93.
Духа (Иртәнге шәфәҡ)


(Духа сүрәһе 11 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Духа» — көндөң төшкә саҡлы булған иртәнге ваҡыты мәғәнәһендәге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Көндөң иртәнге яҡтылығы,

2.

тыныслыҡҡа ирештереүсе төн ҡараңғылығы менән ант итәм:

3.

(Эй, Мөхәммәд) Раббың һине ташламаны һәм һиңә асыуланманы ла.

4.

Әлбиттә, Әхирәт һинең өсөн донъянан хәйерлерәк.

5.

Хаҡтыр, оҙаҡламай Раббың һиңә әжер бирәсәк, һәм һин бик тә ҡәнәғәт ҡалырһың.

6.

Аллаһ йәтим ҡалғаныңды күреп, һиңә һыйыныр урын бирмәнеме?

7.

Йәшлегендә ҡайҙа барырға белмәйенсә, ҡаңғырап йөрөгәндә, Ул һине тура юлға баҫтырманымы?

8.

Һинең фәҡир икәнеңде күреп, байыт­манымы?

9.

Йәтимдәргә килгәндә, аң бул, уларҙы рәнйетмә!

10.

Мохтаждарға килгәндә лә, уларҙы, яныңдан ҡыума!

11.

Шуға күрә, һин (Мөхәммәд) һис туҡтауһыҙ Аллаһтың сикһеҙ йомартлығы, төкәнмәҫ ҡөҙрәте тураһында (кешеләргә) хәбәр ит!