23. Мөьминүн (Мөьминдәр)

1.

Һис шикһеҙ, мөьминдәр Сәғәдәткә
ирешәсәк.

2.

Улар намаҙ-ғибәҙәттәрендә
итә
ғәт
менән сәждә итә.

3.

Улар фай­ҙаһыҙ, буш һүҙ һөйләмәй.

4.

Улар зәкәт биреүселәр.

5.

Улар сафлыҡтарын
һаҡлайҙар (енси аҙ
ғынлыҡтан
тыйлы
ғалар)

6.

Ҡатындары һәм
уң ҡ
улдары
биләгәндәр

был хисапҡа кермәй, һәм былар (ҡатындары, йәриәләр менән бул
ған
ғәмәлдәре)
өсөн яза бирелмәҫ.

7.

(Ошо ике төрлө ҡатындарҙан) башҡаларын (енси ләззәт өсөн ҡулланырға)
теләгән кеше, һис шикһеҙ, хаттин ашҡан (аҙ
ғын)
булыр.

8.

Улар (мөьминдәр) аманаттарҙы
һаҡлаусылар һәм ант­ҡа то
ғро
ҡалыусылар.

9.

Улар — намаҙҙарын ҡалдырмайынса, үҙ уаҡытында уҡып барыусылар.

10.

Улар, һис шикһеҙ, (ожмах) вәриҫтәр(е)
бу­ласаҡ.

11.

Шулар
ғына
Фирҙәүес йәннәтенең в
әриҫтәре
булыр. Улар шунда мәңгегә йәшәп ҡаласаҡ.

12.

Хаҡтыр, Беҙ кешене (Әҙәм
ғәләйһиссәлләмде)
сафландырыл
ған
балсыҡтан яһаныҡ.

(Ш. Ноғманиҙа:
саф балсыҡтан яралттыҡ
.
X.
Ҡараманда: һөҙ
өлөп
сы
ғарылған
балсыҡ
тың
үҙлеһенән яралттыҡ
.
Крачковскийҙа создали человека из эссенции глины.
Т.
Кочигитта: балсыҡ
тың
са­фынан яралттыҡ
.
Йом
ғаҡлап
шуны әйтергә була ерҙә, туп­раҡта, дымлы, үҙле балсыҡта кеше тәне өсөн кәрәкле
бөтөн элементтар ҙа бар
.
Шул рәүешсә, бөйөк

ғалим
— Аллаһы Тә
ғәлә
мах­сус әҙерләнгән химик-биологик матдәләр менән беренсе әҙәм зат­ы
н
барлыҡҡа килтерә
.
Унан һуң шул әҙәм зат
ы
үҙ организмынан үрсей башлай
.
М.
Алида: сотворение человека выводится здесь из земли, ибо «малая жизненная капля,
то есть сперма, происходит из пищи, которая так или иначе берется из земли )

13.

Һуңынан уны ышаныслы бер урынға
тамсы итеп ур
ынлаштырҙыҡ.
(Әҙәм

ғәләйһиссәлләмдең
нәҫел орло
ғон
ҡаты­нының аналы
ғына
ур
ынлаштырҙыҡ).

(X. Чантайҙа: һуңынан уны (Әҙәмдең тоҡомон, кеше яралғыһын) ҡатлаулы һәм сыҙам,
йәшәүсән итеп, тамсы (шөһүәт, мәни)

рәүешендә (ышаныслы) ояға (әсә ҡарынына)
урынлаштырҙыҡ. Ш. Ноғманиҙа: һуңынан Әҙәмдең нәҫелен әсә ҡарынында мәни ҡыл­дыҡ.
X. Ҡараманда:
һуңынан уны ышаныслы бер урынға шәһүәт хәленә
килтерҙек ).

14.

Унан һуң шул шәһүәт тамсыһын ойошҡан ҡан (ярал­ғы) хәленә килтерҙек; ҡанды
епсел-епсел ит иттек; уны һөйәккә (һөлдәгә, скелетҡа) әүерелдерҙек, шул
һөйәктәрҙе ит менән ҡаплаттыҡ. Һуңынан уны башҡа рәүешкә (кеше һүрәтенә)
килтереп, хасил иттек (йән өрҙөк). Ижад (барлыҡҡа килтереү) менән
шөғөлләнеүселәрҙең иң бөйөгө, иң данлыһы — Аллаһ Тәғәләлер.

15.

Һуңынан, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа үләсәкһегеҙ.

16.

Ахырҙа һеҙ Ҡиәмәт көнөндә, әлбиттә, терелтеләсәкһегеҙ.

17.

Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙҙә ете юл яралттыҡ. Яралтҡандарыбыҙҙы
беҙ һәр уаҡыт күҙәтеп торабыҙ, уларға Беҙ битараф түгел.

(«Ете юл — ете ҡат Күк, фәрештәләр йөрөй торған юлдар, тип
аңлаталар, ләкин ҡайһы тәфсирселәр ул ете юлды кешенең ете һәләте, тип аңлайҙар
күреү, ишетеү, тәм татыу, еҫ һиҙеү, тире менән тойоп һиҙеү, аҡыл һәләте, уахийҙы
һиҙемләү — күңел һиҙгерлеге, инстинкт, тип әйтәләр».

Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )

«Здесь
говорится о семи путях, под которыми несомненно имеются в виду орбиты семи
планет Солнечной системы, не считая Земли — это явствует из слов «над вами»
.

Мөхәммәд Али тәфсиренән )

18.

Етәрлек миҡдарҙа Беҙ Күктән ямғырҙар яуҙыра­быҙ, Ерҙе һыу менән туйындырабыҙ.
Хаҡтыр, Беҙ уны ҡо­рота ла алабыҙ.

19.

Шулай итеп, (Ергә һеңгән дым арҡаһын­да) хөрмә һәм йөҙөм баҡсалары үҫтерәбеҙ.
Уларҙа һеҙҙең өсөн мул емештәр бар, һеҙ уларҙы (рәхәтләнеп, шөкөр итә–итә)
ашағыҙ.

20.

Синай тауында (һеҙҙең өсөн) бер (зәйтүн) ағас(ы) үҫтерҙем. Был ағас май ҙа бирә,
башҡа ри­зыҡҡа ҡатыштырып ашай торғаны (емеше лә) бар.

21.

Хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн файҙалы ғибрәттәр бар. Уларҙың эсендә яралтылғандарҙы
(һөттө) һеҙгә эсертәбеҙ. Уларҙан һеҙ бик күп файҙалар күрәһегеҙ. Итен дә
ашайһығыҙ.

22.

Уларға атланып йөрөйһөгөҙ һәм кәмәләрҙә лә йөҙәһегеҙ.

23.

Хаҡтыр, Нухты ҡәүеменә күндерҙек, ул: — Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ.
Һеҙҙең өсөн Унан башҡа һис бер тәңре юҡтыр. (Башҡа яһалма Илаһтарға табынаһығыҙ,
гөнаһлы булыуҙан) Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайһығыҙмы ни һуң? – тине.

24.

Ҡәүеменең инҡарсы етәкселәре (халыҡҡа) әйтте:


Был бары тик һеҙҙең кеүек бер кеше генә. Ул һеҙҙән өҫтөн хаким булыр
ға
теләй. Аллаһ беҙгә пәй
ғәмбәр
күндерергә теләһә, һис шикһеҙ, фәрештәләрен ебәргән булыр ине. Беҙҙән элек йәшәп
киткән ата-бабаларыбыҙҙан был турала һис бер нәмә ишетмәнек, — тинеләр.

25.

— Был бары тик аҡы­лынан яҙған кеше булырға тейеш.
Шулай булғас,
(уның тилелек шауҡымы уҙып киткәнен) сабыр итеп көтәйек.

26.

Нух
әйтте:


Йә, Раббым, мине ял
ғансыға
сы
ғарғандарға
ҡаршы (көрәшергә) ярҙ
ам
ит, зинһар, — тине.

27.

Шунан
һуң Беҙ у
ға
уахи юлланыҡ:


Күҙәт
еүебеҙ
аҫтында, ҡушҡ
аныбыҙса
кәмә яһа. Әмере­беҙ килеп, ҡайнап, һыуҙар арта башла
ғас,
һәр енестән берәй пар йәнлеләр ал; үҙҙәренә хөкөм сы
ғарылғандарҙан
тыш,

ғәйләңде
ал. Кәфер итеүселәр өсөн Миңә ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үләсәк.

(Күп кенә тәфсирҙәрҙә ниндәйҙер мейестең ҡайнауы, һыуҙарҙың арта башлауы
тураһында яҙыла. Ләкин ҡай
һы
бер яҙыусылар
мейес тураһында һис бер һүҙ әйтмәй. Бары тик һыуҙарҙың таш
ыуы
тураһында

ғына
яҙа­лар. Т. Кочигитпта: әмеребеҙ килеп, һыуҙар ҡайнай башла
ғас,
тип әйтелгән.

X.
Ҡараманда: әмеребеҙ килеп, һыуҙар артып таша башла­
ғас,
тип әйтелгән. И. Крачковскийҙа: придет Наше повеление и закипит печь.

X.
Чантайҙа: әмеребеҙ килеп тә мейес ҡайнай башла
ғас,
тип әйтелгән. Ш. Но
ғманиҙа:
мейестә һыу ҡайнаһа, тип әйтелгән.)

28.

Яҡындарың менән кәмәгә яҡшылап урынлашҡандан
һуң әйтерһең:


Алла
ға
шөкөр, беҙҙе залимдарҙ
ан
ҡотҡар
ған
Аллаһ Тә
ғәләгә
маҡтауҙар булһын! – тип

әйтерһең.

29.

Унан
һуң та­
ғын
әйт:


Раббым, мине (кәмәнән) бәрәкәтле бер ергә төшөрһәң ине. Һин ур
ынлаштырыусыларҙың
иң хәйерлеһе, —  тип әйт.

30.

Шик юҡтыр, бында (Нух ваҡиғаһында)
бик күп

ғибрәттәр
бар. Ы
сынлап
та
,
Беҙ шулай һынап ҡ
арайбыҙ.

31.

Һуңынан улар урынына башҡа бер ҡәүемде (Ғәд
менән Сәмүд халыҡ
тарын)
ки
лтерҙек.

32.

Уларҙың үҙ араларынан һай­ланған
берәүҙе (Һудты) пәй
ғәмбәр
итеп күндерҙек; ул (үҙ халҡына):


Аллаһҡа буйһоноп,

ғибәҙәт
ҡылы
ғыҙ.
Һеҙҙең Унан башҡа (Илаһи ҡ
өҙрәткә
эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кемегеҙ юҡ. Әле һаман Аллаһтан (язаһынан)
ҡурҡмайһы
ғыҙмы?
— тине. — Ни өсөн һаҡланмайһы
ғыҙ?

33.

Уның
халҡы араһында
ғы
кәферҙәрҙең түрәләре донъя тормошонда мул ни
ғмәт
эсендә йәшәһәләр ҙә, Әхирәтте инҡар итеүселәр ине. Улар әйтте:


Был беҙҙең кеүек үк бер кеше. Беҙ аша
ғанды
ашай, беҙ эскәндәрҙе эсә, – тинеләр.

34.


Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙ кеүек үк кешегә эйәрһәгеҙ, бәхетһеҙ буласаҡ
һығыҙ.

35.

Ул
һеҙгә үлеп, тупраҡ бул
ғанығыҙҙан
һуң, серек һөйәк өйөмөнә әүерелеп бөткәстен дә, һис шикһеҙ, терелеп (ҡ
әберҙән)
ҡубарыласа
ғығыҙҙы
вә
ғәҙә
итә.

36.

Ул
вә
ғәҙә
итә тор
ған
нимәләр бик йыраҡ әле (булырҙай эш түгел ул).

37.

Тормошта йәшәү бары тик ошо донъяла
ғына.
Йәшәйбеҙ ҙә үләсәкбеҙ. Берәү ҙә яңынан терелмәйәсәк,

38.

Аллаһы тураһында ул гел ялған
ғына
һөйләп йөрөй тор
ған
кеше. Беҙ у
ға
ышанмайбыҙ.

39.

Пәйғәмбәр:


Раббым, — тине. — Мине ял
ғансыға
сы
ғарғанлдарға
ҡар­шы (көрәшергә) ярҙ
ам
ит, зинһар.

40.

Аллаһ
әмер итте:


Оҙаҡламай улар үкенеүселәрҙ
ән
булырҙар
,
— тине.

41.

Ысынлап та, ҡурҡыныс, әммә
ғәҙел
бер ауаз уларҙы ҡасып ҡотола алмаҫлыҡ ҡаты итеп тотто. Һәм Беҙ уларҙы, ҡоро сүп
үләне кеүек, өйөрмә менән алып киттек. Залимдарҙ
ың
йәндәре йәһәннәмгә эләкһен.

42.

Һуңынан улар урынына башҡа ҡәүемдәрҙе бар иттек.

43.

Һис бер өммәт (үҙенә Аллаһ тарафынан билгеләнгән) уаҡытын (әжәлен) ашыҡтыра алмаған
кеүек, уны кисектерә лә алмаҫ.

44.

Беҙ бер-бер артлы пәйғәмбәрҙәр
күндерҙек. Пәй
ғәмбәрҙәр
килгән һайын, улар (мөшриктәр, кәферҙ
әр)
пәй
ғәмбәрҙәрҙе
ял
ғансыға
сы
ғара
барҙылар. Беҙ ҙә уларҙы (инҡарсыларҙы) берһе артынан икенсеһен юҡ итә барҙыҡ.
Һәм, (башҡалар
ға)
ғиб­рәт
булһын тип, уларҙы хикәйәттәребеҙгә керттек. Иман китермәгәндәрҙ
ең
йәне — йәһәннәмдә.

45.

Унан һуң аяттарыбыҙ һәм
ап-асыҡ дәлилдәребеҙ менән Муса һәм уның ҡ
әрҙәше
Һарунды Фир
ғәүенгә
һә
м
уның ярандарына (дәрәж
әле
кешеләренә)

күндерҙек.

46.

Ләкин улар (Фирғәүен
ҡәүеме) тәкәббер һәм маһай
ған
халыҡ булып сыҡты.

47.

Улар
әйтте:


Беҙгә буйһон
ған
халыҡ араһынан сыҡҡан, беҙҙең кеүек үк ошо ике кешегә эйәрергә тейешме беҙ?

48.

Шулай итеп, уларҙы ялғансыға
сы
ғарҙылар,
һәм шуның арҡаһында һәләк булдылар ҙа.

49.

Дөрөҫө
шул, бәлки, улар тура юлдан китерҙ
әр
тип, Муса
ға
Китап бирҙек.

50.

Мәрйәмдең улы (Ғайсаны),
уның әсәһен (ҡ
өҙрәтебеҙ
менән) аятта үрнәк ҡылдыҡ. Уларҙы уңайлы урын
ға,
шишмә­ле ҡ
алҡыулыҡҡа
урынлаштырҙыҡ.
.

51.

Әй, пәйғәмбәрҙәрем!
Паҡ-хәләл ризыҡ
тар
ғына
аша­
ғыҙ.
Изгелек

ҡылығыҙ.
Һеҙ ҡыл
ғандарҙың
барыһын да Мин дөрөҫ
ө
менән белеп торам.

52.

Шик юҡтыр, һеҙҙең динегеҙ — берҙәнбер
хаҡ дин. Мин һеҙҙең Раббы
ғыҙ
булам. Минең язамдан ҡур­ҡы
ғыҙ.

53.

Аяныс, кешеләр үҙара
боҙ
олошоп,
(дин) эштәрен айырым-айырым киҫ
әктәргә
бүлгеләп бөтөрҙ
өләр.
Һәр фирҡ
ә
үҙ (дин)ен маҡтап, уны

ғына
хаҡ (дин), тип шатлана.

54.

Хәҙер инде һин мәғлүм
бер уаҡытҡа саҡлы уларҙы аҙашҡан хәлдә, үз юлдарында ҡалдырып кит.

55.

Үҙҙәренә муллыҡ һәм күп улдар биргәс, улар: (Аллаһ) беҙгә яҡшылыҡ эшләргә
ашҡынып тора икән, тип уйлайҙар, ах­
ырыһы.
Юҡ шул! Улар (эштең асылын) аңлап бөтөрмәй.

56.

57.

Хаҡтыр, Раббыны бөйөк күреп, (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡур­ҡып,
ғибәҙәт
ҡылыусылар бына кемдәр:

58.

Улар Раббының аяттарына ныҡлы иман килтергәндәр,

59.

Улар Раббыға
тиң, тип башҡа заттар
ға
табынма
ғандар,

60.

Улар Раббы янына ҡайтарыласаҡтарын
белеп, ҡурҡып, бирәсәктә­рен (бурыс-әжәт, хәйер, саҙ
аҡа,
зәкәтте) ихлас күңелдән ҡай­тар
ғандар,

61.

ярыша-ярыша (бер-берһен уҙҙырырға
тырышып) изгелек ҡылыусылар. (Әжер-сауап ал
ғанда)
улар иң ал
ғы
сафта булыр.

62.

Беҙ һис бер кемгә көсө етмәҫлек эш йөкләмәйбеҙ. Яныбыҙҙа дөрөҫлөктө бәйән
ҡылыусы бер китап (Ләүхел Мәх­фүз) бар, Улар хаҡ
һыҙға
рәнйетелмәҫ.

63.

Юҡ, улар (инҡарсылар) былар тураһында хәбәрҙар түгел, һәм бынан баш­ҡа ла улар
ҡыл
ған
гөнаһтар байтаҡ. Әле ҡылаһылары күпме!

64.

Байлыҡ-муллыҡ эсендә йәшәүселәрен язаға
тотһаҡ, улар шунд
а
уҡ
ярҙ
ам
һорап ҡысҡыра башлай.

65.

Уларға:


Зарланма
ғыҙ,
һеҙгә беҙҙән ярҙ
ам
булмаҫ! — тип әйтер­беҙ.

66.


Ҡаршы
ғыҙҙа
аяттарыбыҙҙ
ы
уҡы
ған
саҡта, һеҙ танауы
ғыҙҙы
сөйөп, арҡа ҡуйып китә инегеҙ. Йыйылышып, кистәр буйы (Ҡ
өръәнде)
мыҫҡыл юҡ
ты
һөйләй

инегеҙ.

67.

68.

Хаҡ һүҙ (Ҡөръән)
тураһында яҡшылап уйлап ҡ
араманылар.
Әллә һуң уларҙың ата-бабаларына килмәгән берәй нимә (китап, йәки пәй
ғәмбәр,
йәки Аллаһтың

ғазабынан
ҡотолоу) ингәнме?

69.

Йәки үҙ пәйғәмбәрҙәрен
башта уҡ белмәйҙәр инеме ни? (Беләләр ине.) Шулай ҙа уны (Аллаһтың илсеһе
икәнен) инҡар иттеләр.

70.

Улар Рәсүлемде: гәрсә ул Хәҡиҡәтте
өръәнде)
килтерһә лә: ул енләнгән, тинеләр. Ләкин ул Хәҡ
иҡәт
күбеһенең күңеленә хуш килмәне.

71.

Әгәр ҙә Хәҡиҡәт
улар­ҙың күңеленә хуш килә тор
ған
булһа, күктәр, Ер һәм шунда
ғы
кешеләр, һис шикһеҙ,

ғарасатҡа
дусар булыр ине. Беҙ улар
ға
өръән
сифатында) бары тик шан-шәрәфтәр (иҫкә төшөрөү) ки
лтер­ҙек,
ләкин улар шунан ваз кисте.

72.

(Эй,
Мөхәммәд) әллә һин уларҙан берәй бүләк өмөт итәһеңме? Раббың бирәсәк бүләк унан
да хәйерлерәк була­саҡ. Раббың бүләкләүселәрҙең иң йомарты.

73.

Хаҡтыр, һин уларҙы тура юлға
саҡыраһың.

74.

Әхирәт
көнөнең киләсәгенә инанма
ғандар
тура юлдан яҙ
ғандар
булыр.

75.

Уларҙы ҡыҙғанып,
өҫ
тәренә
килгән бәләләрҙе алһаҡ, улар күҙҙәре күрмәҫ дәрәжәгә етеп, барыбер элеккеге аҙ
ғынлыҡтарын
дауам иткән булырҙар ине.

76.

Хаҡтыр, Беҙ уларҙы (аслыҡ менән) язаланыҡ, шунан һуң да улар Раббыға
буйһонманы, (ярлыҡау һорап) У
ға
ялбарманылар.

77.

Язалар менән тулы һәм дәһшәтле бер ҡапҡаны
асҡан­дан һуң, уларҙың нисек шашып, өмөтһөҙлөккә төшкәндәрен күрһәң ине.

78.

Аллаһ һеҙгә ҡолаҡтар,
күҙҙәр, күңел той
ғолары
бир­ҙе. Ләкин, ни өсөндер, һеҙ әҙ шөкөр итәһегеҙ.

79.

Һеҙҙе
яралтҡан да, Ер өҫтөнә таратҡан да – Аллаһ. Һуңынан Уның хозурында тупланасаҡ
һығыҙ.

80.

Йән өргән дә – Ул, йән алған
да – Ул. Төн менән көндө алмаштыр
ыу
эше лә Уның хөкөмөндә. Шуны аңлар өсөн (аңла
ғас,
иман килтерер өсөн әле һаман) аҡылы
ғыҙға
алмайһы
ғыҙмы
ни?

81.

Шуға
ла

ҡарамаҫтан,
улар борон
ғолар
һөйләгәнде ҡабатлай.

82.

Улар:


Үлеп, тупраҡ бул
ғас,
һөйәк өйөмөнә әүерелгәс, ысындан да, беҙ яңынан терелербеҙме? (Беҙ быңа
ышанмайбыҙ), —тип әйтәләр.

83.

Ысындан да, беҙгә боронғо
ата-бабаларыбыҙ
ға
ла шуны (үлгәндән һуң терелеүҙе) вә
ғәҙә
иткәндәр ине инде. Ләкин (берһенең дә терелгәне юҡ) был (вә
ғәҙәләр)
иҫкенән ҡал
ған
әкиәттәр генә. Башҡа түгел.

84.


Күп белһәгеҙ, әйтегеҙ: был донъя
ға
һәм шунда
ғы
барса әйбергә кем хужа? – тип һора һин уларҙан.

85.

Улар,
һис шикһеҙ:


Аллаһ! — тип әйтәсәк.


Шулай бул
ғас,
ни өсөн уйлап ҡарамайһы
ғыҙ
(ни өсөн иман ки
л­термәйһегеҙ)?
– тип


әйт
.

86.


Ете ҡат күктәрҙең һәм бөйөк

Ғәрештең
Раббыһы кем? —тип һора һин уларҙан.

87.


Аллаһ! -тпн әйтерҙәр.


Шулай бул
ғас,
һеҙ Аллаһтың язаһынан ни өсөн ҡурҡмайһы
ғыҙ?
(гөнаһтарҙ
ан
һаҡланмайһығыҙ!)
– тип

әйт.

88.

– Улай

бик күп белһәгеҙ, әйтегеҙ: барлыҡ мөлкәтте кем үҙ ихтыя­рында тота?
Һәр нәмәне һаҡлап-ҡотҡарыусы, әммә Үҙе быға мохтаж булмаған ул кем? — тип һора
һин уларҙан.

89.

— Аллаһ! — дип әйтерҙәр.

— Улайһа, ни эшләп һеҙ яңғылышып, вәсүәсәгә биреләһегеҙ? — тип әйт.

90.

Беҙ уларға Хәҡиҡәт индерҙек, улар уны ялғанға сығарҙы.

91.

Аллаһ бер ниндәй ҙә баланың атаһы булманы. Уға тиң башҡа бер Илаһ та юҡ. Әгәр
булһа, һәр Илаһ үҙе яралтҡан малды һәм идараны үҙ ҡулына алыр ине һәм, мот­лаҡ,
улар бер-берһен еңгән булыр ине. Аллаһ улар (мөшриктәр) табынғандарҙан өҫтөн.

92.

Аллаһ йәшеренгәнде лә, асығын
да белеүсе. Ул мөшриктәр уйлап сы
ғарғандар­ҙан
(яһалма Илаһтарҙан) бөйөк.

93.

(Ий,
Мөхәммәд) әйт һин:


Йә, Раббым, улар
ға
вә
ғәҙә
иткән

ғазаптарыңды
миңә лә күрһәтһәң ине.

94.

Раббым, зинһар, мине залимдар араһына
ҡуйма,
— тип.

95.

Әлбиттә, Беҙ уларға
вә
ғәҙә
иткәндәребеҙҙе һиңә ла күрһәтә алабыҙ.

96.

Һин (улар ҡылған)
яманлыҡ
тарҙан
яҡшы

ғәмәлдәрең
менән һаҡлан. Беҙ уларҙың (һиңә) ни
мә
һылта
ғандарын
бик яҡшы белеп торабыҙ.

97.

Әйт
һин:


Раббым, шайтандарҙың ҡ
отҡоһонан
Һиңә һыйына­м, — тип. —

98.

Улар яныма килә башлаһа ла, Һиңә һыйынам, — тип әйт.

99.

Ниһайәт, уларҙың берәйһен әжәл тотһа, әйтер:


Раббым, мине донъя
ға
кире ҡайтар;

100.

эшләй алмай ҡалған
изгелектәрҙе башҡарасаҡмын, — тип ҡабат-ҡабат ялбарыр. Юҡ! Был уның ауыҙынан
сыҡҡан буш һүҙ генә. Ҡ
иәмәткә
саҡлы уларҙы терелтмәйенсә тота тор
ған
бәрзәх (ҡ
орма)
бар.

101.

Сур борғоһона
өрөлгәс (Ҡ
иәмәт
килеп еткәс), улар араһында ту
ғанлыҡ
ептәре ҡалмаҫ, (ярҙ
ам
итер өсөн) һораштыра-һораштыра бер-берһен эҙләмәҫ
тәр.

102.

(Сауап) бизмәне ауыр тартҡан кеше Сәғәдәткә
ирешкән булыр.

103.

Бизмәне еңел тартҡан кеше үҙенә ҡот осҡос
зыян эшләгән кеше булыр, улар мәңгегә йәһәннәмдә ҡаласаҡ.

104.

Улар­ҙың сырайҙарын ялҡын сорнар, уларҙың йөҙө
имәнгес бу­лыр.

105.

Аяттарыбыҙҙы
уҡы
ғанда,
һеҙ уларҙы ял
ғанға
сы
ғарманығыҙмы?

106.

Әйтерҙәр:


Раббы
ғыҙ,
(нәфсебеҙҙе тыя алмайынса) бәхет
һеҙлегебеҙ
өҫкә сыҡты, беҙ юлдан яҙ
ғандар
өйөрөнә әүерелдек, – тип әйтерҙ
әр.

107.


Раббыбыҙ, беҙҙе бынан сы
ғар.
Әгәр беҙ та
ғын
(ҡыл
ған
әшәкелектәребеҙҙе) дауам итһәк, бына шунда инде беҙ, ысындан да, залимдар
булырбыҙ.

108.

Уларға
әйтелер:


Рисуай килеш шунда ҡала бирегеҙ. Минең менән һөйләшергә баҙ
нат
итмәгеҙ.

109.

Кешеләрем араһында шундайҙары ла бар ине:


Раббыбыҙ, беҙ иман ки
лтерҙек;
шулай бул
ғас,
Һин беҙҙе

ғәфү
ит, беҙҙе ҡыҙ
ған.
Һин мәрхәмәтлеләрҙең дә мәрхәмәтлеһе, — тинеләр.

110.


Бына һеҙ уларҙы мәсхәрә иттегеҙ; (шул мәсхәрә­ләүҙәрегеҙ менән артыҡ мауы
ғып,
һеҙ) Мине онотто
ғоҙ,
һеҙ уларҙы мыҫҡыллап көлә инегеҙ.

111.

Бөгөн Мин уларҙы (шул мыҫҡылдарға
түҙеп тор
ған)
сабырлыҡ
тарына
күрә, бүләкләйем дә. Шик юҡ, улар — мораҙҙарына ирешкән бәхетле кешеләрҙер.

112.

(Аллаһ
инҡарсыларҙан):


Ерҙә һеҙ нисә йыл торҙ
оғоҙ?
— тип һорар.

113.

Улар:


Бер көн йәки көндөң бер нисә сә
ғәтен
торҙ
оҡ.
Һанап бар
ғандарҙан
(фәрештәләрҙән) һора, — тип әйтер.

114.

(Аллаһ
улар
ға)
әйтер:


Бик әҙ торҙ
оғоҙ.
Әгәр белһәгеҙ!

115.


Былай

ғына,
эше булма
ғандан
эш булһын, тип кенә беҙҙе яралтты һәм, ысынлап та, ул беҙҙе үҙ хозурына
ҡайтар­маҫ, — тип өмөтләнәһегеҙме?

116.

Мотлаҡ хаким булған
Хаҡ Тә
ғәлә
— бөйөк. Унан башҡа (Илаһи ҡ
өҙрәткә
эйә һәм) Тәңре булыр
ҙай
һис бер кем юҡ. Ул — бөйөк

Ғәрештең
хужаһы.

117.

Кем дә кем, һис бер иҫбаты булмаған
килеш, Аллаһҡа тиң башҡа берәй (уйҙырма) Илаһҡа табынһа, уның хи­сабы (язаһы)
бары тик Аллаһ ихтыярындаҙыр. Хәҡ
иҡәт
шулдыр, кәферҙәр Сә
ғәдәткә
ирешә алмаҫ (ҡурҡҡандарынан ҡотолмаҫ
тар,
өмөт иткәндәренә ирешмәҫ
тәр).

118.

(Ий,
Мөхәммәд) әйт:


Йә, Раббым, (мосолмандарҙы) ярлыҡа, уларға
мәрхәмәтле бул. Миһырбанлыларҙың иң хәйерлеһе — Һин, —

тигән.