18. Кәһәф (Мәмерйә)

1.

Әлхәмдүлилләһ! Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Ул һис бер кәмселекһеҙ итеп (мөкәммәл
рәүештә), Ҡ
өръәнде
(Мөхәммәдкә) илсеһенә индерҙе.

2.

Ул
асыҡ (һәм хәйләһеҙ Ҡ
өръән
гөнаһлыларҙ
ы
йәһәннәм менән) киҫәт
еү
өсөн, иманлы һә
м
изгелекле кешеләрҙән (йәннәткә керәсәкһегеҙ, шунда мөьминдәргә олу
ғ
әжерҙәр бар, тип) һөйөнсө ал
ыу
өсөн индерелде.

3.

Улар шунда мәңгегә йәшәп ҡаласаҡ.

4.


Аллаһ бала атаһы булды, — тип әйтеүселәрҙе хәтәр ҡурҡыт
ыу
өсөн.

5.

Улар үҙҙәре лә, аталары ла был турала бер нәмә лә белмәй. Улар ауыҙынан сыҡҡан
был һүҙ —

ғәйәт
кәфер һүҙ. Улар ял
ғандан
башҡа һүҙ һөйләмәй.

6.

Был Китапка (Ҡөръәнгә)
ышанма
ғандарына
ҡай
ғырып,
һин үзеңде лә харап итмәксе булаһыңмы әллә?

7.

Күбеһе изгелек ҡылырмы (әллә — яманлыҡмы), тип кешеләрҙе һынар өсөн, Беҙ Ер йөҙөн
гүзәл итеп яралттыҡ.

8.

Тора-бара Беҙ Ер йөҙөн
(һис нимә үҫмәҫ
лек
итеп) ҡоп-ҡоро тупраҡ ҡалҡ
ыулыҡтары
итәсәкбеҙ.

9.

(Эй, Мөхәммәт) мәмерйә кешеләре менән Раҡим ваҡиғаһын
һин аят мө
ғжизәләребеҙҙең
берһе түгел, тип уйламайһыңдыр (шиккә алмайһыңдыр) бит?

10.

Ул
үҫмер-егеттәр мәмерйәгә кереп ҡасты һәм ялбара башланылар:


Йә, Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе рәхмәтеңдән ташлама. Беҙгә ҡотолорлоҡ тура юл
күрһәт, — тинеләр.

11.

Шулай итеп, Беҙ күпме йылдарға
уларҙың ҡолаҡ
тарын
томаланыҡ (мәмерйәлә йоҡ
оға
талдырҙыҡ).

12.


Әсхәб кәһәф (үҫмер егеттәрҙең мәмерйәлә күпме уҙҙыр
ғандарын)
мөддәтен ҡайһы яҡ (ҡайһы ҡәүем) яҡшыраҡ иҫ
әплап
сы
ғарыр
икән тип, ахыр­ҙа Беҙ уларҙы уяттыҡ.

13.

Беҙ һиңә уларҙың ваҡиғаһын
хаҡлыҡ менән аңлатабыҙ. Ы
сынлап
та
,
улар
Раббы
ға
иман килтергән үҫмерҙ
әр
ине. Беҙ

уларға
тура юлды күрһәттек.

14.

Беҙ
уларҙың күңелдәрен ны
ғыттыҡ.
Ул егеттәр (йо­ҡ
оғ
тал
ғанға
ҡ
әҙәр)
аяҡ үрә

ғорур
баҫып:


Беҙҙең Раббыбыҙ — күктәрҙең һә
м

Ерҙең хужаһы, беҙҙең өсөн Аллаһтан башҡа
тәңре юҡ, тип әйтәбеҙ. Юҡ
һа
(киреһенсә әйтһәк), без сиктәрҙ
е
уҙға
н
булып (кәфер) ҡалыр инек.

15.

Беҙҙең ҡәүемебеҙ Аллаһтан башҡа тәңреләргә табына. Ул тәңреләрҙең, ысындан да,
Илаһ бул
ғанлығына
берәй дәлил килтерә ал
һалар
ине (килтерә алмайҙар). Шулай бул
ғас,
Аллаһ хаҡында теләһә ниндәй уйҙырмалар сы
ғарғандарҙан
да залим
ыраҡ
кеше бармы? — тинеләр.

16.

(Берһе
әйтте):


Һеҙ уларҙан (мөшриктәрҙән) һәм улар табын
ғандарҙан
баш тартҡанһы
ғыҙ
икән инде, бер Аллаһҡа иман килтергәнһегеҙ икән, (иң яҡшыһы) һеҙ мәмерйәгә кереп
ҡасы
ғыҙ,
Раббы
ғыҙ
һеҙҙе рәхмәтенән ташламаҫ һә
м
һеҙҙең эшегеҙҙе уңышлы итһен, — тине.

17.

Күрер инең, Ҡояш мәмерйәнең һул яғынан
сы
ға,
уң тарафҡа ауыша, бай
ығанда
иһә, мәмерйәне һулда ҡалдыра ине. Улар мәмерйәнең киң майҙанында
ине. Бына был аят мө
ғжизәләребеҙҙең
берһе ине. Аллаһ берәйһен тура юл
ға
баҫты­ра икән инде, ул уны Хәҡ
иҡәткә
саҡлы алып барыр, кем­де тура юлдан мәхрүм итә икән инде, уны тура юл
ға
баҫ­тырырлыҡ бер генә яҡлаусы ла булмаҫ.

18.

Һин уларҙы күрһәң, уяу яталар икән, тип уйлаған
булыр инең. Гәрсә, улар т
әрән
йоҡ
ола.
Беҙ уларҙы ара-тирә ян-яҡ
тарына
(уң
ға-һулға)
әйләндергеләп тора инек. Эттәре лә тупһа янында башын ике тәпәйе өҫтөнә һалып
йоҡлай ине. Уларҙы шул килеш күрһәң, ҡурҡып ҡасыр инең, ҡурҡ
ыуыңдан
ҡотоң алы­ныр дәрәжәгә еткән булыр инең.

19.

Шулай
итеп, (мәмерйәлә күпме ятҡандары тураһында) бер-берһенән һораштыр­һындар тип,
Беҙ уларҙы уяттыҡ. Берһе әйтте:


Һеҙ
ҡасандан бирле бында ятаһы
ғыҙ?
— тине. Икенсеһе әйтте:

— Бер
көн йәки ярты көндөр, — тине. Башҡ
алары:


Күпме тор
ғанығыҙҙы
Аллаһ яҡшыраҡ белә. Хәҙер һеҙ берәйегеҙҙе ошо көмөш тәңкәне тоттороп, шәһәргә
ебәре­геҙ, барып ҡ
араһын:
(шәһәрҙә) саф (хәләл) ризыҡ
тар
ашай тор
ған
булһалар, һеҙгә лә һатып алып ҡайтһын. Бик һаҡ ҡы­ланһын, һеҙҙең ҡайҙалы
ғығыҙҙы
һиҙҙерә күрмәһен, — тинеләр.

20.

Әгәр ҙә улар һеҙҙе тапһа, таш менән бәреп үлтерәсәк йәки үҙ
диндәренә кертәсәк. Ул сағында инде һеҙ мәңге лә Сәғәдәткә ирешә алмаҫһығыҙ.

(«Бәйзәүи аңлатыуынса, шәһәргә ебәрелгән егет ҡулындағы иҫке аҡсалағы Дияконос
батшаның һүрәтен күреп, был егет боронғо аҡсалар хазинаһы тапҡан тип уйлап, үҙен
хөкөмдар янына алып киләләр. Хөкөмдар христиан кешеһе икән. Әлеге егет батшаға
башынан кискәндәрҙе һөйләп бирә. Шулай итеп, егет уларҙы мәмерйәгә алып китә.
Яңынан терелеү мөмкин икәнлеген иҫбатла­ғандан һуң, Аллаһ Тәғәлә егеттәрҙе
мәңгелек йоҡоға талдыра»Мостафа Чағрыжы тәфсиренән )

21.

Улар хаҡында һөйләп, Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡ икән­леген Беҙ ана шулай иҫбат иттек.
Ҡиәмәттең, һис шикһеҙ, киләсәгенә ышанһындар тип. Ҡара, улар инде шул турала
бәхәсләштеләр. Берһе әйтә:


Уларҙың (мәмерйәлә йоҡлап ятыусы үҫмерҙәрҙең) өҫтөнә бина ҡороп ҡуяйыҡ. Улар
тураһында Аллаһ яҡшыраҡ беләҙер, – тине.

(Бәхәстә)
өҫтөн сыҡҡандар иһә әйтә:


Беҙ, һис шикһеҙ, улар янына бер мәсет ҡороп ҡуябыҙ,— ти.

22.


Улар өс кенә кеше ине, дүртенсеһе эт ине, — ти берһе.


Биш кеше ине улар, алтынсыһы эт ине, — тип икенсеһе, белмәгән баштарына фараз
ҡылыуҙар:

— Ете кеше ине улар, һигеҙенсеһе эт, — ти башҡалары.
Әйт һин:


Уларҙың һанын Аллаһ яҡшы белә, улар тураһында белеүселәр бик әҙ, — тип.

Һин улар хаҡында бәхәскә кермә. Ул турала берәүҙән дә һораштырма.

23.

Берәй
эш башлар алдынан һис бер уаҡытта ла:


Мин быны иртәгә, һис шикһеҙ, эшләйәсәкмен, — тип әйтмә.

24.

Инша’аллаһ, Аллаһ теләһә, тип әйтмәйенсә: Онотоп ебәрәһең икән, Раббыңды иҫеңә
төшөр ҙә әйт:


Өмөт итәм, Раббым (был мәсьәләне асыҡлар өсөн) мине быныһынан да тура юл
ға
йүнәлтер, — тип.

25.

— Улар
мәмерйәлә өс йөҙ йыл йоҡланы. Шу
ға
та
ғын
ту
ғыҙҙы
өҫтәргә кәрәк, — тинеләр.

с
йөҙ туғыҙ

һаны тураһында


бә
хәстәр
бар Ҡояш йылы буйынса үҫмер егеттәр нәҡ

өс ғаср йоҡлағ
ан
булып сы
ға.
Ай йылы буйынса — өс йөҙ


туғыҙ
йыл.


X
.
Чантай тәфсирендә былай яҙыл
ған:
Жәнәбел Хаҡ был йылды Ай йылы булараҡ бәйән бойорҙо.)

26.

Әйт:


Уларҙың күпме ваҡыт мәмерйәлә бул
ғандарын
Аллаһ яҡшы белә. Күктәрҙең, Ерҙең йәшерен серҙәрен бел
еү
бары тик Аллаһҡа


ғына

хас. Уның күреп-ишетеп тор
оуы
шаҡ

ҡ
атырлыҡ
нәмә. Уларҙың (Күктәр һә
м
Ерҙең) Аллаһтан башҡа һис бер тәртипләүсеһе юҡ. Ул үҙ хөкөмдәренә һис бер кемде
лә уртаҡ итмәҫ, — тип.

27.

Раббың һиңә уахи иткән Китапты уҡы (һәм аңла­тып бир). Уның һүҙҙәрен алмаштырырға
бер кемдең дә хаҡы юҡ. Аллаһтан башҡа һыйыныр зат таба

а
лмаҫһың.

28.

Раббыңдың ризалығын
теләп, иртә-кис до
ға
уҡы
ған­дар
менән ысын күңелдән дуҫ булып йәшә. Донъяның еңел-матур тормошона алданып,
уларҙан йөҙ сөйөрмә. Беҙҙе зикер итеүҙән мәхрүм ҡалдырыл
ғандарға,
яман нәфс
еләре
артынан йөрөй тор
ғандарға
һә
м
эше-көсө менән сиктәрҙ
е
уҙғандарғ
а
буйһонма (эйәрмә).

29.

Тағын
әйт:

— Хәҡиҡәт
Раббынандыр. Шулай бул
ғас,
теләгән кеше иман ки
лтерһен,
теләмәгән инҡарсы булһын, — тип.

Беҙ залимдар өсөн шундай бер йәһәннәм әҙерләнек, уларҙы ялҡынлы уттар солғап
алыр. (Һыуһап) ярҙам һорағандарға эсер өсөн сырайҙарҙы көйҙөрөрлөк эретелгән
шыйыҡ тимер бирерҙәр.

Һай, насар бер эсемлектер ул һәм улар ята торған
урын да бик яман.

30.

Иман килтереп, изгелекле булғандарға
килһәк, хаҡтыр, Беҙ изге

ғәмәллеләрҙең
әжерен кәметмә
йбеҙ.

31.

Улар өсөн аҫтарынан
(арыҡ
тарҙан)
йыл
ғалар
ағып
тороусы

Ғәден
йәннәттәре булыр. Шунда алтын беләҙектәр та
ғып,
нәфис атластар, матур йәшел ебәктәр кейеп, гүзәл урындыҡ
тарҙа
у
лтырырҙар.
Ниндәй гүзәл бүләк, ниндәй Сә
ғәдәт,
ниндәй күркәм урындыр был.

32.

Ошо ике әҙәм менән булған
хәлде миҫал итеп күрһәт. Быларҙың берһенә ике ерҙә йөҙ
өм
баҡ
саһы
бирҙек, һәр ике баҡ
саны
ла Ул хөрмә а
ғастары
менән уратып алды. Шул а
ғастар
араһына иген етештерҙек.

33.

Ике баҡса ла бик мул уңыш бирҙе. Бер генә үҫемлек тә һәләк булманы. Араларынан
йылға ағыҙҙыҡ.

34.

Был баҡсаның
хужаһы ҙур уңыш алды (уның башҡа килере лә бар ине).

Үҙ-ара һөйләшкәндә ул дуҫына әйтте:


Малым менән мин һинән байыраҡ, ҡәрҙәштәрем, улдарым да һинекенән күберәк, —
тине.

35.

(Маһайып, күкрәк киреп) үҙенә үҙе бәлә йыйнап, баҡсаһына керҙе
һәм әйтте:

— Быларҙың ҡасан да булһа юҡҡа сығыуына мин ышанмайым, — тине. –

36.

Ҡиәмәт көнө килер тип тә уйла­майым мин. Әгәр ҙә (Ҡиәмәт булып) Раббымдың
хозурына килеп баҫһам, һис шикһеҙ, быларҙан да (был баҡсаларҙан да) яҡшыраҡ
байлыҡҡа (йәннәт баҡсаларына) ирешәсәкмен.

37.

Дуҫы уға яуап булараҡ әйтте:

—  Һин үҙеңде тупраҡтан, һуңынан тамсынан (шәһүәттән) яралтҡан, унан һуң һине
әҙәм рәүешенә килтергән Аллаһты инҡар итәһеңме ни? — тине. —

38.

Ләкин ул Аллаһ минең Раббымдыр һәм мин Раббыма һис бер нәмәне тиңләмәйем.

39.

Ни эшләп һуң һин баҡсаңа кергәндә:

— Машаллаһ, ҡөҙрәт бары тик Аллаһтандыр, — тип әйтмәйһең?
Әгәр ҙә һин мине мал яғынан
да, балаларым я
ғынан
да к
әмһетәһең
икән.

40.

Кем белә, Раббым миңә һинең баҡсаңдан да яҡшырағын бирер; һинең баҡсаңды, бәлки,
йәшен һуғар, баҡсаң ҡоп-ҡоро тупраҡ өйөмөнә әүерелер.

41.

Йәки баҡсаңдан дым ҡасыр ҙа, һин ул дымды кире ҡайтара алмаҫһың.

42.

Шунан
һуң тегенең баҡ
саһы
(байлы
ғы)
һәләкәткә дусар ителде. Күпме көс сарыф иткән, (баҡ
сасының
харап бул
ғанына
ҡарап) ул ҡулдарын ыу
ғылай
ине. Баҡ
саһындағы
йөҙ
өм
а
ғасын
бәйләп ҡуй
ған
терәктәр ҡырылып ергә ау
ған
ине.

Ул:


Аһ, әгәр ҙә мин Раббы
ға
тиңдәрҙе эҙләмәгән булһа инем, — тине.

43.

Уға
ярҙ
ам
итеүсе булманы һәм ул үҙен (фәҡ
ир­лектән)
ҡотҡара алманы.

44.


Ярҙ
амды,
дуҫлыҡты ла бары тик Аллаһтан


ғына

көт. Бүләкләүсе лә Ул, яҙмышты хәл итеүсе лә Ул.

45.

Һин уларға
ғибрәт
итеп күрһәт. Донъя тормошо ул Күктән аҡҡан һыу кеүек. Ер йөҙ
өндәге
үҫемлектәр ул һыуҙы йотоп б
өтөрә
(үлән
дәр,
а
ғастар
шаулап үҫә, сәскә ата). Һуңынан ул ҡырҙар ел-дауылдар уҙ
ғас,
ҡоро сүп булып ҡала. Аллаһты
ң
һәр нәмәгә ҡөҙрә
те
етә
.

46.

Ул малдар, ул улдар (бары тик) донъя тормошо­ның биҙәктәре генә. Изгелекле
ғәмәлдәр генә мәңгегә ҡала­саҡ, Раббы алдында (ул ғәмәлдәр) сауап буласаҡ, һәм
дә өмөткә нигеҙ буласаҡ.

47.

Ул Көндө тауҙарҙы урындарынан күсергәс, һин Ер йөҙөн яланғас хәлдә күрерһең, һис
бер кемде онотмай­ынса, уларҙы (мәйеттәрҙе) Мәхшәрҙә бергә туплаясаҡбыҙ.

48.

Һәм улар берәм-берәм сафҡа теҙелешеп, Раббының хозурына
баҫтырыласаҡ.

— Әүүәлендә һеҙҙе нисек яралтҡан булһаҡ, шул рәүештә (яланғас, малһыҙ, меҫкен
хәлдә) Беҙгә килерһегеҙ. Һеҙ (фани донъяла) киҫәтүҙәрем тормошҡа ашмаҫ (Ҡиәмәт
көнө килмәҫ, килһә лә беҙгә яза булмаҫ), тип уйлайһығыҙ, шулай түгелме?

49.

Китап (ғәмәл дәфтәре) уртаға ҡуйылғас, яҙылған гөнаһтарын күреп,
нисек ҡурҡҡандарын күрерһең.

— Харап булдыҡ. Был ниндәй китап һуң, (ҡылмыштарыбыҙҙың) ҙуры ла,
бәләкәйе лә, берһе лә онотолмайынса яҙып ҡуйылған, — тип әйтерҙәр.

Шулай итеп, ҡылғандары улар ҡаршыһында булыр. Раббың һис бер кемгә ғәҙелһеҙ
булмаҙ.

50.

Фәрештәләргә әйттек:

— Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тинек.

Иблистән ҡалғандары барыһы ла сәждә итте.
Иблис ул ен нәҫеленән ине. Раббының әмеренә буйһонманы. Хәҙер һеҙ Мине инҡар
итеп, уны һә
м
уның тоҡомонан бул
ғандарҙы
дуҫ итерһегеҙме? Юҡ
һа,
улар бит һеҙҙең дошманы
ғыҙ.
Кәферҙәр өсөн был әүерелеш (Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, шайтан
ға
эйәр
еү)
ҡот осҡ
ос
ҙур әфәттер.

51.

Мин уларҙы (иблис менән уға
эйәргәндәрҙе) күктәр һәм Ерҙе яралтҡ
анда
ла, үҙҙәрен яралтҡ
анда
ла ярҙамсым (һә
м
шаһит) итеп


с
аҡырманым.
Мин юлдан яҙҙыр
ыусыларҙың
ярҙ
амына
мохтаж түгелмен.

52.

Ул
Көндө (Аллаһ кәферҙәргә):


Миңә тиңләштергән (уйҙырма тәңреләрегеҙ)ҙе, саҡы­ры
ғыҙ,
— тип бойорор.

Улар саҡырыр, ләкин улар яуапһыҙ булыр. Беҙ улар (мөшриктәр менән боттары)
араһына ҡурҡыныс упҡын яһаныҡ.

53.

Гөнаһлылар (тамуҡ) ут(ын) күрер-күрмәҫ, шунда эләгәсәктәрен аңлап алыр. Унан
ҡотолош юлын да таба

а
лмаҫтар.

54.

Ысынлап та, Бҙз был Ҡөръәндә
кешеләр өсөн

һәр төрлө ғибрәтле ҡиссаларҙы ҡат-ҡат миҫалға килтерҙек. Ләкин әҙәм заты,
ғәҙәттә, киреһенә тарта.

55.

Тура юлга өндәүсе (Ҡөръән, пәйғәмбәр) килгәс, ке­шеләрҙе иман
килтереүҙән һәм Раббының ярлыҡауын һорап ялбарыуҙан (намаҙ уҡыуҙан) тыйған нәмә
— ул ата-бабаларының башына килгән (һәләкәтте) үҙ баштарына ла килеүен көтөү һәм
вәғәҙә ителгән яза менән йөҙгә-йөҙ осрашырға теләүҙәренән килә.

(Йәғни, кәферҙәр, мөшриктәр Аллаһтың язаһын үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, иман
килтермәҫ. Яза килгәс, иман килтерүҙәре ҡабул булмаҫ.)

56.

Беҙ рәсүлдәребеҙҙе (йәннәткә керерһегеҙ тип) һөйөнсө алыр өсөн һәм (гөнаһлылар
тамуҡҡа керәсәк тип) киҫәтергә генә тип, ебәрәбеҙ. Кәферҙәр иһә, Хәҡиҡәтте
ҡаҡшатыр өсөн, хаҡты ялған, ялғанды хаҡ тип ғауғалашалар. Улар аяттарыбыҙҙан һәм
(йәһәннәм ғазабы менән) ҡурҡытыуыбыҙҙан мыҫҡыллы көләләр.

57.

Раббының киҫәтеүҙәрен иҫтәренә төшөрөп тә, уларға арҡа менән боролған, үҙҙәре
ҡылғандарын (гөнаһтарын) онот­ҡан кешенән дә залимыраҡ кеше булырмы? Беҙ уларҙың
күңе­ленә, быларҙы аңламаҫлыҡ итеп, ҡолаҡтары ишетмәҫлек итеп, ҡорма ҡуйҙыҡ. Һин
уларҙы тура юлға саҡырһаң да, улар мәңге лә тура юлға баҫмаҫ.

58.

Шулай ҙа, ярлыҡау мәрхәмәте киң булған Раббың уларҙы (гөнаһтары өсөн) язаларға
теләһә, бик тиҙ язала­ған булыр ине. Ләкин уларға бирелгән бер мөҙҙәт (ваҡыт)
бар. (Шул ваҡыт уҙып киткәс) улар (язанан) ҡасып ҡото­лор урын таба алмаҫ.

59.

Шулай итеп, Беҙ ғәҙелһеҙ-әхлаҡһеҙ шәһәрҙәрҙе(ң кешеләрен) һәләк иттек. Уларҙы
һәләк итеү өсөн билгеле бер ваҡыт тәғәйенләгән инек.

60.

Бына бер ваҡыт Муса бер йәш егеткә әйтте: — Ике диңгеҙ ҡушылған
урынға хәтле барып етмәйенсә, йылдар буйы барһам да, мин туктамаясаҡмын, — тине.

(Муса пәйғәмбәрҙең әмерендәге ул егеттең исеме Юшағ ине. Аятта телгә алынған ике
диңгеҙ тураһында төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәре: уларҙың береһе — Ҡара диңгеҙ,
икенсеһе — Хазар (Каспий) диңгеҙе, ти. Берәүҙәре иһә: Зәңгәр Нил менән Аҡ Нил,
тигән фекерҙә тора. Өсөнсөләренең фаразыңса, ике диңгеҙ күсермә мәғәнәләге
ғибәрә, йәғни хәҙрәти Муса менән Хозер (ғәләйһиһәслләм) ике диңгеҙгә
тиңләштерелә.)

61.

Һәр икеһе лә диңгеҙҙәр ҡушылған ергә барып еткәндә балыҡтары
тураһында оноттолар. Балыҡ иһә, диң­геҙгә сумып, юҡ булды.

(«Тәржемәләр, тәфсирҙәр был турала төрлөсә һөйләй. Ноғманиҙа: балыҡтары терелеп,
һыуҙы ярып, диңгеҙгә ҡарап китте.

Пороховала: прямо к морю (дивным образом) направила свой путь. Кочигитта: балыҡ
та диңгеҙҙә юлын табып, юҡ булды. Чантайҙа: ба­лыҡ диңгеҙҙә (хасил бул
ған
ярыҡҡа) тура юлды тотто».
Хәсән
Чантай тәфсиренән.)

62.

(Осрашыу урынынан) күсеп киткәс, Муса егеткә әйт­те:

– Тамаҡ ялғарға ризығыбыҙҙы әҙерлә, – тине. – Ысынлап та юл йөрөп бик тә
йонсоноҡ.

63.

— Беләһеңме, — тине йәш егет. — Ял итергә ултырған ҡая янында
балығымды онотоп ҡалдырғанмын. (Был турала һиңә әйтергә) шайтан ғына онотторҙо,
башҡаһы түгел. Ул (балыҡ) мөғжизә көсө менән (терелеп) диңгеҙгә төшөп, йөҙөп
китте.

(«Йәнһеҙ балыҡ терелеп, диңгеҙгә төшөп киткән урын Хозер (ғәләйһиссәлләм) менән
осрашаһы урын ине. Балыҡ терелеп төшөп киткәнде хәҙрәти Муса күрмәй ҡалды. Егет
был хәлде Мусаға

әйтергә онотто.»Хәсән Чантай тәфсиренән.)

64.

Муса әйтте:

— Эҙләй торған еребеҙ бына шул булыр, — тине.

Һәм улар килгән эҙҙәре буйлап кире китте.

65.

Улар ҡолдарымдан бер ҡоломдо (хәҙрәти Хозерҙы) осратты, уға Беҙҙән бер рәхмәт
(уахи һәм пәйғәмбәрлек) бирелде, йәнә Беҙ уға ғилем өйрәттек.

66.

Муса уға
әйтте:


Үҙеңә өйрәтелгәндәрҙе миңә өйрәтерһеңме, һиңә эйәрәйемме? — тине.

67.

Ул
(Хозер) әйтте:


Минең менән йөрөргә һинең сыҙамлы
ғың
етмәҫ шул,— тине.

68.


Асылын аңламаған көйөнсә, һин нисек сабыр итерһең икән?

69.

Муса әйтте:


Инша’аллаһ, һин минең сыҙамлығымды күрерһең. Һинең әмереңдән сыҡмам.

70.


Әгәр миңә эйәрәһең икән, үҙем мәсьәләнең асылы­на әйләнеп ҡайтҡансыға ҡәҙәр, бер
нимә тураһында ла һорашма, — тине (Хозер ғәләйһиссәлләм).

71.

Шулай итеп, улар юлға
ҡуҙғалды. Ниһайәт, кәмәгә ултырғас, ул (хәҙрәти Хозер) кәмәнең төбөн тиште.

Муса:


Кәмәләгеләрҙе батырыр өсөн кәмәне тиштеңме? — тине. — Ысындан да һин зарарлы эш
ҡылдың.

72.


Миңә эйәрһәң, сабырлығың етмәҫ (һорашмайынса түҙә алмаҫһың), — тип әйтмәнемме?

73.

Муса:


Онотҡаныма күрә, һин мине шелтәләмә, зинһар, эшемдә миңә ауырлыҡ йөкләмә, —
тине.

74.

Алға
табан киттеләр. Ниһайәт, уларға бер үҫмер осраны. Хозер уны үлтерҙе.

Муса әйтте:


Ҡан үсең булмаған килеш, гонахһыҙ бер саф йәнде үлтерҙең. Ысындан да, һин яман
эш ҡылдың, — тине.

75.


Миңә эйәреп йөрөһәң, түҙемлегең етмәҫ, тип мин һиңә әйтмәнемме? — тине (хәҙрәти
Хозер).

76.

Муса
әйтте:


Әгәр та
ғын
берәй нәмә тураһында һораһам, мине юлдашың итмә. Ы
сынлап
та
,
(яныңдан ҡ
ыуһаң
да), мин һиңә үпкәләмәм, — тине.

77.

Тағын
ал
ға
таба
н
киттеләр. Ниһайәт, бер ауыл
ға
ке­реп, улар ашар
ға
һораны. Ләкин ауыл халҡы уларҙы ҡунаҡ итеүҙән баш тартты. (Шулай ҡаң
ғырып
йөрөй тор
ғас)
улар ауыр­
ға
тор
ған
бер ҡойма янына килеп сыҡты. (Хозер) тиҙ генә ҡойманы турайтып, төҙәтеп ҡуйҙы.

Муса:

— Әгәр ҙә теләһәң, һин был эшең өсөн түләү алыр инең, -тине.

78.

(Хозер) әйтте:

— Бына ошо була инде беҙҙең айырылышыуыбыҙ. Хәҙер мин һиңә сабыр итмәйенсә
һорағандарыңдың асылын аңлатып бирәм, — тине.

79.


Кәмә мәсьәлә
һе
былай тора. Ул кәмә фәҡ
ир
балыҡ
сыларҙыҡы
ине. Мин ул кәмәне яраҡ
һыҙға
сы
ғарҙым.
Сөнки уларҙан йыраҡ түгел генә кәмәләрҙе талап алыусы бер (юлбаҫар) батша бар
ине.

80.

(Баяғы аҙғын) үҫмергә килгәндә, уның ата-әсәһе мосолман ине.
Һәм беҙ: (ул үҫмер) аҙғынлығы
һәм сиктәрҙ
е
уҙы
уы
менән (ата-әсәһенә та
ғын)
зыян-зәхмәт килтерер, тип был эште башҡарҙыҡ.

81.

Беҙ
шулай теләнек:

—  Раббы (аҙғын үҫмер) урынына унан паҡ һәм мәрхәмәтле бала бирһен, — тинек.

82.

Ҡойма мәсьәләһе былай булыр. Ул ҡойма ике йәтимдеке ине.
Аҫтында уларға
тейешле хазина ята ине. Аталары бик изгелекле кеше ине. Раббың теләне, ул ике
сабый бәли
ғлеккә
ирешкәс, Раббының рәхмәте булараҡ, шул хазинаны табасаҡ. Был эште лә мин үҙ
белдеклегем менән башҡарманым (Аллаһ ҡушҡанса

ғәмәл
ҡыл­дым). Бына, һине ҡыҙыҡ
һындырған,
сабырһыҙ иткәндәрҙең асылы шулдыр.

83.

(Ий,
Мөхәммәд)

улар (кәферҙәр)
һинән Зөлҡ
әрнәй
тураһында һорар. Әйт:

— Мин
уның тураһында һөйләрмен, — тип.

(«Бәйзәүи тәфсиренә күрә, Зөлҡәрнәй
— ул Искәндәрҙең (Алек­сандр Македонскийҙың) ҡушаматы икән
.
Уның пәй
ғәмбәр
бул
ған­мы,
юҡмы икәнлеге теүәл асыҡланма
ған.
Ләкин уның изгелекле шәхес икәнлеге, донъяны яулап ал
ғанға,
Иранды, Римды үҙенә буй­һондор
ғанға,
тажында ике мөгөҙ бул
ғанға
күрә, уны Зөлҡ
әрнәй,
йә
ғни
Ике мөгөҙлө тип йөрөткәндәр
.
Ҡ
айһы
бер

тәфсирселәр иһә, Искәндәр Зөлҡ
әрнәйҙән
элек шул исемде йөрөткән башҡа бер пәй
ғәмбәр
бул
ғанлығы
тураһында яҙ
алар,
ысындан да, был фекер хәҡ
иҡәткә
яҡын»

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )

84.

Хаҡтыр, Беҙ уны (Зөлҡәрнәйҙе) Ер йөҙөндә ха­ким иттек, уға бөтөн юлдарҙы астыҡ.

85.

Ул (һайлаған) юлынан китте.

86.

Ниһайәт, Ҡояш батҡан ергә килеп етте, Ҡояш иһә ҡара-ғусҡыл һыулы
диңгеҙгә бата икән. Уның янында ке­шеләр барлығын күрҙе.

Шунда Беҙ:

— Әй, Зөлҡәрнәй, һин уларҙы язалай алаһың йәки һин уларға изгелек ҡыла алаһың, —
тинек.

87.

Ул
шулай тине:


Хаҡ
һыҙ
ҡылан
ғандарҙы
язаларбыҙ, һуңынан улар Раббы янына ки
лтереләсәк.
Шунда Аллаһ улар
ға
ҡурҡыныс

ғазаптар
тә
ғәйенләйәсәк.

88.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға иһә, беҙҙән гүзәл бүләктәр булыр.
Беҙ уларға
үтәүе еңел бул
ған
әмерҙәр бирербеҙ.

89.

Ул
та
ғын
юл
ға
сыҡты.

90.

Ниһайәт, ул Ҡояш сыҡҡан ергә килеп иреште. Шунда шундай халыҡ йәшәй ине. Өҫтәренә
Ҡояш сы
ға,
беҙ улар
ға
күләгә яһарлыҡ нәмә бирмәнек.

91.

Бына шулай итеп, Беҙ уның нимә
ҡыл
ғанын,
ни
мә
ҡылма
ғанын
— бөтөнөһөн белеп торҙ
оҡ.

92.

Һуңынан ул тағын юлға сыҡты.

93.

Ниһайәт, ул ике тау араһына килеп етте, шунда һис бер һүҙ аңламай тор­ған бер
халыҡ менән осрашты.

94.

Улар (тәржемәселәр аша) әйтте:

– Әй, Зөлҡәрнәй, был ерҙәрҙә Йәжүж менән Мәжүж боҙоҡлоҡ ҡыла. Ике араға бер
ҡойма һалып бирһәң, беҙ биргәндәрҙе алырһыңмы? — тинеләр.

95.

Әйтте:

—  Раббым миңә биргән ниғмәттәр һәм ҡөҙрәт (һеҙ түләгәндәрҙән) хәйерлерәк. Һеҙ
миңә эшсе ҡулдар менән ярҙам итегеҙ, ике араға кеше менә алмаҫ бейек ҡойма
ҡорормын.

96.

— Миңә тимер терәктәр килтерегеҙ, — тине. Ниһайәт, тау араһын
(тимер менән) тоташтырғас (ти­геҙләгәс):

— (Күректәр менән) өрҙөрөгөҙ, — тине.         Өрҙөргәс:

— Алып килегеҙ, өҫтөнә эретелгән баҡыр ҡоярбыҙ, — тине.

97.

Шунан һуң (дошмандар) уға (ҡоймаға) менә алманылар, емерә лә алманылар.

98.

Зөлҡәрнәй әйтте:

—  Был эш Раббымдан бер рәхмәттер. Ләкин Раббымдың вәғәҙә (Ҡиәмәт) Көнө килеп
еткәстен, был ҡойманы ер менән тигеҙләр. Раббымдың вәғәҙәһе хаҡтыр, — тине.

99.

Ул Көндө Беҙ уларҙы үҙ-ара ҡысҡырышҡан хәлдә, тоташ ағым-тулҡын булып
өйөрөлөшкән хәлдә ҡалдырырбыҙ. Сур борғоһо ҡысҡыртыр, шунда беҙ уларҙы бергә
йыйыр­быҙ.

100.

Һәм Беҙ уларға тамуҡтың нимә икәнен күрһәтербеҙ.

101.

Улар(ҙың күңел күҙҙәре) аяттарымды уҡымаҫлыҡ дәрәжәлә томаланған ине.
(Ҡөръәндәге) һүҙҙәремде ишетмәҫлек һаңғырау ине ҡолаҡтары.

102.

Ул кәферҙәр Мине инҡар итеп, ҡолдарымды (Ғайса менән Гозәйерҙе) үҙҙәренә
яҡлаусы, ярлыҡаусы итеп таныны­лар. Беҙ йәһәннәмде улар (гөнаһлылар) өсөн
әҙерләнек.

103.

Әйт:

— Ҡылмыштары арҡаһында иң күп зыян күргәндәр тураһында һөйләймме? —тип. —

104.

Изгелек ҡылабыҙ тип, фани донъяла тырышҡандары бушҡа киткәндәр,

105.

Раббының аяттарын һәм Уның менән (Әхирәттә) күрешәсәктәрен инҡар итеүселәр –
ҡылған ғәмәлдәре заяға киткән кешеләр буласаҡ. Ҡиәмәт көнөндә Беҙ уларға бер
ниндәй ҙә бизмән тотмаясаҡбыҙ (уларҙы һаңға һуҡмаясаҡбыҙ)

106.

Ана, уларҙың бүләге — йәһәннәм. Аллаһҡа инанмағандары, аяттарымды инҡар
иткәндәре һәм рәсүлдәремде мыҫҡыллағанда­ры өсөн.

107.

Иманлы кешеләр өсөн, изгелек ҡылғандарға торор урын – Фирҙәүес йәннәтенең
баҡсалары булыр.

108.

Улар шунда мәңгегә тороп ҡаласаҡ. Унан һис тә сығырға теләмәҫтәр.

109.

Әйт һин:

— Диңгеҙҙәрҙең һыуы яҙыу ҡараһына әүерелһә лә, Илаһтың һүҙҙәре (хикмәттәре,
мөғжизәләре) төкәнмәҫ, яҙа-яҙа диңгеҙ һыуы бөтөр ине. Хатта тағын шул ҡәҙәр ҡара
диңгеҙе яһа­һаҡ та, — тип.

110.

Әйт һин:

— Мин һеҙҙең кеүек үк кеше, – тип. – Миңә бары тик Аллаһыбыҙҙың бер икәнен әйтеү
генә йөкләнгән. Инде кем дә кем Раббыһы менән ҡауышырға өмөт итә, изгелек ҡылһын
һәм Аллаһҡа ғийбәҙәттә саҡта һис бер башҡа тәңрегә йөҙ тотмаһын (табынмаһын), —
тип.