10. Юнус (Юныс)

1.

Әлиф. Ләм. Ра. Бына былар хикмәтле Китаптың аяттары.

2.

Араларынан сыҡҡан
бер әҙәмгә (хәҙрәти Мөхәммәдкә):


Кешеләрҙе киҫәт, иман килтергәндәргә Раббы ҡатын­да ю
ғары
дәрәжәләр биреләсәге тураһында әйтеп һөйөндөр, — тип уахи төшөргәнебеҙ кешеләргә
ғәжәп
бер нәмә булып күрендеме икән ни һуң?

Кәферҙәр:


Был, шик юҡ, сихырсы, — тинеләр.

3.

Шөбһәһеҙ, Раббығыҙ
күктәрҙе һә
м
Ерҙе алты көндә яралтты, һуңынан бөтөн эштәре менән идара иткән хәлдә

Ғәрешкә
(тәхеткә)

өлгәште.
Уның рөхсәтенән башҡа бер ­кем дә шәфҡ
әтсе
була алмаҫ. Бына шул Раббы һеҙҙең Аллаһ­ы
ғыҙ
булыр. Шу
ға
күрә, У
ға
баш эйегеҙ. Аҡылы
ғыҙға
ки­лерһегеҙ бәлки?

4.

Хаҡ вәғәҙәһе
буйынса һеҙ Аллаһҡа ҡайтарыла­саҡ
һығыҙ.
Сөнки Аллаһ башта бар ҡылыр, һуңынан иман килтереп, изгелек ҡыл
ғандарға
ғәҙеллек
менән әжерен бирер өсөн, уларҙы ү
лтереп,
яңынан тергеҙеп, үҙ хозурына ҡайтарыр. Кәферҙәр иһә инҡар иткәндәренә күрә,
ҡайнар һыу эсәсәк һә
м
хәтәр яза аласаҡ
тар.

5.

Аллаһ Ҡояшты яҡтылыҡ сыға­нағы
итеп ҡабыҙҙы, Айҙы нурлы итеп яралтты, йыл
дарҙың
һ
анын
һә
м
хисабын белер өсөн у
ға
(Ай
ға)
фасылдар тә
ғәйенлән­де.
Аллаһ быларҙы (тиккә генә түгел) Хәҡ
иҡәт
өсөн яралтты. Ул мә
ғлүмәтле
ҡәүемгә аяттарын асыҡ аңлата.

6.

Төн менән көндөң берһе артынан береһе
оҙ
оная,
ҡыҫҡара, алмашын
ыуында,
күктәрҙә һә
м
Ерҙә Аллаһ яралтҡан нәмәләр (Күктәрҙә — фәрештәләр, Ай, йондоҙҙар, есемдәр,
сикһеҙ

ғаләм;
Ерҙә — йәнлектәр, ҡош-ҡорттар, кешеләр, тауҙар, диңгеҙҙәр, йыл
ғалар,
үҫемлектәр) Аллаһ ҡаршы
һында
гөнаһ эшләүҙән ҡурҡҡандар өсөн

ғибрәттәр
һәм киҫәт
еүҙәр
барҙыр.

7.

иәмәт
көнөндә) Беҙҙең менән осраш
ыуға
ышанмайынса, донъя тормошона риза булып, шунан ләззәт алып йәшәгәндәр һәм
аяттарыбыҙ
ға
битараф бул
ғандар
ара
ғыҙҙа
юҡмы ни?

8.

Бына шулар инде йыйған
гөнаһтары арҡаһын­да ялҡын эсендә үҙҙәренә ятаҡ табыр.

9.

Иман килтереп, изгелекле эштәр башҡарғандарҙы,
иманлы бул
ғандарына
күрә, Раббы ни
ғмәт
тулы йәннәттәрҙә, аҫтынан йыл
ғалар
а
ғып
тороусы баҡ
саларға
ур
ынлаштырыр.

10.

Уларҙың:

—Аллаһым, Һинең кәмселекле сифаттарың юҡ, —тигән һүҙҙәре доға
булыр.

Шунда бер-береһе менән осрашҡанда әйтә торған һүҙҙәре:
«сәләм», булыр. Уларҙың сәләм һуңындағы доғалары ла:

— Бары тик ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш, — тигән һүҙ булыр.

11.

Әгәр Аллаһ кешеләргә, ашы­ғыс бүләк теләгәндәре кеүек, яза
биреүҙе лә ашыҡтырһа, уларҙың әжәле менән эш бөткән булыр ине. Беҙҙең менән
(Әхирәттә) ҡауышыу көтмәүселәрҙе Беҙ аҙғынлыҡтары эсендә ҡойонһондар тип (үҙ
ихтыярҙарына) буталып йөрөргә ҡалды­рабыҙ.

(«Кәферҙәр: йә, Аллаһ, әгәр Ҡөръән Һинең тарафтан индерелгән
булһа, Мөхәммәдте Пәйғәмбәр итеп Һин ебәргән булһаң, быларға ышаныуыбыҙҙы
теләһәң, күктән таш яуҙыр йәки беҙгә хәҙер үк бер яза бир, — тинеләр.

Шунан һуң өҫтәге аят индерелде. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә гөнаһлы ҡолдарына шунда уҡ
яза бирмәй, бәлки тәүбә итерҙәр, ҡыл­ғандарына үкенерҙәр, тура юлға баҫырҙар,
тип язаны кисек­терә икән. Тәүбә итмәгәндәргә ул тәҡдирҙәрендә яҙылғанса ғүмер
бирер, язаны ул уларға һуңынан был донъяла уҡ бирер йәки
Әхирәт
көнөнә ҡалдырыр».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

12.

Ҡыйын хәлдәрҙә ҡалған саҡтарҙа кеше ҡырын ятҡан килеш тә, ултырып та, аяҡ өҫтө
лә Беҙгә (ялбара, бәләнән ҡотҡарыуыбыҙҙы өмөт итеп) доға ҡыла; Беҙҙең ярҙам
менән бәлә-ҡаза уҙып киткәс, әйтерһең дә, ул ярҙам һорап Беҙгә ялбар­маған.
Сиктәрҙе уҙғандарға үҙ ҡылғандары шулай яҡшы ғәмәл булып күренә.

13.

Хаҡтыр, үҙҙәренә ап-асыҡ дәлилдәр (аяттар) килтереп тә (уларҙы ялғанға
сығарғандары, Аллаһҡа ҡаршы өҙлөкһөҙ көфөр иткәндәре арҡаһында), ғәҙелһеҙ
булғандары. иманға килмәгәндәре өсөн, Беҙ һеҙҙән әүүәл йәшәгән халыҡтарҙы һәләк
иттек. Гөнаһлыларға Беҙ ана шундай әжер бирәбеҙ.

14.

Һуңынан улар урынына Ер
йөҙөнә һеҙҙең ҡәүемде килтерҙек, ҡарап ҡарайыҡ, һеҙ нимә ҡы­лырһығыҙ икән?

15.

Аяттарыбыҙҙы дәлилдәр менән ап-асыҡ итеп уҡығас, (Әхирәттә)
Беҙҙең менән ҡауышырға теләмә­гәндәр (мөшриктәр һиңә):

— Юҡ! Беҙҙең өсөн һин башҡа бер Ҡөръән килтер йәки бы­ныһын
(беҙҙең файҙаға) үҙгәрт, — тинеләр.

Әйт һин:

— Уны алыштырыу йәки үҙгәртеү минең көсөмдән килә тор­ған нәмә түгел. Мин уахи
булып килгәндән башҡаһына инанмам. Әгәр ҙә Раббыма ҡаршы баш күтәрһәм, шик юҡ,
хәтәр Көндөң (Ҡиәмәттең) ғазабынан ҡурҡам, — тип.

16.

Әйт:

— Әгәр Аллаһ ихтыяр итмәһә, уны һеҙгә уҡымаған булыр инем, Аллаһ уны (минең аша)
һеҙгә белдермәҫ ине. Мин бынан әүәл дә ғүмерем буйы һеҙҙең арала (ҡырҡ йыл)
йәшәнем. Әле һаман аҡылға ултырманығыҙмы ни? (Әле һаман минең намыҫлы, ялғанһыҙ
кеше икәнемә ышанманығыҙмы?)

17.

Шулай булғас, Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар (һөйләүсе) йәки Уның аяттарын ялғанға
сығарыусыларҙан да залим (ғәҙелһеҙ, әхләҡһеҙ) кем бар икән был донъяла? Хаҡтыр,
ғәйеплеләр бер ҡайсан да (Аллаһ ҡаршыһында) уңыш ҡаҙанмаҫ.

18.

Аллаһты инҡар итеп, улар үҙҙәренә зарар ҙа, файҙа ла эшләй алмай
торған нәмәләргә табыналар һәм:

– Улар (беҙҙең боттарыбыҙ) Аллаһ ҡатында беҙҙе яҡлап-һаҡлап
ҡаласаҡ, — тип әйтәләр.

Әйт:

–  Һеҙ күктәрҙә һәм Ерҙә Аллаһ белмәгән нәмәләр тураһында хәбәр итәһегеҙме?
Сөбхәналлаһ, Ул уларҙың тәңрегә һа­наған нәмәләренән йыраҡ (өҫтөн, юғары) тора.

19.

Кешеләр бер өммәт булып ойошҡан ине, ләкин бүленеп бөттөләр. Әгәр ҙә Раббыңдан
бер һүҙ килмәгән булһа ине, (йәғни, гөнаһлыларҙың был донъялағы язаһын
кисектереү тураһындағы һүҙе булмаһа ине) бәхәс сығанағы булған ҡар­шылыҡтарҙы
бөтөргән булыр ине (йәғни уларҙы шунда уҡ һәләк иткән булыр ине).

20.

Улар:

– Уға (Мөхәммәдкә) Раббынан бер мөғжизә индерелһен ине, (шунан
һуң беҙ уға ышана башлар инек), — тип әйтәләр.

Әйт:

— Йәшерен нәмәләр бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Көтөгөҙ, мин дә һеҙҙең менән
бергә көтәсәкмен, — тип.

21.

Зарар күргәндән һуң кешеләргә муллыҡ бирәһең, шунан ҡарайһың да
ғәжәп булаһың: улар аяттарыбыҙға ҡарата хәйлә-тоҙаҡ ҡороп яталар. Әйт:

— Аллаһтың тоҙағы хәтәрерәктер. Шик юҡ, илселәре­беҙ (кәтибиндәр)
һеҙ ҡорған хәйлә-мәкерҙәрҙе яҙып бара, — тип.

(«Был аят Мәккә халҡы тураһында. Аллаһ Тәғәлә
ете йыл буйына ям
ғыр
яуҙырмай. Мәккәне ҡоролоҡ, ҡытлыҡ, сир баҫа. Кешеләр, януар­ҙар ҡырыла. Шунан
һуң Аллаһ мул ям
ғыр
яуҙыра башлай. Мәмләкәт яңынан муллыҡ һә
м
бәрәкәткә ирешә. Ләкин кәферҙәр был бәрәкәтте Аллаһтан түгел, йондоҙҙар һәм
боттар-һындарҙан килде, тип әйтәләр. Аллаһтың аяттарын ял
ғанға
сы
ғарырға
тотондо­лар».
Хәсән
Чантай тәфсиренән.)

22.

Һеҙҙе ҡоро ерҙә, диңгеҙҙәрҙә йөрөткән Улдыр. Һеҙ кәмәлә саҡта
уңай, йомшаҡ ел алып китеп барғанда, эсегеҙ тулы шатлыҡ булыр. Кинәт кенә ҡаты
дауыл сығып, һәр тарафтан ҡурҡыныс тулҡындар һөжүм итә башлаһа, солғанышта һәләк
булабыҙ, тип улар Аллаһҡа ихлас ышанып:

— Әгәр ҙә беҙҙе был ғәрәсәттән ҡотҡарһаң, валлаһи, шөкөр итер инек, — тип ялбара
башлаясаҡ.

23.

Ләкин Аллаһ уларҙы ҡотҡарғас, ҡарағыҙ һеҙ, улар тағын Ер йөҙөндә урынһыҙға
боҙоҡлоҡ ҡылалар. Әй, әҙәмдәр! Һеҙҙең ул боҙоҡлоғоғоҙ үҙ башығыҙға булыр,
донъяла оҙаҡ боҙоҡлоҡ ҡыла алмаҫһығыҙ.

Ахырҙа хозурыма килерһегеҙ. Бына шул ваҡытта Беҙ һеҙгә нимә
ҡыл
ғандарығыҙ
тураһында әйтербеҙ.

24.

Донъялағы тормош Күктән яуған ямғырға оҡшаш.
Шул ямғыр
кешеләр, йәнлектәр ашай тор
ған
үҫемлектәр менән аралаша. Ниһайәт, Ер йөҙ
ө
шулай гүзәллек менән ҡаплан­
ғас,
кешеләр үҙҙәрен ошо гүзәллектең хужаһы тип һ
анай
башланылар. Төн ваҡытындамы, көндөҙ
өнмө
әмеребеҙ (
әарә­сәт)
килер, Ер йөҙ
өн,
кисә генә бер ниндәй ҙә гүзәллеге булма
ған
кеүек, тамырынан ҡутарып, х
арабалар
хәленә килтерербеҙ. Бына, Беҙ зиһене бул
ғандарға
аяттарыбыҙҙ
ы
шу­лай аңлатабыҙ.

25.

Аллаһ Үҙенең кешеләрен именлек йортона саҡыра һәм
Ул теләгәндәрҙе тура юл
ға
күндерә.

26.

Изгелек ҡылғандарға
мулдан-мул изгелек булыр. Уларҙың йөҙ
өнә
ҡара тап та, хурлыҡ та килмәҫ. Бына шулар йәннәттә йәшәйәсәктәр ҙә инде. Һәм
улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

27.

Яманлыҡ ҡылғандар иһә, яманлыҡтары ҡәҙәр язаһын алыр. Улар рисуайға (хурлыҡҡа)
ҡалыр. Уларҙы Аллаһтан (язаһынан) ҡотҡарырлыҡ бер кем дә булмаҫ. Уларҙың йөҙө
дөм ҡараңғы төндөң киҫәктәре менән ҡапланған кеүек ҡара булыр. Бына шулар
йәһәннәм кешеләрелер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

28.

Уларҙың барыһын да бер ергә туплаясаҡбыҙ. Шунда Аллаһҡа тиң зат тапҡандарға
әйтербеҙ:


Үҙегеҙ ҙә, һындары
ғыҙ-боттарығыҙ
ҙа урындары
ғыҙҙа
көтөгөҙ, — тип. Шул көндө беҙ уларҙы айырырбыҙ. Шунан һуң уларҙың табын
ғандары
әйтер:


Һеҙ беҙгә табынманы
ғыҙ,
— тип.

29.

— Был мәсьәләлә беҙҙең менән һеҙҙең арала шаһит булараҡ Аллаһ етәр.
Шик юҡ, беҙгә табынғанығыҙҙы
белмәй инек.

30.

Шунда һәр кем фани донъялағы
ҡыл
ғандарына
күрә әжерен алыр. Улар хәҡ
иҡи
Раббы бул
ған
Аллаһҡа ҡайта­рылыр. Уйҙырма тәңреләре уларҙы ташлар, юҡҡа сы
ғыр.

31.

(Рәсүлем,
и
й,
Мөхәммәд) әйт:


Һеҙгә Күктән һә
м
Ерҙән кем ризыҡ бирә? Һәм дә кем (барыһын да) ишетеп, күреп тор
оуға
эйә? Й
әнһеҙҙән
йәнлене кем сы
ғара,
терене кем ү
лтерә
ала? Бөтөн эштәр менән кем идара итә? — тип һора.


Аллаһ! — тип әйтәсәктәр. Әйт:


Ни өсөн (гөнаһ эшләп тә) Аллаһтан ҡурҡмайһы
ғыҙ?
— тип.

32.

Бына һеҙҙең ысын Раббығыҙ
бул
ған
Аллаһ шулдыр. Хаҡтан һуң боҙ
оҡлоҡтан
башҡа ни
мә
ҡалыр? Ни ҡ
әҙәр
һеҙ Аллаһтан йыраҡлаштырыл
ған-һығыҙ.

33.

Аллаһтың юлдан яҙғандар
тураһында
ғы:


Улар бер ҡасан да инанмаясаҡ
тар,
— тигән һүҙе раҫланды.

34.

Әйт:


(Аллаһ тип) табына тор
ғандарығыҙ
араһында иң беренсе (яралтыусы), юҡтан бар итеүсе (йәнһеҙҙ
ән
йәнле яһаусы), һуңынан юҡ итеүсе (йәнен ал
ыусы)
һәм (яңынан бар итеүсе) тергеҙ
еүсе
берәйһе бармы? — тип.

Әйт:

— Әүүәл яралтып (юҡтан бар яһап), уны (юҡ итеп) үлтергәндән һуң Аллаһ ҡына
яңынан терелтә ала. Шулай булғас, ни өсөн дөрөҫ юлдан сыҡтығыҙ? — тип.

35.

Әйт:


Аллаһ урынына табына торғандарығыҙ араһында хаҡ юлға илтеүселәр бармы? — тип.

Әйт:


Хаҡҡа бары тик Аллаһ ҡына илтә. Шулай булғас, хаҡ юлға илтеүсе артынан эйәреү
яҡшымы? Әллә эйәртеүсе булмаһа, үҙен-үҙе лә йөрөтә алмаған мәхлүккә эйәреүме?
Һеҙгә нимә бул­ды? Ни эшләп һеҙ шулай яңғылыш фекерләйһегеҙ?

36.

Уларҙың күбеһе фараздарҙан башҡаға буйһонмаҫ. Шик юҡтыр, Хәҡиҡәттән фараз
ҡотҡармаҫ. Аллаһ уларҙың нимә ҡылыр­ға теләгәндәрен бик яҡшы белеп тора.

37.

Был Ҡөръән Аллаһтан башҡа бер зат тарафынан уйлап сығарылған нәмә түгел. Ул бары
тик үҙенән (Ҡөръәннән) элек килгән башҡа китаптарҙы раҫлаусы һәм дөрөҫләүсе,
аңлатып биреүсе Ки­тап. Бында һис ниндәй шик-шөбһә булыуы мөмкин түгел. Ул
(Аллаһ) — ғәләмдәрҙең Раббыһыҙыр.

38.

Бәлки улар
әйтер:

— Уны ул
(Мөхәммәд) үҙе уйлап сы
ғарған,
— тип әйтерҙ
әр.
Әйт:


Әгәр ҙә һеҙ әйткәндәр дөрөҫ, тип уйлаһа
ғыҙ,
көсөгөҙҙән килһә, Аллаһтан башҡ
аларҙы
ярҙ
амға
саҡыры
ғыҙ
ҙа (Ҡ
өръәндәге
кеүек гүзәл, мә
ғәнәле)
берәй сүрә килтерегеҙ, — тип.

39.

Юҡ шул, үҙҙәре аңламаған нәмәләрҙе, үҙҙәренә аңлатмаһы ла килмәгән килеш, улар
(Ҡөръәнде) ялғанға һынай.


Уларҙан әүүәлге өммәттәр ҙә (пәй
ғәмбәрҙәрҙе,
китаптарҙы)
шулай итеп, ял
ғанға
сы
ғарҙылар.
Ҡ
ара,
ул залимдарҙ
ың
ахыры ни
мә
менән бөттө? (Былары менән дә шул уҡ хәл ҡабатланасаҡ.)

40.

Уларҙың ҡайһы
берҙәре уға
өръәнгә)
ышана, ышанма­
ғандары
ла бар. Раббың боҙ
оҡ
эш ҡылғандарҙ
ы
яҡшы белеп тороусы.

41.

(Рәсүлем) әгәр һине ялғансыға
сы
ғарһалар,
әйт:

—  Минең эшем үҙемә,
һеҙҙең эшегеҙ үҙегеҙгә. Мин эшләгәндәрҙән һеҙ йыраҡ тораһы
ғыҙ,
һеҙ эшләгәндәрҙән мин йыраҡ торам, — тип.

(«Хәҙрәти Мөхәммәдтең, вазифаһы кешеләрҙе киҫәтеү, хәбәр биреүҙән тора.
Кешеләрҙе иманға килтереү уның ҡулынан килмәй. Сөнки тура юлға баҫтырыу Аллаһтың
ғәмәле. Шуға күрә, хәҙрәти Мөхәммәд үҙ ғәмәлдәре һәм әҙәмдәрҙе киҫәтеү өсөн генә
яуап тотасаҡ. Киҫәтеүҙәргә, өндәүҙәргә ҡарамаҫтан, иман килтермәгәндәр үҙҙәре
өсөн үҙҙәре яуап бирәсәк. Уларҙың иман килтермәгәненә Пәйғәмбәр яуаплы түгел».Садретдин
Ғүмүш тәфсиренән.)

42.

Улар араһында һине ишетеүселәр ҙә (тыңлағанға һалышыусылар ҙа) бар.
Һаңғырауҙарға (етмәһә, аңғыра ла булһалар, дөрөҫлөктө) һин нисек
аңлатырһың икән?

43.

Улар араһында һиңә ҡарап тороусолар, һине күреүселәр ҙә бар. Ләкин улар
Хәҡиҡәтте күрмәй. (Күңел күҙҙәре тома) һуҡырларғамы һин тура юлды
күрһәтерһең?

44.

Шөбһә юҡтыр, Аллаһ кешеләргә һис нисек тә золом итмәҫ. Ләкин кешеләр үҙҙәренә
үҙҙәре золом килтерә.

45.

Ул Көндө (Ҡиәмәттә Аллаһ) барыһын да бер урынға туплаясаҡ. Улар фани
донъяла көндөҙҙөң бер сәғәте кеүек тә тормағандай булыр­ҙар, бер-берҙәрен
танырҙар. Аллаһ менән (Ҡиәмәттә) осра­шыуҙы инҡар иткәндәр (ялған
һынағандар), тура юлдан яҙғандар, һис шикһеҙ, хәтәр зарар күрәсәк.

46.

Уларга вәғәҙә иткәндәребеҙҙең (биреләсәк язаларҙың) бер өлөшөн генә булһа
ла һиңә күрһәтермен йәки һине(ң йәнеңде) алырмын. Ләкин улар барыбер
минең хозурыма ҡайтасаҡ. Аллаһ уларҙың нимә ҡыласағына шаһиттыр.

47.

Һәр өммәттең үҙ пәйғәмбәре бар. Рәсүлдәре килгәс, улар араһында ғәҙеллек менән
хөкөм йөрөтөлөр һәм улар хаҡһыҙлыҡҡа осрамаясаҡ.

48.

— (Ий, Мөхәммәд) әгәр ҙә һин һөйләгәндәр хаҡ булһа, вәғәҙә иткәнегеҙ
(Ҡиәмәт көнөгөҙ, биреләсәк язаларығыҙ) ҡасан буласаҡ һуң? — тип әйтерҙәр.

49.

Әйт һин:

— Мин үҙемә Аллаһ әмеренән башҡа бер генә зыян да, бер генә файҙа ла эшләй
алырлыҡ көскә эйә түгелмен, — тип, һәр өммәттең әжәле бар. Әжәл килгәс, бер генә
сәғәткә лә ҡала алмаҫтар, бер сәғәткә алдан да китмәҫтәр.

50.

Әйт һин:

— (Әй, мөшриктәр) Нимә әйтерһегеҙ? Аллаһтың язаһы һеҙгә төндә йәки көндөҙ
килеп төшһә, нимә эшләрһегеҙ? Гөнаһлылар шуларҙың ҡайһыһын ашыҡтыра алыр икән?

51.

Башығыҙға бәлә килгәндән һуң ғына Уға иман килтерәсәкһегеҙме? Әллә хәҙерме? Һеҙ
(ғазап килеүҙе) ашыҡтыра инегеҙ.

52.

Ахыр­ҙа золом
итеүселәргә:


Мәңгелек


ғ
азапты
таты
ғыҙ,
— тип әйтелер. (Фани донъя­ла) үҙегеҙ йый
ғандарығыҙға
(гөнаһтары
ғыҙға)
күрә язаһын алаһы
ғыҙмы?
Ҡылма
ған
гөнаһтары
ғыҙ
өсөн язаланмайһыҙҙыр бит!

53.

Кәферҙәр һинән һорай:

— Ул (язалар,
ысындан да, киләсәкме) дөрөҫм
ө?
— тип әйтәләр. Әйт:


Әлбиттә, Раббым исеме менән ант итәм, (валлаһи), ысындан да дөрөҫ (ул
ғазаптар
киләсәк)
һәм һеҙ Аллаһты көсһөҙ
ләндерә
алмаҫ
һығыҙ,
— тип.

54.

(Фани донъяла)
ғәҙелһеҙлек ҡылған һәр кем, әгәр ҙә бөтөн донъя малына эйә булып алһа,
(ғазаптан ҡотолор өсөн) бөтөн малын бирер ине.

Әсе
ғазапты
күргәс, уларҙың күңелендә йәшеренгән үкен
еүҙәре
өҫкә сы
ғыр.
Барыһы ла

ғәҙел
хөкөмгә тартылыр, улар
ға
тейешенән артыҡ яза бирелмәйәсәк.

55.

Аң булығыҙ, күктәрҙә һәм Ер­ҙә булған һәр нәмә Аллаһтыҡы.
Аллаһтың вәғәҙәһе
хаҡтыр, ләкин был турала күбеһе белмәй.

56.

Ул йән өрөүсе лә, йән алыусы да, бары тик Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ.

57.

Әй, кешеләр, һеҙгә Раббығыҙҙан бер өгөт (Ҡөръән Кәрим), күңел­дәрегеҙҙә
булғандарҙан (икеләнеү, ҡайғы, иманһыҙлыҡ борсоуҙарынан) бер шифалы дауа,
мөьминдәр өсөн бер тура юл һәм рәхмәт килде.

58.

Әйт:


Аллаһтың йомартлы
ғына
һәм рәхмәтенә шатланһындар. Был (Ҡ
өръән
күрһәткәнсә йәшәү) —
улар йый
ғандан
(донъя байлы
ғынан)
хәйерлерәк, — тип.

59.

Әйт:

— Аллаһ һеҙгә
индергән ризыҡ
тарҙың
бер өлөшөн хәләл, бер өлөшөн харам иттегеҙ, бы
ға
ни
мә
әйтерһегеҙ икән? — тип. Әйт:


Аллаһ рөхсәт иттеме һеҙгә, әллә Аллаһ тураһында йыйын юҡ-бар һөйләп
йөрөйһөгөҙме?

60.

Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар сығарғандарҙың Ҡиәмәт көнөндә күрәсәктәре тураһында
нимә уйлайҙар икән?

Шик юҡ, Аллаһ кешеләргә мәрхәмәтле. Ләкин уларҙың күбеһе шөкөр итмәҫ.

61.

Һин берәй эш менән мәшғүл булғанда ла, Ҡөръәндән берәй аят уҡығанда ла, берәй
эшкә бирелеп, мауығып китһәң дә, һәр ваҡыт өҫтөңдә шаһит булырбыҙ.

Ҡайҙа булһа ла, Күктәме, Ерҙәме булһын, туҙан бөртөгө ауырлығындағы
нәмәләр ҙә Раббының иркендә булыр (Уның и
ғтибарынан
йәшеренеп ҡала

а
лмаҫ).
Тағын
да бәләкәйерәге лә, ҙур
ырағы
тураһында ла (Ләүхел Мәхфүз тип атал
ған)
изге Китапта яҙыл
ған.

62.

Әйе, шулай, Аллаһтың дуҫтарына ҡурҡыныс юҡ; улар хәсрәттә ҡалмаҫ.

63.

Улар — иман килтереп, тәҡүәлеккә ирешкән кешеләр.

64.

Донъяла йәшәгәндә лә, Әхирәттә лә уларға
биреүсе бар. Аллаһтың һүҙҙәрендә үҙгәреш юҡ. Бына был бөйөк ҡотолоштоң үҙе
лер.

65.

(Ий, Рәсүлем) уларҙың (инҡарсыларҙың) һүҙҙәре Һине хафаға
һалмаһын. Бөтөн

ғиззәт
(бөйөклөк) Аллаһтандыр. Ул ишетә, белә.

66.

Яҡшы белеп тороғоҙ, күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, барыһы ла Аллаһтыҡы.
Аллаһтан башҡа ялған
тәңреләргә табын
ғандар
нимәгә эйәрә һуң? Дөрөҫ
ө
шул, улар уйҙырманан башҡа нәмәгә эйәрмәйҙ
әр,
улар бары тик ял
ған
һөй­ләүселәр.

67.

Ул (Аллаһ) ҡараңғы төшкәс, ял итһендәр тип, төндө, (эшләп ашарығыҙ өсөн) көн
яҡтылығын яралтты.

Шик юҡ, тыңлағандар
өсөн (аңлар
ға
теләгәндәр өсөн) бында

ғибрәттәр ба
р.

68.

—  Аллаһ бала атаһы булды, — тинеләр. Әстәғфирулла! Ул бындай эштән азаттыр.
Уның ихтыяжы юҡтыр. Күктәр­ҙә, Ерҙә нимә булһа, Уныҡылыр. Был мәсьәләлә
ҡулығыҙҙа бер ниндәй дәлил дә юҡ. Аллаһ хаҡында белмәгәнегеҙҙе һөй­ләйһегеҙ.

69.

Әйт:

—  Аллаһ тураһында ялған, уйҙырмалар һөйләгәндәр (язанан) ҡотола алмаҫ, — тип.

70.

Фани донъяла әҙ миҡ­дарҙа рәхәт сиккәндән һуң, улар беҙҙең янға ҡайтыр. Инҡар
иткәндәре өсөн ахырҙа улар хәтәр язаға тартылыр.

71.

Уларға Нух тураһындағы хикәйәне уҡы; үҙ халҡына ул нәмә тине:

— Әй, ҡәүемем, әгәр һеҙҙең арала йәшәүем һәм Аллаһтың аяттарын иҫегеҙгә төшөрөп
тороуым оҡшамаһа, мин бары тик Аллаһҡа ғына тәүәккәл ҡылдым. Һеҙ ҙә Аллаһҡа
тиңдәш ҡылғандарығыҙҙы йыйып һәм нимә ҡыласаҡтарығыҙ тураһында ҡарарланығыҙ.
Ләкин аң булығыҙ, һуңынан үҙ башығыҙға булмаһын. Ахырҙа мине теләһәгеҙ нимә
эшләтегеҙ, һелкенергә лә форсат бирмәгеҙ,

72.

әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ. Мин һеҙҙән әжер көтмәйем. Минең әжерем Аллаһ тарафынан
булыр, баш­ҡанан булмаҫ, миңә мосолман булыу бойоролған, – тине.

73.

Ләкин улар (Нух пәйғәмбәрҙең) һүҙҙәрен ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙә уны һәм дә
уның яҡындарын кәмәгә ултыртып, ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уларҙы (Ергә хужа) хәлифәләр
иттек. Аяттарыбыҙҙы ялған тип атаусыларҙы һыуға батырҙыҡ. Ҡара, (өгөтләп тә)
өгөт алмағандарҙың яҙмышы нисек бул­ды?

74.

Һуңынан уның артынан үҙ халҡы араһына бай­таҡ ҡына пәйғәмбәрҙәр юлланыҡ. Уларға
мөғжизәләр (аяттар) килтерҙек. Ләкин улар элек тә ялған һынаған нәмәләргә
ышанманылар (иман килтермәнеләр). Сиктәрҙе уҙғандарҙың күңелдәрен Беҙ бына шулай
итеп бикләп ҡуябыҙ.

75.

Унан һуң Беҙ Муса менән Һарунды аяттарыбыҙ менән Фирғәүен һәм уның затлы
кешеләренә күндерҙек. Ләкин улар (мөшриктәр) йөҙ сөйөрҙөләр, гөнаһлы халыҡ
булдылар.

76.

Беҙҙең тарафтан Хәҡиҡәт (аяттар) килгәс: Улар:


Был, әлбиттә, күренеп торған сихырсылыҡ, — тинеләр.

77.

Муса:

– Нисек итеп һеҙ Хәҡиҡәт өҫтөнә шулай әйтә алаһығыҙ? Быны һеҙ сихыр тип
уйлайһығыҙмы? Сихырсылар бер ҡасан да бәхеткә ирешәсәк түгел, — тине.

78.

Улар әйтте:

– Һеҙ (Муса менән Һарун) беҙҙе аталарыбыҙ тоткан диндән биҙҙерер өсөн һәм Ер
йөҙөнә икегеҙ генә баш булып

ҡалыр өсөн килдегеҙме? Беҙ һеҙгә ышанмайбыҙ, — тинеләр.

79.

Фирғәүен әйтте:

—  Бөтөн мәшһүр сихырсыларҙы бында килтерегеҙ, — тине.

80.

Сихырсылар килгәс, Муса уларға:


Ыр
ғытаһы
әйберегеҙҙе ыр
ғытығыҙ,
— тине.

81.

Улар
ташла
ғас,
Муса әйтте:


Һеҙ ҡыл
ғандар
бары тик (күҙ буяу) сихыр

ғына.
Аллаһ һеҙҙе фаш итәсәк. Сөнки Аллаһ боҙ
оҡ
кешеләрҙе
ң
эшен хупла­май, — тине.

82.

— Гөнаһлыларҙың һушына китмәһә лә, Хәҡиҡәтте Аллаһ Үҙ һүҙҙәре менән раҫлар.

83.

Фирғәүен һәм уның затлы кешеләренең үс алыуынан ҡурҡып, шул
ҡәүем­дең бер нисә йәш кешеһенән башҡаһы иман килтермәне.

Сөнки
Фир
ғәүен
Ер йөҙ
өндәге
иң рәхимһеҙ һәм сиктәрҙ
е
уҙған
(аҙғын)
хөкөмдарҙарҙың береһе ине.

(Фирғәүен:
мин үҙем Аллаһ, тип и
ғлан
иткән кеше )
.

84.

Шунан
Муса әйтте:


Әй, ҡәүемем, әгәр ҙә Аллаһҡа иман килтереп, У
ға
баш эйгәнһегеҙ икән, бары тик У
ға
ғына
буйһоно
ғоҙ,
— тине.

85.

Улар
ҙа әйттеләр:


Аллаһҡа тәүәккәлләнек. Йә, Раббыбыҙ, беҙҙе залимдар ҡулы аҫтында
ғы
һынау
ға
дусар

итмә, – тинеләр. —

86.

Һәм рәхмәтең менән беҙҙе кәферҙәр тоҡомонан ҡотҡар.

87.

Беҙ ҙә (йәғни Аллаһ Үҙе) Муса менән туғанына:


Ҡәүемегеҙ өсөн Мысырҙа өйҙәр һайла
ғыҙ,
ул өйҙәр намаҙ уҡый тор
ған
ғибәҙәтханаларға
әүерелһен, намаҙҙары
ғыҙҙы
еренә еткереп уҡы
ғыҙ.
(Ий, Муса) мосолмандар­ҙан һөйөнсө ал (йәннәткә керәсәктәрен хәбәр ит), — тинек.

88.

Муса
әйтте:


Йә, Раббыбыҙ, ысынлыҡта Һин Фир
ғәүенгә
һәм уның тоҡ
омона
фани донъяла күпме зиннәт, күпме малдар бирҙ
ең
(уларҙы байыттың). Йә, Раббыбыҙ, улар (шул байлыҡ менән ҡыҙыҡтырып) кешеләрҙе
Һинең тура юлыңдан яҙҙырһын,

өсөнмө
(шул муллыҡты
бирҙең?) Уларҙың малын юҡ ит, йән­дәренә әрн
еү
һал; шундай әрнеткес язаларҙы күрмәйенсә, улар иман ки
лтермәҫ,
— тине.

89.

(Аллаһ
әйтте):


Икегеҙҙең дә (Муса менән Һарундың) до
ғаһы
ҡабул булды. Т
оғро
юл
да
ныҡ торо
ғоҙ
һәм наҙандарҙың юлына баҫ
мағыҙ,
— тине.

90.

Беҙ Исраил улдарын (Яҡуп тоҡомон) диңгеҙ аша кистерҙек.
Фирғәүен
һәм уның

ғәскәре
хәтәр дошманлыҡ

менән у
лар
артынан ҡ
ыуа
сыҡты. Ниһайәт, (диңгеҙҙ
ә)
батып үләсәктәрен аңлағас, (Фирғәүен):

— Ысындан да, Исраил улдары инанған Тәңренән баш­ҡа тәңре булмағанына мин иман
килтерҙем.

Мин дә мосолман булдым, — тине.

91.

Хәҙер
иман ки
лтерҙеңме?
Гәрсә, бынан алда һин буйһонма
ның
һәм аҙ
ғынлыҡ
тарат
ыусыларҙан
инең.

(Муса менән Һарунды ҡыуып
бар
ғанда
Фир
ғәүен
үҙенең

ғәскәре
менән диңгеҙгә барып керә һәм тулҡындар уны ҡаплай, Фир
ғәүен
үлеме алдынан иман килтерә, ләкин уның тәүбәһе ҡабул ҡылынмай.)

92.

(Әй,
Фир
ғәүен)
Һинән һуң киләсәк быуын
ға
ғибрәт
булһын тип, бөгөн һинең

кәүҙәңде
ҡотҡарасаҡбыҙ. Тик ке­шеләрҙең байта
ғы
хаҡ аяттарыбыҙҙ
ан
хәбәрһеҙ.

(«Фирғәүендең
гәүҙәһен бәлзәмләп ҡатыралар, бөгөн дә кешеләр Фир
ғәүен
кәүҙәһен
күреп

ғибрәт
ала».

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

93.

Хаҡтыр, Беҙ Исраил улдарын гүзәл бер йортҡа урынлаштырҙыҡ һәм уларға паҡ
ниғмәттәрҙән ризыҡ бирҙек. Улар үҙҙәренә ғилем килгәнсә үҙ-ара бәхәсләшмәнеләр.
Шик юҡ, Раббың Ҡиәмәт көндө уларҙың ғауғалары тураһында нәтижә сығарыр.

94.

(Рәсүлем) Әгәр һиңә индергәнебеҙгә шикләнеп ҡарай­һың икән, һиңә ҡәҙәр ингән
Китапты (Тәүрәтты) уҡыған­дарҙан һорап ҡара, хаҡтыр, Раббыңдан һиңә Хәҡиҡәт
килде. Шикләнеүселәрҙән булма.

95.

Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарыусы ла булма. Һуңынан зыян күрерһең.

96.

Хаҡтыр, өҫтәренә Аллаһтың хаҡ һүҙе төшкәс тә, улар иман килтермәҫ.

97.

Хатта алдарына бөтөн мөғжизәләрҙе (аяттарҙы) килтереп һалһаң да, әрнетеүле
ғазаптарҙы күрмәйенсә, улар инанмаясаҡ.

98.

(Вәғәҙә иткән язаларыбыҙ килеп тот­ҡас ҡына) иман килтереп тә файҙа күргән берәй
халыҡ бармы икән?

(Ундай халыҡ юҡ!) Бары тик Юныс тоҡомо
ғына
иҫкәрмә булып тора, улар иман ки
лтергәс,
фани донъяла улар­
ға
биреләсәк мәсхәрәле язаларҙы киҫектерҙек һәм улар
ға
бер аҙ ваҡытҡа (үлемдәренә саҡлы) иркен тормош бирҙек.

99.

Әгәр Раббың ихтыяр итһә, Ер йөҙөндәге
барса ке­шеләр ҙә иман килтергән булыр ине. Шулай бул
ғас,
һин
е
мосолман яһай
ым
тип, кешеләрҙе көсләп иман килтермәксе булаһыңмы?

100.

Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бер кем дә иман килтермәҫ.
Ул аңлар
ға
теләмәгә
ндәрҙе
морҙар (инҡарсы) яһар (яза бирер).

101.

Әйт:


Күктәрҙә, Ерҙә ни
мә
бар, ҡ
арағыҙ
ҙ
а, (ғибрәт
алы­
ғыҙ),
— тип.

Ләкин иманһыҙ халыҡ өсөн дәлилдәр ҙә (аяттар ҙа), киҫәтеүҙәр ҙә файҙа бирмәҫ.

102.

Улар үҙҙәренән алда йәшәп-киткән ҡәүемдәр көнөнә ҡалмаҡсы
булалармы? (Шул мәсхәрәле яза көнөн көтәләрме?)

Әйт:

—  Көтөгөҙ. Шик юҡ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтөрмен, — тип.

103.

Һуңынан Беҙ пәйғәмбәрҙәребеҙҙе һәм улар кеүек үк иман килтергәндәрҙе
ҡотҡарасаҡбыҙ. Иманлыларҙы ҡотҡарыу минең эш, бары тик минең вазифамдыр.

104.

Әйт:

— Әй, кешеләр, минең тинемә шикләнеп ҡарағыҙ, (бе­леп тороғоҙ) мин Аллаһтан йөҙ
сөйөрөп, һеҙ табынғандарға табынмайым, мин бары тик һеҙҙең йәнегеҙҙе аласаҡ
Аллаһҡа ғына буйһонам. Миңә мосолман булыу тәҡдир ителде, -тип.

105.

— Миңә хәниф (Аллаһтың берлеген туныусы) булырға, йөҙөмдө тура дингә борорға,
мөшрик булмаҫҡа бойоролдо, —тип әйт.

106.

Аллаһты танымайынса, һиңә файҙа ла, зарар ҙа килтерә алмаған нәмәләргә табынма.
Әгәр шулай эшләһәң (боттарға табынһаң), һин мотлаҡ залимдарҙың бере­һе
буласаҡһың.

107.

Аллаһ һинең башыңа берәй бәлә ебәрһә, Унан башҡа ул бәләне бер кем дә ала алмаҫ.
Әгәр һиңә бер изгелек килһә, уны ла һинән тартып ала алмаҫтар. Ул Үҙе ихтыяр
иткән ҡолдарына изгелек бирер һәм ярлыҡар, ғәфү итер.

108.

Әйт:

– Әй, кешеләр, һеҙгә Раббығыҙҙан Хәҡиҡәт (Ҡөръән) килде. Кем тура юлға баҫа,
бары тик үҙе өсөн файҙалы. Кем тура юлдан яҙа, үҙе ғәйепле, Мин һеҙҙең өсөн яуап
биреүсе вәкил түгел, — тип әйт.

109.

(Рәсүлем) һин уахи ителгәнгә (Ҡөръәнгә) эйәр һәм Аллаһтан әмер килгәнсегә саҡлы
сабыр ит. Ул хөкөмдарҙарҙың иң изгелеклеһелер.