26. Шүғәрә (Шағирҙар)

1.

Та. Син. Мим.

2.

Былар хаҡты (һәм нахаҡты) асыҡлау­сы Китаптың аяттарыҙыр.

3.

(Эй, Мөхәммәд) улар иманға килмәй тип, һин үҙеңде харап итер дәрәжәлә
ҡайғыраһың.

4.

Әгәр Беҙ ихтыяр итһәк, уларҙың башына Күктән бер мөғжизә индергән булыр инек,
уларҙың муйыны аҫҡа килгән булыр ине.

5.

Сикһеҙ мәр­хәмәтле Аллаһтан ингән һәр аяттан йөҙ сөйөрҙөләр,

6.

Хаҡ­тыр, улар (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы.
Уларҙың шулай мәсхәрәле көлөүҙәренең
нәтижә
һе
оҙаҡламай киләсәк.

7.

Әллә һуң улар ер өҫтөнә ҡарамайҙармы, күрмәйҙәрме?
Шунда һәр нәмәне төрлө-төрлө, парлы-парлы итеп үҫтерҙек.

8.

Хаҡтыр, был эштәрҙең ғибрәте лә барҙыр.
Ләкин улар­ҙың күбеһе иманға
килә тор
ған
түгел.

9.

Шик юҡтыр, һинең Раббың — мотлаҡ еңеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтлеҙер.

10.

Раббың
Муса
ға
әйтте:


Бар һин залим халыҡ янына,

11.

Фирғәүен
тоҡомо янына кит. Әле бынан һуң да улар Аллаһтан ҡурҡмаҫ
тар­мы?
— тине.

12.

Ул
(Муса) әйтте:


Раббым, улар мине ял
ғансыға
сы
ғарыр,
тип ҡурҡам,

13.

күкрәгем ҡыҫылыр, телем әйләнмәҫ. Шуға
күрә, ярҙамсы итеп, зинһар, Һарунды күндер (у
ға
ла пәй
ғәмбәрлек
бир).

14.

Унан
һуң улар ҡаршы
һында
минең бер

ғәйебем
бар. Шул сәбәпле, улар мине үлтерере
р,
тип тә ҡурҡам, — тине.

(«Йәһүдтәрҙе ҡаты рәнйеткән Фирғәүендең
ҡыптый тоҡомонан бул
ған
бер кешенең айыр
ыуса
рәхим
һеҙ
ҡылан
ғанына
түҙеп тора алмаҫтан, үҫмер Муса шул йәәлләдте ү
лтерә»
Хәсән Чантай тәфсиренән )

15.

Аллаһ әйтте:

— Юҡ-юҡ, (үлтермәҫтәр) икегеҙ ҙә аяттарымды алып бары­ғыҙ. Шик юҡ, Мин һеҙҙең
менән йәнәшә булырмын.


Барыһын да ишетеп торормын, — тине.

16.


Бары
ғыҙ,
Фир
ғәүен
янына китегеҙ. Һәм әйтегеҙ: беҙ —

ғәләмдәрҙең
Раббыһы тарафынан күндерелгән пәй
ғәмбәрҙәр
булабыҙ.

17.

Һин Исраил улдарын беҙгә биреп ебәр, тип хәбәр итегеҙ.

18.

Ләкин
Фир
ғәүен
әйтте:


Беҙ һине сабый са
ғыңдан
алып, бөгөнгә саҡлы үҙ ара­быҙҙа тәрбиәләп үҫтермәнекме? Һин


ғү
мереңдең
йылдарын беҙҙең арала уҙ
ғарманыңмы?

19.

Ҡылаһы яуыз эшеңде лә ҡылдың (бер кешене үлтерҙең), шунан һуң да һин беҙгә
рәхмәтле түгелһең (оятһыҙ).

20.

Муса
әйтте:


Мин уны яң
ғылыш
ү
лтерҙем.

21.

Һеҙҙән ҡурҡып, ҡасып киттем. Ниһайәт, Раббым миңә хөкөм (ғилем,
хикмәт) бирҙе һә
м
мине (һеҙгә) пәй
ғәмбәр
итеп ебәрҙе.

22.

Һин мине шелтәләй торған ул ваҡиға (минең кеше үлтереүем)дең сәбәбе лә һинең
Исраил улдарын ҡол итеп,йәберләп тотоуың ине.

23.

Фирғәүен
әйтте:


Кем инде ул һинең «
ғәләмдәрҙең
Раббыһы» ?

24.


Күктәрҙең, Ерҙең һә
м
улар араһында
ғы
нәмәләр­ҙең Раббыһы — Аллаһ Тә
ғәлә.
Әгәр ҙә һеҙ хәҡ
иҡәтте
бе­лергә теләһәгеҙ (Аллаһҡа иман килтерегеҙ), — тине Муса.

25.

(Фирғәүен)
ярандарына:


Ишеттегеҙме? — тине.

26.


Ул һеҙҙең дә, әүүәлге аталары
ғыҙҙың
да Раббыһы, – тине Муса.

27.


Һеҙгә илсе итеп ебәрелгән был Мусаны мотлаҡ ен алыштыр
ғандыр,
— тине Фир
ғәүен.

28.

Муса
әйтте:


Әгәр ҙә башы
ғыҙ(ҙа
мейегеҙ) булһа, һеҙ Уның Көнсы­
ғыш
менән Көнбайыш араһында бул
ған
бар нәмәнең дә хужаһы икәнен (әллә ҡасан) аңла
ған
булыр инегеҙ инде.

29.

Фирғәүен:—
Ант итеп әйтәм, минән башҡа берәүҙе Илаһ итеп ал
ғанһың
икән, мин һине зиндан
ға
яптырам, — тине .

30.

Муса:


Һиңә ап-асыҡ аңлайышлы, дөрөҫ дәлил килтергән булһамдамы? — тине.

31.


Тура һөйләгәнлегеңә (пәй
ғәмбәрлегеңә)
дәлил ки
лтер,
— тине Фир
ғәүен.

32.

Шунда Муса таяғын
ергә ташланы, ул йылан
ға
әүерелде.

33.

Шунан һуң ул ҡу­лын сығарҙы,
уның ҡулы тамашасылар
ға
ап-аҡ (нур) булып балҡый ине.

34.

(Фирғәүен)
яҡындарына әйтте:


Шик юҡтыр, был, мотлаҡ, бик оҫта сихырсы,

35.

ул
һеҙҙе сихыры менән йорто
ғоҙҙан
ҡ
ыуып
сы
ғарырға
тип кил­гән. Хәҙер ни
мә
э
шләтәбеҙ
инде быны? — тине.

36.


Уның үҙен һәм дә ту
ғанын
тотҡарлап тор ҙа, (сихырсыларҙ
ы)
йыйыр
ға
кешеләреңде юлла, — тинеләр кәңәшселәре.

37.


Улар иң оҫта сихырсыларҙ
ы
һинең ян
ға
алып килһен.

38.

Шулай итеп, (оло байрам көнөндә) билгеләнгән уаҡыт­ҡа бөтөн сихырсылар бер ергә
йыйыл
ған
ине.

39.


Бары
ғыҙ
ҙа йыйылып бөттөме? — тип һоранылар ха­лыҡтан.

40.

Әгәр ҙә (сихырсылар) еңһә, бәлки, беҙ уларға
эйәрер­беҙ, — тинеләр кешеләр.

41.

Ниһайәт, барыһы ла килеп бөткәс, сихырсылар Фирғөүенгә
әйтте:


Уларҙы (Муса менән Һарунды) еңгәс, беҙгә әжере бу­лырмы һуң? — тинеләр.

42.


Әлбиттә, — тине Фир
ғәүен.
— (Һеҙ еңгән) тәҡдирҙә һеҙ минең иң яҡындарымдан булырһы
ғыҙ.

43.

Муса
улар
ға
әйтте:


Башта һеҙ ташлайһы нәмә
ләрегеҙҙе
урта
ға
ташла
ғыҙ,—
тине.

44.

Тегеләр бауҙарын, таяҡтарын
ергә ташлап:


Фир
ғәүендең
ҡ
өҙрәте
менән, һис шикһеҙ, беҙ еңәсәк­беҙ, — тинеләр.

45.

Муса ла шунда
уҡ
тая
ғын
ергә ташланы. Ни күҙҙәре менән күрһендәр, ҡарышҡы таяҡ күҙ асып йом
ған­сы,
тегеләрҙең яһалма йыландарын йотоп бөтөрҙ
ө.

46.

Сихырсылар (быны күргәс) шунда
уҡ
сәждәгә йы
ғылды.

47.

Һәм
әйттеләр:


Беҙ


ғә
ләмдәрҙең,
Муса менән Һарундың хужаһы бул
ған

48.

бер Аллаһҡа иман килтерҙек,
—тинеләр.

49.

Фирғәүен
әйтте:

—  Минең рөхсәтемдән башҡа һеҙ уға иман килтерҙегеҙ. Әлбиттә, ул һеҙҙән оҫтараҡ
булып сыҡты, һеҙ ҙә унан өйрән­дегеҙ. Ләкин һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ: мин һеҙҙең
ҡул-аяҡта­рығыҙҙы арҡылы-торҡоло саптырасаҡмын, һис шикһеҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла
арҡылы ағасҡа (хасҡа) ҡаҙаҡлатасаҡ­мын, — тине.

50.

(Иман
килтергәндәр) әйтте:


Зарар юҡ, беҙ инде Аллаһты таптыҡ.

51.

(Фирғәүендекеләр араһында) иң беренсе иман килтергән кешеләр булараҡ: Раббыбыҙ
беҙҙең (элеккеге) гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡар, тип өмөт итәбеҙ, — тинеләр.

52.

Мусаға
уахи аша әмер иттек:


Бәндәләрем менән бергәләп төнөн юл
ға
сыҡ. Арты
ғызҙҙан
ҡ
ыуа
сы
ғасаҡтар,
— тинек.

53.

Ул
арала Фир
ғәүен
дә (
ғәскәр
туплар
ға)
йыйыусыла­рын шәһәрҙәргә ебәрҙе.

54.


Уларҙың (Исраил улдарының, йәһүдтәрҙең)


ғә
скәре
бик әҙ.

55.

Улар беҙҙең асыуҙы ҡабартты.

56.

Беҙ иһә һәр уаҡыт уяу (һуғышҡа
әҙер торабыҙ), — тинеләр.

57.

Беҙ уларҙы (Фирғәүен
тоҡомон) баҡ
саларын,
шишмә­ләрен,

58.

хазиналарын һәм уңдырышлы тупраҡтарын
таш­лап сы
ғырға
мәжбүр иттек.

59.

Беҙ ул байлыҡтарға
Исраил улдарын вәриҫ ҡыл­дыҡ. Беҙ уларҙы (Фир
ғәүен
халҡын) шулай ҡыҙыҡ иттек.

60.

Таң атҡанда
улар (Фир
ғәүен
тоҡомо Муса менән Һарун етәкселегендәге иман килтергәндәр артынан) ҡ
ыуа
сыҡтылар.

61.

Ниһайәт, ике
ғәскәр
(Исраил улдары менән Фир
ғәүен
ғәс­кәре)
бер-берһен күргәс, Муса
ға
эйәрә сыҡҡандар әйтте:


Бына, ниһайәт, беҙ тотолдоҡ,— тинеләр.

62.


Юк, – тине Муса. — Әлбиттә, Аллаһ минең менән бергәҙер. Ул миңә ҡотолоу юлын
күрһәтәсәк, инша’аллаһ.

63.

Шунан
һуң Беҙ Муса
ға:


Ҡарышҡы тая
ғыңды
диңгеҙгә ташла, — тип уахи иттек. Диңгеҙ шунд
а
уҡ
урталай ярылды,

ғәләмәт
бейек ике һыу тауы

хасил булды.

64.

Шунан һуң тегеләрҙе лә (ҡыуа
сыҡҡандарҙы) бында ки
лтерҙек.

65.

Мусаны һәм уның әмерендә булғандарҙы
ҡотҡарҙыҡ.

66.

Унан һуң тегеләрҙе (ғәскәре
менән Фир
ғәүенде)
һыу
ға
батырҙыҡ.

67.

Бында, әлбиттә, (аңлағандар
өсөн)

ғибрәт
бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман ки
лтермәне.

68.

Шуныһы хаҡтыр, ысындан да, һинең Раббың — еңеүсе һәм ярлыҡаусы.

69.

Уларға
(
ғәрәп
мөшриктәренә) Ибраһимдың

ғибрәт­ле
хикәйәһен дә уҡы.

70.

Ул
атаһына һә
м
халҡына әйтте:


Һеҙ нәмәгә табынаһы
ғыҙ?
— тине.

71.

(Тегеләре) әйтте:


Боттар
ға
табынабыҙ, — тинеләр, — беҙ улар
ға
көнө-төнө

ғибәҙәт
ҡыласаҡбыҙ.

72.


Һеҙ ялбар
ғанда
улар һеҙҙе ишетәме? — тине Ибра­һим.

73.

—Йәки улар һеҙгә ярҙам
итәме, әллә зыян эшләйме?

74.


Юҡ, — тинеләр. — Беҙҙең бабаларыбыҙ шулай табы­на ине, (шу
ға
күрә, б
еҙ
ҙә боттар
ға
табынабыҙ).

75.


Бына хәҙер аңланы
ғыҙмы
инде,

76.

аталарығыҙ
һәм үҙегеҙҙең (булдыҡ
һыҙ)
нәмәләргә табын
ғанығыҙҙы?

77.

Улар (боттар, һындар, таштар) минең ысын дошман­дарым булыр. Ләкин
ғәләмдәрҙең
Раббыһынан башҡа.

78.

Раббым мине яралтты һәм тура юлды күрһәтеүсе лә — Ул.

79.

Мине ашатыусы,
һыуһынымды баҫтыр
ыусы
ла — Ул.

80.

Ауырыған
са
ғымда
миңә шифа биргән дә — Ул.

81.

Ул
мине йәнһеҙ ҡалдырасаҡ, һуңынан мине терелтәсәк.

82.

Яза көнөндә хаталарымды ярлыҡаясаҡ, тип өмөт иткә­нем дә — Ул.

83.

Раббым, миңә хикмәттәр
ғилеме
бир, мине саф мосолмандарҙан ҡыл.

84.

(Минән һуң) килгән быу­ындар
мине яҡшылыҡ менән телгә алһындар ине.

85.

Мине ниғмәт
йәннәтенең вәриҫтәреңдән әйләһәң ине.

86.

Атайым­ды
ла ярлыҡа, зинһар. Ҡыҙ
ғаныс
, ул дөреөҫ юлда түгел ине.

87.

Бәндәләреңдең ҡәберҙән
ҡубарыласаҡ Көнөндә мине рисуай итмә.

88.

Ул
Көндө мал да, улдар ҙа файҙа ки
лтермәҫ.

89.

Әммә ләкин Аллаһҡа саф күңел менән инан­ғандар
(ул Көндө) бәхетле булыр.

90.

(Ул Көндө) саф мосолмандар
ғына
йәннәткә яҡынлаштырылыр.

91.

Йәһәннәм иһә аҙғындарға
асылыр.

92.

Һәм
улар
ға
әйтерҙәр:


Ҡайҙа һеҙҙең табын
ғандарығыҙ?

93.

Аллаһтан башҡа улар һеҙгә ярҙам
итәме? Улар үҙҙәренә үҙҙәре ярҙ
ам
итә аламы?

94.

Һәм улар ҙа (боттар, һындар ҙа), һәм аҙғындар
ҙа

95.

һәм Иблис өйөрө лә йәһәннәмгә ташланыр.

96.

Шунда улар бер-берһе менән ыҙғышып
әйтер:

97.


Валлаһи, беҙ, ысындан да, аҙашҡан бул
ғанбыҙ
икән,— тип әйтерҙәр.

98.


Сөнки һеҙҙе (боттарҙы)

ғәләмдәрҙең
хужаһы Аллаһҡа тиңләштерҙек.

99.

Беҙҙе аҙғындар
ғына
аҙаш­тырҙы.

100.

Хәҙер беҙҙе яҡлаусы юҡ.

101.

Ысын дуҫыбыҙ ҙа
юҡ
.

102.

Их, доньяға кире ҡайтарылһаҡ ине лә, беҙ мөьмин булып йәшәр инек.

103.

Шик юҡтыр, бында ғибрәттәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне.

104.

Һинең Раббың, хаҡтыр, һәр уаҡыт еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

105.

Нух ҡәүеме лә (Беҙҙең тарафтан) күндерелгән пәйғәмбәрҙе
ял
ғансыға
сы
ғарҙы.

106.

Нух
үҙенең ҡ
әрҙәш­тәренә
әйтте:


Аллаһтан ҡурҡмайһы
ғыҙмы?
— тине. —

107.

Шик юҡ, мин һеҙгә күндерелгән пәйғәмбәр
булам.

108.

Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ
һәм миңә эйәрегеҙ.

109.

Был эштәрем өсөн мин һеҙҙән түләү һорамайым.
Миңә тигән бүләк бары тик Аллаһ хозурында

ғына.

110.

Шулай булғас,
Аллаһтың язаһынан

ҡурҡығыҙ
һәм миңә эйәрегеҙ.

111.

Әйттеләр:


Һиңә эйәргәндәр нәҫелһеҙ, малһыҙ бәндәләр, беҙ ҙә шу­лар кеүек һиңә эйәр
әйекме?
(Был була тор
ған
эш түгел!) — тинеләр.

112.

Нух
әйтте:


Мин уларҙың әүүәл ни
мә
менән шө
ғөлләнгәндәрен
белмәй
ем,
— тине.

113.


Яҡшылап уйлаһа
ғыҙ:
уларҙың хиса­бы бары тик Аллаһ хозурында


ғ
ына.

114.

Һәм мин ул мөьминдәрҙе (ни
ҡәҙ
әр
генә фәҡ
ир
булһалар ҙа, һеҙҙең күңелегеҙ булһын тип) үҙ янымдан ҡ
ыуасаҡ
түгелмен.

115.

(Һеҙҙе гөнаһ ҡылыуҙан) киҫәтеүсе
бул
ыуҙан
башҡа минең вазифам юҡ.

116.

Тегеләр әйтте:


Әй, Нух, әгәр ҙә был эшеңдән ҡайтмаһаң, беҙ һине таш бәреп ү
лтерәсәкбеҙ.

117.


Йә, Раббым, үҙ халҡым мине ял
ғансыға
сы
ғарҙы,
— тине Нух.

118.


Зинһар, беҙҙе хөкөм ит, мине лә, миңә эйәргәндәрҙе лә (таш язаһынан) ҡотҡар.

119.


Шунан һуң беҙ уны ла, эйәрсендәрен дә кәмәгә у
лтыртып,
ҡотҡарып ҡалдыҡ.

120.

Унан һуң (ярҙа) ҡалған­дарҙы
һыу
ға
батырып ү
лтерҙек.

121.

Шик юҡ, бында (аҡы­лы башында булғаннар
өсөн)

ғибрәттәр
бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне.

122.

Шик юҡ, һинең Раббың, әлбиттә, һәр уаҡыт еңеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле.

123.

Ғәд
халҡы ла күндерелгәндәрҙе (пәй
ғәмбәрҙәрҙе)
ял
ғансыға
сы
ғарҙы.

124.

Һуд
үҙенең ҡ
әрҙәштәренә
әйтте:


(Аллаһ алдында гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡмайһы
ғыҙмы?
— тине.

125.


Хаҡтыр, мин һеҙгә күндерелгән то
ғро
пәй
ғмбәр
булам.

126.

Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ
һәм миңә эйәрегеҙ
.

127.

Был эшем өсөн мин һеҙҙән һис бер ниндәй түләү һорамайым. Миңә тигән бүләк бары
тик

ғәләмдәрҙең
хужаһы бул
ған
Аллаһ хозурында

ғына.

128.

Һеҙ ҡалҡыу
урындарҙа

ғәләмәт
ҙур биналар (пирамидалар, төрбәләр) ҡороп (килеп-киткәндәр

менән)
күңел асаһы
ғыҙмы?

129.

Мәңге йәшәргә уй­лап, һеҙ шундай ышаныслы биналар ҡораһығыҙмы?

130.

(Меҫкендәрҙе)
хөкөм иткән саҡта һеҙ рәхимһеҙ ҡыланаһы
ғыҙ.

131.

Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ
һәм миңә эйәрегеҙ.

132.

Һеҙгә мәғлүм
ни
ғмәттәрҙе
биргән;

133.

һеҙгә мал-тыуар,
улдар биргән;

134.

баҡсалар,
шишмәләр биргән Аллаһтың

ғазабынан
ҡурҡы
ғыҙ.

135.

Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә хәтәр яза көнө килер тип ҡурҡам, — тине.

136.

Әйттеләр:

— Беҙгә барыбер, өгөтләнең ни, өгөтләмәнең ни.

137.

Был әүүәлгеләрҙең уйҙырмаһынан башҡа нәмә түгел.

138.

Беҙгә яза бирелмәйәсәк.

139.

Шулай итеп, улар уны ялғансы тип атанылар һәм Беҙ уларҙы һәләк иттек. Шик юҡ,
(башында аҡылы булған­дар өсөн) бында ҡайһы бер ғибрәттәр бар. Ләкин уларҙың
күбеһе иман килтермәне.

140.

Хаҡтыр, һинең Раббың — мот­лаҡ еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

141.

Сәмуд (халҡы ла) пәйғәмбәрҙе (Салихты) ялғансы тип атаны.

142.

Салих үҙ халҡына әйтте:


Аллаһтан ҡурҡмайһы
ғыҙмы
ни? — тине.

143.

— Белеп тороғоҙ, мин һеҙгә ебәрелгән ышаныслы Пәйғәмбәр бу­лам.

144.

— Инде Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ.

145.

Был эшем өсөн мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым.
Миңә тигән бүләк бары тик
ғәләмдәрҙең
хужаһы бул
ған
Аллаһ хозурындаҙыр.

146.

Һеҙ бында ҡурҡы­нысһыҙ именлек эсендә йәшәйәсәкбеҙ, тип өмөт итәһегеҙме?

147.

Баҡсаларығыҙ,
шишмә-ҡойолары
ғыҙ
янында.

148.

Иген­дәрегеҙ һәм емештәре йомшаҡ, татлы хөрмә ағастары хозу­рында.

149.

Тау биттәрендә соҡоп-соҡоп үҙегеҙгә ҡулай өйҙәр яһайһығыҙ.

150.

Инде хәҙер Аллаһтан ҡурҡыр уаҡыт етте һәм миңә эйәрегеҙ.

151.

Хаттин ашҡан (сиктәрҙе уҙған) мөшриктәрҙең әмеренә буйһонмағыҙ.

152.

Сөнки улар Ер йөҙөндә фетнә сығарыусы һәм изгелек ҡылмаусыларҙыр, — тине.

153.

Әйттеләр:


Һин сихырҙ
ан
тилергәнһең, — тинеләр.

154.

— Һин үҙең дә әллә кем түгел, беҙҙең кеүек үк ғәҙәти бәндәһең.

(Мин — Аллаһтың илсеһе, тигән) һүҙҙ
әреңде
раҫлар өсөн һин бер мөғжизә
эшләп күрһәт (шунан һуң беҙ һиңә ышанырбыҙ).

155.

(Таш
эсенән тере дөйә сы
ғарғас)

Салих әйтте:


Бына, һеҙгә әсә дөйә. (Шишмәнән) бер көндө ул һыу эсер, икенсе көндө — һеҙ.

156.

Уға
бер ҙә яманлыҡ эшләмәгеҙ. (Юҡ
һа)
һуңынан, бөйөк Көн килгәс, һеҙҙе хәтәр яза тотар.

157.

Шуға
ла ҡарамаҫтан, улар дөйәне һуйҙы. Ләкин һуңынан бик ныҡ үкенделәр.

158.

Сөнки улар язаһын алды. Шик юҡтыр, бында
ғибрәт
бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне.

159.

Хаҡтыр, һинең Раббың — һәр
в
аҡыт
еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

160.

Луттың халҡы ла пәйғәмбәрҙе
ял
ғансы
тип атаны.

161.

Лут үҙ
ту
ғандарына
әйтте:


Аллаһтан ҡурҡмайһы
ғыҙмы
ни? — тине.

162.


Хаҡтыр, мин

һеҙгә тоғро
пәйғәмбәр
булараҡ күндерелгән ке­шемен.

163.

Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ
һәм миңә эйәрегеҙ.

164.

Был эшем өсөн мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым. Миңә тигән бүләк бары тик
Аллаһ хозурында

ғына.

165.

Раббығыҙ
һеҙҙең өсөн яралтҡан ҡатындары
ғыҙҙы
яңғыҙ

(нәүмиз) ҡалдырып, донъяла булмағанды,
һеҙ генә (енси ихтыяжы
ғыҙҙы
ҡ
әнәғәтләндерер
өсөн) ирҙәр менән яҡ
ынлыҡ
ҡылаһығы
ҙ
түгелме? Хаҡтыр, һеҙ (хәләлде ташлап, харам
ға
күсеүсе) аҙ
ғын
халыҡ икән.

166.

167.

Әйттеләр:


Әй, Лут, һин был эшеңдән ваз кисмәһәң, һис шикһеҙ, һине ҡ
ыуасаҡбыҙ,
— тинеләр.

168.

Лут
әйтте:


Ошо ҡыланмыштары
ғыҙ
өсөн һеҙгә нәфрәтләнәм, — тине.

169.


Йә, Раббым, мине һәм минең халҡымды бы
л
ҡылмыштарынан ҡотҡар, — тине Лут.

170.

Шунан һуң Беҙ уны һәм (иман килтергән) бөтөн
ғәйләһен
ҡотҡарып ҡалдыҡ.

171.

Иман килтермәгәндәр (һәләк булғандар)
араһында уның ҡатыны ла бар ине.

172.

Унан һуң ҡалғандарҙың
барыһын да һәләк иттек.

173.

Өҫтәренә
шундай (хәтәр дауыллы, дәһшәтле ташлы) ям
ғыр
ҡойҙ
ор­ҙоҡ,
киҫәтелгәндәр (әммә иман килтермәгәндәр) өсөн бик тә хәтәр ям
ғыр
ине ул.

174.

Шик юҡтыр, бында
ғибрәт
бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәй.

175.

Хаҡтыр, һинең Раббың һәр уаҡыт еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

176.

Әйкә (тигән урман) халҡы ла пәйғәмбәрҙе
(Шө
ғәйепте)
ял
ғансы
тип атаны.

177.

Шөғәйеп
улар
ға
әйтте:


Аллаһтан ҡурҡмайһы
ғыҙмы
ни? — тине.

178.


Хаҡтыр, мин (һеҙгә күндерелгән) то
ғро
пәй
ғәмбәр
булам.

179.

Инде Аллаһтың язаһынан ҡурҡыр уаҡытығыҙ
ет­те һәм миңә эйәрегеҙ.

180.

Был эшем өсөн мин
һеҙҙән
бер ниндәй ҙә түләү һорамайым, миңә тигән бүләк бары тик

ғәләм­дәрҙең
хужаһы булг
ғн
Аллаһ хозурында

ғына.

181.

Үлсәүҙә теүәл үлсәгеҙ. Кәм үлсәмәгеҙ (кеше хаҡы ашамағыҙ).

182.

Дөрөҫ бизмән менән үлсәгеҙ.

183.

Кеше хаҡына кермәгеҙ. Ер йөҙөндә
боҙ
оҡлоҡ
(
ғәҙелһеҙлек)
таратма
ғыҙ.

184.

Һеҙҙе һәм килеп-киткән нәҫелдәрҙе яралтҡан Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ,
— тине.

185.

Әйттеләр:

— Һин (сихырҙарҙан) тилергән кеше икәнһең, — тинеләр.

186.

– Һин үҙең дә (әллә кем түгел), беҙҙең кеүек үк ғәҙәти бәндә икәнһең. Беҙ һине,
ысындан да, ялғансы, тип уйлайбыҙ.

187.

Әгәр һүҙең дөрөҫ булһа (пәйғәмбәрлегеңә ышандыра­һың килһә), өҫтөбөҙгә бер киҫәк
Күкте индер.

188.

Шөғәйеп әйтте:

— Һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙы Аллаһ яҡшы белеп тора, — тине.

189.

Шулай ҙа улар уны ялғансы тинеләр һәм уларға яза иреште. (Ҡояшты ҡаплаған)
күләгәле, болотло көндө уларға ғазап килде.

Хаҡтыр, ул хәтәр яза ине.

190.

Шик юҡтыр, бында
ғибрәт
бар. Ләкин улар­ҙың күбеһе иман килтермәне.

191.

Хаҡтыр, һинең Раб­бың һәр саҡ еңеүсеҙер һәм сикһеҙ мәрхәмәтлеҙер.

192.

Ул
өръән),
һис ял
ғанһыҙ,
ғәләмдәрҙең
хужаһы Раббынан индерелде.

193.

Уның менән бергә имен рух (Жәбраил фәрештә) иңде.

194.

(Аллаһтың ҡолдарын) киҫәтеү­се
(өгөтсө) булһын тип, һинең күңелеңә (Ҡ
өръән)
индерелде.

195.

Ғәрәпсә
асыҡ итеп индерелде.

196.

Ысынлап та, (Ҡөръән
тураһында хәбәрҙәр) бынан элек килгән китаптарҙа ла бар.

197.

Исраил тоҡомо араһындағы
ғалимдарҙың
(Мөхәммәд һәм Ҡ
өръән
тураһында) белгәндәре улар
ға
дәлил була алмаймы ни?

198.

Беҙ уны башҡа ҡәүемдән булған
кешегә индергән булһа инек,

199.

шунан ул уны халыҡҡа (әсә те­лендә) уҡыһа ине, барыбер улар иман килтермәгән
булыр ине.

200.

Шулай итеп, Беҙ гөнаһлыларҙың күңеленә кәферлек керттек.

201.

Хәтәр язаны үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә улар иман килтермәҫ.

202.

Ғазап
улар
ға
абайламаҫтан (көтмәгәндә) килер.

203.

Шул
саҡ улар:


(
Ғазапты)
кисектереп булмаҫмы? — тип ялбарыр.

204.

Улар тиҙерәк
язабыҙҙың (был дон
ъяла
уҡ)

килеүен
теләйме ни?

205.

Һин әйтеп бир (ий, Мөхәммәд): оҙаҡ йылдар дауамын­да Беҙ уларға
ни
ғмәт
бирһәк,

206.

һуңынан улар өҫтөнә вәғәҙәбеҙ
(хәтәр

ғазап)
төшһә,

207.

донъялағы
файҙалы мал
дары
уларҙы ҡотҡарып ҡалыр инеме?

208.

Иң
башта киҫәтмәйенсә (пәй
ғәмбәр
ебәрмәйенсә), Беҙ бер генә халыҡ
ты
ла харап итмәнек.

209.

Беҙ бер
ҡ
асан
да

ғәҙелһеҙ
булманыҡ, (нахаҡҡа яза бирмәнек).

210.

Ул
өръән)
шайтандар тарафынан индерелмәне.

211.

Был уларҙың ҡу­лынан килә торған
эш түгел, уларҙың ундай ҡ
еүәте
юҡ.

212.

Шик юҡтыр, улар — (фәрештәләрҙең һүҙен) ишетеүҙән
мәхрүм ҡал
ған
заттар.

213.

Шуға
күрә, һаҡ бул, Аллаһҡа тиң тип, башҡа бер Илаһ саҡырма. Һуңынан

ғазаптарға
дусар булырһың.

214.

Яҡын туғандарыңды
ла (гөнаһ ҡыл­
ғандарҙы
Аллаһтың ҡаты язаһы көтә тип) киҫәтеп ҡуй.

215.

Һиңә эйәргән мөьминдәргә (изгелекле ярҙам)
ҡанатыңды йәй.

216.

Әгәр
улар инҡар юлына баҫып, буйһонмаһалар, әйт:


Мин һеҙҙең был эштәрегеҙҙән йыраҡ торам, — тип.

217.

Һин һәр саҡ еңеүсе һәм ярлыҡаусыға
(Аллаһҡа) һыйын.

218.

Ул
намаҙ уаҡытында башҡа бик күп

ғи­бәҙәт
ҡылыусылар араһында һинең ни
мә
э
шләгәнеңде
күреп тора.

219.

220.

Хаҡтыр, ул барыһын да ишетеп, күреп тороусы.

221.

(Һәй, мөшриктәр) шайтандарҙың кем янына ингәндәрен һеҙгә әйтеп бирәйемме?

222.

Улар гөнаһ ҡылыусылар, ялғансылар
башына төшә.

223.

Улар (гөнаһлылар, ялғансы­лар
шайтанды) тыңлайҙар һә
м
уларҙың күбеһе ата ял
ғансы.

224.

Шағирҙарға
килгәндә, эш былай тора. Улар
ға
ла аҙашҡандар эйәрә.

225.

Күрмәйһеңме ни, улар нимә
ҡыл
ғанда­рын
белмәйенсә (тилереп), болондар буйлап йөрөй.

226.

Һәм тормошҡа ашмаҫтай хыялый һүҙҙәр һөйләнәләр. (Үҙҙәре бул­дыра алмаған
эшкә башҡаларҙы өндәйҙәр.)

227.

Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар,
Аллаһты онотма
ғандар
һә
м
үҙҙәренә

ғәҙелһеҙлек
ҡыл
ғандарҙан
үҙҙәрен яҡлай ал
ғандар,
улар (Хаҡҡа ҡаршы ши
ғыр
яҙ
ған
хыянатсы ши
ғырсылар)
рәтендә түгел.

Ғәҙелһеҙлек
ҡыл
ған
залимдар үҙҙәренең ҡайҙ
а
барасаҡ
тарын
оҙаҡламай белерҙәр.