24. Нур (Нур)

1.

(Был сүрәне)
индерҙек һәм фарыз иттек — был шундай (ғәйәт етди) сүрә. Шунда ап-асыҡ
аяттарҙы индерҙек. Бәлки, уйлай торғас, ғибрәт алырһығыҙ!

2.

Зина ҡылған
ҡатын менән иргә йөҙ тапҡыр таяҡ һуғығыҙ. Әгәр Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанған
булһағыҙ, (Аллаһтың дине ҡушҡандарын үтәүсе булһағыҙ) уларҙы ҡыҙғанмағыҙ.
Уларҙы язалағанда (бер нисә) мөьминдең шаһит булып то­роуы шарт.

(«Ибн Ғәббәс (разый Аллаһү ғанһү)гә күрә, был шаһиттар дүрт кешенән алып, ҡырҡҡа
саҡлы булырға мөмкин. Зина — хаттин ашыу, Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктәрҙе
(хәтте) боҙоу иң ҙур гөнаһтарҙан һанала. Аяттағы яза никахлы булмаған,
өйләнмәгән егет менән ҡыҙға бирелә. Әгәр ҙә никахлы булып та, башҡалар менән
зина ҡылғандарға рәжем язаһы бирелә. Йәғни, таш менән бәреп

үлтереү».Хәсән
Чантай тәфсиренән.)

3.

Зинасы ир зинасы ҡатынға йәки мөшрик булған ҡа­тынға ғына өйләнергә хаҡлы.
Зинасы ҡатын да зинасы йәки мөшрик ирҙән башҡаға кейәүгә бармаҫ. Мөьминдәрҙең
зинасылар менән (өйләнеүе, енси) мөнәсәбәттәргә кереүе харам һаналыр.

4.

Намыҫлы һәм саф ҡатындарға (зина ҡылды тип) нахак һүҙ әйткән кешеләр дүрт
шаһит килтерә алмаһа, һәр береһе һикһән тапҡыр ҡамсы менән һуғылыр. Бынан һуң
уларҙан бер ҡасан да шаһитлыҡ һоралмаҫ. Улар фәсиҡтәрҙең да фәсиғе — боҙоҡ
әҙәмдәрҙер.

5.

Әгәр һуңынан (ғәйбәт һөйләгәндәренә үкенеп) тәүбә итһәләр, төҙәлһәләр:
хаҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм бик тә миһырбанлы.

6.

Кем дә кем үҙ ҡатынына нахаҡ яла яға икән, үҙенән башҡа шаһиттары булмаһа,
һөйләгән һүҙҙәренең дөрөҫ икәнлегенә Аллаһ исеме менән дүрт тапҡыр ант итһә,
шаһитлығы ҡабул ителер.

7.

Бишенсе
тапҡыр ант иткәндә әгәр ул ялғанлаһа:

Аллаһтың ләғнәтен үҙ өҫтөнә саҡырыр.

8.

Бишенсе тапҡырында ул: әгәр ирем хаҡ һөйләһә, Аллаһтың ләғнәтен, — үҙенә
саҡырыр.

9.

Әгәр ҙә Аллаһтың рәхмәте киң булмаһа, үкенеүҙәрҙе, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе
берҙән-бер хөкөм һәм хикмәттәр эйәһе Аллаһ булмаһа… (хәлкәйҙәрегеҙ бик тә
мөшкөл булыр ине).

10.

Әгәр ҙә Аллаһтың рәхмәте киң булмаһа, үкенеүҙәрҙе, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе
берҙән-бер хөкөм һәм хикмәттәр эйәһе Аллаһ булмаһа… (хәлкәйҙәрегеҙ бик тә
мөшкөл булыр ине).

11.

Ул уйҙырма
хәбәрҙе (нахаҡ һүҙҙе) һөйләгәндәр арағызҙҙан бер төркөм кеше ине. Уны
(ялған һүҙҙе) һеҙ күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Киреһенсә, ул һеҙҙең өсөн
файҙаға ғына бу­лыр. Уларҙың һәр береһенә кәрәгенсә (гөнаһына күрә яза)
бар. Уларҙың иң гөнаһлыһы иң хәтәр яза алыр.

(«Бер яу сәфәрендә Хәҙрәти Мөхәммәдтең ҡатыны хәҙрәти Ғәйшә лә ҡатнаша. Һуғыштан
кире ҡайтҡанда хәҙрәти Ғәйшә булмай. Ул мәшғүл булған бер ерҙә ҡиммәтле
муйынсағын төшөрөп ҡалдыра, ул шуны эҙләп киткән була. Ләкин һуғыштан
ҡайтыусылар хәҙрәти Ғәйшәне дөйә өҫтөнә ҡоролған, өҫтө ҡаплаулы хәнәкә эсендә
ултыраҙыр, тип ҡуҙғалып китәләр. Ғәскәр арты­нан күҙәтеүсе вазифаһы булған берәү
яңғыҙ ҡалған Ғәйшәне алып, ғәскәрҙе ҡыуып етә. Ғәскәрҙәге Ғабдулла бин Убәй
исемле бер монафиҡтың, һүҙҙәренә ышанып, бер нисә кеше Ғәйшә тураһында ялған
хәбәр тарата; имештер, ул ҡатын иренә хыянат итер өсөн айырылып ҡалған».

Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

12.

Был яланы ишеткәндән
һуң һеҙ, (Аллаһҡа) инан
ған
ирҙәр, мөслимә ҡатын-ҡыҙҙар, ни өсөн күңелегеҙҙә яҡшы уй уйламаны
ғыҙ
һәм ни өсөн һеҙ:


Юҡ, был ап-асыҡ бер нахаҡ яла, — тип ҡысҡырманы­
ғыҙ?

13.

Ни
э
шләп
уларҙан һеҙ дүрт шаһит ки
лтереүҙәрен
талап итмәнегеҙ? Шаһит килтерә алмаһалар, улар Аллаһ ҡаршыһында ял
ғансыға
ҡал
ған
булыр ине.

14.

Әгәр ҙә донъяла һәм Әхирәттә Аллаһтың һеҙгә ҡарата мәрхәмәте киң булмаһа ине,
ғәйбәт
һаҙлы
ғына
кереп батып, һис шикһеҙ, хәтәр

ғазаптар
эсендә ҡал
ған
булыр инегеҙ.

15.

Сөнки һеҙ был
ғәйбәтте
телдән төшөрмәйенсә, бер-берегеҙгә һөйләйһегеҙ. (Үҙ күҙегеҙ менән күрмәгән)
белмәгән нәмәләрҙе (өҙлөкһөҙ) ҡабатлайһы
ғыҙ
һәм был эште шулай кәрәк (
ғәҙәти
бер хәл, уның гөнаһаһы юҡ)
тип уйлайһы
ғыҙ.
Гәрсә, Аллаһ ҡатында ул бик ҙур гөнаһ һанала.

16.

Ни өсөн һуң уны (ғәйбәтте)
ишеткәс тә
һеҙ:


Былай (нахаҡ һүҙ) һөйләү килешә тор
ған
эш түгел. «Әстә
ғфирулла!
Етте! Был бик әшәке

ғәйбәт
бит, — тип

әйтмәйһегеҙ!

17.

Әгәр ҙә һеҙ иман килтергән кешеләр икәнһегеҙ, бер
ҡ
асан
да бының ише эштәрҙе ҡабатламаһындар тип, Аллаһ һеҙҙе киҫәтә (нахаҡ һүҙ
һөйләүҙе харам эш итә).

18.

Аллаһ аяттарын шулай асыҡ итеп аңлата. Аллаһ — (барыһын да) белеүсе,
хөкөм һә
м
хикмәт эйәһе.

19.

Иманлы кешеләр араһында әшәке
ғәйбәт
тарат
ыуҙан
ләззәт ала тор
ғандар
донъяла ла, Әхирәттә лә хәтәр яза
ға
мәхкүм буласаҡ. Аллаһ белгәндәрҙе һеҙ белмәйһегеҙ.

20.

Аллаһ һеҙгә рәхимле һәм
мәрхәмәтле булмаһа, Аллаһ һеҙгә бик тә рәхмәтле һә
м
ярлыҡаусы булмаһа… (һеҙҙең хәлкәйҙәрегеҙ бик тә мөшк
өл
булыр ине).
Аллаһ, ысындан да, шәф
ғәтле
һәм рәхимле.

21.

Әй, иман килтергән кешеләр, шайтанға
эйәрмәгеҙ. Шайтан үҙенә эйәргән кешегә, һис шикһеҙ, ярама
ған
ғәмәлдәр
һәм яманлыҡ эшләргә ҡоторта. Аллаһ һеҙгә рәхимле һә
м
мәрхәмәтле булмаһа, һеҙҙең берегеҙ ҙә мәңге лә паҡлыҡҡ
а
ирешә алма
ған
булыр ине. Бары тик Аллаһ ҡына Үҙе ихты­яр иткән кешеһен паҡлыҡҡ
а
сы
ғарыр.
Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тороусы.

22.

Муллыҡта йәшәүсе, саф мосолман кешеһе туғандары­на,
ярлылар
ға,
Аллаһ юлында һижрәт иткәндәргә ярҙ
а­мын
кәметмәһен, (хаталарын)

ғәфү
итһен, кисерһен (бынан түбән мин у
ға
ярҙ
ам
итмәйем тип)

ант
итмәһен. Үҙегеҙ ҙә Аллаһ ярлыҡауын бик теләйһегеҙ бит. Ысындан да, Аллаһ —
ярлы­ҡаусы һәм бик тә мәрхәмәтле.

(«Хәҙрәти
Ғәйшә
зина ҡылды, тип

ғәйбәт
таратыусылар араһында хәҙрәти Әбү Бәкерҙең тәрбиәһендәге Мыстах исемле бер кеше
лә бар ине. Хәҙрәти Әбү Бәкер уның

ғәйбәтсе
икәнен ишеткәс, Мыстахҡа бынан һуң у
ға
ярҙ
ам
итмәйәсәкмен, тип ант итте. Аят шу
ға
йүнәлтелгән».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

23.

Зина кеүек эштәрҙән паҡ, әшәкелектән хәбәре бул­маған,
намыҫлы мөьминәләргә (
ғәйбәт)
нахаҡ яла яҡ
ыусылар
донъяла ла, Әхирәттә лә лә
ғнәтләнер.
Улар
ға
бик тә хәтәр

ғазаптар
әҙерләнгән.

24.

Ул
Көндө уларҙың үҙ телдәре, үҙ ҡулдары, үҙ аяҡ
тары
үҙҙәренә ҡаршы сы
ғып,
уларҙың (донъяла) ни
мә
ҡыл
ғандары
тураһында шаһитлыҡ итәсәк.

25.

Ул
Көндө Аллаһ улар
ға
тейешле язаларын тулыһы менән бирер, һәм бына шунда инде улар, Аллаһ — Хәҡ
иҡәттең
үҙе икәнен, ниһайәт, аңлаясаҡ.

26.

Яман ҡатындар — яман ирҙәргә. Әшәке ирҙәр — әшәке ҡатындарға.
Яҡшы ҡатындар – яҡшы ирҙәргә. Саф ирҙәр саф ҡатындар
ға
тейеш. Улар

ғәйбәттәрҙән
өҫтөн заттар. Улар
ға
ярлыҡау һәм (йәннәттә) татлы ризыҡ
тар
әҙерләнгән.

27.

Әй, иманлы кешеләр, үҙ өйөгөҙҙән башҡа кеше өйҙәренә, килгәнегеҙҙе иҫкәртеп,
рөхсәт менән генә керегеҙ. Өйҙәгеләргә сәләм бирм
әйенсә
кермәгеҙ. Был үҙегеҙ өсөн хәйерле

ғәмәлдер.
Һәр хәлдә был турала уйлап

ғибрәт
алырһы
ғыҙ.

28.

Өйҙә
кеше булмаһа, рөхсәт бирелгәнсе кермәгеҙ. Әгәр һеҙгә:


Китегеҙ, — тип әйтелһә, шунд
а

уҡ
китегеҙ. Был һеҙҙең өсөн бик тә мөһим әҙәп тәртибе. Аллаһ ҡыл
ғандарығыҙҙы
белеп тора.

29.

Ташландыҡ өйгә кереп, кәрәгегеҙҙе алаһығыҙ
икән, бында һеҙ

ғәйепле
түгел. Аллаһ һеҙҙең йәшермәйенсә ҡыл
ғандарығыҙҙы
ла, йәшергәндәрегеҙҙе лә белеп тора.

30.

(Эй,
Мөхәммәд) мөьмин ирҙәргә (харам
ға)
күҙ һалыр
ға
ярама
ғанды,
(енси вәсүәсәгә, аҙ
ғынлыҡҡа
бирелм
әйенсә)
намыҫ паҡлы
ғын
һаҡларга кәрәклеге тураһында һөйлә. Шулай эшләү уларҙың үҙҙәре өсөн әҙәпле бер
ғәмәл
булыр. Шик юҡ, Аллаһ улар ҡыл
ғандарҙың
барыһынан да хәбәрҙар.

31.

Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һәм
ғиффәттәрен

һаҡла­һындар.
Күрһәтергә яра
ғандарҙан
(йөҙ менән ҡулдарҙан) баш­ҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр.

(«Зиннәт» тигән һүҙҙең эсендә күп мәғәнәләр
ята. Биҙәнеү әйбер­ҙәре лә, сөрмә тарт
ыу,
тырнаҡ
тарға
ҡына һөртөү ҙә, муйын да, күкрәктәр ҙә, бармаҡ
тарҙан
ю
ғары
беләктәр ҙә, итәктәрҙән ю
ға­ры
балтырҙар ҙа һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың тәби
ғи
гүзәллеге лә — зиннәт. Быларҙың барыһы ла ирҙәрҙең дәртен, енси телә­ген
ҡоторта. Шу
ға
күрә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең матурлы
ғын,
зиннә­тен асмаҫҡа, ирҙәрҙе вәсүәсәгә һалмаҫҡа тейеш».
Мостафа
Чагрыжы тәфсиренән.)

Баш яулыҡтары муйындарын, яҡаларын, күкрәктәрен ҡап­лап торһон. Зиннәт урындарын
үҙ ирҙәренән, үҙ аталарын­ан, үҙ ирҙәренең аталарынан, үҙ улдарынан, үҙ
ирҙә­ренең (башҡа ҡатынынан тыуған) улдарынан, үҙ ир туғаңдарынан, үҙ
туғандарының улдарынан, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдарынан, үҙенең (хеҙмәтсе) уң
ҡулдары биләгәндәрҙән, үҙҙәренең ҡолдарынан, енси ихтыяжы булмаған ир
хеҙмәтселәрҙән, ҡатындарҙың йәшерен ерҙәренә иғтибар итмәгән балаларҙан башҡа
кешеләргә ҡатын-ҡыҙ зиннәтле

урындарын күрһәтмәҫкә, асмаҫҡа тейеш. Йәшерелгән зиннәт­тәре беленһен, күренһен
тип, (ирҙәрҙең иғтибарын тартыр­ҙай итеп) ҡаты баҫмаһындар. Әй, мөьминәләр,
барығыҙ ҙа Аллаһ алдында тәүбә итегеҙ. Ҡурҡыныстарҙан ҡотолоп, мораҙығыҙға
(йәннәткә) ирешерһегеҙ.

32.

Буйҙаҡтарҙы, ҡолдарығыҙҙан, йәриәләрегеҙҙән (ҡатын ҡолдарығыҙҙан) бул­ғандарҙы
өйләндерегеҙ, кейәүгә бирегеҙ. Фәҡир булғандар­ҙы Аллаһ үҙ ниғмәттәре менән
байытыр, инша’аллаһ. Ниғмәт­тәре мул булған һәм бар нәмәне лә белеп тороусы — Ул
— Аллаһ
.

33.

Өйләнергә мөмкинлектәре булмағандар иһә Аллаһтың ниғмәтен көтөп, (енси
боҙоҡлоҡтар ҡылмайынса) сабыр итһен. Ҡул аҫтындағы ҡолдарығыҙ һәм йәриәләрегеҙ
азат­лыҡ яҙыуы һораһа, бирегеҙ; әгәр ҙә уларҙың итәғәтле, намыҫ­лы икәненә
ышанһағыҙ. Аллаһ һеҙгә биргән ниғмәттәрҙән уларға ла өлөш сығарығыҙ. Донъя
рәхәтенән ҡолаҡ ҡаҡ­майым әле тип, намыҫын һаҡлап ҡалырға теләгән йәриәләрегеҙҙе
боҙоҡ эш ҡылырға ирекһеҙләмәгеҙ. Кем дә кем көсләнһә, (ҡатын-ҡыҙ был зинаһы
өсөн) Аллаһ тарафынан ярлыҡаныр һәм Аллаһтың мәрхәмәтенә ирешер.

34.

Хаҡтыр, Беҙ һеҙгә ап-асыҡ аңлайышлы аяттары­быҙҙы (киҫәтеүҙәребеҙҙе) индерҙек.
Һеҙҙән элек йәшәп киткән халыҡтарҙан ғибрәттәр, үрнәктәр килтерҙек, шуларҙан
өгөт алып, (гөнаһ ҡылыуҙан һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡып) саф мосолман булһындар,
тип.

35.

Аллаһ — күктәрҙең һәм Ерҙең нурыҙыр. Эсендә сырағ (шәм) яндырылған бер йорт
кеүек яҡты нурҙыр Ул. Сырағ (шәм) иһә бер кандил (шәмдәл)гә ҡуйылған. Ул шәмдәл
алмаз кеүек балҡыусы йондоҙ кеүек йымылдай. Ул Ҡояш сығы­шында ла, Ҡояш
батышында да тиңе булмаған мөбәрәк бер ағастан, зәйтүндән (алған май) менән
балҡый. Уның (яна тор­ған) майы үҙенә ут төртмәһәләр ҙә, үҙенән-үҙе нур сәсә.
Был яҡтылыҡ нур өҫтөнә нур булып яна. Аллаһ ихтыяр иткән кешеһен шул нурға
ирештерә. Кешеләр өсөн Аллаһ (ғибрәт­ле) ҡиссалар килтерә. Аллаһ һәр нәмәнең
асылын белеп тора.

36.

Был нурлы шәмдәл байтаҡ ҡына өйҙәрҙең эсен яҡтыр­та. Шундай өйҙәрҙең абруйы
артһын тип һәм шунда Үҙенең исемен зикер итһендәр өсөн (Аллаһ) рөхсәт бирҙе. Ул
өйҙәрҙә иртә-кис Уға тәсбих әйтәләр (Аллаһҡа мәдех уҡыйҙар).

37.

Бар шундай кешеләр, уларҙы сауҙа һәм алыш-биреш эштәре лә Аллаһты зикер итеүҙән,
(ваҡытында) намаҙ уҡыуҙан, зәкәт биреүҙән айыра алмай. Улар дәһшәтле Көн килеп,
йөрәктәрҙе тетрәтә торған, ҡараштар әйләнә торған Көндән ҡурҡалар.

38.

(Улар Аллаһтың киҫәтеүҙәренән ситкә тайпылмайынса йәшәй) ҡылған изгелектәренә
күрә әжер алыр өсөн һәм Аллаһ тарафынан артығы менән ниғмәт алыр өсөн. Аллаһ
ихтыяр иткән кешеһенә сикһеҙ ниғмәттәр бирер.

39.

Кәферҙәр менән эш былайыраҡ тора: уларҙың ғәмәлдә­ре тап-таҡыр һәм сикһеҙ
сүлдәге сағым (мираж) кеүек, һыуһаған кеше һыу күрҙем тип уйлай. Ниһайәт, килеп
еткәс алдаған һыу юҡҡа сыға.

Ул
урында (юлсы) бары тик Аллаһты табыр. Ул у
ға
тулыһы менән тейешлеһен (язаһын) бирер. Аллаһ бик тиҙ иҫәп-хисап өҙ
өүсеҙер.

40.

(Кәферҙәрҙең ғәмәле) тәрән-ҡурҡыныс, дауыллы, ҡараңғы диңгеҙҙәге ҡот осҡос
тулҡын кеүектер, ул тулҡын өҫтөнә тағын икенсеһе менә, шулар өҫтөндә ҡара
болоттар ҡуйыра, тағын ҡара тулҡындар береһе өҫтөнә береһе өйөлә.

Шул мөхиткә батҡан берәй кеше ҡулдарын һуҙһа
(ярҙ
ам
һораһа, тауышы ла ишетелмәҫ, хатта ул) үҙ ҡулдарын үҙе лә күрмәҫ. Аллаһ нур
бирмәһә, кешенең нуры булмаҫ.

41.

Күктәрҙә һәм Ерҙә йәшәгәндәр менән осар ҡош­тарҙың, ҡанат ҡаға-ҡаға
Аллаһты маҡтап һайра
ғандарын
ишетә
мйһеңме
ни, күрмәйһеңме ни? Һәр береһе үҙ до
ғаһын
һәм тәсбихен яҡшы өйрәнгән. Аллаһ уларҙың ни
мә
ҡыл
ғандарын
белеп тора.

42.

Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы — Аллаһтыр. (Ҡиәмәт көнөндә) ҡайтарылыш та Уға ғына
буласаҡ.

43.

Һин шул хәҡиҡәтте
лә күрмәйһеңме ни, Аллаһ болот­тарҙы (теләгән еренә) ҡ
ыуа,
һуңынан уларҙы ҡуша, бер-бер
еһе
менән ҡатнаштырып, (ҙур ҡара) болотҡа әүерелдерә. Шунан ям
ғыр
яуа башлай, күрәһеңме. Ул Күктән эсе тулы боҙ бул
ған
тау ҡ
әҙәр
болоттар индерә, һәм кемде хәүефле итергә теләһә, шуның өҫтөнә яуҙыра. Ихтыяр
итһә, ул теләгән кешеһен бәләнән ҡотҡара. Уның йәшен сатҡыһы һуҡырайтыр дәрәжәлә
күҙҙәрҙе ҡамаштыра.

44.

Аллаһ төн менән көндө алмаштырып тора. Күрер күҙле булғандар өсөн, бында,
шөбһәһеҙ, ғибрәттәр бар.

45.

Аллаһ һәр йәнлене
һыуҙан
(шәһүәт тамсыһынан) яралтты. Уларҙың ҡ
айһы
берҙәре

ҡорһа
ғы
өҫтөндә ш
ыуышып
йөрөй, ҡай
һы
берҙәре иһә ике аяҡта хәрәкәт итә, ҡайһылары дүрт аяҡта тора. Аллаһ нимә
теләһә, шуны яралтыр. Шик юҡтыр, Аллаһтың бар нәмәгә ҡ
өҙрәте
етә.

46.

Хаҡтыр, Беҙ асыҡ аяттар индерҙек. Аллаһ ихтыяр итһә, теләһә кемде тура баҫтыра
ала.

47.

(Монафиҡтар):

—  Аллаһҡа да, уның Пәйғәмбәрҙәренә лә иман килтер­ҙек, итәғәт иттек, тип
әйтәләр. Һуңынан уларҙың байтағы йөҙ сөйөрә.


Былар мосолман түгел. (Сөнки улар телдәре менән һөйләгәндең киреһен эшләй.)

48.

(Араларындағы
ғауғаны)
хөкөм итер өсөн Аллаһҡа йәки Пәй
ғәмбәр
янына саҡырылһалар, бер төркөмө арҡаһына боролоп, ҡасып китәсәк (бына күреп
торорһоң).

49.

Әгәр ҙә улар хаҡлы икән, итәғәт
итеп, йүгерә-йүгерә килгән булырҙар ине.

50.

Эстәрендә бер-бер сир бармы һуң, әллә уның хаҡ Пәйғәмбәр
икәнлегенә шикләнәләрме? Йәки Аллаһ һәм илсеһе

уларҙы
хаҡ
һыҙға
рәнйетер, тип ҡурҡалармы улар? Юҡ
һа,
улар үҙҙәре залим.

51.

Мөьминдәр иһә үҙара
бәхәстәрҙе хөкөм итергә Аллаһ йәки уның илсеһе янына саҡырылһа:


Тыңланыҡ, итә
ғәт
иттек, — тип әйтәләр. Бына шулар мораҙҙарына ирешкән булыр.

52.

Кем Аллаһҡа, уның илсеһенә итәғәт
итә, Аллаһты я
рата
һәм Уның ҡаршыһында (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡа, бына шулар инде Сә
ғәдәткә
ирешер.

53.

Әгәр
ҙә һин әмер бирһәң, (шунд
а
уҡ һуғышҡа
китәсәктәре тураһында)

иң оло
ант менән ант итерҙәр. Әйт:


(Оло исем менән) ант итмәгеҙ, — тип. — Итә
ғәтле
бу­л
ыуығыҙ
(дөрөҫ

ғәмәлегеҙ)
етә! Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙең ни
мә
ҡыл
ғанығыҙҙы
(уйла
ғанығыҙҙы)
белеп тора.

54.

Әйт:


Аллаһҡа итә
ғәт
итегеҙ, Пәй
ғәмбәргә
итә
ғәт
итегеҙ,— тип. Әгәр та
ғын
йөҙ сөйөрөп китһәләр, илсенең вазифаһы бары тик Аллаһтың хөкөм
дәрен
улар
ға
ирештереү генә, улар­ҙың бурысы иһә илсе әйткәндәргә эйәреү. Шулай

ғәмәл
ҡыл­һа
ғыҙ,
тура юлды табасаҡ
һығыҙ.
Пәй
ғәмбәргә
(Аллаһтың әмерҙәрен) ирештереүҙән башҡа вазифа йөкләтелмәгән.

55.

Әүүәл йәшәгән (мөслимдәрҙе) нисек итеп ергә вәриҫ һәм хаким иткән шикелле, Аллаһ
иман килтереп, изгелек ҡыл
ғандарҙы,
һис шикһеҙ, шул ергә вәриҫ һәм хаким итергә, улар
ға
үҙҙәре оҡшатҡан динде (Исламды) тә
ғәйенләп,
һаҡлар
ға,
уларҙың ҡурҡыныс мөхитен именлеккә алмаш­тырыр
ға
вә
ғәҙә
итте. Бәлки, улар Миңә инаныр,

ғибәҙәт
ҡылыр. Миңә бер ниндәй ҙә тиң тотмаҫ
тар,
тип. Кем дә кем бынан һуң да кәферлек ҡылһа, шул кеше нәжеслектең үҙе булыр.

56.

Шуға
күрә, намаҙ уҡы
ғыҙ,
зәкәт бирегеҙ, Пәй
ғәмбәргә
эйәрегеҙ: һәм һеҙ Аллаһтың рәхмәте менән ҡауышырһы
ғыҙ.

57.

Инҡар итеүселәр уны (Аллаһтың Ер йөҙөндәге
ғәмәл­дәрен)
меҫкен хәлдә ҡалдырасаҡ
тар,
тип башы
ғыҙға
ла ки
лтермәгеҙ.
Уларҙың барасаҡ урындары — йәһәннәм. Аһ-һай, хәтәр урындыр ул.

58.

Әй, иман килтергән кешеләр! Һәм арағыҙҙағы
бәли
ғ­леккә
ирешмәгәндәр! Әмерегеҙҙәге (ҡолиһәләр, йәриәләр) бына ошо өс

ваҡытта:
иртәнге намаҙҙан алда, өйлә эҫҫе­һендә сисенгәс, ястү намаҙынан һуң, ихтыяж бул
ғанда
(һеҙҙең ята
ғығыҙға
керергә) рөхсәт һорар
ға
тейеш. Был өс уаҡыт һеҙҙең өсөн (ҡатындары
ғыҙ
менән аулаҡта) күрешеү форсаты. Б
ынан
һуң да бер-берегеҙҙе теләһәгеҙ, ҡатын
ға
ла, иргә лә

ғәйеп
һаналмаҫ. Бер-берегеҙҙең янына кереп-сы
ға
алаһы
ғыҙ.
Аллаһ аяттарын һеҙгә шулай асыҡлай. Аллаһ бар нәмәнең асылын белеп тора, Ул —
хөкөм һә
м
хикмәт эйәһе.

59.

Һеҙҙең балаларығыҙ
бәли
ғлеккә
ирешкәс, бая
ғы­лар
керергә рөхсәт һора
ған
кеүек, улар ҙа рөхсәт һораһын. Аллаһ аяттарын һеҙгә шулай асыҡлап бирә. Аллаһ
бар нәмәнең дә дөрөҫ
өн
белеп тора. Ул —

ғалим
һәм хакимдыр.

60.

Кейәүгә
сы
ғырға
өмөтө киҫелгән, бала таб
ыуҙан
мәхрүм ҡал
ған
оло йәштәге ҡатындар, зиннәттәрен күрһәтмәйенсә генә, ҡай
һы
бер өҫкө кейемдәрен һалһалар ҙа
ғәйеп
һаналмаҫ. Әҙәплерәк булһалар, үҙҙәре өсөн та
ғын
да яҡшыраҡ булыр. Аллаһ ишетеп, күреп тора.

61.

Һуҡырға
ла, аҡ
һаҡҡа
ла, ауыр
ыу
кешегә (көстәре етмәгән эштәрҙе эшләй алмаһалар) яуаплылыҡ юҡ
.
Һә
м
һеҙҙ
ең
үҙегеҙгә лә үҙ өйөгөҙҙә, атайы
ғыҙ
йортонда йәки әсәйегеҙ өйөндә, ир ту
ғандарығыҙ
өйөндә, ҡыҙ ту
ғандарығыҙ
ҡаралтыһында, ата я
ғынан
бул
ған
а
ғайҙарығыҙ
табынында, ата я
ғынан
бул­
ған
апайҙары
ғыҙ
ризы
ғын,
әсә я
ғынан
бул
ған
а
ғайҙары­ғыҙ
табынында, әсә я
ғынан
бул
ған
апайҙ
арығыҙ
өйөндә йәки асҡысы һеҙгә ышанып тапшырыл
ған
өйҙә, дуҫы
ғыҙҙың
өйөндә ашау

ғәйеп
һаналмаҫ. Бөтөнөгөҙ бергә йәки айырым ашауҙа ла гөнаһ юҡ. Өйгә кергәндә Аллаһ
тарафынан килгән мөбәрәк һүҙ менән яҡшы йәшәү, именлек теләп, сәләм бирегеҙ.
Бына, уйлай-уйлай аңлаһындар

тип,
Аллаһ һеҙгә аяттарын шулай асып һала.

Ғәрәптәр
элек һуҡыр,

ғәрип
кешеләр менән бер табын янында ашама
ған
Аяттың икенсе яртыһы иһә, саҡырылма
ған
килеш тә яҡын ҡ
әрҙәштәр
өйөнә ҡунаҡҡа килергә рөхсәт итә »

Мөхәммәд Али тәфсиренән )

62.

Бары тик Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанғандар ғына мөьмин була ала. Улар
Пәйғәмбәр менән уртаҡ эш баш­ҡарғанда, унан рөхсәт һорамайынса, эш ташлап
китмәйҙәр. (Ий, Мөхәммәд) ана шул рөхсәт һорағандар, ысынлап та, Аллаһҡа һәм
уның Рәсүленә инанғандар булыр. Шулай бул­ғас, улар ҡайһы бер эштәрҙе эшләргә
теләһә, һин үҙең теләгәндәреңә рөхсәтең бир. Улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау телә.
Шик юҡ, ғәфү итеүсе, тура юлга баҫтырыусы миһырбанлы Аллаһтыр.

63.

Бер-берегеҙҙе саҡырған кеүек, Пәйғәмбәрҙе лә шулай саҡырмағыҙ (исеме менән
өндәшмәгеҙ, итәғәт һәм йомшаҡ тауыш менән: йә, Нәбиулла, йә, Рәсүлүлла, тип
өндәшегеҙ). Арағызҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙ юҡты һылтау итеп, шым ғына (рөхсәт­һеҙ)
ҡасып киткәндәрҙе Аллаһ белә. Аң булығыҙ, Уның әмеренән ҡасып китеп (был
донъяла) үҙегеҙгә фетнә-бәлә са­ҡыра күрмәгеҙ йәки (Әхирәттә) шуларға бик хәтәр
яза килтереп һуғыуы бар.

64.

Аң булығыҙ: күктәрҙәгеләр ҙә, Ерҙәгеләр ҙә, ысынлап та, Аллаһ Тәғәләнекеҙер
(Аллаһ яралтҡан милк, Аллаһтың ҡолдары). Ул һеҙҙең кем (мөьминме, монафиҡмы)
икәнегеҙҙе белеп тора. Үҙ хозурына ҡасан ҡайтарыласағығыҙҙы ла теүәл белеүсе —
Аллаһтыр. Ул көндө уларға нимә ҡылғандары тураһында хәбәр бирәсәк. Аллаһ бөтөн
нәмәнең асылын белеүсе.