21. Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр)

1.

Кешеләрҙең иҫәп-хисап тотаһы көндәре яҡынлаша. Шулай ҙа улар томаналыҡтары
арҡаһында (Хаҡтан) йөҙ сөйөрә.

2.

Раббынан үҙҙәренә киҫәтеү-күрһәтмәләр килгән һайын, улар (аяттарҙы) ысын
күңелдән тыңламайынса, уйын-көлкөгә ала кил­де.

3.

Битараф күңелле ул залимдар йыйналып шулай аҫ­тыртын бышылдаша ине: — Ул
(Мөхәммәд) һеҙҙең кеүек үк бер кеше булмай, кем булһын? Һеҙ (көпә-көндөҙ)
ап-­асыҡ күреп торғанығыҙ килеш, уның сихырына ышанаһығыҙмы?

4.

(Пәйғәмбәр) әйтте:

—  Раббым Ерҙә һәм Күктә (нимә һөйләнһә шуны) ишетеп торор.
Хаҡтыр, Ул — ишетеп, белеп тороусы.

5.

Улар әйтте:


Әйе, был (аяттар) уның йоҡла
ғандағы
һаташ
ыуҙарының
нәтижәһе
лер.
Шик юҡ, ул уларҙы үҙенән уйлап сы
ғар­ған.
(Аллаһтан иңде, тип ял
ғанлай.)
Сөнки ул — ша
ғир.
(Әгәр ысынлап та ул пәй
ғәмбәр
икән)
алдан индерелгәндәргә (башҡа пәй
ғәмбәрҙәргә
бирелгән китапҡа)
оҡшаш берәй аят (мө
ғжизә)
күрһәтһен, — тинеләр.

6.

Быларҙан элек йәшәгән һәм һәләк ителгәндәрҙең (шәһәрҙәрҙең, халыҡтарҙың)
берһе лә иман ки
лтермәне.
Была­ры иман килтерер, тип өмөтләнәһеңме?

7.

(Эй,
Мөхәммәд) һиңә саҡлы ла Беҙ уахи тапшырыл­
ған
кешеләрҙе генә пәй
ғәмбәр
итеп ебәрҙек. Әгәр (был турала) белмәйһегеҙ икән, белгәндәрҙән (китаплы
халыҡтан) һора
ғыҙ.

(«Аяттағы

«әһлүз-зикр», йәғни
«белгәндәр» һүҙен, Тәүрәт менән Инжилде яҡшы белгән кешеләр, китаплы халыҡ, тип
аңлар
ға
кәрәк»Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )

8.

Беҙ уларҙы (пәғәмбәрҙәрҙе)
ризыҡ ашамай тор
ған
кәүҙәләр
итеп яралтманыҡ. Улар (фани донъяла) үлемһеҙ ҙ
ә
түгел.

9.

Ахырҙа
Беҙ улар
ға
биргән вә
ғәҙәбеҙҙе
теүәл үтәнек. Уларҙы һәм ихтыяр иткән кешеләребеҙ
ҙе
ҡотҡарҙыҡ.

Хаттин
ашҡандарҙы (
сиктәрҙе
уҙғанд
арҙы)
һәләк иттек.

(«Хаттин ашҡандар», йәғни
тыйыл
ғандарҙың
х
атен,
сиген уҙып, гөнаһ ҡыл
ғандар,
арты
ғын
аша
ғандар,
арты
ғын
ғәҙелһеҙ
бул
ған­дар,
дөрөҫ үлсәмәгәндәр, алдаусылар,

ғәйбәт
тарат
ыусылар,
ҡараҡ
тар
һәм,

ғөмүмән,
енәйәтселәр, әхләҡ
һеҙҙәр
— барыһы ла хаттин аш
ыусылар.)

10.

Хаҡтыр, һеҙҙәң шундай бер Китап индерҙек: шунда һеҙгә өгөт-нәсихәт тә, шәрәфтәр
ҙә туплан­
ған.
Һаман шуны аңламай
һығыҙмы?

11.

Беҙ кәферлек ҡыл­ған
(
ғәҙелһеҙ
бул
ған)
күпме мәмләкәтте (халыҡ
тарҙы)
тар-мар ки
лтерҙек,
ахырҙа улар урынына башҡаларҙы яралттыҡ.

12.

Язабыҙ килгәнен самалағас
та, улар ҡаса башлай.

13.

(Фәрештәләр):


Ҡасма
ғыҙ,
байлы
ғығыҙ
янына, мул тормошҡа кире ҡайты
ғыҙ,
йорттары
ғыҙға
яңынан ур
ынлашығыҙ,
һорау ал
ыу
баш­лана, — тинеләр.

14.

Улар
әйтер:


Харап булдыҡ, ысындан да, беҙ


ғәҙ
елһеҙ
залим бул
ған­быҙ
икән, — дип ҡысҡырырҙар.

15.

Ниһайәт, Беҙ уларҙы сабып ташлаған
бесән кеүек итеп, уты һүнгән усаҡ көлө һымаҡ, харап итеп ташла
ғаны­быҙға
саҡлы шулай аҡыр
ыуҙарынан
туҡтамаҫ
тар.

16.

Беҙ Күкте лә, Ерҙе лә, улар араһындағыларҙы
ла шаярыр өсөн генә (Үҙ рәхәтебеҙгә күрә генә) хасил итмәнек.

17.

Шаярыр­ға
теләһәк, (ул шаяр
ыуҙарҙы)
Үҙ тирәбеҙҙә (Үҙебеҙҙең дәрәжәлә генә) эшләгән булыр инек. Әммә Беҙ шаяр
ыуҙарҙан
йыраҡ тора­быҙ.

18.

Һис шикһеҙ, Беҙ ялғандың
башына Хәҡ
иҡәт
менән һу
ғып
(ял
ғандың)
мейеһен сәсрәтәсәкбеҙ. Шунда һеҙ күрерһегеҙ, ул (ял
ған)
юҡҡа сы
ғыр.
(Аллаһҡа ҡаршы) ял
ғандар-ялалар
һөйләгәнегеҙ өсөн, һеҙҙе хәтәр яза көтә.

19.

Күктәрҙәге, Ерҙәге һәммә-барсаһы Уныҡы. Уның яҡындағылар
(фәрештәләр) тәкәбменәннмәй, У
ға
ғибәҙәт
ҡылыуҙан (туҡтамай) ар
ымай.

20.

Улар арымай-талмай,
кис-көндөҙ (Аллаһҡа маҡтау) тәсбих әйтә.

21.

(Мөшриктәр) Ер аҫтынан сыҡҡандарҙан (алтын-көмөштән, таштан, балсыҡтан) үҙҙәренә
тәңреләр яһанылар. Әллә һуң уларҙың шул тәңреләре йәнһеҙҙ
ән
йәнле яһай аламы (үлеләрҙе терелтә аламы)!

22.

Әгәр һәр икеһендә лә (Ерҙә һәм Күктә) Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрәт
эйәләре булһа, улар (Ер менән Күк һәм ул эйәләр) әллә ҡасан буталып, боҙ
олошоп
бөткән булыр ине инде. Алла һаҡлаһын! Тимәк,

Ғәрештең
Раббыһы бул­
ған
Аллаһ уларҙың

ғәйбәтенән
өҫтөн һә
м
паҡтыр, азаттыр.

23.

Аллаһ Үҙе башҡарғандар
өсөн (бер кем ҡаршыһында ла) яуап тотмаҫ; фәҡ
әт
улар (кешеләр үҙҙәренең ҡылмышта­ры өсөн) Аллаһ ҡаршыһында яуаплы.

24.

Унан
башҡа тәңреләрҙе уйлап сы
ғарҙылар.
Һин улар
ға
әйт:


(Аллаһтан башҡа та
ғын
хоҙайҙар бар, тип) дәлил килтерегеҙ (әгәр дәлилегез булһа, әлбиттә). Бына, миңә
эйәргән мосолмандарҙың Китабы (шунда ял
ған
юҡ). Бына, минән элек килгәндәрҙең китабы (шунда кешеләр өҫтәгән ял
ған
бар), — тип. Ю
ҡ,
уларҙың күбеһе дөрөҫлөктө белмәй. Шу
ға
күрә, (наҙанлыҡ
тары
арҡаһында Ҡ
өръәндән)
йөҙ сөйөрәләр.

25.

«Минән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә
эйә һәм) Тәңре бу­лырҙай һис бер кем юҡ. Шу
ға
күрә, Миңә генә табыны
ғыҙ»,
тигән дөрөҫлөктө уахи итмә
йенсә,
Беҙ һинән әүүәл бер генә пәй
ғәмбәр
ҙә ебәрмәнек.

26.

—Ярлыҡаусы (Аллаһ) бала атаһы булды, (Фәрештәләр – Аллаһтың ҡыҙҙары), – тинеләр.
Әстә
ғфирулла!
(Был – кәфер һүҙ!) Аллаһ ундай эштәрҙән паҡ. Улар үҙҙәре (әйткән «Аллаһтың
улдары, ҡыҙҙары» тигәндәр Аллаһтың) хеҙмәткә ҡуйыл­
ған
ҡолдары.

27.

Улар Аллаһ әмеренән алда һүҙ
һөйләмәй.
Улар бары тик Аллаһ әмере буйынса

ғына
ғәмәл
ҡыла.

28.

Ул
уларҙың уҙ
ғандарын
да, алда ни
мә
күрәсәктәрен дә белеп тора. Улар Аллаһ рөхсәтенән башҡа һис кемгә шәфә
ғәт
итмәҫ
тәр.
Улар үҙҙәре Унан ҡурҡып-ҡалтырып торалар.

29.

Берәйһе:

—Унан башҡа мин дә тәңре, —тип әйтһә, уны йәһәннәм
ғазабына
ташлаясаҡбыҙ. Залимдарҙы Беҙ ана шулай язалаясаҡ­быҙ.

30.

Әллә һуң ул иманһыҙҙар күктәр менән Ерҙең ҡасандыр бергә уҡмашҡан хәлдә булғанын
белмәйҙәрме? Беҙ уларҙы айырҙыҡ та, һәр тереклекте дымдан яралттыҡ. Шунан һуң да
улар (мөшриктәр) иман ки
лтермәйҙәрме?

31.

Беҙ Ер өҫтөндә тауҙар ҡалҡыттыҡ, улар һелкенмәйенсә торһон­дар өсөн. Улар
араһында тарлауыҡлы юлдар хасил иттек, улар тура юлдан барып, маҡсаттарына
ирешһен өсөн.

32.

Беҙ Күк йөҙөн
ҡаплауыс (һаҡлаусы түбә) түшәм кеүек итеп яралттыҡ. Улар (кәферҙәр иһә Күк йөҙ
өнең
дәлилдәренән, Аллаһтың) аяттарынан баш тарта.

33.

Аллаһ төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы яһаны. Уларҙың һәр береһе үҙ әйләнәһе
тирә­һендә Күк йөҙ
ө
буйлап йөҙ
өп-осоп
йөрөргә тәртип ителде.

34.

Без һинән элек йәшәгәндәрҙең берһенә лә үлемһеҙ­лек бирмәнек. Һин үлһәң, улар
мәңге йәшәйәсәкме? (Әлбиттә, йәшәмәйәсәк!)

35.

Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр. Һеҙҙе мул­лыҡ, ләззәт һәм яманлыҡ менән
(ымһындырып) һынайбыҙ. Унан һуң һеҙ (ҡыл
ғандарығыҙ
өсөн яуап тотар
ға)
ҡайта­рыласаҡ
һығыҙ.

36.

(Рәсүлем) кәферҙәр һине күргәс тә:


Ошомы инде беҙҙең Илаһтарыбыҙ менән ауыҙ сайҡау­сы кеше? — тип мыҫҡыл итәсәктәр.
Улар мәрхәмәт менән яр­лыҡаусы Аллаһтың Китабын инҡар итеүселәрҙең нәҡ
үҙҙәреҙер.

37.

Түҙемһеҙлек кешенең тәбиғәтендә
бар. Һеҙгә аяттарымды (һәм язаларымды) күрһәтермен. Ләкин һеҙ мине ашыҡтырма
ғыҙ.

38.


Дөрөҫ
өн
һөйләйбеҙ, тип әйтәһегеҙ икән, ҡасан тормошҡа аша­саҡ һуң ул вә
ғәҙәләрегеҙ?
— тип әйтәләр.

39.

Ул
кәферҙәр йөҙҙәре, арҡалары ялҡын эсендә ян
ғанда
ярҙ
ам
күрмәйәсәк заман киләсәген белһәләр ине!

40.

Эйе, иҫкәртмәҫтән килер ул (Ахырзаман), улар ҡаушап ҡалыр. Улар уны кире ҡаға
алмаҫ һәм (ул

ғазап)
уаҡытлыса кисек­терелмәҫ.

41.

Хаҡтыр, һинән әүүәл килгән пәйғәмбәрҙәрҙе
лә улар шулай мыҫҡыл итте. Ләкин ул мыҫҡылсылар мыҫҡыл сәбәпсеһе (Ҡ
иәмәт
язаһы) менән сорнап алыныр.

42.

Әйт:


Кис-көндөҙ һеҙҙе Аллаһ язаһынан кем ҡотҡара ала? — тип. Шу
ға
ла ҡарамаҫтан, улар Раббыларын зикер итеүҙән йөҙ сөйөрә.

43.

Әллә һуң уларҙың Беҙгә ҡаршы торорҙай
ҡ
өҙрәт
эйәләре бармы? (Уларҙың Илаһҡа һана
ған
нәмәләре) үҙҙәренә үҙҙәре лә ярҙ
ам
итә алырлыҡ көскә эйә түгел. Улар Беҙҙән дә и
ғтибар-ярҙам
күрмәҫ, язабыҙҙан ҡотола алмаҫ.

44.

Әлбиттә, Беҙ уларҙың ата-бабаларын да муллыҡта йәшәттек. Ысындан да, улар
(бөтмәҫ-төкәнмәҫ кеүек тойол
ған)
оҙ
он
ғүмер
йәшәнеләр. Шулай ҙа улар инде лә күрмәйҙ
әрме
ни һуң, ихтыяр итеп, Беҙ ипләп кенә уларҙың ерҙәрен һәр яҡлап кәметә барабыҙ.
Шунан һуң да улар еңеүсе булып ҡала алырмы?

45.

Әйт:


Мин бары тик уахи менән һеҙҙе киҫәтәм. Бары тик (күңеле) һаң
ғырауҙар
ғына
был саҡыр
ыуҙарҙы
ишетмәҫ, — тип.

46.

Хаҡтыр, уларға
Раббы тарафынан бәләкәй генә (
ға­зап)
еле иҫеп ҡуйһа ла, улар шунд
а
уҡ:


Харап булдыҡ! Ысындан да, беҙ залим бул
ғанбыҙ
икән, — тип ҡысҡыра башлайҙар.

47.

Ҡиәмәт
көнөндә Беҙ

ғәҙеллек
бизмәндәре ҡороп ҡу­ясаҡбыҙ. Ул Көндө инде һис бер кемгә ниндәй ҙә булһа

ғәҙелһеҙлек
ҡылынмаҫ. (Ҡыл
ған
эштәрегеҙҙең) хәрдәл бөртөгө ҡ
әҙәрен
дә (дөрөҫ бизмәнгә) һалырбыҙ. Иҫәп-хисап өҙөр өсөн Мин
ең
үҙемдең дә булыуым еткән.

48.

Хаҡтыр, Муса менән Һарунға
тәҡ
үәлектәре
өсөн, бер яҡтылыҡ — өгөт һә
м
Фурҡан бирҙек.

(«Фурҡан» һүҙенең тәржемә мәғәнәһе
изге китаптарҙы к
үҙ
уңын­да тота. Й
әғни,
яҡшылыҡ
ты
ямандан айыр
ыу
ғилеме.
Ҡ
өръәндең,
бүтән атамаһы ла Фурҡан булыр».

Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

49.

Эске бер ҡурҡыу
менән Аллаһҡа инан
ғандар
Сә
ғәт
һу
ғыуын
иәмәт
кил
еүен)
тетрәнеп көтәләр.

50.

Бына был (Ҡөръән)
Беҙ индергән хәйерле һәм файҙалы киҫәт
еү-өгөттәр
(Китабыҙыр). Һеҙ хәҙер шуны инҡар итерһегеҙме?

51.

Хаҡтыр, бынан әүүәл Ибраһимға
ла (бәли
ғле­генән
алда) өлгөргәнлекте (аҡ
ты
ҡаранан айыра бел
еүҙе)
бир­ҙек. Һәм Беҙ уның шундай икәнен белеп тор
ҙоҡ.

52.

Шул
уаҡытта ул атаһына һәм ҡәүеменә әйтте:


Һеҙ ниндәй һәйкәлдәргә (таш һындар
ға)
табынаһы
ғыҙ?
— тине.

53.

Улар
әйтте:


Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың шулар
ға
арышып)
та­бын
ғандарын
күреп үҫтек, тинеләр.

54.

(Ибраһим) әйтте:

—Аталарығыҙ
ҙа, үҙегеҙ ҙә яң
ғылышыу-һаташыу
юлында, — тине.

55.

Улар:


Һин беҙгә хәҡ
иҡәт
алып килдеңме (һин дөрөҫ
өн
һөйләйһеңме)! Әллә һин беҙҙән көлөргә теләйһеңме (ял
ғанлай­һыңмы)?
— тинеләр.

56.


Юҡ! — тине Ибраһим. — Һеҙҙең Раббы
ғыҙ
күктәрҙең һәм дә Ерҙең хужаһы. Уларҙы яралтыусы — Аллаһ. Мин шу
ға
(Аллаһтың ҡ
өҙрәтенә)
шаһит бул
ғандарҙың
(инан
ған­дарҙың)
бер
еһе
булам.

57.


Валлаһи, улар (ту
ғандарым)
арҡа ҡуйып киткәндән һуң, мин һеҙ
ҙең
һындары
ғыҙға
бер-бер хәл ҡыласаҡмын. — (тине Ибраһим).

58.

Шунан һуң ул боттарҙы ватып-емереп бөтөрҙө.
Бары тик уларҙың иң ҙурын

ғына
ватм
айынса
ҡалдырҙы. Тегеләр (кәферҙ
әр)
улар
ға
мөрәжә
ғәт
итһен өсөн.

59.

Тегеләре килеп һораны:


Кем шулай беҙ
ҙең
Илаһтарыбыҙҙы ватты? Хаҡтыр, ул кеше бик тә

ғәҙелһеҙ
икән, — тинеләр.

60.

Берһе
әйтте:


Бер йәш егеттең Илаһтарыбыҙҙы һүгеп йөр
өгәнен
ишеткән инек. Ул егеттең исеме — Ибраһим, — тинеләр.

61.

Әйттеләр:

—Улайһа, уны халыҡ ҡаршыһына алып килегеҙ. Кешеләр үҙ күҙҙәре менән күрһен.

62.


Әй, Ибраһим, — тинеләр. — Илаһтарыбыҙҙы һин шулай харап иттең
ме?

63.

Ибраһим әйтте:


Был эште, ана, теге ҙуры башҡарҙы, — тине. — Теле булһа, унан һора
ғыҙ.

64.

Шунан
һуң улар (боттар
ға
табыныусыла
р)
үҙ
ара
һөйләшә башланы.


Ысындан да, беҙ үҙебеҙ

ғәйепле,
— тинеләр.

65.

Һуңынан улар ҡыйынһынып әйттеләр:


Һин бит уларҙың һөйләшә алма
ғандарын
белеп тора­һың (ни өсөн уларҙан һорар
ға
ҡушаһың)! — тинеләр.

66.

Ул
(Ибраһим) әйтте:


Улайһа, ни

э
шләп
һуң һеҙ Аллаһты инҡар итеп, (хатта һөйләшер һәләте лә булма
ған,
телһеҙ, һаң
ғырау)
бер зарар ҙа, бер генә файҙа ла килтерә алмаҫтай меҫкендәргә (боттар
ға)
та­бынаһы
ғыҙ?
— тине.

67.


Һеҙгә лә, һеҙ тәңре тип табына тор­
ған
(шул таштары
ғыҙ)
өҫтөнә лә — тфу! Инде лә аҡыл
ға
ки­леп, һабаҡ алмаҫ
һығыҙмы
ни?

68.

— Уны
(Ибраһимды) утҡа ташлар
ға
кәрәк! — тинеләр. Икенселәре иһә:


Илаһтары
ғыҙҙы
унан яҡлап ҡалы
ғыҙ,
әгәр ҙә һеҙ тәүәккәл кешеләр булһа
ғыҙ,
— тинеләр.

69.


Һәй, ялҡын! – тинек. — Ибраһим
ға
зарар ки
лтермә,
һалҡынсалыҡ бир.

70.

Шулай итеп, улар хәйлә ҡорған
ине лә, Беҙ уларҙы меҫ
кен
хәлдә ҡалдырҙыҡ.

71.

Беҙ уны ла, Лутты ла ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уларҙы
ғәләм
халыҡ
тары
өсөн етәрлек бәрәкәтле ергә ур
ынлаштырҙыҡ.

72.

Уға (Ибраһимға) Исхаҡты һәм Яҡупты, айырым бер бүләк булараҡ бирҙек һәм барыһын
да изгелеклеләрҙән ҡыл­дыҡ.

73.

Әмеребеҙ буйынса, уларҙы тура юл күрһәтеүсе юлбашсы­лар иттек һәм үҙҙәренә
хәйерле эштәр башҡарыуҙы, намаҙ уҡыу
ҙы,
зәкәт биреүҙе уахи иттек. Улар Беҙгә өҙлөкһөҙ ғибәҙәт ҡылыусылар булды.

74.

Лутҡа ла хөкөм һәм ғилем бирҙек. Уны бысраҡлыҡтар ҡылыусы халыҡтан ҡотҡарҙыҡ.
Улар, хаҡтыр, фет­нәсе, боҙоҡ ҡәүем ине.

75.

Уны (Лутты) рәхмәтебеҙгә ҡа­бул ҡылдыҡ.
Сөнки ул изгеләрҙән ине.

76.

Унан да элегерәк
Нух та до
ға
ҡылды. Беҙ уның до
ғаһын
ҡабул ҡылдыҡ. Шу­лай итеп, үҙен һә
м
иман килтергән яҡындарын ҙур әфәттәрҙән ҡотҡарып ҡалдыҡ.

77.

Уны аяттарыбыҙҙы инҡар иткән ҡәүемдән ҡотҡарҙыҡ.
Хаҡтыр, улар боҙоҡ
ҡәүем ине. Шуға
күрә, уларҙың бөтөнөһөн дә һыу
ға
батырҙыҡ.

78.

Шулай
уҡ Дау
ыт
менән Сөләймәнде иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бер заман улар иген ба
ҫыуында
бәхәскә керҙе. Бе­рәүҙәренең һарыҡ көт
өүе,
киске яҡта икенселәренең иген ба­ҫ
ыуына
кереп, бик күп зыян килтергән ине. Беҙ уларҙың хөкөмдәренә шаһит булып торҙ
оҡ.

(«Был
ғауғаны
хөкөм итеүсе Дау
ыт
менән ун өс йәшлек Сөләймән — икеһе ике төрлө ҡарар сы
ғара.
Дау
ыт:
«Зыян күргән игенсегә һарыҡ көт
өүен
бирергә», — ти. Ләкин Сөләймән: «Күрелгән зыянды ҡапла­
ғанға
ҡ
әҙәр
генә баҡ
са
эйәһе һарыҡ
тарының
йөнө, һөтө, итенән файҙалана ала, зыян ҡаплан
ғас,
һарыҡ
тар
хужаһына ҡайтарып бирелергә тейеш», — ти һәм Дау
ыт
сабый улының хөкөмө менән риза була.»Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

79.

Шулай хөкөм йөрөтөргә Сөләймәнгә Беҙ әмер иттек. Беҙ
уларҙың һәр икеһенә лә хөкөм хоҡу
ғы
һә
м
ғ
илем
бир­ҙек. Ҡоштарҙы һәм тәсбих әйт
еүсе
тауҙарҙы Дау
ытҡа
буй
һондоҙоҡ.
Был э
штәрҙе
Беҙ әмер иттек.

80.

Һуғыш
уаҡытында һеҙҙ
е
(ҡылыстан)
һаҡлар
өсөн, тимер көбә яһау

ғилемен
у
ға
өйрәттек. Инде шөкөр итәсәкһегеҙме?

81.

Сөләймән әмеренә Беҙ дәһшәтле иҫкән елде бирҙек. Уның ҡушыуы
буйынс
а,
ул ел эсе тулы бәрәкәттәр бул
ған
урын
ға
тура ҡарап иҫә. Беҙ барыһын да белеп торабыҙ.

82.

Уның өсөн диңгеҙгә сумып (ынйы-мәрйендәр алып сыҡһындар,
тип) һәм башҡа төрлө эштәр эшләр өсөн, шайтандарҙы буйһондорҙ
оҡ.
Беҙ уларҙы күрҙәтеп торҙ
оҡ.
(Шайтан, Иблис, ендәр мәсьәләһенә М. Али был шәкелдә ҡарай: слово шайтан (т. е.
дьявол) означает того, кто чрезмерно занозчив и непокорен, независимо от того,
человек это, джинн или зверь
.
654 бит, 1647 нсе аңлатма.)

83.

Әйүпте иҫенә төшөр.
Нисек
итеп ул Раббыһына: 


Башыма бәлә килде. Һин мәрхәмәтлеләрҙең иң мәрхәмәтлеһе бит (зинһар, ярҙ
амыңдан
ташлама), — тип ялбар
ған
ине.

84.

Беҙ уның был доғаһын ҡабул иттек. Уның
ба­шына төшкән бәләне алдыҡ. Үҙ тарафыбыҙҙан рәхмәт бул­һын

тип,
ғибәҙәт
ҡыл
ғандар
өсөн бер һабаҡ булһын тип, у
ға
ғәйләһен,
малдарын һәм башҡа ни
ғмәттәрҙе
арты
ғы
менән ҡайтарып бирҙек.

(«Әйүп
ун йыл ауырып, йорто емерелеп, байтаҡ ҡына ҡ
әр­ҙәштәрен
ю
ғалтып,
яза сигә ине.»

Хәйретдин Ҡараман белән Хәсән Чантай тәфсирҙәренән.)

85.

Исмәғилде лә, Иҙристе лә һәм Зөлкәфилде иҫе­геҙгә төшөрөгөҙ. Барыһы ла сабыр
(түҙем) кешеләр ине.

86.

Уларҙы яҡланыҡ. Улар, ысындан да, изгелекле кешеләр ине.

87.

Балыҡ хужаһы Зүннүн (Юныс) тураһында ла онотмағыҙ. Ул (үҙенең
ҡәүеменә) бик ныҡ үпкәләп, асыу­ланып киткән ине. Үҙенә көсөбөҙ етмәҫ, тип
уйлаған ине ул. Ниһайәт, ҡараңғылыҡҡа (балыҡ эсенә барып) эләккәс:

— Һинән башҡа Һиңә тиң һис бер зат юҡ. Һине генә пак, тип
таныйым. Ысындан да, мин ғәҙелһеҙ булғанмын икән, – тип Аллаһҡа ялбара башланы.

(«Зүннүн, Зөлнүн — хәҙрәти Юныстың ҡушаматы, йәғни «Балыҡ кешеһе (хужаһы)» тигән
һүҙ. Юныс пәйғәмбәр оҙаҡ уаҡыттар халҡын хаҡ дингә өндәй. Яҡшы нәтижәләргә ирешә
алмағас, ул үҙ халҡына үпкәләп, кәмәгә ултырып, диңгеҙгә сыға. Һәм һыуға бата,
уны ҙур балыҡ йота. Ләкин уны Аллаһ Тәғәлә ҡотҡарып ҡала».Хәйретдин Ҡараман
тәфсиренән.)

88.

Шунан һуң беҙ уның доғаһын ҡабул иттек һәм уны бәләнән ҡотҡарҙыҡ. Бына, шул
рәүешле Беҙ мөьминдәрҙе ҡотҡарабыҙ.

89.

Зәкәрийәне лә иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
Нисек итеп ул
Раббыһына до
ға
ҡылды.


Раббым, мине яң
ғыҙ
ҡалдырма (миңә тоҡ
ом,
нәҫел бир). Һин вәриҫтәр араһында иң мәрхәмәтлеһе, — тине.

90.

Беҙ уның доғаһын
ҡабул иттек. У
ға
ул (Йәхйәны) бирҙек. Ҡатынын да үҙе өсөн (бала таба тор
ған
итеп) ҡулай ҡылдыҡ. Улар изгелек өсөн ярышып, яҡшы эштәр башҡарҙы. Ҡурҡ
ыу
менән өмөт араһында Бе
ҙгә
ғибәҙәт
ҡылдылар. Улар Беҙгә тәрән мөхәббәт тәрбиә иттеләр.

91.

Ғиффәтлелек
мөһөрөн (оят ерен) һаҡла
ған
(хәҙрәти Мәрйәмде лә) иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, зинһар. Беҙ у
ға
рух өрҙ
өрҙөк;
уның үҙен һәм улын (
Ғайсаны)
бөтөн

ғәләмгә
үрнәк ҡылдыҡ.

92.

Ысынлап
та
,
был өммәт (бер диндәге мосолмандар) бары тик һеҙҙең өммәтегеҙ генә. Һеҙҙең Раббы
ғыҙ
— Мин. Шулай бул
ғас,
Миңә генә


ғи
бәҙәт
ҡылы
ғыҙ.

93.

Кешеләр (дин һәм мал өсөн) үҙара
талашып, берҙәм­лекте боҙҙ
олар.
Гәрсә, уларҙың барыһы ла (яуап тотар өсөн) ҡаршыма баҫасаҡ.

94.

Иман килтереп, изгелек ҡылған
кешенең тырыш
ыуҙары
зая
ға
китмәҫ. Уларҙы уның файҙа­һына (
ғәмәл
дәфтәренә) яҙа барабыҙ.

95.

Һәләк ителгән шәһәрҙәр (енең кешеләре донъяға
кире ҡайтмаҫлыҡ итеп) ҡар­
ғалған.

96.

Ниһайәт,
Йәжүж
менән Мәж
үж
оймалары)
асылып, улар бейектән ташҡын булып аҫҡа төшкәнсегә ҡ
әҙәр
һәм

97.

ысын
вә
ғәҙәбеҙ
(үлем, Ҡ
иәмәт
көнө) яҡынлашҡансы­
ға
саҡлы, инҡар иткәндәрҙең күҙҙәре тоноп, шар асыҡ ҡалыр.


Харап ҡына булдыҡ, — тип ҡысҡырырҙар. — Ысындан да, беҙ былай булыр, тип уйлама
ған
инек. Беҙ, ысындан да, кәферҙәр бул
ғанбыҙ
икән.

98.

Һез ҙә (кәферҙәр) һәм: «Илаһ» тип, Аллаһтан башҡаға
(һындар, боттар
ға)
табын
ғандарығыҙ
ҙа йәһәннәм киҫәүе буласаҡ
һығыҙ.
Һеҙ шунда керәсәкһегеҙ.

99.

Әгәр улар, ысындан да, Илаһ булһалар, шунда (йәһәннәмгә) кермәгән булырҙар ине.
Хаҡтыр, уларҙың барыһы ла (та­бын
ғандар
ҙа, Илаһ урынында
ғы
һындар, һәйкәлдәр ҙә) шунда (йәһәннәмдә) ҡаласаҡ.

100.

Улар шунда ыңғырашырҙар
һәм һис нимә ишетмәҫ
тәр.

101.

Шик юҡ, Беҙҙең тарафтан иң яҡшы әжерҙәр би­рергә вәғәҙә
ителгәндәргә килһәк, бына шулар була инде йәһәннәмдән йыраҡлашҡандар.

102.

Былар күңелдәре теләгән ниғмәттәр
эсендә мәңге йәшәп ҡалырҙар һәм уның (йәһәннәмдең) тауышын ишетмәҫ
тәр.

103.

Иң
хәтәр (яза) ҡ
урҡыныстар
ҙа уларҙы (изгелекле мөьминдәрҙе) ҡурҡытмаҫ (
ғәйебе
булма
ған
кеше ҡурҡмаҫ).

Уларҙы
фәрештәләр былай ҡаршы­лар:


Бына, был һеҙгә вә
ғәҙә
ителгән (бәхетле) көнөгөҙ, — тип әйтерҙәр.

104.

Яҙған
ҡ
ағыҙҙарын
нисек итеп төрәләр, Беҙ ҙә ул Көндө Күкте шулай төрөрбөҙ. Иң башта яһай башла
ғандағы
хәлгә килтерербеҙ. Беҙ шулай ҡылыр
ға
вә
ғәҙә
иткән инек.

Беҙ вәғәҙәбеҙҙә торорбоҙ.

105.

Хаҡтыр, Тәүрәттән һуң Зәбүрҙы ла Беҙ яҙҙыҡ: бары тик тоғро ҡолдарым ғына Ер
йөҙөнә вәриҫ булып ҡаласаҡ. — тинек.

106.

Шик юҡтыр,
бында (Ҡөръәндә) ысын күңелдән Аллаһҡа инанғандар өсөн күрһәтмәләр, саралар бар.

107.

(Эй, Мөхәммәд) Беҙ һине бары тик рәхмәт билгеһе итеп ғәләмдәге халыҡтарға
күндерҙек.

108.

Әйт:

— Миңә бары тик: Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм Тәңре булырлыҡ һис бер
кем юҡ, тип уахи бирелде. Әле һаман да мосолман булмаҫҡамы иҫәбегеҙ? – тип әйт.

109.

Әгәр (һинең өндәүҙәреңдән) йөҙ сөйөрһәләр, әйт:

— (Хәҡиҡәтте) һеҙҙең барығыҙға ла тигеҙ белдерәм (мосолманына ла, кәференә лә).
Һеҙгә вәғәҙә ителгәндәр (йәннәт менән йәһәннәм) ҡасан була (бөгөнме, иртәгеме),
мин белмәйем, — тип әйт.

110.

— Шик юҡ, Аллаһ ҡысҡы­рып әйткән һүҙҙәрҙе лә, йәшертен һөйләгәндәрҙе лә белеп
тороусы.

111.

Мин белмәйем. Бәлки, был эштәр һеҙҙе уаҡыт­лыса һынап ҡарау (һәм донъя
ниғмәттәренән файҙаланды­рыу) ғынаҙыр. Ихтимал.

112.

(Мөхәммәд әйтте):

–  Раббым, Үҙең ғәҙеллек менән хөкөм ит. Беҙҙең Раббыбыҙ рәхимле. Аллаһҡа хас
булмаған сифаттар өҫтәп, ял­ған һөйләгәндәргә ҡаршы көрәшергә Аллаһтан ярҙам
һора­ғыҙ.