40. Мөьмин (Мөьмин)

 

1.

Ха. Мим.

2.

Был Китап һәр ваҡыт еңеүсе, барыһын да белеүсе, гөнаһтарҙы ярлыҡаусы, тәүбәләрҙе
ҡабул итеүсе, ғазабы — хәтәр, бәрәкәте — мул Аллаһ тарафынан индерел­де. Унан
башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ҡайтарылыш фәҡәт
Уның хозурына.

3.

4.

Инҡарсыларҙан башҡа һис кем Аллаһтың аяттары хаҡын­да шик белдереп бәхәсләшмәҫ.
Шәһәрҙәрҙәге (кәферҙәрҙең рәхәт муллыҡта) йәшәйештәре һине ҡыҙыҡтырмаһын.
(Улар­ҙың байлығына, сауҙалағы уңыштарына алданма.)

5.

Уларҙан элек Нухтың ҡәүеме, уларҙан һуң йәшәгән (Ғәд, Сәмүд, Лут) халыҡтары ла
(пәйғәмбәрҙәрен) ялғансыға сығарған ине. Уларҙың һәр өммәте үҙ пәйғәмбәрҙәрен
харап итер өсөн, мәкерле тоҙаҡтар ҡорҙо. Ялғанды Хәҡиҡәттән өҫтөн сығарыр өсөн,
гел һуғышып торҙолар. Нәтижәлә, Мин дә уларҙы тотоп алдым (да һәләк иттем). Ана,
ҡара! Минең ғазабым уларға нисек хәтәр булып төштө.

6.

Аллаһтың:

— Инҡарсылар, һис шикһеҙ, йәһәннәм әһеле буласаҡ,- тигән һүҙе хаҡ булып сыҡты.
Улар йәһәннәм әһеле булды.

7.

Ғәреш(тең мәшәҡәтле) эштәрен үҙ өҫтәренә алған, Ғәреш
тарафындағылар (фәрештәләр) Раббыға мәдхийә уҡый­ҙар һәм тәсбих әйтәләр. Аллаһҡа
инаналар.

— Йә, Раббыбыҙ, һинең рәхмәтең һәм ғилемең һәр нәмәне солғап алған. Шулай
булғас, тәүбә иткәндәрҙе һәм Һинең юлыңа йүнәлгәндәрҙе ярлыҡа. Уларҙы йәһәннәм
ғазабынан ҡотҡар!

8.

Раббыбыҙ, уларҙы ла, уларҙың аталарын да, ҡатындарын да, нәҫелдәрендәге изгелек
ҡылғандарҙы ла үҙҙәренә вәғәҙә иткән Ғәден йәннәттәренә керт. Һис шик юҡ, Һин
һәр саҡ еңеүсе һәм хаким булдың.

9.

Уларҙы һәр төрлө яманлыҡ ҡылыуҙарҙан һаҡла. Гөнаһтарҙан һаҡлаһаң, хаҡтыр, ул
Көндө (Ҡиәмәттә) улар рәхмәтеңә ирешер. Был улар өсөн иң оло ҡотолош һәм
Сәғәдәткә ирешеү булыр ине.

10.

Инҡарсыларға былай әйттеләр:

—  Аллаһтың ғазабы, хаҡтыр, һеҙҙең үҙегеҙгә булған бөгөнгө нәфрәтегеҙҙән
хәтәрерәк. Һеҙҙе иман килтерергә өндәнеләр, ләкин һеҙ баш тарттығыҙ.

11.

Улар:

— Раббыбыҙ, беҙҙе ике тапҡыр үлтерҙең, ике тапҡыр терелт­тең. Беҙ
ҙә гөнаһтарыбыҙҙы таныныҡ. Исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла (йәһәннәмдән) сығыу
юлы бармы? — тип әйтер.

(«Беренсе терелеү — тыуыу, икенсе терелеү—Ҡиәмәттә. Беренсе үлем
— әсә ҡарынындағы яралғының, йәнһеҙлек һәләте, юҡлыҡ.
Икенсе үлем — был донъянан китеү».
Хәсән
Чантай тәфсиренән.)

12.

Бындай яза һеҙгә шуның өсөн бирелде: һеҙҙе бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға
өндәнеләр, һеҙ инҡар иттегеҙ. Уға тиң тип, уртаҡтарға табындығыҙ. Инде хәҙер
хөкөм бөйөктәрҙән-бөйөк Аллаһ ихтыярында.

13.

Һеҙгә аяттарҙы күрһәткән, һеҙҙең өсөн Күктән ризыҡ индергән — Улдыр. Аллаһ
юлындағыларҙан башҡалар был эштәрҙән ғибрәт алмаҫ.

14.

Йәгеҙ, кәферҙәрнең һушына китмәһә лә (күрә алмаһалар ҙа), Аллаһҡа һәм дингә
ихласлыҡ менән ғибәҙәт ҡылайыҡ.

15.

Юғары дәрәжәле, Ғәрештең хужаһы Аллаһ, (Ҡиәмәттә) ҡауышыу көнө менән ҡурҡытыу
өсөн, үҙе теләгән ҡолона уахи индерҙе.

16.

Ул Көндө улар ҡәберҙәренән ҡубарылып, майҙанға сығыр. Улар ҡылған
ғәмәлдәрҙең береһе лә Аллаһтан йәшеренеп ҡала алмаҫ.

— Был Көндә хөкөмдарлыҡ кем ихтыярында?

—  Ҡөҙрәтле һәм берҙән-бер Аллаһ хозурында!

17.

Ул Көндө һәр кемгә үҙе ҡылғандарҙың әжере бирелер. Был Көндө бер кемгә лә
ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ хөкөмөн тиҙ тотар.

18.

Яҡынлашып килә торған Көн (Ҡиәмәт) тураһында уларҙы киҫәтеп тор. Шунда, утлы
дәһшәт эсендә уларҙың йөрәктәре боғоҙҙарына тығылыр. Залимдарҙың шунда дуҫы ла,
һүҙенә ҡолаҡ һалырҙай шәфәғәтсеһе лә бул­маҫ.

19.

Аллаһ хыянатсыны күҙ ҡарашынан уҡ таныр. Күңелдәрендәге йәшертен теләктәрен дә
белеп торор.

20.

Аллаһ ғәҙеллек менән хөкөм итер. Уны инҡар итеп, табын­ған нәмәләре бер ниндәй
ҙә хөкөм сығара алмаҫ. Шик юҡтыр, Аллаһ ысыны менән ишетеп, күреп тороусылыр.

21.

Улар Ер йөҙөндә йөрөп тә, әүәл йәшәгән (гөнаһлы) халыҡтарҙың нисек итеп һәләк
булғандарын күрмәнеләр (күрһәләр ҙә, ғибрәт алманылар). Юҡһа, улар Ер йөҙөндәге
ҡоролмалары, һарайҙары менән быларынан күпкә өҫтөн һәм ҡеүәт­ле ине. Шулай ҙа,
Аллаһ уларҙы (гөнаһтарына күрә) язаланы. Уларҙы язаһынан ҡотҡарырға тырышҡан зат
та бул­маны.

22.

Сөнки пәйғәмбәрҙәр уларға ап-асыҡ аяттар-мөғжизәләр алып килеп тә, улар инҡар
итте. Аллаһ та уларҙы ғазапҡа дусар итте. Хаҡтыр, Аллаһ — ҡөҙрәт эйәһе, Уның
ғазабы бик тә хәтәр буласаҡ.

23.

Хаҡтыр, Беҙ Мусаны мөғжизәләребеҙ һәм ап-­асыҡ дәлилдәр менән
Фирғәүенгә, Һаманға, Ҡарунға күндер­ҙек. Улар:

— Был шыр ялғансы һәм сихырсы, – тинеләр.

24.

25.

Муса Беҙҙең тарафтан үҙҙәренә Хәҡиҡәтте алып килгәс, улар:

— Уға эйәреп, иман килтергәндәрҙең ир улдарын нәҫе­ле менән бергә үлтерегеҙ,
ҡатындарын, ҡыҙҙарын иҫән ҡалды­рығыҙ, — тинеләр. Әммә  кәферҙәрҙең тоҙағы
ғәмәлгә аш­маны.

26.

Фирғәүен:

—Үҙ ихтыярыма ҡалдырығыҙ, Мусаны мин үлтерәсәкмен. Ҡотолаһы килһә, Аллаһына
ялбарһын. Сөнки мин уның динебеҙҙе үҙгәртеүенән һәм Ер йөҙөндә фетнә
сығарыуын­ан ҡурҡам, — тине.

27.

Муса:

— Мин Хисап көнөнә инанмаған һәр тәкәббер кешенән һеҙҙең дә, минең дә Раббым
булған Аллаһҡа һыйынам, — тине.

28.

Фирғәүендең яҡындарынан булып та йәшерен рәүештә иман килтергән
бер әҙәм былай тине:

— Һеҙ был әҙәмде: Раббым — Аллаһтыр, тигәне өсөн генә үлтермәксе булаһығыҙмы?
Гәрсә, ул һеҙгә Раббығыҙҙан ап-асыҡ дәлилле мөғжизәләр килтерһә лә? Әгәр ҙә ул
ялғанлай икән, ялғаны үҙ башына булһын. Әгәр ҙә ул дөрөҫөн һөйләй икән, ул
ғазаптарҙың берәйһе килеп, һеҙҙе тотасаҡ бит. Шик юҡ, Аллаһ хаттин ашҡан
ялғансыларҙы тура юлға иреш­термәҫ.

29.

Әй, ҡәүемем, бөгөн был ерҙә (Мысырҙа) һеҙ — хаким, һәм хөкөм
сығарыу — һеҙҙең ҡулда. Әммә Аллаһтың язаһы беҙгә бер килтереп һуғыр, шул
сағында беҙгә кем ярҙам итер икән?

Фирғәүен әйтте:

— Мин һеҙгә үҙ ҡарашымды һөйләнем һәм йәнә һеҙгә тура юл күрһәттем, — тине.

30.

Теге иманлы әҙәм йәнә былай тине:

— Әй, туғандар! Дөрөҫөн әйтәйем, мин һеҙҙең өсөн ҡурҡа­м. Нух ҡәүеменең, Ғәд,
Сәмүд һәм уларҙан һуң килгәндәр­ҙең башына төшкән әфәттең һеҙгә лә килеүенә шик
юҡ. Аллаһ Үҙенең бәндәләренә бер ҡасан да яманлыҡ теләмәй.

31.

32.

Әй, халҡым минең, ысындан да мин һеҙҙең өсөн ҡурҡа­м. Аҡырып-баҡырып кирегә
боролоп ҡасасаҡ Көн килеү­енән ҡурҡам. Һеҙҙе Аллаһ ғазабынан ҡотҡарырлыҡ бер
генә зат та юҡ. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене тура юлға баҫтырырлыҡ башҡа бер генә
көс тә юҡ.

33.

34.

Хаҡтыр, унан алда Йософ та һеҙгә асыҡ дәлилле аяттар килтергән
ине. Ул алып килгән аяттарға һеҙ һәр уаҡыт шикләнеп ҡаранығыҙ. Ниһайәт, ул вафат
булғандан һуң, һеҙ:

—  Аллаһ бынан һуң пәйғәмбәр күндермәҫ, — тинегеҙ. Бына, Аллаһ хаттин ашҡан
шикләнеүселәрҙе шулай аҙаш­тыра.

35.

Ҡулдарында һис бер дәлилдәре булмаған килеш, Аллаһтың аяттары тураһында
бәхәсләшәләр. Уларҙың был ғәмәле Аллаһ тарафынан да нәфрәт менән ҡаршыланды.
Маһайып, тәкәберләнгән һәр залимдың күңелен Аллаһ мөһөрләп (бикләп) ҡуя.

36.

Фирғәүен әйтте:

— Әй, Һаман, миңә бейек манара төҙөп ҡуй, бәлки, мин күктәргә менә торған юлды
табырмын.

37.

Мусаның Тәңре­һен күреп төшөрмен, — тине. — Дөрөҫөн генә
әйткәндә, мин уны ялғансылыр, тип уйлайым.

Шулай итеп, Фирғәүен ҡылған яман эш яҡшы итеп күрһәтелде һәм ул юлдан яҙҙы.
Фирғәүен ҡорған мәкерле тоҙаҡ юҡҡа сыҡты.

38.

Баяғы иманлы кеше әйтте:

— Әй, ҡәүемем, һеҙ миңә эйәрегеҙ, мин һеҙгә тура юлды күрһәтәсәкмен, — тине.

39.


— Әй, халҡым минең, шик юҡтыр, был донъялағы тормош бик тиҙ уҙып китеүсе бер
ма­жара ғына. Әммә Әхирәт, ысындан да, мәңгегә ҡала торған йорттор.

40.

—Яманлыҡ ҡылған кеше яманлығы урынына язаһын алыр. Кем дә кем, ҡатынмы ул, ир
кешеме, мөьмин булып, изгелек ҡылһа, йәннәткә керәсәк. Шунда кергәндәргә
хисапһыҙ ризыҡ биреләсәк.

41.

й, халҡым! Был ниндәй хәле­геҙ? Мин һеҙҙе нәжәткә
(ҡотолошҡа) саҡырам, һеҙ мине утҡа (йәһәннәмгә) ҡыҫтайһы
ғыҙ
(саҡыраһығыҙ).

42.

Һеҙ мине Аллаһты танымаҫҡа өгөтләйһегеҙ.

Мин белмәгән, мин табыныр
ға
теләмәгән нәмә
ләрегеҙҙе
У
ға
тиңләштерәһегеҙ
.
Мин иһә һеҙҙе ҡ
өҙрәте
менән барсаһын еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле Аллаһтың тура юлына саҡырам.

43.

Хәҡиҡәт шулдыр, һеҙ мине табынырға саҡырған нәмәгеҙ фани донъяла ла, Әхирәттә лә
иғтибарға лайыҡ түгел.


Әлбиттә, Аллаһ хозуры­на ҡайтасаҡбыҙ. Хаттин ашҡандар йәһәннәмдең үҙ
кешеләрелер.

44.

Һеҙгә һөйләгән был киҫәтеүҙәремде һеҙ оҙаҡламай иҫегеҙгә төшөрәсәкһегеҙ (язаһын
күргәс, үкенәсәкһегеҙ).


Мин иһә эштәремде Аллаһҡа ба
ғышланым.
Шик юҡтыр, Аллаһ бәндәләрен бик яҡшы белеп тора.

45.

Ахырҙа Аллаһ Тәғәлә
мөшриктәр ҡор
ған
мәкерле тоҙаҡтан уны (иман килтергән был

әҙәмде)
ҡотҡарып ҡалды. Фир
ғәүен
тоҡомон иһә хәтәр яза
ға
тартты.

46.

Улар
иртә-кис утҡа ташлана
саҡ.
Ҡ
иәмәт
ҡупҡан көндө:


Фир
ғәүен
тоҡомона язаның иң хәтәрен бир, — тип әйтерҙәр.

47.

Ут
эсендә ян
ғанда
кәферҙәр үҙ
ара
бәхәс ҡуп­тарыр. Фәҡ
ир
һәм хәлһеҙ бул
ғандары
тәкәбберҙәренә әйтер:


(Донъялыҡта) беҙ һеҙгә ышанып эйәрҙек. Хәҙер ут


ғ
аза­бының
исмаһам бер өлөшөн генә булһа ла беҙҙән үҙегеҙгә алы
ғыҙ,
зинһар, — тип ялбарырҙар.

48.

Донъяла саҡта әллә кем булып, күкрәк киреп йөрөүселәр
әйтер:


Дөрөҫ, барыбыҙҙың да ошонда булыр
ға
тейешлегебеҙ раҫланды. Аллаһ бәндәләренә вә
ғәҙә
иткәндәрҙең барыһын да бирҙе, — тип әйтерҙәр.

49.

Ут
эсендәгеләр йәһәннәм һаҡ
сы­ларына
әйтер:


Беҙҙең өҫтән бер генә көнгә генә булһа ла был

ғазаптар­ҙы
алып торһон, тип Раббы
ғыҙға
ғибәҙәт
ҡылы
ғыҙ,
зин­һар, — тип ялбарырҙар.

50.

Зобаниҙар әйтер:


Һеҙгә пәй
ғәмбәрҙәрегеҙ
асыҡтан-асыҡ дәлилдәр ки
лтер­ҙеме?
— тип әйтерҙәр.

     Былары:

— Әйе, килтерҙе, — тип әйтәсәк.

—  Шулай булғас, Аллаһҡа ялбарығыҙ, —тип әйтерҙәр. Гәрсә кәферҙәрҙең
үкенеү-ялбарыуы файҙа бирмәҫ.

51.

Шик-шөбһәһеҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙгә һәм иман килтергәндәргә һәм донъя тормошонда
һәм шаһиттарҙың шаһитлыҡ итәһе (Ҡиәмәт) Көнөндә ярҙам итербеҙ.

52.

Ул Көндө залимдарҙың ярлыҡау теләп ялбарыуҙары һис бер файҙа бирмәҫ. Уларға
ләғнәт! Хәтәр йорт та (йәһәннәм дә) уларҙыҡы булыр.

53.

54.

Хаҡтыр, Беҙ Мусаға тура юл күрһәттек һәм аҡылы башында булғандарға өгөт биреүсе
һәм тура юл күрһәтеүсе Китап (Тәүрәт)ты Исраил тоҡомона мираҫ иттек.

55.

(Рәсүлем) хәҙергә һин инде (ауырлыҡтарға түҙ) сабыр ит. Сөнки Аллаһтың вәғәҙәһе,
һис шикһеҙ, ғәмәлгә ашасаҡ. Гөнаһтарыңдың ярлыҡаныуын телә. Кис-иртә Раббыңды
маҡ­тап, тәсбих тарт (намаҙ уҡы).

56.

(Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарырға) ҡулдарында асыҡ иҫбат булмаған көйөнсә,
Аллаһ аяттары тураһында улар бәхәс ҡуптара. Шик юҡтыр, уларҙың күңелендә буй
етмәҫ дәрәжәләге бөйөклөккә ынтылыу, маһайыу һәм тәкәббер­лектән башҡа һис нәмә
юҡ. Һин Аллаһҡа һыйын. Шөбһә юҡ, Аллаһ — ишетеп, күреп тороусы.

57.

Әлбиттә, күктәрҙең һәм Ерҙең яралтылышы — кешеләрҙең барлыҡҡа килеүенән дә
бөйөгөрәк ғәмәлдер.

Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй.

58.

Һуҡыр менән күҙле, иман килтереп, изгелек ҡылған
кеше менән яманлыҡ ҡылыусылар бер булмаҫ. Аһ, һеҙ был турала уйлап та ҡарамайһы
ғыҙ.

59.

Һис шикһеҙ, Ҡиәмәт
көнө киләсәк. Б
ында
бер ниндәй ҙә шик-шөбһә бул
ыуы
мөмкин түгел. Ләкин кешеләрҙең күбеһе бы
ға
ышанмай.

60.

Раббығыҙ
шулай бойорҙо:


Миңә до
ға
уҡы
ғыҙ,
ҡабул итәсәкмен. Сөнки Миңә

ғибәҙәт
ҡылыуҙы ташлап, тәкәбберлеккә йөҙ тотҡандар хур­лыҡҡа ҡалып, йәһәннәмгә дусар
буласаҡ, — тине.

61.

(Кешеләр) ял итһен, тип Аллаһ төндө, (яҡтылыҡ) күрһендәр тип, көндө яралтты.
Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ — кешеләргә ҡарата йомартлыҡ эйәһелер. Ләкин кешеләрҙ
ең
күбеһе шөкөр итмәй.

62.

Бөтөн нәмәне юҡтан бар итеүсе Илаһ — ул Аллаһтыр. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә
эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ни

э
шләп
һуң, улайһа, һеҙ Унан йөҙ сөйөрәһегеҙ (баш­ҡа боттар
ға
табынаһы
ғыҙ)?

63.

Аллаһтың аяттарын ҡарышып
инҡар иткәндәр (Хаҡтан) шулай ситләшә.

64.

Ерҙе һеҙҙең өсөн йәшәү майҙаны
иткән дә, Күкте лә һеҙҙең өсөн гөмбәҙ

(түбә)
итеп яһаған,
һеҙгә гүзәл рәүеш-ҡ
иәфәт
биргән дә һә
м
һәм һеҙҙе саф-паҡ ризыҡ
тар
менән ризыҡлан­дыр
ған
да — Аллаһтыр. Бына шул инде һеҙҙең Раббы
ғыҙ.
Ғәләмдәрҙең
Раббыһы Аллаһ — бөйөктәрҙән дә бөйөктер.

65.

Ул
мәңге тереҙер. Унан башҡа (Илаһи ҡ
өҙрәткә
эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай бул
ғас,
ихлас һәм самими кешеләр булараҡ, һеҙ У
ға
ғибәҙәт
ҡылы
ғыҙ,
һәр төрлө маҡтау

ғәләмдәрҙең
Раббыһы Аллаһҡа

ғына
мах­сустыр.

66.

(Рәсүлем), әйт һин:


Раббымдан ап-асыҡ дәлилдәр килгәс, Аллаһты инҡар итеп, һеҙ табына тор
ған
(һын)дар
ға
минең табыныуым рөхсәт ителмәне.

Ғәләмдәрҙең
Раббыһына буйһон
оуым
тә
ғәйенлән­де.

67.

Һеҙҙе
тупраҡтан, һуңынан нәҫел орло
ғонан,
унан һуң ҡан тамсыһынан (ярал
ғынан)
яратҡан, унан һуң бала итеп (донъя
ға)
сы
ғарған,
унан һуң һеҙҙе көслө-ҡ
еүәтле
итеп үҫтергән, унан һуң ҡартайтҡан да, ҡайһылары
ғыҙҙы
иртә вафат иттергән, ҡайһылары
ғыҙға
оҙ
он
ғүмер
биргән дә — Аллаһтыр. Бәлки, һеҙ аҡыл
ға
килерһегеҙ, ә?

(«Әҙәмде тупраҡтан хәлиҡ ҡылды, һуңынан нәҫелегеҙҙе үрсетер өсөн һеҙҙе бер тамсы
һыуҙан, һуңынан ул һыуҙы ойошҡан ҡан ҡылды, һуңынан төҙ
өп
бөтөргәс, бала хәлегеҙҙә әсәйегеҙҙ
ән
т
ыуҙыралыр».
Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)

(«Ул һеҙҙе бер тупраҡтан, һуңынан бер мәниҙән, һуңынан бер
ойошҡан ҡандан, һуңынан бала булараҡ сығарған».

Хәсән Чантай тәфсиренән.)

(«Тормош башланғысы бирә торған кеп-кескенә тамсынан». Мәүланә
Али тәфсиренән.)

(«Һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан мәниҙән, һуңынан ҡушылған-аралашҡан
күкәйҙән яралтҡан».


Али Тургуг тәфсиренән.)

(Һуңғыһы
мәсьәләне яҡшыраҡ асыҡлай кеүек. Ысындан да, ҡатын күкәйсеге менән ирҙең
күкәйсеге бергә ҡушылып, әсә ҡарынында ярал
ғы
барлыҡҡа килә.)

68.

Ул —
терелт
еүсе
лә, үлтереүсе лә. Ул берәй эш бул
ыуын
теләһә, бары тик бер һүҙ әйтә:


Бул! — ти. Һәм Ул теләгән нәмә барлыҡҡа килә.

69.

Һин Аллаһтың аяттары тураһында
ғауғалы
рәүештә бәхәсләшкәндәреҙ
ең
хәлен күрҙеңме? Нисек итеп улар Хәҡ
иҡәттән
ситләште.

70.

Улар Пәйғәмбәребеҙгә
индерелгән Китапты һәм шунда
ғы
дәлилдәрҙе ял
ғанға
сы
ғарыр­ға
маташты. Оҙаҡламай улар (гөнаһтары өсөн язаланасаҡ
тарын)
аңлаясаҡ.

71.

Муйындары тимер бығауҙар
һәм сылбырҙар менән урал
ған
хәлдә, улар ныҡ

ҡ
айнар
һыу
ға
кер­теләсәк. Унан һуң уларҙы утҡа ташлаясаҡ
тар.

72.

73.

Унан
һуң уларҙан:


Аллаһты инҡар итеп, һеҙ табын
ған
нәмәләрегеҙ ҡай­ҙа? — тип һорарҙар. Улар иһә:


Беҙҙән ҡас
тылар.
Ысынлыҡта, беҙ әүәл һис бер нәмәгә лә табынмай инек, — тип әйтәсәк. Аллаһ
кәферҙәрҙе ана шулай һаташтырыр.

74.

75.

Хаҡығыҙ
булма
ған
көйөнсә, самаһын белмәҫтән (бай­лы
ғығыҙ
менән) маҡтана инегеҙ. Хаттин ашып, тәкәберләнеп, күкрәк киреп, рәхәт йәшәй
инегеҙ. Был язалар һеҙгә шуның өсөн.

76.

Һеҙ мәңге шунда ҡаласаҡ йәһәннәмдең ҡапҡа­һынан керегеҙ. Хаттин ашҡан
тәкәбберҙәр керә тор
ған
ул ер бик тә хәтәрҙер.

77.

Тик, (Рәсүлем) һин сабыр ит. Шик юҡтыр, Аллаһтың вәғәҙәһе
тормошҡа ашасаҡ. Улар
ға
вә
ғәҙә
иткән язаларыбыҙҙың бер өлөшөн һиңә күрһәтербеҙ йәки һине алданыраҡ вафат
иттерербеҙ, һәр хәлдә улар Беҙҙең хозурыбыҙ
ға
ҡ
айтасаҡ.

78.

Хаҡтыр, һинән алда ла пәйғәмбәрҙәр
күндер­ҙек. Ҡай
һы
берҙәре
тураһында һиңә һөйләгәнем дә бар, ҡай
һы
берҙә­ре
тураһында бер ни
мә
лә һөйләмәнем, һис бер пәй
ғәмбәр
Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бер генә аят тә үҙенән килтерә ал­маҫ. Аллаһтың әмере
килгәс, дөрөҫлөк ур
ынлашыр.
Яман
ға
эйәргәндәр яза
ға
тартылыр.

79.

Аллаһ һеҙҙең ҡулланыуығыҙ
өсөн хайуандар яралтты. Ҡайһыһына атланып йөрөгөҙ. Ҡайһыларын салып аша­
ғыҙ.

80.

Ул
мал-т
ыуарҙарҙа
һеҙҙең өсөн күп файҙалар бар. Теләгәнеге
ҙҙе
үтәр өсөн, һеҙ у
ларға
атланып донъя ги­ҙегеҙ. Улар ярҙ
амында
һәм дә кәмәләргә ултырып, йөктәр төйәп,

ғәмәл
ҡылырһы
ғыҙ.

81.

Аллаһ һеҙгә үҙенең аяттарын күрһәтә. Хәҙер инде шул аяттарҙың
ҡайһыһын һеҙ инҡар итерһегеҙ икән?

82.

Улар (кәферҙәр һәм
мөшриктәр) Ер йөҙ
өндә
сәйәхәт итеп тә, үҙҙәренән әүәл йәшәп киткән гөнаһлы тоҡ
омдар­ҙың
нисек итеп һәләк бул
ғандарын
күрмәнеләрме ни?

Әүәлгеләре быларынан күпкә ишле ине. Донъялағы
ҡоролма һәм ҡ
әлғәләре
мәсьәләһендә лә улар күпкә өҫтөн һәм ҡ
еүәтле
ине. Ләкин уларҙың был йый
ған
малдары (яза килгәс) ысын­лыҡта улар
ға
файҙа килтермәне.

83.

(Үҙ араларынан сыҡҡан) пәйғәмбәрҙәре
у
ларға
ап
­асыҡ
дәлилдәр ки
лтергәс,
улар үҙҙәренең белемле бул
ыуы
менән маһайҙылар һәм аяттарҙы мыҫҡыл итеп көлдөләр. Улар мыҫҡыл иткән нәмәләр
(яза булып) үҙ баштарына төштө.

84.

Минең
тарафтан үҙҙәренә бик тә хәтәр яза килгәс:


Аллаһҡа инандыҡ һә
м
У
ға
тиңләштергәндәребеҙҙе инҡар иттек, — тинеләр.

85.

Ғазабыбыҙҙы
күргәс кенә иман ки
лтереүҙәре
улар
ға
файҙа бирмәне. Аллаһтың ҡолдарына ҡарата ҡуллана тор
ған
(яза) ысулы шулдыр. Кәферҙәр ю
ғалтыуға
дусар ине.