94. Инширах (Асылыу)


(Инширах сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Инши­рах»—асылыу, киңәйеү, күңеле асылып китеү, һөйөнөү мәғәнәләрендә килә.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

(Эй, Мөхәммәд) һине асыҡ-киң күкрәкле итеп ҡылма­ныҡмы ни?

2.

Һиңә йөкләнгән ауырлыҡты алманыҡмы ни?

3.

Ул шундай йөк ине: ул һинең елкәңә бик тә ауыр ине.

4.

Һинең даныңды, абруйыңды тағын да арттырманыҡмы ни?

5.

Тимәк, ҡыйынлыҡ артынан еңеллек тә килә.

6.

Хаҡтыр, ҡыйынлыҡ менән рәттән еңеллек тә бар.

7.

Бер эште тамам итеүгә үк, икенсеһен башлар­ға тырыш.

8.

Һәр ғәмәлеңде ихластан бары тик Аллаһыңа бағышла.