95.
Тин (Инжир)


(Тин сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тин» - ин­жир емеше һәм изге тауҙың исеме.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Инжир һәм Зәйтүн ағастары,

2.

Синай тауы,

3.

һәм ошо изге, именлек шәһәренең (Мәккәнең) исеме менән ант итәм:

4.

Беҙ, ысындан да, кешене бик тә гүзәл ҡиәфәттә яралттыҡ.

5.

Унан һуң Беҙ уны (ҡылған яман ғәмәлдәренә күрә) түбәндәрҙән дә түбән иттек (йәһәннәмгә аттыҡ).

6.

Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына улар янын­да (йәһәннәмдә) булмаҫ. Улар өсөн (йәннәттәрҙә) бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәттәр бар.

7.

Ошо дәлилдәрҙән һуң да киләсәк яза көнө хаҡында һинең һүҙҙәреңде кем ялғанға сығара алыр икән?

8.

Аллаһ иң ғәҙел хөкөмдарҙарҙың да ғәҙеле түгелме ни?