105. Фил (Фил)

1.

Раббыңдың фил хужаларын нимә эшләткәнен күрмәнең­ме ни?

2.

Аллаһ уларҙың мәкерле теләктәрен юҡҡа сығарманымы ни?

3.

Аллаһ уларҙың өҫтөнә төркөм-төркөм Әбә­бил ҡоштарын ебәрҙе.

4.

Улар өҫтөнә ҡыҙған утлы таштар яуҙырҙы.

5.

Һуңынан Ул уларҙы орлоғо һығып алынған һалам кеүек теткәләп бөтөрҙө.


(Әбәбил — яр ҡарлуғасы, керәшә. Әбрәхә ғәскәренең ҡалдыҡтарын
радиоуглерод һәм химия ҡулланып тикшергәндән һуң, был ғәскәрҙең ни сәбәпле
тулайым ҡырылғанын асыҡланылар. Ғәскәрҙәгеләрҙең ҡы­рылыуына сәсәк муры сәбәпсе
булған икән 4—5 нсе аяттарҙы шунан сығып, шәрехләргә кәрәк. Йәғни, ғәскәргә
сәсәк ауырыуы йоҡ­тороусы ҡоштар өйөрө һөжүм иткән. X. Чантай тәфсирендә лә
ундай кинәйә бар.)