16. Нәхел (Бал ҡорто)

1.

Аллаһтан әмер (Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр гөнаһ ҡылғандар­ға ниндәй хәтәр язалар
биреләсәге тураһында киҫәтеүсе Ҡөръән) килде. Уны (Ул бирәсәк язаларҙы)
ашыҡтырмағыҙ. Аллаһ кәферҙәр тәңрегә тиң күргән нәмәләрҙән йыраҡ тора һәм Ул
уларҙан өҫтөн (Аллаһ бөйөк).

2.

Ул Үҙенең әмере менән теләгән ҡолдарына (пәйғәмбәрҙәргә)
уахи аша иҫкәртеү индерҙе:


Минән башҡа тәңре булмағанлығы тураһында киҫәте­геҙ һәм гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ.
— тип иҫкәртеү индерҙе.

3.

Ул
күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт (тең тантана итеүе) өсөн яралтты. Ул (кәферҙәрҙең
Аллаһҡа) тиң күреп табынғандарынан өҫтөн.

4.

Әҙәмде Ул бер тамсынан яралтты. Шулай булыуына
ҡарамаҫтан, ул (Әҙәм заты) дошманлаша.

(Ш. Ноғманиҙа: бер тамсы һыуҙан халиҡ ҡыла. Т. Кочигитта: бер тамсы һыуҙан
яралтты. М. Алидә: из малой капли жизненной, «малая капля жизненная» — это
сперматозоид, находящийся в семенной жидкости.)

5.

Малдарҙы (дөйә, ишәк, кәзә, һарыҡ, һыйырҙарҙы ла) һеҙҙең файҙаға яралтты
(атланып йөрөргә, ямғыр-ҡарҙан һаҡланыу өсөн йөндәренән, тиренән йылы кейем
тегергә). Ризыҡланыр өсөн дә (итен ашарға, һөтөн эсергә).

6.

Кисен ауҙарға яп­ҡанда ла, иртәләрен көтөүгә ҡыуғанда ла һеҙҙең өсөн был
малдарҙа матурлыҡ һәм ҡыуаныс бар.

7.

Улар һеҙҙең тауарҙарығыҙҙы төйәп, (шул йөк хайуандары булмаһа, ул араларға барып
та  етә алмаған булыр инегеҙ, барып еткәндә лә, ярты йәнегеҙ сыҡҡан булыр ине)
йыраҡ мәмләкәттәргә алып бара. Шик юҡ, Раббығыҙ ярлыҡаусы, миһырбан эйәһеҙер.

8.

Атланып йөрөр өсөн, мәртәбәләр (тантаналар) өсөн аттар­ҙы, ҡасырҙарҙы, йөк ташыр
хайуандарҙы (дөйәне)яралттыҡ. Һеҙ әлегә белмәгән башҡа бик күп нәмәләрҙе
яралтырбыҙ.

9.

Тура юлға бары тик Аллаһ ҡына күндерә ала. Яңғылыш юлдағылар ҙа бар. Аллаһ
ихтыяр итһә, барығыҙҙы ла, һис шикһеҙ, тура юлға күндергән булыр ине.

10.

Ул һеҙҙең өсөн күктән ямғыр яуҙырҙы. Эсәр өсөн һыу бирҙе, хайуандарығыҙ утлап
йөрөһөн өсөн үләндәр үҫтерҙе.

11.

(Аллаһ) һеҙҙең өсөн игендәр, зәйтүндәр, хөрмә ағастары, йөҙөмдәр һәм
еләк-емештәрҙең һәр берһен үҫтерҙе. Быларҙа башында фекере булған кеше өсөн,
әлбиттә, Аллаһтың барлығына, Уның сикһеҙ ҡөҙрәтенә дәлил бар.

12.

Төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы һеҙҙең өсөн бар итте. Йондоҙҙар ҙа Уның әмеренә
буйһона. Хаҡтыр, быларҙың һәр берһендә аҡы­лы башында булғандар өсөн ғибрәттәр
бар.

13.

Һеҙҙең өсөн Ер өҫтөн төрлө төҫтә (сәскәләр, үҫемлектәр) яралтты. Өгөт алырҙай
зиһенлеләргә бында, әлбиттә, иҫбат-дәлил бар.

14.

Саф ит (балыҡ) ашаһындар тип, зиннәттәр (ынйы-мәрйендәр) сығарһындар тип, Ул
һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе ярал­тты. Күрәһеңме, кәмәләр (диңгеҙ һыуҙарын) ярып йөҙөп
йөрөй; (ул кәмәләрҙә әҙәмдәр Аллаһтың) рәхмәтен эҙләһендәр һәм (бар табыштарына)
шөкөр итһендәр өсөн.

15.

Һеҙ тетрәп һелкенмәһен тип, Ул Ер йөҙөнә ҡаты тоҡомло тауҙар теҙмәһен беркетте,
йылғалар, юлдар яһатты. Ихтимал, һеҙ тура юл буйлап китерһегеҙ тип.

16.

Тағын әллә ниндәй ғәләмәттәр, йондоҙҙар ҙа уларҙың юлын дөрөҫләр өсөн
(яралтылды).

17.

Яралтҡан менән яралтырға көсөнән килмәгән тиң буламы? Шуны ла аңлар дәрәжәлә
түгелме ни һеҙ?

18.

Аллаһтың бәрәкәтен (рәхмәтен, байлығын) һанарға алынһағыҙ, осона сыға
алмаҫһығыҙ. Шик-шөбһәһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе.

19.

Аллаһ йәшерен эштәрегеҙҙе лә, асыҡтарын да белеп тора.

20.

Аллаһты инҡар итеп, улар табынған заттар (боттар) бер нимә лә яралта алмай.
Сөнки улар (боттар) үҙҙәре лә (кем­дер тарафынан) яһалған.

21.

Улар йәнле түгел, үлеләр. (Улар үҙҙәренә табыныусыларҙың) ҡасан
терелтеләсәктәрен дә белмәй.

22.

Аллаһ бер генә. Әхирәткә ышанмағандар бар, улар­ҙың күңелдәре инҡарсы, үҙҙәре
тәкәббер, маһайған кешеләр.

23.

Шик юҡ, уларҙың йәшергәнен дә, йәшермәгәнен дә Аллаһ белеп тора.
Аллаһ:                                                       


Мин бөйөк, — тигәндәрҙе яратмай.

24.

Уларға:           

— Раббығыҙ
нимә индерҙе? — тип әйтһәң:


Боронғо әкиәттәрҙе, — тип әйтәләр.

25.

Ҡиәмәт көнөнә (аҙҙырыусылар) үҙ гөнаһтары менән бергә, үҙҙәре юлдан яҙҙырған
наҙандарҙың гөнаһтарын да үҙ елкәләренә төйәп алып килер. Аһ, ниндәй ауыр йөк
булыр ул!

26.

Уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә (пәйғәмбәрҙәренә) хәйлә ҡорҙо. Ахырҙа Аллаһ та
уларҙың йорттарын нигеҙенән алып, түбәһенә ҡәҙәр аҫтын өҫкә килтерҙе. Был
ғарасат уларға көтмәгән яҡтан килеп баҫты.

27.

Ахырҙа, Ҡиәмәт
көнөндә (Аллаһ) уларҙы көсһөҙ итер һәм әйтер:

— Аллаһҡа тиң күреп табынған
нәмәләрегеҙ арҡаһында (мөьминдәр менән) дошманлаша инегеҙ. Ул нәмәләрегеҙ
ҡай­ҙа? – тип әйтер.

Ғилемле
кешеләр әйтер:


Ысындан да, бөгөн кәферҙәр көсһөҙ булып, хәтәр хәлдә ҡалды, – тип әйтерҙәр.

28.

өръән
менән ғәмәл ҡылмайынса) үҙҙәренә үҙҙәре яман­лыҡ саҡырған кешеләрҙең йәнен
алғанда улар (мөшриктәр йән алыусы) фәрештәләргә ялбарыр:


Беҙ бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡылманыҡ, — тип әйтәсәктәр. (Фәрештәләр әйтер):


Ялғанлайһығыҙ, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора.

29.

Тик, йәһәннәм ҡапҡаһынан керегеҙ, һеҙ шунда ҡаласаҡһығыҙ. Үҙҙәрен (барса
кешенән) өҫтөн ҡуйған­дарҙың урыны бик тә хәтәр урын.

30.

(Гөнаһтарҙан) һаҡланғандарға:

— Раббығыҙ
нимә индерҙе? — тип әйткәс, улар:


Изгелек индерҙе, — тип әйтер. Фани донъяла изгелек ҡылғандарға изгелекле әжерҙәр
булыр. Әхирәт йорто иһә бик тә хәйерлеҙер. Тәҡүә мосолмандарҙың йорто, ысындан
да, Сәғәдәттер.

31.

Ул
урын – арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы Ғәден йәннәттәреҙер. Шунда һәр теләгән
нәмә бар. Аллаһ Тәғәлә тәҡүә мосолмандарҙы шулай бүләкләй.

32.

Саф мосолмандарҙың йәндәрен изгелек менән алғанда
фәрештәләр әйтер:


Һеҙгә сәләм. Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, йәннәткә керегеҙ, — тип әйтәсәктәр.

33.

(Кәферҙәр) үҙ яндарына (яза) фәрештәләре килмәҫ йәки Раббының әмере еренә етмәҫ,
тип өмөт итәме? Уларҙан әүүәл йәшәгәндәр ҙә нәҡ шулай ҡыланғандар ине. Аллаһ
уларға бәлә килтермәне, улар үҙҙәренә үҙҙәре бәлә килтерҙе.

34.

Ахырҙа ҡылғандарының язаһы үҙҙәренең өҫтөнә төштө һәм (пәйғәмбәрҙәрҙе) мәсхәрә
итеп көлгәндәре(нең язаһы) уларҙы һәр яҡлап ҡамап алды.

35.

Ялған
тәңреләргә табынғандар әйтте:


Аллаһ ихтыяр иткән булһа ине, беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа башҡа затҡа табынмаған булыр
инек. Уның рөхсәтенән башҡа һис бер нәмәне харамға сығармаған булыр инек, —
тинеләр. Уларҙан алда йәшәгәндәр ҙә шулай ҡыланған ине. Аяттарыбыҙҙы асыҡ-теүәл
итеп аңлатыуҙан, киҫәтеүҙән баш­ҡа пәйғәмбәрҙәрҙең бүтән вазифалары бармы икән
һуң?

36.

Хаҡтыр, Беҙ:

— Аллаһҡа буйһоноғоҙ
һәм Тағуттан ваз кисегеҙ, — тип киҫәтһендәр өсөн, пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Аллаһ
уларҙың (мөшриктәрҙең) бер ҡәүемен тура юлға күндерҙе. Бер ҡәүемен иһә
аҙаштырҙы. Ер өҫтө буйлап сәйәхәт итегеҙ һәм ҡарағыҙ, инҡар итеүселәрҙең яҙмышы
нимә менән бөттө икән?

(«Тағут—Хаҡ
Тәғәләне танымайынса, инҡар итеп, аҙған, аҙашҡан һәр кешегә һәм шайтанға ҡарата
ҡулланыла торған һүҙ».

Хәйретдин Ҡараман, Садретдин Ғүмүш тәфсирҙәренән.)

37.

(Ий, Рәсүлем) һин уларҙың тура юлға баҫмағандарына ҡайғыраһың, ләкин һин белеп
тор, Аллаһ ихтыяр итмәһә, аҙашҡандарҙы тура юлға сығармаҫ. Уларҙың ярҙамсыһы дла
булмаҫ (Уларға тура юл күрһәтеүсе лә булмаҫ).

38.

Улар үҙҙәренең иң оло анттары — Аллаһ исеме менән:


Валлаһи, Аллаһ үлгәндәрҙе терелтмәйәсәк, — тип ант иттеләр. Юҡ шул (улар хаҡлы
түгел), Аллаһ вәғәҙәһендә торасаҡ (үлеләрҙе терелтәсәк). Ләкин был турала күбеһе
белмәй.

39.

Бәхәс күтәргән мәсьәләләрҙе асыҡлар өсөн, динһеҙҙәрҙең ялғансы икәнен күрһәтер
өсөн Ул уларҙы терелтәсәк.

40.

Беҙ берәй нәмә булыуын
теләһәк:


Бар бул, — тип әйтәбеҙ. — Һәм ул әйбер шунда уҡ барлыҡҡа килә.

41.

Рәнйетеүҙәргә сыҙай алмайынса, Аллаһ юлы менән һижрәт иткәндәрҙе Беҙ яҡшы
ерҙәргә урынлаштырабыҙ. Бе­леп тороғоҙ, Әхирәттең әжере унан да яҡшыраҡ булыр.

42.

Улар (ватандарын, йорттарын, малдарын ташлап, һижрәт иткән мосолмандар) бары тик
Раббыға тәүәккәл иткән сы­ҙам кешеләр.

43.

Һинән алда ла Беҙ пәйғәмбәр итеп үҙҙәренә уахи индерелгәндәрҙе генә ебәрә
торҙоҡ. Белмәгәнегеҙҙе белгәндәрҙән һорағыҙ.

44.

Ап-асыҡ мөғжизәләр һәм китаптар менән (пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙек). Кешеләргә,
үҙҙәренә индерелгәнде аңлатыу өсөн һәм уйлай-уйлай аңлаһындар тип, һиңә лә был
Ҡөръәнде индерҙек.

45.

Мәкер тоҙаҡтары ҡорғандар: Аллаһ әмере менән беҙҙе ер йотмаҫ йәки абайламағанда
һәләкәт килмәҫ, тип,

46.

йәки (тормош мәшәҡәттәре менән) мәшғүл булғанда Аллаһтың язаһы тотмаҫ, тип
уйлайҙармы? Улар Аллаһты төп башына ултырта һәм (ҡасып ҡотола) алмаҫ.

47.

Йәки Аллаһ уларҙы әкрен-әкрен кәметә-кәметә бөтөнләй бө­төрмәйәсәк, тип өмөт
итәләрме? Шик юҡ, Раббың шәфҡәткә йомарт һәм бик мәрхәмәтле.

48.

Аллаһ яралтҡан барса нәмәләрҙе күрмәйһегеҙме ни? Уларҙың күләгәләре Аллаһҡа
сәждә итеп уңға-һулға сайҡа­ла.

49.

Күктәрҙә булғандар, Ерҙәге йән эйәләре һәм бөтөн фәрештәләр, тәкәбменәннмәйенсә,
Аллаһҡа сәждә итәләр.

50.

Улар өҫтән күҙәтеүсе Аллаһтың язаһынан ҡурҡалар һәм үҙҙәренә бойоролғанды
башҡаралар.

51.

Аллаһ бойорҙо:


Икенсе тәңре эҙләмәгеҙ. Аллаһ бер генә. Шулай бул­ғас, Минең язамдан ҡурҡығыҙ, —
тине.

52.

Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, Уныҡы. Итәғәт итеү ҙә бары тик Аллаһҡа ғына. Шулай
булғас, Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайынса, башҡа бер заттан ҡурҡаһығыҙмы?

53.

Һеҙгә ниндәй генә ниғмәт килһә лә, барыһы ла Аллаһтан. Ахырҙа үҙегеҙгә зыян
килгәс, бары тик Аллаһҡа ялбараһығыҙ.

54.

Өҫтөгөҙҙән бәлә алынғас, бер ҡәүемегеҙ Аллаһҡа тиңдәш эҙләй башлай.

55.

Биргән ниғмәттәргә ҡаршы яуап итеп, улар кәфер­лек ҡыла. Кәйефләнеүҙәрегеҙҙе
шулай дауам итегеҙ. Ләкин оҙаҡламай нимә булаһын белерһегеҙ.

56.

Улар һис нәмәнән хәбәре булмаған
боттарына Беҙ биргән ни
ғмәттәрҙән
өлөш сы
ғара.
Валлаһи, ҡыл
ғанда­рығыҙ
өсөн һеҙ яуапҡа тартыласаҡ
һығыҙ
әле.

57.

Улар:


Аллаһтың ҡыҙҙары бар, — тип

ғәйбәт
һата. Әстә
ғфирулла!
Аллаһ бындай эштәрҙән азат. Күңелдәренә хуш кил
гәндәрҙе
(малайҙарҙы) улар үҙҙәренеке итә.

(«Хузәғә
һәм Кинәнә ҡ
әбиләләре:
фәрештәләр — Аллаһтың ҡыҙҙа­ры, тинеләр. Үҙҙәре яңы т
ыуған
ҡыҙ балаларын тупраҡҡа тереләй күмәләр. Йәнәһе, ҡыҙ балалар Аллаһҡа китһен, ир
балалар уларҙың

үҙҙәренә ҡалһын».Садретдин
Ғумүш тәфсиренән.)

58.

Уларның берәйһенә:

— Ҡатының ҡыҙ бала тапты, — тип, биреүселө хәбәр килтерһәң, үпкәләүҙән уның йөҙө
ҡарая.

59.

Был хәбәрҙе алғас, ул ҡәрҙәштәренең күҙенә күренергә оялып, ҡасып
йөрөй:

—  Быны (ҡыҙ баланы) меҫкен рәүештә янымда аҫырайым­мы, әллә тупраҡҡа күмәйемме?
— тип хәсрәткә бата. Ғибрәт алығыҙ: был ниндәй яман ғәҙәт.

60.

Әхирәткә ышанмағандар яман ғәҙәтле була. Иң күркәм сифаттар Аллаһта (юлында)
ғына. Сөнки Ул һәр нәмәнән өҫтөн һәм хикмәт эйәһелер.

61.

Ғәҙелһеҙлектәре арҡаһында кешеләрҙе язаларға теләһә, Аллаһ Ер йөҙөндә бер генә
йән эйәһен дә ҡалдырмайынса һәләк итеп бөтөргән булыр ине. Ләкин ул уларҙы
(язаларын) тәҡдирҙәрендә яҙылған ваҡытҡаса кисектерә. Әжәлдәре бер сәғәт тә иртә
килмәҫ, бер сәғәткә лә һуңға ҡалмаҫ.

62.

Күңелдәренә хуш килмәгәндәрҙе улар Аллаһҡа һылтайҙар. Үҙҙәре ҡылған яманлыҡты
изгелек тип, телдәре менән ялған һөйләйҙәр. Һис шикһеҙ, улар өсөн бары тик ут
әҙерләнгән һәм улар иң беренселәрҙән булып, утҡа атыласаҡ.

63.

Валлаһи, һинән элек йәшәгән халыҡтарға ла Беҙ пәйғәмбәрҙәр күндергән инек. Ләкин
шайтан уларҙың (яман) эштәрен яҡшы итеп күрһәтте (шуның арҡаһында улар иман
килтермәне). Бына хәҙер ул (шайтан) — уларҙың дуҫы. Улар өсөн әрнетеүле ғазап
әҙерләнгән.

64.

Ғауға сығанағы булған бәхәсле мәсьәләләрҙе яҡшы­лап аңлатып бирерһең тип, иман
килтергән халыҡҡа тура һәм хәйерле юл булһын тип, Беҙ һиңә был Китапты индерҙек.

65.

Күктән ямғырҙар яуҙырып, Аллаһ йәнһеҙ тупраҡты терелтте. Хаҡтыр, бында тыңлай
белгәндәр (мәғәнәле һүҙгә ҡолаҡ һалғандар) өсөн ғибрәттәр бар.

66.

Әлбиттә, хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн ғибрәттәр бар. Уларҙың эсәктәре менән ҡан
араһынан килә торган саф һөттө һеҙгә эсерәбеҙ, (ул һөт) һеҙҙең тамағығыҙға
ләззәтле тәм биреп уҙа.

67.

Хөрмә, йөҙөм кеүек емештәрҙән һеҙ ләззәтле эсем­лек һәм татлы
ризыҡтар яһайһығыҙ. Бына быларҙа уйлай белгәндәр өсөн бөйөк бер дәлил һәм
ғибрәттәр бар.

(«Эсемлек» мәғәнәһендәге «сәкәр» кәлимәһе төрлө тәфсирҙәрҙә төрлөсә тәржемә
ителә, төрлөсә шәрехләнә.

Әйтәйек, Крачковскийҙа ул: напиток пьянящий, тип әйтелгән. Башҡа тәфсирҙәрҙә лә
күбеһенсә иҫерткес тураһында һөйләнә. Аятта
ғы
«сәкәр» кәлимәһенең башҡа мә
ғәнәләре
лә бар. «Шыра-сыра», йә
ғни
йөҙ
өм
һә
м
йәки башҡа емештәрҙән яһал
ған
татлы һыу, шәрбәт һәм дә «серкә» мә
ғәнәләренә
лә эйә икәнлеген иҫкәртергә кәрәктер».)

68.

Раббың
бал ҡортона әйтте:


Тауҙарҙа-ҡ
аяларҙа,
а
ғас
ҡ
ыуыштарында
һә
м
кешеләр ҡор
ған
ҡаралты-ҡураларҙа үҙеңә оялар-умарталар яһа.

69.

Унан һуң емештәрҙең һәр береһенән ауыҙ ит, Аллаһ күрһәткән юлдар буйлап ос, —
тине. Уларҙың эсенән кешеләр өсөн шифа булырлыҡ төрлө төҫтәге шәрбәт (бал) сы
ға.
Был эштәрҙә уйлай белгәндәр өсөн бөйөк

ғибрәттәр-дәлилдәр
барҙыр.

70.

Һеҙҙе Аллаһ яралтты. Ахырҙа һеҙҙе вафат
иттерәсәк. Белгәндәрен онотоп бөтөрөп, балалар аҡылы кергәнгә ҡ
әҙәр
оҙаҡ йәшәтеләсәк кешеләр ҙә ара
ғыҙҙа
бар. Һис шикһеҙ, Аллаһ

ғилем
һә
м
ҡ
өҙрәт
эйәһе.

71.

Аллаһ
ҡайһылары
ғыҙға
ризыҡ
ты
бүтәндәрегеҙгә ҡа­ра
ғанда
арттырып бирҙе. Мул ризыҡ ал
ғандар
үҙ әмерҙәрендә бул
ғандарға
өлөш сы
ғарманылар,
Уларҙы ла үҙҙәре менән тигеҙ күрмәнеләр. Л
әкин,
шулай ҡыл
ғас,
улар Аллаһтың ни
ғ­мәттәрен
инҡар итә булып сы
ға
түгелме һуң?

(Йәғни,
мөшриктәр: ул ризыҡ
тарҙы
Аллаһ бирмәне, беҙҙең боттарыбыҙ бирҙе йәки ул малдарҙы беҙ үҙ көсөбөҙ менән
таптыҡ, үҙебеҙ теләгәнсә тотабыҙ, тип әйтәләр.)

72.

Аллаһ арағыҙҙан
ҡатындар яралтты, ҡатындары
ғыҙҙан
улдар, оноҡ
тар
яралтты һә
м
һеҙҙе саф аҙыҡ
тар
менән ризыҡландырҙы. Улар һаман ял
ған
(хоҙайҙар
а
ышанып, Аллаһтың ни
ғмәте
тураһында кәферлек ҡыласаҡ
тармы?

73.

(Мөшриктәр) Аллаһты инҡар итеп, үҙҙәренә Күктән дә, Ерҙән дә бер ниндәй ризыҡ та
бирергә көстәренән кил­мәгән нәмәләргә (һындар
ға,
таштар
ға)
табыналар.

74.

Аллаһҡа тиңдәштәр килтермәгеҙ.
Аллаһ барыһын да белә, һеҙ генә белмәйһегеҙ.

75.

Бер нимә
эшләргә лә ҡулынан килмәгән, башҡа берәү­ҙең ҡоло бул
ған
көсһөҙ менән татлы ризыҡ
тар
биреп, шул ризыҡ
тарҙы
күрһәтмәйенсә лә, күрһәтеп тә сарыф иткән затты са
ғыштырығыҙ.
Улар бер тигеҙ була аламы?

Хаҡтыр, бөтөн маҡтау Аллаһҡа ғына. Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй.

76.

Аллаһтың ғибрәтле миҫалы бар. Әйтәйек, бер телһеҙ кеше, бер нимә  эшләй алмай
һәм хужаһының һыртында артыҡ йөк булып йәшәй бирә, ти. (Хужаһы уны) ҡайҙа ғына
ебәрһә лә

эш эшләй алмай икән меҫкен. Инде лә ошо меҫкен менән
тура юлда булып, ғәҙеллектәр-изгелектәр ҡылған кеше ти­геҙ булырмы?

77.

Күктәр һәм Ерҙәге йәшерен серҙәрҙе бары тик Аллаһ ҡына белә. Ҡиәмәттең ҡубыуы
керпек ҡаҡҡан арала, хатта унан да ҡыҫҡа ваҡытта булыуы мөмкин. Хаҡтыр, Аллаһтың
ҡөҙрәте һәр нәмәгә киң.

78.

Бер нимә белмәгән, аңламаған хәлдә һеҙҙе әсәйегеҙ ҡарынынан сығарҙы; бәлки шөкөр
итерһегеҙ тип, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр һәм күңел һиҙеме бирҙе.

79.

Аллаһ әмере менән Күктә осҡан ҡоштарҙы улар күрмәй­ме?
Аллаһтан башҡа уларҙы бер кем дә осорта алмай. Иманлылар өсөн, ысындан да, бында
хикмәттәр бар.

80.

Истирәхәт ҡылыр
(ял итер)

өсөн, хозурланыр өсөн Аллаһ һеҙгә өйҙәр яһатты. Урын кү
скәндә
еңел булһын тип, туҡталыштарҙа йәшәргә уңай булһын тип, мал тиреһенән ҡулай
өйҙәр яралтты; билгеләнгән бер уаҡытҡа саҡлы файҙаланһындар тип, йөндән, яба
ғаларынан
һә
м
ҡылдарынан кәрәк-яраҡ яралтты.

81.

Яралтҡандар (ағастар)ҙың
күләгәләрен һеҙгә бирҙе. Һыйыныр өсөн тауҙарҙа мәмерйәләр яралтты. Эҫҫенән
һаҡлай тор
ған
кейемдәр, һу
ғышта
(ярһыу һу
ғыштарҙан)
һаҡлай тор
ған
ҡалҡандар яралтты. Шулай итеп, Аллаһ һеҙҙән мосолман яһар өсөн ни
ғмәттәрен
тамамлай.

82.

Улар инҡар итһәләр (ҡайғырма,
бында һинең гөнаһаң юҡ), һинең вазифаң бары тик (Аллаһтың әмерҙәрен) асыҡлап бир
еү
генә.

83.

Ниғмәттәр­ҙең
Аллаһ тарафынан килгәнлеге тураһында улар бик яҡшы белә. Ләкин ахыр килеп, та
ғын
инҡар иттеләр. Уларҙың күбеһе кәфер.

84.

иәмәттә)
һәр өммәттән шаһит (итеп, үҙ пәй
ғәмбәр­ҙәрен)
саҡырасаҡбыҙ, шунда инде кәферҙәрҙең ярлыҡау һорап ялбар
ыуҙарына
ла, ярлыҡау
ға
ла мөмкинлек булмаҫ.

85.

Ул
ғәҙелһеҙ
залимдар (йәһәннәм) язаларын күргәс, (ялбарасаҡ
тар,
ләкин) яза еңеләйтелмәйәсәк, (кисектерел­мәйәсәк, гөнаһтарын йыуыр
ға)
мөмкинлек тә улар
ға
бирелмәйәсәк.

86.

Аллаһтан башҡа тәңреләргә табыныусылар
үҙҙәренең ял
ған
тәңреләрен күргәс, әйтер:

—  Раббыбыҙ,
бына ошолар инде Һиңә тиң күреп, табынған
нәмәләребеҙ.

Тегеләре лә кәферҙәргә ҡарап:

— Дөрөҫ! Һеҙ (шыр) ялғансылар, — тип ҡысҡырырҙар.

87.

Ул көндө барыһы ла Аллаһҡа баш эйер. Улар уйлап сығарған «тиңдәштәр» юҡҡа сығыр.

88.

Кәферҙәр араһында кешеләрҙе Аллаһ юлынан тайҙырғандар бар. Беҙ уларҙың язаһына
(фани донъяла ҡуптарған фетнәләре, боҙоҡлоҡ таратҡандары өсөн) тағын өҫтәмә
ғазап та бирәбеҙ.

89.

Ул Көндө һәр өммәткә ҡаршы үҙенән сыҡҡан шаһитты саҡырасаҡбыҙ. Һине лә (ий,
Мөхәммәд) үҙ ҡәүемеңә ҡаршы шаһит итеп күндерәсәк­беҙ. Бар нәмәне асыҡлап бирһен
тип, тура юлды күрһәтеүсе һәм рәхмәт сығанағы һәм мосолмандар өсөн бер һөйөнсө
булараҡ, һиңә был Китапты индергән инек.

90.

Хаҡтыр, Аллаһ ғәҙел булырға, изгелекле булырға, ҡәрҙәштәрегеҙгә ярҙамлы булырға
бойорҙо. Зина ҡылыуҙы, тыйылған эште эшләүҙе, һәм кешеләргә золом ҡылыуҙы тыйҙы.
Бәлки ҙә һеҙ, ниһайәт, аҡылға килерһегеҙ: тип, ул һеҙҙе киҫәтә.

91.

Килешеү төҙө­гәнһегеҙ икән (һүҙ биргәнһегеҙ икән — һүҙегеҙҙә тороғоҙ, вәғәҙә
иткәнһегеҙ икән — вәғәҙәгеҙҙе үтәгеҙ, ант иткәнһегеҙ икән — антығыҙҙы боҙмағыҙ),
Аллаһ исеме менән биргән антығыҙға, нәҙе­регеҙгә бигерәк тә тоғро ҡалығыҙ, һеҙ
Аллаһты үҙегеҙ өсөн шаһит иттегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙең нимә ҡыласағығыҙҙы белеп
тора.

92.

Күҙәнәктәрен тығыҙ итеп бәйләгән бәйләүен һүтеп ташлаған ҡатын хәлендә ҡалмағыҙ.
Бер ха­лыҡ икенсеһенән (һан яғынан да, байлығы менән дә) өҫтөн булырға мөмкин.
Ләкин ул өҫтөн халыҡ өҫтөн булмағанын ялған ант менән ҡыйырһытмаһын. (Үҙ
мәнфәғәтегеҙҙе генә күҙ уңында тотоп, биргән антығыҙҙы хәйлә-мәкер менән боҙоп),
ана шул ҡатын шикелле була күрмәгеҙ. Аллаһ һеҙҙе шулай һы­нап ҡарай. Һис шикһеҙ,
Аллаһ һеҙҙең ғауғалашҡанығыҙҙың сәбәбен Ҡиәмәттә асыҡ күрһәтер.

93.

Әгәр ҙә Аллаһ ихтыяр итһә, барығыҙҙы ла бер өммәт (бер халыҡ) иткән булыр ине.
Ләкин Ул (аҙашырға) теләгәнде аҙашты­рыр, (изгелек ҡылырға) теләгәнде тура юлға
сығарыр, һис шикһеҙ, ҡылғандарығыҙға күрә, һеҙ яуап тотасаҡһығыҙ.

94.

Баҫып торғанда тайып йығылмаҫ өсөн, хәйлә менән килешеүҙәр төҙөмәгеҙ (мәкер
менән ант итмәгеҙ). Тура юлдан тай­һағыҙ, һеҙҙең өҫкә әфәт килер. Һеҙҙең өсөн
хәтәр ғазап әҙерләнгән.

95.

Аллаһ исеме менән биргән антығыҙҙы арзанға һатмағыҙ (уаҡ-төйәк өсөн дә Аллаһ
исеме менән ант итмәгеҙ). Хаҡтыр, Аллаһ хозурындағылар һеҙҙең өсөн тағын да
хәйерлерәк икәнен белһәгеҙ икән.

96.

Һеҙ йыйған (донъя малы) бөтәсәк, Аллаһ ҡатындағылар иһә мәңгелек. Һис шикһеҙ,
сабыр-сыҙам булғандарға, иң гүзәл ғәмәлдәренә күрә, яҡшы әжер бирербеҙ.

97.

Ир кешеме ул, ҡатынмы, мосолман булып, изгелекле эштәр башҡарһа, уларҙы, һис
шикһеҙ, матур тормошта йәшәтәсәкбеҙ, һәм әжерҙәрен дә ҡылған иң изгелекле эштәре
буйынса бирербеҙ.

98.

Ҡөръән уҡығанда шайтандан Аллаһҡа һыйын (әғүҙү бил­ләһи минәшшайтан ирражим, тип
әйт).

99.

Иманға килеп, бары тик Раббыға ғына тәүәккәл иткәндәр өсөн уның (шай­тандың) һис
бер хакимлығы булмаҫ – был Хәҡиҡәт.

100.

Ул (шайтан) бары тик үҙе менән дуҫлашҡандар һәм Аллаһҡа уйҙырма тиңдәш тапҡандар
менән генә идара итә ала.

101.

Беҙ бер аятты икенсеһе менән алыштырғанда:

— Һин ялғансы — был аяттарҙы үзең генә уйлап сығара­һың, — тинеләр. Гәрсә, Аллаһ
үҙенең нимә ҡылғанын бик яҡшы белә. Юҡ
,
уларҙың күбеһе был турала белмәй.

102.

Әйт:


Иман килтергәндәрҙең иманын ны
ғытыр
өсөн, Х
әҡиҡәт
булараҡ, ҡулланма һәм биреүселө хәбәр сифатында Изге Рух (Жәбраил) аша Раббы
индергән аяттар ул, – тип.

103.

Ысындан да, Беҙ уларҙың:


Быларҙы у
ға
бары тик ниндәйҙер бер кеше өйрәтеп тора, — тигәндәрен ишетәбеҙ. Улар күҙ
алдында тотҡан ке­шенең теле — сит тел. Ҡ
өръәндең
теле асыҡ мә
ғәнәле
ғәрәп
теле бит.

(Мөхәммәд Пәйғәмбәр
кешеләргә аяттарҙ
ы
ирештерә башлау
ға
уҡ кәферҙәр: христианлыҡтан яңы

ғына
Ислам
ға
күскән, Жәббәр, Йәсир, Ҡаиса,

Ғәддәс
кеүек белемле кешеләр әйтеп тороп Мөхәммәдкә аяттар яҙҙыр
ған,
тигән имеш-мимеш тарата. Ләкин улар­ҙың теле

ғәрәп
теле түгел.)

104.

Аллаһтың аяттарына ышанмағандар
юҡмы? Әлбиттә, Аллаһ уларҙы тура юл
ға
өндәмәҫ. Улар өсөн әрнет
еүле
яза ә
ҙерләнгән.

105.

Бары тик кәферҙәр генә Аллаһтың аяттарын ялғанға
сы
ғара.
Бына шулар инде ысын алдаҡ
сылар.

106.

Ысын
күңелдән Аллаһҡа инан
ған
булып та, кәферлеккә (һүҙ менән Исламдан баш тартыр
ға)
мәжбүр ителгәндәрҙән башҡа, иман килтергәндән һуң да Аллаһты инҡар иткән һәм
кәферлеккә сум
ған
кешеләргә Аллаһ тарафынан яза булыр. Улар өсөн хәтәр

ғазап
әҙерләнгән.

(«Ғәммәр менән атаһы Йәсир һәм әсәһе Сөмәййәне Ҡурайш кәферҙәре диндән
яҙҙырырға тырышты. Нәтижәһе булмағас, кәферҙәр


Сөмәййәнең ике аяғын ике дөйәгә тағып, урталай айырҙылар. Йәсирҙе лә үлтерҙеләр.
Былар Ислам юлында иң беренсе шәһид киткәндәр. Язалауҙарға сыҙай алмайынса,
Ғәммәр теле менән диненән ваз кисте, Аллаһты инҡар итте. Рәсүлүлла әйтте: Ғәммәр
башын­ан аяғына ҡәҙәр иман менән тулы кеше. Иман уның тәненә, ҡанына һеңгән,
тине. Әгәр ҙә улар һине тағын динеңдән сыҡ, тип язалай башлаһа, улар теләгәнсә
әйт: юрамал ғына Аллаһтан ваз кис, тине».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

107.

Был (язаның) сәбәбе шулдыр, улар донъя тормошон Әхирәттекенән артыҡ яраттылар.
Аллаһ кәферҙәр өйөрөн һидәйәткә ирештермәҫ.

108.

Аллаһ уларҙың күңелен, ҡолаҡтарын һәм күҙҙәрен томалап ҡуйҙы. Шуға күрә, улар
наҙан һәм ғәмһеҙ.

109.

Шик юҡ, улар Әхирәттә лә зарар күрәсәк.

110.

Рәнйетеүҙәрҙән һуң һижрәт иткән, унан һуң сабыр итеп, Жиһадта ҡатнашҡандарға
Раббың, һис шикһеҙ, ярҙам итер. Быларҙан һуң Раббың, әлбиттә, ярлыҡар, ғәфү
итер.

111.

Ул Көндө һәр кем килеп, үҙ йәнен ҡотҡарырға теләр һәм һәр кемгә ҡылған
ғәмәлдәренә күрә, кәметмәйенсә әжере бире­лер. Уларға (гөнаһтарынан) артыҡ
ғәҙелһеҙлек булмаҫ.

112.

Ғибрәт өсөн Аллаһ бер шәһәрҙең яҙмышын ми­ҫалға килтерә: был шәһәр ҡурҡыуһыҙ
хозурлыҡта йәшәй ине, улар­ға һәр яҡлап аҙыҡ-түлек мул килә. Тора-бара улар
Аллаһ биргән ниғмәттәргә кәферлек ҡыла башланы. Аллаһ та уларға, ҡылғандарына
күрә, аслыҡ һәм ҡурҡыу кейемдәрен кейҙерҙе.

113.

Хаҡтыр, уларға үҙҙәре араһынан пәйғәмбәр килде, ләкин улар уны ялғансыға
сығарҙы. Ғәҙелһеҙлек ҡылғанға уларҙы яза тотто.

114.

Аллаһ биргән хәләл һәм саф ризыҡтарҙы ашағыҙ. Аллаһтың йомартлығына шөкөр
итегеҙ. Әгәр һеҙ, ысындан да, Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылаһығыҙ икән.

115.

Ул һеҙгә бары тик үлгән хайуанды, ҡан, сусҡа итен һәм Аллаһтан башҡа исем менән
һуйылған хайуанды (ашарға) харам ҡылды. Мәжбүр булған кеше (башҡа ризыҡ
булмағанда), артығын ҡыланмай­ынса (астан үлмәҫ миҡдарҙа) ашай ала. Ысынлап та,
Аллаһ ярлыҡаусы һәм миһырбанлы.

116.

Уйлап сығарылған ялғанға таянып, телегеҙ менән:

— Был — хәләл, был — харам, — тип әйтһәгеҙ, Аллаһҡа ҡаршы нахаҡ һөйләгән
булырһығыҙ. Аллаһҡа ҡарата ялған уйҙырмалар һөйләүселәр бәхеткә ирешә алмаҫ.

117.

Улар өсөн (йыйған байлыҡтары фани донъяла) бик әҙ файҙа бирер, уның өсөн
Әхирәттә уларға хәтәр яза әҙерләнгән.

118.

Йәһүдтәргә нәмәләр харам икәнлеге тураһында Беҙ һиңә алда аңлатҡан инек инде.
Беҙ уларҙы йәменәнмәнек, улар үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерҙе.

119.

Наҙанлыҡтары арҡаһында яманлыҡтар ҡылып та, һуңынан тәүбәгә килеп, тормоштарын
(Ҡөръәнсә) рәткә һалғандар ярлыҡаныр. Тәүбә итеүселәрҙе Аллаһ, һис шикһеҙ,
ярлыҡар һәм Ул уларға мәр­хәмәтле булыр.

120.

Ибраһим ихластан Хаҡҡа инанған, Аллаһҡа итәғәт иткән бер имам ине. Аллаһҡа
тиңдәрҙе ул эҙләмәне.

Ул
мөшрик түгел ине.

121.

Ул Аллаһ ниғмәттәренә шөкөр итеүсе ине.
Аллаһ уны һайланы, тура юлға
күндерҙе.

122.

Уға донъяла муллыҡ-изгелек бирҙек.
Әхирәттә лә ул изгеләр сафында булыр.

123.

Һиңә
лә:


Тура юлга баҫҡ
анда
Ибраһим тотҡан динде ал. Ул мөшрик түгел ине, — тигән инек.

124.

Шәмбе көндө ял итеү бары тик шул турала ғауға сығарғандарға ғына бирелде.
Ҡиәмәт
көнөндә Раббың улар

ғауға
күтәргән мәсьәләне ысынлап асыҡлар.

125.

(Ий, Мөхәммәд) һин Раббың юлына хикмәттәр һәм матур өгөттәр менән саҡыр, улар
менән бик тә гүзәл рәүештә бәхәсләш. Аллаһ тура юлдан яҙ
ғандарҙы
бик яҡшы белеп тора, Ул тура юл
ға
баҫҡандарҙы ла бик яҡшы белә.

126.

Яза бирһәгеҙ, үҙегеҙгә бирелгән яза миҡдарын­да
ғына
язала
ғыҙ.
Ләкин (язаламайынса) сабыр итһәгеҙ, һис шикһеҙ һеҙҙең файҙа
ға
булыр.

127.

Сабыр бул. Һинең сабырлығың
да Аллаһ ярҙ
амындә.
Улар өсөн хафаланма. Улар ҡор
ған
мәкерҙәр һине ҡай
ғыға
һалмаһын.

128.

Шөбһәһеҙ, Аллаһ (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡҡан­дар һәм изгелек ҡылғандар
я
ғында.