2. Баҡара (Һыйыр)

1.

Әлиф, ләм, мим. (Мәғәнәһен Аллаһ Үҙе генә беләҙер.)

2.

Шөбһәһеҙ, был Китап мөттәҡийҙәр өсөн юл күрһәтеүс­еҙер.

3.

Улар күҙгә күренмәгәндәргә ышана, намаҙҙарын дөрөҫ итеп уҡый. Беҙ биргән
малдарын Аллаһ юлында сарыф итә.

4.

(Ий, Мөхәммәд) улар һиңә индерелгән һәм Һиңә саҡлы индерелгәндәргә (Ҡәръәнгә,
унан алдағы изге китаптарға) инаналар, Әхирәт көнөнә лә ысын күңелдән ышаналар.

5.

Улар Раббы күрһәткән хаҡ юлдаҙыр һәм тамуҡтан ҡотолоуға ирешеүселәр ҙә шулар
булыр.

6.

(Дөрөҫө шулдыр) кәфер ҡылыусыларҙы (Әхирәттәге язалар менән) киҫәтһәң дә,
киҫәтмәһәң дә — барыбер; улар ышанмаҫ (иман килтермәҫ).

7.

(Ҡылған гөнаһтары, ҡулланған харамдары өсөн) Аллаһ уларҙың күңелдәренә йоҙаҡ
һалды һәм уларҙың ҡолаҡтарын томаланы, уларҙың (күңел) күҙҙәрен элпә менән
ҡапланы һәм улар өсөн яза әҙерләне.

8.

Кешеләр араһында шундайҙар ҙа бар, күңелдәре менән инанмаған
килеш: Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ыша­набыҙ, — тип әйтһәләр ҙә, улар ысын
мосолман түгел.

9.

Улар (монафиҡтар) Аллаһты ла, мөьминдәрҙе лә алдамаҡсы була. Ләкин улар үҙҙәре
алдана һәм алданғанлыҡтарын абайламайҙар ҙа.

10.

Уларҙың күңелендә сир (ике ­йөҙлөлөк сире) бар.
Аллаһ уларҙың был сирен тағын
да арт­тырҙы. Ялған
һөйләгәндәре
өсөн уларга хәтәр

ғазап
барҙыр.

11.

Уларға:
—Ер йөҙөндә ҡотҡо таратмағыҙ (боҙоҡлоҡ, фетнә сығармағыҙ), — тип әйтелһә лә,
улар:

—  Беҙ фәҡәт Ер йөҙөн ҡотҡонан (боҙоҡлоҡтан, фетнәләрҙән) таҙартыусылар, — тип
әйтәләр.

12.

Шуны белеп тороғоҙ, (һәм һаҡ булығыҙ!) улар, ысын­дан да, үҙҙәре ҡотҡо таратыусы
(фетнә сығарыусы). Ләкин быны улар үҙҙәре лә һиҙмәй (был турала баштарына ла
килтермәй).

13.

Уларға:

– Иман килтергән әҙәмдәр кеүек, һеҙ ҙә иманға килегеҙ, -тип әйтелһә лә, улар: —
Ахмаҡтар иман килтерә, тип, беҙ ҙә иман           килтерәйекме? — тинеләр.
Ысынлап та, улар үҙҙәре ахмаҡ, ләкин был турала үҙҙәре генә белмәй.

14.

(Монафиҡтар)
мөьминдәр менән осрашҡанда:

— Беҙ ҙә иман килтерҙек, — тип әйтәләр. Үҙҙәрен аҙҙырыусы шай­тани заттар янында
бергә-бер ҡалғас:

—  Беҙ һеҙҙең менән бергә: беҙ уларҙы (мосолмандарҙы) мыҫҡыл итер өсөн генә
шулай шаяртабыҙ, — тип әйтәләр.

15.

(Ысынлыҡта иһә)
Аллаһ уларҙан (мыҫҡыллы) көлә (мәсхәрәгә ҡалдыра), аҙғынлыҡтарына
юл ҡуя. (Шуға күрә) улар (үҙҙәрен үҙҙәре белештермәйенсә) шулай
аҙашып йөрөй.

16.

Иманға килеп, тура юл һайлайһы урында аҙғынлыҡ юлын һатып алған заттар шулар
булыр. Ләкин уларҙың был сауҙаһы уңышлы булмаҫ һәм үҙҙәре тура юлға баҫмаҫ.

17.

Улар ҡараңғыла сыра яндырып ултырыусыларға оҡ­шаш. Сыра тирә-яҡҡа яҡтылыҡ һирпеп
торғанда, Аллаһ яҡтылыҡты һүндерһә, тегеләр күҙгә төртһәң күренмәҫлек дөм
ҡараңғыла ҡаласаҡ.

18.

(Улар) һуҡыр, телһеҙ-һаңғырауҙар. (Шуға күрә, улар ту­ра юлға) әйләнеп ҡайта
алмайҙар.

19.

Улар Күктән томалап ҡойған ямғырға эләгеп, Күк күкрәүҙәр һәм дәһшәтле йәшендәр
аҫтында ҡалғандай булыр. Ул монафиҡтар йәшен һуғып үлтереүҙән ҡурҡып, бармаҡтары
менән ҡолаҡтарын томалар­ҙар. Ләкин Аллаһ кәферҙәрҙе һәр яҡлап (язаһы менән)
сор­нап аласаҡ.

20.

Йәшен уларҙың күҙҙәрен көйҙөрөп сығарырҙай булып, яҡында ғына йәшнәй, тирә-йүнде
яҡтыртып ал­ғанда, улар бер аҙ алға китә, кинәт ингән ҡараңғыла улар
баҫҡан ерҙәрендә ҡатып ҡала. Әгәр теләһә, Аллаһ, әлбиттә, уларҙың ҡолаҡтарын
һаңғыраулата, күҙҙәрен һуҡырайта ала. Ысынлыҡта Аллаһ һәр нәмәгә ҡәҙир (һәр
нәмәне эшләй ала торған ҡөҙрәткә эйә).

21.

Әй,
инсандар! Һеҙҙе һәм һеҙҙән элек йәшәгәндәрҙе яралтҡан Раббығыҙға ғибәҙәт
ҡылығыҙ. (Шулай итһәгеҙ) бәлки һеҙ (гөнаһтан, насарлыҡтан, Аллаһтың язаһынан)
ҡотолорһоғоҙ, тәҡүәлеккә ирешерһегеҙ.

22.

Ул һеҙҙең
өсөн ерҙе яҫтыҡ итеп ҡабартты (йәпле, уңайлы ҡылды). Күкте лә көмбәҙле итеп,
бина ҡылды (төҙөнө). Күктән һыу ағыҙып, һеҙҙең тамағығыҙ туйһын, тип төрлө-төрлө
емештәр үҫтерҙе. Шуны белгән килеш Аллаһҡа тиңдәш эҙләмәгеҙ.

23.

Әгәр илсебеҙгә (Мөхәммәдкә) индерелгән (Ҡөръән)гә шикләнеп ҡараһағыҙ, әгәр ҙә
һеҙ хаҡлы икән, Аллаһтан баш­ҡа ярҙамсыларығыҙҙы саҡыртып, шуға оҡшаш, исмаһам,
бер сүрә килтереп күрһәтегеҙ.

24.

Әгәр шулай эшләй алмаһағыҙ, һис шик юҡ, һеҙ уны эшләй алмаясаҡһығыҙ, утын
урынына кешеләрҙе, таштарҙы яғып ҡыҙҙырылған йәһәннәмдән һаҡланығыҙ. Йәһәннәм
уты кәферҙәр өсөн әҙерләнде.

25.

(Ий, Мөхәммәд) иман
килтереп, изгелекле ғәмәлдәр ҡылыусыларға шишмәләре ағып тороусы йәннәттәр
буласаҡ, тип кешеләрҙән һөйөнсе ал. Ул йәннәттәрҙә уларҙың алды­на емештәр
килтереп ҡуйғас, улар:


Был емештәрҙе беҙ фани донъяла ла ашаған инек бит инде, — тип әйтерҙәр. Ләкин ул
емештәр тышҡы яҡтан ғына тегеләренә оҡшаған булыр. (Тәмдәре бөтөнләй икенсе,
ғә­жәйеп ләззәтле һәм татлы булыр.) Улар өсөн (йәннәттә) пак ҡатындар булыр. Һәм
улар (мөьминдәр) унда мәңге йәшәп ҡа­ласаҡ.

26.

Шик юҡ, Аллаһ серкәйҙе һәм
унан башҡа хәшәрәтерәктәрҙе лә ғибрәти миҫал итеп килтерергә тартынмаҫ. Иманлы
кешеләргә килһәк, улар бындай ғибрәтле миҫал­дарҙың Раббынан килгәнлеген һәм ул
миҫалдарҙың дөрөҫ һәм ысын икәнен аңларҙар. Кәферҙәргә килһәк, улар:

— Аллаһ ниндәй маҡсат менән
шундай ғибрәттәр килте­рә? -ти.

Аллаһ был ғибрәтле миҫалдары менән байтаҡ кешеләрҙе аҙаштырыр, байтағын тура
юлға йүнәлтер. Килтергән миҫалдары менән Аллаһ бары тик аҙғындарҙы ғына
аҙаштырыр.

27.

Улар (фәсиҡтәр, аҙғындар, әхләҡһеҙҙәр) шундай бәндәләр, ант итеп, һүҙ бирәләр
ҙә, шул һүҙҙәренән та­налар (баш тарталар). Аллаһ тоташтырырға бойорған
нәмәләрҙе киҫәләр (мосолмандарҙан, Ҡөръәндән айырылалар) һәм Ер йөҙөндә
фетнә-тәртипһеҙлек (аҙғынлыҡ) килтереп сығаралар. Бына шулар инде ысынлыҡта
алданасаҡ (зыян-зәхмәт күрәсәк).

28.

(Эй, кәферҙәр!) Һеҙ йәнһеҙҙәргә йән өрөп йәнлән­дергән Аллаһты нисек инҡар
итәһегеҙ? Һуңынан Ул һеҙҙең йәнегеҙҙе аласаҡ, йәнә тағын һеҙҙе (Әхирәттә)
терелтәсәк. Һәм ахырҙа һеҙ Уның ҡаршыһына ҡайтасаҡһығыҙ.

29.

Ер йөҙөндә нимә булһа, Ул барыһын да һеҙҙең өсөн яралтты. Һуңынан Күккә йүнәлде,
уны ете ҡат итеп ҡорҙо.
Ул
барыһын да белеүсе.

30.

(Ий, Мөхәммәд) иҫеңдә тот, Раббың
фәрештәләргә әйтте:

– Мин Ер йөҙөнә
(Әҙәмде) хәлифә (башлыҡ, хужа) итеп яралтасаҡмын, — тине.

Фәрештәләр әйтте:

— Беҙ Һине маҡтап, тәсбих әйтеп, Аллаһ
Тәғәлә
кәмселектәрҙән азат, тип, Һине ҙурлап торғанда,
Ер өҫтөндә аҙғынлыҡ
ҡыласаҡ һәм ҡан ҡоясаҡ бәндәңдеме хәлифә итеп ҡуясаҡһың?
— тинеләр.

(Аллаһ уларға)
әйтте:

— Һеҙ
белмәгәндәрҙе һәр хәлдә мин беләм, — тине.

31.

Аллаһ Әҙәмгә доньялағы
бөтөн исемдәрҙе (атамаларҙы) өйрәтте лә(бөтөн
нәмәләрҙең исемдәрен белеү, йәғни Аллаһ яралтҡан нәмәләрҙе аңлап белеү, серенә
төшөнөүҙер)
, уларҙы
фәрештәләренә белдереп бойорҙо:

— Әгәр ҙә
һеҙ әйткәндәр дөрөҫ булһа, ул белгән исемдәр­ҙе әйтеп бирегеҙ, — тине.

32.

Фәрештәләр әйтте:


Сөбхәналлаһ! (Дан Һиңә, паҡ Раббыбыҙ): Һин беҙгә өйрәткәндәрҙән

башҡа
беҙ һис бер нимә
лә
белмәйбеҙ. Шик юҡ, Һин
Үҙең һәм ғалим,
һәм хаким.

33.

(Аллаһ) әйтте:

—  Ий, Әҙәм, исемдәрҙең барсаһын да
уларға
һанап күрһәт, — тине.

Әҙәм фәрештәләргә ул
исемдәрҙе әйтеп биргәс, Аллаһ йәнә әйтте:


Мин һеҙгә: күктәрҙәге һәм Ер йөҙөндәге күренмәгән нәмәләрҙе лә, серҙәрҙе
күреп-белеп торам, тип әйтмәнемме ни? Һеҙҙең асыҡ рәүештә һәм йәшерен
ҡылғандарығыҙҙы бе­леп торам, тип әйтмәнемме ни?

34.

Һәм Беҙ фәрештәләргә әйттек:

—  Әҙәмде хөрмәтләп, уға
сәждә итегеҙ, — тинек.

Иблистан башҡа, барса
фәрештәләр ҙә сәждә итте. Ул (әме­ремдән) йөҙ сөйөрҙө. Тәкәбберлеген еңә алманы;
(тәкәббер­леге арҡаһында) ул ышанмаусы кәферҙәрҙән ине.

35.

Һәм Беҙ әйттек:


Ий, Әҙәм, һин ҡатының менән бергә йәннәттә йәшәр­һегеҙ, йәннәттең теләгән
ерендә, теләгәнегеҙсә ризыҡ ашағыҙ, ләкин бары тик бына был ағасҡа ғына яҡын
килмәгеҙ. Был ағастың емешен ашаһағыҙ, — икегеҙ ҙә ғәҙелһеҙ залим булырһығыҙ, —
тинек.

36.

Шайтан ҡотортоп (был ағастың
емешен ашаһағыҙ, мәңге йәннәттә ҡаласаҡһығыҙ, тип), уларҙы (абындырҙы) юл­дан
яҙҙырҙы һәм (йәннәт кеүек) гөл-баҡсанан  сығарттырҙы.

(Шунда Беҙ)
әйттек:

—  Һеҙ
(Әҙәм менән Иблис) бер-берегеҙгә дошман булып, Ергә төшөгөҙ. Ер һеҙҙең торор
урынығыҙ
булыр. Йәшәү
өсөн унда кәрәк-яраҡ табырһығыҙ,
һәм һеҙ үҙ уаҡытығыҙ
ки­леп еткәнсегә саҡлы шунда

ғүмер
кисерерһегеҙ, — тинек.

37.

Шунан
һуң Әҙәм Аллаһтан доға
һүҙҙәре өйрәнеп, Раббынан

ғәфү
үтенде. Аллаһ уны кисерҙе,
һис шикһеҙ, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе
миһырбан эйәһеҙер.

38.

Беҙ әйттек:


Бөтөнөгөҙ (өсөгөҙ ҙә: Әҙәм, Һауа, Иблис) гөлбаҡсанан
сығығыҙ
(Ергә төшөгөҙ). Минән һеҙҙе тура юлға
өндәүсе күрһәтмәләр килер, шул аяттарыма тура ҡалғанығыҙға
бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс булмаҫ һәм улар хәсрәт сикмәҫ.

39.

Аяттарыбыҙҙы инҡар итеүселәр,
ул һүҙҙәрҙе ялғанға
сығарыусылар
ут әһелдәре (йәһәннәмдеке) булыр, улар шунда мәңге ҡаласаҡ.

40.

Әй, Исраил
тоҡомо,
(Исраил – Яҡуп
пәйғәмбәрҙең
бүтән исеме). Һеҙгә биргән ниғмәттәремде
иҫегеҙҙән сығар­мағыҙ.
Миңә биргән вәғәҙәгеҙҙе
(китапта яҙылғанса
йәшәрбеҙ, тигәнегеҙҙе) үтәгеҙ. Мин дә һеҙгә вәғәҙә
иткәндәремде (йәннәтте) бирермен. Бары тик минең язамдан

ғына
ҡур­ҡығыҙ.

41.

Ҡулығыҙҙағы
китап (Тәурәт)ты раҫлау өсөн индерелгән (Ҡөръән)гә
иман килтерегеҙ.
Аң булығыҙ,
уны беренсе булып инҡар итеүселәрҙән булмағыҙ.
Аяттарымды донъя малына

һатмағыҙ.
Бары тик Мин бирәсәк
язанан ғына
ҡурҡығыҙ.

42.

Хаҡ һүҙҙе
нәжес-ялғанға
алмашмағыҙ.
Белгән көйөнсә, дөрөҫлөктө йәшермәгеҙ.

43.

Намаҙҙы
теүәл уҡығыҙ,
зәкәтте тейешенсә
бирегеҙ. Рәҡәғәт
ҡылыусыла
р менән бергә рәҡәғәт
ҡылығыҙ.

44.

Һеҙ китап (Тәүрәт)те уҡыйһығыҙ, кешеләрҙе изгелеккә өндәйһегеҙ, ә үҙегеҙ ҡылған
(яманлыҡтар)ды онотаһығыҙ. Шулар тураһында аҡылығыҙ менән уйлап ҡарағаны­ғыҙ
бармы?

45.

Сабырлыҡ менән намаҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Шик юҡ, был эш күңелдәрендә
Аллаһҡа мөхәббәт тәрбиә иткәндәр өсөн ҡыйын булмаҫ. Башҡалар өсөн (сабыр итеү,
намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хажға барыу, зәкәт биреү) бик тә ҡыйын эштер.

46.

Улар (түҙем-сабыр кешеләр, намаҙ уҡыусылар) — Раббы менән ҡауышасаҡтарына һәм
Уның хөкө­мөнә ҡайтасаҡтарына ныҡ инанған кешеләр.

47.

Һәй, Исраил тоҡомо, һеҙгә (халыҡтарға) биргән ниғмәтемде һәм һеҙҙе барса ғәләмгә
(бөтөн халыҡтарға) өҫтөн ҡылғанымды онотмағыҙ.

48.

Һеҙ киләсәк шундай бер Көндән (Ҡи­әмәттән) ҡурҡығыҙ, ул Көндө һис кем башҡа кеше
өсөн хи­мәйә тотмаҫ (ярҙам итә алмаҫ). (Аллаһтан башҡа) һис кем тәүбәләрҙе ҡабул
итмәҫ. Фидийә (язанан ҡотолоу өсөн түләү) алынмаҫ, уларға (гөнаһлыларға) ярҙам
итеүсе булмаҫ.

49.

Онотмағыҙ, һеҙҙе Фирғәүен тоҡомонан ҡотҡарҙыҡ. Улар һеҙгә хәтәр әфәттәр
килтереп, яңы тыуған ир балаларығыҙҙы һуйып, ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫән ҡалдыра ине.
Был да һеҙгә Аллаһ тарафынан ебәрелгән хәтәр һынау ине.

50.

Әүәлеңдә Беҙ һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе урталай ярҙыҡ. Шулай итеп, һеҙҙе ҡотҡарып
ҡалдыҡ. Һеҙ ҡарап-күреп тор­ғанда Фирғәүен ҡәүемен дә диңгеҙгә батырып, һәләк
иттек.

51.

Мусаға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн көтөргә бойороп, (шул уаҡыт эсендә уға Китап
индерергә) һүҙ биргән инек. Һуңынан һеҙ быҙау (һынына) табына башланығыҙ һәм,
гөнаһҡа батып, залим булдығыҙ.

52.

Шул ҡылғанығыҙҙан һуң (аҡылға килерһегеҙ) шөкөр итерһегеҙ, тип һеҙҙе ғәфү иттек.

53.

Тура юлды табырһығыҙ тип, Мусаға Китапты һәм (Хәҡиҡәттән яманды айыра торған
хөкөмдәрҙе) Фурҡанды бирҙек.

54.

Шунан һуң Муса үҙ ҡәүеменә
әйтте:


Әй, ҡәрҙәштәрем, шик юҡ, һеҙ быҙауға табыныуығыҙ менән үҙегеҙгә зыян
килтерҙегеҙ. Шуға күрә, ҡылғандарығыҙ өсөн тәүбә итегеҙ ҙә, Яралтыусы ҡаршыһында
үҙегеҙҙең гөнаһ­лы нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, Яралтыусы ҡар­шыһында
йөҙөгөҙ аҡ булыр. Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә. Хаҡ­тыр, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе,
мәрхәмәтле ярлыҡаусы бары тик Аллаһ ҡына.

55.

Һеҙ бына шулай:

—  Ий, Муса, беҙ Аллаһтың Үҙен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәйенсә, Һиңә ышанмайбыҙ,
— тип баҫып ҡарап торған сағығыҙҙа һеҙҙе йәшен һуҡты.

56.

Унан һуң һеҙҙе яңынан терелттек. Бәлки шөкөр итерһегеҙ?

57.

Өҫтөгөҙгә болот ебәреп,
һеҙгә күләгә яһаныҡ. Күктәрҙән ҡөҙрәт хәлүәһе (Сиддиҡи тәфсирендә мәнн -шәрбәтле
ысыҡ тип тәржемә ҡылына) менән бүҙәнә ите индерҙек.

—  Беҙ биргән тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итегеҙ, — тинек. Ысынлыҡта улар Беҙгә
түгел, үҙҙәренә насарлыҡ ҡылды.

58.

Был ауылға (Әрихәгә)
керегеҙ; шунда нимә тапһағыҙ, шуны теләгәнегеҙсә, мул итеп ашағыҙ; ҡапҡанан
эйелеп керегеҙ. Кергәндә:

— Аллаһ, зинһар, беҙҙе ғәфү
ит, — тип әйтегеҙ.

Шулай эшләһәгеҙ, хаталарығыҙҙы кисерербеҙ. Итәғәт­ле булғандарға артығы менән
ҡаҙаныш бирербеҙ, — тинек.

59.

Ләкин был итәғәтһеҙҙәр ул һүҙҙәрҙе үҙгәртеп әйттеләр. Ҡылған яманлыҡтарына күрә,
Беҙ ул залимдар өҫтөнә Күктән әсе ғазап индерҙек.

60.

(Сүлдә саҡта) Муса үҙенең
халҡы өсөн (Аллаһтан) һыу һораны. Беҙ уға:

— Таяғың менән ташҡа һуҡ! —
тинек.

Шул миҙгелдә ун ике шишмә
бәреп сыҡты. (Мусаның хал­ҡы ун ике ҡәбиләнән тора ине.) Һәр ҡәбилә үҙ шишмәһен
тапты.


Аллаһ биргән ризыҡты ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин һаҡ бу­лығыҙ, Ер йөҙөндә
аҙғынлыҡ-боҙоҡлоҡ таратмағыҙ, — тинек.

61.

Йәнә һеҙ әйттегеҙ:

— Ий, Муса, беҙ ошо
ризыҡтарға ғына риза түгел; беҙҙең өсөн Раббыңдан һорап доға ҡыл да, ул ерҙән
үҫеп сыҡҡан нәмәләрҙән, йәшелсәләрҙән: ҡыярҙан, һарымһаҡтан, яҫмыҡтан, һуғандан
беҙгә лә өлөш сығарһын, — ти­негеҙ.

Шунан һуң Муса һеҙгә әйтте:

—  Затлы ризыҡтарҙы
насарыраҡтарына алыштырырға теләйһегеҙме? Улайһа, һеҙ ҡалаға керегеҙ. Һеҙ
теләгән ризыҡтар шунда булыр, — тине.

Шулай итеп, уларға
түбәнлек, юҡсыллыҡ тамғаһы һуғыл­ды. Улар Аллаһтың язаһына юлыҡты. Был бәләләр
Аллаһтың аяттарын инҡар итеүҙән туҡтамағандары өсөн, нахаҡҡа пәйғәмбәрҙәрҙе
үлтергәндәре өсөн индерелде. Был әфәттәр уларҙың тыңлауһыҙлығы һәм саманан
ашҡандары өсөн төшөрөлдө.

62.

Шик юҡ, йәһүдиләр, христиандар һәм (төрлө әйберҙәргә табыныусы) сабийҙар
Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә ысын күңелдән ышанып, ғәҙел ғәмәлдәр ҡылһа, иман
килтерһәләр, улар Раббы ҡаршыһында бүләктәр алыр. Уларға ҡурҡыныс яна­маҫ, улар
ҡайғы кисермәҫ.

63.

Хәтерләйһегеҙме, һеҙ миңә
ант иттегеҙ, Беҙ һеҙҙең өҫтө­гөҙгә тау ҡороп ҡуйған инек.


Һеҙгә бирелгән китап (Тәурәт)ты ҡулығыҙҙа ныҡ то­тоғоҙ, шунда яҙылғандар буйынса
ғәҙел ғәмәл ҡылығыҙ, шунан һуң, ихтимал, Аллаһтың язаларынан ҡурҡа башлар­һығыҙ
(тура юлға баҫырһығыҙ), — тинек.

64.

Шунан һуң да һеҙ антығыҙҙы боҙҙоғоҙ (юлдан яҙҙығыҙ). Әгәр ҙә Аллаһтың мәрхәмәте
һәм рәхмәте булмаһа, һеҙ харап була инегеҙ.

65.

Һеҙҙең арала шәмбе көнөндәге
тыйыуҙарҙы (харам һаналған­дарҙы) боҙоусылар булды, шуның өсөн уларға:

– Нәжес маймылдар булығыҙ! –
тигәнебеҙҙе хәтерләйһегеҙҙер?

(Һәм улар маймылға
әүерелде лә.)

66.

Беҙ уларҙы (кешенән маймыл булғандарҙы) үҙ күҙҙәре менән күреп торғандарға һәм
уларҙан һуңынан килгәндәргә ғибрәт булараҡ һәм дә Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға
нәсихәт булһын тип, харап иттек.

67.

Халҡына ҡарап, Муса былай тине:

— Аллаһ һеҙгә бер һыйыр һуйырға
бойорҙо, — тине. Улар:

— Һин был һүҙҙәреңде беҙгә шаяртып
әйттеңме? — тинеләр. Ул:

–  (Һеҙҙең
менән шаярып) ахмаҡ-наҙан булып күренмәҫ өсөн, мин Аллаһка һыйынам, — тине.

68.

Улар тағын
әйтте:

– Беҙҙең исемдән доға
ҡылып, Раббыңдан
һора: ул беҙгә ниндәй һыйыр һуйырға
ҡуша икән? — тинеләр.

Муса:

— Аллаһ:
артыҡ ҡарт та, артыҡ йәш тә булмаһын, уртаса һыйыр булһын, тип бойора, — тине. —
Ҡушылғанды
тиҙ башҡарығыҙ!

69.

Тағын:

–  Беҙҙең исемдән Раббыңа доға
ҡылып һора: Ул беҙгә һыйырҙың төҫөн
дә әйтеп бирһен, – тинеләр.

Муса:

— Һыйырҙың
төҫө
асык һары булһын, тиреһе йылҡылдап тор­һон, ҡарағандарҙы
һоҡландыра торған
(көр) булһын, — тине.

70.

Улар:


(Ий, Муса) беҙҙең; өсөн доға ҡылып тағын Раббыңдан һора инде, ул беҙгә һыйырҙың
ниндәй булырға тейешлеген дә асыҡлап бирһен: һыйырҙар бер-берһенә бик тә оҡшаш
бит; (беҙ ниндәй һыйыр һуйырға тейеш һуң?). Беҙ, иншаллаһ, Аллаһ бойорған­дарҙы
үтәрбеҙ, ул тура юлды табырбыҙ, — тинеләр.

71.

— (Аллаһ шулай бойораҙыр) ул
һыйыр ҡулға эйәләштерелмәгән, ер һөрмәгән, игендәргә һыу ташымаған, иректә утлап
йөрөгән булырға тейеш, ул һыйыр сыбар булмаһын һәм һис кәмселекһеҙ булырға
тейеш, — тине Муса. Тегеләр:


Бына хәҙер (Һин хәҡиҡәт килтерҙең) беҙ ул һыйырҙың ниндәй булырға тейешлеген
аңланыҡ, – тинеләр ҙә, шундай һыйырҙы теләр-теләмәҫ кенә һуйҙылар.

72.

Һеҙҙең арала берәү кеше үлтергән ине. Үлтереүсе тураһында һеҙ (кем үлтерҙе, тип)
бик ҡаты ҡысҡырышҡан инегеҙ. Аллаһ йәшерен эштәрегеҙҙе лә фаш итеүсе.

73.

— Хәҙер һеҙ (үлтерелгән)
әҙәмгә (һуйылған һыйырҙың) бер киҫәк ите менән һуғығыҙ, — тинек.

Бына шулай итеп, Аллаһ
үлектәрҙе терелтә һәм һеҙ һабаҡ алһын тип (пәйғәмбәрҙәре аша) мөғжизәләрен
күрһәтә. («Исраил тоҡомонан булған ике йәһүд егет мираҫ бүлешкәндә ағаларын
үлтерә. Үлтереүсене таба алмағас, хәҙрәти Муса Аллаһҡа мөрәжәғәт итә. Һыйыр
тәненән киҫеп алынған ит киҫәге менән мәйеткә ҡағылғас, мәйет терелә лә,
үлтереүсенең кем икәнен әйтә. Аятта шул ваҡиға тураһында һөйләнә. Мисыр
халыҡтарының һыйыр хайуанына табынғанлығы һәм йәһүдиләрҙең дә бер ара алтын
быҙау­ға табынғандарҙы мәғлүм».Али Өзәк тәфсиренән.)

74.

Шунан һуң да һеҙҙең күңелдәрегеҙ таш булып ҡат­ты, таштан да ҡатыраҡ булды.
Таштарҙың да төрлөһө була, аҫтарынан шишмәләр бәреп сыға, ҡайһы бер таштар
ярылһа, эсенән шаулап һыу аға. Таштарҙың бер төрлөһө Аллаһтан ҡурҡып, юғарынан
түбәнгә тәгәрәй. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан һәр уаҡыт хәбәрҙар.

75.

(Ий, мосолмандар, бынан һуң) һеҙ инанғандарға улар ҙа инаныр, тип өмөт
итәһегеҙме? Улар Аллаһтың хөкөмдәрен (Тәүрәтты) ишеттеләр, ләкин бик яҡшы
аңлаһалар ҙа, үҙгәрттеләр.

76.

(Монафиҡтар)
мосолмандар менән
осрашҡанда:

–  Беҙ
иман килтерҙек,
—тинеләр.

Үҙҙәре генә ҡалғас:

— Ни өсөн һеҙ Аллаһтың асыҡ
әйткәндәрен мосолмандар­ға еткерәһегеҙ, Аллаһ ҡаршыһында беҙгә ҡаршы һөйләһендәр
өсөнме?
Шул турала
уйламайһығыҙ,
— тинеләр.

(Тәүрәттә
Ахырзаман пәйғәмбәренең
киләсәге тураһында хәбәр би­релә. Кәферҙәр
шул хәҡиҡәтте
боҙоп
күрһәтәләр.)

77.

Йәшерен һәм асыҡ рәүештә
эшләгән эштәрен Аллаһ күреп-белеп торғанын
улар белмәйҙәрме?

78.

Улар
араһында наҙандар ҙа осрай, улар китап (Тәүрәтты) уҡый белмәй. Уларҙың бөтөн мәғлүмәте
имеш-мимештән генә тора. (Улар хорафаттар менән генә йәшәй.)

79.

(Уҡый-яҙа белгәндәре)
ҡулда­ры менән китап яҙып, шуны юҡ
бәйәгә һатып, (сәйәси)
файҙа алыр өсөн:

— Был
(китап) Аллаһтандыр, — тигән кешеләргә ни яҙыҡтыр (ҡайғы).
Ҡулдары менән яҙған
был (ялған)
китап өсөн улар меҫкен
хәлдә ҡаласаҡ. Улар һис бер файҙа күрмәйенсә, зарар күрәсәк.

80.

Исраил халҡы үҙҙәрен былай йыуата:

— Бер нисә көн генә беҙҙе утта тотасаҡтар,
беҙгә шунан башҡа йәһәннәм булмаясаҡ, — тинеләр. (Мөхәммәд) Һин әйт уларға:

— (Һеҙҙе
язаламаһын өсөн)
Аллаһтан һүҙ алдығыҙмы
әллә? Аллаһ вәғәҙә
бирһә, вәғәҙәһен
үтәмәй ҡалмаҫ. Әллә һеҙ

Аллаһ тураһында белмәгәнегеҙҙе
һөйләйһегеҙме?

81.

Яманлыҡ ҡылған
кешене үҙе ҡылған
яманлыҡ сор­нап аласаҡ. Ундай кеше йәһәннәмлектер, улар мәңгегә утта ҡалыр.

82.

Иман
килтереп, изгелекле

ғәмәлдәр
ҡылған
кешеләр йәннәттән урын алыр. Улар шунда мәңгегә ҡалыр.

83.

Исраил тоҡомонан
Беҙ һүҙ алдыҡ:—  Бары тик Аллаһҡа

ғына буйһонасаҡбыҙ, ата-әсәгә,
яҡын ҡәрҙәштәргә, йәтимдәргә, ярлыларға изгелек ҡыласаҡ­быҙ, — тинеләр.— Кешеләргә тәмле телле булығыҙ,
намаҙ уҡығыҙ, зәкәт биреп барығыҙ, — тип бойорҙоҡ.
Һуңынан һеҙ антығыҙҙы
боҙҙоғоҙ, бик аҙҙарығыҙҙан баш­ҡа, барығыҙ ҙа инҡарсы булдығыҙ.

84.

(Һәй, Исраил тоҡомо,
Яҡуп балалары):—
Бер-берегеҙҙең ҡанын ҡоймаҫҡа,
бер-берегеҙҙе йорттарығыҙҙан ҡыуып сығармаҫҡа! — тип Мин һеҙҙе ант иттерҙем.Тирә-яҡтағы бөтөн ғәмәлдәребеҙҙе
күреп, һеҙ быларҙы ҡабул иттегеҙ, ант бирҙегеҙ.

85.

Шуларҙы эшләмәҫкә һүҙ
биргәнегеҙ көйөнсә, һеҙ бер-берегеҙҙе үлтерәһегеҙ, үҙ халҡығыҙҙың бер өлөшөн
өйҙәренән ҡыуҙығыҙ, яман эштәрҙә һәм дошман­лыҡта һеҙ берләшеп, уларга зыян
һалаһығыҙ. Уларҙы йортта­рынан ҡыуыу ярамаған эш икәнен белһәгеҙ ҙә, был эштән
туҡтамамығыҙ. Уларҙы йорттарынан ҡыуыу һеҙгә харам ителде. Әсирҙәрҙе мал биреп
азат итергә тип, һеҙ һүҙ бирҙегеҙ. Һеҙ Китаптың (Тәүрәттың) бер өлөшөнә ышанып,
икенсеһен инкар итәһегеҙме? Һеҙҙең был ҡылғандарығыҙ был донъяла рисуайлыҡ
һаналһа, Әхирәттә иһә иң ҡаты язаһын килтерер. Аллаһ һеҙҙең был ҡылғандарығыҙға
битараф ҡалмаҫ.

86.

Улар был донъя тормошон (Әхирәттән баш тартып) һатып алған кешеләр. Шуға күрә,
уларҙың язаһы еңеләй­телмәҫ.

Үҙҙәренә ярҙам
да булмаҫ.

87.

Хаҡтыр, Беҙ
Мусаға
китап (Тәүрәт)те индерҙек. Шунан
һуң Беҙ тағын
бер-бер артлы пәйғәмбәрҙәр
күндер­ҙек. Мәрйәм улы Ғайсаға
мөғжизәләр
ҡеүәте
(Инжилде) бирҙек. Уны Изге Рух менән ҡөҙрәтләндерҙек.
Һеҙҙең күңеле­геҙгә хуш килмәгән һүҙҙәр (Хәҡиҡәтте) һөйләй торған
берәй илсем килһә, һеҙ үҙегеҙҙе унан юғары
ҡуяһығыз.
Һеҙгә килгән пәйғәмбәрҙәрҙең
бер нисәһен һеҙ: ялғансы,
тинегеҙ, башҡаларын
иһә үлтерҙегеҙ.

88.

(Пәйғәмбәрҙәрҙе
шаяртып әйттеләр):

— Күңелдәребеҙгә ҡорма
ҡоролған
(Һин нимә
һөйләһәң дә файҙаһы бул­маҫ), — тинеләр. Кәферлектәре һәм

ҡарашылыҡтары
сәбәпле, Аллаһ уларҙы
ләғнәтләне.
Уларҙың бик аҙы
ғы
на иман килтерҙе.

89.

Мөшриктәргә
(мәжүсиләргә) ҡаршы һуғышта
еңер өсөн, улар (Аллаһтан) ярҙам
һораны. Ҡулдарындағы
китап (Тәүрәт)тең
боҙоҡ
урындарын төҙәтер өсөн ебәрелгән (Ҡөръән)де улар инҡар итте. Улар (Тәүрәттә)
алдан уҡ әйтел­гәндәрҙең (Ахырзаман Пәйғәмбәренең
киләссәге тураһындағы
хәбәрҙең) тормошҡа ашҡанын
(Мөхәммәдтең Ҡөръән менән килгәнен) күргәс тә иман килтермәнеләр.
Аллаһтың ләғнәте
инҡарсылар өҫтөнә төшәсәк.

90.

Аллаһ үҙе
теләгән ҡолдарына ниғмәттәрен
тәғәйенләй.
Улар шунан көнләшеп, Аллаһ индергән Китапты (Ҡөръәнде) инҡар итеп,
үҙҙәрен-үҙҙәре һатып, кәферлеккә дусар булдылар, был бик тә насар

ғәмәл
ине, ләкин файҙа күрмәнеләр. Улар

ғазап
өҫтөнә ғазапҡа
тарынылар.
Кәферҙәрҙе рисуай итеп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡ яза әҙерләнгән.

91.

Уларҙың үҙҙәренә:

— Аллаһ индергәнгә иман килтерегеҙ, —
тип әйтелгәс:
— Беҙ бары тик үҙебеҙгә индерелгәнгә (Тәүрәткә)
генә ышанабыҙ, — тип әйттеләр. Шунан башҡаһын (Ҡөръәнде)
инҡар итәләр. Гәрсә,
ул үҙ ҡулдарындағы
боҙолған
Тәүрәтте дөрөҫләүсе сифа­тында килгән хаҡ китаптыр. (Ий, Мөхәммәд), әйт Һин уларға:

— Әгәр ҙә һеҙ ысынлыҡта инанған
булһағыҙ,
бынан алда Аллаһ күндергән пәйғәмбәрҙәрҙе
ни өсөн үлтерҙегеҙ? — тип әйт һин.

92.

Ысынлыҡта
Муса һеҙгә ап-асыҡ аяттар (Тәүрәтты) килтерҙе.
Һуңынан һеҙ, ғәҙелһеҙ
залимдар булараҡ, быҙауға
табы­на башланығыҙ.

93.

Иҫегеҙҙәме баш осоғоҙға
тау элеп ҡуйған
инек, һеҙ шунда нисек ант иттегеҙ? Һеҙгә бойоролдо:


Һеҙгә
бирелгән китапты (Тәүрәтты боҙмайынса)
ныҡ то­тоғоҙ,
һөйләгәндәремде яҡшы аңлағыҙ!
— тинек. Һеҙ:

– Ишеттек,
әммә буйһонмайбыҙ,
— тинегеҙ. Иманһыҙлыҡтары
арҡаһында, уларҙың йөрәктәренә быҙауға
мөхәббәт хис­тәре кереп тулды. Әйт Һин уларға:

— Әгәр ҙә (быҙауға)
инанһағыҙ,
был эшегеҙ һеҙгә әллә ниндәй яман хәлдәр килтерәсәк,
— тип әйт.

94.

(Ий, Мөхәммәд) әйт:

— Аллаһ ҡаршыһындағы
йәннәт йорто
башҡаларға
булмай­ынса,
бары тик беҙгә генә, тип раҫларға
тырышһағыҙ,
әйткәнегеҙҙе хаҡ тип һанаһағыҙ,
үлемде һайлағыҙ,
— тип әйт.

95.

Улар үҙҙәре
ҡылған
(гөнаһтары,
ҡаршылыҡтары)
арҡа­һында бер уаҡытта ла үлемде теләп алмаҫ.
Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белә.

96.

Ысындан да, тормошҡа йәбешеп ята торған, күҙе туй­маҫ халыҡтарҙың иң наҙаны улар
икәнен һин белерһең. Мөшриктәр (һындарға табыныусылар) бигерәк тә аскүҙ-ҡомһоҙ
була: улар мең йыл йәшәргә теләй. Былары тегеләренән ҡом­һоҙораҡ. Мең йыл йәшәһә
лә, улар язанан ҡасып ҡотола ал­маҫ. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғанын күреп тора.

97.

Әйт Һин:

—  Жәбраилгә кем дошман,
шул яҡшы белеп торһон, Аллаһтың рөхсәте менән Ҡөръәнде минең күңелемә тура юл
күрһәтеүсе сифатында, унан элек килгән китаптарҙы дөрөҫләүсе һәм мөьминдәр өсөн
һөйөнсө-мөғжизә булараҡ (Жәбраил) килтерҙе, – тип әйт.

98.

Аллаһҡа, фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә, Жәбраилгә, Микәилға дошман булған кеше —
кәфер булыр. Хаҡтыр, Аллаһ — кәферҙәрҙең дошманы.

99.

Шик юҡ, һиңә ап-асыҡ аяттар индерҙек. Уларҙы фәсиҡтәр генә инҡар итәсәк.

100.

Нисә тапҡыр улар һүҙ бирҙе, ант итте. Аралары­нан бер нисә төркөм, анттарын
боҙоп, һүҙҙә торманылар. Уларҙың күбеһе иманһыҙ булып ҡалды.

101.

Үҙҙәренә Аллаһ тарафынан индерелгән китап (Тәүрәт)ты дөрөҫләргә тип илсе
(Мөхәммәд) ебәрелгәс, китаплы төркөм (йәһүдтәр), белмәгәнгә һалышып, Аллаһ
Китабын арҡа яҡтарына ыр­ғыттылар.

102.

Сөләймәндең хөкөмдарлығы
ваҡытында улар шай­тандарҙың (уйҙырма) ялғандарына эйәрҙеләр. Сөләймән кәфер
түгел ине. Әммә шайтандар кәфер булды. Сөнки улар Һарут менән Марут исемле ике
фәрештәгә индерелгән сихыр­ҙарҙы Бабил илендәге кешеләргә өйрәттеләр. Гәрсә, был
ике фәрештә бөтөн кешегә:

— Беҙ бары тик (кешеләрҙе)
вәсүәсәгә һалып һынау өсөн төшөрөлдөк. Һаҡ булығыҙ, яңғылышып, беҙҙән сихыр
өйрәнеп, кәфер була күрмәгеҙ, — тип киҫәтеүҙән башҡа һис кемгә (си­хыр)
өйрәтмәнеләр.

Улар ошо ике фәрештәнән
ир менән ҡатын араһын боҙа торған сихырҙар өйрәнделәр. Сихырсылар, Аллаһтың
рөхсәте булмаған килеш, һис кемгә зарар эшләй алмаҫ. Улар үҙҙәренә файҙа килтерә
торғанды түгел, үҙҙәренә зарар килтерә торған сихырҙы өйрәнделәр. Сихырға
ҡатнашҡандарҙың Әхирәттә насибы булмаясағын улар бик яҡшы белә ине. Сихыр
бәйәһенә улар үҙҙәрен һатты.

Бынан
да яман эш булырмы? Әгәр

улар
быны аңлаһа…

103.

Иман
килтереп, үҙҙәрен был яман­лыҡтан ҡотҡарһалар, шөбһәһеҙ, Аллаһ тарафынан
би­реләсәк сауап улар өсөн тағын
да хәйерлерәк
булыр ине. Улар быны аңлаһындар ине!

104.

Һәй, иман килтергән
кешеләр!

—  Рағийнә (беҙҙе һаҡла)
— тимәгеҙ. — Унҙурнә(беҙгә ҡара), — тип әйтегез! Уның вәғәзен
ҡолаҡ һалып тыңлағыҙ.Кәферҙәр
өсөн ҡайғы биреүсе яза әҙерләнгән.

(«Рағийнә”
һүҙе ғәрәпсә «Беҙҙе күҙәтеп, тура юлға күндер» мәгәнәһендә
булып, шул уҡ һүҙ йәһүдтәрсә һүгенеү һүҙе була икән. Йәһүдтәр Мөхәммәд
пәйғәмбәрҙе мыҫҡыллап көлә торған булалар. Шунан
Аллаһ был һүҙҙе ҡулланыуҙан тыя. Уның урынына «унҙурнә»

һүҙен ҡуллунырға ҡуша».
Али Өзәк тәфсиренән.)

«Рағийнә» һүҙе «тыңла,
ишет» мәғәнәһендә булып, баҫым менән әҙ генә үҙгәртелгәс, «ул ахмаҡ, аңғыра,
шашҡан» мәғәнәләрен ала. «Унзурнә» һүҙе иһә, «беҙҙе көт, беҙгә форсат бир» тигән
мәғәнәне

аңлата». Мәүләнә
Ғәли Тәфсиренән.)

105.

(Ий, мөьминдәр) китаплы халыҡ та, кәферҙәр ҙә, мөшриктәр ҙә Раббығыҙҙан һеҙгә
ниғмәттәр индерелеүен һис тә теләмәйҙәр. Аллаһ рәхмәтен Үҙе теләгәндәргә индерә.
Аллаһ — сикһеҙ мәрхәмәт эйәһеҙер.

106.

Беҙ берәй аяттың көсөн ғәмәлдән сығарһаҡ йәки уны онотторһаҡ, һис шикһеҙ, тағын
да яҡшырағын йәки шуға оҡшашын бирербеҙ. Аллаһтың бар нәмәгә ҡөҙрәте ет­кәнен
һин белмәйһеңме әллә?

107.

Күктәрҙең, Ерҙең байлығы, шулар менән идара итеү бары тик Аллаһ ихтыярында
икәнен Һин белмәйһеңме ­ни? Һеҙҙең өсөн Аллаһтан башҡа дуҫ та, ярҙамсы ла юҡ.

108.

Әллә һеҙ әүәлдәгесә, Мусаға һорауҙар биргәнегеҙ кеүек, был пәйғәмбәрегеҙгә лә
һорауҙар яуҙырмаҡ булаһығыҙмы? Иманын юғалтҡан кеше, һис шикһеҙ, тура юлдан
тайған булыр.

109.

(Әй, мөьминдәр) китап әһелдәренең күбеһе, Хаҡ Тәғәлә үҙҙәренә (Тәурәт менән)
ысын дөрөҫлөктө бәйән иткәндән һуң, эстәрендәге хөсөтлөк, көнләшеү арҡаһында,
һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кәфер итмәксе булалар. Хәҙер инде һеҙ уларҙы
кисерегеҙ һәм Аллаһтың әмере килгәнсегә ҡәҙәр, улар менән аралашмағыҙ. Шик
юҡтыр, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә.

110.

Намаҙ
ҡалдырмағыҙ, зәкәтте тейешенсә һәм ваҡытында биреп барығыҙ. Алдан уҡ үҙ
файҙағыҙға ҡылған изге­легегеҙ өсөн Аллаһ ҡаршыһында әжерен аласаҡһығыҙ. Шик
юҡтыр, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙы тулайым күреп тора.

111.

(Китап
әһелдәре):


Йәһүдтәр һәм христиандарҙан башҡа
бер генә халыҡ та йәннәткә кермәҫ, — тип әйтәләр.

Был уларҙың
нигеҙһеҙ хыялыҙыр. Һин уларға:

— Әгәр ҙә
һеҙ, ысындан да, хаҡлы икән, быңа дәлилдәр килтерегеҙ! — тип әйт.

112.

Юҡ инде! Йөҙөн ихластан Аллаһ тарафына йүнәлдергән кешегә әжер Раббы менән
ҡауышҡас булыр. Шулар өсөн ҡурҡыныс булмаҫ, шуларға ҡайғы килмәҫ.

113.

Йәһүдтәр:


Христиандарҙың таянысы юҡ (улар хаҡ диндә түгел), – тинеләр. Христиандар иһә:


Йәһүдтәрҙең таянысы юҡ (уларҙың дине дөрөҫ түгел), — тинеләр. Гәрсә, улар бер үк
китаптарҙы уҡый. (Хәбәре булма­ғандар ҙа, уҡый-яҙа белмәгәндәр ҙә) нәҡ шулар
һүҙен ҡабат­лай. Бәхәсселәрҙең ҡайһыһы хаҡлы, ҡайһыһы хаҡһыҙ икә­не тураһында
Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ хөкөм сығарасаҡ.

114.

Мәсеттәрендә Аллаһтың исемен телгә алмаҫҡа бойороусы һәм (мәсеттәрҙе) емерергә
тырышыусыларҙан да залимыраҡ кем бар икән был донъяла? Ысынлыҡта, улар шунда
ҡурҡа-ҡурҡа керергә тейеш. Улар өсөн донъяла түбәнлек, Әхирәттә яза әҙерләнгән.

115.

Көнсығыш
тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла Аллаһтыҡыҙыр. Ҡайһы тарафҡа ҡараһағыҙ ҙа, һеҙ
йөҙөгөҙ менән Аллаһҡа ҡарап баҫҡан булырһығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһтың рәхмәте киң.
Ул һәр нәмәне белеп тора.

(«Күңелең Аллаһҡа тура булғанда, ҡайһы
тарафҡа ҡарап намаҙ укы­һаң да дөрөҫ, томан, буран эсендә Ҡийбланы таба
алмағанда, һин ҡайҙа ҡарап сәждә итһәң дә, дөрөҫ булыр, намаҙың ҡабул ҡылыныр.
Көнсығыш тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла — бөтөн Ер шары

тигән мәғәнәлә».Хәсән Чантай
тәфсиренән.)

116.

(Кәферҙәр):


Аллаһ бала атаһы булды! — тинеләр.
Әстәғфирулла! Ул бындай түбәнлектәрҙән азат.
Күктәрҙәге һәм Ерҙәге бөтөн нәмә
Уныҡы, барыһы ла Уға
буйһона.

(«Йәһүдтәр Ғөзәйерҙе, христиандар
Ғайсаны, мөшриктәр фәрештәләр­ҙе Аллаһы Тәғәләнең балалары, тинеләр».
Хәсән Чантай тәфсиренән.)

117.

Ул күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар
итеүсе. Берәй нәмә барлыҡҡа килтерергә теләһә, Ул:

— Бар бул! — ти. — һәм Ул теләгән
нәмә шунда уҡ бар була.

118.

Наҙандар:

— Аллаһ беҙҙең менән һөйләшһен
ине, — тип әйтәләр, йәки:

— Беҙгә лә берәй мөғжизә индерһен
ине, — тип әйтәләр.

   Уларҙан элек йәшәгән наҙандар
ҙа нәҡ бына шундай һүҙҙәр әйткән ине. Улар күңелдәре менән бер-берҙәренә ныҡ
оҡшаш. Юҡһа, Беҙ дөрөҫөн белергә теләгәндәргә аяттарҙы ап-асыҡ итеп индерҙек.

119.

Дөрөҫө шулдыр, Беҙ һине Хаҡ
(Ҡөръән менән йәннәт тураһында) һөйөнөслө хәбәр бирер өсөн һәм (йәһәннәм
тураһында) киҫәтеүсе сифатында күндерҙек. Һин (Мөхәммәд) йәһәннәмдәгеләр өсөн
яуап тотмаясаҡһың.

120.

Уларҙың динен ҡабул итмәһәң,
йәһүдтәр ҙә, христиандар ҙа асылда Һинән ҡәнәғәт булмаҫтар.
Әйт һин уларға:

— Дөрөҫ юл бары тик Аллаһ
күрһәткән юл ғына, — тип әйт. Һиңә килгән ғилемдән һуң, улар юлынан китһәң, шул
булыр: һине бер генә дуҫың да, бер генә ярҙамсың да Аллаһтың нәфрәтенән ҡотҡара
алмаҫ.

121.

Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр
(мәғәнәһен боҙ­майынса, һүҙҙәрен
үҙгәртмәйенсә) инанып уҡыйҙар, сөнки улар китап уҡығандан һуң иман килтерҙеләр.
Шул китапты инҡар итеүҙе кәферҙәр иһә (һәм мәтди, һәм мәғәнәүи) зыян күрәсәк.

(«Йәһүд ғалиме Абдулла ибн Сәләм
менән дуҫтары Ҡөръәнгә инанып, мосолман булдылар. Бүтән риүәйәткә күрә, Жәфәр
бин Әбү Талип менән Хәбәшстандан килгән ҡырҡ кешелек йәмәғәт Ҡөръән уҡып,
Исламды ҡабул иттеләр» Хәсән Чантай тәфсиренән.)

122.

Әй, Исраил тоҡомо, һеҙгә биргән
ниғмәттәремде һәм бөтөн ғәләм халыҡтарынан һеҙҙе өҫтөн ҡуйғанымды иҫегеҙгә
төшөрөгөҙ.

123.

Һис кем башҡа кеше өсөн һис бер
нәмә  эшләй алмаясаҡ, (гөнаһтарҙы йыуыу өсөн түләү) фидийә ҡабул ител­мәйәсәк,
хатта шәфәғәттең һис кемгә ярҙамы теймәйәсәк Көндән (Ҡиәмәттән) ҡурҡығыҙ.

124.

Заманында Раббы Ибраһимды бер нисә
һүҙ менән һынап ҡараны һәм эш тамам булғас, әйтте:

— Мин Һине кешеләрҙе өндәүсе
(имам) итеп ҡуясаҡмын, – тине.

Ибраһим:

— Йә, Раббым, минең ҡәрҙәштәрем
араһынан да имам­дар билгелә, — тине.

Аллаһ әйтте:

— Залимдар (кәферҙәр)гә вәғәҙәм
юҡ, тине.

125.

Беҙ Йортто (Кәғбәне) кешеләр бергә
йыйылһын тип, именлек урыны иттек.

—  Һеҙ ҙә Ибраһимдың баҫҡан ерен
намаҙ уҡыу урыны итегеҙ. Ибраһим менән Исмәғилгә: тауаф итергә килеүселәр,
ғибәҙәт ҡылыусылар, рәҡәғәт һәм сәждәгә киткәндәр өсөн өйөмдө(Кәғбәне һындарҙан)
таҙа тотоғоҙ, – тип бойорҙоҡ.

126.

Ибраһим әйтте:

—  Йә, Раббым, ошо ҡаланы имен ит.
Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанғандарҙы еләк-емештәр менән һыйла, — тине.

Аллаһ бойорҙо:

— Инҡарсылар әҙ ваҡытҡа ғына был
ниғмәттәрҙән фай­ҙаланыр. Ләкин һуңынан уларҙы йәһәннәм утына ташлаясаҡмын. Бик
тә хәтәр урын ул — йәһәннәм.

127.

Ул заманда Ибраһим менән Исмәғил
икәүләшеп Бәйтулланың (Кәғбә) нигеҙен күтәрҙеләр.

— Йә, Раббыбыҙ, доғабыҙҙы,
эшебеҙҙе ҡабул ит, зинһар. Шик юҡтыр, Һин беҙҙе ишетеп, күреп тораһың, — тип
ғибәҙәт ҡылдылар.

128.

(Ибраһим менән Исмәғилдең доғаһы):

— Йә, Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе
Үҙеңдең мосолман ҡолда­рыңдан һана, нәҫелебеҙҙән Һиңә итәғәт итеүсе бер өммәт
әҙерлә; беҙгә ғибәҙәт урындарын һәм ысулдарын өйрәт; тәүбәләребеҙҙе ҡабул әйлә,
беҙҙе ярлыҡа. Хаҡтыр, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле Раббы бары тик
Һин генә.

129.

Йә, Раббыбыҙ, (Ибраһим тоҡомона)
үҙ араларынан сыҡҡан, уларға аяттарыңды уҡып биреүсе, китап һәм хикмәттәрҙе
өйрәтеүсе, уларҙың күңелдәрен сафландырыусы бер пәйғәмбәр күндер. Хаҡтыр,
бөтөнөбөҙҙән өҫтөн, һәр нәмәне кәрәгенсә башҡарыусы бары тик Һин генә.

130.

Ибраһим тотҡан диндән үҙен-үҙенә
ахмаҡлыҡ ҡылған  диуаналарҙан башҡа кем баш тартһын? Беҙ уны был донъя­ла
һайланыҡ. Шөбһәһеҙҙер, ул Әхирәттә изгеләр рәтендә булыр.

131.

Сөнки Раббы уға:

— Мосолман бул! — тине.

—  Ғәләмдәрҙең Раббыһына баш
эйҙем, — тине Ибра­һим да.

132.

Ибраһим
ғәләйһис-сәлләм дә быны балаларына
васыят итте. Хәҙрәти Яҡуп та:

—  Улдарым, хаҡтыр, һеҙҙең өсөн
был динде Аллаһ һайлап бирҙе, шуға күрә, бары тик мосолман булып йәшәгеҙ,
мосолман булып үлегеҙ, —тине.

133.

(Әй, кәферҙәр) Яҡуп йән биргәндә,
һеҙ уның янында инегеҙме, юҡһа?

   Үләр алдынан (Яҡуп) улдарына:

— Минән һуң кемгә итәғәт итеп
йәшәрһегеҙ? — тине.

—  Һинең ата-бабаларың Ибраһим,
Исмәғил, Исхаҡтың Тәңреһе булған бер Аллаһҡа буйһонасаҡбыҙ, беҙ бары тик Аллаһҡа
ғына итәғәт итәсәкбеҙ, — тинеләр Яҡуп ба­лалары.

134.

Донъяға килеп-киткән өммәттәр
ҡылған (гөнаһ-сауап) уларҙың үҙҙәренә булыр. Һеҙ ҡылғандар — үҙегеҙгәҙер. Һеҙ
улар (гөнаһлылар) өсөн яуапҡа тартылмаҫһығыҙ.

135.

(Йәһүдтәр менән христиандар):


Йәһүди йәки христиан булығыҙ,
хаҡлыҡ юлын табырһығыҙ, – тинеләр.

Әйт Һин:

— Юк! — тип әйт. — Беҙ хәниф (хаҡ
дингә күскән кеше) Ибра­һим тотҡан саф динде тотасаҡбыҙ. Ул бер ҡасан да мөшрик
булманы?

136.

— Беҙ Аллаһҡа ышанабыҙ һәм беҙгә
индерелгән (Ҡөръән)гә ышанабыҙ; Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп һәм уның
ейәндәренә индерелгәнгә, Мусаға индерелгәнгә Китап (Тәурәт)кә, Ғайсаға
индерелгән (Инжил)гә, Аллаһ тарафынан бүтән пәйғәмбәрҙәргә индерелгәндәргә
айырмайынса ышанабыҙ һәм бары тик Аллаһҡа ғына итәғәт итәбеҙ, — тип әйт.

137.

Әгәр улар ҙа, һеҙ инанған кеүек,
(Аллаһҡа) инанһа, тура юлды тиҙ табасаҡтар. Әгәр ҙә инде Аллаһтан баш тартһалар,
һис шикһеҙ, ҡаршы булып, аҙашасаҡтар. Уларға ҡаршы көрәшер өсөн һиңә бер Аллаһ
етә. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тора.

138.

Аллаһтың (дине Ислам) нурынан башҡа кемдең нуры (кемдең дине) яҡшыраҡ? Беҙ
Аллаһтың нурына ҡойон­доҡ. Беҙ Аллаһҡа
ғына ғийбәҙәт ҡылабыҙ, — тип әйтегеҙ.
(«Һин Аллаһтың буяуына ҡара!

Кем Аллаһтан да гүзәл буяу менән буяй белер? Бына беҙ Аллаһға ғына ғибәҙәт
итеүселәрҙән!»

Әлмалылы Йазыр тәфсиренән.)
(«Бына Аллаһтың буяуы… Аллаһтан башҡа тағын да гүзәл буяуы булған кем барҙыр?
Беҙ Аллаһға ғына ҡоллоҡ итәбеҙ».

Талат Кочигит тәфсиренән.«Аллаһтан да гүзәлерәк төҫ биреүсе бармы? Беҙ уға ғына ғибәҙәт
ҡылыусыларбыҙ».Үзбәксә нөсхәнән.)

«Мы берем цвет Аллаха, и кто лучше Аллаха в расцвечивании, и
мы — ему поклоняющиеся»
(Мәүланә Ғәли тәфсиренән.)

«Бер Хоҙай Тәғәләнең сибғәтенә эйәреүселәрбеҙ. Әлбиттә, Хоҙай Тә­ғәлә яҡшырак
паклаусыҙыр мөьминде Ислам дине менән һәм беҙ Хоҙай Тәғәләгә ғибәҙәт
ҡылыусыларбыҙ» Мөхәммөд Садиҡ Иманҡолойҙың тәфсирле тәржемәһенән.)

139.

Әйт Һин уларға:
—  Беҙҙең Раббыбыҙ — Аллаһ Тәғәлә, — тип. — Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең дә Раббығыҙ.
Шулай булғас, һеҙ ни өсөн беҙҙең менән тартҡылашырға булдығыҙ? Беҙ ҡылған
(сауап) үҙебеҙгә, һеҙ ҡылғандар (гөнаһ) үҙегеҙгә. Беҙҙең күңелдәребеҙ ихлас­тан
Аллаһҡа бағланған.

140.

Һеҙ — Ибраһим, Исмәғил,
Исхаҡ, Яҡуп һәм улар­ҙың ейәндәре ҡайсандыр йәһүд һәм христиан булған, тип
уй­лайһығыҙмы? Әйт Һин уларға:
— Бөтөн нәмәне һеҙ беләһегеҙме, әллә Аллаһмы? — тип әйт. Аллаһ индергән аяттарҙы
йәшерергә тырышыусыларҙан да яманыраҡ бер кем булмаҫ. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан
хәбәрһеҙ түгел.

141.

Донъяға килеп киткән өммәттәр ҡылған (гөнаһ-сауап) үҙҙәренә булыр. Һеҙ ҡылғандар
— һеҙгә. Һеҙ улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн яуапҡа тарттырытылмаясаҡһығыҙ.

142.

Кешеләрҙең ахмаҡ-наҙандары әйтте:
— Ҡиблаларын үҙгәртергә уларҙы нимә
мәжбүр итте? – тинеләр. Әйт Һин уларға:
— Көнсығыш та, Көнбайыш та (бөтөн Ер йөҙө) Аллаһтыҡылыр. Ул кешеләрҙе Үҙе
теләгәнсә турылар, — тип әйт.

143.

Бына шулай итеп, Беҙ һеҙҙе кешеләр ҡылған ғәмәлдәргә шаһит булһындар тип,
араҙашсы олуғ өммәт иттек. Рәсүлебеҙҙе лә һеҙҙең тура юлда булыуығыҙға шаһит
булһын тип, ебәрҙек. (Ий, Мөхәммәд) Һин сәждә иткән ҡибланы мин һынар өсөн
бирҙем: һиңә эйәреп барырҙар­мы, әллә үксәләрен ялтыратып, башҡа юлдан
китерҙәрме, тип. Әлбиттә, имандары ҡаҡшау булғандарға ҡибла үҙгәртеү бик тә
ҡыйын эш ине. Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы, теге ҡиб­лаға ҡарап ҡылған намаҙҙарығыҙҙы
юҡҡа сығармаҫ. Шик юҡ, Аллаһ кешеләргә сикһеҙ мәрхәмәтле һәм рәхимле.

144.

— (Ий, Мөхәммәд) Хаҡтыр, беҙ һинең Күккә ҡа­рап торғаныңды (югарынан хәбәр
көткәнеңде) күрәбеҙ. Хәҙер Беҙ Ҡибланы һин бик тә риза буласағың тарафҡа
күсерә­беҙ. Хәҙер инде һин йөҙөңдө Мәсжиди Харам (Кәғбәтулла) тарафына йүнәлт!
(Ий, мосолмандар) ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа (намаҙ ваҡытында) йөҙөгөҙҙө шул Ҡиблаға
тура тотоғоҙ.
Шик юҡ, китаплы халыҡ (йәһүдтәр һәм христиандар) был ғәмәлдәрҙең Аллаһтан
килгән ысынбарлыҡ икәнен бик яҡшы белә. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғандарынан
хәбәрһеҙ түгел.

145.

Һин ни ҡәҙәр генә ышандырырлыҡ итеп һөйләһәң дә, үҙҙәренә китап индерелгәндәр
(йәһүдтәр, христиандар) һинең ҡиблаңа сәждә итмәҫ. Һин дә уларҙың ҡиблаһына
йүнәлмәҫһең. Улар ҙа бер-берһенең ҡиблаһына эйелмәҫ. Үҙеңә индерелгән ғилемдән
һуң да һин улар ихтыярына эйәрһәң, ысындан да, залим-кәфер булырһың.

146.

(Китаплы халыҡ) үҙ балаларын яҡшы белгән кеүек, китаптарҙы (шунда Мөхәммәд
Пәйғәмбәр киләсәге тураһында яҙыл­ғанды) ла яҡшы беләләр. Ләкин уларҙың бер
ҡәүеме, белгән көйөнсә, китаптағы дөрөҫлөктө башҡаларҙан йәшерә килә.

147.

Хаҡиҡәт — Аллаһтандыр. Шулай булғас, Һин шик­ләнеүселәрҙән булма.

148.

Һәр кемдең ҡиблаһы бар. Һеҙ (мөьминдәр) кешеләргә күберәк изгелек ҡылыуҙа
ярышығыҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һәр берегеҙҙе бер урынға туплар. Шик юҡ,
Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә.

149.

Ҡайһы яҡтан ғына (сәфәргә) сыҡһаң да, (намаҙ уҡы­ғанда) Һин йөҙөңде Мәсжид-и
Харам тарафына тот. Был -Аллаһтан килгән хәҡикий әмер. Аллаһ нимә
ҡылғандарығыҙҙан хәбәрһеҙ ҡалмаҫ.

150.

Ҡайһы яҡтан ғына (сәфәр) сыҡһаң да, (намаҙ уҡы­ғанда) һин йөҙөңдө Мәсжиди Харам
тарафына тот. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа бороғоҙ, динһеҙ кешеләр
һеҙҙе хата эшләүҙә ғәйепләй алмаһын. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Бары тик Минән (язамдан)
ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, Мин мәрхәмәтемде тамамлап, һеҙгә тапшырырмын, бәлки
һеҙ тура юлға баҫырһығыҙ.

151.

Шулай итеп, һеҙгә аяттарыбыҙҙы уҡырға, һеҙҙе яман­лыҡтан арындырырға, һеҙгә
китапты һәм хикмәттәрҙе өйрәтергә, белмәгәндәрегеҙҙе белдерергә, үҙ арағыҙҙан
һай­лап, бер Рәсүл ебәрҙек.

152.

Шулай булғас, һеҙ Мине (ғибәҙәт ҡылып) зикер итегеҙ, Мин дә һеҙҙе зикер
итәсәкмен. Миңә шөкөр итегеҙ. Аң булығыҙ, Миңә кәферлек ҡылмағыҙ!

153.

Ий, иман килтергән әҙәмдәр, сабыр-түҙем булып, на­маҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам
һорағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ (түҙем) сабыр кешеләр менән бергә.

154.

Аллаһ юлында (Жиһадта) үлтерелгәндәргә «мәйеттәр» тип әйтмәгеҙ. Ысынлыҡта улар
тереҙер. Ләкин һеҙ быны аңламай­һығыҙ ғына.

155.

Һәр хәлдә һеҙҙе бер аҙ ҡурҡытып, аслыҡта тотоп, мал­дарығыҙҙы әҙәйтеп,
ниғмәтегеҙҙе кәметеп, яҡындарығыҙҙың йәнен алып һынайбыҙ. Түҙем булғандарҙан
(Аллаһтың әжере була, тип) һөйөнсө ал.

156.

Сыҙам булғандар,
баштарына берәй бәлә килһә:


— Беҙ — Аллаһтың бәндәләре, Аллаһ хозурына барасаҡ­быҙ, — тип әйтәләр.

157.

Улар Аллаһтың рәхмәтенә һәм Уның ярлыҡауына лайыҡтыр. Тура юлды тапҡандар ҙа
шулар булыр.

158.

Шик юҡ, Сафа менән Мәрүә тауҙары Аллаһтың
ғәләмәттәреҙер (ғибәҙәт өсөн тәғәйенләнгән урын). Кем (Хаж
маҡсаты менән) Кәғбәтулланы зыярат итеп, (уның тирәләй) тауаф ҡылһа, уларҙың
гөнаһаһы булмаҫ. Үҙ иреге менән, ихластан изгелек ҡылған кешенең ғәмәлдәрен
Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡабул итер һәм әжерен бирер. Ул барыһын да белеп тора.

(«Сафа
менән Мәрүә — Кәғбәтулланың Көнсығыш тарафындағы ике ҡалҡыулыҡ. хәҙрәти Һәжәр
(Ибраһим ғәләйһис-сәлләмдең ҡатыны)  Исмәғил өсөн һыу эҙләп йөрөгәндә, ошо
ҡалҡыулыҡтар араһын ете тапҡыр әйләнә. Бөгөн хаж ҡылыусылар, Кәғбәтулланы зыярат
итеүселәр, тауафсылар Сафа менән Мәрүә ҡалҡыулыҡтарына ла баралар. Әлеге аятта
ике тау араһында йөрөнөүҙең гөнаһаһы юҡ, тип әйтелә. Жәһәләт ваҡытын­да был ике
тау түбәһенә лә берәр бот ҡуйылған була. Был һындарҙы юҡҡа сығарған булһалар ҙа,
ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә шик ҡала, йәнәһе, ул тауҙарға барыу — шул боттарға
табыныу була. Аят ана

шул шикте юҡҡа сығара».
Ғәли Өзөк тәфсиренән.)

159.

Беҙ индергән асыҡ аяттарҙы, китапта тәфсилләп күрһәткән тура юлды йәшереүселәрҙе
һәм Аллаһ, һәм бөтөн ләғнәтләүселәр — ҡәһәрләр.

160.

Йәшәү рәүештәрен үҙгәртеп, йәшергән дөрөҫлөктө бөтөн халыҡҡа сығарһалар һәм
тәүбә итһәләр генә, уларҙың тәүбәләрен ҡабул итербеҙ. Беҙ тәүбәләрҙе күпләп
ҡабул итеүсе һәм ярлыҡаусы.

161.

Аяттарыбыҙҙы инҡар итеп, кәфер булып үлгәндәр тураһында, улар Аллаһтың,
фәрештәләрҙең һәм бөтөн иманлы халыҡтың ләғнәтенә дусар.

162.

Улар мәңгегә ләғнәт эсендә ҡалыр. Уларҙың ғазаптары кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ.
Уларға мәрхәмәтле ҡараш та булмаҫ.

163.

Илаһегеҙ
бары тик бер Аллаһтыр. Унан башҡа Илаһ юҡ. Ул мәрхәмәтле, рәхимле.

164.

Шик юҡ,
күктәрҙең, Ерҙең яралтылыуында, төн менән көндөң бер-береһен алыштырыуында,
кешеләргә файҙалы йөктәр төйәгән кәмәләрҙең диңгеҙҙәрҙе ярып йөҙөүендә, Аллаһ
Күктән индереп, йәнһеҙ тупраҡты йәнләндергән ямғырҙа, Ер йөҙөндә һәр төрлө йән
эйәһен булдырыуҙа, ел­дәрҙе һәм Ер менән Күк араһында йөҙөп йөрөүсө, Аллаһтың
һәр әмеренә буйһоноусы болоттар тураһында фекер йөрөтөүсе халыҡ өсөн (Аллаһтың
барлығын, берлеген) раҫлай торған бай­таҡ дәлилдәр бар.

165.

Ҡайһы
бер халыҡ Аллаһтан башҡа илаһ уйлап сығара ла, Аллаһты яратҡан кеүек, шул
уйҙырманы ярата башлай. Исламға килгәндәрҙең Аллаһҡа булған мөхәббәттәре иһә
уларҙыҡына ҡарағанда күп тапҡырға артыҡ. Әгәр ул кәфер залимдар үҙҙәренә тейешле
ғазаптың ниндәй икәнен белһәләр, бөтөн ҡөҙрәттең Аллаһтан икәнен һәм Аллаһ
биргән язаның ниндәй дәһшәтле икәнен аңлаған булырҙар ине.

166.

Бына шул
ваҡиғаны (Ҡиәмәт көнөндәге язаларҙы) күреп, үҙҙәренә эйәреп килеүселәрҙән
(уларҙың ҡотортоуы менән кәфер булғандарҙан) ҡасырҙар; ашығып үҙ эйәрсендәренән
йыраҡ­лашырҙар; улар (эйәртеүсеһе лә, эйәреүсеһе лә) яза күрер һәм уларҙың араһы
өҙөлөр.

167.

Ямандарға
эйәргәндәр шуны әйтер:

— Аһ, фани донъяға
тағын кире әйләнеп ҡайтһаҡ, бөгөн улар (яманлыҡҡа ҡотортоусылар) беҙҙе ташлап
ҡасҡандары кеүек, беҙ ҙә уларҙан ҡасыр инек.

Шулай
итеп, Аллаһ уларға донъяла ҡылған яман эштәре арҡаһында ҡайғы-хәсрәткә
ҡаласаҡтарын күрһәтә һәм улар инде уттан ҡаса алмаҫ.

168.

Әй, инсандар, Ер йөҙөндә булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хәләл һәм саф-таҙаларын
ғына ашағыҙ. Шайтан ар­тынан эйәрмәгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ.

169.

Ул һеҙҙе бары тик яманлыҡҡа, Аллаһ хаҡында ерәнгес, ялған нәмәләр тураһында
һөйләргә ҡоторта.

170.

(Кәферҙәргә):

— Аллаһтан ингән (Ҡөръән)гә генә эйәрегеҙ, —тип әйткәс, улар:

—  Юҡ, беҙ аталарыбыҙ ниндәй юлдан йөрөгән булһа, шул юлды тотасаҡбыҙ, —
тинеләр. Аталары бер нимә лә аңламайынса­, дөрөҫ юлды тапмаған булһалар?

171.

Аллаһҡа ышанма­ған кәферҙәрҙең хәле, саҡырып ҡысҡырған тауышты ишетеп тә, һис
бер нәмә аңламаған хайуандыҡы кеүек. Уларҙың (кәферҙәрҙең) күңел күҙҙәре һуҡыр,
улар телһеҙ кеүек. Шуға күрә, уларҙың башы уйлар дәрәжәлә түгел.

172.

Ий, иман килтергән әҙәмдәр, үҙегеҙгә бирелгән ри­зыҡтарҙың саф-таҙа, хәләл
булғандарын ғына ашағыҙ. Бары тик Аллаһҡа ғына инанаһығыҙ икән, Аллаһҡа ғына
шөкөр итегеҙ.

173.

Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа
бағышлап һуйылған итте харам ҡыл­ды. Ләкин мәжбүр хәлдә ҡалһа, саманан тыш
булмағанда, әҙ миҡдарҙа ашаһа, гөнаһ булмаҫ.
Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлеҙер.

174.

Аллаһ индергән китаптағы хәҡиҡәтте (йәһүдтәр, христиандар) йәшерҙеләр һәм уны юҡ
ҡына бәйәгә (донъя ма­лына) һатып көн күрә башланылар. (Шул аҡсаға һатып алынған
ризыҡтар менән ҡарындарын тултыралар), эстәренә ризыҡ түгел, ут тултыралар улар.
Ҡиәмәт еткәс, Аллаһ улар менән һөйләшеп тормаҫ, уларҙы ярлыҡамаҫ. Уларҙы шунда
йәнде көйҙөрөүсө яза көтөп тора.

175.

Улар тура юлды ялған юлға алмаштылар. Ярлыҡаныу урынына улар ғазап юлын һатып
алдылар. Утта яныуға улар нисек итеп түҙерҙәр икән?

176.

Аллаһтың Китабы Хәҡиҡәт булараҡ индерелде. Ул Китап тураһында шикле бәхәстәр
ойоштороусылар, әлбиттә, (Хаҡтан) айырылып, йыраҡлаштылар. Ғазаптар уларға шуның
өсөн бирелер.

177.

Йөҙөгөҙҙө Көнсығыш йәки Көнбайышҡа табан ҡаратыу ғына (ғибәҙәт ҡылыу ғына)
изгелек ҡылыу түгел. Ысын изгелек ул — кешенең ҡылған яҡшы ғәмәлдәреҙер:
Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә, фәрештәләргә, китаптарға, пәйғәмбәрҙәргә инаныу;
яҡындарға, йәтимдәргә, ярлыларға, юлда ҡалғандарға (аҙашҡандарға),
һораныусыларға һәм ҡолдарға (әсирҙәргә) ҡәҙер­ле малыңдан өлөш сығарыу, намаҙ
ҡылыу, зәкәт биреү. Антың­ды тороу, ауыр замандарҙа, ҡайғы-хәсрәт һәм һуғыш
ваҡыттарында сабыр итеү, түҙем булыу. Ысын мосолман кешеһенең сифаты шуларҙан
тора. Мөттәҡийҙар (Аллаһтың яза­һынан ҡурҡҡан мөьминдәр) бары тик шундайҙар ғына
була ала.

178.

(Ий, мөьминдәр) үлтерелгән кеше өсөн һеҙгә үс ҡайта­рыу фарыз ителде. Ирекле
кеше өсөн — ирекле, ҡол өсөн — ҡол, ҡатын өсөн — ҡатын (үлтерелергә тейеш).
Ләкин үлтереүсенең ғәйебе мәрхүмдең ҡәрҙәше (ғәйләһе) тарафынан ғәфү ителһә,
ғөрөф-ғәҙәт буйынса, үлтереүсе шул нәҫелгә изгелек ҡылһын. Алда әйтелгәндәр,
Аллаһтан индерелгән еңеллек (ғәҙел хөкөм) һәм рәхмәттер. Кем дә булһа бынан һуң
ошо сиктәрҙе боҙа ҡалһа, уға хәтәр яза бирелер.

179.

Ий, аҡыл эйәләре, үлтергән кешене үлтереүҙә һеҙҙең өсөн йәшәү көсө бар. Ҡасастан
(үлтереүсегә биреләсәк язанан) ҡурҡып, бәлки һеҙ шундай енәйәттәр ҡылмаҫһығыҙ?

180.

Берәйегеҙгә әжәл яҡынлаша ҡалһа, уның малы ҡала торған булһа, ата-әсәһенә,
яҡындарына ғәҙел рәүештә өлөш сығарылырға һәм ғөрөф-ғәҙәт буйынса васыят
ителергә тейешлеге Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн бер бу­рыстыр.

181.

Васыятты ишеткәс һәм ҡабул иткәндән һуң, был васыятты үҙгәрткән кешеләр гөнаһлы
булыр. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

182.

Васыятты ҡабул итеүсе вәриҫ васыят шәриғәткә
хилафлыҡ менән йәки

ғәҙелһеҙлек
менән яҙҙырылған
тип шикләнһә, ике яҡ менән килешеп, васыятты хәҡиҡәткә
туры килтереп үҙгәртә ала, ул гөнаһлы булмаҫ.
Шөбһәһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм дә кисереүсеҙер.

183.

Ий, иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп-киткәндәргә фарыз ителгәне кеүек,
ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды. Бәлки һеҙ (был фарыздарҙы үтәп) ҡотолоу
юлына баҫырһығыҙ?

184.

Ураҙа һанаулы көндәрҙә генә тотолор. Берәйегеҙ сирле булһа йәки сәфәрҙә йөрөһә
(ураҙа тотмаҫ), һуңынан то­толмаған көндәре өсөн ураҙа тотор. (Ҡартлыҡ
зәғифлеген­дәге кеше йәки сәләмәтләнеренә өмөт ҡалмаған сирле кеше ура­ҙа
тотмаҫ) ураҙа тоторға көсө етмәгәндәр (мәтди мөмкин­лектәре булһа) бер фәҡирҙе
(утыҙ көн) туйҙырырлыҡ фидийә бирергә тейеш. Шулар өҫтөнә кеше үҙ ихтыяры менән
хәйер-саҙаҡа бирһә, үҙе өсөн бик тә хәйерле булыр. Белеп тороғоҙ, ураҙа тотоу
һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк.

185.

Рамаҙан айы кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, ялғандан хәҡиҡәтте айыра торған
дәлилдәр менән Ҡөръән индерелә башлаған айҙыр. Шуға күрә, ошо айға килеп
ирешкәндәр ураҙа тотһон. Сирле булғандар йәки сәфәрҙәгеләр (тотолма­ған көндәрен
һунынан) башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ
теләмәй. Һанаулы (ураҙа) көндәрен тамам итеп, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн,
Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ.

186.

Бәндәләрем Минең турала һораштырһалар, әйт: Мин (һәр кешегә) бик яҡын торам.
Хаҡтыр, миңә доға ҡылғандарҙың теләктәренә яуап бирәм. Улар ҙа тура юл менән
барыр өсөн Мине ишетһендәр, Миңә ышанһындар. Бәлки улар тура юлды табыр!

187.

Ураҙа төнөндә ҡатындарығыҙға
яҡынлыҡ ҡылырға һеҙгә хәләл ҡылынды. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ кеүек, һеҙ
ҙә уларға юрған (бөркәүес) кеүектер. Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә үҙегеҙ хыянат
иткәнегеҙҙе белде. Тәүбәгеҙҙе ҡабул итеп, һеҙҙе ярлыҡаны. Инде ҡатындарығыҙға
яҡынлашығыҙ һәм Аллаһ рөхсәт иткәндәрҙе эшләгеҙ. Иртәнге яҡта (аҡ епте ҡара
ептән айыра алғансыға) Таң нуры ҡараңғылыҡтан айырыла башлағансыға (йәғни Ҡояш
сығырға сәғәт ярым ҡала) ҡәҙәр ашағыҙ, эсегеҙ, көнө буйы ураҙа тотоп, аҡшамда
ауыҙ асығыҙ. Мәсеттәрҙә (иттиҡаф ваҡытында, йәғни Рамаҙан айының һуң­ғы ун
көнөндә) ғибәҙәт ҡылған ваҡытта ҡатындарығыҙ менән берләшмәгеҙ. Былар Аллаһ
тарафынан ҡуйылған сиктәрҙер. Һаҡ булығыҙ, уларға яҡынлашмағыҙ. Ошо рәүештә
Аллаһ аяттарын һеҙгә аңлата. Бәлки (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланырһығ­ыҙ?

(«Ир менән ҡатындың үҙ-ара
мөнәсәбәте бында шундай матур итеп һүрәтләнгән. Беренсенән, енси теләк, бер
енестең икенсеһенә тартылыуы аслыҡ, һыуһау кеүек хистәр-теләктәр менән рәттән
ҡуйыла. Был хис-теләктәр тәбиғәт тарафынан бирелгән. Әҙәм балаһы тәндең был
ихтыяждарын үтәмәйенсә йәшәй алмай, ашамайынса-эсмәйенсә тора алмаған кеүек,
енси ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндереү мәжбүрендә «Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ
кеүек, һеҙ ҙә уларҙы ҡорған (бөркәүес) кеүектер тигән менән беҙгә ир-ҡатын
мөнәсәбәттәре тәбиғи теләкте үтәүҙән тыш, тағын да бер бөйөк мәғәнә тураһында
һөйләнә. Ир менән ҡатын бер-береһенә кейем рәүешендә хеҙмәт итә, йәғни кейем
тәнде эҫенән-һыуыҡтан һаҡлай, ир-ҡатын да бер-береһен һаҡлай, йыуата,
бер-береһен тулыландыра, биҙәй, береһенең етешмәгән яғын икенсеһе камилаштыра».

(Мәүләнә Ғәли тәфсиренән )

188.

Бер-берегеҙҙең малын ғәҙелһеҙлек менән тартып алып ашамағыҙ. Кешенең малын
өлөшсә генә булһа ла махсус тар­тып алыр өсөн, хөкөмдарҙарға ришүәт бирмәгеҙ.
Был — гөнаһ. Гәрсә, һеҙ быны беләһегеҙ.

189.

(Ий, Мөхәммәд)
һинән (йыл эсендәге) айҙар тураһында һорарҙар. Һин әйт:

– Айҙар кешеләргә хаж ваҡытын билгеләр өсөн, — тип.

Изгелек ул — өй артынан кереп йөрөү түгел.

Изгелек ул — гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланыу. Өйҙәрегеҙгә ишектән кереп йөрөгөҙ.
Аллаһтың ғазабынан ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда һеҙ (ҡотолошҡа) мораҙығыҙға
ирешерһегеҙ.

(«Элек ғәрәптәр: хаж ваҡытында ишектән йөрөргә ярамай, тип өйҙәренең артҡы
тарафынан тишек асып, өйҙәренә шунан кереп-сығып йөрөй торған булғандар. Аллаһ
кешеләрҙе был
мәшәҡәттән ҡотҡарыр өсөн, ошо
аятты индерә».

(Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

190.

Ий, мөьминдәр, Аллаһ юлында һуғышыусылар менән бергә (һеҙгә һөжүм иткәндәргә
ҡаршы) һуғышығыҙ, ләкин үҙе­геҙ һөжүм итмәгеҙ. Аллаһ һөжүм иткәндәрҙе бер ҙә
яратмай.

191.

(Үҙҙәре һуғыш башлаған)
кәферҙәрҙе ҡайһы ерҙә ос­ратһағыҙ, шунда үлтерегеҙ; һеҙҙе ҡыуып сығарған
ерҙәрҙән уларҙы ла ҡыуығыҙ. Фетнәлек кеше үлтереүҙән дә яманыраҡ.

Мәсеттә улар һеҙгә ташланмаһа, һеҙ ҙә һөжүм итмәгеҙ; улар һеҙгә ҡаршы һуғышһа,
һеҙ уларҙы үлтерегеҙ. Кәферҙәр өсөн яза шул булыр.

192.

Улар һуғыштан баш тартһа, Аллаһ уларҙы ғәфү итер, уларға рәхмәтле булыр.

193.

Фетнә тулыһынса юҡ ителгәнгә ҡәҙәр, бары тик Аллаһ дине (Ислам) ғына тороп
ҡалғансыға саҡлы һуғы­шығыҙ. Фетнәнән ваз кисеп, һуғыштан туктаһалар, уларға
дошманлыҡ һәм уларҙы ҡыҫрыҡлау булмаясаҡ. Залимдарҙан башҡа.

194.

Харам ай урынына – харам ай,  харамға ҡаршы харам: кем һеҙгә яуызлыҡ ҡылһа, һеҙ
ҙә уларға ҡылған яуыз­лыҡтары ҡәҙәр яуызлыҡ ҡылығыҙ. Аллаһтан (язаһынан)
ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ: Аллаһ гөнаһ-харамдан ҡурҡҡандар менән бергә булыр.

(«Һижрәттең алтынсы йылында ғибәҙәт ҡылырға тип, Мәккә шәһәренә килгән
мосолмандарҙы кәферҙәр Харам мәсетенә кертмәнеләр. Был эш һуғыштар тыйылған,
йәғни һуғыш харам ителгән Зөлҡәғидә айында булды. Һуғышырға харам ителгән айҙа
кәферҙәр мосолмандарға ҡаршы һуғыш астылар. Һуғыш туҡталғас, Мәккә ҡалаһында ике
арала килешеү төҙөлдө. Икенсе йылда харам айында Харам мәсетендә кәферҙәр түгел,
мосолмандар баш буласаҡ, тип әйтел­де. Икенсе йылда, ысындан да, мосолмандар
Харам мәсетендә ғи­бәҙәт ҡылдылар. Шулай итеп, харам айҙа ҡаршы харам ай ғәмәлгә
кереп ҡалды».
(Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

195.

Аллаһ юлында тейешле малдарығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән үҙегеҙҙе
ҡурҡыныс язаға ташламағыҙ. Һәр ғәмәлегеҙҙә изгелек менән эш итегеҙ. Аллаһ
изгелек ҡылғандарҙы ярата.

196.

Хажды һәм нәфел хаж (ҡорбан салмайынса ғына хаж ҡылыу) йолаларын Аллаһ риза
булырлыҡ итеп үтәгеҙ. Әгәр был эштәр һеҙгә ҡыйынға тура килһә, ҡулығыҙҙағы
ҡор­банлыҡты биреп ебәрегеҙ. Ҡорбан тейешле урынға барып етмәйенсә, сәсегеҙҙе
ҡырҙырмағыҙ. Берәйегеҙ сирле булһа йәки башҡа берәй төрлө рәхәтһеҙлеге булһа
(хажға барып етә алмаһа), ураҙа тотоп йәки саҙаҡа биреп йәки ҡорбан салдырыу
урынына фидийә саҙаҡаһы биреп, бурысын үтәр. (Сирҙән, башҡа төрлө
рәхәтһеҙлектәрҙән) имен булһағыҙ, хаж көндәренә саҡлы ғүмрә, йәғни ҡорбанһыҙ
ғына Харам мәсетен зыярат итергә (күрергә) теләһәгеҙ, ул кеше үҙ яйына ҡарап,
ҡорбан салдырырға тейеш. Ҡорбан салдырмаған кеше хаж көндәрендә өс көн, иленә
ҡайтҡас, ете көн, бөтөнөһө ун көн ураҙа тотор. Был әйтелгәндәр Харам мәсете
тирә­һендә йәшәмәгәндәр өсөн. Аллаһтан (нәфрәтенән) ҡур­ҡығыҙ. Белеп тороғоҙ,
Аллаһтың гөнаһлыларға бирәсәк язаһы бик тә хәтәр буласаҡ.

197.

Хаж ҡылыу мәғлүм бер айҙарҙа була. Шул айҙарҙа хажға барырға ниәтләгән кеше
(ихрамға керә, йәғни) хаж дәүерендә ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмамаҫҡа, гөнаһ һаналған
бөтөн нәмәләрҙән ваз кисергә, кешеләр менән ғауғалашмаҫҡа тейеш. Изгелек
эшләгәнегеҙҙе Аллаһ күреп тора. (Әй, мөьминдәр, Әхирәт өсөн) ризыҡ әҙерләгеҙ.
Белеп тороғоҙ, ризыҡтың иң хәйерлеһе — иманлы булыу. Ий, аҡыл эйәләре, Минең
әмерҙәрем­де үтәмәүҙән ҡурҡығыҙ.

198.

(Хаж фасылында сауҙа итеп)
Раббығыҙҙан ризыҡ (сауҙа файҙаһы) теләһәгеҙ, һеҙгә гөнаһ юҡтыр. Ғәрәфәт тауынан
төшөп, төркөм булып Мәшғәри Харамға ҡайтҡас, Аллаһты зикер итегеҙ һәм аҙашып
йөрөгәнегеҙҙә (таш һындарға табынған сағығыҙҙа) һеҙҙе тура юлға баҫтырғаны өсөн
Аллаһты иҫкә алығыҙ.

(«Ихрам» һүҙенең ике мәғәнәһе бар. Ихрам —
энәһеҙ, епһеҙ әҙерләнгән кейем. Был аҡ туҡымаға төрөнөп, мосолмандар хажға бара.
Кәфенгә оҡшашлығы менән ул, бәлки, үлемде, Әхирәт көнөн иҫкә төшөрөп торор өсөн
тәғәйенләнгәндер. Бөтөн мосолмандар­ҙың, ниндәй милләттән булыуҙарына
ҡарамаҫтан, аҡ туҡымаға төрө­нөп хажға йыйылыуы уларҙы рухи яҡтан берләштерә,
теләктәш­лек, рухи туғанлыҡ хисен арттыра булһа кәрәк. Ҡайҙан ғына килгән булһаҡ
та, ниндәй генә телдә һөйләшһәк тә асылда беҙ ҡәрҙәштәр, Аллаһ беҙҙең уртаҡ
Тәңребеҙ, тигәнде аңлатаҙыр был уртаҡ аҡ кейем.

Икенсе мәғәнәһе, хажға барыр алдынан уҡ тәҡүә тормошҡа күсеү, таҙарыныу,
ураҙалағы кеүек, үҙеңде тыйыу, шикле-гөнаһлы эштәрҙән ваз кисеү, тигән һүҙ ул
ихрам». (Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

199.

Һуңынан башҡа кешеләр төркөм-төркөм булып төшкән ерҙән (Ғәрәфәт тауынан) һеҙ ҙә
төшөгөҙ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ һәр ваҡыт ярлыҡаусы,
кисереүсеҙер.

200.

Хаж ғибәҙәттәрегеҙҙе тамамла­ғас, ата-бабаларығыҙҙың рухын иҫкә алғанығыҙ кеүек,
хатта уларҙан да нығыраҡ Аллаһты зиһенегеҙҙә тотоғоҙ.
Кешеләр­ҙең шундайҙары ла бар, улар:


Йә, Раббыбыҙ, беҙгә донъяла (яҡшы тормош) бир, — тип әйтәләр. Улар өсөн Әхирәттә
ярлыҡау насип ителмәҫ.

201.

Шундайҙарҙың ҡайһы
берҙәре:


Йә, Раббым, беҙгә донъяла ла яҡшы тормош бир, Әхирәттә беҙҙе йәннәткә
урынлаштыр. Беҙҙе йәһәннәмеңдән ҡотҡар, — тип әйтәләр.

202.

Бына уларға, үҙҙәре ҡаҙанғандарға насибы булыр.
Аллаһ тиҙ арала
иҫәп-хисап ала­саҡ.

203.

Һанаулы көндәрҙә (йәғни хаж көндәрендә) Аллаһ­ты зикер итегеҙ. Ашығыс рәүештә
ике көндә (Мина тауы­нан төшөп, Мәккәгә) етергә теләгән кешенең гөнаһаһы булмаҫ.
Кисеккән кешенең дә гөнаһаһы булмаҫ. Ул эш тәҡүәләр өсөн. Аллаһтың язаһынан
ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ, һис шик юҡ, һеҙ барығыҙ ҙа Уның хозурына килеп
баҫасаҡһығыҙ.

204.

Кешеләр араһында шундайҙар (мәкерлеләре) бар, улар (дин тотоуҙары тураһында)
донъялағы тормош хаҡында (татлы) һүҙҙәр һөйләп, Һине хайран ҡалдырыр.
Туралыҡтарын иҫбатлау өсөн улар Аллаһ исеме менән ант итәләр. Ғәмәлдә уларҙан да
ҡурҡыныс дошман юҡ.

205.

Шундай кеше һинең яныңдан китеп (эш башына ултыр­һа), аҫтыртын эш йөрөтә башлай.
(Фетнәгә, ғауғаға сәбәпсе була) һәм игендәрҙе, малдарҙы харап итеп, нәҫел
ҡоротоу өсөн бөтөнөһөн эшләй, Аллаһ фетнәселәрҙе яратмай.

206.

Уға: Аллаһтан ҡурҡ, тиһәләр, ул тағын да тәкәберләнә, уның был мин-минлеге тағын
да боҙоҡ юлға этә. Уға иң ҙур яза — йәһәннәм ғазабы. Йәһәннәм ул — иң хәтәр
урын бит!

207.

Кешеләр араһында тағын шундайҙары ла була: улар Аллаһтың ризалығын алыу өсөн,
йәнен дә ҡыҙғанмай. Аллаһ Үҙ ҡолдарына ғәйәт мәрхәмәтле.

208.

Әй, иман килтергән кешеләр, барығыҙ ҙа (татыуланып) берләшеп, Ислам диненә
керегеҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шик юҡ, ул һеҙҙең ҡан дошманығыҙ.

209.

Шундай ап-асыҡ дәлилдәр килгәндән һуң да һеҙ юлдан яҙһағыҙ, белегеҙ: Аллаһ, һис
шикһеҙ, ҡөҙрәтле һәм хикмәткә эйә.

210.

Улар (Исламды ҡабул итмәгән кешеләр) Аллаһ болот­тарға төрөнөп, фәрештәләре
менән бергә килеп төшөр һәм эштәрҙе тамамлар, тип көтәләрме икән әллә? Ә эштәр
үтәлде инде һәм бөтөн эштәр ҙә Аллаһ хозурына килер.

211.

Исраил тоҡомона (йәһүдтәргә) әйт һин: уларға күпме аңлайышлы аяттар бирҙек. Кем
үҙенә Аллаһ тара­фынан күндерелгән ниғмәтте (Тәүрәт һәм Ҡөръәнде) үҙгәртһә,
алмаштырһа, шөбһәһеҙ: Аллаһтың язаһы (уға) бик тә хәтәр буласаҡ.

212.

Кәферҙәргә был донъя рәхәт тормош булараҡ күрһәтел­де. Улар иман килтергән
кешеләрҙән көлдөләр. Гәрсә, иманға тоғро булғандар Ҡиәмәт көнөндә тегеләрҙән
өҫтөн сығасаҡ.Аллаһ Үҙе теләгән кешеләргә хисапһыҙ ризыҡ бирер.

213.

Кешеләрҙең барыһы ла бер өммәттән ине. (Әммә кешеләр ҡайһыһы иман килтерҙе,
ҡайһылары кәфер булып китте һәм улар бер-берһенә дошман булды) шуға күрә, Аллаһ
(иман килтергәндәрҙе йәннәт тураһындағы) һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡыуандырырға,
(иманһыҙҙарҙы йәһәннәм менән киҫәтеп) ҡурҡытырға пәйғәмбәрҙәрен ебәрҙе. Ҡәүемдәр
араһындағы ҡаршылыҡтарҙы хөкөм итер өсөн, хаҡ китаптар индерҙе. Ләкин үҙҙәренә
китап индерелгән ҡәүемдәр, ап-асыҡ дәлил­ле китаптар алғандан һуң да,
көнсөллөктәре арҡаһында, диндә килешә алмайынса, айырылдылар (төрлө фирҡәләргә
бүленделәр.) Был мәсьәләлә Аллаһ иман килтергән кешеләргә үҙ ихтыяры менән тура
юл күрһәтте. Теләгән кешеләрҙе Аллаһ тура юлға күндерә.

214.

(Ий, мөьминдәр)
әллә һеҙ үҙегеҙҙән элек йәшәгән ке­шеләр күргән ҡыйынлыҡтарҙы күрмәйенсә генә,
язалар таты­майынса ғына йәннәткә керергә хыялланаһығыҙмы? Улар хәйерселектә
йәшәне, күп төрлө ҡыйынлыҡтар күрҙе, аптырашта, сараһыҙ ҡалды. Хатта
пәйғәмбәрҙәр мөьминдәр менән бер­лектә:


Аллаһтың ярҙамы ҡасан килер? —тинеләр. Күҙегеҙҙе асып ҡарағыҙ: ысынлыҡта
Аллаһтың ярҙамы яҡындыр.

215.

Улар саҙаҡаға нимә бирергә кәрәклеге тураһында һорарҙар. Һин әйт:

—Яҡшы малдан биреләһе өлөш — ата-әсәгә, ҡәрҙәштәргә, йәтимдәргә, ярлыларға,
сәфәрҙәгеләргә бирелгән кеүек. Изгелекле һәр эшегеҙҙе, шөбһәһеҙҙер, Аллаһ белеп
тора.

216.

(Ий, мөьминдәр) һуғыш эштәренә нәфрәтле булһағыҙ ҙа (дошмандарға ҡаршы) һуғышыу
һеҙгә фарыз ителде. Шулай ҙа була: һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнәһегеҙ, ә ул
һеҙҙең өсөн файҙалы; ҡайһы саҡ һеҙ үҙегеҙгә зарарлы булғандарҙы ла яратаһығыҙ.
Быларҙың барыһын да Аллаһ белә, һеҙ белмәйһегеҙ.

217.

Харам айында булған был һуғыш тураһында һинән һорарҙар. Һин әйт:


Ул айҙа һуғышыу — ҙур гөнаһ. (Кешеләрҙе) Аллаһ юлы­нан барыуҙан тыйыу, Аллаһты
инҡар итеү, Мәсжиди Харамға керергә теләгәндәрҙе тыйыу, халыҡты унан ҡыуып
сығарыу иһә Аллаһ ҡаршыһында тағын да ҙурыраҡ гөнаһ. Фетнәсе — кеше үлтереүсенән
дә яманыраҡ. Көстәре етһә, кәферҙәр динегеҙҙән яҙҙырғансыға саҡлы һеҙҙең менән
һуғышасаҡ. Берәйегеҙ диненән яҙһа, кәфер булып үлһә, уның донъяла ҡылған яҡшы
эштәре Әхирәттә файҙа бирмәҫ. Улар уттың дуҫы булыр. Улар шунда (йәһәннәм
утында) мәңгегә ҡаласаҡ.

218.

Хәҡиҡәтән, иман килтергән кешеләр, йорттары­нан күсеп китеп, дин юлында
һуғышҡандары өсөн, Аллаһтың рәхмәтен өмөт итә. Аллаһ иман килтергәндәрҙе
ярлыҡаусы, уларҙы етди рәүештә ғәфү итеүсе.

219.

Иҫерткес эсеү һәм
отошло (аҙғын) уйындар тураһында һинән һорарҙар. Һин әйт:


Уларҙың һәр икеһендә лә ҙур гөнаһтар һәм әҙ генә файҙа ла бар. Гөнаһтары
файҙаларына ҡарағанда күберәк, — тип әйт.

Йәнә һинән саҙаҡаның нисек бирелергә тейешлеге тураһында ла һорарҙар. Һин әйт: —
Ихтыяжыңдан артҡанын бир, — тип.
Аллаһ аяттарын ана шулай аңлатып бирә. Бәлки уйланырһығыҙ?

220.

Һеҙ донъя тураһында ла, Әхирәт тураһында ла уйланы­ғыҙ. Һинән (Мөхәммәд)
йәтимдәр тураһында ла һорарҙар. Әйт:


Уларҙы тейешенсә тәрбиә итеү, тормоштарын яҡшыр­тыу — изгелектер, — тип. — Улар
менән бергәләшеп йәшәһәгеҙ, улар һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ булып китер. Аллаһ
(йәтимдәр) файҙаһына ғәмәл ҡылғандарҙы да, яманлыҡ ҡылғандарҙы
ла белеп тора. Теләгән кешеһенә Аллаһ зыян-зәхмәт килтерә ала. Шөбһәһеҙҙер,
Аллаһ — еңеүсеҙер, хөкөм һәм хикмәт эйәһеҙер.

221.

(Ий, мөьминдәр) Аллаһтан башҡа нәмәләрҙе тәңре тип табыныусы (мәжүси) ҡатындарға
(иман килтермәҫтән) өйләнмәгеҙ. Иман килтергән йәриә (ҡол ҡатын) мәжүси ҡатындан
— ул һеҙгә бик оҡшаһа ла — күпкә яҡшы­раҡ. Мосолман ҡатындарҙы ла мөшрик ирҙәргә
(әгәр ул ирҙәр Исламды ҡабул итмәгән булһа) кейәүгә бирмәгеҙ. Мөьмин ҡол ирекле
мөшрик ирҙән яҡшыраҡ, хатта ул (мөшрик ир) һеҙгә бик оҡшаһа ла. Улар (мөшриктәр)
һеҙҙе йәһәннәмгә тарта, Аллаһ иһә үҙ теләге менән йәннәткә һәм ярлыҡауға саҡыра.
Ул кешеләргә аяттарын ап-асыҡ итеп аңлата. Яҡшылап уй­лағандан һуң, бәлки ғибрәт
алырҙар (тура юлға баҫырҙар, мөьмин булып китерҙәр).

222.

Улар һинән ҡатындарҙың айға бер тапҡыр була торған күреме тураһында ла
һораштырыр. Һин әйт:


(Ҡатын-ҡыҙ өсөн) ул бер яфа инде, — тип. — Шуға күрә, күрем ваҡытында
ҡатындарығыҙға теймәгеҙ, (енси мөнәсәбәттәргә кермәгеҙ), улар таҙарынғанға
тиклем ҡатындарығыҙға яҡынлашмағыҙ. Таҙарынғас, улар менән, Аллаһ бойорғанса
ғәмәл ҡылығыҙ, һәр хәлдә, Аллаһ тәүбә иткәндәрҙе һәм таҙарынғандарҙы ярата.

223.

Ҡатындарығыҙ һеҙҙең өсөн иген баҫыуыҙыр. Иген баҫыуығыҙға теләгәнегеҙсә барығыҙ.
Алдан уҡ әҙерләнеп, үҙегеҙ (ҙең киләсәгегеҙ, ләззәтегеҙ) өсөн яҡшы ғәмәлдәр
ҡы­лығыҙ. Һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белеп то­роғоҙ, хәҡиҡәтән, һеҙ Уның
хозурына барасаҡһығыҙ. Иман килтергән кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙәр ирештер.

224.


Валлаһи, изгелек ҡыласаҡмын, мин тәҡүәлеккә күсәсәкмен, мин кешеләрҙе
дуҫлаштырыусы, — тип, бер ҡасан да Аллаһ исеме менән ант итмәгеҙ, үҙ юлығыҙға
кәртә ҡуймағыҙ. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

225.

Аллаһ (үҙегеҙ белештермәйенсә биргән, хөсөтө-мәкере бул­маған) антығыҙҙағы
хаталар өсөн язаламаҫ. Фәҡәт күңе­легеҙҙәге хөсөтлөк өсөн яза бирер. Аллаһ
ярлыҡаусы һәм рәхимлелер.

226.

Ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа ант иткән кеше (ҡа­тынын йәнә теләһә лә) дүрт ай
көтөргә тейеш. Ирҙәр шунан һуң антынан ваз кисһә (кәффәрәт итһә, өс көн ураҙа
тот­һа) ҡатындары менән яҡынлыҡ ҡыла алалар. Шик юҡ, Аллаһ етди рәүештә
ярлыҡаусы, ысындан да, кисереүсе.

227.

Айырылырға теләү ҡотолғоһоҙ булһа, (ир менән ҡатын) айырылыр. Шөбһәһеҙ, Аллаһ
ишетеп, күреп тороусы.

228.

Талаҡ алған ҡатындар башҡа иргә сығырға теләһә, өс тап­ҡыр күрем күргән ваҡыт
уҙғансы сабыр итер. Айырылған ҡа­тындар, әгәр улар Аллаһҡа ышанһалар, Әхирәт
көнөнә инанһалар, үҙ аналыҡтарындағы (беренсе иренән балаға уҙғанлы­ғын)
яралғыһын йәшерһә, хәләл булмаҫ. Айырған ир ошо (өс ай) ваҡыт эсендә,
татыуланырға теләп, ҡатынын кире ҡайтар­һа, хәйерле булыр. Ирҙәрҙең ҡатындары
өҫтөнән хоҡуҡтары булған кеүек, ҡатындарҙың да ирҙәре өҫтөнән хоҡуҡтары бар.
Ләкин йола буйынса ирҙәрҙең (ғәйлә башлығы булараҡ) ҡатындар өҫтөнән булған
хоҡуғы күберәк. Аллаһ мотлаҡ еңеүсеҙер, хәҡиҡәтән, хөкөм сығарыусы һәм хикмәт
эйәһе­ҙер.

229.

Талаҡ (ир менән ҡатындың айырылыуы) ике өлөштән тора. Ир кеше ҡатынын ике тапҡыр
талаҡ итһә, яңынан то­рорға теләһә, ҡаршылыҡһыҙ ҡатынын кире алырға хаҡлы,
яҡшылап торорға хоҡуҡлы. Йәки яҡшылыҡ менән, тейешен биреп, айырып ебәрә.
Айырғанда ҡатындарығыҙҙың мәһерен (уларға бүләк ителгән нәмәләрҙе) алып ҡалыу
хәләл булмаҫ. Әгәр улар икеһе лә Аллаһ ҡуйған сиктәрҙе үтәмәүҙән ҡурҡһа ғына.
Әгәр ҙә шул сиктәрҙе уҙырбыҙ тип ҡурҡһағыҙ, ул ҡатын иренә ҡалым малын, мәһерен
биреп, азатлыҡ (талаҡ) алыр. Ул сағында уларҙың икеһе лә гөнаһлы бул­маҫ.
Һөйләнгәндәрҙең барыһы ла Аллаһ ҡуйған сикләнеүҙәр­ҙер. Шул сиктәрҙе боҙмағыҙ.
Шул сиктәрҙе боҙған кешеләр залим булыр.

230.

Ир
кеше ҡатынына өс тапҡыр талаҡ әйтһә, ул ҡатын иренә хәләл булмаҫ; икенсе бер ир
менән никахла­шып, унан талаҡ алғас ҡына, беренсе ир ошо ҡатын менән йәнә
никахлаша ала. Был эштә гөнаһлылар юҡ. Әгәр ҙә улар алға табан Аллаһ билгеләгән
сиктәр эсендә йәшәүҙәренә инан­һалар. Бына былар Аллаһтың сикләүҙәре булыр.
Аллаһ был сикләүҙәрҙе аңларҙай белемле кешеләргә бәйән итә.

231.

Ҡатынығыҙҙы айыраһығыҙ икән, уның ғиддәте (билге­ләнгән ваҡыты) уҙғас, яҡшылап
ҡына тороғоҙ йәки яҡшы­лап ҡына айырып ебәрегеҙ. Ләкин һеҙ уны йәберләп,
ирек­һеҙләп тотмағыҙ. Шулай ҡыланған кеше, үҙ-үҙенә ҡарата золом ҡыла. Аллаһтың
аяттарын көлкөгә әйләндермәгеҙ. Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәттәрен, һеҙгә
өгөт-нәсихәт бирер өсөн индергән Китабын (Ҡөръәнде) һәм уның хикмәттәрен
иҫе­геҙҙән сығармағыҙ. Аллаһтың язаларынан ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ.
Хәҡиҡәтән, Аллаһ барыһын да белеп тора.

232.

Ҡатынын айырғас һәм ҡатындың ғиддәте үткәс, алға табан ҡатыны менән шәриғәтсә
йәшәргә теләһәләр, улар­ҙың яңынан никахлашыуына ҡамасауламағыҙ. Аллаһҡа, Әхирәт
көнөнә иман килтергәндәргә ошондый өгөт бирелә. Был һеҙҙең өсөн бик тә файҙалы
һәм сафлыҡтыр. Был эштәрҙең барыһын да Аллаһ белер, һеҙ белмәҫһегеҙ.

233.

Әсәләр балаларын ике йыл дауамында имеҙергә тейеш. (Был хөкөм) имеҙеүҙән
туҡтарға теләгәндәр өсөн. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса (әсәләрҙең) ашау-эсеүе, кейеме
баланың атаһы өҫтөнән булырға тейеш. Бер кемдән дә мөмкинлегенән артығы
һорал­маҫ. Балаһы арҡаһында әсәһен рәнйетеү, бала өсөн атаһын рәнйетеү булмаһын.

Мираҫсы өҫтөнә төшкән вазифа ла шулай уҡ. (Баланың атаһы үлеп китһә,
имеҙеүсе ҡатынды ашатыу-эсертеү мираҫсы өстөнә төшә.) (Ата-әсә) араһында ризалыҡ
һәм уртаҡ килешеү булһа, (ике йәше тулмаған баланы) күкрәктән айырырға
теләһәләр, икеһенә лә гөнаһ булмаҫ. Балаларығыҙҙы имеҙер өсөн йола буйынса башҡа
ҡатын яллаһағыҙ, гөнаһ юҡтыр. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: шик юҡ,
Аллаһ һеҙ нимә ҡылһағыҙ, шуны күреп тора.

234.

Арағыҙҙан берәү үлһә, уның тол ҡалған ҡатында­ры (башҡа ир менән аралашмайынса)
йәки айырылған ҡатын яңғы­ҙы дүрт ай ҙа ун көн (ғиддәт) көтөп йәшәр. Бына ошо
ваҡыт уҙыуға, улар шәриғәт ҡушҡанса, үҙ баштарына йәшәй башлаһа, һеҙҙең өсөн
гөнаһ булмаҫ. Аллаһ һеҙ нимә эшләһәгеҙ ҙә, хәҡиҡәтән, беләҙер.

(«Ғиддәт ваҡытында тол ҡалған ҡатын кейәүгә сығырға, мәрхүм иренең өйөнән сығып
йөрөргә, биҙәнергә тейеш түгел. Ошо ваҡыт эсендә ҡатындың иренән ауырлымы, юҡмы
икәне беленер. Ауырлы булһа, ҡатын шул йортта бала тыуғансыға ҡәҙәр ҡала.
Һуңынан башҡа кешегә кейәүгә сыға ала. Ауырлы булмаһа ла, ғиддәт ваҡыты уҙғас,
ҡатындың кейәүгә сығырға хоҡуғы була. Ғиддәт ваҡытында ҡатындың ауыры төшһә,
ғиддәтте аҙағына ҡәҙәр дауам
итеү ихтыяжы ҡалмай».
Хәсән Чантай тәфсиренән.)

235.

(Ғиддәт тотҡан) ҡатындарға (никах менән) өйләнергә теләүегеҙ йәки шуға өмөт
итеп, эстән генә хыяланып йөрөүегеҙҙә гөнаһ юҡ. Аллаһ беләлер, һеҙ уларҙы (был
ҡағиҙәләрҙе) һис тә онотмаҫһығыҙ. Ләкин (ғиддәттәгеләрҙең) үҙҙәре менән йәшерен
вәғәҙәләшмәгеҙ, әҙәп сиктәрендә­ге ғәҙәти һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. (Мәжбүри булған)
ғиддәт ваҡыты ахырына килеп етмәйенсә, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы
булығыҙ, ғиддәт уҙмайынса, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ
һеҙҙең күңелегеҙҙәге ниәттәрҙең барыһын да, әлбиттә, белеп тора. Уның язаларынан
ҡурҡығыҙ һәм йәнә белеп тороғоҙ: хәҡиҡәтән, Аллаһ бик күп мәрхәмәт итеүсе, Ул
сабырҙыр.

236.

Никахлашҡандан һуң, ҡатынға ҡағылмаған булһа­ғыҙ, ҡалым-бирнә алынмаған булһа,
был ҡатынды талаҡ итһәгеҙ, гөнаһ юҡ. Мөлкәтегеҙ рөхсәт иткәнсә, мәтди
ҡыҫынҡы­лыҡта булғанда ла, йола буйынса (айырылған ҡатынға) ярашлы итеп өлөш
биреп ебәрегеҙ. Был эш изгелек итеүсенең бу­рысыҙыр.

237.

Һеҙ уларҙы ҡағылмаған килеш айырһағыҙ, уларға мәһер тәғәйен иткән булһағыҙ, ул
ваҡытта тәғәйенләнгән малдың яртыһы уларға булыр. Әгәр  улар үҙҙәре мәһерҙән баш
тартһа, ҡулында никах шарты булған кеше ғәфү итһен. (Һәй, ир кешеләр) һеҙҙең киң
күңелле, бер-бере­геҙгә изгелекле булыуығыҙ тәҡүәлеккә яҡын булыр. Һеҙгә
бирелгән өҫтөнлөктө онотмағыҙ. Шөбһәһеҙ, һеҙ нимә ҡыл­һағыҙ, Аллаһ шуны күреп
тора.

238.

Намаҙҙарҙы һәм урта намаҙҙы (икендене) ҡалдырмайынса дауам итегеҙ. Түбәнселек
менән Аллаһҡа итәғәт итеп, намаҙ уҡығыҙ.

239.

Ләкин (һуғыш ваҡытында, ташҡын баҫҡанда йәки шуға оҡшаш ҡурҡыныстар булғанда,
итәғәт менән ир­кенләп намаҙ уҡырға мөмкинлектәр булмағанда) шөбһәле мөхиттә лә
аяҡ өҫтө йәки ат өҫтөндә барғанда, (Ҡиблаға ҡарарлыҡ шарттар булмағанда ла)
намаҙ уҡығыҙ. Ҡурҡыныс (йәки сирегеҙ) уҙып киткәндән һуң, элек белмәгәнегеҙҙе
Аллаһ һеҙгә нисек өйрәткән булһа, шулай, Аллаһты маҡтап, намаҙ ҡылығыҙ.

240.

Берәүһе ҡатындарын тол ҡалдырып үлеп китһә, үлер алдынан ҡатындарына уның өйөндә
мохтажлыҡ күрмәйенсә, бер йыл йәшәргә рөхсәт икәнлеге тураһында васыят әйтһен.
Әгәр (тол ҡалғас) улар үҙ теләктәре менән өйҙән китһәләр һәм үҙҙәре теләгәнсә,
шәриғәтсә йәшәй башлаһалар, гөнаһ юҡ. Аллаһ — һәр ваҡыт ҡөҙрәт һәм хикмәттәр
эйәһе.

241.

Талаҡ ҡылынған ҡатындарға ирҙәре (шәриғәт ҡуш­ҡанса) мал бүлеп бирергә тейеш.
Ҡатын хаҡын боҙмау — мөь­мин мосолмандарҙың изге бурысы.

242.

Һеҙҙең зиһендәрегеҙгә барып етһен тип, Аллаһ аяттарын бына шулай аңлата.

243.

Үлемдән ҡасып, меңдәрсә кешеләрҙең үҙ өйҙә­ренән атылып сыҡҡандарын һин
күрмәнеңме ни? Аллаһ уларға:


Үлегеҙ! — тине.

(Улар үлде) шунан һуң уларҙы терелтте. Хәҡиҡәтән, Аллаһ кешеләргә миһырбанлы,
ләкин күптәрегеҙ шөкрәнә ҡылманығыҙ.

244.

Аллаһ юлында һуғышығыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ һис шөбһәһеҙ, ишетеп-белеп тороусы.

245.

Әжәткә биргән кеүек, Аллаһ ҡаршыһында изгелек ҡылыусы (хәйер, зәкәт биреүсе) кем
ул? Аллаһ та уны (дәрәжәһен, малын) ҡат-ҡат арттырыр. Аллаһ кемдеҙер ҡыҫтау
йәшәтер, кемдәрҙеҙер мул йәшәтер. Бөтөнегөҙ ҙә бары тик Аллаһ хозу­рына
килтереләсәкһегеҙ.

246.

Мусанан һуң килгән Исраил тоҡомоның етәксе­ләрен күрмәнеңме? Улар үҙҙәренә
ебәрелгән пәйғәм­бәргә:


Беҙгә бер хаким күндер ҙә, беҙ Аллаһ юлында һуғы­шырбыҙ, — тинеләр. Пәйғәмбәр ҙә
әйтте:


Һеҙҙе һуғышҡа яҙһаҡ та, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ бит, — тине.

Улар әйтте:


Ни эшләп һуғышмайыҡ, ти! Беҙҙе йорттарыбыҙҙан ҡыуып сығарҙылар, балаларыбыҙҙан
мәхрүм иттеләр, — тинеләр.

Ләкин кәферҙәр менән һуғышыу фарыз ителгәс, уларҙың күбеһе (һуғыштан) баш
тартты, бик әҙе генә һуғышты. Аллаһ барыһын да (монафиҡтарҙың ике йөҙлө
ғәмәлдәрен) бик яҡшы белеп тора.

247.

Уларға Пәйғәмбәр әйтте:


Хәҡиҡәтән, Аллаһ һеҙгә хаким итеп Талутты күндер­ҙе, — тине. Улар әйтте:

—Нисек инде ул беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итһен? Беҙ хаким итергә унан да
лайығыраҡбыҙ.
Байлығы ла, малы ла булмаған кеше нисек итеп беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итер икән? —
тинеләр.

Пәйғәмбәр әйтте:


Ысындан да, Аллаһ Талутты һеҙгә хаким итте, ул белем өлкәһендә лә, ҡеүәте менән
дә һеҙҙән өҫтөн. Аллаһ — милекте кемгә бирергә теләһә, шуға бирә. Аллаһ мәрхәмәт
эйәһе, ғилеме менән йомарттыр, барыһын да белеп тороусы.

248.

Пәйғәмбәрҙәре уларға әйтте:


Уның (Талуттың) хөкөмдарлыҡ ғәләмәте шул булыр: һеҙгә бер һандыҡ килер, эсендә
Раббығыҙҙың тамға­һы булыр һәм (һандыҡта) Муса нәҫеленән, Һарун ырыуҙары мираҫҡа
ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Фәрештәләргә шул эш тап­шырыласаҡ. Әлбиттә, шунда
һеҙгә ҡәтғи бер ғәләмәт (һәм, ғибрәт) бар. Әгәр ҙә һеҙ иманға килгән булһағыҙ.

249.

Ғәскәре менән Талут юлға сыҡты. Ул әйтте:


Шөбһәһеҙ, бер инешкә тап килтереп, Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарар. Шул йылғанан
берәйегеҙ (ҡомһоҙланып) һыу эсһә, минең менән бара алмаҫ. Эсмәгән кеше минең
менән булыр. Бер ус ҡына һыу алып эсһә, ул да минең менән барыр, — тине.

(Йылғаға килеп еткәс)
ғәскәрҙең күп кешеһе туйғансы һыу эсте. Бик әҙе генә һыу эсмәне. Ниһайәт, ул
(Талут) үҙенең мосолмандарҙан торған ғәскәре менән йылғаны кисеп сыҡты. Ҡайһы
берҙәре әйтте:


Бөгөн Ялут ғәскәренә ҡаршы һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ, — тинеләр.

Аллаһ менән һис шикһеҙ ҡауышасаҡтарын белгәндәр әйтте:


Аллаһ ярҙамы менән әҙ генә кеше менән дә күп һанлы ғәскәрҙе еңгәндәр бар, –
тинеләр. Аллаһ сыҙам кешеләр менән бергә булыр.

250.

Улар (Талут әмерендәгеләр) Ялут ғәскәренә ҡаршы сыҡҡанда әйттеләр:


Йә, Раббыбыҙ, беҙгә түҙемлек бир. Аяктарыбыҙҙы нығыт, был кәферҙәр өйөрөнә ҡаршы
һуғышҡа беҙгә ярҙам ит, — тинеләр.

251.

Шулай итеп, улар (һуғыш башланыр-башланмаҫта) Аллаһ ярҙамы менән уларҙы
(дошмандарҙы) ҡыуып таратты. (Мөьмин ғәскәре менән килгән) Дауыт Ялутты үлтерҙе.
Аллаһ уға (Дауытҡа) хөкөмдарлыҡ һәм пәйғәмбәрлек дәрәжәһе бир­ҙе, ул өйрәнергә
теләгәндәрҙе  Аллаһ өйрәтте.

Әгәр ҙә Аллаһ кешеләрҙе бер-берҙәренә ҡаршы һуғыш­тан тыйып тормаһа ине, Ер
йөҙөндә, мотлаҡ, гел генә фетнә сығып торор ине. Аллаһ ғәләмдәгеләрҙең барсаһына
мәрхәмәтле.

252.

Былар — Аллаһтың аяттарыҙыр. (Ий, Мөхәммәд) быларҙы һиңә хаҡлыҡ менән уҡыйбыҙ.
Һин, әлбиттә, Беҙҙең илсебеҙ.

253.

(Был сүрәлә зикер ителгән) ул пәйғәмбәрҙәрҙе Беҙ бер-берһенән өҫтөн күрҙек
(берһендә булған айырым-айырым һәләт икенсеһендә булмаҫ). Аллаһ уларҙың берһе
менән һөйләшә, икенселәрен бөйөк дәрәжәләргә күтәрә. Мәрйәмдең улы Ғайсаға
аңлайышлы, асыҡ аяттар индерҙек һәм уны Рух-Әль Ҡутдус менән ҡеүәтләндерҙек.
Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә ине, улар артынан килеүсе кешеләр, үҙҙәренә асыҡ китаптар
килгәндән һуң да, бер-берҙәрен үлтермәгән булырҙар ине. Ләкин улар
дошманлаштылар. Нәтижәлә, уларҙың ҡайһы­һы иман килтерҙе, ҡайһылары кәферлеккә
китте. Аллаһ улар­ҙың бер-берҙәрен үлтереүҙәрен теләмәһә, үлтертмәҫ ине. Әммә
шуныһы бар, Аллаһ үҙе теләгәнсә ғәмәл ҡылыр.

254.

Ий, иман килтергән бәндәләрем, Беҙ һеҙгә биргән ризыктарҙы Әхирәт көнө килеп
еткәнсе үк (Хаҡ юлында) сарыф итегеҙ (саҙаҡа бирегеҙ, йәтимдәргә ярҙам итегеҙ,
зәкәт бирегеҙ, хаж ғибәҙәте ҡылығыҙ). Ул Көн килеп еткәс кенә алыш-биреш тә,
дуҫлыҡ та, шәфәғәт тә булмаясаҡ. Кәферҙәр золом итеүселәрҙең үҙеҙер.

255.

Аллаһтың Үҙенән башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул
(мәңге) тере. Заты менән Ул һәр ваҡыт бар. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла тотмай.
Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн нәмә Уныҡы ғына. Аллаһтың рөхсәте булмағанда, бер кем
дә, бер кемдең дә гөнаһтарын ярлыҡай алмай. Ул Үҙе яралтҡандарҙың алда нимә
күрәсәген, үткәнендә нимә күргәндәренең (ҡылғанын, ҡылмағанын, ҡыласағын,
белгәнен, белмәгәнен, йәшергәнен, йәшермәгәнен) барыһын да белеп тора. Кешеләр
уның ғилеменән башҡа бер нәмә лә эшләй алмаҫ. Уның көрсийе (ғилеме) күктәрҙе һәм
Ерҙе үҙ эсенә алған. Аллаһҡа күктәрҙе, Ерҙе һаҡлап тороу һис тә ҡыйын түгел.
Аллаһ ғәйәт бөйөк, ғәләмәт тә олуғтыр.

(«Был аят «Аятел Көрси» тип атала. Көрcиҙе, ғәҙәттә,
тәхет тип тә анлаталар. Ләкин ул беҙ аңлаған сифаттағы тәхет түгел, әлбиттә.
Аллаһтың көрсийе, Аллаһтың тәхете. Ул күктәрҙе, Ерҙе үҙ эсенә алырҙай киң, оло,
сикһеҙ. Хәҙрәти Мөхәммәд Пәйғәмбәре­беҙ әйткән, имеш: көндәрҙең, иң олоһо —
Йома. Һүҙҙәрҙең иң олоһо – Ҡөръән. Ҡөръәндең иң оло сүрәһе – Баҡара. Баҡараның
иң олуғ
аяты —Аятел Көрси булыр, тигән»

Хәсән Чантай тәфсиренән.)

256.

Диндә ирекһеҙләү (көсләү) юҡ. (Ҡөръән ингәс) Хәҡиҡәт менән ялған бер-берҙәренән
айырылды. Шайтандан баш тар­тып, иман килтергән кеше бер ҡасан да ҡутарып алып
бул­май торған тотҡаға (дөрөҫлөккә, Исламға) йәбешкән булыр. Хәҡиҡәтән, Аллаһ
барыһын да ишетеүсе, һәр нәмәне белеп тороусы.

257.

Аллаһ — иман килтергәндәрҙең ярҙамсыһы. Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан ҡотҡарып, нурға
алып сығыр. Кәфер иткәндәрҙең дуҫы иһә шайтандыр. Ул нурҙан айырып, кешеләрҙе
ҡараңғылыҡҡа алып керер. Шайтандар (һәм уларға эйәргән бәндәләр) — йәһәннәм
эйәләре. Улар шунда ҡалыр.

258.

(Ий, Мөхәммәд)
Аллаһ биргән мөлкәт менән аңһат ҡына байыған бер кешенең Ибраһим менән Раббы
хаҡында нисек һүҙ көрәштереүен күрҙеңме һин? Ибраһим:


Минең Раббым үлтерер
ҙә, терелтер ҙә, — тине, теге
бәндә:


Мин дә үлтерә
лә, терелтә лә алам, — тине. Ибраһим
әйтте:

—Аллаһ Ҡояшты Көнсығыштан сығара, Әйҙә, һин уны Көнбайыштан сығарып ҡара, —
тине, кәфер тотлоғоп ҡал­ды. Аллаһ гөруһтарҙы (залимдарҙы, Илаһи хөкөмдәр
тураһында тартышырға аҙапланғандарҙы) тура юлға күндермәҫ.

259.

Йәки түбәләре ишелеп, нигеҙҙәре
емерелгән бер биҫтә биналарының емеректәре янынан уҙып барыуысыны күрмәнеңме?
(Ул үҙ алдына):


Аллаһ был үле биҫтәне нисек итеп яңынан терелтер икән? — тине. Аллаһ уны йәнһеҙ
итте. Йөҙ йылдан һуң терелтте.


Һин күпме

ваҡыт бында яттың? — тип һораны. Тегеһе әйтте: — Булһа, бер көндөр, бәлки
әҙерәктер ҙә, — тине. Аллаһ уға:


Юҡ, һин йөҙ йыл үле килеш яттың. Бына
ризыҡтарыңа, эсемлектәреңә ҡара, улар әле һаман боҙолмаған. Шунан һуң үҙеңдең
ишәгеңә ҡара. Инсандарға ғибрәт булһын тип, һине терелттек. Хәҙер ишәгеңдең
һөйәктәренә ҡара. Нисек итеп Беҙ уның һөйәктәрен бергә йыйып, уға ит
ҡундырасаҡбыҙ, — тине, (Ишәк, терелеп, әүәлге рәүешен алды.)

Быны күргәс, ул (Ғөзәйер) әйтте:


Мин белдем инде: шик юҡ, шөбһә юҡ, Аллаһтың ҡөҙ­рәте бөтөн нәмәгә лә етә икән, —
тине.

(М. Ғәли яҙыуынса, йөҙ йылдан һуң терелгән кеше ул — йөҙ йылдан һуң төрнәкләнгән
Израил халҡының яҙмышына ишара. Боҙолмаған ри­зыҡ, һөйәктәренә ит ҡунып, йәнә
терелгән ишәк тураһындағы хикәйәне лә күсермә мәғәнәһендә аңлау кәрәк. Был —төш
һәм хикәйәт.)

260.

Ибраһим:


Йә, Раббым, мәйеттәрҙе нисек итеп терелткәнеңде миңә лә күрһәт, зинһар, — тине.
(Аллаһ уға:)


Әллә Миңә ышанмайһыңмы? — тине.


Ышанам,—тине Ибраһим. — Ләкин (үҙ күҙҙәрем менән күреп) күңелемде
тынысландыраһым килә.

(Аллаһ)
әйтте:


Дүрт ҡош тот. Уларҙы үҙеңә эйәләштер. (Һуңынан уларҙы һуйып, боттарын-саттарын
айырып, һәр
берһенән берәй киҫәк
алып), айырым-айырым тау башына итеп ҡуй. (Өйөңә ҡайтҡас, ҡоштарыңды) саҡыр.
Улар һинең янға осоп ҡайтыр. Шуны белеп тор, Аллаһ — мотлаҡ ҡөҙрәт эйәһе, хөкөм
һәм хикмәт сахибеҙер.

(Тәржемәселәр, тәфсирселәрҙең күбеһе шулай яҙа. Ләкин Ҡөръән теле белгестәре
араһында башҡаса аңлатыусылар ҙа бар. Аллаһ Иб­раһимға дүрт ҡош тотоп, уларҙы
өйрәтергә һәм дүртеһен дүрт тауға итеп ҡуйырға бойора. Өйрәтелгән ҡоштар,
Ибраһим Пәйғәмбәр саҡырғас, юлдан яҙмайынса, әйләнеп ҡайта.)

261.

Малдарын Аллаһ юлында сарыф иткәндәрҙең хәле, ете башаҡ үҫтереп, һәр башаҡта йөҙ
бөртөк орлоҡ биргән бер дана орлоҡтоң хәле кеүектер. Ихтыяр иткән кешеһенә Аллаһ
ҡат-ҡат ниғмәт бирер. Аллаһ муллыҡ эйәһе һәм барыһын да белеп тороусы.

262.

Малдарын (Аллаһ юлында) сарыф итеп тә, биргән малдары өсөн үкенмәгәндәр, кешене
рәнйетмәгәндәр Аллаһтың әжеренә лайыҡ. Уларға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаҫ,
улар өҫтөнә ҡайғы килмәҫ.

263.

(Кешеләргә) тәмле һүҙ әйтеү һәм (уларҙың) хаталарын кисерә белеү, рәнйетеп,
теләр-теләмәҫ бирелгән хәйерҙән артығыраҡ. Аллаһ (ҡолдарының саҙаҡаларына)
мохтаж түгел, Ул бай һәм сабыр.

264.

Әй, мөьминдәр, кешеләргә күрһәтер өсөн генә саҙаҡа-мал бирмәгеҙ. Аллаһҡа, Әхирәт
көнөнә ышанмаған кәфер кеүек, хөсөтлөк менән, кешене рәнйетеп саҙаҡа бир­мәгеҙ.
Был кешенең хәле, өҫтө тупраҡ менән ҡапланған таш-ҡаяныҡы кеүек; ҡойоп ямғыр
яуғандан һуң, ҡая-таш шып-шыма булып ҡала (таш өҫтөндәге тупраҡ иген сәсһәң дә
уңыш бирә алмай, уны ямғыр йыуып алып китә). Былар (донъялыҡ­та) ҡылған (яҡшы)
эштәренең берһенән дә (сауап) ҡеүәт ала алмаҫтар. Аллаһ кәферҙәр гөруһына
(өйөрөнә)һидәйәт бирмәҫ.

265.

Аллаһ ризалығын алырға теләүселәр һәм рухтарында булған иманды нығытыу өсөн,
малдарын сарыф иткәндәр­ҙең хәле ҡалҡыулыҡтағы гүзәл баҡса кеүектер. Баҡса
өҫтөнә ямғыр яуһа, ике ҡат уңыш йыйып була. Ямғыр мул яумаһа ла (һис юғында ул
баҡсала) дым ҡалыр. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғандарығыҙҙы күреп тора.

266.

Хөрмәләр, йөҙөмдәр шаулап үҫкән, шишмәләре ағып тороусы, еләк-емеш тулы баҡсаһы
булған кеше ҡартайып, (ҡарт булһа ла) бала-сағалары ғәзиз сабый булып, утлы
өйөрмә сығып, шул баҡсаны яндырып китеүен теләр инеме икән? Бына, Аллаһ һеҙгә
аяттарын шулай ап-асыҡ итеп аңлата. Моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ (һәм
бер нәтижәгә килерһегеҙ).

267.

Әй, мөьминдәр, йыйған малдарығыҙҙың иң затлыларын ғына һәм һеҙҙең өсөн ерҙән
сығарғандарыбыҙҙан (саҙаҡа, хәйер, зәкәт биреп, Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ. Күҙ
йомоп (сырайығыҙҙы һытып, ерәнеп кенә, теләр-теләмәҫ кенә) алырҙай затһыҙ малды
бүләккә бирмәгеҙ (үҙегеҙгә оҡша­маған, ғәмәлгә яраҡһыҙ мал хәйергә бирелмәҫ).
Белеп тороғоҙ, Аллаһ сикһеҙ бай һәм маҡтауға лайыҡ.

268.

Шайтан һеҙҙе:


Фәҡир буласаҡһығыҙ, — тип ҡурҡыта. Һеҙҙе ул фәхеш­леккә саҡыра (һеҙҙе
боҙоҡлоҡҡа, һаранлыҡҡа өндәй). Аллаһ иһә һеҙгә үҙенән ярлыҡау һәм муллыҡ вәғәҙә
итә. Аллаһ — сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, барыһын да белеп тороусы.

269.

(Аллаһ Тәғәлә) хикмәтен теләгән кешеһенә бирер. Кемгә хикмәт (аҡыл, ғилем)
бирелһә, хәҡиҡәтән, уға күп хәйер бирелгән булыр. Сәләмәт аҡыллы кешеләрҙән
башҡа быны бүтәндәр яҡшы аңламаҫ.

270.

Саҙаҡа малын ҡайҙа ҡуйғанығыҙҙы йәки кемгә лә булһа нәҙер ителгән малығыҙҙы
ҡайҙа сарыф иткәнегеҙҙе Аллаһ белеп тора. Залимдар өсөн һис бер ярҙам бул­маҫ.

271.

Саҙаҡаларығыҙҙы асыҡ итеп бирһәгеҙ, яҡшы булыр. Саҙаҡаларығыҙҙы фәҡирҙәргә
йәшертен бирһәгеҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр. Шуға күрә, (Аллаһ)
гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡар. Һеҙ нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, Аллаһ барыһынан
да хәбәрҙар.

272.

(Ий, Мөхәммәд) уларҙы (бәндәләрҙе) һидәйәткә иреш­тереү һиңә йөкләнмәй. Кемгә
теләһә, Аллаһ һиҙәйәтте шуға бирә. Бирелгән хәйер (мал) үҙ файҙағыҙға булыр. Һеҙ
малда­рығыҙҙы (саҙаҡағыҙҙы) бары тик Аллаһ ризалығын алыр өсөн генә бирәһегеҙ.
Аллаһ юлында сарыф иткән малдарығыҙ (саҙаҡалар, зәкәт, хәйер) өсөн һеҙ артығы
менән бүләклә­нәсәкһегеҙ. Һеҙ (сауап мәсьәләһендә) хаҡһыҙ рәнйетелмәйәсәкһегеҙ.

273.

(Саҙаҡа) үҙҙәрен Аллаһ юлына бағышлағандарға (фәҡирҙәргә, ғалимдарға) бирелергә
тейеш. Сөнки улар Ер йөҙө буйлап йөрөй алмай. Уларҙың хәлен белмәгән кешеләр,
уларҙың тыйнаҡ һәм ғорур булғанына ҡарап, был әҙәмдәрҙе бай тип иҫәпләйҙәр. Һин
уларҙы (үҙҙәренә генә хас) ғәләмәттәренән танырһың. Улар (ҡыйын хәлдә булһалар
ҙа күҙгә керә-керә) хәйер һорамай. Һеҙҙең (Хаҡ юлында) күпме мал сарыф
иткәнегеҙҙе, шик юҡ, Аллаһ белеп тора.

274.

Малдарын иртә-кис, йәшертен йәки йәшермәйенсә (Хаҡ юлында) сарыф иткәндәргә
Аллаһ хозурында әжерҙәр бар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға ҡайғы
килмәҫ.

275.

Риба (әжәткә биреп торған аҡсанан-малдан артты­рып алынған харам керем)
ашағандар иһә шайтан зәхмәте һуҡҡан тилеләр кеүек, ҡәберҙәренән торасаҡтар Улар:


Сауҙа итеү ҙә риба кеүек бит, — тигәндәре өсөн шундай хәлдә
ҡалырҙар.                                      Аллаһ алыш-биреште хәләл итте,
рибаны ха­рам ҡылды. Әгәр ҙә кемдер Аллаһтан (риба алмаҫҡа) әмер килгәс, рибанан
баш тартһа, әмер килгәнгә ҡәҙәр алған рибаһы ғәфү ителер, уның эше Аллаһ
хөкөмөндә булыр. Кем ҡабаттан (был аят ингәндән һуң) риба ала ҡалһа, улар
йәһәннәм әһелдәре булыр һәм улар шунда мәңгегә ҡалыр.

276.

Аллаһ рибаның бәрәкәтен ебәрер (әжәтте артты­рып алған кеше, барыбер, ул аҡсаның
рәхәтен күрмәҫ). Саҙаҡа биргән кешеләрҙең малдарын арттырыр. Аллаһ (рибаны,
харамды хәләл тип танығандарҙы) кәферҙәрҙе, гөнаһлыларҙы яратмай.

277.

Мөьминдәр, изгелек ҡылғандар, намаҙҙы дөрөҫ уҡы­ғандар, зәкәтен биргәндәр
Раббының хозурында әжерҙәрен табырҙар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға
хәсрәт тә килмәйәсәк.

278.

Иман килтергән кешеләр! Мосолман икәнһегеҙ, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ,
алынмаған рибаларығыҙҙы алмағыҙ.

279.

Шулай эшләмәһәгеҙ, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы һуғыш асҡан кәферҙәр кеүек
булырһығыҙ. Был эштәрҙән тәүбә итһәгеҙ, малығыҙ-байлығығыҙ — маяғыҙ үҙегеҙгә
ҡалыр. Шулай ҡылһағыҙ, һеҙ ғәҙелһеҙ булмаҫһығыҙ, үҙегеҙгә лә ғәҙелһеҙлек булмаҫ.

280.

Әгәр (һеҙгә бу­рыслы кеше әжәтен ҡайтарырға) ҡыйын хәлдә ҡалған булһа, бурысын
түләр өсөн уға уңай ваҡыт бирегеҙ. Саҙаҡаға хи­саплап, үҙегеҙ белеп, ул бурысты
алмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн та­ғын да хәйерлерәк булыр.

281.

Аңлы булығыҙ! Аллаһ хозурына барасаҡ Көн тураһында уйлап, ҡурҡып йәшәгеҙ. (Ул
Көндө) һәр кемгә үҙе ҡылғандар өсөн түләү итеп, ғәҙеллек менән тамам өлөш
(йәннәт йәки йәһәннәм) бирелер.

282.

Һәй, иман килтергәндәр! Билдәле ваҡытта ҡайтарылырға тейешле бурысығыҙҙы яҙып
ҡуйығыҙ. Был шартнәмәне арағыҙҙа ғәҙеллеге менән танылған берәү хилафһыҙ итеп
яҙһын. (Шартнәмәне) яҙыусы Аллаһ нисек әмер иткән булһа, шулай итеп яҙһын,
һуңынан баш тартмаһын. Ул яҙһын, бурыслы кеше әйтеп торһон. Раббыһы булған
Аллаһтың язаһынан ҡурҡһын, бирәсәк бурысын кәметеп яҙҙырмаһын. Өҫтөндә бурысы
ҡалған кешенең аҡылы зәғиф булһа йәки хәлһеҙ булһа, әйтеп тороп яҙҙырта алмаһа,
уның ғәҙел яҡын туғаны был эште башҡарһын, (телһеҙ-һуҡыр, һаҡау булһа, рәсми тел
белмәгән кеше булһа, тотҡонда булһа) ир кешеләр араһынан ике шаһит һайлап
алығыҙ. Ике ир кеше табылмаһа, ул сағында һеҙ риза булырлыҡ бер ир һәм тағын ике
ҡатын табығыҙ. Ҡатындарҙың берһе онотһа, икенсеһе был шартнәмәне хәтерендә
һаҡлар. Саҡырылған шаһиттар был эштән баш тартмаһын (ҡасмаһын). Бурыс әҙ булһа
ла, күп булһа ла, ҡайтарыласаҡ ваҡытын дөрөҫләп яҙырға ялыҡмаһындар. Был — Аллаһ
ҡаршыһындағы ғәҙеллеккә тура килә, шаһитлыҡ зарури, шикләнерлек урын ҡалдырмай
тор­ған эш. Әгәр, арағыҙҙа ҡулдан-ҡулға йөрөй торған алыш-биреш булһа, ул
ваҡытта уны яҙып тормаһағыҙ ҙа була. Гөнаһаһы булмаҫ. Сауҙа эшендә лә шаһиттар
яллағыҙ. (Шар­тнәмәне) яҙыусыға ла, шаһиттарға ла зарар килтерелмәһен. (Зарар
һалһағыҙ) үҙегеҙгә насарлыҡ ҡылған булырһығыҙ. Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ,
Аллаһ һеҙҙе өйрәтеп тора. Аллаһ барса нәмәне ысыны менән белеп тора.

283.

Һеҙ сәфәрҙә булып, (шартнәмәне) яҙырға кеше таба алмаһағыҙ, бурыслы кешенән
(бурыс ҡиммәтенә яҡын әйбер) аманат алып тороу ярай. Бер-берегеҙҙән шикләнһәгеҙ,
ышаныслы әҙәм Раббыһы булған Аллаһтың хөкөмөнән ҡурҡһын, аманатын теүәл
ҡайтарһын. Шаһитлыҡты йәшермәгеҙ. Йәшергән кеше гөнаһлы булыр. Нимә генә
ҡылһа­ғыҙ ҙа, Аллаһ барыһын да белеп тора.

284.

Күктәрҙә, Ерҙә нимәләр бар — бөтөнөһө лә Аллаһтыҡы. Әгәр һеҙ күңелегеҙҙәгеләрҙе
асып һалһағыҙ йәки йәшер­һәгеҙ, Аллаһ һеҙҙе яман уйҙарығыҙ өсөн яуапҡа тартыр.
Кемде ярлыҡарға теләһә, Аллаһ шуны ярлыҡар. Кемгә яза бирергә теләһә, шуға яза
бирер. Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙ­рәте етә.

285.

Ул
пәйғәмбәр
ҙә Раббынан үҙенә төшөрөлгән (Ҡөръән)гә иман килтерҙе. Мөьминдәрҙең һәр береһе
лә Аллаһҡа, уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә инанды һәм
әйттеләр:


Уның пәйғәмбәрҙәренә айырмайынса ышандыҡ, ишеттек (ҡабул ҡылдыҡ), итәғәт иттек.
Әй, Раббыбыҙ, ярлыҡауыңды теләйбеҙ. Һуңғы йөрөшөбөҙ Һинең тарафҡаҙыр, — тинеләр.

286.

Аллаһ бер кемгә лә көсө етмәҫлекте йөкләмәҫ. (Кеше) изгелек ҡылһа, үҙ файҙаһына;
яманлыҡ ҡылһа, үҙенең зарарына ҡылыр.


Әй, Раббыбыҙ, онотһаҡ йәки яңғылышһаҡ, беҙҙе ғазаптар­ға һалма, (зинһар). Йә,
Раббыбыҙ, беҙҙән алда килеп-киткәндәргә йөкләгәнең кеүек, беҙгә лә шундай ауыр
ғазап­тар йөкләмә. Раббыбыҙ, (зинһар), беҙҙе сыҙай алмаҫлыҡ хәлдәргә ташлама.
Гөнаһтарыбыҙҙы өҫтөбөҙҙән ал, ярлыҡа беҙҙе, кисер беҙҙе, беҙгә рәхимле бул. Һин
беҙҙең Хужабыҙ, Хакимыбыҙ. Кәферҙәр өйөрөнә ҡаршы (көрәшергә һәм еңергә) беҙгә
ҡеүәт бир!