96. Ғәләҡ (Яралғы тамсыһы)


(Ғәләҡ сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәләҡ» — кешенең барлыҡҡа килеүенең нигеҙендә ир кеше менән ҡатын-ҡыҙҙың орлоҡтарынан ҡатнашҡан бер тамсы шыйыҡлыҡ ята. Был һүҙ шул орлоҡ, уылдыҡ, шәһүәт, мәни мәғәнәләрендә килә. Мөхәммәдкә иң беренсе уахи ителгән сүрә ошо булыр.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Һине юҡтан бар иткән Раббының исеме менән уҡый башла.

2.

Аллаһ инсанды бер ғәләҡтән (аталанған күкәйсектән, күҙәнәктән, яралғынан) хасил итте.

3.

Уҡы! Раббың һинең сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе.

4.

Ул ҡәләм менән яҙыу яҙырға өйрәтеүсе.

5.

Кешегә элек мәғлүм булмағандарын да өйрәтеүсе Ул.

6.

Юҡ бит, кеше барыбер аҙғынлыҡта хаттин ашар.

7.

Байып алғас, мин Аллаһҡа мохтаж түгел­мен, тип әйтер.

8.

Әй, әҙәм балаһы! Яуап тоторға, һин Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһың.

9.

Намаҙ уҡығанда берәүһенең

10.

икенсеһен (намаҙҙан) тыйғанын күрҙеңме?

11.

Күрҙеңме! Ул бит тура юлда.

12.

Хатта ул (намаҙҙы боҙҙо­роусы) үҙе кешеләрҙе: Аллаһтан ҡурҡығыҙ, гөнаһтарҙан һаҡ­ланығыҙ, тип, өндәргә алынған булһа ла.

13.

Күрҙеңме, ул Хәҡиҡәтте ялғанға сығарҙы ла, йөҙ сөйөрҙө.

14.

Ул бәндә Аллаһтың барыһын да күреп торғанын белмәйме ни?

15.

Ул был эштәрҙән һаҡланһын. Был эшенән ваз кисмәһә, хаҡ­тыр, уны, маңғай сәсенән тотоп, (йәһәннәмгә) өҫтөрәп алып барырбыҙ.

16.

Ялғансы, гөнаһлының — маңғай сәсенән.

17.

Теләй икән, ул үҙенең яҡындарын ярҙамға саҡырһын.

18.

Беҙ ҙә зобаниҙарҙы саҡырырбыҙ.

19.

Һаҡ бул! Уға буйһонма. Сәждә ит. Аллаһҡа яҡынлаш.

(«Зобаниҙар» һүҙе урынына тәржемәселәр төрлө мәғәнәләге һүҙҙәр ҡуллана: ғазап фәрештәләре, һаҡсылар, тәртип һаҡлаусылар...)