29. Ғәнкәбут (Үрмәксе)

1.

Әлиф. Ләм. Мим.

2.

Иман килтерҙек
(бер Аллаһҡа инандыҡ), тип әйткәндән һуң, ауырлыҡ
тар
аша һыналма
йбыҙ,
беҙҙе и
ғтибарһыҙ
ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы әллә кешеләр?

3.

Хаҡтыр, Беҙ уларҙан элек йәшәп киткәндәрҙе лә һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Әлбиттә,
Аллаһ кем дингә то
ғро,
кем монафиҡ икәнде лә белеп тора.

4.

Яманлыҡ ҡылғандар:
Аллаһтан ҡасып ҡотолорбыҙ, тип уйлайҙармы әллә? Бик тә яң
ғылыш-насар
фекерләй улар.

5.

Кем Аллаһ менән ҡауышыуға
өмөт итә, белеп торһон, Аллаһ билгеләгән ул ваҡыт (Ҡ
иәмәт),
һис шикһеҙ, киләсәк. Ул бар нәмәне лә ишетә, күрә.

6.

Жиһадта ҡатнашҡан, бары тик үҙ файҙаһы өсөн генә һуғышыр.
Шөбһәһеҙ, Аллаһ бер нимә
гә
лә, бер кемгә лә мохтаж түгел.

7.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың
хаталарын ки­сереп, (ҡыл
ған
изгелектәренән дә артыҡ) әжер бирербеҙ.

8.

Беҙ кешеләргә ата-әсәгә изгелекле булыуҙарын
васыят иттек. Әгәр улар һин таныма
ған,
белмәгән башҡа бер нәмәне Миңә тиңләштерһәләр (һәм шу
ға
инаныр
ға
ҡушһалар), улар
ға
итә
ғәт
итмә. Һеҙ Минең ян
ға
ҡайтарыласаҡ
һығыҙ.
Шул саҡта Мин һеҙ ҡыл
ғандар
тураһында хәбәр бирермен.

9.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы
саф мосолмандар хисабына яҙ
ыр­быҙ.

10.

Кешеләр араһында шундайҙары ла бар:


Аллаһҡа инандыҡ, —тип әйтәләр ҙә, дин юлында ҡыйынлыҡ
тарға
дусар бул
ғас,
кешеләр күрһәткән

яфаларҙы
улар Аллаһтың

ғазабы
булараҡ ҡабул итәләр. Аллаһ тарафынан берәй муллыҡ килһә, улар:


Беҙ

ҙә
,
ысынлап та, һеҙҙең менән бер юлда инек, — тип әйтерҙ
әр.
Аллаһ


ғәләмдәрҙә


(һәр кешенең күңелендә) нимәләр барын

бик яҡшы белеп тороусы түгелме?

11.

Ысындан да, Аллаһ кемдең иман килтергәнен, кемдең монафиҡ икәнен бик яҡшы белә.

12.

Кәферҙәр иманлыларға
әйтер:


Беҙгә эйәрегеҙ, (беҙҙең динде тотһа
ғыҙ)
беҙ һеҙҙең гөнаһтарҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алырбыҙ, — тип әйтерҙәр. Ләкин улар ул
гөнаһтарҙың берһен дә үҙ өҫ
тәренә
алмаҫ. Хаҡтыр, улар ял
ғансы.

13.

Улар үҙ гөнаһтарын да, (үҙҙәре юлдан яҙҙырған
мөьминдәрҙекен дә) үҙ елкәләрендә күтәреп Ҡ
иәмәткә
алып килерҙәр, һәм ял
ғандары
өсөн яуап тоторҙар.

14.

Хаҡтыр, Беҙ Нухты үҙ халҡына (пәйғәмбәр
итеп) күндерҙек. Ул үҙ халҡы араһында ту
ғыҙ
йөҙ илле йыл йәшәне. Уның халҡы барыбер иман килтермәне (боҙ
оҡлоҡ
һә
м
гөнаһҡа батып бөттө) һәм у
ларҙы
Туфан һыуы йотто.

15.

Әммә Беҙ уны ла, кәмәләгеләрҙе лә һау-сәләмәт ҡотҡарҙыҡ һәм
быны бөтөн донъя
ға
үрнәк итеп ҡуйҙыҡ.

16.

Ибраһимды ла (пәйғәмбәр
иттек). Ул үҙ халҡына әйтте:


Аллаһҡа


ғи
бәҙәт
ҡылы
ғыҙ.
Унан (язаһынан) ҡур­ҡы
ғыҙ.
Әгәр белһәгеҙ икән, был эш һеҙҙең өсөн


ғәйә
т
хәйерле булыр ине, — тине.

17.


Һеҙ Аллаһҡа тиң тип, үҙегеҙ уйлап сы
ғарған
боттар
ға
табынаһы
ғыҙ
һәм ял
ған
һөйләйһегеҙ. Гәрсә, һеҙҙең Аллаһтан башҡа табын
ған
һындары
ғыҙ
һеҙҙең өсөн бер бөртөк ризыҡ бирергә һәләтһеҙ нәмәләр. Ризы
ғығызҙҙы
Аллаһ хозурында табырһы
ғыҙ.
У
ға

ғибәҙәт
ҡылы
ғыҙ,
У
ға
шөкөр итегеҙ. Һеҙ бары тик Уның янына

ғына
ҡайтарыла­саҡ
һығыҙ;

18.

әгәр һеҙ быларҙы ялған
тип уйлаһа
ғыҙ,
һеҙҙән элек йәшәп киткән халыҡ
тар
ҙа (үҙ пәй
ғәмбәрҙәрен)
ял
ғансы
тип атанылар (һеҙҙе лә шул ҡара яҙмыш көтә). Пәй
ғәмбәр­ҙәр
өҫтөнә төшкән вазифа бары тик (Аллаһтың әмерҙәрен) ап
­асыҡ
итеп аңлат
ыу.

19.

Әллә һуң улар күрмәйме, нисек итеп Аллаһ башта бар­лыҡҡа килтерҙе,
унан һуң юҡҡа сы
ғарыр,
һуңынан та
ғын
те­релтер. Быларҙы эшләү Аллаһҡа бик тә еңел.

20.

Әйт:


Донъя буйлай сәйәхәт итегеҙ, ҡ
арағыҙ:
Аллаһ нисек итеп башта барлыҡҡа килтергәнде күрегеҙ. Аллаһ та
ғын
Әхирәт тормошон да бирәсәк. Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡ
өҙрәте
етә, — тип.

21.


(Аллаһ) ихтыяр иткән кешеһен язалар, теләгәнен ярлыҡар. Бары
ғыҙ
ҙа бары тик У
ға
ҡайтарыласаҡ
һығыҙ,
—тип әйт.

22.


Һеҙ Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫ
һығыҙ.
Аллаһтан башҡа һеҙҙең һис бер яҡ
лаусығыҙ
һәм ярҙамсы
ғыҙ
булмаҫ, — тип.

23.


Аллаһтың аяттарын һә
м
Уның менән (Әхирәттә те­релеп) ҡауыш
ыуҙы
инҡар иткән   кәферҙәр рәхмәтемдән мәхрүм ҡаласаҡ. Аллаһтың әсе


ғ
азабы
ла улар
ға
тейер.

24.

Халҡы
у
ға
(Ибраһим
ға)
шулай яуап ҡайтарҙы:


Ү
лтерегеҙ
уны йәки яндыры
ғыҙ,
— тине. Аллаһ уны ут­тан ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, иманлылар өсөн бында


ғи
брәттәр
бар.

25.

Һәм ул
(Ибраһим) әйтте:


Һеҙ донъя тереклегендә Аллаһтан башҡа боттар уйлап сы
ғарып,
шулар
ға
бары
ғыҙ
ҙа мөхәббәт тәрбиә иттегеҙ. Ләкин ахырҙа, Ҡ
иәмәт
көнөндә һеҙ бер-берегеҙҙән уаз кисеп, бер-берегеҙгә лә
ғнәт
әйтәсәкһегеҙ. Һеҙ барасаҡ ер —утлы тамуҡтыр. Шунда һеҙҙең һис бер ярҙамсы
ғыҙ
булмаҫ, — тине.

26.

Шунан
һуң (Ибраһимдың ту
ғандан
ту
ған
энеһе) Лут иман ки
лтерҙе.
(Ибраһим) әйтте:


Хаҡтыр, мин Раббым я
ғына
һижрәт итәсәкмен (Аллаһ ҡушҡан ергә күсеп китәсәкмен). Шик юҡтыр, һәр ваҡыт
еңеүсе, хөкөм һә
м
хикмәт эйәһе — Улдыр, — тине.

27.

Беҙ уға
Исхаҡ менән Яҡупты ебәрҙ
ек.
Пәй
ғәм­бәрлек
һәм Китаптарҙы (Тәурат, Инжил, Зәбур, Ҡ
өръәнде)
уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла у
ға
бүләктәр бир­ҙек. Ха
ҡтыр,
ул Әхирәттә лә һәр хәлдә изгеләрҙән һаналасаҡтыр.

28.

Лутты
ла Беҙ (үҙ халҡына пәй
ғәмбәр
итеп күндерҙек). Хәтерләйһеңме, ул халҡына былай тигән ине:


Һеҙ бы
ға

тиклем
донъяла һис бер халыҡ ҡылма
ған
нәжес эш эшләйһегеҙ, — тине.

29.

Һеҙ
һәр ваҡыт ирҙәрҙе (ҡатын итеп) ҡулланасаҡ
һығыҙмы,
юлбаҫарлыҡ ҡылырһы
ғыҙмы,
өйөрөлөшөп, шәри
ғәттә
булма
ған
боҙ
оҡлоҡтар
ҡылырһы
ғыҙмы?
— тине. Халҡы былай яуапланы:

— Әгәр
ҙә һин дөрөҫ һөйләйһең икән, (хаҡлы икәнеңде иҫ­бат итер өсөн) өҫтөбөҙгә
Аллаһтың язаһын индерт, — тинеләр.

(«Народу Лотову приписываются три порока — противоестественный грех, разбой на
дорогах и свершение злодеяний на сборищах их. Поэтому неверно сводить все их
прегрешения, описанные в итории Лота, лишь к противоестественному греху, якобы
единственной причины их виновности »

Мөхәммәд Али тәфсиренән.)

30.

(Лут ялбарып):

— Йә, Раббым, боҙоҡ халыҡҡа ҡаршы көрәшергә көс бир, – тине.

31.

Илсе (фәрештәләребеҙ) Ибраһимға (улдары буласа­ғы тураһында)
һөйөнсө алырға килгәс, әйттеләр:

— Беҙ был төбәктең боҙоҡ халҡын һәләк итәсәкбеҙ.
Сөнки, ысындан да, ул залимдар гөнаһҡа кереп батҡандар.

32.

(Иб­раһим әйтте):

— Улар
араһында Лут та бар бит, — тине.


Беҙ шунда кем бул
ғанлығын
бик тә яҡшы беләбеҙ, — тинеләр. — (Һәләкәткә дусар гөнаһлылар һәм) ҡатынынан
баш­ҡа, уның үҙен һәм яҡындарын, һис шикһеҙ, ҡотҡарасаҡбыҙ.

33.

Илселәребеҙ (фәрештәләр) килгәс, Лут хафаға
та
рыны
(уның өйөнә килеп кергән фәрештәләр бик тә сибәр егеттәр рәүешендә ине. Лут
уларҙы ҡатын итеп файҙаланырҙар, тип) ҡур­ҡа ҡалды.


Ҡурҡма һин, борсолма, — тине (егет ҡ
иәфәтендәге
фәрештәләр), — беҙ һине лә, яҡындарыңды ла ҡотҡарасаҡ­быҙ. Әлбиттә, (һәләк
буласаҡ) ҡатыныңдан башҡа;

34.

һис шикһеҙ, был төбәктең халҡына, ҡылған
гөнаһтары өсөн, Күктән хәтәр яза индерәсәкбеҙ.

35.

Хаҡтыр, аҡылы башында булғандарға
Беҙ ошо ваҡ
иғаларҙы
һабаҡ булһын, тип ҡалдырабыҙ.

36.

Үҙ
ҡәүеменә — Шө
ғәйепте
(күндерҙек), ул әйтте:


Әй, ҡәүемем, Аллаһҡа

ғибәҙәт
ҡылы
ғыҙ.
Әхирәт көнөнә өмөт итегеҙ (Әхирәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында әжер алыр өсөн, гөнаһ
ҡылыуҙан һаҡланы
ғыҙ).
Ер йөҙ
өндә
фетнә сы
ғара
тор
ған
боҙ
оҡлоҡтар
таратма
ғыҙ,
— тине.

37.

Ләкин уны ялғансы
тип атанылар. Шу
ға
күрә, уларҙы хәтәр ер тетрәүе тотто һәм уларҙың барыһы ла үҙ өйҙәрендә муйындары
аҫҡа килеп, (йөҙ түбән) харап булды.

38.

Ғәд
менән Сәмуд ҡәүемдәрен дә (һәләк иттек). (Улар менән ни
мә
бул
ғанын)
һеҙ емеректәргә ҡал
ған
өйҙәренән күреп белер
һегеҙ.
Уларҙың яман эштәрен шайтан яҡшы итеп, биҙәп күрһәтте һәм аҙҙырҙы. Ю
ғиһә,
улар донъя
ға
асыҡ күҙ менән ҡ
арай
ине.

39.

Ҡарунды, Фирғәүенде,
Һаманды ла (һәләк иттек). Хаҡтыр, Муса улар
ға
ап-асыҡ дәлилдәр ки
лтерҙе,
ләкин улар донъяла тәкәбберләнделәр.


Ғ
азаптан
ҡотола алманылар.

40.

Бына шулай итеп, Беҙ уларҙың һәммәһен дә гөнаһтарына күрә язаға
тоттоҡ. Ҡайһыһының түбәһенә (таш яуҙыр­
ған)
дауыл менән (Лут халҡын), ҡайһыһын ҡот осҡ
ос
бер тауыш (Сур бор
ғоһо)
тотто (Мәдйән, Сәмуд ҡәүемдәрен), ҡайһыһын ергә йотторҙ
оҡ
(Ҡарунды), ҡайһыһын һыуға
батырҙыҡ (Фир
ғәүен
һәм Нух тоҡ
омдарын),
Аллаһ улар
ға
золом килтермәне, улар үҙҙәренә-үҙҙәре золом ки
лтерҙе.

41.

Аллаһтан башҡа Илаһтар уйлап табыныусыларҙың
ғәмәле
пәрәүез (оя) ҡор
ған
үрмәксенекенә оҡшаш. Әгәр улар аңлай тор
ған
заттар булһа, үрмәксе ояһы — пәрә
үездең
ни ­ҡ
әҙәр
ҙә сыҙамһыҙ икәнен белерҙәр ине!

42.

Аллаһ Үҙенән башҡа нәмәләргә табынғандарын,
һис шикһеҙ, белә. Ул — һәр ваҡыт ҡ
өҙрәтле
еңеүсе һәм хикмәттәр эйәһеҙер.

43.

Бына
беҙ был миҫ
алдарҙы,
ғибрәттәрҙе
кешеләр һа­баҡ алһын өсөн килтерәбеҙ. Уларҙы фәҡ
әт
белемле, зиһенле кешеләр генә аңлар.

(«Ҡурайштың
наҙ
ан,
башһыҙ әҙәмдәре: «Мөхәммәдтең Раббыһы, себен-серкәй, үрмәкселәрҙән миҫ
алдар
килтерә», — тип мыҫҡыллы көлдөләр
.
Был миҫ
алдарҙың
мә
ғәнәһен
наҙандар, хайуан дәрәжәһен­дәге мәхлүҡ наҙ
андар
аңламаҫ, әлбиттә»
.
Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)

44.

Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе ысынбарлыҡ булараҡ яралтты. Хаҡтыр, бында (Аллаһтың был
мөғжизәле эштәрендә) иманлылар өсөн ғибрәт алырлыҡ нәмәләр бар.

45.

(Рәсүлем Мөхәммәд) үҙеңә уахи ителгән Китапты уҡы һәм намаҙ ҡыл. Хаҡтыр, намаҙ
бит боҙоҡлоҡтарҙан, аҡылға һәм шәриғәткә һыймаған нәмәләрҙән һаҡлай. Аллаһты
зикер итеү, әлбиттә, (ғибәҙәттәрҙең) иң әһәмиәтлеһе. Аллаһ нимә ҡылһағыҙ, шуны
белеп тороусы.

46.

Залимдарынан башҡа, китаплылар (йәһүдтәр) менән бәхәсләшмәгеҙ, әҙәпле
һөйләшегеҙ, матур мөғәмәләлә булы­ғыҙ. — Үҙебеҙгә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) лә,
һеҙгә индерелгәнгә лә (Тәүрәткә лә) иман килтерҙек. Беҙҙең Тәңребеҙ ҙә, һеҙҙеке
лә — бер Аллаһтыр. Һәм беҙ уға итәғәт иттек, — тип әйтегеҙ.

47.

Шулай итеп, Беҙ һиңә (алда индерелеп тә, һуңынан кешеләр тарафынан боҙолған изге
китаптарҙы дөрөҫләүсе) был Китапты индерҙек. Шуға күрә, китап әһелдәре (йәһүдтәр
ҙә) быңа иман килтерҙе. Тегеләре араһында ла уға иман килтергәндәр бар. Беҙҙең
аяттарыбыҙҙы кәферҙәрҙән башҡаһы, белгән көйөнсә, бер кем дә инҡар итмәҫ.

48.

Һин бынан әүәл һис бер китап уҡыманың. Ҡулың менән дә китап яҙма­ның. Әгәр шулай
булған булһа, мөшриктәр (аяттарҙы ялған тип), әлбиттә, шикләнер ине.

49.

Юҡ шул, ул (Ҡөръән Аллаһ тарафынан бирелгән һәм) ғилем эйәләренең күңелдәрендә
яҡтылыҡ булып һаҡланыу­сы ап-асыҡ аяттарҙан тора. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ғәҙелһеҙ
залимдарҙан башҡаһы инҡар итмәҫ.

50.

Мөшриктәр әйтте:

— Уға (Мөхәммәдкә) Раббынан (уның пәйғәмбәрлеген иҫ­бат итә
торған) мөғжизәләр индерелһә ине (беҙ иман килтерер инек), — тинеләр.

Әйт һин уларға:


Мө
ғжизәләр
фәҡ
әт
Аллаһ ихтыярында

ғына.
Мин бары тик Уның әмерҙәрен еренә еткереп киҫәт
еүсе
генә, — тип.

51.

Һиңә индерелгән һәм уҡып аңлатыла торған Китап уларға мөғжизә түгелме ни?
Уға
иман килтергән ҡәүем өсөн, әлбиттә, киң рәхмәттәр һә
м
ғи
брәттәр
барҙыр.

52.

Әйт һин:

—  Минең менән һеҙҙең арала Аллаһтың, ысындан да, шаһит икәнлеге бик еткән, —
тип. — Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, Ул шуларҙы белеп тора.

Ялғанға
йөҙ тотоп, Аллаһты инҡар итеп, кәфер бул
ғандар
байтаҡ. Бына шулар инде зыян күрәсәк.

53.

Улар һинән
ғазап
кил
еүҙе
(өҫтөбөҙгә таш яуҙыр, тип) ашыҡтырыр. Әгәр ҙә махсус билгеләнгән ваҡыт булмаһа,
ул (яза) әллә ҡасан килеп тотар ине. Ул (яза) улар
ға
абайлама
ғанда,
һис шикһеҙ, кинәттән киләсәк.

54.

Әйе, улар язаның тиҙерәк
кил
еүен
теләйҙ
әр.
Гәрсә, ысынлыҡта иһә йәһәннәм кәферҙәрҙе уратып ал
ған
бит инде.

55.

Шул
көндә

ғазап
уларҙы өҫ
тәренән
дә, аяҡ аҫ
тарынан
да тотасаҡ. Улар
ға
әйтеләсәк:


Ҡыл
ған
гөнаһтары
ғыҙҙың
язаһын татып ҡара
ғыҙ,
-тип әйтелер.

56.

Әй, иман килтергән ҡолдарым, хаҡтыр, Минең ерем киндер. Шулай булғас,
бары тик Миңә генә

ғи­бәҙәт
ҡылы
ғыҙ.

57.

Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр. У­нан һуң һәр кем хозурыбыҙға
күндерелер.

58.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандар
ҙа байтаҡ. Беҙ

уларҙы
арыҡ
тарынан
шишмәләр а
ғып
тороусы йәннәттең иң түренә ур
ынлаштырырбыҙ.
Улар шунда мәңгегә ҡалыр.

Ғәмәл
ҡыл
ғандарҙың
әжере нисек гүзәл.

59.

Улар (кәферҙәр,
мөшриктәрҙең ҡ
ыйырһытыуҙарына
түҙ
еүселәр)
сабыр итеүселәр һәм бары тик Раббы
ға
ғына
инан
ғандар.

60.

Үҙҙәренә ризыҡ таба
а
лмаған
ни

ҡәҙ
әр
йәнле мәхлүҡ бар был донъяла. Шундайҙар
ға
ла, һеҙгә лә Аллаһ ризыҡ бирә. Ул ысыны менән ишетеүсе һәм мөкәммәл белеп
тороусы.

61.

Уларҙан:


Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтҡан? Ҡояшты, Айҙы буйһондороп йөрөтөүсе кем? — тип
һораһаң, улар мотлаҡ:


Аллаһ, — тип яуап бирер. Шулай бул
ғас,
ни өсөн һуң улар йөҙ сөйөрәләр?

62.

Теләгән кешеһенең ризыҡтарын
Аллаһ киң итер. Ҡ
айһы
ҡолдарының өлөшөн кәметер. Шик юҡ, Аллаһ һәр нәмәне дөрөҫ
ө
менән белеп тора.

63.

Уларҙан:


Күктән һыу индереп, ҡоро
ған
тупраҡ
ты
тергеҙгән кем? — тип һораһаң:


Әлбиттә, Аллаһ, — тип яуап бирерҙәр.

    Әйт
һин улар­
ға:


Әлхәмдүлилләһ, бөтөн маҡтаулар ҙа Аллаһҡа


ғ
ына
булһын, тип. Ләкин уларҙың күбеһе шуны аңламай.

64.

Был
донъя тормошо уйын

ғына,
күңел асыу

ғына
– башҡа түгел. Ы
сын
тормош — ул Әхирәт тормошо, был турала шик булыр
ға
мөмкин түгел. Улар шуны белһә (фани донъяла гөнаһ ҡылмаҫ) ине.

(«Имам
Ғәлиҙән
һора
ғандар,
имеш: донъя нимә ул? — тип әйткәндәр. Хәҙрәти

Ғәли
әйткән: һине Аллаһтан айырып тороусы нәмә, –

т
игән».
Хәсән Чантай тәфсиренән.)

65.

Кәмәлә барған саҡта (ҡурҡыныс янағанда) улар ысын мосолман кеүек, Аллаһҡа
ялбаралар. Уларҙы иҫән-һау ки­леш ҡоро ергә сығарып баҫтырғас, Аллаһтан
башҡаларға табыналар.

66.

Үҙҙәренә биргән ниғмәттәргә шөкөр итмәйҙәр, кәйеф-сафа ҡоралар (рәхәтләнәләр).
Ләкин улар оҙаҡламай (өҫтәренә нимә килаһен) белер.

67.

Мәккәнең тирә-яғында кешеләрҙе тотоп алып китәләр ине, Мәккәне Беҙ (енәйәт
ҡылыу) харам ителгән именлек урыны итеп яһаныҡ. Улар шуны күрмәҫ дәрәжәләме ни?
Ялғанға ышанып, Аллаһтың ниғмәттәренә кәферлек ҡылырҙармы икән?

68.

Аллаһ тураһында ялған һөйләгән (Уға тиңдәш эҙләүсе) йәки үҙҙәренә Хәҡиҡәт
(Ҡөръән, пәйғәмбәрҙәр) килгәндән һуң да уны ялғанға сығарғандарҙан да залимыраҡ
кем бар? Йәһәннәмдә кәферҙәргә урын бөткәнме?

69.

Беҙҙең юлда тырышҡандарға (Жиһадта ҡатнашҡан­дарға) Беҙ, әлбиттә, тура юлды
күрһәтербеҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ бары тик изгелек ҡылғандар менән генә бергә.