92.
Ләйл (Төн)


(Ләйл сүрәһе 21 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ләйл» — төн, тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ҡараңғылығы менән тирә-яҡты ҡаплаған төн,

2.

яҡ­тылығы менән асылған көн,

3.

һәм ир менән ҡатын ене­сен яралтҡандың исеме менән ант итәм:

4.

шуныһы хаҡтыр, һеҙҙең нәфсе һәүәҫлектәрегеҙ төрлөгөҙҙөң төрлөсә;

5.

кемдер (хәйер-саҙаҡа, зәкәт) бирер, кемдер (гөнаһ ҡылыу­ҙан, харамдан) ҡурҡыр.

6.

Кемдер гүзәллеккә һоҡланыр һәм уның хаҡлығын раҫлар,

7.

Беҙ ҙә уларҙың Сәғәдәткә барыр юлдарын уң итербеҙ.

8.

Әммә кем (тар күңелле, матди һәм рухи) һаранлыҡта булһа, Аллаһҡа ихтыяж тоймаһа,

9.

иң хәтәре — (алдашһа, ялғанлаһа), гүзәллекте инҡар итһә

10.

Беҙ уларға иң хәтәр язаға барыр юлдарҙы уң итербеҙ.

11.

Һәләк булғанда, донъяла йыйған байлығы уға ярҙам итмәҫ.

12.

Шик юҡ, тура юлды күрһәтеү Беҙҙең ихтыярыбыҙҙа.

13.

Әлбиттә, Әхирәт тә, донъя ла беҙҙең әмеребеҙҙә.

14.

Дөрләп, ялҡынланып яныусы ут язаһы буласаҡ тип, һеҙҙе киҫәттем.

15.

Бәхетһеҙ бәндәләр генә,

16.

Хәҡиҡәтте ялғанға сығарғандар ғына, йөҙ сөйөрөп, (Аллаһ менән Ҡөръ­әнде) инҡар иткәндәр генә ул йәһәннәмгә керә.

17.

Ләкин (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланған (саф мосолман) кешеһе,

18.

ма­лын (Аллаһ юлында) сарыф иткән әҙәм йәһәннәмдән йыраҡ тотолор.

19.

Түләү-әжер (саҙаҡа-хәйер башҡалар алдында) яҡшы бу­лып күренер өсөн генә бирелмәҫ. Был ғәмәл өсөн Аллаһ хозурында һис бер дәрәжә юҡтыр.

20.

Аллаһ ризалығы өсөн ҡылған изгелектәр генә сауапҡа һаналыр.

21.

Һәр хәлдә, ул үҙе лә алға табан (Аллаһтан) ҡәнәғәт ҡаласаҡ.