113. Фәләҡ (Таң атыу)

1.

Әйт һин уларға:
— Таңдың Раббыһы — Аллаһҡа һыйынам, — тип.

2.

Яралтылғандарҙың мәкеренән,

3.

дөм ҡараңғы төн­дәрҙәге мәкерҙән,

4.

ырым төйөндәрен өшкөрөүсе им-томсоларҙың (боҙоусыларҙың) мәкеренән,

5.

көнсөл кешенең хөсөтлөгөнән Аллаһҡа һыйынам.