99. Зилзилә (Ер тетрәү)


(Зилзилә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Зилзилә» — ер тетрәү.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ер үҙенә генә хас тетрәү менән айҡала-сайҡала баш­лағанда,

2.

үҙ эсендәгеләрҙе (мәйеттәрҙе, ҡаҙылма байлыҡтарҙы, ҡайнаған магманы) тышҡа сығарып ташлағанда,

3.

кешеләр:

— Нимә булды был Ергә? — тип аптырар.

4.

Ул Көндө (Ҡиәмәттә) Ер өҫтөндә нимәләр ҡылынғандың барыһы тураһында ла Ер үҙе хәбәр итер.

5.

Аллаһтың әмере менән, Ер барыһын да һөйләп бирер.

6.

Ул көндө кешеләр, ниндәй ғәмәлдәр ҡылғанлыҡтарына ҡарар өсөн, төркөм-төркөм бу­лып, хисап бирергә барырҙар.

7.

Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙәрле генә изгелек ҡылған булһа, хатта шул да күренер.

8.

Кем туҙан бөртөгө (зәррә) ҡәҙерле әшәкелек ҡылған булһа, ул да күренер.