100. Ғәдийәт (Яу уҙышы)

1.

Йөрәк ҡағып, тупылдап сапҡан аттар,

2.

тояҡтары­нан ут сәсрәтеп уҙышыусы саптарҙар,

3.

таң атҡанда (Жиһад өсөн) яу сапҡан арғымаҡтар,

4.

(Күкте) туҙан менән ҡапла­ған сабышҡылар,

5.

дошман өйөрөнөң уртаһына бәреп кергән юрғылар исеме менән ант итәм:

6.

бәндәләр, ысындан да, шөкөрһөҙҙөр.

7.

Хаҡтыр, ул үҙ кәферлектәренә үҙе шаһит.

8.

Ысынлап та, (әҙәм балаһы) донъя малына бик тә хирыҫтыр.

9.

Улар шуны аңламайҙармы икән ни һуң? Улар ҡәберҙәренән
ҡубарылып сы
ғарылыр.

10.

Күкрәктәрендә, күңелдәрендә ниндәй хөсөтлөк йәшеренгән булһа, барыһы ла фаш
ителер.

11.

Хаҡтыр, Аллаһтың барыһы тураһында да белгәнлеге шул көндө асыҡланыр.