98.
Бәйинә (Асыҡ аңлатыу)


(Бәйинә сүрәһе 8 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Бәйинә» — асыҡ дәлил, иҫбатлау, аңлатыу мәғәнәләрендәге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә, ап­-асыҡ аяттар килгәнгә саҡлы кәферлектәренән айырылма­нылар.

2.

Аллаһ тарафынан күндерелгән Пәйғәмбәр (Мөхәммәд) шул паҡ сәхифәләрҙе уҡыны.

3.

Ул сәхи­фәләргә тура хөкөмдәр яҙылған.

4.

Шул тура хөкөмдәр килгәнгә саҡлы, китаплы халыҡ үҙ-ара талашып айырылманы. Фәҡәт улар ап-асыҡ аяттар килгәс кенә айырылып бөттөләр.

5.

Гәрсә уларға: Аллаһҡа, уның диненә ихлас­лыҡ менән иман килтереп, изгелек ҡылып, намаҙҙарҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡырға, зәкәт бирергә кәрәк, тип әйтел­де. Иң дөрөҫ дин - ошо дин!

6.

Хаҡтыр, китаплы кәферҙәр ҙә, китапһыҙ мөшриктәр ҙә — бөтөн кәферҙәр ҙә йәһәннәм утында янасаҡ. Аллаһ яралтҡан йән эйәләре араһында улар иң ямандыр.

7.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, Аллаһ яралтҡандарҙың иң яҡшылары.

8.

Раббы янындағы иң олуғ әжер (йәннәт) уларға булыр. Арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы Ғәден йәннәттәрендә улар мәңгегә ҡаласаҡ. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт булыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡәнәғәт ҡалыр. Бына быларҙың барыһы ла Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдәр өсөн әҙерләнгән әжер.