәғәйенләнек. Был
дуҫтары уларҙың донъяла элек һәм хәҙер ҡылған (яманлыҡтарын) яҡшылыҡ тип күрһәтә
(ләззәтле боҙоҡлоҡҡа өндәй) һәм ахырҙа ла Сәғәдәткә ирешәсәкһегеҙ, тип алдай.
Үҙҙәренән әүәл йәшәп киткән ендәр һәм кешеләр башына төшкән ғазаптарға былар ҙа
лайыҡ. Шик юҡтыр, улар юғалтыуҙарға дусар.

26.

Аллаһты инҡар итеүселәр:

— Ҡөръәнде тыңламағыҙ. Уҡый башлаһалар, ғауға ҡупта­рығыҙ, шаулашығыҙ. Шулай
иткәндә, Ҡөръән тауышын баҫ­тырырһығыҙ, (еңәрһегеҙ), — тип әйтәләр.

27.

Инҡар итеүселәргә Беҙ дәһшәтле ғазап тәмен татытасаҡбыҙ һәм уларҙы ҡылмышта­рына
күрә иң ҡаты язаға тартасаҡбыҙ.

28.

Аллаһҡа ҡар­шы булғандарҙың язаһы — уттыр. Аяттарыбыҙҙы инҡар иткәндәре өсөн,
улар (тамуҡта) мәңге ҡаласаҡ.

29.

Кәферҙәр йәһәннәмдә:

— Раббыбыҙ, беҙҙе аҙҙырған ендәрҙе һәм юлдан яҙҙыр­ған кешеләрҙе беҙгә күрһәт,
зинһар. Улар ҙа рисуай булһын, язаға тартылһын. Беҙ уларҙы аяҡ аҫтыбыҙға һалып
тапар­быҙ, — тип әйтерҙәр.

30.

—Хаҡтыр, Раббыбыҙ — Аллаһ, тип тура юлға баҫҡандар янына
фәрештәләр иңер.

— (Ахырзамандан) ҡурҡмағыҙ, (туғандарығыҙ өсөн) хафа­ланмағыҙ, ҡыуанығыҙ: һеҙ
алдан уҡ вәғәҙә ителгән йәннәткә керәсәкһегеҙ, — тип һөйөнсө алырҙар.

31.

— Беҙ (фәрештәләр) донъяла ла, Әхирәттә лә һеҙҙең дуҫтарығыҙ булырбыҙ. Йомарт
ярлыҡаусы, рәхмәте киң Аллаһ әҙерләгән ризыҡтарҙан йәнегеҙ нимә теләй, шуның
менән хушланырһығыҙ, теләгәнегеҙҙе табырһығыҙ.

32.

33.

Аллаһҡа йүнәлергә өндәгән һәм дә үҙе лә изгелекле ғәмәлдәр ҡылған
һәм:

—  Мин мосолман! — тигән кешенең һөйләшеүенән дә тәмле һүҙле башҡа берәү бармы
икән?

34.

Изгелек менән яманлыҡ бер булмаҫ. Һин яманлыҡты изгелегең менән баҫ (яманлыҡҡа
яуап итеп, изгелек ҡыл. Ул таш менән бәрһә, һин аш менән бәр). Шулай ғәмәл
ҡылғанда, икегеҙҙең арағыҙҙағы дошманлыҡ бөтөр, һеҙ дуҫлашырһығыҙ.

35.

Был ғәмәлдәргә (һиңә яманлыҡ ҡылғанға изгелек ҡылыуҙы) бары тик сабыр иткәндәр
(ҡыйынлыҡтарға түҙгәндәр) һәм насибы бул­ғандар ғына ирешә ала.

36.

Әгәр шайтандан килгән әшәке фекер һине биләп алһа, Аллаһҡа һыйын.
Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тороусолор.

37.

Төн һәм
көндөҙ, Ҡояш менән Ай Уның мө
ғжизәләре­нән.
Әгәр ҙә Аллаһҡа

ғибәҙәт
ҡылыр
ға
ынтылһа
ғыҙ,
Ҡо­яшҡа ла, Ай
ға
ла табынма
ғыҙ.
Уларҙы юҡтан бар итеүсе Аллаһҡа

ғына
сәждә итегеҙ.

38.

Әгәр кешеләр артыҡ
ғо­рур
(тәкәббер) булһа (Аллаһҡа

ғибәҙәт
ҡылмаһалар), уның ҡарауы (эргәһендәгеләр) Раббы янында
ғы
фәрештәләр ар
ымай-талмай,
кис-көндөҙ У
ға
тәсбих әйтәләр.

39.


Һин йәнһеҙ, ҡоп-ҡоро тупраҡ
ты
күрәһең. Был да Уның дәлилдәрен
әндер.
Беҙ шул ҡоро тупраҡ өҫтөнә ям
ғыр
яуҙыр­
ғас,
тупраҡҡа йән керә, бүртә. У
ға
йән биреүсе, әлбиттә, мәйеттәрҙе лә терелтә ала. Уның ҡ
өҙрәте
һәр нәмәгә етә.

40.


Аяттарыбыҙҙ
ағы
Хәҡ
иҡәтте
боҙ
оп,
тура юлдан сыҡҡандар йәшеренеп ҡала алмаҫ. Шулай бул
ғас,
Ҡ
иәмәт
көндө утҡа ташлан
ған
яҡшымы, әллә Ҡ
иәмәт
көндө именлек эсендә (йәннәттә) бул
ғанмы?
Теләгәнеге
ҙсә

ғәмәл
ҡылы­
ғыҙ.
Ул һеҙҙең ни
мә
ҡыл
ғанығыҙҙы
күреп тора.

41.

Үҙҙәренә Китап килеп, уны инҡар итеүселәр (һис шикһеҙ, тейешле язаһын алыр). Ҡөръән
— тиңе булма
ған
Ки­тап.

42.

Уның артына ла, алдына ла нәжеслек йәбешмәҫ. Ул хикмәт эйәһе һәм ныҡ маҡталған
Аллаһтан индерелде.

43.


(Эй, Мөхәммәд) һинән алда килгән пәй
ғәмбәрҙәргә
һөйләнгәндән башҡа һүҙҙәр һиңә һөйләнмәҫ. Әлбиттә, һинең Раббың ярлыҡаусы һәм
әсе

ғазап
биреүсе лә.

44.

Әгәр
ҙә Беҙ был Ҡ
өръәнде
(
ғәрәпсәнән)
башҡа телдә китап иткән булһа инек, улар әйтер ине:

— Ни
өсөн ул аяттар (
ғәрәпсә)
тәфсилләп аңлатылмай? Үҙе

ғәрәп
бул
ған
килеш, Ҡ
өръәне
ғәрәпсә
түгелме ни? (
Ғәрәптәргә
башҡ
а
телдәге китап

аңлашылмаҫ), —тип әйтерҙәр ине. Әйт һин:


Ул кешеләргә тура юл күрһәтеүсе бер рәһбәр һәм шифа. Иман килтермәгәндәрҙең
ҡолаҡ
тарында
һаң
ғыраулыҡ
бар һә
м
Ҡ
өръән
уларға
дөм-ҡараң
ғы
(донъя кеүек булыр). Әйтер­һең дә, уларҙы (тауыш ишетелмәҫ) йыраҡлыҡтан
саҡыралар.

45.

Хаҡтыр, Мусаға
Китап (Тәүрәт) бирҙек. Ләкин ул да ҡаршылыҡҡа осраны (уның бер өлөшөнә
ышандылар, ҡ
айһы
өлөштәрен инҡар иттеләр йәки бер төрлө кешеләр Тәүрәт­кә инандылар, икенсе
берәүҙәре у
ға
ышанманылар). (Әгәр ҙә) Аллаһтың (язаларҙы Ҡ
иәмәт
көнөнә саҡлы кисектерәм, тигән) һүҙе булмаһа ине, уларҙың (ул ике төркөмдөң)
арала­рында
ғы
ғауғалы
бәхәс бик тиҙ бөтөрөлгән булыр ине (Аллаһ уларҙы һәләк иткән булыр ине). Ҡ
өръәнгә
(Аллаһтан индерелгәненә) улар бик ныҡ шикләнеп ҡарай.

46.

Кеше изгелек ҡыла икән, үҙ файҙаһына булыр. Кеше яманлыҡ ҡыла икән, үҙенә зарар
булыр. Раббың бәндәләренә

ғәҙелһеҙ
түгел (гөнаһ ҡылма
ғанды
язаламаҫ).

47.

Ҡиәмәт
көнөнөң ҡасан буласа
ғы
тураһында
ғы
мә
ғлүмәт
бары тик Аллаһ ҡарама
ғындалыр.
Уның

ғилеменән
тыш бер генә емеш тә (ҡабы
ғын
ярып) үҫеп сыҡмаҫ, һис бер ҡатын ауырлы булмаҫ һәм бала тапмаҫ (һис бер әсә
хайуан б
ыуаҙ
булмаҫ һәм быҙауламаҫ).

Аллаһ
уларҙан (кәферҙәрҙән):


Миңә тиңдәш (ҡөҙрәт
эйәләре) ҡайҙа? — тип һора
ған
Көндө улар:


Ант итеп әйтәбеҙ, арабыҙҙан (Һиңә тиң зат бар тип) шаһитлыҡ итеүсе булмаҫ, — тип
әйтерҙәр.

48.

Әүәлендә (фани донъяла) улар ялбарып табынған
нәмәләрҙе (Ҡ
иәмәттә)
юҡҡа сы
ғыр.
(Шунда

ғына)
улар ҡа­сып ҡотолор урын булма
ғанын
аңлар.

49.

Кеше хәйер һорау­ҙан (байлыҡ, мал, сәләмәтлек, оҙон
ғүмер
телән
еүҙән)
туҡтамаҫ. Өҫтөнә берәй бәлә килһә, шунд
а
уҡ
өмөтһөҙлөккә төшә, меҫ
кен
хәлдә ҡала.

50.

Хаҡтыр, башына төшкән зыяндан һуң, Беҙ уға
ни
ғмәт
әйләһәк:


Был минең үҙ хеҙмәтем арҡаһында килде, Ҡ
иәмәт
буласа
ғына
ышанмай
ым.
иәмәт
көнөндәге хисап ысын була ҡалһа) Раббы
ға
ҡайтарыла ҡалһам, Уның хозурында минең өсөн та
ғын
да мул
ыраҡ
ни
ғмәттәр
буласаҡ, — тип һурән һалыр. Беҙ инҡарсылар
ға
(күпме гөнаһ) ҡылмыштары тураһында хәбәр бирәсәкбеҙ һәм улар
ға
ауыр

ғазап
әсеһен татытырбыҙ
.

51.

Кешеләргә ниғмәт биргәнебеҙҙән һуң, тәкәбберлек менән йөҙ сөйөрәләр. Ләкин
уларҙың башына берәй бәлә килһә, (Аллаһҡа) ялбара башлайҙар.

52.

Әйт һин:

— Ул (Ҡөръән) Аллаһ тарафынан ингән булып та, һеҙ уны инҡар итәһегеҙ икән —
(хаҡтан) айырылған, йыраҡлашҡан кешенән дә аҙашҡаныраҡ башҡа берәү булырмы икән?
— тип.

53.

Йыраҡта йәшәүсе халыҡтарға һәм үҙ ҡәүемдәре араһында ла аяттарыбыҙҙы күрһәтәбеҙ,
уның (Ҡөръәндең) ысын икәнен (Аллаһтан индерелгәнен) яҡшы белһендәр өсөн.
Раббыңдың һәр нәмәгә шаһит булғанлығы етмәҫме?

54.

Иғтибар итегеҙ: улар Раббы менән (Ҡиәмәт көнөндә) ҡауышыуға шикләнәләр. Белеп
тороғоҙ, Аллаһ бөтөн нәмәне үҙ ихтыяры менән урап аласаҡ.