97.
Ҡадр (Ҡәҙер кисе)


адр сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡәҙер к­исәһендә Ҡөръән Кәрим ингән, был кисәлә фәрештәләр ергә төшә.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Хәҡиҡәт шулдыр, Беҙ уны (Ҡөръәнде) Ҡәҙер ки­сәһендә индерҙек.

2.

Ҡәҙер кисәһенең нәмә икәнен һин белмәйһеңме?

3.

Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк.

4.

Ул көндә фәрештәләр һәм Изге Рух (Жәбраил), Раббының рөхсәте менән, Уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн, бер-­бер артлы иңеп кенә торорҙар.

5.

Ҡәҙер кисәһе — именлек кисәһе — таң ата башлағанға саҡлы дауам итер.