1. Фәтиха (Асыусы)

1.

Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

2.

Бөтөн ғәләмдәрҙең (халиҡтарҙың) тәрбиәсеһе Раббы
Аллаһҡа маҡтауҙар булһын!

3.

(Ул) мәрхәмәтле, рәхимле.

4.

Яза Көнөнөң (Әхирәттең) хужаһы.

5.

Бары тик Һиңә (генә буйһоноп) ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм (бары тик) Һинән (генә) ярҙам
өмөт итәбеҙ.

6.

Беҙҙе тура юлға — рәхмәтеңә-ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер.

7.

(Зинһар) юлдан яҙғандар һәм нәфрәтеңә дусар булғандар юлына төшөрмә!