12. Йосыф (Йософ)

1.

Әлиф. Ләм. Ра. Былар Китаптың ап-асыҡ аяттары­ҙыр.

2.

Һеҙ аңлаһын тип, Беҙ уны ғәрәп телендә, Ҡөръән булараҡ, индерҙек.

3.

(Ий, Мөхәммәд)
Беҙ һиңә был Ҡөръәнде уахи итеп, йәшәп уҙған ҡәүемдәрҙең хәлдәре тураһында гүзәл
һүрәттә аңлатабыҙ. Шуныһы хаҡтыр, һин быңа саҡлы (башҡалар кеүек үк, уларҙың
хәлдәре тураһында) белмәй инең.

4.

Бер ваҡыт
Йософ атаһына (Яҡупҡа) әйтте:

— Атаҡайым, мин төшөмдә ун бер йондоҙ менән Ҡояшты һәм Айҙы күрҙем. Улар миңә
сәждә итте.

5.


Улым-балам, — тине атаһы. — Һаҡ бул! Төшөңдө а
ғайҙарыңа
һөйләй күрмә. Юҡ
һа,
улар һинән көнләшерҙәр, һиңә хәйлә ҡора башларҙар. Сөнки шайтан (көнсөллөк,
хө
сөтлөк)
кешеләргә хәтәр дошман.

6.

Былай булғас, Раббың һине һай­лаясаҡ, һиңә төш юрау хикмәттәре өйрәтәсәк, һинә
һәм Яҡуп тоҡомона, ике бабаң: Ибраһим менән Исхаҡҡа биргән ниғмәттәрен һиңә лә
биреп бөтөрәсәк икән.

Раб­бың барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмәт эйәһеҙер.

7.

Хаҡтыр, Йософ һәм уның ағалары
менән бул
ған
был ваҡ
иғала
ғибрәт-һабаҡ
алыр
ға
теләгәндәр өсөн хикмәттәр бар.

8.

Ағалары
әйтте:

—  Йософ менән төпсөк
ту
ғаныбыҙҙы
(Бинийәминде) атайыбыҙ
беҙҙән артыҡ я
рата.
Гәрсә, беҙ күберәк һәм көслөрәк булһаҡ та. Ысынын да, ата
йыбыҙ
бик ныҡ яң
ғылыша
(ул беҙгә
ғәҙел
түгел).

(Йософ менән Бинийәмин бер әсәнән, ағалары
бүтән әсәнән т
ыу­ған
ине)

9.


Йософт
о
ү
лтерергә
кәрәк йәки уны йыраҡ ергә илтеп ташлар
ға,
аҙаштырыр
ға
кәрәк. Шунан һуң ата
йыбыҙ
йөҙ
ө
менән беҙгә генә ҡарап торор. Ахырҙа (тәүбә итербеҙ ҙә,) изгелекле
кешеләр булып китербеҙ.

10.

Аранан береһе. «Әгәр был эште башҡарырға
булһа
ғыҙ,
һеҙ Йософт
о
ү
лтермәгеҙ,
ҡойо
ға
ташла
ғыҙ.
Уҙып бар
ыусы
(карауанда
ғыларҙың)
берәйһе уны табып алыр», — тине
.

11.

Әйттеләр:

— Ий, атабыҙ! Һин ни өсөн Йософто беҙгә ышанып тапшырмайһың? Беҙ уға бары тик
изгелек кенә теләйбеҙ.

12.

—  Иртәгә һин уны беҙҙең менән (сәхрәгә) ебәр: рәхәт­ләнеп
(ашап-эсеп), уйнаһын. Шикләнмә, беҙ уны (бәлә-ҡаза­нан күҙ ҡарабыҙ кеүек)
һаҡларбыҙ, — тинеләр.

13.

Ата кеше әйтте:


Уны алып китһәгеҙ, миңә ҡ
ыйын
булыр. Һеҙ абайлама­
ған
саҡта уны бүре ашар, тип ҡурҡам.

14.

Әйттеләр:


Беҙ ҡ
еүәтле
төркөм (ошо ҡ
әҙәр
ҙә күп кеше)
була тороп, уны бүре ашап китһә, әлбиттә, был ҙур кәмселек булыр ине (ояты
ғына
ни тора!)

15.

Уны алып китеп, ҡойо
төбөнә һалыр
ға
ҡарар ҡыл
ған­дан
һуң, Беҙ Йософҡа уахи күндерҙек:


Һис шикһеҙ, һин ҡасан да булһа, үҙҙәренең уйында ла булма
ған
саҡта (һине таныма
ған
саҡта)
улар
ға
был ҡыл
ғандары
тураһында һөйләп бирерһең, — тинек.

16.

Кис еткәс, йылай-йылай аталары янына ҡайттылар.

17.

— Ий, атайыбыҙ, — тинеләр. — Беҙ әйберҙәребеҙҙе Йософ янында ҡалдырҙыҡ та,
ярышҡа-уҙышырға киттек.

(Әйләнеп килһәк, ниндәй ҡайғы)
уны бүре ашап киткән. Дөрөҫ
өн
һөйләһәк тә һин беҙгә ышанмаҫ
һың
инде

18.

Йософтоң бүтән төрлө
ҡан
ға
буял
ған
күлдәген ата кешегә тоторҙ
олар.

(Яҡуп ҡанға
буял
ған
күлдәкте алып йөҙ
өнә
ҡапланы: «Быңа саҡ­лы ошондай ҙа рәхимле бүрене күргәнем булманы. Улымды аша­
ған,
күлдәген йыртма
ған
да», – тине. Алда
ғандарын
ул шунан һи­ҙенде һәм әйтте):


Һеҙҙең мәкерле нәфсегеҙ яман эште яҡшы итеп күрһәткән. Хәҙер миңә күркәм
сабырлыҡ кәрәк. Һеҙ миңә төшөндөрөп бирҙегеҙ: миңә ярҙ
ам
(һеҙҙең тарафтан түгел) бары тик Аллаһтан

ғына
киләсәк.

19.

Бер карауан
туҡтаны; һыу алып килергә хеҙмәтсене ҡойо
ға
ебәрҙеләр. Ул күнәген ҡойо
ға
төшөрҙ
ө.
Йософто күргәс:


Һөйөнсө! Бына Һиңә бер ул! – тине. Уны һатып е­бәрер өсөн, хазина кеүек һаҡлап
алып киттеләр. Аллаһ уларҙың ни
мә
ҡыл
ғанын
бик яҡшы белә ине.

20.

Уны арзан
ғына
хаҡҡ
а,
бер нисә дирһәмгә һатып ебәрҙеләр. Һат
ыулашып
тор­манылар.

21.

Уны
һатып ал
ған
Мысыр кешеһе ҡатынына әйтте:

— Быңа
и
ғтибарлы
бул! Яҡшылап ҡ
ара!
— тине. — Күңе­лем һиҙә, беҙ унан файҙа күрәсәкбеҙ, һис ю
ғында
беҙ уны уллыҡҡа алырбыҙ.

Бына шулай итеп, Беҙ төшөндә күргәндәрҙе тормошҡа ашырыу
өсөн, төш юрау хикмәттәрен өйрәтер өсөн, уны шундай ергә урынлаштырҙыҡ. Аллаһ үҙ
әмерен еренә еткереп үтәрҙәй ҡөҙрәт эйәһе.

Ләкин
кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй.

(«Риүәйәттәргә күрә, хәҙрәти Йософто үҙенә алған
зат Мысырҙың мал менән сауҙа ит
еү
эштәренең башлы
ғы
ине. Ул Йософтоң зиһенле һәм һәләтле бала икәнен һиҙенә. Ал
ға
таба
н
ул уны дәүләт эштәрендә фай
ҙаланырға
уйлай ине. Балалары булмау сәбәпле, һөйкөмлө Йософто был

ғаиләлә
бик яратып ҡаршылайҙар».Садретдин

Ғүмүш
тәфсиренән.)

22.

Бәлиғ
бул
ғанына
саҡлы у
ға
хөкөм эштәрендә уңыш ҡаҙ
анырлыҡ
ғилем
бирҙек. Бына шулай итеп, Беҙ гүзәл холоҡлоларҙы бүләкләйбеҙ.

23.

Өйҙөң хужабикәһе нәфсеһен Йософ менән ҡәнәғәтләндерергә теләп,
ишек-ҡапҡаларҙы бикләтте һәм:


Яныма кил, — тине.

Йософ әйтте:

— Аллам һаҡлаһын! — тине. — Ирегеҙ минең хужам. Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды. Хаҡтыр,
кәферлек ҡылғандар бәхеткә ирешмәҫ.

24.

Ҡатын һәр ваҡыт Йософто теләй ине. Раббының (зина ҡылыуҙың ҙур гөнаһ икәнен)
дәлилен күрмәгән булһа, уны яуызлыҡ һәм нәжес ғәмәлдәрҙән ҡотҡарырға теләүен
һиҙенмәгән булһа, бәлки Йософ та был ҡа­тынды теләгән булыр ине. Шик юҡ, ул
ихлас ҡолдарыбыҙҙан ине.

25.

Икеһе лә ишеккә табан йүгерҙе. Ҡатын уның күлдәгенең артҡы итәген
йыртып төшөрҙө. Ишек төбөндә улар ҡатындың ире менән осрашты. Ҡатын әйтте:

—  Һинең ғаиләңә зыян һалырға теләгән кешене ниндәй яза көтә? Зинданмы, әллә
сыҙап булмаҫ язамы? — тине.

26.

Йософ:

— Ул
мине аҙҙырыр
ға
теләне, — тине. Ҡатындың ту
ғандарынан
береһе шаһитлыҡ итте:


Әгәр уның күлдәге ал
ғы
яҡтан йыртыл
ған
булһа, ҡатын дөрөҫ
өн
әйткән булыр. Был иһә ял
ғанлаған
булыр, — тине.

27.

— Әгәр күлдәк артҡы яҡтан йыртылған булһа, ҡатын ялғанлай.
Был иһә дөрөҫөн
әйтә.

28.

Күлдәктең артҡы тарафтан йыртылғанын күргәс, (хаҡим) ҡатынына:

—  Шик юҡ, был һеҙ — ҡатындарҙың мәкерле хәйләһелер. Ысындан да, һеҙҙең хәйлә иң
шәп ҡаптыра торғандар­ҙан була, – тине.

29.

– Әй, Йософ! Һин быны башҡаларға һөйләмә. Ә һин, ҡатын, гөнаһың өсөн ғәфү үтен.
Сөнки Һин гөнаһлы булдың.

30.

Шәһәр ҡатындары әйтте:

– Ғәзиздең ҡатыны егетте аҙҙырырға уйлаған. Ул Йо­софҡа муйынынан ғашиҡ икән.
Ул, ысындан, да мөхәббәтенән хыяланғандыр, – тинеләр.

31.

Шәһәр ҡатындары­ның ғәйбәтен ишетеп, хужабикә уларҙы ҡунаҡҡа
саҡырҙы: янтайып, (терһәктәр менән таянып) ял итер өсөн, яҫтыҡтар-мендәрҙәр
әҙерләтте. Уларҙың һәр берһенә бысаҡ бирҙертте. (Ҡатындар бысаҡ менән емеш киҫә
башлауға уҡ, хужабикә Йософҡа):

— Бар,
улар янына сыҡ! — тип бойорҙо.

Йософто күреүгә, ҡатындар уның мөһабәт икәнен аңланылар.
(Үҙҙәре лә белмәй) бармаҡтарын турайҙар ине. Һәм әйттеләр:

—  Йә, Раббым, сөбхәналлаһ, был әҙәм заты түгелдер, был мөһабәт бер фәрештәҙлр,
– тинеләр.

32.

Шунан һуң хужабикә әйтте:

— Бына, шуның арҡаһында һеҙ минең ғәйбәтемде һатты­ғыҙ. Әйе, мин нәфсемде уның
менән ҡәнәғәтләндерергә уй­лаған инем.

Ләкин ул был эштән ҡәтғи
баш тартты. Әгәр ҙә ул минең теләгемде үтәмәһә, һис шикһеҙ, зиндан
ға
ябыла­саҡ; һәм, әлбиттә, мәсхәрә
гә
ҡ
алып
(һарайҙан) ҡ
ыуыласаҡ,
— тине.

33.

— Йә, Раббым, — тине Йософ. — Минең өсөн зина­дан зиндан яҡшыраҡ.
Әгәр ҙә улар ҡорған
хәйләләрҙән мине ҡотҡармаһаң, мин улар
ға
тартылып, юлдан яҙ
ғандар
араһында ҡалырмын.

34.

Раббы уның доғаһын ҡабул итте.
Тегеләр­ҙең хәйләһен емерҙе. Аллаһ барыһын да ишетеп, яҡшы белеп тора.

35.

(Ғәйепһеҙ икәнен белһәләр ҙә, ғәйбәтселәрҙең ауыҙын томалар өсөн, хужалай
ҡатынының күңеле булһын, тип) Йософто ваҡытлыса зинданға ташларға булдылар.

36.

Уның менән бергә зинданға тағын ике егетте ултырттылар.
Шуларғың
береһе әйтте:

— Мин
төшөмдә шәрәб

(хәмер)
яһағанымды
күрҙем, — тине.


Мин баш осомда икмәк күтәреп барам икән тип. Икмәгемде ҡоштар соҡ
ой,
имеш, — тине икенсеһе. — Төшөбөҙҙ
ө
юрап бир. Беҙ

һине
бик изгелекле кеше, тип уйлайбыҙ.

37.

(Йософ) әйтте:

— Беҙгә һәр көндө килтерелә торған аш килеп еткәнсе, мин, һис шикһеҙ, төшөгөҙҙө
юрармын, — тине. — Был — Раббымдың өйрәткәндәрендәндер. Хаҡтыр, мин Аллаһҡа
ышанмаған халыҡтан йыраҡҡа киттем. Әхирәт көнөн инҡар итеүселәр ҙә улар ине.

38.

Бабаларым Ибраһим менән Исхаҡ һәм атайым Яҡуп тотҡан динде тотам, һис бер
нәмәне, һис бер кемде Аллаһ менән тиң күрергә ярамай. Был — Аллаһтың беҙгә —
кешеләргә биргән бәрәкәтеҙер. Тик кешеләр­ҙең күбеһе (Аллаһҡа) шөкөр итмәй.

39.

Әй, ике зиндандашым, төрлө уйҙырма тәңреләргә ышаныу яҡшымы, әллә бер кемдең дә
көсө етәлмәҫ, берҙән бер Аллаһҡа инаныумы?

40.

Аллаһтан башҡаларға табыныуығыҙ һеҙҙең һәм аталарығыҙ уйлап сығарған бер нисә
исем генә бит. Аллаһ уларға бер ниндәй ҙә вазифа бирмәне.

Хөкөм бары тик Аллаһ ихтыярында. Ул Аллаһтан башҡаһына
ғибәҙәт
ҡылмаҫҡа әмер итте. Бына, иң дөрөҫ дин шул булыр. Ләкин кешеләрҙ
ең
күбеһе быны белмәй.

41.

Әй, ике зиндандашым, (төштәрегеҙ тураһында әйтәйем) берегеҙ (баштағы кеүек үк)
Хужаһына шәрәб (хәмер) эсерәсәк; икенсегеҙҙе иһә аҫып ҡуясаҡтар һәм ҡоҙғондар
уның башын соҡоп, тамаҡ туйҙырыр.

Һорағандарығыҙҙы
юрау ошоның менән тамам булды.

42.

Зиндандан ҡотоласағына
ул әйтте:


Хужаң янына ҡайтҡас, һин мине иҫеңә төшөр (бәлки ул мине зиндандан ҡотҡарыр), —
тине. Ләкин шайтан (ул әйткәндәрҙе) онотторҙ
о.
Шу
ға
күрә, Йософ бер нисә йыл
ға
зинданда ҡала бирҙе.

43.

Бер
уаҡыт Мысыр батшаһы әйтте:


Мин төшөмдә ете ябыҡ һыйырҙың ете һимеҙ һыйыр­ҙы аша
ғанын
күрҙем. Унан һуң ете йәшел башаҡ менән ете ҡоро башаҡ күрҙем. Ярандарым, юрай
алһа
ғыҙ,
төшөмдө юрап бирегеҙ, — тине.

44.

(Юраусылар) әйтте:


Былар, бары тик һаташ
ыу
ғына,
— тинеләр. — Беҙ бындый буталсыҡ төштәрҙе юрай алмайбыҙ.

45.

Зиндандан ҡотолған
кеше байтаҡ

ваҡыттан
һуң Йософто иҫенә төшөрөп әйтте:


Мин һеҙҙең төшөгөҙҙ
ө
юрата алам, — тине. — Мине зин­дан
ға
алып бары
ғыҙ.

46.

(Зинданға
кергәс, ул) әйтте:


Әй, Йософ, һин тура һүҙле кеше. Ете ябыҡ һыйыр­ҙың ете һимеҙ һыйырҙы ашауы
тураһында, ете йәшел башаҡ

менән

ете ҡоро
башаҡ тураһында
ғы
төштө юрап бирһәңсе, —

тине. — Юрауыңды ҡайтып кешеләргә һөйләрмен, бәлки, улар ҙа аңлар.

47.

Йософ
әйтте:


Ете йыл тоташтан

ғәҙәттәгесә
иген игегеҙ. Ә
ҙ
миҡ­дарҙа

ғына
ашап, ҡал
ғанын
башаҡта ҡалдыры
ғыҙ.

48.

Шунан һуң ете йыл рәттән аслыҡ булыр. Ашлыҡты
ор­лоҡлоҡ ҡына ҡалдырып, ете йыл буйына аша
ғыҙ.

49.

Шунан
һуң та
ғын
бер йыл киләсәк, ул йылда кешеләргә (Аллаһтан) мул ям
ғыр
яуасаҡ һәм ул

йылда
(емеш һуттары менән үҫемлек майы) һы
ғып,
(һыйыр, кәзә, дөйә, һарыҡ
тарҙы)
һауырҙар.

(И. Крачковскийҙа: они будут выжиматъ, тип кенә яҙылған.
Ш. Но
ғманиҙа:
емештәр һы
ғып,
шәрәбтәр яһарҙар. Т. Кочигит,

X.
Ҡараман тәфсирҙәрендә иһә фәҡ
әт
емеш һуты һы
ғыу,
шәрбәт ал
ыу
тураһында

ғына
әйтелә. Мәүләне М. Алиҙ
а:
давить виноград, тип әйтелгән.

X.
Чантайҙа киң
ерәк
аңлатыла. Беҙ

X.
Чантай тәфсирен мә
ғҡүл
күрҙек.)

50.

Был юраманы һөйләгәс, батша әйтте:

— Уны минең янға алып килегеҙ, — тине. Йомошсо зинданға кергәс,
Йософ әйтте:

— Батша янына ҡайт: бармаҡтарын бысаҡ менән ту­рай башлаған ҡатындарға нимә
булды? – тип һора. Шик юҡ, Аллаһым уларҙың хәйләһен бик яҡшы белеп тора.

51.

Батша ҡатындарға әйтте:

—  Йософ менән ләззәт кисергә теләгән сағығыҙҙа һеҙ ниндәй хәлдә
инегеҙ? – тине.

Ҡатындар әйтте:


Аллам һаҡлаһын, беҙ унан һис бер яманлыҡ күрмәнек, – тинеләр.

Ғәзиздең ҡатыны әйтте:

—  Бөгөн дөрөҫлөк уртаға сыҡты. Мин уны аҙҙырырға теләнем. Шик юҡ, ул — ғәҙел
кеше, — тине.

52.

Йо­соф әйтте:

—  Ғәзиз өйҙә юҡ саҡта уға хыянат итмәгәнемде һәм Аллаһтың ысын хыянатсылар
ҡорған хәйләһен юҡҡа сығараса­ғының барыһын да ул белеп торһон, — тине.

53.

(Ҡатын әйтте):

— Мин үҙемде аҡларға тырышмайым, сөнки нәфсең­де тыя алмау яманлыҡҡа этә, әгәр
ҙә Аллаһ һаҡламаһа. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғәфү ҡылыусы.

54.

Батша әйтте:

– Уны бында алып килегеҙ, – тине. – Мин уны үҙ яны­ма алам.

Уның менән һөйләшкәс:

— Бөгөндән һин янымда юғары дәрәжәле һәм ышаныс ҡаҙанған вазифалы кеше
һаналырһың, — тине.

55.

Йософ әйтте:

—  Мине өлкәнең ер байлыҡтарына (иген баҫыуҙарына) башлыҡ ит. Мин уларҙы яҡшы
һаҡлармын, сөнки мин был эштәрҙе яҡшы беләм, — тине.

56.

Бына шулай итеп, Беҙ Йософто үҙе теләгәнсә ғәмәл ҡылырлыҡ вазифалы иттек. Үҙебеҙ
ихтыяр иткән һәр кешегә рәхмәтебеҙҙе бирҙек. Изгелек ҡылғандарҙың изгелектәрен
заяға сығармайбыҙ.

57.

Иман килтереп, яманлыҡтарҙан һаҡланғандар өсөн Әхирәт бүләге тағын да
хәйерлерәк.

58.

(Аслыҡ йылды Яҡуптың ул­дары икмәк һорап, Мысырға килде.) Йософтоң ҡәрҙәштәре
килеп, уның хозурына керҙе.

Йософ уларҙы таныны. Улар уны таныманы.

59.

Йөктәре төйәлеп бөткәс: Йософ әйтте:


Бер атанан т
ыуған
ту
ғанығыҙҙы
минең ян
ға
алып килегеҙ,— тине. — Күреп тораһы
ғыҙ
бит, мин һеҙгә дөрөҫ үлсәтеп бирҙем. Мин ҡунаҡ
сылдарҙың
иң йомарты.

60.

Әгәр уны минең янға алып килмәһәгеҙ, ҡабат мин һеҙгә бер үлсәм дә (ашлыҡ)
бирәсәк түгелмен.

Ҡабат килеп йөрөмәгеҙ!

61.

Әйттеләр:


Уны атабыҙҙан һорап алыр
ға
тырышырбыҙ. Әлбиттә, беҙ быны эшләйәсәкбеҙ, — тинеләр.

62.

Йософ
хеҙ
мәтселәренә
әйтте:


Ашлыҡ өсөн биргән тауарҙарын (аҡ
саларын)
йөктәре эсенә йәшереп ҡуйы
ғыҙ.
Өйҙәренә ҡайтып еткәс, улар шул тауарҙарҙы табып алыр ҙа, бәлки, яңынан (икмәк
һатып алыр өсөн) бында килерҙәр, — тине.

63.

Ата
кеше янына ҡайтып еткәс, әйттеләр:


Эй,
атабыҙ, икмәк ал
ыу
юлы беҙгә ябылды. Т
уғаныбыҙҙы
(Бинийәминде) беҙгә эйәртеп ебәрһәң генә, беҙгә икмәк бирерҙәр. Ысынлап та, беҙ
уны яҡшы һаҡларбыҙ, — тинеләр.

64.

Яҡуп
әйтте:


Бынан алда ла ҡ
әрҙәшегеҙҙе
ышанып тапшыр
ғаным
кеүекме? — тине. — Быныһын да шулай итеп һеҙгә ышанып тапшырай
ыммы?
(Мин уны фәҡ
әт
Аллаһҡа

ғына
ышанып тап­шыра алам.) Аллаһ иң ышаныслы

һаҡлаусы.
Мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе — Аллаһ.

65.

Йөктәрен сискәндә улар үҙҙәренең тауарҙарын таптылар. Һәм
әйттеләр:


Эй,
атаҡайыбыҙ, ни
мә
э
шләйбеҙ?
Тауарҙарыбыҙ кире үҙебеҙгә ҡайтҡан, был аҡ
саларға
та
ғын
бер дөйә йөгө икмәк алып ҡайтырбыҙ. Алып ҡайтҡан икмәгебеҙ бик тә әҙ миҡдарҙа
бит. Т
уғаныбыҙҙы
һаҡлап ҡына йөрөтөрб
өҙ,
– тинеләр.

66.

Яҡуп
әйтте:


Бәләгә юлыҡтырмайынса, уны һау-сәләмәт килеш алып ҡайтасаҡбыҙ, тип, Аллаһ исеме
менән ант итмәһәгеҙ, мин уны һеҙгә биреп ебәрмә
йем,
— тине.

(Ул теләгәнсә) ант иттергәндән һуң, тағын әйтте:

—  Беҙҙең һөйләшеүгә Аллаһ шаһит, — тине.

67.

Унан өҫтәне: — Улдарым, шәһәргә бөтәгеҙ ҙә бер ҡапҡанан кермәгеҙ. Айырым-айырым,
төрлө ҡапҡаларҙан керегеҙ! Юҡһа, мин һеҙҙе бер нисек тә Аллаһтың язаһынан
ҡотҡара ал­маҫмым. Хөкөм Аллаһтан башҡаға бирелмәгән. Шуға күрә, мин бары тик
Уға ғына ышанам. Тәүәккәл итеүселәр бары тик Уға ғына баш эйһендәр.

68.

Улар, аталары ҡушҡанса, төрлөһө төрлө ҡапҡаднан кер­ҙе. Ләкин был (һаҡлыҡ
саралары) Аллаһтан киләсәктәрҙән ҡотҡарып ҡала алманы. Был эш (төрлө ҡапҡаларҙан
кереү) бары тик Яҡуптың йән тыныслығы өсөн генә башҡарылды. Ысынлыҡта, ул (Яҡуп)
ғилемгә эйә кеше ине. Сөнки Беҙ уны өйрәттек. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны
белмәй.

69.

Ҡәрҙәштәре Йософ янына кергәс тә, ул туғанын үҙ хозурына алдырҙы.

– Беләһеңме, мин һинең туғаның бит, – тине. – Уларҙың ҡылғандары
өсөн һин бик ҡайғырма.

(«Риүәйәттәргә күрә, ҡәрҙәштәрен һыйларға тип, хәҙрәти Йософ
табын әҙерләтә. Уларҙы табын янына икешәр-икешәр итеп ултыр­та. Бинийәмин яңғыҙы
– шаҡ ҡала ла, йылап ебәрә: ағайым Йо­соф иҫән булһа ине, беҙ бергә ултырған
булыр инек, – ти. Хәҙрәти Йософ уны үҙ табынына ала. Ашап-эскәндән һуң, хәҙрәти
Йософ ҡәрҙәштәрен икешәр-икешәр итеп фатирҙарға урынлаштыра. Бинийәмин тағын
яңғыҙы ҡала. «Һиңә пар юҡ, улайһа, һин минең янда ҡалырһың», – тине. Бинийәмин
әйтте: «Һинең кеүек ҡәрҙәшең булһа ине ул. Ләкин бит һине атайым Яҡуп менән
әсәйем Рәхилә тапма­ған». Быны ишеткәс, хәҙрәти Йософ. Бинийәминде ҡосаҡлап ала
һәм: «Мин һинең ағайың», — ти».

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

70.

Йөк төйәгәндә (Йософ) туғанының әйберҙәре араһына затлы һауыт
йәшерҙе. Юлға ҡуҙғалғас, Йософтоң йомош­соһо:

–  Әй, карауансылар, һеҙ бурҙарһығыҙ! – тип ҡысҡырҙы.

71.

(Карауансылар боролоп):

— Һеҙ нимә юғалттығыҙ?-тип һоранылар.

72.

Былары әйтте:

—  Батшабыҙҙың һыу эсә торған затлы һауытын эҙләйбеҙ; уны табып килтергән кешегә
бер дөйәгә төйәрлек ашлыҡ бирәсәкбеҙ. Был эшкә мин яуаплы, — тине йомошсо.

73.

— Валлаһи, беҙ бур түгел! — тинеләр карауансылар, — Беҙҙең ғауға-фетнә сығарырға
килмәгәнебеҙҙе һеҙ бик яҡшы беләһегеҙ бит. Ҡараҡтар ҙа беҙ түгел.

74.

(Ҡыуа сығыусылар) Әйтте:

—Ярар, ялғанығыҙ тотолһа, нимә буласаҡ (һеҙ шуны беләһегеҙме)?—тинеләр.

75.

Уның язаһы, юғалған һауыт кемдең йөгөндә табылһа, шул кеше үҙе түләү буласаҡ.
Беҙ ғәҙел­һеҙҙәрҙе шулай язалайбыҙ.

76.

Йософ шунан, туғанының йөгөн түгел, башҡаларҙы­ҡын аҡтара башланы. Унан һуң ғына
туғанының йөгөнә то­тондо һәм юғалған һауытты тартып сығарҙы. Бына шулай итеп,
Беҙ Йософҡа бер хәйлә өйрәттек. Юҡһа, батшаның ҡанундары буйынса, ул туғанын,
Аллаһ рөхсәтенән башҡа, алып ҡала алмаған булыр ине. Кемгә ихтыяр итһәк, Беҙ шул
кешене дәрәжәләргә күтәрәбеҙ. Сөнки ғилемгә эйә һәр ке­шенең өҫтөндә унан да
яҡшыраҡ Ғалим тора.

77.

(Ҡәрҙәштәре) әйтте:

—  Ул урлаған булыуы ла бик ихтимал, уның ағаһы ла ҡараҡ ине, —
тинеләр.

Йософ һис нимә һиҙҙермәне, әммә эсенән генә уйлап ҡуй­ҙы: һеҙ әле һаман да
шундай уҡ яман заттар икәнһегеҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә һөйләгәнегеҙҙе бик яҡшы
ишетеп тора.

78.

Әйттеләр:

— Әй, Ғәзиз, ысындан да, уның бик ҡарт атаһы бар. (Төпсөгөн юғалтыуға ҡарт
түҙмәҫ) бының урынына беҙҙең берәйебеҙҙе алып ҡал. Сөнки беҙ һине изгелек
ҡылыусы, тип беләбеҙ.

79.

Ул әйтте:

— Әйберебеҙҙе йөгөнән тапҡан кешенән башҡаһын алып ҡалыуҙан Аллам һаҡлаһын.
Шулай итһәк, беҙ, ысындан да, ғәҙелһеҙлек ҡылған булыр инек.

80.

Өмөттәре өҙөлгәс, улар бер аҙ ситкә китеп кәңәшләштеләр.
Олораҡтарынан берһе (Йәһүдә) әйтте:

— Атайыбыҙ беҙҙе Аллаһ исеме менән ант иттерҙе. Уҙғанын­да ла Йософ менән нисек
итеп ғәҙелһеҙлек ҡылғанығыҙҙы оноттоғоҙмо ни? Атайыбыҙ рөхсәт иткәнсегә саҡлы
йәки Аллаһ үҙе хөкөм сығарғанға ҡәҙәр, был ерҙән китмәйем. Аллаһ хөкөм
сығарыусыларҙың иң ғәҙеле.

81.

Ҡайтҡас атайыбыҙға әйтегеҙ: әй, атаҡайыбыҙ, шик юҡ, ул бурлыҡ ҡыл­ды. Беҙ
күргәнебеҙгә генә шаһитлыҡ итәбеҙ. Күрмәгәнебеҙҙе


белмәйбеҙ.

82.

Беҙ булып ҡайтҡан шәһәргә барып, үҙең бе­лешә алаһың. Йәки шунан килә торған
карауансыларҙан һораштыра алаһың: беҙ дөрөҫөн һөйләйбеҙ, тип әйтегеҙ, зин­һар.

83.

Ата
кеше (Яҡуп) әйтте:


Нәфсегеҙ һеҙгә ошо яман эште яҡшы итеп күрһәткән­дер. Миңә та
ғын
сабыр итергә генә ҡала. Өмөт итәм, уларҙың һәр берһен Аллаһ миңә ҡайтарып бирер.
Аллаһ барыһын да белеүсе хикмәттәр эйәһе.

84.

Уларҙан ситкә бо­ролдо һәм әйтте:


Аһ, Йософом хәсрәте! – тине. – Ул хәсрәтен көскә тыйып тора ине. Й
ылай
тор
ғас,
уның ике күҙенә лә аҡ төштө.

85.

(Улдары):


Һин әле һаман Йософто онота алмайһың. Валлаһи, былай булһа, һине бөтөнләй сир
баҫ
ыр
йәки ҡай
ғыңдан
үлеп тә китерһең. – тинеләр.

86.

(Яҡуп):


Дөрөҫ, ҡай
ғымды
бары тик Аллаһҡа

ғына
һөйләй
ем.
Һеҙ белмәгәндәрҙе мин Аллаһтан кил
еүсе
хәбәрҙәр аша беләм, — тине. —

87.

Ий, улдарым, барығыҙ, Йософ менән туғанын яҡшылап эҙләгеҙ.
Аллаһтың ярҙамынан
өмөтөгөҙҙ
ө
өҙмәгеҙ. Хаҡтыр, кәферҙәрҙән башҡ
алар
Аллаһ ярҙ
а­мынан
өмөтөн өҙмәҫ.

88.

Йософ
янына кергәс, әйттеләр:


Эй,
бөйөк түрә,

ғаиләбеҙгә-илебеҙгә
аслыҡ килде. Беҙ әҙ генә аҡ
са
менән килдек. Тейешлебеҙҙе теүәл үлсәп бир, зинһар. Беҙгә йомарт бул. Шик юҡ,
Аллаһ хәйер бир­гәндәрҙе бүләктәр.

89.

Йософ
әйтте:


Һеҙ, наҙ
анлығығыҙ
арҡаһында, Йософ менән ту
ғаны
ни
мә
э
шләткәнегеҙҙе
беләһегеҙме? — тине.

90.

— Һин
әллә, ысындан да, Йософмы? — тинеләр. Ул да:


Әйе, мин Йософ булам, — тине. — Быныһы минең ту
ғаным
(Бинийәмин). Хаҡтыр, Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле бул­ды. Кем Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ
эшләүҙән ҡурҡа, кем са­быр итә, шул, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан бүләктәр алыр,
изгелек ҡыл
ғандарҙың
и
згелеге
зая
ға
китмәҫ.

91.

Әйттеләр:


Валлаһи, ысындан да, Аллаһ Тә
ғәлә
һине беҙҙән өҫтөн ҡуйҙы. Хаҡ, беҙ гөнаһлылар булдыҡ.

92.

Йософ
әйтте:


Бөгөн мин һеҙгә үпкәләмәйем инде, Аллаһ һеҙҙе


ғ
әфү
итһен ине. Ул, миһырбанлыларҙың да миһырбанлыһы
лыр.

93.

Минең ошо күлдәгемде алып ҡайтығыҙ
ҙа ата
йымдың
йөҙ
өнә
ҡапла
ғыҙ,
ул күрә башлар. Һәм бөтөн

ғаиләбеҙҙе
бында алып килегеҙ, — тине.

94.

Карауан
Мысырҙан киткәс, ата кеше әйтте:


Был инде һаташа башла
ған,
тип әймәгеҙ. Әйтәм, мин Йософ улымдың рухын һиҙәм.

95.


Валлаһи, был һинең электән килгән һаташ
ыуың
ғына,
— тинеләр өйҙәгеләре.

96.

Һөйөнөслө
хәбәр ки
лтереүсе
(Яһүдә) уның йөҙ
өнә
күл­дәкте ҡаплау
ға
уҡ, (Яҡуптың) күҙҙәре күрә башланы. Ул:


Мин һеҙгә: Аллаһ тарафынан килгән хәбәрҙәр аша һеҙ белмәгәндәрҙе беләм, тип
әйттемме, юҡмы? — тине.

97.

Әйттеләр: —
Эй,
ата
йыбыҙ,
беҙҙе

ғәфү
итһен тип, Аллаһҡа до
ғалар
уҡы, зинһар. Сөнки беҙ, ысындан да, гөнаһлы булдыҡ.

98.


Һеҙҙең өсөн Раббымдан ярлыҡау һорап, ялбарасаҡ­мын. Хаҡтыр, Аллаһ ярлыҡаусы,
ғәфү
итеүсе, — тине Яҡуп.

99.

(Йософтоң ата-әсәһе — бөтөн ҡәрҙәштәре
Мысырга килә) Йософ янына кергәс, ул ата-әсәһен ҡосаҡлап алды:


Алла
ға
тапшырып, Мысыр
ға
именлек менән, төклө ая
ғығыҙ
менән керегеҙ, — тине.

100.

Ата-әсәһен ул абруй тәхетенә ултыртты,
ҡауыш
ыу
һөйөнөсөнән уларҙың барыһы ла (Йософтоң шөһрәте алдында) баш эйҙ
еләр.
Йософ әйтте:

— Ий, атаҡайым, бына был эштәр әллә ҡасан күргән төшөм­дөң юралыуы булыр, —
тине. — Раббым уны, ниһайәт, тормош­ҡа ашырҙы. Дөрөҫө шул: Аллаһ миңә рәхмәтен
яуҙырҙы. Мине зиндандан сығарҙы. Ҡәрҙәштәрем менән минең араны шай­тан боҙғандан
һуң, һеҙҙе сүл аша имен сығарҙы. Шик юҡ­тыр, Раббым ихтыяр иткән ҡолона
мәрхәмәтле. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тороусы хикмәт эйәһе.

101.

—  Йә, Раббым, милкеңдән миңә (насибын) бирҙең һәм (төштә
күрелгән) ваҡиғаларҙың нисек юраласағын өйрәттең. Эй, Күктәрҙе һәм Ерҙе
яралтҡан, Һин донъяла ла, Әхирәттә лә минең яҡлаусым. Мосолман булған хәлемдә
йәнемде ал, зинһар. Һәм мине изгеләр рәтенә ҡуй.

(«Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсә, хәҙрәти Яҡуп Мысырҙа, улы Йософ
янында 24 йыл йәшәп вафат була. Васыятына күрә, гәүҙәһе Шомда, атаһы Исхаҡ янына
ерләнә. Хәҙрәти Йософ та атаһынан һуң 23 йыл йәшәй, 120 йәшендә вафат була. Уның
гәүҙәһен Мысыр халҡы мәрмәр һандыҡҡа һалып, Нил йылғаһына батыра. Байтаҡ йылдар
уҙғас, хәҙрәти Муса һандыҡты алып, Яҡуп (ғәләйһиссәлләм) янына ерләй».

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

102.

(Мөхәммәд) бына һиңә таныш булмаған хәбәрҙәрҙән ҡисса ошо булыр. Уны һиңә уахи
итәбеҙ. Улар фетнә эшләргә йыйынғанда һин улар араһында түгел инең.

103.

Һин ни ҡәҙәр генә тырышһаң да, кешеләрҙең күбеһе иман килтер­мәйәсәк.

104.

Гәрсә, һин был эштәрең өсөн уларҙан түләү һорамайһың. Ҡөръән ғәләмдәр өсөн
өгөт-нәсихәттер.

105.

Күктәрҙә, Ерҙә күпме дәлилдәр бар, улар был дәлилдәрҙән йөҙ сөйөрөп китәләр.

106.

Уларҙың күбеһе Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылып та, Аллаһҡа тиңдәш итеп, әллә нәмәләргә
табыналар.

107.

Аллаһ тарафынан көтмәгәндә килә торған һәләкәттән йәки абайламаҫтан Ҡиәмәт көнө
килеүҙән ҡото­лоп ҡалырбыҙ, тип өмөт итәләрме икән улар?

108.

(Ий, Мөхәммәд) әйт:

— Бына был — минең юлым, — тип. — Мин һеҙҙе асыҡ күҙ менән Аллаһ тарафына
саҡырҙым. Мин үҙем һәм миңә эйәргәндәр. Әлхәмдүлиллә, мин мөшриктәр менән бергә
түгел­. (Аллаһтың тиңдәштәре юҡ, Ул кәмселектәрҙән азат), — тип.

109.

Һинән элек тә (пәйғәмбәр итеп) ебәргән илселәребеҙ (әллә ҡайҙан түгел, үҙ
араларындағы) шәһәр кеше­ләренән һайланған ине. Шул ир кешеләргә уахи күндергән
инек. (Ни ғәжәптер) әллә һуң (мөшриктәр) Ер йөҙөндә ил гиҙеп, донъя күреп
йөрөмәйҙәрме, үҙҙәренән әүүәл йәшәгән (мөшриктәрҙең) ҡара тәҡдиренең нисек
тамамланғанын белмәйҙәрме? Әхирәт йорто (нәжестән, гөнаһтарҙан) һаҡлан­ғандар
өсөн, әлбиттә, иң яҡшыһы булыр. Һеҙ әле һаман шуны аңлап бөтөрмәйһегеҙме ни һуң?

110.

(Әй, пәйғәмбәрҙәрем!) Инде өмөт киҫелде, беҙҙе ялғансыға сығарҙылар, тигән
уаҡытта һеҙгә ярҙамым килде һәм Беҙ теләгән кешебеҙҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Ләкин
гөнаһлы халыҡ өҫтөнән язабыҙ алынмаҫ.

111.

Хаҡтыр, был ҡиссаларҙа аҡылы булғандар өсөн бик күп ғибрәттәр бар. Был (Ҡөръән)
уйлап сығарылған ғына нәмә түгел. Унан элек килгәнде (башҡа китаптарҙы раҫлаусы)
дөрөҫләүсе, һәр нәмәне асыҡлаусы. Иман килтергән халыҡ өсөн мәрхәмәтле һәм тура
юл күрһәтеүсе ул (Ҡөръән-и Кәримдер).